Урайш (Ҡурайыш) сүрәһе

(Ҡурайш сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Кәғбә әтрафында йәшәгән күп һанлы ҡәүем — Ҡурайш ҡәбилаһе ине.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Ҡурайш халҡының берҙәмлеген, (2) ҡышҡы һәм йәйге сәфәрҙәренең уңышлы булыуын тәьмин иткән, (3) ошо Кәғбәтулланың Раббыһына ғибәҙәт ҡылһындар. (4) Ул уларҙы ас үлемдән ҡотҡарып, тамаҡтарын туйҙырып, ҡурҡыныстан һаҡлап, уларға именлек бирҙе.

Мәғүн (Саҙаҡа) сүрәһе

(Мәғүн сүрәһе 7 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Мәғүн» — саҙаҡа-хәйер, зәкәт биреү. Берәй әйберҙе йәки малды бурысҡа, ваҡытлыса ҡулланып тороу өсөн биреп тороу.)

Бисмилл әһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Динде ялғанға һанаған кешене һин күрҙеңме? (2) Шул кеше йәтимде янынан ҡыуыр. (3) Ас кешенең тамағын туйҙырмаҫ (йомарттарҙы хупламаҫ). (4) Уларҙың намаҙ уҡыуы — гөнаһ йыйыу ғына. (5)Уларҙың намаҙы ихлас һәм ет­ди түгел. (6)Улар намаҙҙы кеше күрһен өсөн генә, риялыҡ менән уҡый. (7) Улар хәйер биреүҙән баш тарталар.

Кәүҫәр (Байлыҡ) сүрәһе

(Кәүҫәр сүрәһе 3 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Кәүҫәр» — төкәнмәҫ байлыҡ, тигән һүҙ. Йәннәттәге мәңгелек шишмәнең исеме лә — Кәүҫәр.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Хаҡтыр, Беҙ һиңә Кәүҫәрҙе (күп байлыҡ) бирҙек. (2) Шулай булғас, һин Раббың ризалығына намаҙ уҡы. Ҡор­бан сал. (3) Һиңә хөсөтлөк тотоусының нәҫеле ҡорор. Дөрөҫө шул!

Кәфирүн (Кәферҙәр) сүрәһе

(Кәфирүн сүрәһе 6 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Кәфи­рүн» — кәферҙәр.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әйт һин:

— Әй, кәферҙәр, — тип. (2) Мин һеҙ табынғандарға та­бынмам. (3) Һеҙ ҙә мин ғибәҙәт ҡылғанға табынмаҫһығыҙ. (4) Һеҙ табынғандарға мин дә табынмам. (5) Һеҙ ҙә мин ғибәҙәт ҡылғанға табынмаҫһығыҙ. (6) Һеҙгә—үҙ динегеҙ, миңә — үҙ динем!

Наср (Ярҙам) сүрәһе

(Наср сүрәһе 3 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Наср» — ярҙам.)

Бисмилл әһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Аллаһтан ярҙам килеп, еңеүгә ирешһәгеҙ, (2) кешеләр төркөм — төркөм булып, Аллаһтың диненә күсәсәк. (3) Тик, Раббыңды маҡтап, тәсбих әйт. Унан ярлыҡау һора. Шик юҡ, Аллаһ тәүбәләрҙе күпләп ҡабул итеүсе.

Тәббәт (Ҡулы ҡороһон) сүрәһе

(Тәббәт сүрәһе 5 аяттан тора. Мәккәлә ингән. Был сүрәнең башҡа исемдәре лә бар: Мәсәд, Ләхәб.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әбү Ләхәбтең ике ҡулы ҡороһон! Үҙен дә ләғнәт һәләк итһен! (2) Кәсеп итеп йыйған малы ла, байлығы ла уға ярҙам итмәне. (3) Ул ялҡынлы утта янасаҡ; (4) ҡатыны ла, утын күтәргән килеш. (5) Ҡатынының муйынында хөрмә мун­салаһынан ишелгән бау булыр.

(Әбү Ләхәб менән уның ҡатыны Умми Жәмәл кешеләрҙе Пәйғәмбәр (ғәләйһиссәлләм)гә ҡаршылар өҙлөкһөҙ рәүештә ҡотортоп, динебеҙгә зыян килтергән кәферҙәрҙер. Кешеләр араһына дошманлыҡ уты яғып йөрөгәненә күрә, сүрәлә Умми Жәмәл усаҡ яғыр өсөн муйыны-елкәһе арҡылы утын бәйләме күтәреп йөрөүсегә тиңләште­релә. М. Али иһә, «утын күтәреүсе «яман һүҙ йөрөтөүсе» тип аңла­та.)

Ихлас (Ихлас) сүрәһе

(Ихлас сүрәһе 4 аяттан тора. Мәккә менән, Мәҙинәлә ингән һанала. «Ихлас» һүҙе «берҙәмлек» йәки «пакланыу» тип тә тәржемә ителә.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әйт һин:

- Аллаһ - берәү генә! (2) - Аллаһу-Самәд - мәңге (йәшәй). (3) Ул тыуҙырылмаған да, тыуҙырмаған да. (4) Аллаһҡа тиңдәш юҡ.

(Аллаһ — берәү генә, йәғни башҡа хоҙайҙар юҡ һәм була ла алмай. Аллаһ — мәңге йәшәй, йәғни Аллаһ һәр ваҡыт булған һәм һәр ваҡыт буласаҡ —ул үлемһеҙ. Аллаһты бер зат та тыуҙыра алмай һәм Аллаһ үҙе лә өйләнмәй, ата булмай, сөнки Уның был эштәргә ихтыяжы юҡ. Бөтөн нәмә: Ер, Күк, хайуандар, бөжәктәр, Аллаһҡа мохтаж, Аллаһ үҙе бер нимәгә лә мохтаж түгел,)

Фәләҡ (Таң атыу) сүрәһе

(Фәләҡ сүрәһе 5 аяттан тора. «Фәләҡ» — таң атыу тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әйт һин уларға:

— Таңдың Раббыһы — Аллаһҡа һыйынам, — тип. (2) Яралтылғандарҙың мәкеренән, (3) дөм ҡараңғы төн­дәрҙәге мәкерҙән, (4) ырым төйөндәрен өшкөрөүсе им-томсоларҙың (боҙоусыларҙың) мәкеренән, (5) көнсөл кешенең хөсөтлөгөнән Аллаһҡа һыйынам.

Нәс (Кешеләр) сүрәһе

(Нәс сүрәһе 6 аяттан тора. «Нәс» — инсандар, кешеләр, тигән һүҙ.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1.— Әйт һин:

— Кешеләрҙең Раббыһына һыйынам, — тип. (2) — Ке­шеләрҙең Аллаһына, (3) кешеләрҙең Хөкөмдарына, (4) шай­тандың мәкерле ҡотортоуынан, (5) кешеләрҙең күңеленә үәсүәсә һалыусы шайтандан, (6) (ул яманлыҡҡа ҡотортоусы) ен тоҡомонан булһа ла, кешеләрҙән булһа ла (Аллаһҡа һыйынам).

ХӘТЕМ ДОҒАҺЫ.

Йә, Раббым Аллаһ! Беҙҙең Ҡөръән уҡыуҙа булған хата-кәмселектәребеҙҙе Үҙеңдең фазыл һәм рәхмәтең менән ғәфү ит, ғәмәл-ғибәҙәт ҡылғанда күңелдәребеҙгә ихласлыҡ, хаҡлыҡ­та һәм иманда ныҡлыҡ һәм үҙең теләгән һәм риза булған эште эшләргә тәүфиғыңды насип итһәң ине. Йә, Аллаһ! Телдәребеҙҙе ялған һөйләүҙән, ғәмәл-ғибәҙәттәребеҙҙе риянан, күҙҙәребеҙҙе хыянат итеүҙән һаҡла. Ҡөръәнде тәжвид менән хатаһыҙ уҡырға һәм уның менән ғәмәл ҡылырға ярҙам итһәң ине. Йә, Раббым! Беҙ уҡыған Ҡөръән сүрәләрен һәм аяттарын ҡабул итеп, беҙгә уның нурын индереп, барыбыҙға ла, уҡыусыларыбыҙға ла, тыңлаусыларыбыҙға ла, әжер һәм сауаптар ирештерһәң ине. Йә, Аллаһ! Беҙ Һиңә донъя мәшәҡәттәренән һәм ҡайғы-хәсрәттән, ғәжизлектән һәм ялҡаулыҡтан, ҡурҡаҡлыҡтан һәм һаранлыҡтан, бурысҡа батыуҙан һәм кешеләр тарафынан рәнйетелеүҙән һәм йәберләнеүҙән һыйынабыҙ. Йә, Раббым! Беҙҙе был Ҡөръән менән рәхмәтләндер, уны беҙҙең өсөн етәксе, нур, һидәйәт, рәхмәт итеп ҡыл. Йә, Раббым! Был изге Китаптан онотҡандарыбыҙҙы иҫкә төшөр, унан белмәгәндәребеҙҙе өйрәт һәм уны, дәлил итеп, кис һәм көндөҙ уҡыуҙы насип ит. Йә, Раббым! Беҙҙең өсөн гөнаһлы эштәрҙән тыйып тора торған динебеҙҙе төҙөк тот. Был тормошобоҙҙо хәйерле эштәрҙә ҡулланырға насип ит. Йә, Раббым! Һинән тыныс тормош, Әхирәткә иман менән күсеүҙе, доғаларыбыҙҙың ҡабул булыуын, тормошобоҙҙоң хәйерле булыуын һорайбыҙ. Йә, Раббым! Күңелдәребеҙгә тәҡүәлек һал һәм йәннәттәреңә ирештереүсе итәғәтлекте насип ит, донъя ауырлыҡтарын еңеләйт. Беҙгә биргән ҡолаҡтарыбыҙҙы, күҙҙәребеҙҙе, көсөбөҙҙө хәйерле юлда файҙаланырға насип ит, дошмандарға ҡаршы тороу­ҙа ярҙам ит. Йә, Раббым! Донъя тормошон Әхирәт тормошонан өҫтөн ҡуйып йәшәүҙән, алған белемдәребеҙҙең донъя мәнфәғәте өсөн генә булыуынан һаҡла, залим кешеләрҙе беҙҙең өҫкә хаким итеп ҡуйма. Йә, Раббым! Был донъябыҙҙы ла, Әхирәтебеҙҙе лә хәйерле ҡылып, беҙҙе ут ғазабынан һаҡ­ла. Әмин.

Наши рекомендации