Фурҡан (Яҡшыны ямандан айырыусы Китап) сүрәһе 4 страница
— Был бәллүрҙән түшәп һалынған иҙәндер, — тине. Бикә әйтте:
— Йә, Раббым, ысындан да, мин оятлы булдым, гөнаһ ҡылған ҡатын булып сыҡтым түгелме? Ғәләмдәрҙең Раббыһы булған бер Аллаһҡа Сөләймән менән бергә иман килтереп, мосолман булдым, — тине.
(«Ҡояшҡа табына торған был гүзәл батшабикәнең исеме Бәлҡис ине. Уның балтырҙары төк менән ҡапланған, тигән хәбәр таралған була. Имеш, ул йөнлө аяҡтарын кешеләрҙән генә түгел, Ҡояштан да йәшерә икән. Ошо ғәйбәттең дөрөҫме, түгелме икәнен беләһе килепме, күрһәтергә ярамаған аяҡты күрергә генә Ҡояштың Бәлҡискә һис бер тәьҫире булмаясағын иҫбат итергә теләпме, Сөләймән батша асыҡ түбәле, үтә күренмәле, бәллүр иҙәнле һарай ҡорҙороп, бәллүр аҫтына һыу тултырта, балыҡтар ебәрә. Бәлҡис алдана, затлы кейемен сылатмаҫ өсөн, ул итәген күтәрә төшә: уның тәне һәм Ҡояшҡа, һәм Сөләймәнгә күренә. Әммә шуныһы асыҡлана, батшабикәнең балтырҙары йөнлө түгел, ғәжәйеп матур икән. Күргәнегеҙсә, батшабикә Аллаһҡа иман килтерә».
Хәсән Чантай һәм Шәйх Ноғмани тәфсирҙәренән.)
45. Хаҡтыр, Беҙ Салихты үҙ халҡы Сәмудкә күндерҙек:
— Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылығыҙ, — тип ҡәрҙәштәрен өндәһен өсөн. Ләкин улар ике фирҡәғә айырылып, талашып бөттөләр.
(«Бер фирҡә Аллаһҡа иман килтерҙе. Икенсеһе кәфер булып ҡала бирҙе. Уларҙың һәр икесе лә: беҙҙең дин — хаҡ дин, ти»
.Хәсән Чантай тәфсиренән.)
46. Салих уларға әйтте:
— Әй, ҡәрҙәштәрем, ни өсөн һеҙ изгелек ҡылаһы урынға яманлыҡ ҡылырға ашҡынаһығыҙ? Аллаһтан ярлыҡау һораһағыҙ яҡшыраҡ булмаҫмы икән? Бәлки, ул һеҙгә мәрхәмәтле булыр, — тине.
47. Улар әйтте:
— Һинең арҡаңда һәм һиңә эйәргәндәр арҡаһында өҫтөбөҙгә афәт (аслыҡ) килде, — тинеләр. Салих:
— Һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙ Аллаһтан йәшерен түгел. Бәлки, һеҙ һынауға дусар ителгән нәҫелдер, — тине.
48. Был шәһәрҙә туғыҙ ир кеше (туғыҙ яуыз төркөм) бар ине. Былар тирә-яҡҡа боҙоҡлоҡ таратыусы (башлыҡтарҙың балалары) ине. Улар изгелек ҡылыу тураһында уйлап та ҡараманылар.
49. Улар үҙ-ара Аллаһ исеме менән ант иттеләр:
— Уға (Салихҡа) һәм яҡындарына төндә һөжүм итәбеҙ (ҡырып сығабыҙ). Унан һуң ҡан үсен алыусыларға әйтербеҙ:
— Валлаһи, дөрөҫөн һөйләйбеҙ, беҙ уның ғаиләһенең һәләкәтен күрмәнек, белмәйбеҙ, —тип әйтербеҙ.
50. Шулай итеп, улар хәйлә ҡорҙо. Беҙ ҙә һиҙҙермәй генә уларға хәйлә ҡорҙоҡ. (51) Ана ҡара, улар ҡорған хәйләнең нәтижәһе нисек булғанын. Беҙ уларҙы (таш яуҙырып) нәҫелдәре менән һәләк иттек. (52) Бына, ғәҙелһеҙлектәре арҡаһында уларҙың йортонан емеректәр генә ҡалды. Хаҡтыр, аңлаған халыҡтар өсөн бында ғибрәт бар. (53) Иман килтереп, (гөнаһтарҙан) һаҡланғандарҙы Беҙ ҡотҡарабыҙ.
54. Лутҡа ла (пәйғәмбәрлек) бирҙек. Ул халҡына әйтте:
— Һеҙ белгән килеш, яманлыҡ ҡылаһығыҙмы (егеттәрҙе ҡатын сифатында ҡулланаһығыҙмы)? — тине. (55) Ҡатындарығыҙҙы яңғыҙ (нәумиз) ҡалдырып, шәһүәти ихтыяждарығыҙ өсөн ирҙәр янына бараһығыҙ. Юҡ, һеҙ нимә ҡылғанығыҙҙы белмәйенсә, боҙоҡлоҡтоң арғы яғына сыҡҡан ҡәүем. (56) Халҡының яуабы шул булды:
— Лут тоҡомон ватанығыҙҙан ҡыуып ебәрегеҙ. Сөнки улар — сафлыҡтарын һаҡларға тырышыусы нәҫел, — тинеләр.
57. Шунан һуң Беҙ уның үҙен дә, нәҫелен дә ҡотҡарҙыҡ, фәҡәт алдан уҡ һәләкәткә дусар ителгән ҡатынынан башҡа. (58) Уларҙың өҫтөнә шундай бер (утлы көкөрттәр, таштар ҡатнашҡан) ямғыр яуҙырҙыҡ. Өгөтләп тә, ғибрәт алмағандар өсөн бик тә хәтәр ине ул ямғыр.
59.Әйт:
— Аллаһҡа булһын маҡтауҙар. Уның яҡын иткән бәндәләренә (нәбиҙәргә, рәсүлдәргә) сәләмдәр булһын. Илаһ булыр өсөн Аллаһ хәйерлерәкме, әллә уларҙың Уға тиңләштергән нәмәләреме? — тип. (60) — Әллә күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, Күктән һеҙҙең өсөн ямғырҙар яуҙырған хәйерлерәкме? Шул һыу менән һуғарып, Беҙ ағастарын ҡоротмайынса, ниндәй гүзәл баҡсаларҙа үҫемлек-емештәр яралттыҡ. Аллаһҡа тиң башҡа берәй Илаһ бармы әллә? Юҡ, әлбиттә, улар ҡыйыш юлдан киткән халыҡтыр.
61. Әллә Ерҙе тотороҡло итеп яралтҡан, араларынан йылғалар ағыҙған, бейек тауҙар ҡорған, ике диңгеҙ араһына пәрҙә (ҡойма) ҡуйған хәйерлерәкме? Аллаһҡа тиң башҡа берәй Илаһ бармы әллә? Юк! Ләкин уларҙың күбеһе (Хаҡты) белмәй.
62. Ҡыйын ваҡытында Үҙенә доға ҡылған кешегә ярҙам итеүсеме йә иһә әфәттәрҙе кире ҡайтарған, һеҙҙе Ер өҫтөндә хаким ҡылған хәйерлерәкме? Аллаһҡа тиң башҡа берәй Илаһ бармы әллә? Һеҙ бик әҙ уйлай торған ҡәүем.
63. Йәки ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙәрҙә ҡараңғы төндәрҙә һеҙгә юл күрһәткән, йомартлығы (ямғыр) алдынан һөйөнөс килтереүсе елдәрҙе иҫтергән хәйерлерәкме? Аллаһҡа тиң башҡа бер Илаһ бармы әллә? Улар табынғандарҙан Аллаһ сикһеҙ бөйөк һәм паҡтыр. (64) Әллә башта яралтып та, һуңынан юҡҡа сығарғанмы, һеҙҙе Күктән һәм Ерҙән ризыҡландырғанмы хәйерлерәк? Аллаһтан башҡа Уға тиң берәү бармы? Әйт һин:
— Әгәр һеҙ хаҡлы икән, һүҙегеҙгә иҫбат килтерегеҙ,— тип.
65. Әйт:
— Күктәрҙә һәм Ерҙә йәшерелгән серҙәрҙе Аллаһтан башҡа кем белер? (Фәрештәләр ҙә, кешеләр ҙә, пәйғәмбәрҙәр ҙә белмәй.) Улар ҙа Ҡиәмәттең (яңынан терелеүҙең) ҡасан буласағын белмәҫ, — тип.
66. Юҡ, уларҙың белеме Әхирәтте асыҡлай алмай, улар был турала шик-шөбһә кисерәҙер. Юҡ! Уларҙың күңел күҙе һуҡыр. (67) Инҡар итеп, кәфер булғандар әйтте:
— Беҙ ҙә, вафат булған аталарыбыҙ ҙа тупраҡ булғас, ысынлап та, (яңынан терелеп, ҡәберҙәрҙән) сығарыласаҡбыҙмы? (Беҙ быңа ышанмайбыҙ!);(68)хаҡтыр, был турала бынан алда аталарыбыҙға ла һөйләгәндәр ине инде. Был боронғолар уйлап сығарған әкиәттән башҡа нәмә түгел.
69. Әйт:
— Донъя буйлап сәйәхәт итегеҙ, гөнаһлыларҙың ахыры нимә менән бөткәнен күрерһегеҙ, — тип. (70) (Эй, Мөхәммәд) һин улар (иман килтермәгәндәр, һиңә эйәрмәгәндәр) өсөн ҡайғырма. Улар ҡорған мәкерҙәр өсөн дә борсолма. (71)Улар:
— Был вәғәҙә ителгән ғазаптар ҡасан килер? Әгәр һеҙ дөрөҫ һөйләйһегеҙ икән (әйтегеҙ), — тип әйтәләр. (72) Әйт:
— Һеҙ тиҙ килһен тип теләгән язаның бер өлөшө оҙаҡламай киләсәк, — тип.
73. Шик юҡ, ысындан да, һинең Раббың кешеләргә бик тә миһырбанлы. Ләкин уларҙың күбеһе шөкөр итмәй. (74) Һинең Раббың уларҙың күңелдәренә йәшерелгән серҙәрҙе лә, асыҡ ғәмәлдәрен дә тулыһы менән белеп тороусы. (75) Ерҙә һәм Күктә йәшерелгән серҙәрҙең барыһы ла асыҡ рәүештә китапҡа (Ләүхел Мәхфүзгә) яҙылған. (76) Шик юҡ, был Ҡөръән — Исраил улдарына бәхәс-ғауға ҡуптарған нәмәләрҙең күбеһен аңлатып бирә торған Китап. (77) Ысынлап та, ул тура юлға өндәүсе һәм мөьминдәр өсөн бер рәхмәттер.
78. Хаҡтыр, һинең Раббың улар араһындағы бәхәсте дөрөҫ хөкөмгә килтерәсәктер. Ул — һәр саҡ еңеүсе, дөрөҫөн белеүсе.
79. Тик, һин Аллаһҡа инанып һыйын. Сөнки һин ап-асыҡ бер Хәҡиҡәт. янындаһың. (80) Ысындан да, һин (күңелдәре) үлеләргә (вәғәзләреңде) ишеттерә алмаҫһың, арҡа тарафка боролоп, ҡолаҡтары ишетмәҫ дәрәжәлә һаңғырау булып, ҡасып барыусыларҙы ла иманға саҡыра алмаҫһың. (81)Һәм һин (күңел күҙҙәре) һуҡырҙарҙы ла аҙашҡан юлдарынан айырып, тура юлға күндерә алмаҫһың. Һин аяттарыбыҙға иман килтерәсәк кешеләргә генә һүҙ тыңлата аласаҡһың. Бына шулар инде ысын мосолман булыр. (82)Вәғәҙә ителгән Көн килгәс, (Ҡиәмәттә), улар өҫтөнә ер аҫтынан бер Дәббәне (тип аталған ҡурҡыныс затты) сығарасаҡмын. Ул кешеләрҙең аяттарыбыҙға ысын күңелдән инанмағандары тураһында һөйләр.
83. Ул Көндө һәр өммәттең аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарыусыларын бергә йыйнарбыҙ, һәм улар (яза өсөн) ҡулға алынасаҡтар.
84. Ниһайәт, улар (хисап еренә) килеп еткәс, (Аллаһ) бойорор:
— Минең аяттарымды, уларҙың яҡшымы, яҡшы түгелме икәнен уйлап тормаҫтан, ялғанға сығарыусылар һеҙме? Нимә ҡылғанығыҙҙы аңлатып бирегеҙ.
85. Ғәҙелһеҙ йәберләүҙәр ҡылғандары арҡаһында Һүҙ ғәмәлгә кергәс, (уларға үҙҙәре ҡаҙанған язаға әмер бирелгәс) улар телдән ҡалыр.
86. Истирәхәт ҡылыр (ял итер) өсөн төндө, яҡтылыҡ өсөн көндө Беҙ яралтҡанды күрмәнеләрме? Бында иман килтергәндәр өсөн, әлбиттә, ғибрәттәр бар.
87. Сурға өрөлгән Көндө, Аллаһтың Үҙе теләгәндәрҙән башҡаһы, күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһы ла ғәрәсәткә дусар ителер. Уларҙың барыһы ла түбәнселек менән баш эйеп, Уның хозурына килеп баҫасаҡтар.
88. Һин тауҙарҙың үҙ урындарында торғандарын күрермен тип уйлайһыңмы? Улар болот күскән кеүек күсеп китер. Был бар нәмәне тәртип менән яралтҡан Аллаһтың әмере менән эшләнер. Шик юҡ, Ул һеҙҙең нимә ҡылғанығыҙҙың барыһын да белеп тороусы.
(«Был аят Ер шарындағы бар нәмәнең дә хәрәкәттә булғанына ишара итә, хатта тауҙар ҙа күрер күҙгә генә мәңгелек кеүек күренһә лә, ахырҙа улар ҙа — хәрәкәттә, үҙәндәр — хәрәкәттә. Тора-бара Ерҙәге тауҙар урынында — үҙәндәр, иңкеүлектәр урынында — тауҙар хасил буласаҡ». Ибраһим Дөнмәз тәфсиренән.)
89. Изгелектәре менән килгән кешегә изгелек бирелер. Улар ҡурҡыныстан ҡотолор. (90)Яман ҡылмыштары менән килгән кешеләр йөҙ түбән йәһәннәмгә ырғытылыр. Уларға:
- Әй, ҡылмыштарығыҙға күрә һеҙгә бирелгән язалар артыҡ ғәҙелһеҙ түгелдер бит? - тип әйтелер.
91. Әйт:
- Мин бары тик гөнаһ эшләүҙе харам ҡылған был шәһәрҙең Раббыһына ғибәҙәт итергә күндерелдем. Бөтөн нәмәгә Аллаһ хужа; һәм мин мосолман булырға бойоролдым, - тип. (92)- Миңә Ҡөръән уҡыу әмер ителде, - тип әйт. - Кем тура юлдан барһа, үз файҙаһына.
Кем аҙашһа, әйт:
— Мин бары тик (гөнаһ ҡылмағыҙ) тип киҫәтүсе генә — тип. (93)Тағын әйт:
- Аллаһҡа маҡтауҙар булһын, - тип. - Ул әле һеҙгә әмерҙәрен еткерәсәк һәм һеҙ ҙә улар менән танышасаҡһығыҙ. Раббы һеҙ ҡылғандарҙы белмәй түгел.