БЦИК тәфтиш комиссияһының вәкәләтле ағзаһы Н.Бикбаевтың доклады
Йыһат Солтанов
ХАЖИӘХМӘТ УНАСОВ
АНЛЫ ЙЫЛДАР
1920 – 1921
Башҡортостан баҡсаһы –
Арыҫландар торған ер;
Арыҫландар бабаһы –
Ҡаһармандар йөрөгән ер;
Ҡаһармандар кәүҙәһен
Ҡосаҡлаған, күмгән ер;
Хәләл ҡандар шәүләһен
Күккә тәрсим ҡылған ер!
Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан таптатмаҫ.
Таптайым тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Башҡортостан йәшәһен,
Сөнбөлстан йәшәһен.
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Арыҫландар йәшәһен!
Шәйехзада Бабич
Сибай -- 2011
Халҡыбыҙҙың ғәзиз батырҙары тураһындағы был баҫманы донъяға сығарышыуҙа хәләл иғәнәләре менән ярҙам иткән игелекле уҙамандарыбыҙға, арымай-талмай шул эште ойоштороусы Тәлғәт Әхтәм улы Солтановҡа оло рәхмәтемде белдерәм.
Автор
Солтанов Й.
Хажиәхмәт Унасов. Ҡанлы йылдар.
Сибай.
УНАСОВХажиахмет Габидуллович[07.11.1887. д. Баиш 1-ой Бурзянской волости Орского у. Оренб. губернии (Ишмухаметовский с/с Баймакского р-на РБ) – 17.01.1921. хутор Такахуккан того же р-на], народный герой командир 1-ой дивизии Повстанческой Красной Армии (2-ой дивизией командовал Магасумов Ф.Б.) в период Башкирской национально-освободительной войны (1920-21 г.г.) под руководством Мурзабулатова С.Ш. Участник Первой мировой и Гражд. войн, служил каптенармусом в башкирской белой армии А.-З. Валидова. Летом 1920 г. по ложному обвинению в конокрадстве был арестован властями Бурзян-Тангаурского кантона (Худайбердин Ш., Насиров А.), убежал из заключения и, сколотив вооруженный отряд из семи человек, стал громить местные партъячейки и советские органы, что было началом всенародного, охватившего одиннадцать из тринадцати кантонов республики, вооруженного восстания за свержение кровавой диктатуры Г.К. Шамигулова, ставленника большевистской Москвы. Жестокие карательные меры против восставших не приносили успеха и антибашкирское руководство республики при непосредственном участии чрезвычайного уполномоченного ЦК РКП(б) и ВЦИК РСФСР П.Н. Мостовенко вынуждено было начать мирные переговоры с восставшими. 27 ноября в с. Темяс было подписано мирное соглашение с большими уступками со стороны властей.
Краткая родословная Х.Г. Унасова: род (предположительно) Усерган, ара (подразделение) Бүреләр (Волки), шежере: 1. Мухарлям. – 2. Унас, 1760 г.р. – 3. Губайдулла. – 4. Габидулла. – 5. Хажиахмет, 1887 г.р., его младший брат Даут, Даута сын Абдулла, его сын Зайнитдин...
БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Хажиәхмәт батыр
1920 йылда Сөләймән Шаһингәрәй улы Мырҙабулатов етәкселегендәге ихтилалды әгәр Башҡортостанды ялмаған янғынға тиңләһәк, уны дөрләтеүсе тәүге осҡон, моғайын, Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы Унасов[1] болаһы булалыр. Шул бөйөк ихтилал арҡаһында ла инде башҡорт халҡы үҙенең милли йөҙөн, автономиялы Башҡортостан республикаһы рәүешендәге үҙ дәүләтселлеген, ер йөҙөндә үҙ еренең аҫаба-хужаһы булып йәшәү хоҡуғын мәңгелеккә юҡ ителеүҙән ҡурсалап ҡала алды, шуның менән бөгөнгө Башҡортостан Республикаһының булмышын һәм яҙмышын тәьмин итте. Большевистик идеология аппараты был ҡораллы халыҡ көрәшен үҙенең 70 йыллыҡ хакмилыҡ ҡылыу осоронда телгә алыуҙан тыйып та, әһәмиәтен кесерәйтеп күрһәтеп тә, ҡатнашсыларын «бандит», «ат ҡарағы», «дезертир», «контрреволюционер», «халыҡ дошманы» кеүек ҡара тамғалар менән хурлап та килгәнлектән, әүәлерәк партияның үҙе тарафынан уҡ, башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәте, тип танылған (һәм аҙаҡ шул баһаһы йәшерелгән) ул ҡораллы күтәрелештең үҙе лә, уның батырҙары ла быуындарҙың хәтеренән аҙлап-аҙлап юйылып ҡалыу ҡурҡынысын кисерҙе. Халыҡ бәхете өсөн дәһшәтле алышта ғәзиз баштарын һалған изге шәһиттәрҙән Хажиәхмәт батыр кеүек арҙаҡлы ирҙең дә исеменә большевистик пропаганда көсләп йәбештергән баяғы «ат ҡарағы» тигән уйҙырма-яла ла уның асылын белмәгәндәрҙе ошоғаса аймылыш ҡылып килә бирә бит (батырҙың хатта элекке ауылдаштары ла уны «бандит» тип кенә белгән). Шуға күрә лә бында һүҙҙе Башҡортостанда советтар хакимиәте урынлашыуҙың икенсе йылында уҡ башҡорт халҡын ҡулына ҡабат ҡорал алырға мәжбүр ҡылған сәбәптәрҙе ҡыҫҡаса ғына барлауҙан башларға кәрәк.
Төп сәбәп — Бөйөк Октябрь революцияһынан һуң да ҡан эскес Рәсәй империяһының ғәмәлдә емерелмәй шул көйөнсә ҡалыуында, фәҡәт төҫөн генә алмаштырыуында, йәғни «аҡ батша» төҫөнән «ҡыҙыл пролетариат диктатураһы» төҫөнә генә әүерелешендә, ә үҙенең империализм есемен, ҡылыҡтарын иһә һаман да шул бер килеш һаҡлауында ине, әлбиттә (хәҙерге бәғзе бер «демократ»тар ҙа аслан шул уҡ империяны ҡыҙыл төҫтән ала-ҡола төҫкә алмаштырып ҡурсалағаны кеүек). Дөрөҫ, революцияның тәүге көндәрендә үк большевиктар, «Рәсәй халыҡтарының хоҡуҡтары Декларацияһы»н ғәләмгә иғлан ҡылып, Рәсәй империяһы тигән «халыҡтар төрмәһе»нең (В.И. Ленин билдәләүе) емерелеүен — «Рәсәй халыҡтарының империя ҡыҫаһынан айырылып сығыуға һәм үҙ аллы дәүләт төҙөүгә тиклем ирекле үҙ билдәләнешкә хоҡуғы»н һөрәнләп таныны, тик был фәҡәт күҙ буяу, быуаттар буйына иҙелеп азатлыҡҡа һәм үҙ аллылыҡҡа сарсаған урыҫ түгел халыҡтарҙы ҡыҙыу мәлендә большевиктар яғына тиҙерәк ауҙарыу, уларҙың йәндәрен һәм ҡандарын, аҫтыртын сәйәси рәүештә, большевиктар етәкләмеш ҡыҙыл империя мәнфәғәттәрендә файҙаланып ҡалыу өсөн эшләнде. Сөнки «ирекле үҙ билдәләнеш» тураһындағы шапырыныу — ваҡытлыса ғына алдатҡыс сара, хәйләкәр балыҡсының ҡармаҡ осона элмеш улъяһы ине. Әммә яугир башҡорт халҡы ул улъяны, хәйләкәр балыҡсы һис кенә лә көтмәгәнсә, ҡармағынан айырым ҡарпып йотто — ҡағыҙҙа түгел, ғәмәлдә үҙ аллы (ерле автономиялы) дәүләтен дәррәү ҡорорға, дәүләтселлегенең төп нигеҙен — ҡораллы милли ғәскәрен булдырырға кереште. Кинәт һиҫкәнмеш ҡыҙыл империя үҙенә кәрәкһеҙ был дәүләтселлектең башына тиҙ генә етергә лә ҡотолорға яҫҡанғас, башҡорт халҡы шул арала үҙенең дәррәү төҙөп өлгөрткән регуляр армияһы (!) менән тарих майҙанына ғәмәли дәһшәтле көс рәүешендә дөрөп сыҡты, шул арҡала Рәсәй советтар хөкүмәтен империя олононан ярып сығып ботаҡланмыш автономиялы Башҡортостан республикаһын танырға мәжбүр итте. Ләкин ҡыҙыл империяның әмәлһеҙҙән, сараһы юҡ көндән генә таныуы ине был; шуға күрә лә ул тәүге көндәрҙән, хатта 1919 йылдың мартында ике-ара Килешеү һөҙөмтәһендә башҡорт ғәскәрҙәренең ҡыҙылдар яғына сыҡҡан тәүге сәғәттәренән үк, башҡорттоң ҡан даръялары түгеп яулаған, йәндәй күргән ғәзиз үҙ аллылығын бөтөрөү маҡсатында автономиясы башҡорттарға ҡаршы һыҡралы ҡара мәкер, ҡанлы террор башлап ебәрҙе (Башҡортостанға Мәскәү килтереп ҡуйған Шәмиғолов – Мансырев диктатураһы, Поленов, Руденко һ.б. коммунистик ҡырғын әтрәттәре), был оторолоҡ артабан да бер генә мәлгә лә туҡталманы, фәҡәт алымдарын ғына үҙгәртеп төрлөләнде. Сөнки бығаса Рәсәй тарихында булмаған, башҡа халыҡтарға ла өлгө күрһәткән автономиялы Башҡортостан республикаһы — мәңге йәшәргә тейешле тип һаналған ҡыҙыл империя тәнендәге һыҙлатҡыс шырау ине, нисек тә шуны һурып алып ташларға кәрәк ине. Автономиялы йәш республиканың тәүге ике йыл ғүмере ана шул «һурып ташлау»ға киҙәнмеш бөйөк державасылыҡ золомо аҫтында үҙ йөҙөн һаҡлап йәшәү өсөн аяныслы-ҡырҡыу көрәшеп уҙҙы.
Донъяны «яңыса» төҙөүсе В.И.Ленин, «капитализмдың иң юғары стадияһы булған империализм» осоронда Бөйөк Британия кеүек метрополияларҙың Һиндостандай колонияларын ни рәүешле рәхимһеҙ талауҙары тураһында фашлаусы китаптар яҙһа ла, үҙе етәкләгән советтар Рәсәйенең урыҫ булмаған халыҡтар йәшәмеш төбәктәрен ғәмәлдә үҙенең ҡыҙыл империяһының колониялары итеп һананы, Үҙәк Рәсәй файҙаһына уларҙың елек майҙарын күберәк һурырға, ҡандарын да мулыраҡ эсергә тырышты. Шундай танһыҡ төбәктәрҙең береһе — мәғдәндәргә һәм игенгә бай Урал, башҡорт ерҙәре ине. 1918 йылдың йәйендә ошо Ленин ләҡәпле алыпйән, мәҫәлән, үҙенең «революция бишеге»нән ажарлы һөрән һалды: «Питер эшселәре... тиҫтәләрсә меңәрләгән һандарҙа ҡуҙғалырға ла икмәк күп булған, үҙеңде лә, ғаиләңде лә туйҙырырлыҡ Уралға, Иҙел буйына һәм Көньяҡҡа ябырылырға тейеш» (В.И. Ленин. Әҫәрҙәренең тулы йыйылмаһы, 36-сы том, 521 — 522-нсе биттәр). Бар ҙа тала, йәндәрен алып тала, тигән һүҙ түгелме ни?!.
1918 — 1919 йылдарҙа дәһшәтле фронт, бер түгел, ике тапҡыр иңенән көйҙөрөп үтеп, аҡтар тарафынан да, ҡыҙылдар тарафынан да ҡаҡҡа таяндыртып таланған, бөлдөрөлгән Башҡортостанды (600 ауыл яндырылған, 200 мең кеше йорт-ҡаралтыһыҙ, кейем-һалымһыҙ, аҙыҡ-түлекһеҙ ҡалған) Рәсәй совет хөкүмәтенең баяғылай Ленин бойороғо буйынса һөсләтелгән ҡораллы коммунистик әтрәттәре, продәтрәттәре ҡануни рәүештә өйберенсә йөрөп талай (продразверстка үткәрә). Большевистик матбуғат үҙе йәшермәй таныуынса, 1919 — 1920 йылғы «әҙерләү» осоронда сикһеҙ фәҡирлек кисермеш Бәләкәй Башҡортостандан ҡыҙыл Рәсәй ҡаҙнаһына 1,6 миллион бот иген, 78,8 мең бот ит, шуларҙан тыш йәнә 27 мең баш мөгөҙлө эре мал, 6,5 мең баш ваҡ мал ҡырсып алынған. Башҡорт халҡын себендәй ҡырған 1920 — 1921 йылғы ҡот осорғос аслыҡтағы «әҙерләү» осоронда иһә, иген баҫыуҙары ҡоролоҡтан тамам көйөп ҡалыуға ла ҡарамаҫтан, астан шешенгән халыҡтан 2,2 миллион бот иген, 39 мең баш мөгөҙлө эре мал, 82 мең баш ваҡ мал, 6,2 мең бот май, 2,2 мең бот бал тейәп оҙатыла Үҙәк Рәсәйгә. Өҫтәүенә, 1920 йылдың октябрендә, В.И. Лениндың шәхсән үҙ ымы буйынса, Көнбайыш фронтҡа өҫтәлмә рәүештә йәнә 52 мең бот һоло, 100 мең бот бесән, 600 баш мөгөҙлө эре мал һәм Мәскәүҙең айырым үҙенә генә (Кремль даһиҙары табыныналыр) 50 мең бот он, 150 мең дана йомортҡа «бүләге» ебәрелә. Ошо 1920 йылғы үкертеп талау һөҙөмтәһендә Башҡортостан аҡтыҡ хәленән тайып, 1921 йылдың яҙында уҡ ауылдарҙа баяғы тоташ аслыҡ ғәрәсәте башлана. Ғәрәсәтте үҙ ҡулдары менән булдырыуҙа Башҡортостанға түрә итеп юлландырылған Мәскәү вәкилдәре ең һыҙғанып эшләй: Башҡортостан республикаһының Наркомземы П.Г.Банатов һәм Наркомпроды А.И.Кирилев иптәштәр улар. Урындағы урыҫ шовинистары менән бер төптән, ҡулға-ҡул тотошоп, үҙәкләштерелгән ысул менән республиканың ауыл хужалығын емерә был бәндәләр. Әйтәйек, Банатов, түшәмдән алынған һандар менән төрлө фокустар яһап, сәселмәгән ерҙе — сәселде тип, алынмаған уңышты — алынды тип, йәнәһе башҡорт йорттарының келәт бураларын һығылдырыусы тиҫтәләгән миллион бот иген, ҡураларында мыжғыусы иҫәпһеҙ-хисапһыҙ күп мал-тыуар «артыҡ»тарын («излишки») рәсми хисапнамәләренә теркәп, шул «излишки»ҙарҙың көллөһөн кисекмәҫтән көрәп алып дәүләт ҡаҙнаһына оҙатыу тейешлеген нигеҙләй. Әшнәһе Кирилев иһә, коллегаһы әтмәләгән шул «ышаныслы» статистика мәғлүмәттәрен йәне теләгәнсә уғата үҫтереп, башҡорт ауылдарын ҡораллы продәтрәттәр ебәреп талауҙы, асылында башҡорт тамырын ҡоротоуҙы еренә еткереп ойоштора.
Аяныслы был ваҡиғалар башҡорттоң Ә. Вәлидов етәкселегендәге үҙ «буржуаз башҡорт хөкүмәте» осоронда барғанлығын да онотмайыҡ; ә ул хөкүмәт Мәскәүҙең баяғы империя ҡыҫымына сыҙай алмай вазифаларын ҡалдырып киткәндән һуң, урынына Мәскәүҙән ебәрелмеш баяғы яуыз Шәмиғолов диктатураһы ҡарпығас, тамам бөлдөрөлгән башҡорт халҡының асыҡтан-асыҡ ҡанын ҡойоу башлана, «большевистик яңы хөкүмәт» пуля һәм ҡылыс теле менән генә һөйләшә...
Был осорҙа Хажиәхмәт Ғәбиҙулла[2] улы Унасов ҡайҙа һәм кем булған һуң? Иген үҫтереүсе ябай ерекмән, мал аҫыраусы ябай көтөүсе — үҙенең Байыш ауылында хәләл көсө менән көн күреүсе, әлбиттә. Ил кисергәнде кисереп, коммунистар хакимиәтенең бөтә йәбер-золомдарын үҙ башынан үткәреүсе. Ул ваҡытта баш күтәреп ҡулына ҡорал алырға, бәлки, уйламағандыр ҙа ул. Әммә заманалар заңы ҡотолғоһоҙ шул юлға этәрә уны.
Рәсәй совет хөкүмәтенең, Башҡортостан автономияһы тураһындағы ике-ара Килешеүҙе үҙенең 1920 йыл 19 май ҡарары менән тупаҫ боҙоп, автономиянан гөбөрнә (губерния) яһарға юҫыҡланыуы, шуны тиҙләтмәккә автономияның хас дошманы Ғ.К. Шәмиғоловты Башҡортостандың хакимиәт башына килтереп ҡуйыуы бындағы бөйөк империясылыҡ сәйәсәтенең юғары нөктәһе була һәм сыҙамлы башҡорт халҡының аҡтыҡ хәлен, сабырлығын ҡаҡшата. Бөтә Башҡортостан, башҡорт халҡы, Мәскәүҙең В.И.Ленин ҡул ҡуйған шул ҡәһәрле 19 май ҡарары артынса уҡ, умартаһының кейәһенә таяҡ тығып болғатылған оло күстәй, болара башлағайны. Башҡортостан автономияһын ҡан-дошманы һанаусы колонизатор-килмешәктәр ҙә йоҡлап ятмай — шул ҡарарҙан рухланып, һәр урында башҡорт ерҙәрен баҫып алып үҙләштереүҙәрен киң ҡоласлы йәйелдерә, урыҫ ауылдары күрше башҡорт ауылдарына хөсөтлөктәрен ишәйтә. Күпселек башҡорт ғаиләләренең ир-атттары был осорҙа ҡыҙыл әрмис булып ҡыҙыл фронттарҙа большевиктар файҙаһына ҡан ҡойоп йөрөгәнлеге йәки үлеп ҡалғанлығы арҡаһында әмәлһеҙҙән һөрөлмәй ятҡан, йәки ҡортомға (арендаға) бирелгән аҫаба ерҙәрен килмешәктәр, көс менән баҫып алып, үҙләштерә башлайҙар (Рәсәй совет хөкүмәтенең шуға юл ҡуйыусы ҡануны була); шул ерҙәрҙә төҙөлгән коммуна, колхоз йәки башҡа артелдәрҙең ҡоралланған төркөмдәре айҡай илде, ҡарышҡан башҡорттарҙы урынында уҡ атып үлтерә. Золомдо золом тыуҙырып, талаш-тартыш орлоҡтары ябай көнкүреш кимәлендә лә киң тарала, милли төҫ ала башлай. Мәҫәлән, «Түбәнең урыҫ эшселәре менән Басай ауылы ерекмәндәре араһында Ирәндек буйындағы бесәнлек ере өсөн талаш-ыҙғыштар булып ала» (Сибайҙағы «Атайсал» гәзитенең 1993 йыл 7 август һаны). Бөрйән-Түңгәүер кантонының Байыш ауылы ла шундай бәләгә тарый: күрше Сарыбильский (элекке Йылайыр совхоз-техникумы биләмәһе) урыҫтары, еребеҙгә керҙе, тип һылтаулап, Байыш ауылының тибенлектә йөрөгән йылҡы өйөрөн ҡыуып алып китә лә кәртәләренә бикләп ҡуя. Байыштар быны күрәләтә ҡылынған һөмһөҙлөк һанай. Тәбиғәте буйынса ҡыйыу яугир, ғәҙелһеҙлекте күтәрә алмаҫ ғәййәр йән — баяғы Хажиәхмәт Унасов тигән дыуамал ир арыҫланы күҙ йомоп ҡала алмай (халыҡ араһында әлегәсә уның ҡуш йөрәклелеге, саялығы хаҡында риүәйәттәр бар). Вәлидовсылар хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашсыһы, ә һуңынан билдәле совет эшмәкәре һәм Башҡортостандың шул заман тарихсыһы Н.Р. Бикбаев тәүәрихнамәһе буйынса, Хажиәхмәт Унасов был ваҡытта инде армия һәм һуғыш тәжрибәһен үткән уҙаман булырға тейеш. Бәғзеләрҙең «ҡара наҙан» тигәндәре лә ышандырмай — Әхмәтзәки Вәлидовтың аҡ армияһында каптенармус булып хеҙмәт иткән бит (уҡый-яҙа белмәгәнде унда ҡуймаҫтар ине). Һәм йәнә: «Унасовтың үҙен күреп белгән уҡытыусы Ш. Мостафин былай тип һөйләгәйне: «Көслө көрәшсе ине ул, атта һыбай оҫта йөрөнө, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлаусы кеше булды», — тип әйтелә баяғы «Атайсал»да. Бына шул ярһыу уҙаман, бер-нисә иптәше менән кисен Сарыбильскийға барып, ауылдарының баяғы әллә нисә көн буйына бикле торған йылҡы өйөрөн сығарып ала; шул ығы-зығыла бер-ике баш урыҫ аты ла ҡушылып китә өйөргә. Ошоға бәйле «ат ҡарағы» тураһындағы ғауға кантон милицияһына еткерелә. Эшкә ситтән ебәрелмеш һәм урындағы тормошто белмәүсе милиция башлығы А.С. Насиров, тикшереп тә тормайынса, урыҫтар ялаһы буйынса «ат ҡарағы» рәүешендә Хажиәхмәт Унасовты ҡулға алып, ябай ағас өйҙән ҡулайлаштырылған Темәс төрмәһенә шартлатып бикләп тә ҡуя — «ат ҡарағы» тигән ярлыҡ Унасовҡа шулай йәбештерелә. Әммә төрмәлә ултырып сыҙамай батыр — бура мөйөшөн күтәреп сығып ҡаса, ултырҙаштарын һәм ҡораллы милиционерҙы ла эйәртә. Һемәйеп ҡалған милиция башлығы Насиров һәм кантревком рәйесе булған иптәштәр артабан, үҙ абруйҙарын төшөрмәү йәһәтенән, яуыз «ат ҡарағы» тураһындағы уйҙырманы ҡабартып, үҙҙәре яҙған рәсми ҡағыҙҙарҙа ҡурпыта, шулар аша ул матбуғатҡа, тарихҡа барып керә лә ҡыҙыл империяның өгөт-нәсихәт аппараты был яланы быуындан-быуынға тәкрарлай. Заманында хөрмәтле пенсионер (элекке комсомол түрәһе, партия әүҙемәне) И. Мотаев тигән уҙаман да бит, шул ҡалыптан ауаздаш: «Урыҫтар уны «Хужахмет бандит» тип кенә йөрөттөләр, ә башҡорттар «ат ҡарағы» тинеләр һәм иң дөрөҫө лә шулай ине... Бындай бәндә ниндәй сәйәсәт аңлап, мин — үҙ башҡорттарым өсөн көрәшеүсе, тип йөрөһөн инде», — тип, уйындан уймаҡ сығармаҡсы («Атайсал»дың 1994 йыл 5 май һаны). Уның «ат ҡарағы» икәнлеген дөрөҫләүсе тиҫтәгә яҡын «аҡһаҡал»дың Мотаев үҙе «ауылдан ауылға йөрөп йыйған» исемлеге лә килтерелә. Бигерәк тә элек Хажиәхмәт Унасовтың ҡатыны булған меҫкенкәй Кәримәнең, заманында (1932 йылда) баяғы идеялы-ғәййәр комсомолец И.Мотаевтың ныҡыуы буйынсалыр, мәрхүм ирен, Унасовты, тыумыштан уҡ тип әйтерлек, яуыз «ат ҡарағы» итеп «хәтерләүе» бындай уйҙырмаларға нигеҙ итеп һалына. Хажиәхмәт Унасовтың исемен телгә алыуы ла ҡурҡыныслы ул заманда был бисара ҡатынды, фәҡәт шулай һөйләтер өсөн генә, ире артынан йәһәндәмгә олаҡтырмай тере ҡалдырғандарҙыр ҙа — ябай ауыл ҡатынынан ҡырҡ тапҡырға ҡабилиәтлерәк маһирәләрҙең дә ошондай уҡ шарттарҙа КГБ (ГПУ, НКВД) ҡурайына бейеп кенә һәләкәттән ҡотолоуҙары билдәле. Әйткәндәй, ул «хәтерләү»ҙә Хажиәхмәттең яһил ҡараҡташы итеп мөһөрләнмеш Зәйнулланың да йөйө йөйгә тура килмәй яҙмала. Беренсенән, Зәйнулла түгел, ә Зәйнуллин булһа кәрәк, икенсенән, әгәр ҙә шулай икән, ихтилалсы Унасовтың яҡын арҡадашы Зәйнуллин ул бөтөнләй башҡа сифат-кимәлдәге кеше — иң элек ҡыҙылдарҙың Польша фронтындағы батырлыҡтары өсөн (һуғышта дошмандың бер юлы 12 пулеметын тартып ала) Реввоенсовет рәйесе Л. Троцкийҙың үҙ ҡулынан ҡиммәтле бүләк алған ҡыҙыл яугир, унан һуң Башҡортостан хөкүмәтен һаҡлаусы комендант батальонының командиры (ныҡ тикшерелеп һыналған шәхес), аҙаҡ С.Ш.Мырҙабулатов етәкселегендәге ихтилал армияһының Х.Унасов даирәһендәге яугир командиры булған. Хәйер, бындай аймылыштар өсөн аптырарға ла, кемделер ғәйепләргә лә ярамай. Сөнки аймылыштырыу — Рәсәй империяһының ҡәҙимге алымы ул: азатлыҡ яулап баш күтәргән башҡорт батырҙарының бөтәһен, шул иҫәптән Салауат Юлаевты ла, «ҡараҡ» тип тамғалағандар, табаҡ-табаҡ аҡ ҡағыҙға һәм китаптарға ғына түгел, хатта маңлайҙарына ла шул тамғаны утлы тимер менән яндырып баҫҡандар...
Ул саҡта Урал тауҙарында, урмандарында Хажиәхмәт Унасовҡа оҡшаш ҡасҡындар күпләп күренә башлай. Рәсми телдә «бандит», «дезертир», ә халыҡса «ғизетдин» тип йөрөтөлмөш был бәндәләр һаны төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡыҙыл фронттағы үҙ ғәскәри бүлектәренән кимтелеп ҡайтҡан ҡыҙыл әрмистәр иҫәбенән дә ишәйә. Сөнки ҡыҙыл империя башҡорт милли ғәскәрҙәрен, фронттарҙың иң дәһшәтле тамуҡ уттарына ташлап ҡырҙыртыу менән генә сикләнмәй, милли дивизия һәм бригадаларҙы, полктарҙы, хас та Колчак маҡсатын бойомға ашырғандай (сөнки империалистарҙың маҡсаты бер үк!), ваҡ өлөштәргә бүлгесләп, миллилектәрен бөтөрөп, дөйөм армия сафтарына төрлө яҡтарға олаҡтыра — автономиялы Башҡортостан республикаһын юҡҡа сығарыу сәйәсәтен тотҡарлаусы төп көс иленән ситкә алып ташлана. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡының фронттағы улдары менән элемтә бөтөнләй өҙөлөп, Ш.Хоҙайбирҙин әйтеүенсә, Башҡортостандың көллө төбәктәренән дә хөкүмәткә ҡыҙыл әрмис улдарының, туғандарының яҙмышын һәм ҡайҙалығын ялбарып яҙған хаттар, ғаризалар яуа башлай. Башҡортостан автономияһын бөтөрөүгә алып барылған был аҫтыртын сәйәсәт, алыҫтарға шаңдауланып, башҡорт ҡыҙыл әрмистәренең бер килкеһенең илгә ана шулай үҙ белдекле ағылыуына, «дезертир»ҙар һанын ыратыуға сәбәпсе була. Данлы башҡорт яугирҙәренең, үҙҙәре лә аңғармаҫтан, нисек итеп дезертир һәм бандит булып китеүҙәрен Н.Р.Бикбаев яҙмаларында күрәбеҙ: «Бандиттар араһында Петроград фронтынан ауырыу сәбәпле ялға ҡайтарылған ҡыҙыл әрмистәр ҙә бар ине. Улар, ауыл һайын бишәр, унар кешене, шулар иҫәбенән был ҡыҙыл әрмистәрҙең ата-әсәләрен дә, атып киткән Поленов, Руденко, Штырляев һ.б. әтрәттәренең енәйәтсел асылын фашлаған өсөн эҙәрлекләнеп, ҡулдарында ялға ҡайтарылыу тураһындағы ҡағыҙҙары була тороп та, дезертирҙар тип атырға хөкөм ҡылынғандан һуң ҡасып, ҡорал алып баш күтәрергә мәжбүр булғандар... Башҡорт эшмәкәрҙәренең күбеһенән, ҡаланан ситкә сыҡмаҫҡа тип, ҡултамғаларын алғандар, хатта коммунист булыуыҙарына ла ҡарамаҫтан. Шәхсәнә минең үҙемдән дә шундай ҡултамға алынды»...
«Башҡорт» тигәндә генә лә күҙҙәрен ҡан баҫҡан ошо Шәмиғолов — Мансырев хакимиәтен һәм РСФСР Үҙәк даирәләренең боҙоҡ милли сәйәсәтен ләғнәтләп, Бәләкәй Башҡортостандың бөтә ун өс кантонынан да Мәскәүгә, Эстәрлетамаҡҡа нәфрәтле резолюциялар яуҙырыла, халыҡ бер төптән автономияны яҡлап, Шәмиғолов диктатураһын танымауын белдерә. Шул йәһәттән ул саҡта Тамъян-Ҡатай кантонында әүҙем көрәшкән арҙаҡлы революционер, Башчеканың элекке рәйесе, ә был ваҡиғалар осоронда республиканың Мәғлүмәт-инструктор идаралығы инструкторы Сөләймән Шаһингәрәй улы Мырҙабулатов, Башҡортостан автономияһын ҡурсалауҙы алға һөрөп, уны юҡ итергә яҫҡаныусы Мәскәү сәйәсәтенә, шул сәйәсәтте кәүҙәләндергән Шәмиғолов — Мансырев режимына бер төптән ҡаршы тороу өсөн сәйәси эш йәйелдерә. Көслө рухлы халыҡ йәшәгән Бөрйән-Түңгәүер кантонында хәрби комиссар вазифаһында эш башлаған Мөхәмәтйән Ғәлиулла улы Булатов ысын автономия өсөн ифрат фиҙакәр көрәшселәрҙең береһе була.
Тап ана шул көндәрҙә, Шәһит Хоҙайбирҙиндың исемдәрҙе атамайынса ғына яҙған билдәле иҫтәлеге буйынса, «бер килке алдынғы етәксе иптәштәр», республикалағы ҡырҡыу хәлде тикшерергә, Темәс янындағы Рапат тауында йәшерен кәңәшмәгә йыйыла ла «кисекмәҫтән тәүәккәл саралар күрергә» ҡарар ҡыла. Шуның һөҙөмтәһен Темәс ҡасабаһында советтарҙың 25 июндә асылған 1-енсе кантон йыйынында күрәбеҙ: делегаттарҙың күпселеге Башҡортостан автономияһын бөтөрөүсе Мәскәү сәйәсәтенә, шуны үткәреүсе яңы режимға ҡаршы киҫкен нәфрәт белдерә һәм Эстәрлетамаҡтағы яңы Башревкомды танымаҫҡа, Темәстә үҙенә башҡа Бөтә Башҡортостан хөкүмәтен төҙөргә саҡыра, ә М.Ғ.Булатов иһә «Үҙәк Совет хакимиәте Башҡортостандың хоҡуҡтарын боҙа, быға ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтергә кәрәк,тип оранлай»... (ЦГАОО Р.Б., ф. 22, оп. 4, д. 21а, л. 3). Бер һүҙ менән әйткәндә, Башҡортостан был мөҙҙәттә шартлау өсөн осҡон ғына көткән дары мискәһен хәтерләтә. Һәм бына шул утлы осҡон сифатында тарих майҙанына баяғы уҙаманыбыҙ — Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы Унасов тигән ир арыҫланы дөрөп сыға ла инде. Эйе, хөкүмәттең террорлаусы ҡырғын ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәш башлар өсөн, халыҡтың беренсе ҡораллы әтрәтен тап ул ойоштора, башҡорттарҙы атып-киҫеп йөрөүсе поленовсыларға башлап ул һөжүм итә. Дөрөҫ, тәүҙә ете яугирҙән генә тора уның ғәскәре. Баҫмасылыҡ (партизан) һуғышы алымдарын ҡыйыу һәм оҫта ҡулланып, ылыҫ (волость) үҙәктәренә ташлана, ҡырғынсыларҙың ваҡ төркөмдәрен, уларҙың урындарҙағы ялағайҙарын үлтерә. Таланған малдарын халыҡҡа кире ҡайтара. Баяғы И.Мотаев мәрхүмдең: «Хажиәхмәт бик ҡурҡаҡ булған, шунлыҡтан тау-таштарҙы, ҡара урмандарҙы ташлап ҡола яланға сығып китергә баҙнат итә алмаған», — тигән һөҙөмтәһендә лә үҙенсә бер хаҡлыҡ барҙыр, минеңсә; ләкин быны ҡурҡаҡлыҡ итеп түгел, ә зирәклек, тапҡырлыҡ тип билдәләргә кәрәк, сөнки Хажиәхмәт батыр техник яҡтан (артиллерия, бронемашиналар, бронепоезд) ныҡ йыһазландырылған регуляр хөкүмәт армияһына ҡаршы, урындағы тәбиғи шарттарҙы йәтеш файҙаланып, йөҙәткес баҫмасылыҡ (партизан) һуғышы алып барған, шуныһы менән дә ҡурҡыныслы булған ул. Кескәй генә был әтрәттең, тауҙан түбән тәгәрләтелгән ҡар сүмәләһеләй күҙгә күренерлек ырап, тиҙ арала дәһшәтле көскә әүерелеүен үтә һаҡ автор Шәһит Хоҙайбирҙин иҫтәлегендә лә шәйләйбеҙ: «Ошо болғансыҡ, шау-шыулы осорҙа... ат ҡарағы Хажиәхмәт Унасов пәйҙә була; ҡайҙандыр тағы етәүҙе ылыҡтырып, ҡоралландырып һәм аттарға һыбайландырып, йәнәһе «башҡорт халҡын бәләнән ҡотҡарырға», Поленов әтрәтенә ҡаршы сыҡҡан булып ҡылана. Тик улар аҙ һанлы, улар асыҡ бәрелешкә бармайҙар, ә дәүләт ойошмаларына һөжүм итергә, таларға һәм берәм-һәрәм йөрөгән ҡораллы кешеләрҙе үлтерергә керешәләр. Зәки агенттары һәм кулактар көслө өгөт-нәсихәт үткәрә, халыҡты баш күтәрергә ҡоторта һәм Поленов өйөрөнөң хәтәр ҡылыҡтары арҡаһында был өгөт-нәсихәт дәррәү маҡсатҡа өлгәшә, халыҡ уға ылыға. Август аҙағында (советтарҙың М.Ғ.Булатов оранлаған баяғы Бөрйән-Түңгәүер кантон йыйынынан һуң ай үткәс тә. — Й.С.) кантондың бер төбәгендә әтрәт һымаҡ бер нәмә барлыҡҡа килә, эш буйынса юл йөрөүҙәр ғәҙәттән тыш хәтәрләнә... Ошолай итеп башланып киткән тәртипһеҙлектәр октябргә, ноябргәсә шул тиклем көсәйҙе ки, уны хатта яҙып аңлатыу мөмкин түгел»...
Ш.Хоҙайбирҙин хәтәр көс итеп һанаған ихтилалсыларҙы үҙе күреп белгән баяғы И.Мотаев, күпмелер хаҡлы рәүештәлер, ғибрәтле итеп һүрәтләй: «1920 йылдың көҙгө һыуыҡ айҙарында Х.Унасовтың әтрәте лә беҙҙең ауылды килеп баҫты... Иртәгәһенә мәсет алдында теҙеп ҡуйылған унасовсыларҙы күреп, малай ғына булһам да, мин бик аптырашта ҡалдым: был һалдат тигән бәндәләр торғаны менән мәсхәрә ине: уларҙың күбеһе ала-сола ямау һалынған тире тунда, ҡайһылары тула сәкмән кейгәндәр. Шунлыҡтан улар бер ҙә һалдатҡа оҡшамағандар ине. Уларҙың ҡоралдарын күреп, тағы ла аптырауға ҡалырһың — һөңгө, һәнәк, суҡмар, балта тағып аттарының өҫтөндә суҡайышып ултыралар. Ҡайһыларында борон һунарсылар йөрөткән сиртмәкле мылтыҡтары күренде». Был һүҙҙәрҙе совет осоро әүҙемәне, әлбиттә, ул саҡтағы Хажиәхмәт Унасов әтрәте яугирҙәрен әҙәмгә һанамайынса (дезертирҙар, бандиттар, ат ҡараҡтары!..), кәмһетеберәк әйтә. Ләкин минең күңелемдә мыҫҡыллау тыуҙырманы ул, ә, киреһенсә, үлемесле мәлдәрҙә лә үҙенең бәҫен һаҡлай белгән ҡыйыу йөрәкле халҡыма ҡарата әрнеү ҡатыш бөйөк ғорурлыҡ ҡына уятты. Сөнки тупһабыҙҙан әжәл һүреп кергән ғәрәсәтле, афәтле шул йылда ғәзиз олатайҙарыбыҙ һыбайланмыш ябай аттарын, өҫтәрендәге ямаулы тундарын, эстәрендәге саҡ сыҡмаған йәндәрен (аяуһыҙ аслыҡ осоро!..) ҡурсалап дәһшәтле яуға сыҡҡандар, тулайым ҡырылып бөтөүгә (геноцидҡа) ҡаршы күтәрелгәндәр. Шуға күрә лә бит бөгөн беҙҙәр бар һәм үҙ дәүләтебеҙгә, үҙ йөҙөбөҙгә эйә. Ысын халыҡ ихтилалы булған был. Хатта Шәһит Хоҙайбирҙин да юҡҡа ғына әйтмәй бит: «Винтовкаға бөтәһе лә эйә түгел ине, күпселегенең ҡулында тимер башаҡлы таяҡтар, балталар, һөймәндәр, суҡмарҙар булып, атҡа һыбайланғандарҙың араһында бөтәһе лә — ун биш йәшлек малайҙарҙан алып аҡһаҡалдарға тиклем бар ине» (мин һыҙыҡ өҫтөнә алдым. — Й.С.)...
Ялҡынға май һалғандай, Темәскә һәм Баймаҡҡа диктатор Шәмиғоловтың урынбаҫары Мансырев килеп китә лә поленовсыларҙың ҡанлы эштәренә дәүләт хакимиәте исеменән рухландырғыс фатиха бирә. Халыҡтың ҡораллы көрәше, уғата ялҡынланып, ун өс кантондың ун берендә дөрләп яна, ҡанлы режимдың ҡулы аҫтында өс кантон ғына ҡала, ә һигеҙендә халыҡ үҙе хакимлыҡ ҡыла. Үҙ режимына янаған был мөшкөл хәлде Шәмиғолов партия өлкә комитетының 1920 йыл 17 сентябрь пленумында танырға мәжбүр була: «КП(б) Үҙәк Комитетында һәр кантондан резолюция бар — яңы үҙәкте (Шәмиғолов диктатураһын. — Й.С.) танымауҙары, Вәлидов менән Йомағоловты ғына таныуҙары тураһында (тимәк, республика халҡы тулыһынса Шәмиғолов режимына ҡаршы. — Й.С.). Беҙ юлландырған беҙҙең өгөтсөләр, күрәһегеҙ, милли сәйәсәт үткәрәләр (улары ла милли автономияны яҡлап өгөтләй, тимәк. — Й.С.). Аныҡ әйтергә кәрәк беҙгә: йә түңкәрелешкә тиклемге Башҡортостан (фетнәүи түңкәрелеш арҡаһында хакимиәт башына килгәнлектәрен йәшермәйҙәр. — Й.С.), йә милләтселәр өҫтөнән контроль, ҡаты диктатура (диктатор булыуы ла асыҡ. — Й.С.)... йә милләтселәрҙең башҡайынан һыйпарға, йә баш һөйәктәрен сәсрәткәнсе һуғырға». (ЦГАОО Р.Б., ф. 22, оп. 4, д. 16, л. 18). Ысынлап та, Шәмиғолов диктатураһы Башҡортостанда башҡорттарҙың баш һөйәктәрен сәсрәткәнсе һуғырға керешә... Һөҙөмтәлә, республиканың Сәйәсәт идаралығы башлығы К.И. Голодович таныуынса, башҡорт халҡы «ғазават»ҡа (изге һуғышҡа) күтәрелә, ун өс кантондың ун берендә хөкүмәт тарафынан һуғыш хәле иғлан ҡылынып, баш күтәргән, рәсми телдә «бандиттар һәм дезертирҙар» тип тамғаланған башҡорт халҡын рәхимһеҙ баҫтырырға бер-бер артлы төрлө яҡтарҙан ғәскәрҙәр, ҡырғын әтрәттәре ябырыла. (ЦГИА Р.Б., ф. Р-1107, оп. 1, д. 145, л. 75). Ихтилалды ауыҙлыҡларға күренекле башҡорт та тос өлөшөн керетһен өсөн, Польша фронтындағы 12-нсе армиянан махсус фарман менән (ЦГАОО Р.Б., ф. 22, оп. 5, д. 51, л. 51 һәм ф. 1832, оп. 3, д. 336, л. 1) яуҙарҙа һыналған ҡыҙыл комбриг Муса Мортазин ҡайтарыла...
Ихтилал ни хәлдә һуң?
Ихтилалдың етәксеһе, 1913 йылдан биреле хәрби кейемен өҫтөнән һалмаған С.Ш.Мырҙабулатов, яҡшы белә: хөкүмәттең регуляр ғәскәрҙәренә шундай уҡ ғәскәр менән генә ҡаршы торорға мөмкин, шунда ғына ҡаршылаш яҡ һинең менән иҫәпләшә, һөйләшә. Әгәр шулай булмаһа, ул һине дөйәләй тубыҡландыртмайынса йә иһә ҡырып бөтөрмәйенсә тынмай. Һәм ул үҙенең халыҡ ғәскәрҙәрен тиҙ арала заманса арыу ҡоралланған ысын регуляр армия итеп өлгөртә. Урал тауҙарының тәбиғи шарттарын (хөкүмәт ғәскәрҙәренә үтеүе ҡыйын булған тау-таш, урман шырлығы) оҫта файҙаланып, баш күтәреүселәр, хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы асыҡ алыштарҙа үҙҙәренең регуляр ғәскәрҙәрен ҡулланыу менән бергә, бик ныҡыш баҫмасылыҡ (партизан) һуғышы алып баралар. Шулай итеп, 1918 йылғы Әхмәтзәки Вәлидов башҡорт регуляр армияһын төҙөгән һәм һуғышҡа алып кергәндән һуң, ике йыл үтер-үтмәҫтән үк, Сөләймән Шаһингәрәй улы Мырҙабулатов икенсе тапҡыр регуляр башҡорт армияһын төҙөп өлгөрттө, бының менән ул халҡыбыҙ ата-бабаларҙың данлы яугирлек традицияларын онотмауын, шуға тоғролоҡло булып ҡалыуын иҫбатланы.
Ихтилалдың, уны баҫтырыусылары башта тамғалаған ябай бандитсылыҡ ҡына булмайынса, башҡорт халҡының милли-азатлыҡ көрәше икәнлеген үҙ елкәләрендә татырға ла танырға мәжбүр булған Эстәрлетамаҡ, Мәскәү хакимдарҙары, ҡоралланған ғорур халыҡты тиҙ генә һындырып булмаҫын, ниһәйәт, аңлап һәм Рәсәйҙең башҡа яҡтарҙағы ихтилалдарына -- ҙур янғынға тоташып китеү ихтималлығынан ҡурҡып, баш күтәреүселәр менән һөйләшеп килешеү яйын ҡармалай башлай, был иһә Сөләймән Мырҙабулатовтың һәм арҡадаштарының төп теләгенә тап килә. Сөнки ул ваҡытта инде ихтилалдың төп маҡсаты үтәлгән — ҡанлы Шәмиғолов диктатураһы алып ташланған була. Ике яҡтың осрашып һөйләшеүе Темәс ауылында бара һәм, билдәле булыуынса, шул 1920 йылдың ноябрь аҙаҡтарында ике-ара Килешеүгә ҡул ҡуйыла. Баш күтәргән башҡорт халҡы исеменән ҡаршы яҡҡа ҡуйылған ғәҙел талаптарҙың иң күп өлөшө Үҙәк хөкүмәт һәм Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре тарафынан ҡабул ҡылып алына ла бойомға ашырыла башлай. С.Ш. Мырҙабулатов ихтилалы, хакимлыҡ итеүсе партияның үҙе тарафынан уҡ, «бандитсылыҡ» ләҡәбенән арындырылып, башҡорт халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәте, тип рәсми таныла һәм иғлан ҡылына. Шәмиғолов диктатураһы аҫтында бына-бына Рәсәйҙең бер гөбөрнәһенә әйләндерелергә торған Башҡортостан артабан да автономиялы Башҡортостан республикаһы булып йәшәү хоҡуғын ҡабат яулай, ошо хоҡуҡ бер ыңғайҙан Рәсәйҙең башҡа бөтә автономияларына ла тарала. Тимәк, урыҫ булмаған милләттәрҙең урыҫ дәүләте эсендәге дәүләтселлек формалары С.Ш.Мырҙабулатов етәкләгән һәм Хажиәхмәт Унасов кеүек уҙамандар мөһим роль уйнаған башҡорт ихтилалы арҡаһында һаҡлап алып ҡалына.
С.Ш. Мырҙабулатов армияһының дивизия командиры Х.Унасов, осҡор әтрәт (дивизия) командиры Ф.Мәғәсүмов һәм бер килке башҡалар, хөкүмәт яғы менән Килешеү шарттарына ризалыҡ бирһәләр ҙә, шуларҙың нисек үтәлешен һағалап һәм шикләнеп, Эстәрлетамаҡҡа йүнәлеүсе С.Мырҙабулатов һ.б. менән бергә бармай тороп ҡалалар һәм ҡоралдарын һалырға ла ашыҡмайҙар. Килешеүҙең улар өсөн мөһим һаналған бер-нисә пунктының (Вәлидовты Башҡортостанға эш башына ҡайтарыу, ятбауыр-шовинистарҙы баш ҡаланан һөрөү, Поленов кеүек енәйәтселәрҙе ғәҙел хөкөмгә тарттырыу) партия Өлкә комитеты тарафынан ҡабул ҡылынмауына йәки тотҡарланыуына яуап итеп, буғай, был командирҙар декабрь айында уҡ Килешеүҙе боҙоп, ҡабат хәрби хәрәкәттәрен башлай — Орск өйәҙе тимер юл буйы ауылдарын тағы һуғыш ялҡыны ялмап ала. Баш күтәрмеш Йылайыр урыҫтары ла башҡорттар менән берләшергә ынтылғас (ЦГИА Р.Б., ф. Р-1107, оп. 1, д. 145, л. 123), һүндерелде тип һаналған ихтилал-янғын ҡабат дөрләй, хәҙер инде Урал артында үҙ аллы эш ҡылыусы Хажиәхмәт Унасов ҡабат ҡурҡыныс фигураға әйләнә. 1920 йылдың 4 декабрендә Башобком президиумы ултырышы, Мәскәү вәкиле П.Н.Мостовенконың докладын тыңлап, Килешеү шарттарын бойомға ашырыуҙы ашыҡтырыу тураһында ҡарар ҡабул ҡылырға мәжбүр була. Тимәк, Хажиәхмәт Унасов республика етәкселегендәге бөйөк державасы шовинистарҙы уғата тетрәндерә. Улар ғына түгел, Үҙәк (Мәскәү) етәкселеге лә етди хәүефләнгәндер. Хәүефләнмәҫлек тә түгел шул: Хажиәхмәт Унасовтың яңы хәрәкәте айырым Бәләкәй Башҡортостан ҡыҫаларынан сығыу, дөйөм Рәсәй күләмендәге хәрәкәткә тоташыу менән янай. Сөнки Башҡортостан көнбайышында ла (Иҙел буйы), көнсығышында ла (Себер) советтарға ҡаршы нәфрәтле ихтилал усаҡтары дөрләй. Тамбов өлкәһендә ҡеүәтле Антонов ихтилалы туҡтамай һаман (50 мең кешелек 2 армияһы бар)... Хәҙер инде билдәле: шул көндәрҙә «1921 йылдың 31 ғинуарында Себерҙең Ишем өйәҙендә кулак-эсер фетнәһе ҡоторондо, февраль урталарында ул бик ҙур майҙанды ялманы. Ихтилал Бараба, Урал буйы һәм ҡаҙаҡ далаларын, Омск гөбөрнәһе райондарын, Обдорскиға тиклем Тобол гөбөрнәһенең төньяғын ялмап алды. Баш күтәреүселәр бер-нисә көн эсендә 40 мең кешенән ашыу армия тупланылар. Фетнәселәр байтаҡ тимер юл станцияларын ҡулға төшөрҙөләр, Ишем, Барабинск, Канск, Татарск, Тобольск, Кокчетав, Петропавловск ҡалаларын алдылар... Үҙәк райондарҙағы һымаҡ уҡ, «Коммунистарһыҙ советтар булһын!» шиғарын (лозунгыһын) күтәрҙеләр». (Ю.К. Стрижков. Продовольственные отряды в годы гражданской войны и иностранной интервенции, 1917 — 1921. М., 1973; 279 — 280-енсе биттәр). Әйткәндәй, Хажиәхмәт Унасовтың ошо ҡабаттан ҡуҙғалышы туҡтатылғас, уны әүҙем баҫтырыусы М.Л.Мортазиндың атлы дивизионы тап шул Себер ихтилалын баҫтырырға Петропавловскиға ебәрелә... Баяғы уҡ шиғар аҫтында апрель айында Самара гөбөрнәһендә элекке ғәййәр коммунист, С.Ш.Мырҙабулатов ихтилалын баҫтырышыусы Охранюк-Черский советтарға ҡаршы баш күтәрә, уның халыҡ армияһы, юлындағы кәртәләрҙе яҙғы ташҡындай емереп, туп-тура Башҡортостанға дөрөп керә. Ошолар нигеҙендә фаразлап, моғайын, Дзержинский ВЧК-һы һәләкәт менән янаусы был хәлдәрҙе алдан уҡ иҫкәрткән дә баш бирмәүсән ихтилалсы Хажиәхмәт Унасовты эш үтмәҫ элек үк юҡ иттертеү сараһын күреп өлгөргән, тип билдәләй алабыҙ...
Мәғлүм булыуынса, Хажиәхмәт Унасовтың ҡылын тартып өгөтләү эшенә Бөрйән-Түңгәүер кантоны етәкселегенән Ш.Ә.Хоҙайбирҙин менән баяғы А.С.Насиров йәлеп ителә, батыр менән уларҙың күрешеп һөйләшеүе уңышһыҙ тамамлана. Оҙаҡламай, хөкүмәт ҡарары менән, хәрәкәтте тыныс юл менән туҡтатырға Х.Х.Унасовтың элекке башлығы, ә Килешеүҙән һуң республиканың Наркомвоен ярҙамсыһы С.Ш.Мырҙабулатовты Темәскә — ихтилалсыларға ҡаршы һуғышыусы комбриг Г.И. Симонов штабына юлландыралар. Ул иһә унасовсылар менән дә, Йылайыр урыҫтары менән дә бер юлы уртаҡ тел таба ла ҡан ҡойошоуҙы туҡтата, ихтилалсылар, юлбашсыһы Х.Х.Унасов менән бергә ҡорал һалып, тыныс юл менән ҡабат советтар яғына сыға. Эштең шулай еңел тамамланыуына симоновсылар хатта аптырап ҡала. Бына Симонов штабында хеҙмәт иткән Ш.А.Ашрапов (Ҡазан татары) яҙмаһы: «Темәстең яртыһы беҙҙең яҡҡа сыҡмыш ихтилалсылар менән тулғайны, ҡоралдары һәм аттары ҡулдарында ине әле. Ихтилал етәкселәре Мырҙабулатов һәм Сәғитов[3] унда Сим