Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.

По родному ( башкирскому ) языку

И литературе

для обучающихся 7 класса

(базовый уровень)

учителя башкирского языка и

литературы МОБУ СОШ № 7

Абзаловой Залифы Раймановны

первой квалификационный категории

2014-2015 учебный год

Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән муниципаль районы
муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы

7-се урта белем биреү мәктәбе

Ҡаралды МБО ултырышы, 1 – се һанлы протоколы 2014 йылдың 31 авгусынан ______/Абзалова.З.Р./ Килешелде Уҡыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары: ______ / Крылова С.Н./ «31» август 2014 йыл Раҫлайым МБББУ 7 –се УББ мәктәбе директоры _________ /Курмаев С.В./ «31» август 2014 йыл

7 класс уҡыусылары өсөн

Туған (башҡорт) теле һәм әҙиәбиәтенән

эш программаһы

(база кимәле)

Башҡарҙы:

МБББУ 7-се УББ мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Абзалова

Зәлифә Райман ҡыҙы

I квалификацион категория

2014-2015 уҡыу йылы

Аңлатма яҙыу

Норматив хоҡуҡи документтар

7 - се класс өсөн “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” уҡыу предметынан эш программаһы түбәндәге норматив - хоҡуҡи документтар нигеҙендә төҙөлдө:
«Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһында» РФ законы (07.05.2013, №99-ФЗ, 23.07.2013, №203-ФЗ ред.);
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында»РәсәйФедерацияһы законы;
«Башҡортостан Республикаһының мәғариф тураһында» БР Законы (№ 696, 01.07.2013);
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы законы;
Дөйөм белем биреү федераль дәүләт компоненты;
«Федераль базис уҡыу планын һәм РФ - ның дөйөм белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы белем биреү учреждениелары өсөн өлгө уҡыу пландарын раҫлау тураһында» Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы приказы №1312, 09.03.2004 (РФ-ның Мәғариф министрлығы приказы №74, 01.02.2012 ред.);
«ФБУП- ҡа һәм Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы белем биреү учреждениелары өсөн өлгө уҡыу пландарына үҙгәртеүҙәр индереү тураһында» Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы приказы №1994, 03.06.2011;
Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы приказы №373,06.10.2009; №1897, 17.12.2010; №413, 17.05.2012;
«Башҡортостан Республикаһының белем биреү учреждениелары өсөн 2015/2016 уҡыу йылына тәҡдим ителгән базис уҡыу планы һәм өлгө уҡыу пландары тураһында»Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы приказы №905, 29.04.2015;
7 класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы Тикеев Д.С.,Хажин В.И., Толомбаев Х.А.,Вилданов, Ә.Х.,Дәүләтшина, М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә. авторлығында төҙөлгән уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (2008) нигеҙендә төҙөлгән

7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 2015/2016 уҡыу йылына уҡыу планы.

-Хөснөтдинова Ф.Ә., Ғафаров Б.Б.,Тикеев Д.С.,Ҡаһарманова Ғ.Ғ. авторлығында рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслеккә таянып уҡытыла (Өфө-2010).

Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы.

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты: башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда, башҡа милли республикаларҙағы кеүек үк, төп аралашыу теле булып рус теле хеҙмәт итә. Рус теле аша башҡорт халҡы ла, рус булмаған башҡа милләт халыҡтары ла илебеҙ, донъя әҙәбиәте, мәҙәниәте, сәнғәте, һәйбәт йолалары, йәғни рухи байлыҡтары менән таныша. Юғары уҡыу йорттарына абитуриенттар рус теле һәм әҙәбиәтенән һынау тапшырып инә. Дәүләт ойошмаларында ла эш рус телендә алып барыла.

Был күренештәрҙең эҙемтәһе шул: республикалағы милли составы күп төрлө булған ауыл, ҡасаба һәм ҡалаларҙа башҡорт балаларының байтағы туған телендә һөйләшә, аралаша белмәй. Шул арҡала туған теленән, мәҙәниәтен туған халҡының тарихынан айырылған, уны белмәгән кеше генә түгел, ә башҡа илдәргә, башҡа халыҡтарға, уларҙың телдәренә, мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам һәм иғтибар тойғоһо булмаған быуын үҫә, ә былар бөтәһе лә ошо йәһәттән һиҙелерлек саралар күреү зарурлығын тыуҙыра.

1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, тыуған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.

Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен өйрәнә алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Концепцияла әйтелә:«Ҡайһы ғына проблеманы алма: уҡытыусылар әҙерләүеме, программалар һәм дәреслектәр яҙыуымы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде өйрәтеүеме - барыһын да хәл итеү өсөн башҡорттарҙың тел йәһәтенән өс төркөмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк». Былар түбәндәгеләр:

• башҡорт мөхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар;

• башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнгән балалар;

• башҡорт телен белмәгән башҡа милләт балалары. Улар рус мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ практик күҙлектән сығып өйрәнәләр.

Был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе төркөм балаларына, йәғни уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә өйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

• Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

• Башҡорт теле- балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

• Башҡорт телен туған теленә таянып өйрәнеү.

• Башҡорт телен тик телмәр һәм аралашыу, фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып өйрәнеү.

Наши рекомендации