Нғәм (Мал-тыуар) сүрәһе 3 страница
109.Мөшриктәр:
— Әгәр ҙә беҙгә Аллаһтан берәй мөғжизә (аят) килһә, беҙ Уға иман килтерер инек, — тип Аллаһ исеме менән бик ҡаты ант иттеләр. Әйт:
— Мөғжизә индереү Аллаһ ихтыярында, теләһә, — индерер, — тип.
Ий, мөьминдәр, уларға мөғжизә индерелһә, иман килтерәсәктәрен, килтермәйәсәктәрен нисек беләһегеҙ? (110) Әүәл индерелгән (аяттарға) мөғжизәләргә лә инанмаған кеүек, (улар быныһына ла) инанмаҫ ине; шуға күрә, Беҙ уларҙың күңелдәрен (аңламаҫ) һәм күҙҙәрен (хәҡиҡәтте күрмәҫ итеп) һуҡырайттыҡ, үҙҙәрен аҙғын юлда аҙашып йөрөргә мәхкүм иттек. (111) Әгәр ҙә Беҙ уларға фәрештәләр индерһәк, мәйеттәр улар менән һөйләшә башлаһа, барса нәмәне туплап, ҡаршыларына килтереп һалһаҡ, улар, (Аллаһ теләмәһә, барыбер) яңынан иман килтерәсәк түгел. Ләкин уларҙың күбеһе был турала белмәй. (Сөнки улар — наҙан.) (112) Шулай итеп, Беҙ һәр пәйғәмбәргә кеше һәм ен шайтандарын дошман ҡылдыҡ. Улар бер-берһен юлдан яҙҙыру өсөн ләззәтле һүҙҙәр әйтәләр. Раббың теләһә, улар шулай эшләмәгән булырҙар ине. Һин уларҙы үҙҙәре уйлап сығарған нәмәләре (ялғандары) янында ҡалдырып кит. (113) Әхирәткә ышанмаған кешеләрҙең күңелдәре уға (вәсүәсәле, ләззәтле өндәүҙәргә) бирелһен, унан хушланһындар һәм гөнаһ ҡылыуҙарын дауам итһендәр, (тип шулай эшләйҙәр). (114) Әйт һин:
— Аллаһтан башҡа бер хаким эҙләйемме ни? Гәрсә, һеҙгә Китапты асыҡ итеп индергән Улдыр, — тип.
Үҙҙәренә китап индерелгән кешеләр (кәферҙәр) Ҡөръәндең ысынлыҡта Раббыбыҙ тарафынан индерелгәнен беләләр. Һаҡ бул, шикләнеүселәрҙән булма.
115. — Дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек менән Раббымдың һүҙе тамам булды. Уның һүҙҙәрен бер кем дә алыштыра алмай. Ул ишетеп, белеп тороусы, —тип әйт. (116) Ер йөҙөндәгеләрҙең күбеһенә эйәрһәң, һине Аллаһ юлынан яҙҙырырҙар. Улар үҙ уйҙырмаларынан башҡа һис бер нәмәгә табынмаҫ, ялғандан башҡа һүҙ һөйләмәҫтәр. (117)Хаҡтыр, һинең Раббың, әлбиттә — Аллаһ; юлынан тайпылғанды яҡшы күреп-белеп тороусы. Ул тура юлдан киткәндәрҙе лә яҡшы белеп тора. (118) Аллаһтың аяттарына инанһағыҙ, өҫтөндә Аллаһтың исеме иҫкә алынған ризыҡтарҙы ғына ашағыҙ.
119. Өҫтөндә Аллаһтың исеме иҫкә алынған ризыҡты ашауҙан һеҙҙе кем тыя? Юҡһа бит, Аллаһ һеҙгә нәмәләрҙең харам икәнлеген асыҡ аңлатты. Мәжбүрилектә ҡалмағанда…
Әлбиттә, күптәр наҙанлыҡтары арҡаһында, нәфсе аҙғынлыҡтары менән абайламаған кешеләрҙе тура юлдан яҙҙырҙылар. Шик юҡ, сиктәрҙе уҙғандарҙы иң яҡшы белеүсе Аллаһтыр. (120) Асыҡ рәүештә гөнаһ ҡылыуҙан да, йәшерен гөнаһ ҡылыуҙан да баш тартығыҙ. Сөнки гөнаһ ҡылғандар,һис шикһеҙ, язаһын аласаҡ. (121) Өҫтөндә Аллаһтың иҫкә алынмаған ризыҡты ашамағыҙ. Сөнки был, һис шикһеҙ, гөнаһ эштер. Ысынлыҡта шайтандар үҙ иштәрен һеҙгә ҡаршы көрәшергә ҡоторталар. Әгәр ҙә уларға эйәрһәгеҙ, һис шикһеҙ, һеҙ ҙә Аллаһҡа тиң башҡа тәңре эҙләүселәрҙән булырһығыҙ. (122) Мәйетте терелтеп, нур таратып йөрөһөн өсөн, уны кешеләр араһына ебәрһәк, ул сығыр юл таба алмаҫлыҡ ҡараңғылыҡҡа кереп аҙашҡандар менән бер дәрәжәлә булырмы? Кәферҙәрҙең ҡылған яманлыҡтары үҙҙәренә ана шулай гүзәл булып күренер. (123) Шулай итеп, Беҙ һәр ҡалала боҙоҡлоҡ (мәкер) ҡылһындар өсөн, гөнаһлы кешеләрҙе (башҡалар өҫтөнән) етәксе иттек. (Өҫтөнлөк биреп, һынар өсөн.) Улар (боҙоҡлоҡтары, мәкерҙәре менән) бары тик үҙҙәрен генә алдай, әммә шул турала үҙҙәре белмәй.
124. Уларға (мосолмандарға) аят килһә, улар (кәферҙәр) әйтә:
— Аллаһтың пәйғәмбәрҙәренә индерелгән кеүек, беҙгә лә шундай уҡ мөғжизә индерелмәһә, беҙ ҡәтғи иман килтермәйәсәкбеҙ, — ти. Аллаһ кемгә пәйғәмбәрлек бирергә кәрәклеген бик яҡшы белә. Гөнаһ ҡылғандарға, ҡылған мәкер-хәйләләренә түләү Аллаһ тарафынан биреләсәк мәсхәрәле ауыр яза булыр.
125. Тура юлға күндерергә теләһә, Аллаһ ул кешенең күкрәген Ислам өсөн киң ҡыла; юлдан яҙҙырырға теләһә, уның күкрәген тап-тар итер; (ул кеше), Күккә осҡандағы кеүек, (сыҙай алмайынса) интегер. Аллаһ иман килтермәгәндәр өҫтөнә бына шундай нәжеслек язаһы индерер.
(«Тауыш тиҙлеген уҙып, Ерҙән күп саҡрымдарға өҫкә күтәрелгәндә баҫымдың үҙгәреүе, махсус скафандрҙар ғына күкрәкте һытылыуҙан һаҡлағаны күҙ алдына килә түгелме? Осҡосҡа ултырып, һауаға күтәрелгәндә лә күкрәк тарайған кеүек хис кешене биләй».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.) 126. Һәм был (Ҡөръән, Ислам дине) Раббының тура юлылыр. Беҙ аяттарыбыҙҙы башында аҡылы булған (фекерләү һәләте булған) кешеләр өсөн ап-асыҡ аңлаттыҡ. (127)Раббыбыҙ ҡаршыһында именлек йорто бар. Ҡылған (гүзәл) ғәмәлдәре арҡаһында Аллаһ уларҙың химәйәсеһеҙер (ярҙамсыһыҙыр).
(Именлек — Сәләм йорто — мосолмандарҙың бер-берһенә сәләм бирә торған йорто - йәннәт. Химәйәсе- дуҫ, ярҙамсы, яҡлаусы.)
128. Уларҙың бөтөнөһөн бер урынға туплаған көндө Аллаһ:
— Әй, ендәр өйөрө, һеҙ кешеләр менән күп булыштығыҙ, — тип әйтер.
Ендәргә дуҫ булғандар әйтер:
— Әй, Раббыбыҙ, беҙ бер-беребеҙҙән файҙа күрҙек һәм беҙгә бирелгән дәүерҙең ахырына килеп еттек, — тип әйтерҙәр.
Аллаһ бойорор:
— Аллаһ һеҙҙе ҡотҡарырға теләмәһә, һеҙҙең урынығыҙ мәңге сыға алмаҫ уттыр. Шөбһәһеҙ, Раббығыҙ — хикмәт эйәһе, белеүсеҙер. (129) Бына шулай итеп, ҡылған гөнаһтары өсөн залимдарҙың бер өлөшөн икенсеһенә дуҫ итеп ҡуябыҙ. (Гөнаһ ҡылыуҙа бер-берһе менән ярышһындар өсөн, шунан һуң ҡылған гөнаһтары өсөн Аллаһ ҡаршыһында яуап тотһондар өсөн.)
130. Әй, ен ҡәүеме һәм кешеләр йәмәғәте, һеҙгә аяттарымды аңлатыусы һәм ошо Көн (Ҡиәмәт) менән ҡауышасағығыҙҙы киҫәтеүсе пәйғәмбәрҙәр арағыҙҙан сыҡманымы?
Улар (кәферҙәр) әйтер:
— Беҙ үҙ зарарыбыҙға шаһитлыҡ ҡылабыҙ, — тип әйтерҙәр. Улар донъя тормошона алданды һәм кәфер булғандарына шаһитлыҡ ҡылдылар.
131. Хәҡиҡәт шулдыр: халҡы ғәфил (хәбәрһеҙ) булған илдәрҙе хаҡһыҙ рәүештә һәләк итмәҫ өсөн, Раббы алдан уҡ пәйғәмбәрҙәр ебәрҙе.
132. Һәр кемдең ҡылған ғәмәлдәренә күрә дәрәжәһе булыр. Раббың улар ҡылғандарҙан хәбәрһеҙ түгел. (133) Раббың байҙыр (Ул бер кемгә лә, бер нәмәгә лә мохтаж түгел), миһырбан эйәһеҙер. Теләһә, Ул һеҙҙе юҡ итер, һәм һеҙҙе башҡа ҡәүем балаларынан бар иткән кеүек, һеҙҙең урынға үҙе теләгән заттарҙы яралтыр ине. (134) Һеҙгә вәғәҙә ителгән нәмә, һис шикһеҙ, киләсәк һәм һеҙ уны бер нисек тә булдырмай ҡала алмаҫһығыҙ.
135. Әйт һин:
— Әй, халҡым, ҡулығыҙҙан килгәнде ҡылығыҙ. Мин дә үҙемсә эшләйәсәкмен. Шунан һуң һеҙ йәннәттең кемгә буласағын белерһегеҙ. Хаҡтыр, залимдар уға ирешмәйәсәк, — тип.
136. Аллаһ яралтҡан игендәрҙән, хайуандарҙан үҙ уйҙырмалары буйынса Аллаһҡа өлөш сығаралар ҙа:
— Быныһы Аллаһҡа, быныһы уртаҡтарыбыҙға (һындарға, боттарға), — тип әйтәләр.
Һындарға бирелгән Аллаһҡа ирешмәй; Аллаһҡа аталған һындарға ирешер. Ниндәй ҙә әшәке фекер йөрөтәләр улар.
137. Уларҙы һәләк итеү өсөн, уларҙың динен боҙҙороу өсөн ошондай уртаҡтары мөшриктәрҙең байтағына үҙ балаларын ҡорбанға салыу эшен сауаплы итеп күрһәттеләр. Аллаһ ихтыяр итһә, улар быны эшләмәҫ ине лә. Һин уларҙы үҙҙәре уйлап сығарған ялғандары янында ҡалдырып кит.
138. Улар яман уйҙырмалары менән әйттеләр:
— (Һындарға, боттарға бирелгән) был малдар менән игендәрҙе ашау беҙҙән башҡаларға харамдыр. Рөхсәтебеҙҙән башҡа шул малдарға атланырға ла, йөк төйәргә лә ярамаҫ, — тинеләр.
Һәм улар мал һуйғанда, Аллаһ исемен телгә алмайҙар. Аллаһ тураһында ялған һөйләйҙәр. Аллаһ уларҙы ошо ғәйбәттәре өсөн язаға тартасаҡ.
139. Әйттеләр:
— Шул хайуандарҙың ҡарынында булған тоҡом бары тик ирҙәребеҙ өсөн генә яралтылған, ҡатындарыбыҙға харамдыр. Әгәр үле тыуһа, шул ваҡытта икеһе өсөн дә хәләлдер, - тинеләр. Ошо ғәмәлдәре өсөн Аллаһ уларға яза бирәсәктер. Шик юҡ, Ул — хикмәт эйәһе, барыһын да теүәл белеп тороусыҙыр.
140. Наҙанлыҡтары арҡаһында абайламай балаларын үлтергәндәр һәм ялған һөйләп, Аллаһ биргән ризыҡты харамға сығарыусылар, ысынлап та, аҙашты, улар тура юл таба алмаҫ.
(«Жәһиллек заманаһында ғәрәптәр араһында байтаҡ кешеләр: ҡыҙ балаларыбыҙ әсир төшөр, фәҡирлектә үҫер, башҡа кешегә килен булыр тип, тереләй ергә күмә торған булғандар».Хәсән Чантай тәфсиренән.)
141. Ағаста һәм ҡыуаҡһыҙ өлгөрә торған емеш баҡсаларын, еләк-емештәрҙе һәм тәмдәре төрлө-төрлө хөрмәләрҙе, иген-ашлыҡтарҙы, зәйтүндәрҙе, анар емештәрен бер-береһенә оҡшаш та, бер-береһенә оҡшамаған итеп тә Ул яралтты. Уңыш-емеш биргән ваҡытта һәр берһенән ауыҙ итегеҙ. Урып-йыйған көндө хаҡын (саҙаҡаһын, зәкәтен) бирегеҙ. Исраф итмәгеҙ. Аллаһ исрафсыларҙы яратмай.
142. Йөк ташый торған хайуандарҙы ла, (һуғымлыҡтарын да, йөндәренән түшәк яһай торғандарын да) Ул яралтты. Аллаһ тарафынан һеҙгә бирелгән ризыҡтарҙы ашағыҙ, шайтанға эйәрмәгеҙ; шөбһәһеҙ, ул һеҙҙең иң хәтәр дошманығыҙ.
143. (Ғәрәптәр ҡайһы бер хайуандарҙың ата енеслеләрен, ҡайһыларының теше (әсә енесле) булғандарын йәки ошо хайуандарҙың быҙауҙарын ашарға харам һынай ине. Бөйөк Аллаһ уларҙың был йолаларын емерер өсөн шулай бойорҙо):
(Әсә һәм ата енесле итеп) һигеҙ пар яралтты: һарыҡтан -ике, кәзәнән - ике... Әйт һин:
— Ул ошо хайуандарҙың аталарынмы, әсәләренме йәки уларҙың ҡарындарында булған бәрәстәрен харам иттеме? Әгәр ҙә һеҙ хаҡлы икән, миңә ғилем аша яҡшылап аңлатып бирегеҙ, — тип әйт.
144. Дөйәнән - ике, һыйырҙан да икене (яралтты). Әйт һин:
— Ул ошо хайуандарҙың аталарынмы, әсәләренме йәки ҡарындарындағы быҙауҙарынмы һеҙгә харам ҡылды? Әллә һеҙ Аллаһ шулай ҡушҡанлыҡҡа шаһит булдығыҙмы? Наҙанлығы арҡаһында абайламаған кешеләрҙе һаташтырған, Аллаһҡа ҡаршы ҡотортҡандарҙан да яман залим кем бар? Шик юҡ, Аллаһ залимдарҙы тура юлға сығармаҫ.
145. Әйт һин:
— Миңә индерелгән уахи ҙа: үләкһә йәки (һуйған ваҡытта) аҡҡан ҡан йәки сусҡа ите бысраҡлыҡтың үҙеҙер, тип әйтелгән. Аллаһтан башҡаға (бер ялған Илаһҡа) атап салынған нәжес хайуандан башҡа, ашай торған кешегә харам ҡылынған бүтән бер нимә лә тапманым. Кем ошо харам ризыҡтарҙы ашарға мәжбүр хәлдә ҡалһа, иманынан тайпылмайынса, зарурлыҡ миҡдарында ғына ашаһа, белһен, Раббың кисерер һәм ғәфү итер, — тип.
146. Йәһүдтәргә Беҙ бөтөн бер тояҡлы (бер тырнаҡлы) хайуандарҙы харам иттек. Һырт майларын, эсәк майын, кимек-һөйәк майын хәләл ҡылдыҡ. Һыйыр менән ҡуйҙарҙың (пар тояҡлыларҙың) ҡорһаҡ майын уларға харам ҡылдыҡ. Был уларҙың ғәҙелһеҙлектәре өсөн бер язаҙыр. Шик юҡ, Без дөрөҫөн һөйләйбеҙ.
(«Йәһүдтәрҙең ғәҙелһеҙлеге был: улар пәйғәмбәрҙәрҙе үлтерҙе, фәҡирҙәрҙе иҙҙе, харамды - хәләл, хәләлде харам тип күрһәттеләр. Бөйөк Аллаһ аятта иҫкә алынғандарҙы ашауҙан уларҙы тыйҙы. Гәрсә, асылда мөьминдәр өсөн быларҙың береһе лә харам түгел».
Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)
147. (Ий, Мөхәммәд) Әгәр ҙә һине ялғансы тип әйтһәләр, әйт: - Раббыбыҙ сикһеҙ миһырбан эйәһеҙер. Шуға ҡарамаҫтан, Ул бирәсәк яза гөнаһлылар өҫтөнән алынасаҡ түгел, — тип.
148.Мөшриктәр әйтәсәк:
— Аллаһ ихтыяр итһә, беҙ (Аллаһҡа) тиңдәш эҙләмәҫ инек, аталарыбыҙ ҙа (башҡа тәңрегә) табынмаҫ ине; һис бер нәмәне лә харамға сығармаған булыр инек, — тип әйтерҙәр. Уларҙан элек килгәндәр ҙә нәҡ шулай итеп ялғанланылар һәм һуңынан язабыҙҙы татынылар. Әйт һин:
— Һеҙҙең беҙгә аңлатасаҡ берәй ғилемегеҙ бармы? Әгәр булһа, беҙгә күрһәтегеҙ. Һеҙ уйҙырмаларҙан башҡа нәмәгә эйәрмәйһегеҙ һәм һеҙ бары тик ялған таратаһығыҙ, тип.
149. Әйт һин:
— (Хаҡтыр, һеҙҙең ҡулда шул иҫбат юҡ.) Шул иҫбат бары тик Аллаһта ғына. Аллаһ ихтыяр итһә, шикһеҙ, һәммәгеҙҙе лә тура юлға баҫтырған булыр ине, — тип.
(«Ҡайһы бер кешеләр: яманлыҡ та, яҡшылыҡ та Аллаһтан килгәс, беҙҙең яманлыҡ ҡылыуыбыҙҙа ғәйебебеҙ юҡ, тип әйтәләр. Улайһа, ниңә һуң, Аллаһ барыбыҙҙы ла тура юлға баҫтырмай? Шулай итеп, улар һәр яманлыҡтарын Аллаһ өҫтөнә өйөп ҡалдырырға булалар. Ләкин Аллаһ кешене үҙ ихтыярына ҡуя. Бына һинең алда ике юл бар. Аллаһты танымау, Ҡиәмәттән ҡурҡмау. Быларҙан ҡурҡмаған кеше яманлыҡ ҡыла, хәмер эсә, фәхешлек ҡыла, алдай, урлай, көсләй Һәм тура юл бар — Аллаһ күрһәткән юл. Бер Аллаһты таныу, Ҡиәмәттән ҡурҡыу, ғәҙеллек, саф әхләҡ, хәләл мал туплау. Бар булғанына риза булып, Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыу.
Был ике юл ҡаршыһында ирекһеҙләү юҡ. Теләйһең икән, нәфсең күрһәткән ҡыйыш юлдан кит. Унан китергә теләмәйһең икән, тура юлдан йөрө. Аллаһ Тәғәлә гөнаһлы һәм сауаплы эштәрҙе кешенең үҙ намыҫына, үҙ ихтыярына тапшыра. Һәр ҡылған изгелегең өсөн һиңә сауап — йәннәт булыр. Һәр гөнаһың өсөн һиңә яза — йәһәннәм булыр».Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)
150. Әйт һин:
— Аллаһ шуны тыйҙы, тип ышандырырлыҡ шаһиттарығыҙҙы күрһәтегеҙ, — тип.
Әгәр ҙә улар шаһитлыҡ ҡылһа, һин улар менән бергә шаһит булма. Аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарғандарға һәм Әхирәт көнөнә ышанмағандарға эйәрмә. Улар Раббынан башҡа ялған тәңрегә табына.
151. Әйт һин:
— Килегеҙ, мин һеҙгә Раббының нәмәләрҙе харам ҡылғанлығы тураһында уҡып бирәм, — тип.
Аллаһҡа һис бер нәмәне тиң күрмәгеҙ. Ата-әсәгә изгелек ҡылығыҙ. Фәҡирлектән ҡурҡып, балаларығыҙҙы үлтермәгеҙ. Һеҙгә лә, уларға ла ризыҡты Беҙ бирәбеҙ. Кеше ҡаршыһында ла, йәшерен рәүештә лә яманлыҡ ҡылмағыҙ. Аллаһ рөхсәтенән башҡа, мәжбүриәт булмағанда, Аллаһ мөхтәрәм ҡылған йәнде хаҡһыҙға ҡыймағыҙ (ғәҙелһеҙлек менән кеше үлтермәгеҙ). Бына Аллаһтың һеҙгә булған бойороҡтары шулдыр. Уйлай торғас, бәлки, аңларһығыҙ, — тип әйт.
152. Бәлиғлеккә ирешкәненә саҡлы йәтимдең малына ҡағылма, яҡшы ниәт менән генә ҡағыл (ул малды йәтим кәрәгеңә тотҡанда ғына, үҙеңә алһаң, ҡайтарып биреү шарты менән йәки ул малды арттырыр булһаң ғына). Ғәҙел итеп үлсәгеҙ, ғәҙел бүлегеҙ. Беҙ һәр кемгә йөктө үҙе күтәрә алған ҡәҙәр генә төйәйбеҙ. Яҡындарығыҙ тураһында ла ғәҙеллек менән шаһитлыҡ итегеҙ. Аллаһҡа биргән һүҙегеҙҙә тороғоҙ. Бына шулай итеп, яҡшы аңларһығыҙ тип, Аллаһ шуларҙы һеҙгә әмер итте. (153) Шөбһәһеҙҙер, был минең дөп-дөрөҫ юлым булыр. Шул юлдан китегеҙ. Башҡа юлдан китмәгеҙ. Сөнки ул юлдар һеҙҙе Аллаһ юлынан айырыр. Гөнаһтарҙан һаҡланырһығыҙ тип, Аллаһ һеҙгә ошоларҙы әмер итте. (154) Һуңынан изгелек ҡылғандарға ниғмәтебеҙҙе аңлатыр өсөн, һәр нәмәне асыҡлар өсөн, тура юлға күндереү өсөн һәм рәхимлек ҡылыу маҡсаты менән, Мусаға ла Китап (Тәурат) бирҙек. Өмөт ителәҙер ки, (Ҡиәмәттә) Раббы хозурына барасаҡтарына иман килтерерҙәр. (155) Бына был (Ҡөръән) Беҙ индергән изге Китаптыр. Уға эйәрегеҙ һәм (был донъяла гөнаһ эшләүҙән) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Һеҙгә Ул (Ҡиәмәт көнөндә) мәрхәмәтле булыр.