Нғәм (Мал-тыуар) сүрәһе 4 страница
156. — Китап бары тик беҙҙән элек йәшәгән халыҡтарға (христиандарға, йәһүдтәргә) индерелде, беҙ иһә уларҙы уҡый алмауыбыҙ сәбәпле, хәбәрһеҙ, —тип әйтмәһендәр өсөн. (157) Йәки:
— Беҙгә лә китап индерелһә ине, беҙ уларҙан да тура юлда булыр инек, — тип әйтмәһендәр өсөн (Ҡөръәнде индерҙек.) Бына һеҙгә лә Аллаһтан асыҡ бер дәлил, һидәйәт һәм рәхмәт килде.
Аллаһтан йөҙ сөйөрөп, Уның аяттарын ялғанға сығарырға тырышыусыларҙан да залимыраҡ кем бар? Аяттарыбыҙҙан йөҙ сөйөргәндәре өсөн уларҙы язаның да иң хәтәре менән язалаясаҡбыҙ.
158. Улар (кәферҙәр) фәрештәләр килгәнен көтәме, Раббының килгәнен көтәме, Раббының ғәләмәттәрен көтәме? Алдан уҡ иман тотмаған килеш, иман тотоп та, ҡабул ителмәгән килеш, Раббының ғәләмәте ингән көндө (Ҡиәмәттә) генә файҙа булмаҫ. Әйт һин:
— Көтөгөҙ, беҙ ҙә көтәбеҙ, — тип уларға.
159. Диндәрен ваҡ киҫәктәргә (төркөмдәргә) айырғандар ҙа бар, һинең уларға һис бер мөнәсәбәтең юҡтыр. Улар фәҡәт Аллаһ хөкөмөндәлер. Һуңынан Аллаһ уларға (ниндәй яманлыҡ) эшләгәнлектәрен күрһәтәсәк.
160. (Аллаһ хозурына) кем изгелектәр менән килә, уның изгелектәре ун тапҡыр арттырылыр. Кем иһә яманлыҡтар менән килә, ул бары тик шул яманлыҡтары өсөн генә яза аласаҡ. Улар хаҡһыҙлыҡҡа дусар булмаясаҡ. (161)Әйт һин:
— Шик юҡ, Раббым мине тура юлға, дөрөҫ дингә, Аллаһты бер тип таныған Ибраһим тотҡан дингә йүнәлтте. Ул Аллаһҡа тиң эҙләүселәрҙән түгел ине, -тип. (162)Әйт һин:
— Шик юҡ, минең намаҙым, ҡорбаным, тормошом һәм үлемем - барыһы ла ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ өсөндер, - тип. (163) — Аллаһтың тиңе юҡтыр. Миңә бары тик шул ғына әмер ителде һәм мин беренсе мосолмандарҙың береһе булдым, — тип әйт. (164)Әйт һин:
- Бар нәмәнең хужаһы Аллаһ икән, ни эшләп әле мин унан башҡа тәңре эҙләйем, ти? Һәр кемдең ҡаҙанасағы үҙенә генә бағлы. Бер кем дә башҡа кешенең гөнаһаһын үҙ елкәһендә ташымаҫ. Ахырҙа Раббы хозурына киләсәкһегеҙ. Ул һеҙҙең ни өсөн (дин эсендә) бәхәсләшкәнегеҙҙе төшөндөрөп бирер, -тип. (165)Һеҙҙе Ер йөҙөнөң хәлифәләре иткән, һеҙгә биргән (ниғмәттәр) хосусында һеҙҙе һынар өсөн бер-берегеҙ өҫтөнән дәрәжәләр биргән Улдыр. Шик юҡ, Раббының язаһы һуңламаҫ һәм, ысындан да, Ул кисереүсе миһырбан эйәһеҙер.
Рәф (Кәртәләр) сүрәһе
Рәф сүрәһе 206 аяттан тора. Мәккә-и Мөкәррәмәлә ингән. Ҡайһы берәүҙәр: 163 нсы аяттан 171 нсе аятҡа ҡәҙәреһе Мәҙинә-и Мөнәүүәрәлә ингән, тип һанай. 46 һәм 48 нсе аяттарҙа Әғрәфтә, йәғни йәннәт менән йәһәннәм араһындағы ҡалҡыу бер ерҙәге халыҡтар тураһында һөйләнә, шул сәбәпле был сүрә «Әғрәф», тип аталған. Төрлө тәфсирселәр Әғрәф һүҙен төрлөсә шәрехләй. Ш. Ғосманиҙа ул — «пәрҙә», тип әйтелгән. Ғәрәпсә-урыҫса һүҙлектә был һүҙ «сафландырыу, пакландырыу» тип тәржемә ителгән.
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф. Ләм. Мим. Сад.
2. Был — кешеләрҙе (Ҡиәмәт тураһында) киҫәтеү, (гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланһындар тип) уларға өгөт биреү өсөн һиңә индерелгән бер Китаптыр (Ҡөръән). Инде һин был мәсьәләлә күкрәгеңдә борсоу һаҡлама. (3) Раббығыҙҙан һеҙгә индерелгәнгә (Ҡөръәнгә) эйәрегеҙ. Уны ташлап, башҡа яҡлаусылар артынан эйәреп китмәгеҙ. Аһ, һеҙ (уҙғандарҙан) ни ҡәҙәр ҙә әҙ һабаҡ алаһығыҙ. (4) Күпме дәүләттәрҙе Беҙ һәләк иттек. Төндә (йоҡлағанда) йәки көндөҙ ләззәт кисеп ятҡанда ғазабыбыҙ улар өҫтөнә төштө.
5. Өҫтәренә әфәт килгәс:
— Беҙ, ысындан да, залим кешеләр икәнбеҙ, — тип ҡысҡырыуҙарынан башҡа бер ни ҙә ҡалманы. (6)Әлбиттә, үҙҙәренә пәйғәмбәрҙәр индерелгән ҡәүемдәрҙе лә, пәйғәмбәрҙәрҙең үҙҙәрен дә яуапҡа тартасаҡбыҙ.
7. Хаҡтыр, Беҙ уларға, (Ер йөҙөндә нимә ҡылғандары тураһында) теүәл белгәнебеҙсә, тәфсилле һөйләп бирербеҙ. (Сөнки) Беҙ (бер генә миҙгелгә лә) улар янынан китмәйбеҙ. (8)Ул Көндө үлсәү ғәҙел буласаҡ. Кемдең сауап өлөшө ауыр тартһа, шулар инде ҡотолошҡа ирешкән булыр. (9)Кемдең (сауабы) еңел тартһа, бына шулар инде аяттарыбыҙға ҡаршы хаҡһыҙлыҡ иткәндәренә күрә, үҙҙәренә зыян эшләгән кешеләр булыр. (10)Дөрөҫө шул бит, Беҙ һеҙҙе Ер йөҙөнә урынлаштырҙыҡ һәм һеҙгә йәшәү шарттары бирҙек. Шул ҡәҙәр ҙә әҙ шөкөр иттегеҙ. (11) Хаҡтыр, һеҙҙе яралттыҡ: һуңынан һеҙгә рәүеш бирҙек, унан һуң фәрештәләргә:
— Әҙәмгә сәждә итегеҙ, — тип бойорҙоҡ. Иблистән башҡалары сәждә итте. Ул (Әҙәмгә) баш эйеүселәрҙән булманы. (12) Аллаһ әйтте:
— Мин һиңә ҡушҡандан (сәждә итеүҙән) баш тартырға ни сәбәп булды? — тине. Иблис әйтте:
— Мин унан өҫтөнөрәк. Сөнки мине уттан яралттың, уны балсыҡтан ғына, — тине. (13) Аллаһ:
— Сығып кит бынан (йәннәттән), — тине, — Бында тәкәбберлек күрһәтеү ярамай. Кит! Сөнки һин инде ҡарғалғандар рәтендә, — тип бойорҙо. (14) Иблис:
— Миңә кешеләр яңынан терелгәнсегә (Ҡиәмәт көнөнә) саҡлы ваҡыт бир, — тине. (15) Аллаһ әйтте:
— Бар, кит, һин Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр йәшәй алаһың, — тине. (16) Иблис әйтте:
— Һин мине аҙғынлыҡҡа мәхкүм иттең, шуға күрә, мин дә уларҙы аҙҙырыр өсөн һинең тура юлың өҫтөндә утырасаҡмын, — тине. (17) Унан һуң, ант итеп әйтәм, уларҙың Аллаһтарына, арҡа яҡтарына, уңдарына, һулдарына төшәсәкмен. Уларҙың күбеһен һин шөкөр итеүселәр араһында тапмаҫһың, — тине (Иблис). (18)(Аллаһ) әйтте:
— Әйҙә, бар! Ҡарғалыулы һәм мәсхәрәле рәүештә бынан сығып кит! Хаҡтыр, һиңә эйәргәндәр менән барығыҙҙы туплап, йәһәннәмде тултырасаҡмын, — тине.
19. Әй, Әҙәм, һин ҡатының менән йәннәткә урынлашып, теләгәнегеҙ ерҙә ризыҡ йыйығыҙ. Бары тик бына ошо ағасҡа ғына ҡағылмағыҙ. Юҡһа, һеҙ ҙә залим булырһығыҙ.
20. Ҡаплаулы ғәүрәттәрен үҙҙәренә күрһәтер өсөн, шайтан (уларҙың күңеленә) вәсүәсә һалды һәм:
— Раббығыҙ һеҙ фәрештә булмаһын йәки үлемһеҙгә әүерелмәһен тип, был ағастан тыйҙы, — тип әйтте. (21) Һәм уларға (Иблис):
- Мин һеҙгә яҡшы нәсихөт биреүсеҙер, - тип ант итте.
22. Вәсүәсәгә һалып, ул уларҙы хәйлә менән алданы. Ағас емешен ашағандан һуң, уларҙың оят ерҙәре күҙҙәренә салынды. Һәм улар йәннәт япраҡтарынан ҡаплауыс үрергә тотондолар. Раббы уларға:
— Мин һеҙгә: ул ағасҡа ҡағылырға ярамай, тип әйтмәнемме һәм шайтан һеҙҙең иң хәтәр дошманығыҙ, тип әйтмәнемме? — тип ҡысҡырҙы.
23. (Әҙәм менән ҡатынына) әйттеләр:
— Йә, Раббыбыҙ, үҙебеҙҙе харап иттек. Әгәр беҙҙе кисермәһәң, ярлыҡамаһаң, һис шикһеҙ, зарар күреүселәрҙән булырбыҙ, — тинеләр.(24)Аллаһ:
— (Иблис менән Әҙәм) бер-берегеҙгә дошман булып (ергә) төшөгөҙ. Һеҙгә Ер йөҙөндә, билгеләнгән ваҡытҡа саҡлы, тормош итер өсөн урын булыр. (25) Шунда йәшәрһегеҙ, шунда үлерһегеҙ, шунан (Ҡиәмәткә) сығарылырһығыҙ. (26) Әй, Әҙәм балалары, оят ерҙәрегеҙҙе ҡаплар өсөн кейем, биҙәкле күлдәктәр яралттыҡ. Тәҡүәлек (саф әхләҡ, диндарлыҡ) - кейемдәрҙең иң гүзәлелер. Былар Аллаһтың ғәләмәтләрелер. Бәлки яҡшылап уйлай торғас, ғибрәт алырһығыҙ. (27) Әй, Әҙәм балалары, ата-әсәгеҙҙе йәннәттән ҡыуҙырыр өсөн, шайтан уларҙың кейемдәрен һалдырып, оят ерҙәрен үҙҙәренә күрһәтте; ул һеҙҙе лә шулай алдамаһын. Сөнки ул (шайтан) һәм уның дуҫтары һеҙҙе күреп тора, һеҙ уларҙы күрмәйһегеҙ. Хаҡтыр, Беҙ шайтандарҙы иманһыҙҙарҙың дуҫы иттек.
28. Улар яманлыҡ ҡылғандан һуң:
- Аталарыбыҙҙың шулай ҡылғандарын күрҙек. Аллаһ та беҙгә шулай ҡылырға бойорҙо, — тип әйтәләр.
Әйт һин:
— Аллаһ яманлыҡ эштәргә ҡушмаҫ. Белмәгән көйөнсә Аллаһҡа ҡаршы һөйләргә нисек баҙнат итәһегеҙ? —тип. (29) Әйт:
— Раббым ғәҙел булырға бойорҙо, — тип.
— Һәр сәждәлә йөҙҙәрегеҙҙе Ҡийблаға табан йүнәлтегеҙ. Аллаһҡа ялбарып, динде Аллаһ ризалығы өсөн (Аллаһ ҡабул итерҙәй) ихлас тотоғоҙ. Ул һеҙҙе әүүәл нисек яралтҡан булһа, шулай уҡ Уның хозурына ҡайтасаҡһығыҙ.
30. Ул бер ҡәүемде тура юлға күндерҙе, икенсеһен аҙаштырҙы. Сөнки улар Аллаһты(ң динен) ташлап, шайтандарҙы үҙҙәренә дуҫ иттеләр. Шулай ҙа, улар үҙҙәрен тура юлда тип һанайҙар. (31) Әй, Әҙәм балалары, намаҙ уҡый торған урынға барғанда һәр ваҡыт паҡ кейемдәр кейегеҙ; ашағыҙ, эсегеҙ, ләкин (артығын) исраф ҡылмағыҙ. Аллаһ исрафсыларҙы яратмай.
32.Әйт һин:
- Ҡолдары өсөн Аллаһ яралтҡан зиннәттәрҙе һәм саф ризыҡтарҙы кем харам ҡылды? —тип. - Улар фани донъяла иман килтергәндәр өсөн, айырыуса Ҡиәмәт көнөндә мөьминдәрҙекелер. Бына Беҙ мәғлүмәтле халыҡ өсөн аяттарыбыҙҙы шулай асыҡлайбыҙ.
33. Әйт һин:
— Раббым асыҡ рәүештә, йәшеренеп тә ҡылынған яманлыҡтарҙы, хаҡһыҙ рәүештә золом-гөнаһ ҡылғанығыҙҙы, һис бер дәлилһеҙ берәй нәмәне Аллаһка тиң күреүҙе һәм Аллаһ тураһында белмәгән көйөнсә ялған һөйләүҙе харам итте, — тип.
34.Һәр өммәттең үҙенә тигән әжәле бар. әжәл бер миҙгел һуңламаҫ, бер миҙгелгә алдан да килмәҫ.
35. Әй, Әҙәм балалары, аяттарымды аңлатыр өсөн, үҙегеҙҙең арағыҙҙан сыҡҡан пәйғәмбәрҙәр килер; кем аяттарымдан үрнәк алһа, гөнаһтарҙан тыйылһа, шуларға ҡурҡыныс юҡ һәм улар хәсрәт эсендә ҡалмаҫ. (36)Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарып, тәкәберләнеп, уларҙан йөҙ сөйөргәндәр ҙә бар, бына шулар инде тамуҡ киҫәүе булыр. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. (37) Аллаһ тураһында ялған һөйләгән, Уның аяттарын ялғанға сығарырға маташҡан кешенән дә ҡәбәхәтерәк берәү бармы икән? Китапта яҙылған өлөштәре (вәғәҙә ителгән яза) улар өҫтөнә төшәсәк. Һуңынан илселәребеҙ (фәрештәләребеҙ) килеп йәндәрен алғанда:
— Аллаһҡа тиң күреп табынған ялған тәңреләребеҙ ҡайҙа? – тип әйтерҙәр. — Улар беҙҙе ташлап ҡасты, — тип әйтерҙәр. Һәм кәфер булғанлыҡтарына үҙ баштарына шәһәдәт итерҙәр. (38) (Аллаһ) әйтер:
— Һеҙҙән элек килеп киткән ен һәм кеше ҡәүемдәре менән бергә һеҙ ҙә утҡа керегеҙ, — тип әйтерҙәр.
Һәр халыҡ утҡа кергәндә юлдаштарына ләғнәттәр. Береһе артынан икенсеһе кереп, шунда (йәһәннәмдә) йыйылғанда, арттағылары алдағылары хаҡында әйтер:
— Әй, Раббыбыҙ, беҙҙе бына былар һаташтырҙы. Шуға күрә, уларҙы икеләтә утта ғазапла, — тип әйтерҙәр.
Аллаһ уларға:
— (Гөнаһлы) һәр кем өсөн икеләтә ғазап барҙыр, ләкин һеҙ был турала белмәйһегеҙ генә, - тип әйтер.
39. Алдан йөрөгәндәр арттағыларына әйтер:
— Беҙҙең ҡаршыла һеҙҙең бер ниндәй ҙә өҫтөнлөгөгөҙ юҡ. Шуға күрә, һеҙ ҙә ҡылғандарығыҙға теүәл яза күрегеҙ, — тип әйтерҙәр.
40. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарып, үҙҙәрен бөйөк күрһәтергә теләгәндәр бар, бына шуларға инде Күк ишектәре асылмаҫ һәм улар, дөйә энә күҙе аша уҙғанға саҡлы, йәннәткә кермәҫ. Гөнаһлыларҙы бына шулай язаларбыҙ. (41) Улар өсөн йәһәннәм утынан яһалған түшәктәр, өҫтәренә ябынырға утлы юрғандар әҙерләнгән. Бына Беҙ залимдарҙы шулай ғазапларбыҙ.
42. Иманлы булып, изгелек ҡылғандар йәннәт әһелдәрелер. Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Бер кемгә лә көсө етмәгәне ҡәҙәр вазифа йөкләмәйбеҙ. (43) (Йәннәткә кергәндәрҙең) күңелдәрендәге барса юшҡынды (асыуҙы) сығарырбыҙ; арыҡтарҙан һыуҙар ағыҙырбыҙ, һәм улар әйтер:
— Тура юлы менән беҙҙе ошо ниғмәттәр менән ҡауыштырған Аллаһҡа дан. Аллаһ беҙҙе тура юлға күндермәгән булһа, үҙ көсөбөҙ менән тура юлды таба алмаған булыр инек. Хаҡтыр, Аллаһтың илселәре беҙгә Хәҡиҡәт алып килгән булғандар икән, — тип әйтерҙәр.
— Бына һеҙгә, ҡылған изгелектәрегеҙ өсөн түләү — ул йәннәт — һеҙ уның вәриҫтәре булдығыҙ, — тип әйтерҙәр. (44) Йәннәттәгеләр йәһәннәмдәгеләрҙән:
— Раббыбыҙ вәғәҙә иткәнде ысынлап та беҙ таптыҡ, һеҙ ҙә Раббығыҙ вәғәҙә иткәндәрҙе ысынлап таптығыҙмы һуң? — тип һорарҙар. Тегеләре:
— Әлбиттә, таптыҡ, — тип яуапланыр. Һәм араларынан берәү:
— Залимдар өҫтөнә Аллаһтың әсе ҡәһәре төштө, — тип ҡысҡырыр. — (45) Аллаһ юлынан тайпылғандарҙы, шул юлды боҙорға теләгән залимдарҙы, Әхирәтте лә инҡар итеүселәрҙе (ләғнәт һуҡты). (46)Шул ике тараф (ожмах менән тамуҡ) араһында бер ҡорма-аралыҡ бар, Әғрәф (кәртәләр) өҫтөндәге йәннәткә керәсәк кешеләрҙе айырым билгеләренән танып:
— Сәләм һеҙҙгә, — тип баш эйәсәктәр. Был әҙәмдәр үҙҙәре йәннәткә әле кермәгән, ләкин керергә нык өмөт итәләр.
47. Йәһәннәм әһелдәрен күргәс улар:
— Йә, Раббыбыҙ, беҙҙе залимдар менән бергә урылаштырмаһаң ине, — тип ялбарырҙар.(48)Әғрәф ҡалҡыулығындағылар уларҙы (йәһәннәмгә китәсәктәрҙе) тамғаларынан танып әйтер:
— Туплаған байлығығыҙ ҙа, тәкәбберлегегеҙ ҙә һеҙгә файҙа килтермәне, — тип әйтерҙәр. (49) — Аллаһ уларға һис ниндәй ҙә рәхмәт индермәйәсәк, тип һеҙ ант иткән инегеҙ түгелме? — тип Әғрәф әһелдәренән һорарҙар (һәм иманлыларға табан боролоп)
— Керегеҙ йәннәткә. Һеҙгә бынан һуң ҡурҡыу булмаҫ. Һәм һеҙ ҡайғыларға дусар булмаҫһығыҙ, - тип әйтерҙәр. (50) Йәһәннәмгә керәсәктәр йәннәт әһелдәренә былай тип әйтер:
— Зинһар, һыу бирегеҙ, йә булмаһа, Аллаһ һеҙгә биргән ризыҡтан беҙгә лә бер аҙ ғына өлөш сығарығыҙ, — тип ялынырҙар. Улар (йәннәт әһелдәре) иһә:
— Аллаһ быларҙы кәферҙәргә харам ҡылды, — тип әйтәсәк. (51) Ул кәферҙәр фани донъя тормошона алдандылар. Улар диндәрен бер уйын-шаярыу кеүек итеп тоттолар. Улар ошо көнгә ҡаласаҡтарын (киҫәтеүҙәрҙе) онотто, хатта аяттарыбыҙҙы инҡар итте, шулай булғас, Беҙ ҙә уларҙы «оноттоҡ» (рәхмәтебеҙҙән мәхрүм иттек).(52)Хаҡтыр, уларға, иман килтергән ҡәүем өсөн, юл күрһәтеүсе һәм рәхмәтем булараҡ, ғилем менән аңлатыла торған бер Китап килтерҙек. (53) Улар (кәферҙәр) Аллаһ киҫәтеүенән башҡа берәй нәмә көтәме ни? Вәғәҙә ителгән Көн килеп еткәс, (был Көн килаһен) алдан уҡ онотҡан кешеләр әйтер:
- Раббыбыҙҙың илселәре килтергәндәр хаҡ булып сыҡты. Хәҙер беҙҙең яҡлаусыларыбыҙ бармы, беҙҙе яҡлашһындар йәки беҙҙе фани донъяға ҡайтарһындар, беҙ ҡылғандарыбыҙҙан айыры булараҡ, изгелекле ғәмәлдәр ҡылыр инек.
Улар, ысынлап та, үҙҙәренә зыян-яҙыҡ эшләнеләр, табынған уйҙырма һындары ла уларҙы ташлап, юҡ булды.
54. Хаҡтыр, Раббыбыҙ алты көн эсендә күктәрҙе һәм Ерҙе яралтты. Унан һуң Ғәрештә (тәхеттә) Үҙенең хакимлеген урынлаштырҙы. Ул төндө көн менән ҡаплап, уларҙы өҙлөкһөҙ алыштырып тора. Ҡояшты, Айҙы һәм йондоҙҙарҙы үҙ бойороғына буйһонған хәлдә яралтыусы — Аллаһтыр. Мәғлүмдер, юҡтан бар итеү ҙә, улар менән идара итеү ҙә Аллаһҡа хастыр. Ғәләмдәрҙең эйәһе Аллаһ ни ҡәҙәр бөйөктөр.