Тәүтөйәк һәм башҡорт, урыҫ халыҡтарының килеп сығышы тураһында йәнә бер фараз
(Устал. Данный кусок текста вставляю без перевода).
Әлхасил, боронғо географтар ҡарашынса, Скифөйө -- Башҡорөйө картаһы ер битләүендә дүрткел яҫылыҡ рәүешле һыҙатланып, эс яғында Өфө -- Дим йылғалары үҙәне буйынса ҡап-уртаға (ике яртыға) бүленгән (һүрәткә күҙ һалығыҙ): дөйөм үҙәндең көнбайыш яғы – Эске Башҡорт (Әсәбүре-Көнгә һәм Атабүре-Айға табыныусылар). Был дөйөм үҙәнде перпиндикуляр һыҙатта ҡап-урталай Ағиҙел йылғаһы киҫеп үтеп, дүрткел яҫылыҡ эсендә дүрт тармаҡлы сатраш (кресть, свастика ишараты) хасил ҡылып, еребеҙҙең йөҙөн теүәл дүрт өлөшкә бүлгән һәм был дүрт өлөштә тәүге туғандаш дүрт ҡәбилә йәшәгән:
1. Эске Башҡорт, Ағиҙелдең һул яғы, Үҫәргән-Урысайҙың Әсә тармағы: Ас-Ар-Көн (Әсәбүре-Иратабүре-Көн/Ҡояш) 'Әсәбүреһенә Иратаның – Ҡояшҡа' йәғни Атабүренең Әсәбүреһе (Әсәһе) ҡиәфәтендәге Ҡояшҡа табыныусы, матриархат йәмәғәт ҡоролошонда йәшәүселәр. Мифтарыбыҙҙан билдәле булыуынса, Ҡояш-әсәй ер йөҙөндә Әсәбүре ҡиәфәтендә гиҙгән. “Ас-Ар-Көн”дән яһалалыр: Асарган/Үҫәргән/Царь-Хан/Саргон (Боронғо Шумерға һәм унан ары Африкалағы Египетҡа барып еткән Үҫәргән батшаһы).
2. Эске Башҡорт, Ағиҙелдең уң яғы, Үҫәргән-Урысайҙың Ата тармағы: Ар-Ас-Ай (Иратабүре-Әсәбүре-Ай) 'Иратабүреһенә Әсәбүренең -- Айға' йәғни Әсәбүренең Иратабүреһе ҡиәфәтендәге Айға табыныусы, патриархат йәмәғәт ҡоролошонда йәшәүселәр. Мифтарыбыҙҙан билдәле булыуынса, Ай-апай ер йөҙөндә Атабүре ҡиәфәтендә йөрөгән. “Ар-Ас-Ай”ҙан яһалалыр Арасай-Әрәсәй/Урыҫ-Ай/урыҫ-рус-русский. Төрки телле был туғандаш ҡәүемебеҙҙең бер өлөшө көнбайышҡа – Балтиҡ диңгеҙе буйҙарынаса китеп, шундағы башҡа этностар менән аралашып, урыҫ телле халыҡҡа әүерелә.
Одна часть этой тюркоязычной братской племени уходит на запад вплоть до Прибалтики и, смешавшись там с другими этносами, превратилась в русскоязычный народ.
Тәүтөйәктәге был ҡәүемдәрҙе, шаҡтай ябайыраҡ итеп: 1. “Әсәгә (Әсәбүрегә) табыныусы ирҙәр (Ас-Ар)”, 2. “Иргә (Атабүрегә) табыныусы әсәләр (Ар-Ас)”, тип аңлатырға ла булыр ине.
3. Тышҡы Башҡорт, Ағиҙелдең һул яғы, Бәжәнәк-Башҡорттоң Ана тармағы: Боҙ-Ан-Аҡ-Көн (ер йөҙөнә төшкәнендә Боҙанаҡ-Көн) -- Боҙан-Бизон ҡиәфәтендә һынланмыш Ҡояш-анаға табыныусы, матриархат йәмәғәт ҡоролошонда йәшәүселәр. “Боҙ-Ан-Аҡ-Көн”дән яһалалыр Бәжәнәк-Ҡан (Хан)/Печенег-Хан.
4. Тышҡы Башҡорт, Ағиҙелдең уң яғы, Бәжәнәк-Башҡорттоң Ата тармағы: Боҙ-Аҡ-Ар-Ай (ер йөҙөнә төшкәнендә Быҙау-Ир-Ай) – Боҙан-Бизон үгеҙе Быҙау ҡиәфәтендә һынланмыш Ай-апаға табыныусы, патриархат йәмәғәт ҡоролошонда йәшәүселәр. “Боҙ-Аҡ-Ар-Ай”ҙан яһалалыр Башҡор-Арай/Башкир-Арий. “Башҡор”ға күплек күрһәткесе “т” ялғанып (Башҡор-т), “Башҡорт” атамаһы хасил.
Берәгәй төрки телдең диалекттарында һөйләшеүсе был туғандаш дүрт ҡәбилә берәгәй башҡорт халҡы булып уҡмашҡан, ә дүрт йылғабыҙ сатрашының ишараты башҡорттоң төп милли тамға-биҙәген – свастиканы биргән.
Әгәр ҙә ки сал дәүерҙәр тәрәнлегенә төшөп, Тора/Библия/”Урал батыр” эпосы замандарын байҡаһаҡ, баяғы дүрткел сикһыҙатлы аҫаба еребеҙ эсендәге Ҡатил (Аҡ-ата-Ил) һәм Яғыбит (Египет), Ҡанил (Аҡ-Ана-Ил) тигән илдәребеҙҙе, Аҡ-Әтил (Иҙел), Аҡ-Әсил (Ағиҙел) һәм Аҡ-Әнил (Нил) кеүек йылға исемдәрен күрәбеҙ. Тәфсилләберәк әйтһәк, хәҙерге Ағиҙелебеҙҙең уң яр бите Аҡ-Ат-Ил (Һөт-Ата-Ил) – Аҡ-Әтил тип аталып, шунан “Урал батыр”ҙағы яуыз Ҡатил иле һәм Тора/Библиялағы Яғы-бит (Ҡаршы яр бите) – Египет төшөнсәләре тыуған. Ағиҙелебеҙҙең һул яр бите иһә Аҡ-Әс-Ил (Һөт-Әсә-Ил) – Аҡ-Әсил/Ағиҙел тип исемләнеп (әсәмләнеп), әсә-ана берҙәйлегенә бәйле, йә -- Ҡасил, йә Ҡанил (Ҡанлы/Ҡаңғы иле) рәүешендә танылған; Ан-Ил (Анил) тигәндән Нил – Ағиҙелебеҙҙең һул яр битенең исеме барлыҡҡа килгән (хәҙерге Африка ҡитғаһындағы “Египет”ты һәм “Нил”ды шул яҡтарҙы баҫып алмыш Саргон-Үҫәргән батшабыҙ етәкселегендәге үҫәргәндәр алып барып еректергән).
Тимәк, “Египет” һәм “Нил”дың тәүтамыры Уралға тоташҡанлыҡтан, Муса (Моше, Моисей) пәйғәмбәребеҙҙең ҡырҡ йыл буйына гиҙмәле мажараларын да Урал – Алтай (борон улар икеһе бер тау һаналған) тупрағынан тоҫмаллау урынлылыр, изге китап Тора үҙе был хаҡта һөйләп тора.
Тәүбашта уның, буласаҡ пәйғәмбәр-сабыйҙың, бәпес сағында үҫәргәндәр тәүтөйәгендәге Ағиҙел-Нил һыуынан табып алыныуын иғтибарлайыҡ: беҙҙең үҫәргән әсәләре әле булһа бәпесте “һыуҙан табып” алып ҡайта (ә урыҫтар – баҡсалағы кәбеҫтә араһынан)…
Ағиҙелдең һул яр битендә матриархатта йәшәүселәр өсөн уң яр битендәге патриархаттағылар, моғайын, Яғы-бит/Египет -- ҡаршы (дошман) яҡ һаналған. Ул яҡтағыларҙың, был яҡтағы Әсәбүрегә табыныусыларға ҡапма-ҡаршы рәүештә, Атабүрегә табыныуҙары, батшаһының “бүрек-абан” (бүре-ата) – фирғәүен тип аталышы ла нығыта был фаразды. Тап ошо фирғәүен дәһә, көс ҡулланып, бөтә Эске Башҡортто үҙ Атабүреһенә табындыртырға (патриархатлыҡҡа күсертергә) ниәтләнеп, Әсәбүре яҡлыларҙың бер өлөшөн әсир алып интектергәс, Бөтөнбарлыҡ Мәңгелек Рух (иң-иң Дәү Хоҙай) Үҙе ошо Муса пәйғәмбәргә бөйөк миссия йөкмәтә -- әсирҙәрҙе фирғәүен иҙеменән йолоп, туранан-тура иң-иң Дәүгә -- Уның Үҙенә табындыртҡыс тәүдингә ылыҡтырырға. Ентеклерәк байҡаһаҡ, Изге Китаптағы шуға бәйле ваҡиғаларҙың тап беҙҙең ерҙә барғанлығы асыҡлана.