Тема 6. һандар, уларҙың тарихи үҫеше
(2 сәғәт)
1. Тиҫтә hандарҙың тарихи үҫеше. Бер, ике, егерме, ҡырҡ, өс, утыҙ, дүрт, биш, илле, алты, ете, алтмыш, етмеш hандарының, hигеҙ, туғыҙ, hикhән, йөҙ hандарының тарихи үҫеше.
2. Һан төркөмсәләре. Йыйыу hандары, уларҙың тарихи үҫеше, Бүлем hандары, уларҙың тарихи үҫеше. Рәт hандары, уларҙың тарихи үҫеше.
СЕМИНАР № 7.
Тема 7. Ҡылымдар. Ҡылымдарҙың заман, hөйкәлеш, йүнәлеш формаларының тарихи үҫеше
(2 сәғәт)
1. Хәбәр hөйкәлешенең хәҙерге, үткән, киләсәк заман hөйкәлештәренең тарихи үҫеше.
2. Шарт, бойороҡ, теләк-өндәү hөйкәлештәренең тарихи үҫеше.
3. Ҡылым төркөмсәләре. Хәл ҡылым формалары, уларҙың тарихи үҫеше. Уртаҡ ҡылым, уның тарихи үҫеше.
4. Ҡылым йүнәлештәре (йыу, йыуын, йыуыш, йыуҙырт), уларҙың мәғәнәләре hәм аффикстарының тарихы.
5. Ҡылым күләмдәре. Эштең күплеген, ҡабатланып тороуын белдергән ялғауҙар, уларҙың тарихи нигеҙе.
СЕМИНАР № 8.
Тема 8. Рәүеш hүҙ төркөмө hәм уларҙың тарихы
(2 сәғәт)
1. Боронғо яҙма ҡомартҡылар телендә рәүештәрҙең ҡулланылыуы.
2. Яhалма рәүештәрҙең ҡылым формаларынан, килеш аффикстарынан барлыҡҡа килеүе.
3. Төрки телдәрендә иң йыш ҡулланылған рәүештәр hәм уларҙың яhалышы.
СЕМИНАР № 9.
Тема 9. Бәйләүестәр, теркәүестәр, киҫәксәләрҙең
М ҡайhы бер ымлыҡтарҙың тарихи үҫеше
(2 сәғәт)
1. Бәйләүестәр. Менән, өсөн, кеүек, hымаҡ, шикелле бәйләүестәренең барлыҡҡа килеүе. Тиклем, саҡлы, ҡәҙәр // ҡәҙәрлебәйләүестәренең сығышы.
2. Теркәүестәр. Уларҙың үҫеше. Fәрәп һәм фарсы телдәренән үҙләштерелгән теркәүестәр. Төрки сығанаҡлы теркәүестәр.
3. Киҫәксәләр. Ымлыҡтар. Ҡайhы бер ымлыҡтарҙың тарихы.
СЕМИНАР № 10.
Тема 10. Синтаксис. Ябай hәм ҡушма hөйләмдәр, уларҙың тарихи үҫеше тураhында дөйөм мәғлүмәттәр
(4 сәғәт)
1. Ябай hөйләмдәр, уларҙың тарихи үҫеше тураhында дөйөм мәғлүмәттәр.
2. Ҡушма hөйләмдәр, уларҙың тарихи үҫеше.
3. Башҡорт hәм башҡа төрки телдәрендә эйәртеүле ҡушма hөйләмдәрҙең тарихи үҫеше.
4. Теркәүесле hәм теркәүесhеҙ ҡушма hөйләмдәр, уларҙың тарихи үҫеше.
4. «Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы» курсынан
студенттарҙың үҙ аллы эшен ойоштороу өсөн методик рекомендациялар
Уҡытыу системаһында студенттарҙың фекер үҫешен тәьмин итеү һәм уларҙы ижади эҙләнеү эшенә өйрәтеү маҡсатында һәр курс буйынса үҙ аллы эштәр ойоштороу мөһим сара булып иҫәпләнә. Теоретик белемдең күпмелер өлөшө лекцион һәм семинар дәрестәрҙә тулыһынса ҡаралып бөтөлә алмай һәм, уҡыу планына ярашлы, үҙ аллы өйрәнеү өсөн тәҡдим ителә.
Студенттарҙың үҙ аллы эшен төрлөсә ойошторорға мөмкин, уны контролләү юлдары ла күп формала. Юғары уҡыу йорттарында коллоквиум (студенттарҙың белемен һынау һәм арттырыу маҡсатында уҡытыусы тарафынан үткәрелә торған әңгәмә) үткәреү киң таралған. Коллоквиумға күләмле, ғәҙәттә бәхәсле проблемалар сығарыла. Уның темаһы, әңгәмәгә әҙерләнеү өсөн әҙәбиәт исемлеге студенттарға кәмедә 10 көн алдан бирелә.
«Башҡорт теленең тарихи грамматикаһы» курсынан түбәндәге проблемалар буйынса коллоквиум үткәрергә мөмкин:
- Башҡорт тел ғилемендә билдәлелек һәм билдәһеҙлек теорияһы;
- Тарихи грамматиканың өйрәнеү предметы;
- Һңҙ төркөмдәренең тарихи үҫеше;
- Топонимдарҙа тарихи грамматиканың сағылышы;
Студенттарҙы яҙма формала үҙ фекерен асыҡ, йөкмәткеле, логик эҙмә-эҙлекле һәм тасуири итеп бирергә өйрәтеү мөһим. Ошо маҡсатта үткәрелгән иң ябай һәм киң таралған эш төрө - конспект (ғилми мәҡәләнең йөкмәткеһендәге төп фекерҙәрҙе, улар нигеҙләнгән факттарҙы, миҫалдарҙы һ.б. ҡыҫҡаса яҙып алыу). Студенттар әҙер мәҡәләне конспектлағанда уның төп фекерен аңларға, мөһим положениеларын күрһәтергә өйрәнә.
Айырым бер проблеманы асыуға йүнәлтелгән ғилми мәҡәләләргә, китаптарға нигеҙләнеп, студенттар сығыш (ғилми телмәр) һәм доклад (билдәле бер темаға арналған аудитория алдында һөйләгән телмәр) әҙерләй, уларҙы семинар дәрестәрендә файҙалана.
Ниндәйҙер теоретик положениеларҙың үтәлешен асыҡлау маҡсатында төрлө лингвистик анализдар, методтар менән эш итеп, студент үҙ аллы тикшеренеү эштәрен үткәрә ала. Ғәҙәттә ғилми-тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәләре ғилми мәҡәлә(ғилми йәки публицистик стилдә яҙылған һәм гәзит-журналда, ғилми йыйнтыҡта баҫыла торған күләмле яҙма) формаһында апробация үтә. Мәҡәләлә айырым факттар, ваҡиғалар һәм күренештәр нигеҙендә ниндәй ҙә булһа дөйөм фекер, идея үҫтерелә.
Үҙ аллы эш төрҙәренең тағы береһе – реферат (ғилми хеҙмәттең, китаптың һ.б. ҡыҫҡа йөкмәткеһен һөйләп йәки яҙып бирелгән эш; әҙәби һәм башҡа сығанаҡтарҙы күҙәтеүгә нигеҙләнеп яҙылған ҡыҫҡа сығыш). Мәҡәлә һәм реферат әҙерләү эше төрөкөмдөң бөтә студенттарына ла йөкмәтелмәй. Ғәҙәттә бындай эш уҡыуға, белем алыуға яуаплы ҡараған, теге йәки был мәсьәләне төплөрәк белергә ынтылған, төрлө лингвистик журналдар, йыйынтыҡтар уҡырға яратҡан студенттарға ҡушыла. Реферат билдәле талаптар буйынса яҙылып (титул бите тултырыла, файҙаланылған әҙәбиәт исемлеге күрһәтелә һ.б.), аудитория алдында яҡланып, кафедраға тапшырыла.
Студенттарҙың үҙ аллы эшен дөрөҫ ойоштороу уларға уҡытыусы биргән теоретик белемде аңлы рәүештә үҙләштерергә мөмкинлек аса һәм курс буйынса зачетҡа йәки имтиханға маҡсатҡа ярашлы әҙерләнергә ярҙам итә.
5. «Башҡорт яҙыуы тарихы» курсынан Уҡытыусылар өсөн методик Рекомендациялар
а) студенттарға фән һәм сәнғәт үҙенсәлектәрен ныҡлы төшөндөрөргә;
б) сәнғәт төрҙәре теҙмәһендә һүҙ сәнғәтенең айырым урын биләүенә баҫым яһарға;
в) айырым темалар буйынса сығыштар биреп, (мәҫәлән, “Тел ғилемендә һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү мәсьәләләре”, “Тел ғилеме бүлектәре” һ.б.) теоретик мәғлүмәтте практик йәһәттән нығытыу өсөн художестволы текстарҙы анализларға ҡушырға;
г) тел ғилеме тармаҡтары араһындағы бәйләнешкә баҫым яһарға һәм бүлек буйынса сығыщ әҙерләргә;
д) материалдың характеры һәм уны өйрәнеүҙең дидактик маҡсаттары буйынса: яңы материалды аңлатыу, үҙләштереү, ҡабатлау, студенттарҙың белемен тикшереү, аралаш дәрестәр үткәреүҙе лә күҙ уңында тоторға;
е) белем биреү формаһы буйынса әңгәмә, лекция, диспут, экскурсия һ.б. төрҙәрен файҙаланырға мөмкин;
е) хәҙерге заман тел ғилеме фәненең ҡаҙаныштарын күҙаллау өсөн матбуғат материалдарына системалы байҡау яһарға, бигерәк тә, “Ватандаш”, “Йәдкәр”, “Литературная газета”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” баҫмаларына иғтибар итергә;
ж) студенттарҙың хәтерен яҡшыртыу, телмәр үҫтереү маҡсатында художестволы текстарҙан өҙөктәр ятларға. Һәр әҙәби төр жанрҙары буйынса эшләгән авторҙарҙың хеҙмәттәрен студенттарҙың ныҡлы белемен талап итергә.
6. «БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ТАРИХИ ГРАММАТИКАҺЫ»
КУРСЫНЫҢ ПРАКТИК ДӘРЕСТӘРЕ ӨСӨН МАТЕРИАЛДАР
( “Боронғо төрки hүҙлеге”)
- Адаҡ ( айаҡ ): адаҡ берти ики / йорығу yчyн .
- Адаш ( аҙаш ): адаш едгy болса / бу болды ҡадаш.
- Адығ (айыу ) :адығ ҡарыны йарылмыш .
- Аҙаҡ ( айаҡ) :oкyз аҙаҡы болғынча/бузағу башы болса йег.
- Аҙығ (айыу): авчы нечe тев билсe / аҙығ анча йол билир.
- Ағыр /ауыр): бечин йыл тоғмыш киши ағыр болур/oлмeз.
- Ағыз (ауыҙ): ағыз йесe /кoз уйаҙур .
- Айаҡ (айаҡ – hауыт): бу айаҡныn йаруҡы бар.
- Айаҡ (айаҡ – нога): адаҡ, аҙаҡ hүҙҙәрен ҡара.
- Ал (ал+дау, ал+даҡсы): алын арслан тутар/ кyчин сычған тутмас.
- Алымла, алма (алма): атасы анасы ачығ алымла йесe / оғлы ҡызы тиши ҡамар.
- Алты (6): алты эриг санчды.
- Алтмыш (60): алтмыш ат бинтим; беш алтмыш.
- Аңдуз (андыҙ): аңдуз болса/ат oлмәҫ.
- Аҡ (аҡ, ағыу): этил сувы ҡайа тyпи ҡаҡа турур.
- Арҡа (арҡа): кимниң арҡасы болса /кyчлyг болур .
- Арслан (арcлан): арслан көкрәсe/ат аҙаҡы тушалыр.
- Артучлан (артышлан) : тағартучланды.
- Артуҡ ( артыҡ): ҡырҡ артуҡы йети – 47, отуз артуҡы бир – 31.
- Аш (аш): сyчиг йағлығ аш.
- Ат ҡой (ат ҡуйыу, исем биреү): биринчисикe күн ат ҡойдылар/ икинчисикe ай ат ҡойдылар.
- Ат (ат – конь): эр ат эҙeрләди.
- Ата (атай): ата тоны оғылҡа йараса/ атасын тилeмәҫ .
- Бағыр (бауыр): йарыда бoри улыса / эвдe ыт бағры тартышур.
- Бал (бал): ол аңар бал йалғатты/ ол балығ ҡашыҡлады.
- Балыҡ (балыҡ): ҡудуҡ сувында балыҡ йоҡ.
- Баҡыр (баҡыр): бар баҡыр / йоҡ алтун.
- белбағ (билбау): алтунлуғ белбағы бирлe йығачҡа бағлады
- Бер (бир, биреү): бир йумғаҡ ташығ үзүп берди.
- Бертин (биртенеy): элиг бертинди.
- Билигсиз ( белекhеҙ): оғлаҡ йилигсиз/оғлан билигсиз .
- Биш (беш, бешеy): тарығ бишди/ йаш от ҡы эдгy болты.
- Бычым (бысым, бесем): бир бычым ҡағун.
- Бoк (бүк, бүгеү): тenридeки кyнкe/йердeки элимкe бoкмeдим.
- Буғдай (бойzҙай): ол миңа боғдай йығышды.
- Бутла (ботла, бот): ыт эриг бутлады.
- Чарлат (сарылдаш): ол оғланығ чарлатты.
- Чыбыҡла (сыбыҡла): ол атығ чыбыклады.
- Чом (сум, сумыу): оғлан чомды сувда oрдeк сувҡа чомды.
- Дост (дуc); душманларны ығлағурдым/достларумны мен кyлдyрдyм.
- Йағмур (йамғыр): йағмур отуғ йашартты.
- Йашыл (йәшел): йашыл айа йайлағым/ҡызыл ҡайа ҡышлағым .
- Йигит (йегет): от тyтyнсyз болмас/йигит йазуҡсыз болмас.
- Йуҡ (йоҡ, йоғоу): элигкe йағ йуҡды.
- Кет (кит, китеy): бен бир отуз йашымда/сизима кеттим.
- Ҡавуш (ҡауыш, ҡауышыу): тағ тағҡа ҡавушмас/киши кишкә ҡавушур.
- Сyчиг (сoсo): сyчиг сoзгe йумшар/ улуғ hәм кичиг.
7. БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ТАРИХИ ГРАММАТИКАҺЫНАН
КОНТРОЛЬ ЭШ һОРАУҘАРЫ
Контроль эш №1
1. Төрки телдәнең тарихи үҫешен тикшереү эшендә Н.К.Дмитриев, Б.А.Серебренников, Н.А.Баскаков, Ж. F.Кейекбаев, А.М.Щербак кеүек ғалимдарҙың роле.
2. Ж.F.Кейекбаевтың билдәлелек, билдәhеҙлек теорияhы. Төрки телдәрендә билдәлелек, билдәhеҙлек идеяларын белдереүсе фонетик, морфологик, лексик, синтаксик саралар.
3. Тел тарихын өйрәнеүҙә сағыштырма-тарихи метод, уның асылы, тәбиғәте.
4. Тарихи грамматиканы өйрәнеү өсөн сығанаҡтар: башҡорт теленең hәм уның диалекттарының факттары, ҡәрҙәш телдәр, уларҙың диалекттары, боронғо hәм иҫке төрки телдәренең яҙма ҡомартҡылары.
Контроль эш №2
1. Башҡорт телендә hуҙынҡы өндәрҙең тарихи үҫеше, уның боронғо төрки телендә hуҙынҡылар системаhы менән бәйләнеше. С.Е.Маловтың, Ж.F.Кейекбаевтың hуҙынҡы өндәрҙе күрhәткән классификацияhы, таблицаhы.
2. Боронғо төрки телендә тар hуҙынҡыларҙың (у, у, i) киңәйеүе hәм уларҙың ярым hуҙынҡыларға күсеүе (о, o, э/е/). Миҫалдар менән нығытырға.
3. М.Kашғариҙың “Диуану лүғәт әт-тoрк” әҫәренән килтерелгән өҙөктәге hыҙылған hүҙҙәрҙә hуҙынҡыларҙың сиратлашыуын күрhәтегеҙ:
Кoрклyг тонуғ өзүnә,
Татлығ ашығ азынҡа,
Тутғыл ҡонуҡ ағырлығ,
Язсын яуыn бозунҡа.
4. Й.Баласағунлының “Kутадғу билиг” әҫәренән килтерелгән өҙөктә hыҙылған hүҙҙәрҙә hуҙынҡыларҙың сиратлашыуын күрhәтегеҙ:
Киши кирмәдyк элкә кирсә hалы
Кемен тәг болур эр, ағын т әг тише.
Ятығ ярлыҡағыл, ичур, бир йигу,
Өмәк эдгy тутғыл, эй, билгә бoгy!
Контроль эш №3
1. Башҡорт телендәге тартынҡы өндәрҙеn тарихи үҫешен асыҡлау өсөн боронғо яҙма ҡомартҡылар, ҡәрҙәш телдәр hәм уның диалекттары. Хәҙерге башҡорт телендә б, й, у, c, h, ҫ өндәренең тарихи үҫешен күрhәтегеҙ.
2. Башҡорт теленә боронғо төрки теленән үҙгәрмәй hаҡланған hәм төрлө үҙгәрештәр кисергән тартынҡы өндәрҙе күрhәтегеҙ. Yҙгәреш кисергән hәр тартынҡы өнгә кәмендә 5-шәр миҫал килтерегеҙ. Башҡорт телендә т>д>з>ҙ өндәренең сиратлашыуын кyрhәтегеҙ.
3. Һүҙҙәрҙең 2-се, 3-сө ижектәрендә үҙгәреш кисергән hуҙынҡыларҙы миҫалдар менән күрhәтегеҙ. Тәүге бағанаға боронғо төрки теле hүҙҙәрен, икенсе бағанаға баҡорт теле hүҙҙәрен яҙығыҙ.
4. Нимә ул дифтонг? Проф. Ж.F. Кейекбаевтың башҡорт телендә дифтонгылар мәсьәләhенә ҡарашы. Дифтонг тип йөрөтөлгән ҡушылмаларҙы миҫалдар рәүешендә күрhәтегеҙ.
Контроль эш № 4
1. Башҡорт телендә күплек аффиксы. Уның билдәлелек hәм
билдәhеҙлек теорияhына мөнәсәбәте.
2. Килештәрҙең тарихи үҫешен өйрәнеүҙә Г.И.Рамстедттың, В.Шоттың, Н.Баскаковтың, Ф.Исхаковтың, Ж.Кейекбаевтың роле.
3. Төшөм, эйәлек, төбәү килештәренең тарихи үҫеше. Башҡорт телендә зат аффикстарын ҡабул иткән исемдәрҙең төбәү килеш менән yҙгәреше hәм билдәлелекте белдереүе.
4. Урын-ваҡыт, сығанаҡ килеш формалары.Уларҙың барлыҡҡа килеүе hәм бер-береhе менән бәйләнеше. Миҫалдар менән иҫбатларға.
Контроль эш № 5
1. l, ll зат алмаштарының тарихи үҫеше. Килештәр менән yҙгәреш yҙенсәлеге.
2. lll зат алмаштарының тарихи үҫеше. Килештәр менән yҙгәреш yҙенсәлеге.
3. Алмаштарҙың башҡа төркөмсәләренең тарихи үҫеше. (Һорау алмаштары, күрhәтеү алмаштары).
4. Алмаш төркөмсәләренең нигеҙендә билдәлелек hәм билдәhеҙлек теорияhының сағылышы.
Контроль эш № 6
1. Боронғо төрки телендә ғ/г өндәренә тамамланған сифаттар, уларҙың хәҙерге башҡорт телендәге бирелеше.
2. Сифаттарҙың сағыштырыу дәрәжәhенең тарихи үҫеше.
3. Сифаттарҙың аҙhытыу дәрәжәhенең тарихи үҫеше.
4. Сифаттарҙың артыҡлыҡ дәрәжәhенең тарихи үҫеше.
Контроль эш № 7
1. 2, 20, 40 hандарының нигеҙҙәрендә оҡшаш элементтарҙы кyрhәтегеҙ.
2. 3, 30 hандарының тарихи үҫеше. Уларҙың сыуаш телендәге ватар hүҙенә нигеҙләнеүе.
3. дy/тy/тo/дo (4) hандарының тарихи үҫеше.
4. 50hаны тураhында ҡыҫҡаса белешмә бирегеҙ.
Контроль эш№ 8
1. Бүлем, йыйыу hандары аффикстарының тарихи үҫеше. Ҡыҫҡаса характеристика бирегеҙ.
2. Рәт (тәртип), сама hандары аффикстарының тарихи үҫеше. Сыуаш телендә рәт hандарының яhалышын хәҙерге башҡорт теленең рәт hандары менән сағыштырығыҙ.
3. Боронғо төрки телендә бүлем, йыйыу hандарын килештәр менән үҙгәртегеҙ.
4. Боронғо төрки телендә рәт, сама hандарын килештәр менән үҙгәртегеү.
Контроль эш № 9
1. Ҡылым аффикстарында билдәлелек, билдәhеҙлек категорияhының сағылышын күрhәтегеҙ.
2. Хәҙерге заман хәбәр ҡылымдарҙың нигеҙе hәм уның тарихы.
3. Киләсәк заман хәбәр ҡылымдарҙың нигеҙе hәм уның тарихы.
4. Yткән заман хәбәр ҡылымдарҙың нигеҙе hәм уның тарихы.
Контроль эш № 10
1. Хәл ҡылымдарҙың тарихи үҫеше тураhында ҡыҫҡаса белешмә бирегеҙ.
2. Сифат ҡылымдарҙың тарихи үҫеше тураhында ҡыҫҡаса белешмә бирегеҙ.
3. Ҡылымдарҙың зат, исемдәрҙең хәбәрлек, эйәлек аффикстарының уртаҡ hыҙаттарын тикшерегеҙ. Миҫалдар менән күрhәтегеҙ.
8. «БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ТАРИХИ ГРАММАТИКАҺЫ»
КУРСЫНАН ТЕСТ ҺОРАУҘАРЫ
1. Ж.F.Кейекбаевтың аффикстарҙың килеп сығышы хаҡындағы теорияhы:
- беренсел, икенсел
- билдәлелек, билдәhеҙлек
- сингармонизм, консонантизм тип атала
2. Н.К.Дмитриевтың хеҙмәте:
- Хәҙерге башҡорт теле
- Башҡорт әҙәби теле тарихы
- Башҡорт теле грамматикаhы
3. Боронғо төрки у hуңҙынҡыhы хәҙерге башҡорт телендә түбәндәге hуҙынҡы өндө биргән:
- и, ы
- а, y
- о
4. Боронғо төрки телендәге ч өнө башҡорт телендә түбәндәге өнгә күскән:
- с
- ҫ
- h
5. Башҡорт телендәге й өнөнөң барлыҡҡа килеүе:
- ғ>г>к>й
- т>д>з>ҙ >й
- д>ғ>ҙ>й
6.Эйәлек килештең аффиксы:
- төбәү килеш
- сығанаҡ килеш
- төшөм килеш аффикстарынан барлыҡҡа килгән
7. Беҙ, hеҙ зат алмаштарының нигеҙендә:
- күплек
- берлек
- оҡшашлыҡ мәғәнәhе ята
8. Һарыҡташ ер-hыу атамаhы тарихы:
- таш өcтөндә hарыҡтар йөрөгән
- таштар hары төcтә булған (сарығ-hары)
- таш өcтөндә hарыҡтар күмелгән
9. Өс hанының тарихи үҫеше
- өщ>өч>yт>үт>өс
- ут>үт>өс>өч>өс
- вөт > yт > үт > уч, үч, > өч > өс
10. Илле hанының үҫеше түбәндәге hүҙгә барып тоташа
- иле
- илeү
- ил
11. Менән бәйләүесенең яhалышы:
- берлән // берлан // илән, бирлан // бирла//менән
- белән//минән//бирелe//менән
- илә//нән//илeн//менән
12. Теркәүестәр:
- рус, француз
- итальян, инглиз
- ғәрәп, фарсы телдeренән үҙләштерелгәндәр
13. Кискәре, тышҡары, эскәре, төшкәре, таңғары, төнгәрерәүештәре:
- эйә булыу
- төбәлеү
- урын hәм ваҡыт төшөнсәләрен аңлата
14. Рәүеш яhаусы -са//-сә (минең-сә, элекке-сә, ҡала-са, бала-са) аффикстары боронғо төрки телендәге
- сағыштырыу аффиксына
- форма яһаусы аффиксына
- форма үҙгәртеүсе аффиксына барып тоташа
15. Башҡорт телендә тәүҙә:
- теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр
- теркәүесhеҙ теҙмә ҡушма hөйләмдәр барлыҡҡа килгән
9. «БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ТАРИХИ ГРАММАТИКАҺЫ»
КУРСЫНАН ЗАЧЕТ ҺОРАУҘАРЫ
1. Тюркологияла аффикстарҙың ике төрлө юл менән барлыҡҡа килеүе хаҡында ҡараш.
2. Башҡорт теле тарихын өйрәнеҙә сығанаҡ булараҡ боронғо төрки теле («Древнетюркский словарь» – ДТС материалында).
3. Тел тарихын тикшереүҙә үле hәм йәнле төрки, алтай телдәренең факттарын файҙаланыу.
4. Тел тарихын өйрәнеүҙә хәҙерге башҡорт теленең, уның диалект hәм hөйләштәре мәғлүмәттәренең әhәмиәте.
5. Билдәлелек-билдәhеҙлек теорияhы hәм уның тарихи морфология өсөн әhәмиәте.
6. Беренсе ижектәге hуҙынҡыларҙың тарихи үҫеше («перебой» күренеш).
7. Ҡалған (2-се, 3-сө…) ижектәрҙәге hуҙынҡыларҙың күсеше.
8. Б өнөнөң п, м, в өнләренә мөнәсәбәте; ҡ-к, ғ-г өндәренең у-ү hәм й өндәренә күсеше.
9. Т>д>з>ҙ>й күсеше («эшелонлы» күсеш).
10. Ҙ, ҫ, h hәм с өндәренең килеп сығышына ҡарата; уларҙың әҙәби телдә hәм диалект-hөйләштәрҙә таралышы.
11. З hәм Ҙ өндәренең рөнөнә мөнәсәбәте (ротацизм).
12. Бер – биш hандарының тарихынан.
13. Алты – ун hандарының тарихына ҡарата.
14. 20-50 hандарының тарихы.
15. 60-100 hандарының тарихынан.
16. Һан төркөмсәләренең (рәт, бүлем, йыйыу hәм сама hандары) тарихы.
17. Боронғо төрки телендә ҡушма hандар яhалыу үҙенсәлектәре.
18. Күплек ялғауҙарыныңм килеп сығышына ҡарата.
19. Төбәү-йүнәлеш, урын-ваҡыт hәм сығанаҡ килештәрҙең яhалыу тарихы.
20. Билдәле hәм билдәhеҙ эйәлек hәм төшөм килеш ялғауҙарының килеп сығышы.
21. Сифат hүҙ төркөмөнөң формалашыу тарихы.
22. Тарихи үҫеш йәhәтенән сифат дәрәжәләре (сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙhытыу).
23. Тарихи үҫңеш йәhәтенән исемдең эйәлек hәм хәбәрлек заттары hәм ҡылымдың зат ялғауҙары.
24. Зат hәм күрhәтеү алмаштарының тарихи үҫеше.
25. Эйәлек, билдәләү, hорау, билдәhеҙлек hәм юҡлыҡ алмаштарының тарихынан.
26. Ҡылымдың затлы (hөйкәлеш) hәм затhыҙ (төркөмсә) формаларының тарихи планда yҙ-ара мөнәсәбәте.
27. Хәбәр hөйкәлешенең хәҙерге, үткән hәм киләсәк заман күрhәткестәренең тарихы.
28. Рәүештәрҙең тарихи үҫеше.
29. Ярҙамсы hүҙ төркөмдәренең тарихи үҫеше.
30. Тарихи синтаксис буйынса айырым күҙәтеүҙәр.
10. Технологическая карта
по дисциплине «Историческая грамматика башкирского языка
для студентов 4 курса специальности «Филология»
8 семестр
1. Максимальное количество баллов по дисциплине – 100:
25 баллов – промежуточная аттестация (зачет);
22 баллов – посещаемость и активное участие в семинарских занятиях;
20 баллов – выполнение контрольных заданий;
33 баллов – самостоятельная работа студента.
Всего семинарских занятий 20, т.е. 10 занятий.
Система оценивания:
–посещение и участие в семинарском занятии оценивается в 2 балла
- (посещение занятия – 0 балла, участие – 1 балла; активное участие – 1 баллов);
В 8 семестре предусмотрено выполнение 4-х контрольных работ.
Контрольная работа № 1 проводится по следующим темам 1-2:
Тема №1. Төрки телдәнең тарихи үҫешен тикшереү эшендә Н.К.Дмитриев, Б.А.Серебренников, Н.А.Баскаков, Ж. F.Кейекбаев, А.М.Щербак кеүек ғалимдарҙың роле.
Тема №2.Ж.F.Кейекбаевтың билдәлелек, билдәhеҙлек теорияhы. Төрки телдәрендә билдәлелек, билдәhеҙлек идеяларын белдереүсе фонетик, морфологик, лексик, синтаксик саралар.
Контрольная работа № 2 проводится по следующим темам 3-6:
Тема №3. Башҡорт телендә hуҙынҡы өндәрҙең тарихи үҫеше, уның боронғо төрки телендә hуҙынҡылар системаhы менән бәйләнеше. С.Е.Маловтың, Ж.F.Кейекбаевтың hуҙынҡы өндәрҙе күрhәткән классификацияhы, таблицаhы.
Тема №4. Боронғо төрки телендә тар hуҙынҡыларҙың (у, у, i) киңәйеүе hәм уларҙың ярым hуҙынҡыларға күсеүе (о, o, э/е/). Миҫалдар менән нығытырға.
Тема №5. Хәҙерге башҡорт телендә б, й, у, c, h, ҫ өндәренең тарихи үҫешен күрhәтегеҙ.
Тема №6. Башҡорт теленә боронғо төрки теленән үҙгәрмәй hаҡланған hәм төрлө үҙгәрештәр кисергән тартынҡы өндәрҙе күрhәтегеҙ. Yҙгәреш кисергән hәр тартынҡы өнгә кәмендә 5-шәр миҫал килтерегеҙ. Башҡорт телендә т>д>з>ҙөндәренең сиратлашыуын кyрhәтегеҙ.
Контрольная работа № 3 проводится по следующим темам
7-10:
Тема №7. 2, 20, 40 hандарының нигеҙҙәрендә оҡшаш элементтарҙы кyрhәтегеҙ.
Тема №8. 3, 30 hандарының тарихи үҫеше. Уларҙың сыуаш телендәге ватар hүҙенә нигеҙләнеүе.
Тема №.9. дy/тy/тo/дo (4) hандарының тарихи үҫеше.
Тема №.10.50 hаны тураhында ҡыҫҡаса белешмә бирегеҙ.
Контрольная работа № 4 проводится по следующим темам
11-12:
Тема №.11 .Ҡылым аффикстарында билдәлелек, билдәhеҙлек категорияhының сағылышын күрhәтегеҙ.
Тема №.12 .Хәҙерге заман хәбәр ҡылымдарҙың нигеҙе hәм уның тарихы.
Каждая контрольная работа оценивается по пять баллов.
Она включает синтаксический разбор, тестовые, терминологические задания для проверки самостоятельной работы.
Самостоятельная работа
Темы для самостоятельного изучения определены в программе курса и методических указаниях.
Для оценивания студент сдает отчет по самостоятельной работе (составляет отдельно в тетради конспекты по изученным темам, готовит научные сообщения; изучает лингвистические термины).
Результатом самостоятельной работы студента является разработка вопросов, которые предлагаются для самостоятельного изучения в планах семинарских занятий и наличие конспектов по ним Тематика самостоятельных работ, формы отчетности, сроки сдачи, а также система оценивания представлены в таблице:
№ п/п | Темы | Кол-во часов | Формы отчетности | Сроки сдачи | Кол-во баллов за выполнение работы |
Тарихи грамматиканы өйрәнеүҙeң билдәлелек, билдәhеҙлек теорияhы . | конспект | 16 февраль | 3 балла | ||
Фонетика. Һуҙынҡылар hәм тартынҡылар системаhы, уларҙың тарихи үҫеше. | таблица | 19 февраля | 3 балла | ||
Морфология. Исем hүҙ төркөмөнөң тарихи үҫеше. | таблица | 26 февраля | 3 балла | ||
Алмаш hүҙ төркөмөнөң тарихи үҫеше | конспект | 13 марта | 3 балла | ||
Сифат. Уның грамматик категориялары hәм тарихи үҫеше. | конспект | 20 марта | 3 балла | ||
Һандар, уларҙың тарихи үҫеше | конспект | 27 марта | 3 балла | ||
Ҡылымдар. Ҡылымдарҙың заман, hөйкәлеш, йүнәлеш формаларының тарихи үҫеше. | конспект | 9 апреля | 3 балла | ||
Рәүеш hүҙ төркөмө hәм уларҙың тарихы. | конспект | 16 апреля | 3 балла | ||
Бәйләүестәр, теркәүестәр, киҫәксәләрҙең тарихи үҫеше. | конспект | 23 апреля | 3 балла | ||
hәм ҡайhы бер ымлыҡтарҙың тарихи үҫеше. | конспект | 30 апреля | 3 балла | ||
Синтаксистың тарихи үҫеше тураһында дөйөм мәғлүмәттәр . | конспект | 13 мая | 3 балла | ||
Фонетика буйынса практик эш | эш | 2 балла | |||
ВСЕГО | 33 балла |
Отчет по самостоятельной работе необходимо сдавать строго в указанные сроки. В случае несвоевременной сдачи отчета количество баллов за работу сокращается в 2 раза.
В целях оказания помощи студентам в самостоятельной работе проводятся консультации. Время проведения консультаций: каждый понедельник, с 16.00 до 18.00 часов в 3 корпусе НФ БашГУ (каб. 203).
Завершающим этапом оценки уровня освоения студентами дисциплины в девятом семестре является зачет. Для получения зачета без участия в процедуре его сдачи необходимо набрать не менее 65 баллов за семестр.
Порядок пересдачи в случае неудовлетворительного результата зачета, определяется «Положением о текущем контроле и промежуточной аттестации студентов НФ БашГУ».
11. СЕМИНАР ДӘРЕСТӘРГӘ, ЯҘМА ЭШТӘРГӘ, ЗАЧЕТKА ӘҘЕРЛӘНЕYГӘ ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ
1. Абдурахманов Г.А. Исследования по старотюркскому синтаксису (XI век). – М., 1967.
2. Аҙнабаев E.М. Ж.F.Кейекбаев hәм уның Н.К.Дмитриевтың ғилми мираҫына мөнәсәбәте // Ватандаш, 2002. - № 2.
3. Аҙнабаев E.М. Телебеҙҙең серле күренештәре // Башҡортостан уҡытыусыhы, 2003. - № 3
4. Аҙнабаев E.М., Псeнчин В.Ш. Башҡорт теленең тарихи морфологияhы. – Өфө, 1976.
5. Аҙнабаев А.М., Псянчин В.Ш. Историческая грамматика башкирского языка. – Уфа, 1983.
6. Айдаров Г. Язык орхонских памятников древнетюркской письменности VIII в. – Алма-Ата, 1971.
7. Ахметов М.А. Глагол в языке орхоно-енисейских памятников // кандидатлыҡ диссертацияhы ҡулъяҙмаhы. – Алма-Ата, 1970.
8. Благова Г.Ф. Плеонастическое использование аффиксов в тюркских языках в историческом освещении // Вопросы языкознания, 1968. - № 6.
9. Баскаков Н.А. Введение в изучение тюркских языков. – М., 1962.
10. Баскаков Н.А. Историко-типологическая морфология тюркских языков. – М.,1979.
11. Богородицкий В.А. Введение в татарское языкознание. – Казань,1953.
12. Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. – М.-Л., 1948.
13. Дмитриев Н.К. Грамматика башкирского языка. – М.,1948.
14. Древнетюркский словарь. – Л.,1959.
15. Исследования по сравнительной грамматике тюркских языков. Т.I . Фонетика,1955.
16. Исследования по сравнительной грамматике тюркских языков. Т.II . Морфология,1956.
17. Исхаков Ф.Г. Имя существительное // Исследования по сравнительной грамматике тюркских языков. II бyлек. Морфология. – М.,1959.
18. Кейекбаев Ж.F. Башkорт теленеn фонетикаhы.- Oфo, 2002.
19. Киекбаев Дж. Г. Введение в Урало-алтайское языкознание. – Уфа, 1972.
20. Киекбаев Дж. Г. Избранные статьи. – Уфа, 2002.
21. Киекбаев Дж. Г. Основы исторической грамматики урало-алтайских языков.- Уфа, 1996.
22. Кондратьев В.Г. Очерк грамматики древнетюркского языка. – Л.,1970.
23. Кононов А.Н. Грамматика современного узбекского литературного языка. – М.-Л., 1960.
24. Котвич В.Л. Исследование по алтайским языкам. – М., 1962.
25. Малов С.Е. Памятники древнетюркской письменности. – М.,1961.
26. Малов С.Е. Памятники древнетюркской письменности Монголии и Киргизии. – М.-Л.,1959.
27. Рамстедт Г.И. Введение в алтайское языкознание. Морфология. – М., 1957
28. Рясянен М. Материалы по исторической фонетике тюркских языков. – М.,1955.
29. Сборник «Исследования по сравнительной грамматике тюркских языков». Часть II. Морфология. – М., 1956.
30. Серебренников Б.А. О некоторых частных деталях процесса образования аффикса множественного числа –лар в тюркских языках // Советская тюркология, 1970, № 1.
31. Сәйeрғәлиев Б.С. Башҡорт телендә ярҙамсы hүҙҙәр. –Өфө, 1960.
32. Тумашева Д.Г. Көнбайыш себер татарҙары теле. – Ҡазан, 1961.
33. Щербак А.М. Сравнительная фонетика тюркских языков. – Л., 1970.
34. Щербак А.М. Очерки по сравнительной морфологии тюркских языков. Имя. – Л., 1977.
35. Щербак А.М. Очерки по сравнительной морфологии тюркских языков. Глагол. – Л., 1981.
36. Щербак А.М. Очерки по сравнительной морфологии тюркских языков. Служебные слова. – Л.,1987.
37. Энгельс и языкознание. – М., 1972.
38. Языки народов СССР. Тюркские языки. II. – М., 1966.