Имран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе 10 страница
145. Аллаһтан хәбәр иңмәйенсә, һис бер кемгә әжәл килмәҫ; (үлем) тәҡдирҙә яҙып ҡуйылған сәғәттә генә килер. Кем дә кем был донъяла ниғмәт-сауап теләһә — бирербеҙ, кем иһә Әхирәт сауабын теләһә, уны ла бирербеҙ. Беҙ шөкөр итеүселәргә әжер бирәбеҙ.
146. Күпме пәйғәмбәрҙәр килеп китте, улар менән иңгә иң ҡуйып, күпме мөьминдәр (Жиһад юлында) һуғышты, улар Аллаһ юлындағы көрәштәрҙә ҡурҡаҡ һәм ваҡ йәнле булманылар, (дошманға) буйһонманы. Аллаһ сыҙамдарҙы ярата. (147) Бына улар әйткән һүҙ:
— Йә, Раббыбыҙ, беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы һәм эшебеҙҙә сиктән ашҡан хаталарыбыҙҙы ярлыҡа. (Һуғышҡанда) теҙ быуындарыбыҙҙы нығыт. Кәферҙәргә ҡаршы беҙгә ярҙамсы бул, — тигәндәренән башҡа һүҙ юҡ. (148) Ниһайәт, Аллаһ уларға һәм донъя ниғмәтен (мал, шәрәф, дан-шөһрәт), һәм Әхирәт сауабының гүзәллеген бирҙе. Аллаһ изгелекле ғәмәлдә булғандарҙы ярата.
149. Әй, иман килтергәндәр, әгәр кәфер иткәндәргә буйһонһағыҙ, улар һеҙҙе иманығыҙҙан яҙҙырып, яңынан кәфер яһарҙар һәм хәтәр бәләләргә тарығандар хәленә төшөрөрҙәр.
150. Хаҡтыр, һеҙҙең ярҙамсығыҙ Аллаһтыр. Ул — ярҙам итеүселәрҙең иң хәйерлеһе.
151. Беҙ кәферҙәрҙең күңелдәренә ҡурҡыу һалдыҡ, сөнки улар, Аллаһтан әмер килмәгән көйөнсә, Аллаһҡа тиңдәш итеп мәхлүҡҡә табына. Уларҙың барасаҡ ере лә йәһәннәмдер. Ғәҙелһеҙ залимдарҙың бараһы ере бик тә хәтәр урын.
152. Аллаһ һеҙгә биргән вәғәҙәһен үтәне. Аллаһ ярҙамы менән һеҙ кәферҙәрҙе еңә башланығыҙ. Ниһайәт, шундай бер форсат асылды, Аллаһ теләгегеҙҙе (еңеүгә ынтылышығыҙҙы) башҡарырға һеҙгә мөмкинлек бирҙе, ләкин һеҙ ҡаушап ҡалдығыҙ. (Пәйғәмбәрҙең) әмере хаҡында тартҡылаша башланығыҙ. Һеҙҙең донъя теләктәрегеҙ ҙә, Әхирәт теләктәрегеҙ ҙә бар ине. Һуңынан Аллаһ һеҙҙе һынап ҡарау өсөн (бер-берегеҙгә кемдең кем икәнен күрһәтер өсөн) һеҙҙе уңыштан ситкә борҙо һәм Ул һеҙҙе ғәфү итте. Аллаһ ысынлыҡта мосолмандарға миһырбан эйәһелер.
153. Ул ваҡытта һеҙ, күҙегеҙгә аҡ-ҡара күренмәҫтән (һуғыш майҙанынан) тауға табан ҡаса инегеҙ. Пәйғәмбәр иһә һезҙҙең артығыҙҙан (минең янға йыйылығыҙ, тип) ҡысҡырып ҡалды. Шуға күрә, Аллаһ һеҙҙе әфәт өҫтөнә әфәт биреп язаланы. Ҡулығыҙҙан ысҡынғанға (ғәнимәт малына) ла, башығыҙға төшкәнгә лә ҡайғырмағыҙ. Аллаһ һеҙ нимә ҡылһағыҙ ҙа белеп тора.
(Ғәнимәт - һуғышта еңелгән дошмандың, дәүләттең малын еңеүселәр ала. Бына шул мал «ғәнимәт» тип атала. Һуғышта үлтерелгән дошмандың шәхси әйберҙәрен: атын, ҡоралдарын, ҡатындарын еңеүсе ала. Бына шулар «үлжә» тип атала. Урыҫсаһы -трофей.)
154. Һуңынан, ҡайғынан һуң, Ул һеҙгә тыныс йоҡо бирҙе, бер төркөмөгөҙҙө йоҡо алды, икенселәрегеҙҙең күңеленә шом кереп ятты. Улар Аллаһ хаҡында жәһилийәт заманындағы кеүек (Ҡөръән ингәнсегә тиклем ваҡыттағы кеүек) кәфер фекер йөрөтә башланы:
— Был эштән беҙгә ниндәй файҙа? — тинеләр. Әйт һин уларға:
— Барса эштәр ҙә Аллаһтыҡы, — тип.
Улар күңелдәрендә һиңә әйтмәгән мәкер һаҡлайҙар. Улар:
— Был эштәрҙән беҙгә файҙа булһа, беҙ был урында үлтерелмәгән дә булыр инек, — тип әйтәләр.
Шулай ҙа, һеҙ өйҙәрегеҙҙә ҡалған булһағыҙ ҙа, тәҡдиренә үлтереләсәге яҙылған булғандар, үлтереләсәк урынға үҙҙәренән үҙҙәре сығып киткән булырҙар ине. Аллаһ эсегеҙҙәге мәкерле уйларығыҙҙан арындырыу һәм күңелдәрегеҙҙе пакландырыу өсөн шулай ҡылды. Күңелдәрегеҙҙә нимә бар – бөтөнөһөн дә Аллаһ белеп тора.
155. Хаҡтыр, (Ухуд һуғышында) ике ғәскәр ҡара-ҡаршы килгән көндө һеҙҙе ташлап ҡасҡандарҙы ҡайһы бер хаталары арҡаһында шайтан абындырҙы. Йәнә лә Аллаһ уларҙы ғәфү итте инде. Аллаһ ярлыҡаусы , сабыр һәм баҫынҡы.
156. Ий, иман килтергәндәр, һеҙ кәфер итеүселәр һәм донъя буйлап сәфәргә сыҡҡан йәки һуғышта ҡатнашҡан ҡәрҙәштәре хаҡында:
— Әгәр беҙҙең янда (өйҙә) ҡалған булһалар, үлмәгән булырҙар ине, уларҙы үлтермәгән булырҙар ине, — тип әйтеүселәр кеүек булмағыҙ.
Аллаһ быны, уларҙың йөрәктәре хәсрәткә талһын, тип башҡарҙы. Йәнде индергән дә, йәнде алған да — Аллаһтыр. Һеҙ ҡылғандарҙың барыһын да Аллаһ күреп торор. (157)Әгәр Аллаһ юлында үлтерелер йәки үләр булһағыҙ, шуны белеп тороғоҙ, Аллаһтың ярлыҡауы һәм рәхмәте улар йыйған бөтөн байлыҡтан да хәйерлерәктер. (158) Ысынлап та, үлһәгеҙ йәки үлтерелһәгеҙ ҙә Аллаһ хозурында йыйыласаҡһығыҙ. (159) Аллаһтың рәхмәте менән һин уларға миһырбанлы булдың, әгәр ҙә һин уларға рәхимһеҙ булһаң, һис шикһеҙ, улар һинән ҡасыр ине. Уларҙы һин кисер инде. Уларҙың гөнаһтары кисерелһен, тип доға ҡыл, улар менән кәңәшләшеп эш башла. Ныҡлы бер ҡарарға килһәң дә, Аллаһҡа тәүәкәллә. Сөнки Аллаһ Үҙенә тәүәкәлләгәндәрҙе ярата.
160. Аллаһ һеҙгә ярҙам итеп торғанда һеҙҙе һис кем еңә алмаҫ. Әгәр Ул һеҙҙе ташлаһа, унан башҡа һеҙгә кем ярҙам итер? Мөьминдәр бары тик Аллаһҡа ғына таянырға тейеш.
161. Пәйғәмбәр аманатҡа хыянат итмәҫ. Кем аманатҡа хыянат итһә, Ҡиәмәт көндө шул хыянат йөгөн күтәреп, Аллаһ хөкөмөнә килер. Һуңынан һәр кем изгелегенә күрә сауап, һәр кем үҙ гөнаһаһына теүәл яза алыр, һис кем хаҡһыҙға артығы менән язаланмаҫ.
162. Аллаһтың ризалығына эйәргән кеше менән Аллаһтың асыуына дусар булған кеше тигеҙ булырмы? Һуңғыһының урыны йәһәннәмдер. Йәһәннәм иһә бик тә хәтәр урындыр.
163. Уларға (Аллаһ ризалығын алғандарға) Аллаһ ҡатында дәрәжәләр бар. Аллаһ уларҙың ҡылғандарын күреп тороусы.
164. Хаҡтыр, (жәһиллек заманндарында) ап-асыҡ һәм мотлаҡ аҙашҡан булһалар ҙа, үҙ араларынан пәйғәмбәр һайлап, Аллаһ мөьминдәргә ғәйәт киң рәхмәтле булды. Пәйғәмбәр уларға Аллаһ аяттарын уҡый, уларҙы яманлыҡтарҙан арындыра, уларға Китапты (Ҡөръәнде) һәм хикмәттәр өйрәтә.
165. (Бәдер һуғышында дошманығыҙ башына) ике ҡат бәлә килтерҙегеҙ, (Ухуд һуғышында) үҙегеҙгә ҡайғы килгәс, һеҙ:
— Был ҡайғы ҡайҙан (ни өсөн) килде? — тип әйттегеҙ. Әйт һин:
— Ул ҡайғы үҙегеҙҙән, — тип. Шөбһәһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә.
166. Ике ғәскәр ҡапма-ҡаршы һуғышҡанда һеҙгә килгән ҡайғы (еңелеүегеҙ) Аллаһ ихтыяры менән булды. Ысын мөьминдәрҙең кем икәнен асыҡлар өсөн. (167) Һәм монафиҡтарҙың ысын йөҙөн асыу өсөн ине. Уларға:
— Килегеҙ, Аллаһ юлында һуғышығыҙ йәки үҙегеҙҙе ҡотҡарыу яғын ҡарағыҙ, — тип әйтелде. Улар:
— Һуғыша белһәк, һеҙгә эйәргән булыр инек тә, — тинеләр. Улар ул көндө иманлы булыуға ҡарағанда, кәферлеккә яҡыныраҡ тора ине. Күңелдәрендә булмағанды улар ауыҙҙары менән һөйләп торҙолар. Әммә, Аллаһ уларҙың күңелендәге йәшерен уйҙарын белеп тора. (168) Үҙҙәре һуғышҡа бармайынса, һуғышҡа киткән туғандары тураһында:
— Беҙҙең һүҙҙе тотҡан булһалар, үлтерелмәгән булырҙар ине, — тип һөйләүселәргә әйт:
— Әгәр ҙә һеҙ, ысындан да, хаҡлы икәнһегеҙ, улайһа, үҙегеҙгә килә торған үлемде лә кире бороғоҙ, (ҡулығыҙҙан килһә), — тип. (169) Аллаһ юлында һәләк булғандарҙы (шаһидтарҙы) һин үлгәнгә иҫәпләмә. Киреһенсә, улар тереҙер һәм Раббы янында ризыҡлыҙыр. (170) Аллаһ рәхмәте менән бирелгән ниғмәттәр өсөн ҡыуанып, уларҙан һуң да киләсәк шаһидтар хаҡында:
— Уларға һис бер ҡурҡыныс булмаҫ, уларға ҡайғы-яза ла булмаясаҡ, — тип ҡауышыуҙан алдан уҡ хисләнеп, һөйөнәләр. (171) Улар Аллаһтан килгән ниғмәттәргә һәм уның йомартлығына һөйөнәләр. Иман килтереп, изге ғәмәлдәр ҡылғандарға тейәсәк әжерҙе Аллаһ йуймаҫ. (172) (Ухуд һуғышында) йәрәхәтләнгәндән һуң Аллаһтың һәм Пәйғәмбәрҙең өндәүен ҡабул итеп, изгелек ҡылғандар, тәҡүә, диндар булғандар өсөн бик ҙур әжер буласаҡ.
173. Бер төркөм кешеләр мөьминдәргә:
- Дошмандарығыҙ һеҙгә ҡаршы ғәскәр тупланы, бер үк һаҡ булығыҙ, — тип әйткәс, мөьминдәрҙең иманы тағын да арта төштө, улар әйтте:
— Аллаһтың ярҙамы беҙгә етәр, Ул яҡшы (ярҙамсы) вәкилдер.
174. Шулай итеп, улар үҙҙәренә һис бер зыян килтермәйенсә, Аллаһтың йомартлығы биргән ниғмәттәрҙе төйәп ҡайтты. Улар Аллаһтың ризалығына лайыҡ булды. Аллаһ — миһырбан һәм йомартлыҡ эйәһеҙер.
175. Ысынлыҡта иһә, мосолмандарҙы (кәфер ғәскәре килә, тип) үҙ дуҫтары менән ҡурҡытыусы шайтандыр. Иманлы булһағыҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ, бары тик Минең язамдан ғына ҡурҡығыҙ.
176. Кәферлектә ашҡынып ярышыусыларға ҡарап, һин хафаланма. Улар Аллаһҡа һис бер зарар килтерә алмаҫ. Әхирәт көнөндә Аллаһ уларға яҡшы өлөш сығармаҫ. Уларға бик тә хәтәр яза әҙерләнгән.
177. Шуныһы хаҡтыр, иманын һатып, кәфер булғандар Аллаһҡа һис бер зарар ҡыла алмаҫ. Улар өсөн хәтәр ғазап әҙерләнгән.
178. Кәфер иткәндәр (язалары кисектерелгәнгә күрә) үҙҙәре өсөн хәйерле, тип яңғылышмаһындар. Гөнаһтарын арттыра төшһөн тип, Аллаһ уларға форсат бирә. Уларға хәтәр ғазап бар.
179. (Ий, монафиҡтар!) Яҡшыны ямандан айырмайынса, Аллаһ мөьминдәрҙе һеҙ йәшәй торған хәлдә ҡалдырмаҫ. Һуңынан нәжесте пактан айырасаҡ. Аллаһ һеҙгә күҙ күрмәҫ йәшерен серҙәр менән таныштырмаҫ. Ләкин Аллаһ пәйғәмбәрҙәрҙе үҙе теләгән кешеләр араһынан һайлап ала. Аллаһҡа һәм уның рәсүлдәренә иман килтерегеҙ. Иман килтерһәгеҙ, (тәҡүә, диндар булһағыҙ) һеҙҙең өсөн ғәләмәт ҙур әжер әҙерләнгән.
180. Аллаһтан ниғмәттәр алып та, һаран булған кешеләр: һаранлығыбыҙ үҙ файҙабыҙға, тип уйламаһындар, киреһенсә, был (һаранлыҡ) улар өсөн бик тә насар булып сығасаҡ. Һаранлыҡтарына күрә, йыйылған малдары Ҡиәмәт көнөндә уларҙың муйындарына сорналасаҡтыр. Күктәрҙең, Ерҙең мираҫы — Аллаһтыҡылыр. Аллаһ һеҙ ҡылғандарҙан хәбәрҙарҙыр. (181) Ысындыр, уларҙың:
— Аллаһ — фәҡир, беҙ — бай, — тигән һүҙҙәрен Аллаһ ишетте.
Беҙ улар әйткәнде лә яҙып ҡуйырбыҙ һәм уларҙың хаҡһыҙға пәйғәмбәрҙәрҙе үлтергәндәрен дә теркәрбеҙ һәм әйтәсәкбеҙ:
— Татығыҙ шул утта яныу ғазабын! (182) Был (утта яныу) донъяла саҡта үҙ ҡулдарығыҙ менән ҡылғандарығыҙ (гөнаһтарығыҙ) өсөн түләүҙер. Аллаһ (урынһыҙға) ҡолдарын рәнйетмәҫ. (183)
— Дөрөҫө шул, Күктән ингән ут көйҙөрөп, күмергә әйләндерерҙәй бер ҡорбан алып килмәһә, Аллаһ беҙгә һис бер пәйғәмбәргә ышанмаҫҡа бойорҙо, — тигән (кәферҙәргә) былай әйт:
— Һеҙгә минән алда мөғжизәләр һәм һеҙ теләгәндәр менән бергә нисә пәйғәмбәр килде. Әгәр ҙә һеҙ хаҡ әҙәмдәр икәнһегеҙ, ни өсөн уларҙы үлтерҙегеҙ? — тип.
(Кәферҙәр Мөхәммәд пәйғәмбәрҙе үҙҙәренең, йолаларын үтәргә өндәйҙәр. Йәғни, әгәр Мөхәммәд кәферҙәргә ҡорбан килтереп, кәферҙәр ул ҡорбанды салып, утта яндырып, уйҙырма илаһтәренә ғийбәҙәт ҡыласаҡ һәм шунан һуң улар Мөхәммәднең пәйғәмбәрлегенә иман килтерәсәк, имеш.)
184. (Рәсүлем!) Әгәр ҙә Һине ялғансыға сығарһалар, (хафаланма) ысынлыҡта, һинән элек ап-асыҡ мөғжизәләр, яҙыуҙар һәм һеҙҙең күңел күҙегеҙҙе аса торған китап килтергән нисә пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар ялғансыға һананылар.
185. Һәр йән эйәһе үлемде татыйасаҡ. Ҡиәмәт көнөндә (донъяла) ҡылғандарығыҙға тамам итеп әжер биреләсәк. Кемдер йәһәннәмдән йыраҡҡа ебәрелеп, йәннәткә барып урынлашһа, ул ысынлап та мораҙына ирешкән булыр. Был донъялағы тормош иһә ҡоро ҡыуаныс ҡына.
186. Ысынлап та, малдарығыҙ һәм йәндәрегеҙ арҡаһында һеҙ һынауға дусар, һеҙҙән элек килгән Китаплы ҡәүемдән һәм күп илаһкә табыныусыларҙан һеҙ байтаҡ ҡына рәнйетеүле һүҙҙәр ҙә ишетерһегеҙ. Әгәр шуларға сабыр итер булһағыҙ, тәҡүә, диндар булһағыҙ, хаҡтыр, иң гүзәл ғәмәл шул булыр.
187. Аллаһ Китаплы ҡәүемде:
— Уны (Китапты) кешеләргә аңлатып бирәсәкбеҙ, уны кешеләрҙән йәшереп тотмаясаҡбыҙ, — тип ант иттерҙе. Улар иһә Китапты артҡа ташланылар. Уны донъя малына һаттылар. Уларҙың был алыш-бирештәре ни ҡәҙәр яман ғәмәлдер. (188) Ҡылғандарына шатланыусы, ҡылмағандары өсөн дә маҡталырға теләүселәр ғазаптан ҡотолдоҡ, тип яңғылышмаһындар, һин дә (уларҙы ғазаптан ҡотолдо тип) уйлама. Улар өсөн хәтәр яза бар. (189) Күктәрҙең һәм Ерҙең хөкөмдары Аллаһтыр. Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә. (190) Күктәрҙең һәм Ерҙең яралтылышында, төн менән көндөң сиратлашыуында аҡылы сәләмәт кеше өсөн, ысынлап та, ғибрәт биреүсе дәлилдәр бар.
191.Улар (мосолмандар) аяҡ өҫтө тороп та, ултырып та, янға ятҡан килеш тә Аллаһты зикер итәләр, күктәрҙең һәм Ерҙең яралтылышы хаҡында тәрән фекерләйҙәр, (һәм әйтәләр):
— Раббыбыҙ! Һин быларҙы бушҡа ғына яралтманың. Һине тәсбих итәбеҙ (маҡтайбыҙ, Һин барса кәмселектәрҙән пакһың). Беҙҙе йәһәннәм ғазабынан ҡотҡар! (192) Йә, Раббыбыҙ! Дөрөҫтөр, Һин йәһәннәмгә керткән кеше рисуай (хур) була. Ғәҙелһеҙ кешеләрҙең ярҙамсыһы булмаҫ. (193) Йә, Раббыбыҙ! Дөрөҫтөр, беҙ:
— Раббығыҙға инанығыҙ! — тип иманға өндәүсене (Пәйғәмбәрҙе, Ҡөръәнде) ишеттек һәм шунда уҡ иман килтерҙек. Инде беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы кисер, яманлыҡтарыбыҙҙы ярлыҡа, йәнебеҙҙе изгелеклеләр иҫәбенән ал, йә, Раббыбыҙ. (194) Раббыбыҙ! Беҙгә пәйғәмбәрҙәрең аша вәғәҙә иткән йәннәтте бир, Ҡиәмәт көнөндә беҙҙе хурлыҡҡа ҡалдырма (рәхмәтеңдән ташлама), шик юҡ, Һин һүҙеңдә торорһоң.
195. Шулай итеп, Аллаһ уларҙың доғаларын ҡабул итте. (Һәм әйтте):
— Ирҙәрҙән булһын, булһын ҡатындарҙан, мин улар ҡылған ғәмәлде юҡҡа сығармаясаҡмын, ғәмәлдә барығыҙҙа бер тигеҙ. Улар һижрәт иттеләр (ватандарынан күсеп китергә мәжбүр булдылар), йорттарынан ҡыуылдылар, Минең юлымда яфалар күрҙеләр, һуғыштылар, үлтерелделәр, хаҡтыр, Мин дә уларҙың гөнаһтарын ярлыҡармын һәм уларҙы баҡсаларында шишмәләр ағып торған йәннәткә кертәсәкмен. Был бүләк Аллаһ тарафынандыр. Ниғмәттәрҙең иң күркәмдәре Аллаһ хозурындалыр.
196. (Аллаһты, Ҡөръәнде, Пәйғәмбәрҙе танымаусы инҡарсылар, йәғни) кәферҙәрҙең ил буйлап йөрөгәндәре (сауҙа менән байығандары) һине ҡыҙыҡтырмаһын. (197) Әҙ файҙаҙыр (йәғни ул ваҡытлыса ғына байлыҡтыр), һуңынан уларҙың барасаҡ ере — йәһәннәмдер. Ул ҡот осҡос хәтәр урын.
198. Әммә Раббынан (гөнаһлы булыуҙан) ҡурҡҡандар өсөн Аллаһ тарафынан әжер булараҡ, баҡсаларында шишмәләр ағып ятҡан мәңгелек йәннәттәр ҡоролған, улар — шунда ҡаласаҡ. Аллаһтың һый табыны шул булыр. Улар өсөн Аллаһ хозурындағы ниғмәттәр тағын да сифатлыраҡтыр.
199. Китаплы халыҡ араһында шундай кешеләр ҙә барҙыр, Аллаһҡа, һеҙгә индерелгән (Ҡөръәнгә) һәм дә үҙҙәренә индерелгәнгә ышанып, Аллаһҡа буйһоноп, иман килтергәндәр бар, әлбиттә. Улар Аллаһтың аяттарын донъя малына һатмаҫтар. Бына шундайҙар өсөн Раббы ҡаршыһында әжерҙәр бар. Шөбһәһеҙ, Аллаһ иҫәп-хисапты тиҙ тотор.
200.Ий, иман килтергәндәр! Сабыр итегеҙ, (дошман ҡаршыһында) сыҙам булығыҙ, (Жиһад өсөн) әҙерлекле һәм уяу булығыҙ һәм Аллаһ ҡаршыһында (гөнаһ эшләүҙән) ҡурҡығыҙ, уңышҡа ирешерһегеҙ.