А)драма, трагедия, комедия, скетч

I - микрозачет

Тема: Әҙәбиәт уҡытыу методикаһының предметы, маҡсаты, бурыстар һәм структураһы

1. Нисәнсе йылдан башлап әҙәбиәт уҡытыу методикаһы үҙ аллы фән булараҡ үҫешә башлай?

б) 1921 йыл

2. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы ниндәй фән?

а) әҙәбиәтте өйрәнеу юлдарын күрһәткән фән

3. Методика уҡытыуҙың ниндәй аспекттарын билдәләй?

а) йөкмәткеһен, структураһын, метод һәм алымдарын

4. Әҙәбиәт уҡытыуҙың маҡсаты

б) гармоник үҫешкән шәхес тәрбиәләү

5. Методиканың өйрәнеү объекты

в) уҡыу әсбаптарының төҙөлөү принциптарын

6. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы ниндәй фәндәр менән бәйле?

а) педагогика, психология, философия, эстетика, тарих, сәнғәт

7. Әҙәбиәт уҡытыуҙың төп принциптары.

а) тарихлыҡ, уҡытыуҙы бөгөнгө тормош менән бәйләү, бөтөнлөк

8. 50–се йылдарҙа М.Ғафури ижады буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған ғалимды ата.

в) Туғаҙаҡ Яһүҙин

9. Билдәле бер фәндең, тәғлимәттең, ҡараштың асылын тәшкил иткән төп фекер:

3. принцип

10. Әҙәбиәт методикаһы ниндәй фәндең тармағы?

1. педагогика

11. Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән үк тыуған ғилем.

3. халыҡ педагогикаһы

12. Педагогик-психологик принциптарҙы ата.-

II – микрозачет

Тема: Әҙәбиәт уҡытыуҙың метод һәм алымдары

1. Н.И. Кудряшевтың метод һәм алымдарға биргән классификацияһын билдәлә.

б) эҙләнеү, репродуктив

2. В.А. Никольский классификацияһы

а) әҫәрҙең йөкмәткеһен эмоциональ ҡабул итеү

3. Хәҙерге методистарҙың метод һәм алымдарға классификацияһы (М.Г. Качурин, В.Г. Маранцман, Г.Н. Ионин)

а) интерпретация, әҙәби эҙләнеү, публицистик-тәңҡит

4. Ю.К. Бабанский күрһәткән методтарҙың алымдарын яҙып сығығыҙ

а) уҡытыу, танып белеү эшмәкәрлеген ойоштороу методтары:

1. лекция 2. дикусия 3. мисал 4. 5. 6…….

б) уҡыу, танып белеү эшмәкәрлеген стимуллаштырыу методтары:

1. язалау 2. дартландереу 3.хуплау

в) контроль һәм уларҙың һөҙөмтәләренә ирешеү методтары:

1. диагностикалау 2. хораштырыу 3. Тест эшлатеу 4.бахалау

5. Әҙер материал менән эш итеүҙе аңлатҡан методты билдәлә.

2. репродуктив метод

6. Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереүҙе, тасуири уҡыуҙы аңлатҡан методты билдәлә.

1. тикшеренеү методы

7. Үҙаллы эшләүҙе, ижади эҙләнеүҙе талап иткән методты билдәлә.

3. эҙләнеү методы

8. Күргәҙмә материалдар менән эш итеүҙе аңлатҡан методты билдәлә.

1. иллюстратив метод

9. Уҡыусыларҙың ижади эҙләнеүенә, танып белеү маҡсатында ҡуйылған һорауҙарға, биремдәргә яуап табып, ҡуйылған проблемаларҙы үҙ аллы хәл итеүҙе аңлатҡан методты билдәлә.

2. проблемалы уҡытыу методы

10. Сағыштырыуҙар, дөйөмләштереүҙәр, доклад һәм сығыштар нигеҙендә ҡуйылған ҡатмарлы бурыстарҙы үҙаллы хәл итеүҙе аңлатҡан методты билдәлә.

3. тикшеренеү методы

11. Йөкмәткенән сығып һығымта яһауҙы аңлатҡан методты билдәлә.

1. индуктив метод

12. Һығымтанан йөкмәткегә мөрәжәғәт итеүҙе аңлатҡан методты билдәлә.

3. дедуктив метод

13. Сағыштырыуҙы, дөйөмләштереп һығымта яһауҙы аңлатҡан методты билдәлә.

2. проблемалы уҡыу методы

14. Ҡуйылған проблемалы һорауҙарҙы, ситуацияларҙы үҙаллы хәл итеп һығымталар эшләүҙе аңлатҡан методты билдәлә.

3. проблемалы уҡытыу методы

15. Эксперимент аша алынған һөҙөмтәләрҙе сағыштырыуҙы һәм иҫәп – хисап үткәреүҙе аңлатҡан методты билдәлә.

2. эксперименталь метод

16. Яңы метод һәм алымдарҙы дәрестә ҡулланыу һәм алынған һөҙөмтәләрҙе сағыштырып һығымта яһауҙы аңлатҡан методты билдәлә.

3. уҡытыу методтары

17. Методтарҙы активлаштырыу:

3. төрлө методтар менән эш итеүҙе аңлата.

III - микрозачет

Тема: Әҙәбиәттән дәрес төрҙәре

1. Н.И. Кудряшев дәрестәрҙең ниндәй типтарын билдәләй?

в) әҫәрҙе өйрәнеү, әҙәбиәт теорияһын өйрәнеү, телмәр үҫтереү дәрестәре

2. Дәрестең тибы, структураһы нимәнән сығып билдәләнә?

а) дидактик бурыстары, маҡсаты, йөкмәткеһенән

3. Мәктәп практикаһында ниндәй төр дәрестәр киң ҡулланыла?

б) инеш, йомғаҡлау дәрестәре

в) анализ, ҡатнаш дәрестәр

4. Дәрес ниндәй өлөштәрҙән тора?

б) ойоштороу, яңы материалды аңлатыу, нығытыу, йомғаҡлау, өйгә эш биреү, баһалау

5. Стандарт дәрес, стандарт булмаған дәрестән нисек айырыла?

а) дәрестең формаһы, ойошторолоуы, ваҡыты, эш алымдары менән

6. Әҙәбиәттән генә үткәрелә торған дәрестәрҙе билдәлә

б) эпик, лирик, драма әҫәрҙәрен өйрәнеү дәрестәре

7. Стандарт булмаған дәрес төрҙәрен билдәлә.

а) дәрес панорама, дәрес викторина, дәрес сәйәхәт, дәрес лабиринт, дәрес пресс-конференция

8. Өйрәнелә торған әҫәр менән ҡыҙыҡһындырыу, уны ҡабул итергә әҙерләү дәрес төрөн билдәлә.

б) инеш дәрес

9. Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү дәрестәрен билдәлә.

б) инеш, анализ, йомғаҡлау

IV – микрозачет

Тема: Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеү этаптары

1. Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙең төп этаптарын билдәлә

а) инеш, тексты анализлау, йомғаҡлау

2. Әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһен ҡабул итеү өсөн текст өҫтөндә ниндә эш төрҙәре башҡарыла?

1. дойом схема 2 .тематикахы 3. проблема 4. Идея йуналеше 5. Художестволы образдар

3. Әҙәби әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса ниндәй пландар төҙөлә?

а) хәбәр, атама һөйләм формаһында

в) цитаталы, һорау һөйләм формаһында

4. Пландың ниндәй төрҙәре түбән кластарҙа, ҡайһылары юғары кластарҙа төҙөлә?

1. Түбән кластарҙа-ябай пландар

2. Юғары кластарҙа-катмарлы пландар

5. 5-7 кластарҙа план төҙөү күнекмәһе биреүҙең төп маҡсаттарын билдәлә.

1. әҫәрҙең йөкмәткеһен тулы үҙләштереү, нығытыу һәм хәтерҙә ҡалдырыу.

6. План төҙөгәндә ниндәй талаптарҙы белеү мотлаҡ?

3. эҙмә-эҙлекте һаҡлау

7. Маҡсатына ҡарап, пландың төрҙәрен билдәләгеҙ.

1. әҫәрҙең йөкмәтке эҙмә -эҙлеген күрһәтеүсе план.

8. Текстың йөкмәткеһен һөйләүҙең ниндәй төрҙәре бар?

а) һайлап, ҡыҫҡартып, тулы

9. Бәйләнешле телмәр үҫтереүҙең алымдарын билдәлә.

б) һөйләү

10. Әҙәби әҫәрҙе анализлауҙың төп өс төрөн билдәлә

в) автор эҙенән барыу, образдар системаһы, проблемалы

11. Әҙәби әҫәрҙе анализлау эҙмә-эҙлеген билдәләгеҙ

б) инеш, тексты уҡыу, тема, идеяны асыҡлау, образдарға характеристика, композиция һәм тел үҙенсәлектәрен билдәләү, йомғаҡлау

12. Анализдың ниндәй төрөнә аксиоматизация, диссоциация, ассоциация, индентификация, интеграция этаптары хас?

б) структураль анализ

13. Ниндәй анализ нигеҙендә әҫәрҙең сюжетына эйәреү - әҙәби әҫәрҙә автор фекере үҫешенә күҙәтеү ята?

а) мәҙәни-тарихи анализ

14. Б.Б. Ғафаровтың ниндәй методик хеҙмәтендә план төҙөргә өйрәтеү методикаһы бирелгән?

2. «Лирик жанрҙарҙы өйрәнеү».- Өфө,

15. Мәктәптә халыҡ ижадын өйрәнеү ниндәй принципҡа ҡоролған?

3. жанрҙар принцибы

16. Әҙәби әҫәрҙе аңлау өсөн уны ижад итеүсе яҙыусының тормош юлын яҡшы белеүҙе талап иткән анализ төрөн билдәлә.

2. биографик

17. Әҙәби әҫәрҙе өйрәнеүҙе милли тарих, ижтимағи хәл-ваҡиғалар менән бәйләп анализлау төрөн билдәлә.

2. мәҙәни-тарихи анализ

18. Төрлө милләттәр, осорҙар мәҙәниәтендә, мотивтар, сюжеттар оҡшашлығын эҙләгән анализ төрөн билдәлә.

3. тарихи-мәҙәни

19. Әҙәби әҫәргә шәхси баһа биреү, мөнәсәбәт белдереү, уның иң мөһим өлөштөрен айырып анализлау төрөн билдәлә.

3. тулы анализ

V микрозачет

Тема: Проза, лирик, драма әҫәрҙәрен өйрәнеү

1. Эпик жанрҙарҙың төрөн билдәлә.

а) хикәйә,новелла, повесть, роман, очерк, хикәйәт.

б) мәрҫиә, нәзирә, элегия, мәдхиә, парса

в) эпос, әкиәт, бәйет, мәҫәл, фельетон, тәмҫил

2. Лирик жанрҙарҙың төрөн билдәлә.

в) йыр,шиғыр, мәрҫиә, элегия, поэма, нәҫер

б) ҡобайыр, парса, мәдхиә, нәзирә, баллада

3. Драма жанрҙарының төрөн билдәлә.

А)драма, трагедия, комедия, скетч

4. Лирик әҫәрҙе анализлау юлын билдәлә

б) комментарийлы – строфалап анализ

5. Һүҙлек эше ниндәй жанрҙағы әҫәрҙәрҙе өйрәнгәндә ойошторола?

б) лирик

6. Һүҙлек эшен ойоштороуҙың ниндәй юлдары бар?

б) һүлек ярҙамында

в) синонимдар таптырыу, күргәҙмәле

7. Һүҙлек эше әҫәрҙе өйрәнеүҙең ниндәй этабында ойошторола?

а) әҫәрҙе уҡыу алдынан

8. Драма әҫәрен өйрәнгәндә ниндәй махсус эш төрҙәре ойошторола?

а) спектакль ҡарау, ролләп уҡыу, сәхнәләштереү

VI – микрозачет

Тема: Әҙәбиәт теорияһын өйрөнеү

1. Программала нисәнсе кластарҙа әҙәбиәт теорияһынан белем биреү ҡаралған?

в) 5-8 кластарҙа

2. Әҙәбиәт теорияһынан белем биреү ниндәй принципҡа ҡоролған?

в) еңелдән ауырға барыу

3. Әҙәбиәт теорияһынан алынған белемдәрҙе, ҡабатлау, системалаштырыу юлдарын билдәлә.

б) сирек аҙағында, йыл аҙағында дөйөмләштереү, йомғаҡлау

4. Әҙәбиәт теорияһынан мәғлүмәттәрҙе уҡыусыларҙың ниндәй белем һәм күнекмәләрен арттыра.

а) һүҙлек байлығы арта, телмәр мәҙәниәте үҫә

5. Кеше, тормош, йәшәйеш тураһында уйланып яҙылған лирик жанрҙы билдәлә.

а) фәлсәфәүи лирика

6. Тәбиғәт күренештәрен һүрәтләп яҙылған лирик әҫәрҙе билдәлә.

1. пейзаж лирикаһы

7. Ижтимағи – тарихи йәки сәйәси шарттар, эш-хәрәкәттәр бер төркөм кешеләрҙә тыуҙырған мөнәсәбәт, хис-кисереш, фекер хаҡында һөйләүсе лирик әҫәрҙәрҙең төрөн билдәлә.

2. гражданлыҡ лирикаһы

8. Кешенең шәхси тормошо, йәшәйеше, хыял-өмөттәре, хис-тойғолары менән бәйле хис-кисереш ятҡан лирик әҫәр төрөн билдәлә.

2. күңел лирикаһы

9. Тормош моделен төҙөүҙең эпик һәм лирик үҙенсәлектәрен туплаған ҡатнаш әҫәрҙең төрөн билдәлә.

3. лиро-эпик поэма

10. Сикләп алынып, әҫәрҙең нигеҙенә һалынған ваҡиғалар һәм күренештәр берлеге, бөтөнлеген күрһәткән төшөнсәһен билдәлә.

1. тема

11. Ваҡиға-күренештәр, характер һәм хәлдәр, ҡараштар һәм тормош принциптарының бәрелешен белдергән төшөнсәне билдәлә.

2. конфликт

12. Әҙәрҙәр ҡуйылған ҡырҡыу ҡаршылыҡтар, мәсьәләләрҙе аңлатҡан төшөнсәне билдәлә.

1. проблема

13. Әҫрҙәге конкрет ваҡиғалар һәм образдар һүрәтләнешендә бирелгән төп фекерҙе аңлатҡан төшөнсәне билдәле.

2. идея

14. Хәл-ваҡиғалар йәки кеше холҡы – характерының үҫеү-үҙгәреү тарихын белдергән төшөнсәне билдәлә.

3. мотив

17. Сюжет элементтарын эҙмә - эҙлектә яҙ.

1. пролог

2. экспозиция

3. тойонланеш

4. Вакигалар кутарелеше

5. перепетиялар

6. кульминация

7.сиселеш

8.эпилог

18. Сюжеттан тыш элементтарҙы билдәлә.

1. хәбәр итеүсе күренештәр, лирик сигенеүҙәр

3. ҡаймалап алыу, ситтән индерелгән ваҡиғалар

19. Күренеш, әйбер, ваҡиға, кеше характерын башҡаларға еткереү формаһы төшөнсәһен билдәлә.

3. образ

20. Халыҡтың тормош тәжрибәһе тупланған дидактик йөкмәткеле, ҡыҫҡа һәм образлы афористик жанрҙың төрөн билдәлә.

1. мәҡәл

21. Кешеләрҙең трагик яҙмышы йәки фажиғале һуғыш ваҡиғалары хаҡында махсус көй менән хикәйәләүсе шиғри әҫәрҙе билдәлә.

2. бәйет

22. Әҙби әҫәрҙең сюжет элементын билдәлә.

2. экспозиция

23. Халыҡтың үткән тормошо һәм хыялдарын сағылдырған, телдән һөйләнгән фантастик хикәйәне билдәлә.

1. хикәйәт

24. Әҫәрҙең төҙөлөшен аңлатҡан терминды асыҡла.

2. композиция

25. Ниндәй әҫәрҙә геройҙарҙың йәше күрһәтелә һәм уға ҡыҫҡаса характеристика бирелә?

2. драма әҫәре

VII – микрозачет

Тема: Юғары кластарҙа әҙәбиәт уҡытыуҙың үҙенсәлектәре

1.Юғары кластарҙа уҡытыуҙың йөкмәткеһен билдәлә

а) әҫәрҙе уҡып өйрәнеү, әҙәбиәт тарихы һәм теорияһынан мәғлүмәт биреү

2. Юғары кластарҙа әҙәбиәт уҡытыу ниндәй принципҡа ҡоролған?

а) хронологик, тарихи жанрҙар

б) тематик, эҙмә-эҙлелекле бөтөлөк

3. Обзор темаларҙа нимә өйрәнелә?

в) әҙәбиәт тарихының бөтә осорҙарына күҙәтеү

4. Программа нисәнсе кластарҙа обзор темаларҙы өйрәнеү ҡаралған?

б) 9-11кл.

5. Яҙыусының биографияһын өйрәнеү юлдарын билдәлә

а) таблица формаһында

6. Яҙыусының биографияһын өйрәнеүҙең метод һәм алымдары

б) үҙ аллы эштәр, доклад

в) лекция, әңгәмә.

7. Яҙыусының биографияһын өйрәнеү ниндәй дәрес менән оҡшаш?

а) инеш дәрес

VIII-микрозачет

Тема: Телмәр үҫтереү методикаһы

1. Әҙәби әҫәрҙе өйрәнгәндә ниндәй телмәрҙәр үҫтерелә

а) ишетеү, аңлау

2.Телмәр үҫтереү өсөн ниндәй эш төрҙәре башҡарыла?

а) тасүири уҡыу, һүҙлек эше, һорауҙарға яуап биреү, доклад, конспект

б) йөкмәткене һөйләү, план төҙөү, инша, изложениялар яҙыу

3. Әҙәбиәт дәрестәрендә ниндәй типтағы иншалар яҙыла?

а) әҙәби темаға

б) ижади инша

4. Ижады иншаларҙың төрҙәрен билдәлә

а) тасуирлау тибындағы

в) фекерләү, хикәйәләү тибындағы

5. Яҙма эштәрҙе баһалағанда ниндәй хаталар иҫәпкә алына

а) орфографик, пунктуацион, стилистик хаталар, таҙа яҙыу

в) логик эҙмә-эҙлелек, йөтмәткенең асылыуы

6. Публицистик иншалар ннидәй төр иншаларға ҡарай?

б) әҙәби темаға

7. Публицистик иншаларҙың өс төрөн билдәләгеҙ

а) хәбәрләмә, очерк, хәбәр

8. Ниндәй инша төрө күренештәргә, әйберҙәргә, кешеләргә хас сифаттарҙы асыу маҡсатын ҡуя.

а) хикәйәләү тибындағы

б) фекер йөрөтөү тибындағы

в) тасуирлау тибындағы

9. Ниндәй инша төрө күренештәрҙе, әйберҙәрҙе, ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле һөйләп биреү маҡсатын ҡуя.

а) хикәйәләү тибындағы

10. Ниндәй инша төрө хәл-ваҡиғалар, күренештәр тураһында һығымталар яһауҙы маҡсатын ҡуя.

а) хикәйәләү тибындағы

11. Изложение яҙыу тәртибен билдәлә.

2. тексты уҡыу. һүҙлек эше, икенсе ҡат уҡыу, план төҙөү, һөйләү, ҡараламаға яҙыу, тикшереү, таҙаға яҙыу, баһалау, , хаталар өҫтөндә эш

12. Изложенияға нисә баһа ҡуйыла һәм ни өсөн?

2. ике баһа, йөкмәтке һәм грамоталылыҡ өсөн

13. Уҡыған йәки тыңланған һәм тикшерелгән текста яҙма һөйләп сығыу эш төрөн билдәлә.

3. әҙәби инша

IX- микрозачет

Тема: Кластан тыш эштәр

1. Кластан тыш эштәр ниндәй ике төркөмгә бүленә?

б) кластан тыш уҡыу дәресе, әҙәби түңәрәктәр

2. Кластан тыш уҡыу дәрестәрендә өйрәнеү өсөн әҫәрҙәр ҡайҙан алына?

в) программала күрһәтелә

3. Кластан тыш уҡыу дәрестәренең төрҙәрен билдәлә.

3. китап тәҡдим итеү, ижади дәрестәр

4. Факультатив дәрестәрҙе ойошторорға ҡуйылған талаптарҙы билдәлә

в) мотлаҡ йөрөү, темалар дәрестә билдәләнә

5. Факультатив дәрестәрҙең төрҙәрен билдәлә

1. ғәҙәти факультатив, махсус факультатив

6. ,,Кластан тыш эштәр,, методик хеҙмәтенең авторын билдәлә.

3. Ниғмәтуллин Р.Х.

X- микрозачет

Тема: Программа һәм дәреслектәрҙең төҙөлөү үҙенсәлектәре

1. «Башҡорт әҙәбиәтенән программалар»( V-XI кластар өсөн). - Өфө, 2003. Программаның авторҙарын билдәләгеҙ.

2. Ғ.Хөсәйенов, М.Ғималова, А.Байғарин

2. Башҡорт әҙәбиәтентен уҡытыу методикаһы. V-XI кластар өсөн. - Өфө, 2003. Авторҙарын билдәләгеҙ.

2. М.Ғималова

3. “Әҙәбит уҡытыуҙа балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү” методик хеҙмәтенең авторын билдәлә.

1. Ғафаров Б.Б.

4. Программа һәм дәреслектәрҙе төҙөгәндә авторҙар ниндәй күрһәтмәләрҙән сығып эш итәләр?

2. йәш үҙенсәлеген иҫәптә тотоу

5. Программаның йөкмәткеһендә мотлаҡ нимәләр күрһәтелә? Әҙәбиәт-ысынбарлыҡты художестволы танып белеү сараһы. Рәсәй мәктәптәрендә төп гуманитар уҡыу фәне булараҡ, әҙәбиәт һәр яҡтан үҫешкән, гармоник шәхесте формалаштырыуға, гражданин һәм патриотты тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

Уҡыусылаҙы нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт,сәнғәткә ылыҡтырыу юлы менән дөйөм мәҙәни кимәлен үтәреү бурысы хәл ителә.

Мәктәптә әҙәбиәт уҡытыуҙың бурыс һәм маҡсаттары уның донъяны танып белеү һәм йәш быуынды тәрбиәләүҙәге үҙенсәлектәренән сығып билдәләнә.

Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы -5-8 кластарҙа белем һәм тәрбиә биреү айырым әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү һәм әҙәбиәт ғилеме (әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы), тел белеме ( лексика, фразеология) буйынса элементар мәғлүмәт системаһын үҙләштереү юлы менән алып барыла. 9-11 кластарҙа әҙәбиәт тарихы үҙләштерелә.

Уҡытыуҙың урта звеноһы (5,6 кл.) программаһында әҙәби әҫәрҙәр тематик принципта, 7,8 кластарҙа тарихи хронологик тәртиптә урынлаштырылған.

Әҙәби әҫәрҙәрҙең йөмткеһен өйрәнеү, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, кластан тыш уҡыуға сәғәттәр һаны һәр класс өсөн программала айырым күрһәтелгән.

6. Программалар ниндәй принциптарға нигеҙләнеп төҙөлә?

2. тарихи-хронологик, жанрҙар

3. бөтөнлөк, берҙәмлек

7. Fималова М.F., Хөсәйенов F.Б., Байғарин А.F. авторлығында төҙөлгән пограммаларҙы билдәләгеҙ.

1. «V-VI синыфтар өсөн башҡорт әҙәбиәтенән программалар». - Өфө, 2003

8. Тикеев Д.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Толомбаев Х.А. авторлығында төҙөлгән пограммаларҙы билдәләгеҙ.

3. «I-XI синыфтары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программалар».- Өфө, 2003

9. Толомбаев Х.А., Усманова М., Fәбитова З.М. авторлығындағы төҙөлгән программаны билдәләгеҙ.

2. «Башҡортостан Республикаһы рус мәктәптәренең I-XI синыфтары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программалар». - Өфө, 2003

10.Н.Мусиндын «Мэнгелек урман» романы нисәнсе класта өйрәнелә?

1. XI

11. Рауил Бикбаевтың ижадын өйрәнеүгә нисә сәғәт бирелгән?

2. өс

12. Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» әҫәре нисәнсе класта өйрәнелә?

2. VI

13. М.Кәримдең «Оҙон оҙаҡ бала саҡ» повесынан өҙөк нисәнсе класта өйрәнелә?

3. XI

14. Ниндәй әҫәрҙән драманы өйрәнеү башлана?

1. Д.Юлтый «Ҡарағол»

15. «Урал батыр» эпосы нисәнсе класта өйрәнелә?

1. VII

16. Әҙәбиәт тарихы нисәнсе кластарҙа ентекле өйрәнелә?

2. 9-11 кл

17. Дәреслектәрҙең нигеҙендә ниндәй принциптар ята?

2. системалылыҡ, еңелдән ауырға барыу

3. йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу

18. Дәреслектә күргәҙмәлекте көсәйтеү, әҙәбиәтте сәнғәт менән бәйләп алып барыу мөмкинселеге биргән сараларҙы билдәлә.

1. портрет, картина

20. Уҡытыусының белемен камиллаштырыу юлындарын билдәлә.

1. дәрес ҡарау, тәжрибә уртаҡлашыу, яңы баҫма, китаптарҙы уҡыу

3. курстарҙа уҡыу, асыҡ дәрес күрһәтеү, конференцияларҙа ҡатнашыу

XI- микрозачет

Тема: Ғилми эштәр башҡарыу методикаһы

1. Әҙәби-тәнҡит, методик мәҡәләләр, хеҙмәттәр буйынса иң мөһим моменттарҙы асыҡлап эшләнгән яҙма эштең төрөн билдәлә.

1. тезис

2. Әҙәбиәттән фәнни-тикшеренеү эште ойоштороуҙың төп маҡсатын билдәлә.

3. уҡыусыларҙың донъяға ҡараштарын киңәйтеү

3. Ғилми эштә проблема, актуаллек, яңылыҡ, методтар һ.б. ниндәй өлөштә билдәләнә?

1. йомғаҡлау

2. инеш

3. һығымта

4. Ғилми эштең проблемаһын билдәлә.

1. хәл ителә торған теоретик йәки ғәмәли мәсьәлә

5. Айырым бер фәнде, йәки уның өлөшөн тәшкил иткән дөйөм фекерҙәр нисек атала?

2. теория

6. Әҙәбиәттән ғилми хеҙмәткә, әҙәби әҫәргә тәнҡит күҙлегенән баһа биреп яҙылған мәҡәләне билдәлә.

3. рецензия

7. Тикшеренеүҙә ниндәй методтар ҡулланыла?

1. анализ, синтез, күҙәтеү, индукция

2. сағыштырыу, эксперимент, дедукция

8. Ғилми тикшеренеүҙең төп өлөшендә нимәләр яҡтыртыла?

1. эштең төп фекерҙәре,

9. Ғилми тикшеренеүҙең йомғаҡлауында нимәләр яҡтыртыла?

2. дөйөм эштең һығымтаһы

XII- микрозачет

Тема: Яңы технологиялар

1. Өлкәндәр һәм балаларҙың бергәләп үҫеүе, үҙ-ара аңлашыуы, рухи бейеклеккә ынтылыуы, уҡыу-уҡытыу процесының барышын, һөҙөмтәләрен бергәләп анализлауҙы аңлатҡан технологияны билдәлә.

3. хеҙмәттәшлек педагогикаһы

2. Донъяуи уҡытыуҙы дини мәҙәниәт элеметтары менән ҡушып алып барыуҙы аңлатҡан технологияны билдәлә.

3. Е.Н. Ильин системаһы

3. Шәхси тәжрибәнән - әҙәби әҫәр анализлауға – унан китапҡа. Был технология әҙәби әҫәргә деталь, һорау, проблема аша яҡынайтыуҙы талап итә.

1. ,,Мәҙәниәттәр һөйләшеү, технологияһы,

4. Материалды проблемалы ситуацияларҙа формаһында биреүҙе талап иткән технологияны билдәлә.

1. проблемалы уҡытыу

5. Уҡыусының интеллектуаль мөмкинлектәрен үҫтереү мәсьәләһе менән шөғөлләнгән технологияны билдәлә.

1. үҫтерелешле уҡытыу технологиялары

6. Һөйләшеү (диалог) ике яҫылыҡта файҙаланыла: уҡытыуҙы ойоштороу формаһы, предметты ҡабул итеү.

2. “Мәҙәниәттәр һөйләшеү” технологияһы

7. Уҡыу-уҡытыу процесын ойоштороуҙы, уҡытыуҙың тиҙлеген һәм метод-алымдар һайлауҙы уҡыусыларҙың шәхси үҙенсәлектәренә ҡороуҙы аңлатҡан технологияны билдәлә.

3. уҡыу-уҡытыуҙы шәхсиләштереү технологияһы

8. Уҡытыуҙы камиллаштырыуҙа схемалар һәм терәк билдәләр таянып эшләүҙе талап иткән технологияны билдәлә.

1. В.Ф. Шаталов технологияһы.

9. “Ирекле тәрбиәләү”, “иректә тәрбиәләү” кеүек закондарға таянып эш иткән технологияны билдәлә.

2. альтернатив технология

10. Балала үҙ-үҙенә ышаныс уятыу, үҙен күрһәтеүенә ирешеүҙе аңлатҡан технологияны билдәлә.

3. ихтималлыҡлы уҡытыу технологияһы

11. Хеҙмәт һә ижади эштәр ярҙамында белем алыуҙы, шәхес булараҡ камиллашыуҙы аңлатҡан технологияны билдәлә.

2. С.Френе технологияһы

12. Белем биреү барышын фәнни эшләнгән компьтер программаһы нигеҙендә алып барылған технологияны билдәлә.

3. программалаштырылған технология

13. Уҡыуҙы уйын ҡағиҙәләргә ҡорып, уйындар ярҙамында алып барыуҙы аңлатҡан технологияны билдәлә.

2. Б.П. Никитиндың үҫтерелешле уйындар технологияһы

14. Баланы уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн уңайлы мөхит булдырыу технологияһын билдәлә.

2. Мария Монтессори технологияһы

Наши рекомендации