Алик китергә ыңғайлай.

ЕҘ БЕЛӘҘЕК

Драма

Ике бүлектә

Ҡатнашалар:

Сәриә

Исмәғәзим

Вәғизә

Динара

Алик

Ыям

Беренсе шаршау

Беренсе күренеш

Ваҡиға беҙҙең көндәрҙә бара. Исмәғәзим бабайҙың ябай ғына йыһазландырылған фатиры. Бабай карауатта ята. Тышта ямғыр яуа.

Тәҙрәлә ап-аҡ кейенгән ҡатын пәйҙә була. Уның ҡулында сабый.

Радионан йыр.

Күҙ йәштәре булып ямғыр яуа

Ник илайһың, балам, илама.

Зинһар өсөн иҫкә төшөрмәсе,

Ауыр бит һуң миңә былай ҙа.

Бабай карауаттан тора, ҡатынға яҡынлаша, ләкин ҡатын алыҫлашҡандан-алыҫлаша.

Исмәғәзим.Китмә, һөйөклөм… Китмә… Үтенеп һорайым…

Йыр дауам итә.

Ҡарлы ямғыр, ҡарлы ямғыр

Тәҙерәмә һылана

Йәшле күҙҙәреңде миңә төбәп,

“Ғәфү ит”, - тип һорама.

К өҙгөс тауыш менән бала илай.

Исмәғәзим. Йә Хоҙай. Ни өсөн мине улай язалайһың, Хоҙайым. Ниңә өндәшмәйһең? Ниңә өндәшмәйһең?

Атын юғала. Бала тәҙерә төбөндә ҡала, илай.

Ишек ҡағалар.

Исмәғәзим. Кем унда? (Ишек аса)

Вәғизә инә.

Вәғизә. Эй, Аллам, кем булһын минән башҡа. Иҫәнһеңме әле?

Исмәғәзим. Иҫән-иҫән, һин дә күренмәйһең ошо арала.

Вәғизә. Ауылда апайҙарымда булдым.

Исмәғәзим. Ауылда күңеллелер инде.

Вәғизә. Күңелле тип, еҙнәм былтыр үлеп ҡалды, апайым яңғыҙ.

Исмәғәзим. Апайың яңғыҙ булғас, оҙағыраҡ ятһаң ни була.

Вәғизә. Ятырһың, ятмай ни. Күршем үлем түшәгендә, йән түҙәме һуң. Япа-яңғыҙһың бит. Үҙең ни хәлдәһең һуң, Исмәғәзим бабай?

Исмәғәзим. Мин ни … шул бер көйө инде. Таң ата ла кис була.

Вәғизә. (Һыуытҡысты асып ҡарай) Бәй, әллә бөтөнләй ас ултыраһың инде?

Исмәғәзим. Миңә ни ҡарт кешегә, күп кәрәкме ни бер телем икмәк, бер йотом һыу ҙа етә.

Вәғизә. Улай тимә әле, улай тимә. Үлергә әле ҡабаланма… өлгөрөрһең. Нимә тип йырлайҙар әле шунда (Йырлай).

Йылғыр йылдар маңлайҙарға

Һырҙарын һыҙа икән.

Уйлаһаң уйламаһаң да

Ғүмерҙәр уҙа икән.

Бына шулай, бабаҡай. Өйөңдө әйтәм, саң-туҙан да баҫып киткән. Ҡайҙа әле биҙрәләрең (Биҙрә, сепрәк алып инә)

Бынау туҙанды әйтәм… Фу…

Исмәғәзим. Әй, Аллам… элегерәк аяҡ һыҙламағанда… үҙем дә…

Вәғизә.Өйөңдө йыйыштырып сығыуы минең өсөн бер ни тормай. Аллаға шөкөр, һаулығым шәп.

Исмәғәзим. Бирһен Хоҙай.

Вәғизә. Шул, шул… Тик Хоҙайҙы әйтәм, бик бирергә ашыҡмай шул.

Исмәғәзим. Нимә тиһең?

Вәғизә. Буштан-бушҡа күктән аҡса яумай тием.

Исмәғәзим. Ә-ә-ә…

Вәғизә. Ана шул-шул…

Исмәғәзим.Булғанына шөкөр итәһең инде.

Вәғизә. Шөкөр итмәй ни… һинең һымаҡ бер башым булһа бер хәл… Етмәһә, хөкүмәттән ҡайырып пенсия алаһың. Ә беҙҙең… үҙең беләһең, өй мыжғып тора. Киленем ни, өй тар тип тормай, өсөнсөгә бәпесләне.

Исмәғәзим. Балалар үҙҙәре бер бәхет бит ул.

Вәғизә. Таптың бәхет! Ятырға урын да юҡ бит, кешенән оят!

Исмәғәзим. Үҙеңде әйтәм, берәй эш таптыңмы?

Вәғизә. Һай, кем һиңә хәҙерге ваҡытта эш әҙерләп ҡуйһын! Ҡайҙа барма, бөтәһенә лә йәштәр кәрәк. Ә миңә пенсионерға… от ворот поворот.

Исмәғәзим. Дә-ә.

Вәғизә. Бөгөн почтальонды күреп ҡалған инем.

Исмәғәзим.Пенсия таратты.

Вәғизә. Ашарыңа алһаң ни була.

Исмәғәзим. Баҙарға сығырға уйлаған инем дә ул…

Вәғизә. Шунан?

Исмәғәзим. Иртәнән бирле аяҡ һыҙлай. Иртәгә бәлки собестан берәйһен ебәрерҙәр.

Вәғизә. Ай, ул маңҡа ҡыҙҙар нәмә һайлап ала белә тейһеңме? Теге ваҡыт алып килгән иттәрен әйтер инем… шығырҙап торған һөйәк.

Исмәғәзим. Уныһы шулай шул.

Вәғизә. Әллә үҙем генә йүгереп барып киләйемме?

Исмәғәзим. Һине һаман бимазалап…

Вәғизә. Ни эшләп бимаза булһын, һинең өсөн күршекәйем…

Исмәғәзим. Нәмә кәрәк икәнен ҡарап алырһың. (Аҡса бирә)

Вәғизә. Алырмын. Алырмын барыһын да (Сыға).

Исмәғәзим. Дә-ә… йәш саҡта һиҙелмәй икән ул… көндәрең эш менән үтә. Дуҫ-иштәрең дә етерлек. Ә хәҙер… ҡартлыҡ бәкәлгә һуға. Иң ауыры – кеше көндәренә ҡалыуы. Үлеп китһәм, күҙемде йомдорорлоҡ та яҡындарым юҡ. Эх!

Ыңғырау шылтырай.

Исмәғәзим. (Ишекте аса). Үтегеҙ…

Алик инә.

Алик. ЖЭУ-ға заявка бирҙегеҙме?

Исмәғәзим. Эйе, эйе… бына ваннаның кранынан һыу ағып тора.

Алик. (Ҡағыҙ сығара, эҙләй)

Исмәғәзим. Бына бында үтегеҙ.

Алик. Туҡта әле, бабай, ә бына, таптым! Ниңә фатир өсөн түләмәйһегеҙ?

Исмәғәзим. Ауырыумын мин. Алған пенсия дарыуҙан үтмәй.

Алик. Унда минең эшем юҡ.

Исмәғәзим. Туҡта әле улым. Һыуҙы әйтәм…

Алик. Бурысығыҙҙы түләгеҙ, шунан килермен.

Исмәғәзим. Бәлки яңылышҡандарҙыр.

Алик. Шулай олатай. Компьютер алдамай ул. Ҡасан түләйһегеҙ?

Исмәғәзим. Түләрмен!

Алик. Конкретно.

Исмәғәзим. Пенсияны әйтәм…. үҙегеҙ беләһегеҙ бит, то дарыуы кәрәк, то…

Алик. Һәр бер кешенең зарын тыңлай башлаһаң, йөҙ причина табаһығыҙ аҡса түләмәҫ өсөн.

Исмәғәзим. Һуң бит, улым….

Алик. Олатай, аңлағыҙ мине лә, квартплатаны ваҡытында йыймаған өсөн беҙҙең дә баштан һыйпамайҙар. Ана шуның арҡаһында өйҙәргә ремонт үткәрелмәй, эшселәр ваҡытында аҡса алмай. Фатирығыҙ нисә бүлмәле?

Исмәғәзим. Бер бүлмә инде.

Алик. Кемдәр менән йәшәйһегеҙ?

Исмәғәзим. Кемдәр тип, бер үҙем инде.

Алик. Тимәк, яңғыҙың.

Исмәғәзим. Яңғыҙым шул, яңғыҙым.

Алик. Ярҙам итерлек бала-сағаң юҡмы ни?

Исмәғәзим. Ярҙам итерлек кешем булһа, күптән ошо кранды йүнәттерер инем. Инде бер ай ағып тора… береһе килгәне юҡ. Ә аҡса һорарға беләһегеҙ.

Алик. Ярай, бабай…

Исмәғәзим. Иҫемә төштө! Быйыл ауырып киткәс, квартплатаны күршем Вәғизә түләп торғайны. Эй, ҡарт кешенең хәтере… теге иләк кеүек.

Алик. Шунан?

Исмәғәзим. Тимәк квитанциялар Вәғизәлә….

Алик. Алдамайһығыҙмы?

Исмәғәзим. Мин һиңә бала-саға что ли, шаярып торорға.

Алик. Ярай, тағы килермен, квитанцияларығыҙҙы әҙерләп ҡуйығыҙ.

Алик китергә ыңғайлай.

Исмәғәзим. Ә кранды…

Алик. Уныһын инде, квитанцияларҙы күрһәткәс…

Исмәғәзим. Нимә?

Алик. Инструкция шулай ҡуша.

Алик сыға.

Исмәғәзим. Вәт, эт йыҡҡыры! Элекке заман булһа… Ә хәҙер хут потоп булһын, ыжламайҙар ҙа, уларға инәлгәнсе, эскесе Шаһапҡа бер ярты күрһәтһәм, күптән йүнәтер ине.

Наши рекомендации