Имран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе 4 страница
146. (Китаплы халыҡ) үҙ балаларын яҡшы белгән кеүек, китаптарҙы (шунда Мөхәммәд Пәйғәмбәр киләсәге тураһында яҙылғанды) ла яҡшы беләләр. Ләкин уларҙың бер ҡәүеме, белгән көйөнсә, китаптағы дөрөҫлөктө башҡаларҙан йәшерә килә.
147. Хаҡиҡәт — Аллаһтандыр. Шулай булғас, Һин шикләнеүселәрҙән булма.
148. Һәр кемдең ҡиблаһы бар. Һеҙ (мөьминдәр) кешеләргә күберәк изгелек ҡылыуҙа ярышығыҙ. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, Аллаһ һәр берегеҙҙе бер урынға туплар. Шик юҡ, Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә.
149. Ҡайһы яҡтан ғына (сәфәргә) сыҡһаң да, (намаҙ уҡығанда) Һин йөҙөңде Мәсжид-и Харам тарафына тот. Был -Аллаһтан килгән хәҡикий әмер. Аллаһ нимә ҡылғандарығыҙҙан хәбәрһеҙ ҡалмаҫ.
150. Ҡайһы яҡтан ғына (сәфәр) сыҡһаң да, (намаҙ уҡығанда) һин йөҙөңдө Мәсжиди Харам тарафына тот. Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа йөҙөгөҙҙө шул яҡҡа бороғоҙ, динһеҙ кешеләр һеҙҙе хата эшләүҙә ғәйепләй алмаһын. Уларҙан ҡурҡмағыҙ. Бары тик Минән (язамдан) ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда, Мин мәрхәмәтемде тамамлап, һеҙгә тапшырырмын, бәлки һеҙ тура юлға баҫырһығыҙ.
151. Шулай итеп, һеҙгә аяттарыбыҙҙы уҡырға, һеҙҙе яманлыҡтан арындырырға, һеҙгә китапты һәм хикмәттәрҙе өйрәтергә, белмәгәндәрегеҙҙе белдерергә, үҙ арағыҙҙан һайлап, бер Рәсүл ебәрҙек.
152. Шулай булғас, һеҙ Мине (ғибәҙәт ҡылып) зикер итегеҙ, Мин дә һеҙҙе зикер итәсәкмен. Миңә шөкөр итегеҙ. Аң булығыҙ, Миңә кәферлек ҡылмағыҙ!
153. Ий, иман килтергән әҙәмдәр, сабыр-түҙем булып, намаҙ уҡып, Аллаһтан ярҙам һорағыҙ. Хаҡтыр, Аллаһ (түҙем) сабыр кешеләр менән бергә.
154. Аллаһ юлында (Жиһадта) үлтерелгәндәргә «мәйеттәр» тип әйтмәгеҙ. Ысынлыҡта улар тереҙер. Ләкин һеҙ быны аңламайһығыҙ ғына.
155. Һәр хәлдә һеҙҙе бер аҙ ҡурҡытып, аслыҡта тотоп, малдарығыҙҙы әҙәйтеп, ниғмәтегеҙҙе кәметеп, яҡындарығыҙҙың йәнен алып һынайбыҙ. Түҙем булғандарҙан (Аллаһтың әжере була, тип) һөйөнсө ал.
156. Сыҙам булғандар, баштарына берәй бәлә килһә:
— Беҙ — Аллаһтың бәндәләре, Аллаһ хозурына барасаҡбыҙ, — тип әйтәләр. (157) Улар Аллаһтың рәхмәтенә һәм Уның ярлыҡауына лайыҡтыр. Тура юлды тапҡандар ҙа шулар булыр.
158. Шик юҡ, Сафа менән Мәрүә тауҙары Аллаһтың ғәләмәттәреҙер (ғибәҙәт өсөн тәғәйенләнгән урын). Кем (Хаж маҡсаты менән) Кәғбәтулланы зыярат итеп, (уның тирәләй) тауаф ҡылһа, уларҙың гөнаһаһы булмаҫ. Үҙ иреге менән, ихластан изгелек ҡылған кешенең ғәмәлдәрен Аллаһ, һис шикһеҙ, ҡабул итер һәм әжерен бирер. Ул барыһын да белеп тора.
(«Сафа менән Мәрүә — Кәғбәтулланың Көнсығыш тарафындағы ике ҡалҡыулыҡ. хәҙрәти Һәжәр (Ибраһим ғәләйһис-сәлләмдең ҡатыны) Исмәғил өсөн һыу эҙләп йөрөгәндә, ошо ҡалҡыулыҡтар араһын ете тапҡыр әйләнә. Бөгөн хаж ҡылыусылар, Кәғбәтулланы зыярат итеүселәр, тауафсылар Сафа менән Мәрүә ҡалҡыулыҡтарына ла баралар. Әлеге аятта ике тау араһында йөрөнөүҙең гөнаһаһы юҡ, тип әйтелә. Жәһәләт ваҡытында был ике тау түбәһенә лә берәр бот ҡуйылған була. Был һындарҙы юҡҡа сығарған булһалар ҙа, ҡайһы берәүҙәрҙең күңелендә шик ҡала, йәнәһе, ул тауҙарға барыу — шул боттарға табыныу була. Аят ана шул шикте юҡҡа сығара». Ғәли Өзөк тәфсиренән.)
159. Беҙ индергән асыҡ аяттарҙы, китапта тәфсилләп күрһәткән тура юлды йәшереүселәрҙе һәм Аллаһ, һәм бөтөн ләғнәтләүселәр — ҡәһәрләр. (160)Йәшәү рәүештәрен үҙгәртеп, йәшергән дөрөҫлөктө бөтөн халыҡҡа сығарһалар һәм тәүбә итһәләр генә, уларҙың тәүбәләрен ҡабул итербеҙ. Беҙ тәүбәләрҙе күпләп ҡабул итеүсе һәм ярлыҡаусы. (161)Аяттарыбыҙҙы инҡар итеп, кәфер булып үлгәндәр тураһында, улар Аллаһтың, фәрештәләрҙең һәм бөтөн иманлы халыҡтың ләғнәтенә дусар. (162)Улар мәңгегә ләғнәт эсендә ҡалыр. Уларҙың ғазаптары кисектерелмәҫ, еңеләйтелмәҫ. Уларға мәрхәмәтле ҡараш та булмаҫ.
163. Илаһегеҙ бары тик бер Аллаһтыр. Унан башҡа Илаһ юҡ. Ул мәрхәмәтле, рәхимле.
164. Шик юҡ, күктәрҙең, Ерҙең яралтылыуында, төн менән көндөң бер-береһен алыштырыуында, кешеләргә файҙалы йөктәр төйәгән кәмәләрҙең диңгеҙҙәрҙе ярып йөҙөүендә, Аллаһ Күктән индереп, йәнһеҙ тупраҡты йәнләндергән ямғырҙа, Ер йөҙөндә һәр төрлө йән эйәһен булдырыуҙа, елдәрҙе һәм Ер менән Күк араһында йөҙөп йөрөүсө, Аллаһтың һәр әмеренә буйһоноусы болоттар тураһында фекер йөрөтөүсе халыҡ өсөн (Аллаһтың барлығын, берлеген) раҫлай торған байтаҡ дәлилдәр бар.
165. Ҡайһы бер халыҡ Аллаһтан башҡа илаһ уйлап сығара ла, Аллаһты яратҡан кеүек, шул уйҙырманы ярата башлай. Исламға килгәндәрҙең Аллаһҡа булған мөхәббәттәре иһә уларҙыҡына ҡарағанда күп тапҡырға артыҡ. Әгәр ул кәфер залимдар үҙҙәренә тейешле ғазаптың ниндәй икәнен белһәләр, бөтөн ҡөҙрәттең Аллаһтан икәнен һәм Аллаһ биргән язаның ниндәй дәһшәтле икәнен аңлаған булырҙар ине. (166) Бына шул ваҡиғаны (Ҡиәмәт көнөндәге язаларҙы) күреп, үҙҙәренә эйәреп килеүселәрҙән (уларҙың ҡотортоуы менән кәфер булғандарҙан) ҡасырҙар; ашығып үҙ эйәрсендәренән йыраҡлашырҙар; улар (эйәртеүсеһе лә, эйәреүсеһе лә) яза күрер һәм уларҙың араһы өҙөлөр. (167)Ямандарға эйәргәндәр шуны әйтер:
— Аһ, фани донъяға тағын кире әйләнеп ҡайтһаҡ, бөгөн улар (яманлыҡҡа ҡотортоусылар) беҙҙе ташлап ҡасҡандары кеүек, беҙ ҙә уларҙан ҡасыр инек.
Шулай итеп, Аллаһ уларға донъяла ҡылған яман эштәре арҡаһында ҡайғы-хәсрәткә ҡаласаҡтарын күрһәтә һәм улар инде уттан ҡаса алмаҫ.
168. Әй, инсандар, Ер йөҙөндә булғандарҙың (ризыҡтарҙың,) хәләл һәм саф-таҙаларын ғына ашағыҙ. Шайтан артынан эйәрмәгеҙ. Шайтан һеҙҙең ҡан дошманығыҙ. (169) Ул һеҙҙе бары тик яманлыҡҡа, Аллаһ хаҡында ерәнгес, ялған нәмәләр тураһында һөйләргә ҡоторта.
170. (Кәферҙәргә):
— Аллаһтан ингән (Ҡөръән)гә генә эйәрегеҙ, —тип әйткәс, улар:
— Юҡ, беҙ аталарыбыҙ ниндәй юлдан йөрөгән булһа, шул юлды тотасаҡбыҙ, — тинеләр. Аталары бер нимә лә аңламайынса, дөрөҫ юлды тапмаған булһалар? (171) Аллаһҡа ышанмаған кәферҙәрҙең хәле, саҡырып ҡысҡырған тауышты ишетеп тә, һис бер нәмә аңламаған хайуандыҡы кеүек. Уларҙың (кәферҙәрҙең) күңел күҙҙәре һуҡыр, улар телһеҙ кеүек. Шуға күрә, уларҙың башы уйлар дәрәжәлә түгел.
172. Ий, иман килтергән әҙәмдәр, үҙегеҙгә бирелгән ризыҡтарҙың саф-таҙа, хәләл булғандарын ғына ашағыҙ. Бары тик Аллаһҡа ғына инанаһығыҙ икән, Аллаһҡа ғына шөкөр итегеҙ. (173) Аллаһ һеҙгә бары тик үләкһә, ҡан, сусҡа ите ашауҙы һәм Аллаһтан башҡа затҡа бағышлап һуйылған итте харам ҡылды. Ләкин мәжбүр хәлдә ҡалһа, саманан тыш булмағанда, әҙ миҡдарҙа ашаһа, гөнаһ булмаҫ. Шик юҡ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм рәхимлеҙер.
174. Аллаһ индергән китаптағы хәҡиҡәтте (йәһүдтәр, христиандар) йәшерҙеләр һәм уны юҡ ҡына бәйәгә (донъя малына) һатып көн күрә башланылар. (Шул аҡсаға һатып алынған ризыҡтар менән ҡарындарын тултыралар), эстәренә ризыҡ түгел, ут тултыралар улар. Ҡиәмәт еткәс, Аллаһ улар менән һөйләшеп тормаҫ, уларҙы ярлыҡамаҫ. Уларҙы шунда йәнде көйҙөрөүсө яза көтөп тора.
175. Улар тура юлды ялған юлға алмаштылар. Ярлыҡаныу урынына улар ғазап юлын һатып алдылар. Утта яныуға улар нисек итеп түҙерҙәр икән?
176. Аллаһтың Китабы Хәҡиҡәт булараҡ индерелде. Ул Китап тураһында шикле бәхәстәр ойоштороусылар, әлбиттә, (Хаҡтан) айырылып, йыраҡлаштылар. Ғазаптар уларға шуның өсөн бирелер.
177. Йөҙөгөҙҙө Көнсығыш йәки Көнбайышҡа табан ҡаратыу ғына (ғибәҙәт ҡылыу ғына) изгелек ҡылыу түгел. Ысын изгелек ул — кешенең ҡылған яҡшы ғәмәлдәреҙер: Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә, фәрештәләргә, китаптарға, пәйғәмбәрҙәргә инаныу; яҡындарға, йәтимдәргә, ярлыларға, юлда ҡалғандарға (аҙашҡандарға), һораныусыларға һәм ҡолдарға (әсирҙәргә) ҡәҙерле малыңдан өлөш сығарыу, намаҙ ҡылыу, зәкәт биреү. Антыңды тороу, ауыр замандарҙа, ҡайғы-хәсрәт һәм һуғыш ваҡыттарында сабыр итеү, түҙем булыу. Ысын мосолман кешеһенең сифаты шуларҙан тора. Мөттәҡийҙар (Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан мөьминдәр) бары тик шундайҙар ғына була ала.
178. (Ий, мөьминдәр) үлтерелгән кеше өсөн һеҙгә үс ҡайтарыу фарыз ителде. Ирекле кеше өсөн — ирекле, ҡол өсөн — ҡол, ҡатын өсөн — ҡатын (үлтерелергә тейеш). Ләкин үлтереүсенең ғәйебе мәрхүмдең ҡәрҙәше (ғәйләһе) тарафынан ғәфү ителһә, ғөрөф-ғәҙәт буйынса, үлтереүсе шул нәҫелгә изгелек ҡылһын. Алда әйтелгәндәр, Аллаһтан индерелгән еңеллек (ғәҙел хөкөм) һәм рәхмәттер. Кем дә булһа бынан һуң ошо сиктәрҙе боҙа ҡалһа, уға хәтәр яза бирелер.
179. Ий, аҡыл эйәләре, үлтергән кешене үлтереүҙә һеҙҙең өсөн йәшәү көсө бар. Ҡасастан (үлтереүсегә биреләсәк язанан) ҡурҡып, бәлки һеҙ шундай енәйәттәр ҡылмаҫһығыҙ?
180. Берәйегеҙгә әжәл яҡынлаша ҡалһа, уның малы ҡала торған булһа, ата-әсәһенә, яҡындарына ғәҙел рәүештә өлөш сығарылырға һәм ғөрөф-ғәҙәт буйынса васыят ителергә тейешлеге Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡандар өсөн бер бурыстыр. (181) Васыятты ишеткәс һәм ҡабул иткәндән һуң, был васыятты үҙгәрткән кешеләр гөнаһлы булыр. Шик юҡ, Аллаһ барыһын да ишетеп, күреп тора. (182) Васыятты ҡабул итеүсе вәриҫ васыят шәриғәткә хилафлыҡ менән йәки ғәҙелһеҙлек менән яҙҙырылған тип шикләнһә, ике яҡ менән килешеп, васыятты хәҡиҡәткә туры килтереп үҙгәртә ала, ул гөнаһлы булмаҫ. Шөбһәһеҙ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм дә кисереүсеҙер.
183. Ий, иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән алда килеп-киткәндәргә фарыз ителгәне кеүек, ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыз ҡылынды. Бәлки һеҙ (был фарыздарҙы үтәп) ҡотолоу юлына баҫырһығыҙ?
184. Ураҙа һанаулы көндәрҙә генә тотолор. Берәйегеҙ сирле булһа йәки сәфәрҙә йөрөһә (ураҙа тотмаҫ), һуңынан тотолмаған көндәре өсөн ураҙа тотор. (Ҡартлыҡ зәғифлегендәге кеше йәки сәләмәтләнеренә өмөт ҡалмаған сирле кеше ураҙа тотмаҫ) ураҙа тоторға көсө етмәгәндәр (мәтди мөмкинлектәре булһа) бер фәҡирҙе (утыҙ көн) туйҙырырлыҡ фидийә бирергә тейеш. Шулар өҫтөнә кеше үҙ ихтыяры менән хәйер-саҙаҡа бирһә, үҙе өсөн бик тә хәйерле булыр. Белеп тороғоҙ, ураҙа тотоу һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк.
185. Рамаҙан айы кешеләргә тура юл күрһәтеүсе, ялғандан хәҡиҡәтте айыра торған дәлилдәр менән Ҡөръән индерелә башлаған айҙыр. Шуға күрә, ошо айға килеп ирешкәндәр ураҙа тотһон. Сирле булғандар йәки сәфәрҙәгеләр (тотолмаған көндәрен һунынан) башҡа көндәрҙә ураҙа тотор. Аллаһ һеҙгә еңеллек теләй, ҡыйынлыҡ теләмәй. Һанаулы (ураҙа) көндәрен тамам итеп, һеҙгә тура юл күрһәткәне өсөн, Аллаһты ололағыҙ, шөкөр итегеҙ.
186. Бәндәләрем Минең турала һораштырһалар, әйт: Мин (һәр кешегә) бик яҡын торам. Хаҡтыр, миңә доға ҡылғандарҙың теләктәренә яуап бирәм. Улар ҙа тура юл менән барыр өсөн Мине ишетһендәр, Миңә ышанһындар. Бәлки улар тура юлды табыр!
187. Ураҙа төнөндә ҡатындарығыҙға яҡынлыҡ ҡылырға һеҙгә хәләл ҡылынды. Ҡатындарығыҙ һеҙҙең күлдәгегеҙ кеүек, һеҙ ҙә уларға юрған (бөркәүес) кеүектер. Аллаһ һеҙҙең үҙегеҙгә үҙегеҙ хыянат иткәнегеҙҙе белде. Тәүбәгеҙҙе ҡабул итеп, һеҙҙе ярлыҡаны. Инде ҡатындарығыҙға яҡынлашығыҙ һәм Аллаһ рөхсәт иткәндәрҙе эшләгеҙ. Иртәнге яҡта (аҡ епте ҡара ептән айыра алғансыға) Таң нуры ҡараңғылыҡтан айырыла башлағансыға (йәғни Ҡояш сығырға сәғәт ярым ҡала) ҡәҙәр ашағыҙ, эсегеҙ, көнө буйы ураҙа тотоп, аҡшамда ауыҙ асығыҙ. Мәсеттәрҙә (иттиҡаф ваҡытында, йәғни Рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә) ғибәҙәт ҡылған ваҡытта ҡатындарығыҙ менән берләшмәгеҙ. Былар Аллаһ тарафынан ҡуйылған сиктәрҙер. Һаҡ булығыҙ, уларға яҡынлашмағыҙ. Ошо рәүештә Аллаһ аяттарын һеҙгә аңлата. Бәлки (гөнаһ ҡылыуҙан) һаҡланырһығыҙ?
(«Ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәте бында шундай матур итеп һүрәтләнгән. Беренсенән, енси теләк, бер енестең икенсеһенә тартылыуы аслыҡ, һыуһау кеүек хистәр-теләктәр менән рәттән ҡуйыла. Был хис-теләктәр тәбиғәт тарафынан бирелгән. Әҙәм балаһы тәндең был ихтыяждарын үтәмәйенсә йәшәй алмай, ашамайынса-эсмәйенсә тора алмаған кеүек, енси ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндереү мәжбүрендә «Ҡатындарығыҙ һеҙҙең күлдәгегеҙ кеүек, һеҙ ҙә уларҙы ҡорған (бөркәүес) кеүектер тигән менән беҙгә ир-ҡатын мөнәсәбәттәре тәбиғи теләкте үтәүҙән тыш, тағын да бер бөйөк мәғәнә тураһында һөйләнә. Ир менән ҡатын бер-береһенә кейем рәүешендә хеҙмәт итә, йәғни кейем тәнде эҫенән-һыуыҡтан һаҡлай, ир-ҡатын да бер-береһен һаҡлай, йыуата, бер-береһен тулыландыра, биҙәй, береһенең етешмәгән яғын икенсеһе камилаштыра».
(Мәүләнә Ғәли тәфсиренән )
188. Бер-берегеҙҙең малын ғәҙелһеҙлек менән тартып алып ашамағыҙ. Кешенең малын өлөшсә генә булһа ла махсус тартып алыр өсөн, хөкөмдарҙарға ришүәт бирмәгеҙ. Был — гөнаһ. Гәрсә, һеҙ быны беләһегеҙ.
189. (Ий, Мөхәммәд) һинән (йыл эсендәге) айҙар тураһында һорарҙар. Һин әйт:
- Айҙар кешеләргә хаж ваҡытын билгеләр өсөн, — тип.
Изгелек ул — өй артынан кереп йөрөү түгел.
Изгелек ул — гөнаһ ҡылыуҙан һаҡланыу. Өйҙәрегеҙгә ишектән кереп йөрөгөҙ. Аллаһтың ғазабынан ҡурҡығыҙ. Шулай булғанда һеҙ (ҡотолошҡа) мораҙығыҙға ирешерһегеҙ.
(«Элек ғәрәптәр: хаж ваҡытында ишектән йөрөргә ярамай, тип өйҙәренең артҡы тарафынан тишек асып, өйҙәренә шунан кереп-сығып йөрөй торған булғандар. Аллаһ кешеләрҙе был мәшәҡәттән ҡотҡарыр өсөн, ошо аятты индерә».
(Ғәли Өзәк тәфсиренән.)
190. Ий, мөьминдәр, Аллаһ юлында һуғышыусылар менән бергә (һеҙгә һөжүм иткәндәргә ҡаршы) һуғышығыҙ, ләкин үҙегеҙ һөжүм итмәгеҙ. Аллаһ һөжүм иткәндәрҙе бер ҙә яратмай.
191. (Үҙҙәре һуғыш башлаған) кәферҙәрҙе ҡайһы ерҙә осратһағыҙ, шунда үлтерегеҙ; һеҙҙе ҡыуып сығарған ерҙәрҙән уларҙы ла ҡыуығыҙ. Фетнәлек кеше үлтереүҙән дә яманыраҡ.
Мәсеттә улар һеҙгә ташланмаһа, һеҙ ҙә һөжүм итмәгеҙ; улар һеҙгә ҡаршы һуғышһа, һеҙ уларҙы үлтерегеҙ. Кәферҙәр өсөн яза шул булыр. (192)Улар һуғыштан баш тартһа, Аллаһ уларҙы ғәфү итер, уларға рәхмәтле булыр.
193. Фетнә тулыһынса юҡ ителгәнгә ҡәҙәр, бары тик Аллаһ дине (Ислам) ғына тороп ҡалғансыға саҡлы һуғышығыҙ. Фетнәнән ваз кисеп, һуғыштан туктаһалар, уларға дошманлыҡ һәм уларҙы ҡыҫрыҡлау булмаясаҡ. Залимдарҙан башҡа.
194. Харам ай урынына - харам ай, харамға ҡаршы харам: кем һеҙгә яуызлыҡ ҡылһа, һеҙ ҙә уларға ҡылған яуызлыҡтары ҡәҙәр яуызлыҡ ҡылығыҙ. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡығыҙ һәм белеп тороғоҙ: Аллаһ гөнаһ-харамдан ҡурҡҡандар менән бергә булыр.