Нғәм (Мал-тыуар) сүрәһе 1 страница
(Әнғәм сүрәһе 165 аяттан тора. Шунда дөйә, һыйыр, һарыҡ, кәзә кеүек дүрт аяҡлы хайуандар тураһында һөйләнгәнгә күрә, «Әнғәм» — Мал-тыуар исеме бирелгән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан, ҡараңғылыҡты һәм яҡтылыҡты бар иткән Аллаһҡа маҡтау һәм дан. (Шуға ла ҡарамаҫтан) кәферҙәр Уға тиң зат тип, ялған тәңреләргә табына.
2. Һеҙҙе балсыҡтан яралтып, һуңынан мөддәт биргән (әжәлле иткән) дә Улдыр. Уның хозурында тағын бер мөддәт (Ҡиәмәт көнө) бар һәм һеҙ әле һаман (Аллаһ ҡылғандарға) шикләнәһегеҙ.
3. Күктәрҙә һәм Ерҙә ул Аллаһ. Һезҙҙең йәшерен ҡылғанығыҙҙы ла, асыҡтан-асыҡ эшләгәндәрегеҙҙе лә белеп тороусы, нимә ҡаҙанһағыҙ, шуны белеүсе.
4. Улар (кәферҙәр) Раббынан ниндәй генә аяттар килһә лә, йөҙ сөйөрҙөләр.
5. Шуға күрә, үҙҙәренә Хәҡиҡәт (Ҡөръән) иңгәс, уны тиҙ генә ялғанға сығарырға тырыша башланылар. Ләкин уларҙың (Ҡөръәнде) көлкөгә ҡалдырырға тырышыуҙары тураһында хәбәр (яза) тиҙҙән киләсәк.
6. Үҙҙәренән элек килеп киткән күпме нәҫелдәрҙе һәләк иткәнебеҙ тураһында улар белмәйҙәрме ни? Юҡһа, беҙ уларға һеҙгә биргән шарттар кеүек шарттар бирҙек, үҙҙәренә Күктән мул итеп ямғырҙар яуҙырҙыҡ, аяҡ аҫтарынан йылғалар аға торған иттек. Гөнаһтары арҡаһында, беҙ уларҙы һәләк ҡылдыҡ. Һәм уларҙан һуң да яңы тоҡомдар барлыҡҡа килтерҙек.
7. Әгәр ҙә Беҙ һиңә ҡағыҙға яҙылған бер Китап индереп, улар шул Китапты тотоп ҡарағас:
— Был сихырҙан башҡа нәмә түгел, — тип инҡар итерҙәр ине.
(«Ҡөръән Жәбраил фәрештә аша Пәйғәмбәребеҙгә индерелде. Ләкин индерелгән аяттар китап хәлендә түгел ине, Пәйғәмбәребеҙ ул аяттарҙы яттан өйрәтеп, кешеләргә тарата ине. Ләкин кәферҙәр иһә ул аяттарҙы инҡар итеп, аяттарҙың ҡағыҙға яҙылғанын күрергә теләнеләр. Аллаһ Тәғәлә аяттарын Ҡөръән хәлендә индергәс тә, кәферҙәр инанманылар. Сөнки унан әүүәл Муса пәйғәмбәргә яҙылған Тәуратты индергәс тә улар уға инанманы».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
8. — Әгәр ҙә уға (Пәйғәмбәр янына күҙебеҙгә күренерҙәй) берәй фәрештә индерелһә ине, - тинеләр. - (Беҙ уға инаныр инек.)
Әгәр ҙә Беҙ шундай (кеше күҙенә күренә торған, тауышы ишетелә торған) фәрештә төшөргән булһаҡ, әлбиттә, эш тамам булыр ине, (улар инде күҙ асыр дәрәжәлә булмаҫ ине).
9. Әгәр ҙә Пәйғәмбәрҙе беҙ фәрештә итеп, яңынан уны әҙәм һүрәтенә керетеп индерһәк, йәнә лә тағын да ҡараңғыраҡ шөбһәлә ҡалған булыр инегеҙ.
(Пәйғәмбәр — ул кеше. Шуға күрә кәферҙәр: һин дә беҙҙең кеүек ғәҙәти кеше, ниңә әле беҙ һинең Аллаһ илсеһе икәнеңә ышанырға тейеш?—тип әйтәләр. Әгәр Аллаһ фәрештәне кеше ҡийәфәтендә кешеләр араһына индерһә, кешеләр уны ла ғәҙәти кеше, тип уйлаған булыр ине. Кәферҙәр барыбер иман килтермәҫ ине. Ни өсөн һуң Аллаһ Тәғәлә фәрештәләрҙе үҙ ҡийәфәттәрендә индермәй? — тигән һорауға яуап бик ғәҙел: фәрештәләр нурҙан яралтылған, әгәр ҙә улар кеше күҙенә күренә ҡалһалар, кешеләр аңламаҫтар, уларҙы ҡабул итә алмаҫтар ине. Кешенең аңы ул төшөнсәләрҙе ҡабул итер дәрәжәлә түгел, күрәһең. Аллаһ ғәләмдең бөтөн серҙәрен асып һалһа, кешелек аҡылдан яҙыр ине. Электрон, нейтрино, квазарҙарҙы ла бик тар ғына аңлайҙар, ғәҙәти кешенең быға башы етмәй. Килер заман, улар ғәҙәти халыҡ өсөн дә аңлайышлы булыр. Йәки: бөтөн халыҡ шуны аңлар дәрәжәгә үҫеп етәр.)
10. Һиңә ҡәҙәр килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар мыҫҡыл итте, мыҫҡыллағандары ҡәҙәр улар язаһын да алдылар. (11)Әйт һин уларға:
— Донъя буйлап сәйәхәт итегеҙ һәм пәйғәмбәрҙәрҙе «ялғансы» тип мыҫҡыллаған кешеләр менән нимә булғанын күрерһегеҙ, — тип.
12. Тағын әйт һин уларға:
— Күктәрҙәге һәм Ерҙәге нәмәләр кемдеке? — тип. — Улар барыһы ла Аллаһтыҡы, — тип. — Ул рәхмәтле булыуҙы Үҙ өҫтөнә алды.
Һис шикһеҙ киләсәк Ҡиәмәт көнөндә Ул һеҙҙе Үҙ хозурына йыйыр. Иман килтермәгән кешеләр үҙҙәренә үҙҙәре зарар килтереүселәрҙер. (13) Төнөн дә, көндөҙөн дә хәрәкәттә йәшәгән барсаһы Аллаһтыҡыҙыр. Ул ишетеп, күреп тороусыҙыр. (14) Әйт һин:
- Күктәрҙе, Ерҙе юҡтан бар иткән; ашатыусы, ләкин Үҙе ашауға мохтаж булмаған Аллаһтан башҡа бер заттымы Уға тиң күрәйем? - тип һәм тағын әйт: - Иң беренсе мосолмандарҙың алдынғыһы булыу миңә йөкләнде. Мөшрик була күрмә, тип әйтелде, — тип.
15. Әйт Һин:
- (Хәтәр көндөң, Әхирәттең) ғазабынан ҡурҡҡанға күрә, мин Аллаһҡа ҡаршы булмайым, - тип.
16. Кем ул Көндө ғазаптарҙан ҡотола, тимәк, шул кеше Аллаһтың рәхмәтенә лайыҡ булған. Был мотлаҡан (абсолют) ҡотолош булыр.
17. Әгәр ҙә Аллаһ һиңә бер бәлә килтерһә, Аллаһтан башҡа берәү ҙә ул бәләнән һине ҡотҡара алмаҫ. Әгәр ул һиңә бер ниғмәт килтерһә (уны ла берәү ҙә һинән тартып ала алмаҫ). Ысынлап та, Аллаһ һәр нәмәгә ҡөҙрәтле.
18. Ул ҡолдары менән идара итә, һәр нәмәгә хужа һәм еңеүсеҙер. Ул хөкөм хужаһы һәм һәр нәмәнән Ул хәбәрҙар.
19. — Иң яҡшы шаһитлыҡ ниндәй шаһитлыҡ? — тип һора һәм былай яуап бир: Минең менән һеҙҙең арағыҙҙа Аллаһ шаһит, - тип. — Был Ҡөръән һеҙҙе һәм бәлиғлеккә ирешкәндәрҙе киҫәтер һәм нәсихәтләү өсөн миңә индерелде. Аллаһ менән бергә башҡа Илаһтарҙың да булғанлығынамы һеҙ шаһитлыҡ итәһегеҙ? - тип. - Мин (ул эшкә) шаһитлыҡ итмәйем, - тип, тағын әйт: - Ул - берҙән-бер Аллаһ. Мин Аллаһҡа тиңләштерелгән нәмәләрҙән йыраҡ торам, — тип.
20. Үҙҙәренә китап индерелгән кешеләр уны (Пәйғәмбәрҙе, Аллаһтың хөкөмдәрен) үҙ улдары кеүек беләләр. Нәфселәренә юл ҡуйған (үҙҙәренә зыян ҡылған)дар иһә ысын кәферҙәр булыр.
21. Аллаһҡа ҡаршы уйҙырмалар һөйләүсе, аяттарын ялғанға сығарыусыларҙан да залимыраҡ кем бар икән (был донъяла?) Шуныһы хаҡтыр, ул залимдар (йәһәннәмдән) ҡотола алмаҫтар.
22. Ул Көндө уларҙың барыһын да бергә йыйырбыҙ. Һуңынан Аллаһҡа тиң башҡа тәңре эҙләгәндәргә әйтәсәкбеҙ.
- Һеҙуйлап сығарған ул заттарығыҙ ҡайҙа һуң? –тип әйтербеҙ.
23. Уларҙың:
- Раббыбыҙ Аллаһ исеме менән ант итәбеҙ: беҙ Һинән башҡа бөйөк зат эҙләмәнек, - тип әйтеүҙән башҡа саралары ҡалмаҫ.
24. Бына ҡара: улар нисек итеп үҙ өҫтәренә ялған өйә һәм уйлап тапҡан (табынған) заттары уларҙы ташлап ҡасты.
25. Улар араһында һине иғтибар менән тыңлаған булып ҡыланыусылар ҙа бар, шуға ла ҡарамаҫтан, беҙ уларҙың күңелдәренә, һине аңламаһындар тип, ҡорма ҡорҙоҡ, ҡолаҡтарын да ишетмәҫ иттек. Хатта һәр аятты күреп торған килеш тә улар инанмайҙар. Улар һинең яныңа һүҙ көрәштереү өсөн генә килә һәм:
— Һәй, был (Ҡөръән аяттары) боронғоларҙан ҡалған әкиәттәр генә бит, — тип һөйләнәләр.
26. Улар кешеләрҙе пәйғәмбәргә (ул өйрәткәндәргә, Ҡөръәнгә) яҡынлаштырмаҫҡа тырышалар, үҙҙәре лә унан (имандан, Хәҡиҡәттән) һәләкәткә иткәндәрен үҙҙәре лә белмәй.
27. Тамуҡ уты янына килгәс, уларҙың нимә ҡыланғандарын күрһәң!
Улар:
— Их, фани донъяға кире ҡайтһаҡ ине лә, Раббыбыҙҙың аяттарын ялғанға сығармаҫ инек, мосолман булыр инек, — тип үкенерҙәр.
28. Элек йәшертен генә ҡылғандары (гөнаһтары) бөгөн асылды. Әгәр ҙә уларҙы фани донъяға кире ҡайтарһаң, улар барыбер ярамағанды ҡылырҙар ине, сөнки улар асылда ялғансы.
29. Мөшриктәр:
— Донъя тормошонан башҡа тормош юҡ, үлгәндән һуң яңынан терелеү ҙә юҡ, — тип әйтәләр.
30. Аллаһ хозурына килтерелгәндән һуң (Ҡиәмәт көндө) уларҙың нимә ҡыланғандарын күрһәң икән! Аллаһ уларға:
— Хәҡиҡәткә инандығыҙмы инде? (Йәғни, яңынан терелеүгә) — тип әйткәс, улар:
— Әйе! Ант итәбеҙ, Раббыбыҙ, — тип әйтерҙәр. Аллаһ уларға:
— Улай булғас, (донъяла саҡта Аллаһты, Ҡөръәнде, Пәйғәмбәрҙе, Әхирәтте) инҡар иткәнегеҙ өсөн хәҙер язағыҙҙы татығыҙ, — тип әйтер.
31. Кинәт кенә Ҡиәмәт көнө килеп еткәнгә ҡәҙәр Аллаһ хозурында тереләсәкте ялғанға сығарғандар бик тә мөшкөл хәлдә ҡаласаҡ, ҡылған гөнаһтары уларҙың һыртына өйөләсәк, улар (шул ауыр йөктө күтәргән килеш):
— Аһ, фани донъяла ҡылған гөнаһтарыбыҙ-хаталарыбыҙҙы ҡәһәр һуҡһын! — тип үкенәсәктәр.
Белеп тороғоҙ, уларҙың йөгө ниндәй яман бер йөктөр.
32. Фани донъя тереклеге ул ваҡытлыса алдау бер уйын ғына. Әхирәт тереклеге иһә (гөнаһ эшләүҙән ҡурҡһындар өсөн) бик тә хәйерле. Һеҙ шул ҡәҙәреһен дә аңламайһығыҙмы ни һуң?
33. Эй, Мөхәммәд, улар һөйләгән нахак һүҙҙәргә көйөнгәнеңде лә белеп торам; нимә генә ҡыланһалар ҙа, асылда улар һине ялғансы тип әйтәләр. Ул залимдар Аллаһтың аяттарын инҡар итә.
(«Мөхәммәд Пәйғәмбәргә Әбү Жәһил: беҙ һиңә ялғансы, тип әйтмәйбеҙ. Сөнки һинең ни ҡәҙәр ғәҙел, тура кеше икәнлегеңде барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ. Беҙ бары тик Аллаһтың аяттарына ғына ышанмайбыҙ, уларҙы инҡар итәбеҙ, — тине». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
34. Һинән алда килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар ялғансыға сығарырға маташтылар, Аллаһтан ярҙам килгәнгә ҡәҙәр, улар (кәферҙәрҙең) ялғансы, тип әйтеүҙәренә һәм йәберләүҙәренә сабыр иттеләр. Аллаһ һүҙҙәрен үҙгәртергә бер кемдең дә хаҡы юҡ. Хаҡтыр, (башҡа пәйғәмбәрҙәргә) күндерелгән хәбәрҙәр, әлбиттә, һиңә лә килеп иреште.
35. Әгәр уларҙың һинән йөҙ сөйөрөүө һине хафаға һалһа, (Аллаһ илсеһе икәнеңде иҫбатлар өсөн) һин Ерҙе ярып сығыр инең йәки Күктән аяттар алып төшөр өсөн, бейек бер баҫҡыс яһар инең, шундай мөғжизә эшләһәң дә, улар һиңә һис тә ышанмаған булыр ине. Әгәр Аллаһ ихтыяр итһә, әлбиттә, уларҙы бергә туплап, тура юлға баҫтырған булыр ине лә... Һин һаҡ бул, наҙандарҙан булма.
(«Был аяттан күренә, мөғжизәләр яһау пәйғәмбәрҙәр ҡулынан килмәй икән. Пәйғәмбәрҙәр мөғжизә эшләргә бик теләгән саҡтарҙа, Аллаһ уларға мөғжизә күрһәтеү форсаты бирә. Ләкин һәр ваҡытта ла түгел».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
36. Саф күңелдән (иманға) бирелгәндәр генә (Аллаһтың) саҡырыуын ҡабул итә ала. Үлгәндәр ҙә, Аллаһ уларҙы яңынан терелткәс, Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡтар.
37. — Пәйғәмбәргә Аллаһтан бер мөғжизә индерелһә ине, — тинеләр. Әйт һин:
— Мөғжизә индерергә Аллаһтың ҡөҙрәте киң, — тип. Ләкин уларҙың күбеһе (мөғжизә артынан үҙҙәренә әфәт киләсәген) белмәй.
38. Ер йөҙөндә һеҙҙең кеүек өммәт булып йәшәмәгән һис бер хайуан һәм Күк йөҙөндә ҡанаттары менән осҡан һис бер ҡош тоҡомо юҡтыр. Китапты кәмселекле итмәнек.(Шунда барыһы ла яҙылған, бер нәмә лә төшөрөп ҡалдырылмаған.) Һуңынан барыһы ла Аллаһ хозурына ҡайтарыласаҡтар.
39. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға тырышыусылар дөм ҡараңғылыҡта ҡалған телһеҙ-һуҡырҙар кеүек. Аллаһ ихтыяр итһә, теләһә кемде һаташтыра, теләгәнен тура юлға сығара.
40. Ий, Мөхәммәд, әйт һин:
— Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, һеҙгә Аллаһтың язаһы килһә йәки Ҡиәмәт килеп, яҡағыҙҙан тотһа, шул ваҡыт Аллаһтан башҡа кемде ярҙамға саҡырырһығыҙ? — тип.
41. Эйе, һеҙ Уға ялбарығыҙ, Ул да теләһә, һеҙҙе бәләләрҙән ҡотҡарыр һәм һеҙ үҙегеҙҙең уйҙырма тәңреләрегеҙҙе оноторһығыҙ.
42. Хаҡтыр, һинән алда килгән өммәттәргә лә Беҙ пәйғәмбәрҙәр ебәрҙек һәм (ул өммәттәрҙе лә) беҙ яфаларға, ҡайғыларға һалдыҡ, (исмаһам, шул язаларҙан һуң улар Аллаһҡа) буйһонорҙар, тип. (43) Уларға ғазаптар ебәргәндән һуң Аллаһҡа ялбарһындар ине, исмаһам. Ләкин уларҙың күңелдәре ҡатҡан ине инде, шайтан уларҙың ҡылғандарын гүзәл итеп, биҙәп күрһәтте (яман эштәрен яҡшы, тип ышандырҙы).
44. Киҫәтеп әйтелгәндәрҙе (йәғни, Аллаһ вәғәздәрен, гөнаһ эшләүҙән ҡурҡыуҙы) онотһалар ҙа, донъя эштәрендә (Беҙ уларға) киң мөмкинлектәр бирҙек. Хатта улар Аллаһ биргән байлыҡҡа шатланып, маҡтанып йәшәй башланылар. Ләкин Аллаһҡа шөкөр итергә, ғибәҙәт ҡылырға оноттолар. Шуға күрә, Беҙ уларҙы кинәттән тотоп, яза бирҙек. Улар өмөтһөҙлөккә төшөп, ҡайғыға баттылар.
45. Шулай итеп, золом итеүсе нәҫелдең тамыры киҫелде. Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ ҡына маҡтауға лайыҡтыр.
46. Әйт һин:
— Аллаһ һеҙҙе һаңғырау итһә, һуҡырайтһа, күңелдәрегезҙҙе томалап ҡуйһа, был бәләне Аллаһтан башҡа ниндәй тәңре кире алыр икән? — тип.
Уйлап ҡара: Беҙ ниндәй төрлөнән-төрлө дәлилдәр килтерәбеҙ, әммә барыбер улар (аяттарыбыҙҙан) йөҙ сөйөрәләр.
47. Йәнә лә әйт һин:
— Аллаһтың язаһы кинәттән йәки күҙ алдығыҙҙа һезҙҙең өҫкә килеп төшһә, кәферҙәрҙән башҡалар ҙа һәләк буласаҡмы, тигән уй башығыҙға килдеме? —тип.
48. Беҙ пәйғәмбәрҙәрҙе (йәннәт тураһындағы) биреүселе хәбәрҙе әйтер өсөн йәки (йәһәннәм барлығы тураһында) киҫәтер өсөн генә күндерәбеҙ. Иман килтергәндәргә һәм тура юлға баҫып төҙәлгәндәргә (алда) ҡурҡыныс юҡ, уларға ҡайғы иңмәҫ.
49. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарырға маташҡандарға, әшәке ғәмәлдәре арҡаһында, яза бирәсәкбеҙ.
50. Әйт һин:
— Мин һеҙгә: Аллаһтың хазинаһы минең ҡулда, тип әйтмәйем. Йәшерен серҙәрҙе лә беләм, тип әйтмәйем. Мин — фәрештә, тигән һүҙҙе лә һеҙгә әйтмәнем. Мин бары тик үҙемә индерелгәнгә генә инанам, — тип.
Тағын әйт:
— Һуҡыр менән күҙле бер булырмы? Шул турала һис тә уйлап ҡараманығыҙмы? — тип.
(«Аллаһтың хазинаһы Мөхәммәд Пәйғәмбәр ҡулында булһа, ул үҙ ихтыяры менән кешеләргә байлыҡ өләшә алған булыр ине, йәшерен серҙәрҙе белһә, һәр һорауға яуап бирер ине, фәрештә булһа, әҙәми зат ҡыла алмаған мөғжизәләр күрһәткән булыр ине. Юҡ, пәйғәмбәрҙәр — әҙәми зат, улар Аллаһ рөхсәт иткәндәрҙән айырым, башҡа эш эшләй алмай.
Мөшриктәр Мөхәммәд Рәсүлүллаға, һин Аллаһ тарафынан ебәрелгән пәйғәмбәр булһаң, Аллаһыңдан ялбарып һора ла, ул беҙгә мул итеп байлыҡ бирһен. Шунан һуң беҙ һинең Аллаһ илсеһе икәнлегеңә ышанырбыҙ, тинеләр.
Шунан һуң ошо аят индерелде, һәм Аллаһ тегеләргә мул итеп ниғмәт бирҙе. Уларҙы байытыр өсөн түгел, Мөхәммәдтең Пәйғәмбәр икәнен иҫбатлар өсөн шулай ҡылды».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
51. Раббы алдында (яуап бирергә) тупланасаҡтарын белгәндәрҙе ошоның менән (Ҡөръән менән) өгөтлә, киҫәт. Уларға ул ваҡытта Аллаһтан башҡа яҡлаусы, дуҫ булмаҫ. Бәлки улар (аҡылға килеп) иман килтерерҙәр, тәҡүә булырҙар.