Дәрестең технологик картаһы

Ф.И.О. Зәйнетдинова Айгөл Нуриман ҡыҙы
Предмет: башҡорт теле
Класс:
Дәрес төрө: белем һәм күнекмәне комплекслы ҡулланыу
Тема К.Ушинский “Дүрт теләк”
Маҡсат 1. Текст йөкмәткеһе менән таныштырыу. 2. Йыл миҙгелдәре буйынса белемдәрен тәрәнәйтеү 3. Һүҙлек байлығын арттырыу, тексты аңлы уҡыу күнекмәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү.
Бурыстар  
УУЭ Шәхескә йүнәлтелгән УУЭ: белемдәрен камиллаштырыу теләген уятыу. Регулятив УУЭ: дәрес маҡсатынан сығып үҙ эшмәкәрлеген билдәләргә күнегеү, белемдәрен барлау, баһалау. Коммуникатив УУЭ: һөйләмдә һүҙ тәртибен һаҡлап үҙ фекереңде әйтә белеү, һорауҙар биреү, һорауҙарға яуап эҙләү, башҡа уҡыусыларҙың телмәрен аңлау. Танып белеүУУЭ: өлгө буйынса эшләй белеү, текстан мәғлүмәт табыу, белгәндәрҙе ҡулланып текст төҙөү.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр Предмет: К.Ушинскийҙың “Дүрт теләк” хикәйәһен уҡыу. Белеү:Уҡылған хикәйәнең йөкмәткеһен белеү, Эшләй белеү: яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡуллана белеү. Шәхескә йүнәлтелгән: тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙ фекереңде булдырыу. Метапредмет:дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, үҙ эшеңде, иптәшеңдең эшен тикшерә алыу.
Төп аңлатмалар Төшөнсәләр: булһын ине, теләр инем, ҡуйын дәфтәре, Кем? Нимә?
Предмет-ара бәйләнештәр Башҡорт теленең матурлығын аңлау
Ресурстар:   Һүҙлектәр, презентация материалдары, интерактив таҡта, мультимедиа проекторы, тест һорауҙары.
Дәрес формаһы Ҡатнаш формала
Технология  
Дәрес этаптары Уҡытыусы эшмәкәрлеге Уҡыусылар эшмәкәрлеге Планлаштырыл ған һөҙөмтәләр УУЭ
I. Ойоштороу моменты Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу 1.Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!     Уңыштар теләп дәресте башлайыҡ.     2. Артикуляцион күнегеү: 2-се слайд : уҡыусы нимә эшләй. 3-6-сы слайдтар: башҡортса әйт. Уҡыусылар сәләмләйҙәр:   Һаумыһығыҙ, һаумы әле , Ниндәй йылы һүҙ икән. Һәр күңелде иретерлек, Һәр кемгә лә үҙ икән.     Уҡыусылар башҡорт теленең үҙенсәленле өндәрен дөрөҫ әйтеп, телдән яуаптар бирә Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар Шәхси: белем алыуға,уҡыуға ыңғай ҡараш күрһәтәләр Танып белеү:үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар
II. Өйгә эште тикшереү Афарин! Башҡорт теле үҙенең матурлығы, нескәлеге менән беҙҙе һоҡландыра. Шиғырҙы уҡыусыларҙың яттан уҡыуы. Регулятив УУЭ: белемдәрен баһалау Шәхси УУЭ: аңлы тыңлау  
III. Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу(белемдәрҙе актуалләштереү) 7-се слайд Шиғыр юлдарын тасуири итеп уҡыйҡ:   Һәр бер йыл миҙгеле беҙҙең өсөн мөһим. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?   Ә хәҙер [т] өнө менән һүҙҙәр уйлағыҙ. Теләк һүҙенә иғтибар итегеҙ һәм һөйләмдәр уйлағыҙ Уҡыусылар тасуири уҡып сығалар һәм яуаптар бирәләр.     Уҡыусылар үҙ һүҙҙәрен әйтәләр(табаҡ, таҡта, тиҙ, төн,тәҙрә, тамсы, тарих, тау, тел, теләк) һәм һүҙҙең мәғәнәһен аңлатырға тырышалар. Теләк һүҙен ҡулланып һөйләмдәр уйлайҙар. РегулятивУУЭ:аңлы уҡыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү Шәхси УУЭ: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға ынтылыш КоммуникативУУЭ: тыңлайҙар һәм әңгәмәгә ҡушылалар
IV. Яңы материалды өйрәнеү 10-сы слайд К.Ушинский “ Дүрт теләк” хикәйәһе   Текстың исемен уҡығыҙ. Автор тураһында 11-се слайда мәғлүмәтте уҡығыҙ. Иң элек текста осраясаҡ яңы һүҙбәйләнештәрҙе уҡып тәржемә итәйек: булһын ине – пусть будет теләр инем – пожелал бы ҡуйын дәфтәре –записная книжка Текст өҫтөндә эш: 1.тексты тыңлайбыҙ 2. үҙ аллы уҡып сығығыҙ 3.буксирлы уҡыйбыҙ 4.дәреслектәге һорауҙарға яуаптар уйлағыҙ 5.текстан алмаштарҙы табып төркөмсәһен билдәләгеҙ Уҡыусылар эш дәфтәрҙәренә датаны, аҙна көнөн, теманы яҙып ҡуялар. Дәреслектең 74-се битен асалар, күнегеүҙең биремен уҡыйҙар. Уҡытыусының уҡыуын тыңлайҙар. Үҙ аллы уҡып сығалар. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе билдәләйҙәр һәм һүҙлек ярҙамында тәржемә итәләр. Буксирлы уҡыйҙар. Текстың йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуаптар эҙләйҙәр. Алмаштарҙы билдәләйҙәр: һәр ваҡыт, уның, шул   Регулятив УУЭ: уҡыу мәсьәләһен аңлау Шәхси УУЭ: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыу материалына ҡаҙыҡһыныу арта Танып белеү УУЭ: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, логик фекерләү. КоммуникативУУЭ: һорауҙарға яуап биреү, башҡаларҙы тыңлай белеү.
V. Ял минуты Ял минуты бик кәрәк Дәрестең уртаһында. Төрлө хәрәкәт яһау Арыуҙы оноттора.   Ел иҫә беҙҙең биткә, Ағастарҙы һелкетә. Ел бөтә, бөтә, бөтә, Ағастар бейек үҫә. Шиғыр һүҙҙәре менән хәрәкәттәрҙе үтәләр. Шәхси УУЭ: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша.
VI. Белемде нығытыу Белемдәребеҙҙе ҡулланып 178-се күнегеүҙе эшләйбеҙ. Һөйләмдәрегеҙҙе уҡығыҙ. Тест һорауҙарына яуаптар бирегеҙ. 5-се класс өсөн электрон дәреслек( 4-се дәрес) Тейешле һүҙҙәрҙе ҡулланып, һөйләмдәрҙе яҙалар. РегулятивУУЭ:үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу Шәхси УУЭ: уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта.  
VII. Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия. Бөгөн дәрестә нимәләр белдегеҙ? Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? Кемдәр бөгөн дәрестә бик һәйбәт эшләне? Кем иптәшен маҡтарға теләй? Ни өсөн? Баһаларҙы ҡуйырға ярҙам итегеҙ әле, балалар! Уҡыусыларҙың яуаптары. РегулятивУУЭ:үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, һығымталар яһай белеү. Шәхси УУЭ: үҙүсеш.
VIII. Өйгә эш. Һеҙгә ике төрлө эш тәҡдим итәм. Иғтибарлап тыңлағыҙ. 1)174-се күнегеү 2) Ике һөйләм уйлап яҙырға Өй эшен көндәлеккә яҙып алалар. РегулятивУУЭ: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу

Наши рекомендации