Нғәм (Мал-тыуар) сүрәһе 7 страница

171.Бер ваҡыт (күләгә яһаусы болот кеүек итеп) Исраил тоҡомоның баш осона тауҙы күтәрҙек; улар, өҫтөбөҙгә тау төшәсәк икән, тип ҡурҡтылар.

Беҙ уларға әйттек:

— Һеҙгә биргәнемде (таҡтаға яҙылған Тәүрәтты) ҡеүәте­геҙҙән килгәнсә һаҡлаһағыҙ (боҙмаһағыҙ) һәм шунда яҙылғандарҙы онотмаһағыҙ, ҡотолорһығыҙ, — тинек. (172) Ҡиәмәт көнөндә:

- Беҙ бынан хәбәрһеҙ инек, - тип әйтмәһендәр өсөн, Раббың әҙәм балаларынан, уларҙың тәненән тоҡомда­рын сығарҙы, уларҙы үҙенә шаһит итте һәм әйтте:

— Мин һеҙҙең Раббығыҙ түгелме ни? — тине. Улар ҙа:

— Әлбиттә, шаһит булдыҡ (Һин беҙҙең Раббыбыҙ), — тинеләр.

173. — Әүәлеңдә ата-бабаларыбыҙ Аллаһтан башҡалар­га табына ине; беҙ уларҙан һуң килгән тоҡом (улар табын­ғанға табындыҡ); ялғанға эйәргәндәрҙең ҡылған эштәре өсөн беҙҙе лә һәләк итерһеңме ни инде? — тип аҡланырға теләмәһендәр өсөн (шулай эшләнек).(174)Бәлки (бер Аллаһҡа ғына инанырҙар) инҡарсылыҡтан уаз кисерҙәр тип, аяттарыбыҙҙы шулай тәфсилләп аңлатабыҙ. (175) Һин уларға үҙенә аяттар индерелгән кеше тураһында уҡып күрһәт: ул аяттарымды инҡар итте, шуға күрә, шайтан уны үҙ артынан эйәртте, ул кеше аҙғын юлға баҫты.

176. Теләгән булһаҡ, һис шикһеҙ, аяттарыбыҙ ярҙамында Беҙ уны юғары дәрәжәгә күтәргән була инек. Ләкин ул донъя малына йәбеште һәм ҡомһоҙлоҡ нәфсеһенә эйәрҙе. Уның хәле хас эт тормошо кеүек ине. Янына табан килә башлаһаң да, телен сығарып йыш-йыш һулар, янынан китһәң дә, телен аҫылындырып һулап ҡалыр. Бына, аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙың хәле шундай булыр. Был ҡиссаны аңлатып бир, бәлки ҙә һабаҡ алырҙар. (177) Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға теләгәндәрҙең хәле үҙҙәренә зарар эшләүсе ҡәүемдеке кеүек — ямандыр. (178) Аллаһ әмере менән барған кеше тура юлды табыр. Ул аҙаштырған кеше күп зыян күрер. (179)Дөрөҫө шул, Беҙ ендәр менән кешеләр­ҙең күбеһен йәһәннәм өсөн яралттыҡ. Уларҙың йөрәктәре лә бар, ләкин зиһендәре юҡ, күҙҙәре лә бар — күрмәй, ҡолаҡтары ла бар — ишетмәй. Улар хайуандар кеүек, хатта уларҙан да мәхлүгерәк. Сөнки улар ғәмһеҙ, наҙан; Аллаһ һүҙҙәренә иғтибарһыҙ ҡала бирәләр.

180. Иң гүзәл исемдәр Аллаһтың исемдәреҙер. Шулай булғас, шул гүзәл исемдәр менән доғалар уҡығыҙ. Уның исемдәрен боҙоусыларҙы ташлап китегеҙ. Ҡылған гөнаһтарына күрә, улар язаһын аласаҡ.

181. Беҙ яралтҡан халыҡтар араһында шундай бер өммәт бар: һис туктамайынса Хәҡиҡәтте (Аллаһ әмерҙәрен) алға ебәреүсе, ғәҙеллек урынлаштырыусы. (182) Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусыларҙы, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, әкрен-әкрен һәләкәткә килтерәбеҙ.

183. Мин уларға кисектереү (бер аҙ ваҡыт, кисектереү, һынау ваҡыты) бирәм, әммә минең язам (хәйләм) бик тә хәтәр буласаҡ. (184) (Мөхәммәдтең) аҡылдан яҙмағанлығы тураһында ҡәүемдәштәре уйлап ҡараманымы ни? Ул бары тик (алда ҡурҡыныс яза барлығы тураһында) иҫкәртеүсе генә. (185)Күктәр һәм Ерҙәге төҙөк тәртип (менән идара итеүсе Аллаһ икәнле­ге) тураһында уйлап ҡараманылармы? Аллаһ яралтҡан һәр нәмәгә иғтибар итеп, әжәлдең (бөтөн донъя ғарасатының) киләсәгенә ышанып ҡарамайҙармы? Шулай булғас, улар (Ҡөръәндән башҡа) тағын ниндәй китапҡа ышанырҙар икән инде? (186) Аллаһ аҙаштырған кешегә Аллаһтан башҡа тура юл күрһәтеүсе булмаҫ. Һәм Ул уларҙы аҙғынлыҡ эсендә аҙашҡан килеш ҡалдырыр. (187) Һинән Ҡиәмәттең ҡасан киләсәге тураһында һорайҙар. (Әйтерһең дә, һин быны бе­ләһең.) Әйт һин уларға:

— Был туралағы мәғлүмәт фәҡәт Аллаһтың үҙендә генә(ҙер), — тип. — Уның ваҡытын Унан башҡа зат асыҡлай алмаҫ. Күктәр һәм Ерҙәгеләргә лә был ауыр мәсьәлә. Ул һеҙгә ҡапыл килер, — тип. — Был туралағы мәғлүмәт фәҡәт Аллаһтың үҙендә генә, — тип. — Кешеләрҙең был турала ғилеме юҡ. (188) Әйт:

— Мин Аллаһтың әмеренән башҡа үҙемә файҙа ла, за­рар ҙа эшләй ала торған көскә эйә түгел, — тип. — Әгәр ҙә мин серҙәрҙе белһә инем, әлбиттә, үҙемә тағын да күберәк файҙа эшләгән булыр инем һәм миңә һис бер әшәкелек йоҡ­маҫ ине. Мин бары тик иман килтергәндәргә вәғәз һөйләүсе һәм ҡыуаныслы хәбәрҙәр еткереүсе генә, — тип.

189. Һеҙҙе бер йәндән (Әҙәмдән) яралтҡан да, уның хозуры өсөн ҡатынын (Һауаны) яралтҡан да — Улдыр. Ул уны ҡаплағас, (Һауа) еңел йөклө булды. Ул бер аҙ ваҡыт шулай йөрөнө. Йөгө ауырайғас, Раббыға:

— Әгәр ҙә Һин беҙгә изгелекле, кәмселекһеҙ бер бала бирһәң, беҙ, һис шикһеҙ, шөкөр итеүселәрҙән булыр инек, — тип доға ҡылдылар. (190). (Аллаһ) уларға сәләмәт бала биргәс, һуңынан кешеләр был баланы Аллаһҡа тиңләштерҙеләр. Аллаһ улар тиңләштергәндән өҫтөн. (191)Улар бит үҙҙәре яралтылған кешеләр. Ҡулдарынан һис нәмә килмәгән, булдыҡһыҙ шул нәмәләрҙе улар (Аллаһҡа) тиң һынайҙармы?

192.Улар (уйҙырма Илаһтар) башҡаларға ла, хатта үҙҙәренә үҙҙәре лә ярҙам итә алмаҫ. (193)Тура юлға са­ҡырһағыҙ ҙа, улар һеҙгә эйәрмәҫ; саҡырмаһағыҙ ҙа эйәрмәҫ, һеҙгә барыбер (нәтижәһе булмаҫ). (194)Аллаһты инҡар итеп, та­бына торғандарығыҙ ҙа һеҙҙең кеүек ҡолдарҙыр. (Әйткәне­геҙ) дөрөҫ булһа, уларҙы (ғийбәҙәт ҡылып) саҡырығыҙ, улар һеҙгә (доғаларығыҙға) яуап бирһен. (195)Уларҙың (һындар­ҙың) йөрөр өсөн аяҡтары бармы, әллә тота торған ҡулдары бармы, әллә күрә торған күҙҙәре бармы, юҡһа, ишетә торған ҡолаҡтары бармы? Әйт:

-Табынғандарығыҙҙы саҡырығыҙ, унан һуң үҙегеҙ бул­дыра алғанса миңә тоҙаҡ ҡороғоҙ, миңә хатта күҙ асырға ла ирек бирмәгеҙ, -тип. (196)- Шик юҡ, минең ярҙамсым — Китап индергән Аллаһ. Ул бөтөн ихлас изгелеклеләрҙең ярҙамсыһыҙыр. (197)Аллаһтан башҡа һеҙ табына торған һындар һеҙгә лә, үҙҙәренә лә ярҙам итерлек ҡеүәткә эйә түгел. (198)(Кәферҙәрҙе) тура юлға сығарырға теләһәгеҙ, улар һеҙҙе ишетмәҫ, һин уларҙың һиңә ҡарап торғандарын күрерһең, ләкин улар һине күрмәҫ. (199)(Эй, Рәсүлем) һин ярлыҡаныу юлын тот (киң күңелле бул, кешеләрҙе кисерә бел). Изгелеккә саҡыр һәм наҙандарҙан йыраҡ тор. (200)Шайтан һине (юлдан яҙырға, гөнаһ ҡылырға) ҡоторта башлаһа, Аллаһҡа һыйын. Ул ишетеп-күреп тора. (201)Тәҡүәлеккә ирешкәндәргә шайтан ҡотортоуы ҡағыла башлаһа, (Аллаһты иҫкә төшөрөп, зикер итәләр) һәм тура юлды бик тиҙ табалар. (202) (Шайтандар иһә) дуҫтарын (наҙандарҙы, боҙоҡлоҡҡа тартылғандарҙы) аҙғынлыҡҡа һөйрәйҙәр, унан һуң инде улар (тоҙаҡҡа эләккәндәрҙе тиҙ генә) ысҡындырмайҙар.

203. Әгәр ҙә һин уларға мөғжизә (аяттар) килтермәйенсә торһаң, улар:

— (Ни өсөн былай оҙаҡланың?) Үҙеңдән сығарып туплаһаң (һөйләһәң) ине, — тип әйтәләр.

Әйт:

— Мин бары тик Аллаһ уахи иткән әмерҙәр буйынса ғына эш йөрөтәм. Был (Ҡөръән) — Раббыбыҙҙан килгән күңел күҙҙәре­геҙҙе аса торған аяттарҙыр; иман килтергәндәр өсөн тура юл һәм мәрхәмәттер, — тип.

204. Ҡөръән уҡылғанда бер тауышһыҙ тыңлағыҙ: һеҙ Аллаһтың ярлыҡауына юлығырһығыҙ. (205) Иртәләрен, кистәрен үҙ алдыңа, ҡаты булмаған тауыш менән, ялбарыу менән, ҡурҡыу менән Раббыңды иҫкә ал (ғийбәҙәт ҡыл, намаҙ уҡы). Хәбәрһеҙҙәрҙән (ғәмһеҙҙәрҙән) булма. (206)Шик юҡ, Раббы ҡатындағылар (фәрештәләр) Уға ҡоллоҡ итеүҙәре менән тәкәбменәннмәйҙәр. Уны маҡтайҙар һәм бары тик Аллаһҡа ғына сәждә итәләр.

Наши рекомендации