Нғәм (Мал-тыуар) сүрәһе 5 страница

(«Ғәреш - тәхет. Аллаһтың урыны. «Алты көн эсендә яралтты» ғийбәрәһен тәфсирселәр төрлөсә аңлата. Беҙ аңлаған егерме дүрт сәғәтлек тәүлек түгел, бәлки Аллаһ көнө мәғәнәһендә әйтелә, тип әйтәләр. Хаж сүрәһенең 47се аятында иһә, Аллаһ янында­ғы бер көндөң беҙҙәге мең йылға тигеҙ икәнлеге әйтелә. Мөғәриж сүрәһенең 4се аятында иһә, беҙҙең хисап менән илле мең йыл дауам иткән бер көн тураһында һөйләнә. Йәғни, Аллаһ ҡатындағы ваҡыт - сағыштырмаса, шартлы ваҡыт. Эйнштейндың («Сағыш­тырмалылыҡ теорияһы») Нисбәти назары Ҡөръәндә күптән яҙы­лып ҡуйылған. Тимәк, Аллаһ Тәғәлә донъяны алты дәүерҙә яралтып, бөгөнгө хәленә килтергән булып сыға. Фүссиләт сүрәһенең 9-12 аяттарында был турала тәфсилләп аңлатыла». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

55. Раббыбыҙға ялбара-ялына, йәшерен доға уҡығыҙ, бе­леп тороғоҙ, Ул сиктәрҙе уҙғандарҙы яратмай. (56) Ер йөҙөн тәртипкә һалғандан һуң, ул тәртипте боҙмағыҙ (боҙоҡлоҡ ҡылмағыҙ). Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡып һәм (Уның мәрхәмәтен) өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылығыҙ. Хаҡтыр, изгелек ҡылғандарға Аллаһтың рәхмәте бик яҡын. (57) Рәхмәт яуҙырыр алдынан һөйөнөслө елдәр иҫтереүсе - Ул­дыр. Улар (елдәр) ауыр болоттар алып килһә, (ҡоролоҡ­тан) үле илдәргә ҡыуабыҙ. Шунда ямғыр яуҙырып, төрлө-төрлө емештәр өлгөртәбеҙ. Бына шулай итеп, үлеләрҙе лә терелтербеҙ, һәр хәлдә бынан ғибрәт алырһығыҙ. (58) Раббының рөхсәте менән яҡшы мәмләкәттең игене лә мул сығыр. Яман илдә сүп үләненән башҡаһы үҫмәҫ. Бына беҙ шөкөр итеүсе бер ҡәүем өсөн аяттарҙы шулай асыҡлайбыҙ.

59. Хаҡтыр, Нухты илсе булараҡ үҙ халҡы араһын­ан күндерҙек.

Ул әйтте:

— Әй, халҡым, Аллаһҡа ҡоллоҡ итегеҙ (ғибәҙәт ҡылығыҙ), һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Дөрөҫөн әйтәйем, мин өҫтөгөҙгә килә торған бер көндөң (Туфан һыуы) ғазабынан ҡур­ҡам. (60) Ул ҡәүемдең хакимдары әйтте:

- Күрәбеҙ, һинең аҙашыуың көн кеүек асыҡ, — тинеләр.

61. Ул әйтте:

— Әй, халҡым, мин аҙашманым, фәҡәт мин ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан күндерелгән бер илсе. (62) Һеҙгә Раббымдың уахи иткән аяттарын ғына ишеттерәсәк­мен, һеҙгә өгөт-нәсихәт бирәм, һеҙ белмәгәндәрҙе мин Аллаһтан белдем. (63) Гөнаһлы булыуҙан һаҡлаһындар тип, Аллаһтың рәхмәтенә ирешһендәр өсөн, Аллаһтың ғазабы менән ҡурҡытыр өсөн, үҙегеҙҙең арағыҙҙан сыҡҡан кешегә Аллаһтан Китап ингәненә аптырайһығыҙмы? — тине. (64) Уны ялған­сыға сығарҙылар. Беҙ ҙә уны һәм уның менән бер кәмәлә булғандарҙы ҡотҡарҙыҡ. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандарҙы һыуға батырҙыҡ. Сөнки улар (күңел күҙҙәре) һуҡыр бер халыҡ ине.

65. Ғәд халҡына ла ҡәрҙәштәре Һудты илсе иттек. Ул әйтте:

— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юк. Әле һаман да Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (66)Ул халыҡтың кәфер хаҡимдары әйтте:

— Беҙ һинең мейеһеҙ (йүләр) икәнлегеңде ап-асыҡ күреп торабыҙ һәм, шөбһәһеҙ, һине алдаҡсы тип уйлайбыҙ, — тинеләр. (67) - Әй, халҡым, — тине (Һуд). — Мин мейеһеҙ (йүләр) түгел. Фәҡәт мин ғәләмдәрҙең Раббыһы ебәргән бер илсе. (68) Һеҙгә Раббымдың уахи иткән аяттарын ишеттерермен һәм мин һеҙҙең ышаныслы кәңәшсегеҙ булырмын. (69) Һеҙҙе киҫәтер өсөн арағыҙҙан сыҡҡан бер әҙәм аша Раббығыҙҙан һеҙгә бер Китап килгәненә аптыранығыҙмы? Уйлап ҡарағыҙ әле, Ул һеҙҙе, Нух ҡәүеменән һуң, улар урынына килтерҙе һәм яралтылғанда уҡ һеҙҙе уларҙан өҫтөн ҡылды. Шулай булғас, Аллаһтың ниғмәттәрен онотмағыҙ: ҡотолорһоғоҙ, — тине. (70) Әйттеләр:

— Һин беҙҙе бары тик бер Аллаһҡа ғына ғибәҙәт ҡыл­дырыр өсөн һәм ата-бабылларыбыҙ табынған (тәңреләребеҙҙе) ташлатыу ниәте менән килдеңме? Әгәр һин хак һөйләйһең икән, беҙҙе ҡурҡыта торғаныңды (Аллаһ язаһын) күрһәт, — тинеләр. (71) (Һуд) әйтте:

— Һеҙҙең өҫкә Аллаһтың ҡарғышы һәм язаһы (ҡот осҡос аслыҡ) килде бит инде. Аллаһтан һис бер хоҡуҡ би­релмәгән килеш, бары тик ата-бабаларығыҙ (һындарға, боттарға) таҡҡан исемдәр тураһында минең менән һүҙ көрәштерергә бул­дығыҙмы ни? Тороп тороғоҙ, шик юҡ, мин дә һеҙҙең менән бергә көтөп тороусы, - тине. (Ашыҡмағыҙ, һеҙгә тағын яза килер, мин дә һеҙҙең ул язағыҙға шаһит булырмын.)

72. Уны һәм уның менән бергә булғандарҙы рәхмәтебеҙ менән ҡотҡарҙыҡ. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәр менән иман килтермәгәндәрҙең нәҫелен киҫтек. (73) Сәмүд халҡына ла үҙҙәре араһынан Салихты күндерҙек. Ул әйтте:

— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең У­нан башҡа тәңрегеҙ юҡ, һеҙгә Раббығыҙҙан ап-асыҡ бер дәлил килде. Ул бер мөғжизә булараҡ килтерелгән дөйәлер. Уны иреккә ебәрегеҙ, ул Аллаһ ерендә утлаһын, уға яманлыҡ ҡылмағыҙ, юҡһа, һуңынан һеҙгә яза иңәр, — тине.

(«Сәмүд халҡы Салих пәйғәмбәргә: әгәр һин пәйғәмбәр икәнһең, мөғжизә итеп, бына ошо таш эсенән дөйә сығар, шунда ғына беҙ һинең пәйғәмбәр икәнеңә ышанасаҡбыҙ, тине. Хәҙрәти Салих доға уҡыны һәм таштан бер әсә дөйә килеп сыҡты. Был мөғжизәне күреүгә үк ҡайһы берҙәре иман килтерҙе. Ҡалғандары иһә һаман кәферлектә ҡалдылар. Хәҙрәти Салих дөйәгә ҡағылмаҫҡа бойорҙо, дөйә үҙ иркендә утлап йөрөһөн, тине. Ләкин кәферҙәр дөйәне һуйҙы. Шуға курә, Салих пәйғәмбәр үҙ халҡын ташлап, һижрәт итте (күсенде). Уның халҡы иһә дәһшәтле ғарасатта һәләк булды». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

74. Уйлап ҡарағыҙ, Ғәд халҡынан һуң, улар урынына һеҙҙе бар итте. Һәм Ер йөҙөнә (Хижаз менән Шом араһына) урынлаштырҙы:

- Ерҙең тигеҙ урындарында һарайҙар һалаһығыҙ, ҡалҡыу урындарында өйҙәр яһайһығыҙ (ҡаяларҙы тишеп, торор өсөн ҡыуыштар яһайһығыҙ). Инде Аллаһтың ниғмәттәрен иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, фетнәселәр кеүек, Ер йөҙәндә буталсыҡтар сығармағыҙ. (Башбаштаҡлыҡ ҡылып, тәбиғәт тәртибен боҙ­мағыҙ.) (75) Был халыҡтың хакимдары бөйөклөк тәкәбберлеге менән, араларындағы зәғиф күренгән мосолмандарға әйттеләр:

- Һеҙ Салихтың Раббы тарафынан күндерелгәнлеген беләһегеҙме, уның Пәйғәмбәр икәненә (ышанаһығыҙмы)? — тип һоранылар.

Тегеләр иһә:

— Шик юҡ, беҙ уға нимә индерелһә лә ышанабыҙ, - тинеләр. (76) Бөйөклөк тәкәбберлеге менән тағын әйттеләр:

— Беҙ иһә һеҙҙең ышанғанығыҙҙы инҡар итеүселәр, — тинеләр. (77) Һәм улар әсә дөйәнең аяҡтарын киҫеп, һуйҙылар һәм Раббының рөхсәт сиктәрен боҙҙолар ҙа:

— Әй, Салих, әгәр һин, ысындан да, пәйғәмбәр икәнһең, беҙҙе өркөтә торған язаңды күрһәт инде, — тинеләр. (78) Шунан һуң уларҙы дәһшәтле тетрәү тотто һәм улар үҙ йорттарында теҙләнгән (кәкрәйеп ҡалған) килеш һәләк булдылар. (79) Салих уларҙан йөҙ сөйөрҙө лә әйтте:

— Әй, халҡым, хаҡтыр, мин һеҙгә Раббымдың уахи иткән вәғәҙәһен килтерҙем һәм һеҙгә һабаҡ бирҙем, тик һеҙ өгөтләгәндәрҙе яратмайһығыҙ шул.

80.Лутты ла (пәйғәмбәр итеп ебәрҙек). Ул (халҡына) әйтте:

- Һеҙҙән элек килгән ҡәүемдәр ҙә ҡыла алмаған фәхеш­лекте эшләргә йыйынаһығыҙмы? - тине. (81) Сөнки һеҙ енси ләззәт өсөн, ҡатындарығыҙҙы ташлап, ирҙәргә яҡынлашаһығыҙ. Дөрөҫөн әйтәм, һеҙ сиктәрҙе уҙған бер боҙоҡ халыҡ икәнһегеҙ. (82) Ҡәүемдең яуабы ошо булды:

— Уларҙы (Лутты һәм уның эйәрсендәрен) мәмләкәттән ҡыуығыҙ, сөнки улар үҙҙәрен паҡ тип ышандырмаҡсы булалар, — тип әйтеүҙән башҡа өндәшмәнеләр. (83) Беҙ уны ла, ҡа­тынынан башҡа, ғаилаһе менән ҡотҡарҙыҡ; сөнки уның ҡатыны (иманһыҙҙар яғында) ҡалғандарҙан ине.(84)Һәм өҫтәренә таш ямғыры яуҙырҙыҡ, күр һин, гөнаһлыларҙың ахыры нисек бөтә.

(«Хәҙрәти Ибраһим ҡәрҙәшенең торыны хәҙрәт Лут, Хумуш ерендәге Содом шәһәренең халҡына пәйғәмбәр итеп күндерелгән ине. Был шәһәр халҡы башҡа һис бер милләт эшләмәгән боҙоҡлоҡ (ир менән ир фәхешлеге) ҡыла ине. Лут пәйғәмбәрҙең өгөттәренә иғтибар итмәйенсә, улар зина ҡылыуҙарын дауам иттеләр. Ниһайәт, Лут пәйғәмбәр иман килтергәндәр менән бергә төнөн шәһәрҙән сығып китә. Ҡалалағы халыҡ иһә ер тетрәүенән, баштарына яуған ташлы ямғырҙан һәләк була».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

85. Мәдйән халҡына ла үҙ араларынан Шөғәйепте пәйғәмбәр итеп күндерҙек. Ул әйтте:

— Әй, халҡым, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, һеҙҙең өсөн Унан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Һеҙгә раббының асыҡ дәлиле килде. Үлсәгәндә, бүлешкәндә ғәҙел булығыҙ, кешеләргә тейешлеһенән кәм бирмәгеҙ. Тәртип һалынған Ер йөҙөн (тәбиғәтте) башбаштаҡлыҡ менән боҙмағыҙ. Иманлы булһағыҙ, был эштәр һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәктер.

(«Мәдйән — хәҙрәти Ибраһим улының исемелер. Уның ейәндәре­нә Мәдйән ҡәбилаһе тип, улар йәшәгән шәһәрҙе Мәдйән ҡалаһы тип әйтәләр ине. Был шәһәр Фәлистын (Палестина) менән Хижаз араһында һәм Ҡыҙыл Диңгеҙ буйында урынлашҡан ине».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

86. Ҡурҡытып-янап, Аллаһ юлынан тайпылдырырға һәм шул тура юлды боҙорға тырышып, юл буйында мөьминдәр­ҙе һағалап, боҫоп тормағыҙ! Уйлап ҡарағыҙ әле, һеҙ бик әҙ инегеҙ, Ул һеҙҙе үрсетте. Күрегеҙ, аҙҙырыусыларҙың аҙағы нисек тамамланғанын.

87. (Шөғәйеб әйтте):

— Әгәр арағыҙҙан бер төркөм мин алып килгәндәргә (Аллаһ хөкөмдәренә) инанһа, икенсе төркөм, инанмаһа, Аллаһ хөкөмө килгәнсегә саҡлы сабыр итегеҙ. Ул - хөкөмдарҙарҙың иң ғәҙеле. (88)Ҡәүемдең хакимдары тәкәбберлек менән әйтте:

— Әй, Шөғәйеб, һине мосолмандарың менән бергә илебеҙҙән ҡыуасаҡбыҙ йәки беҙҙең дингә күсәсәкһегеҙ, — тинеләр.

Шөғәйеп:

— Һеҙҙең ул динегеҙгә (нәфрәтле булһаҡта?) үҙебеҙ теләмәһәктәме? — тине. (89) — Дөрөҫөн әйтәйем, Аллаһ беҙҙе ул диндән ҡотҡарғандан һуң, ҡабат һеҙҙең динегеҙгә ҡайтһаҡ, беҙ Аллаһ тураһында ялған һөйләгән булырбыҙ. Аллаһ ихтыяр итмәһә, һеҙҙең дингә ҡайтыу мөмкин эш түгел. Раббыбыҙҙың ғилеме бөтөнөһөн дә урап алған. Беҙ бары тик бер Аллаһҡа ғына баш эйҙек. Раббыбыҙ! Халҡым менән арабыҙҙы ғәҙел­лек менән хөкөм ит. Һин хөкөмдарҙарҙың иң ғәҙеле.

90. Был халыҡтың етәксе кәферҙәре әйтте:

— Әгәр ҙә Шөғәйебкә эйәрһәгеҙ, һеҙ, һис шикһеҙ, зарар күрер­һегеҙ, — тинеләр. (91) Таң алдында, дәһшәтле ер тетрәүе ваҡытында улар, үҙ йорттарынан сыға алмайынса кәкрәйеп, һәләк булды. (92) Шөғәйебте ялғансыға сығарғандар юҡ булды, әйтерһең дә, улар ҡалала бөтөнләй йәшәмәгән дә. Асыл­да зыян күреүселәр Шөғәйебте ялғансы тип атағандар булды. (93) (Шөғәйеб) уларҙы ташлап китер алдынан:

— Әй, халҡым, мин һеҙгә Раббыбыҙ юллаған хәҡиҡәтте һөйләнем һәм һеҙгә өгөт бирҙем. Кәферҙәр өсөн мин нисек ҡайғырайым? — тине.

94. Ниндәй генә илгә пәйғәмбәр ебәрһәк тә, шул ил хал­ҡы (кәферлектәре өсөн) бәлки тәүбә итеп, тура юлға баҫыр тип, уларҙы фәҡирлеккә, бәлә-ҡазаға дусар иттек. (95) Һуңынан ул бәлә-ҡазаны бөтөрөп, муллыҡ бирҙек. Ниһайәт, улар үрсене һәм:

—Ата-бабаларыбыҙ ҙа ошолай бәхетһеҙлектә лә, муллыҡ­та ла йәшәп ҡарағандар, (бында Аллаһтың ҡатнашы юҡ), — тинеләр.

Беҙ уларҙы иҫкәрмәҫтән (ҡарғыш менән) тотоп алдыҡ.

96. Был илдәрҙең халыҡтары иман килтереп, гөнаһтан ҡурҡҡан булһалар ине, әлбиттә, уларҙың өҫтөнә Күктән, Ерҙән мул бәрәкәт ҡапҡаларын асҡан булыр инек. Ләкин улар Аллаһтың аяттарын ялғанға сығарҙылар. Беҙ ҙә ҡыл­ған кәферлектәренә күрә, уларҙы ҡарғышҡа тоттоҡ. (97) Ул илдәрҙең халҡы, төндә йоҡлап ятҡанда өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһы төшмәҫ, тип уйланылармы? (98) Йәки ул илдәрҙең халҡы, иртәнсәк, уйын-көлкөлө (күңел асып, ләззәт кисергән) саҡта өҫтөбөҙгә Аллаһтың язаһы төшмәҫ, тип тәкәберләндеме? (99) Әллә улар үҙҙәрен Аллаһтың язаһынан ҡотолған тип һынаймы? Зыян-зәхмәт күрәсәк гөнаһлылар ғына Аллаһ хөкөмөнән ҡурҡмай. (100)Әүәлге хужаларынан һуң ул ергә вариҫ булғандарға шул Хәҡиҡәт әле лә булһа барып етмәнеме ни? Әгәр Беҙ теләһә инек, гөнаһтарына күрә, уларҙы язалаған булыр инек. Уларҙың күңелдәрен йоҙаҡлап ҡуйып, ҡолаҡтарын һаңғыраулатҡан булыр инек.

101. Бына шундай илдәр бар. Һиңә һабаҡ булһын тип, улар тураһында бәғзе ғибрәттәр һөйләйбеҙ. Хаҡтыр, пәйғәмбәрҙәре уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтерҙе. Баштан уҡ ялғанға сығарып, хәҡиҡәтткә улар инанырға теләмәне. Кәферҙәрҙең күңелдәрен Аллаһ ана шулай итеп йоҙаҡлай. (102) Уларҙың күбеһен антҡа тоғро тапманыҡ. Дөрөҫө шул­дыр, уларҙың күбеһе тура юлдан яҙған, тигән нәтижәгә килдек. (103) Унан һуң улар артынан Мусаны аят-мөғжизәләребеҙ менән Фирғәүенгә һәм уның халҡына юлланыҡ. Улар мөғжизәләрҙе инҡар итте. Ҡара, фетнәселәрҙең ахы­ры нимә менән бөттө? (104) Муса әйтте:

— Әй, Фирғәүен, мин ғәләмдәрҙең Раббыһы тарафынан һеҙгә күндерелгән бер пәйғәмбәр, — тине. (105) — Мин Аллаһ тураһында бары тик дөрөҫөн генә һөйләргә бурыслымын. Һеҙгә Раббығыҙҙан асыҡ бер дәлил килтерҙем. Исраил улдарын (Яҡуп балаларын) азат итеп, миңә биреп е­бәр, - тине.

«Ул ваҡытта Фирғәүен Яҡуп балаларын золомда, ауыр эштәрҙә эшләтеп, йәберләп тота ине. Шул халыҡ араһынан сыҡҡан пәйғәмбәр булараҡ, хәҙрәти Муса үҙ халҡын Фирғәүен золомынан ҡотҡарып, Мисырҙан Фәлистынгә ҡайтарыуҙы талап итте».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

106. (Фирғәүен) әйтте:

— Әгәр һин дөрөҫөн һөйләйһең икән, алып килгән мөғжизәңде күрһәт, ҡарап ҡарайыҡ, - тине. (107) Шунан һуң хәҙрәти Муса ҡарышҡы таяғын ергә ташланы. Таяҡ шунда уҡ аждаһаға әүерелде... (108)... Һәм ҡулын кеҫәһенән сығарҙы. Ҡарап тороусыларға ул шунда уҡ ап-аҡ булып, ялтырап күренде. (109) Фирғәүен кешеләре әйтте:

- Былбик тә оҫта сихырсы икән, -тинеләр. (110) -Ул һеҙҙе йортоғоҙҙан ҡыуып сығарырға килгән. Ни ҡылабыҙ? —тинеләр. (111)Һуңынан әйттеләр:

— Уны ла, ҡәрҙәшен (Һарунды ла) көттөрөп тор. Һәм ҡала буйлап йомошсоларыңды юлла...

(112) ... Улар бөтөн сихырсыларҙы йыйып килтерһендәр, — тинеләр. (113) Сихырсылар Фирғәүен янына йыйылды, улар:

— Беҙ уны еңһәк, беҙгә ҡиммәтле бүләктәр булырмы? — тинеләр. (114) (Фирғәүен):

— Әлбиттә, — тине. — Һәм дә һеҙ минең иң яҡындарым­дан буласаҡһығыҙ. (115) (Сихырсылар):

Наши рекомендации