Имран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе 7 страница
265. Аллаһ ризалығын алырға теләүселәр һәм рухтарында булған иманды нығытыу өсөн, малдарын сарыф иткәндәрҙең хәле ҡалҡыулыҡтағы гүзәл баҡса кеүектер. Баҡса өҫтөнә ямғыр яуһа, ике ҡат уңыш йыйып була. Ямғыр мул яумаһа ла (һис юғында ул баҡсала) дым ҡалыр. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡылғандарығыҙҙы күреп тора.
266. Хөрмәләр, йөҙөмдәр шаулап үҫкән, шишмәләре ағып тороусы, еләк-емеш тулы баҡсаһы булған кеше ҡартайып, (ҡарт булһа ла) бала-сағалары ғәзиз сабый булып, утлы өйөрмә сығып, шул баҡсаны яндырып китеүен теләр инеме икән? Бына, Аллаһ һеҙгә аяттарын шулай ап-асыҡ итеп аңлата. Моғайын, һеҙ фекер йөрөтөп ҡарарһығыҙ (һәм бер нәтижәгә килерһегеҙ).
267. Әй, мөьминдәр, йыйған малдарығыҙҙың иң затлыларын ғына һәм һеҙҙең өсөн ерҙән сығарғандарыбыҙҙан (саҙаҡа, хәйер, зәкәт биреп, Аллаһ юлында) сарыф итегеҙ. Күҙ йомоп (сырайығыҙҙы һытып, ерәнеп кенә, теләр-теләмәҫ кенә) алырҙай затһыҙ малды бүләккә бирмәгеҙ (үҙегеҙгә оҡшамаған, ғәмәлгә яраҡһыҙ мал хәйергә бирелмәҫ). Белеп тороғоҙ, Аллаһ сикһеҙ бай һәм маҡтауға лайыҡ.
268. Шайтан һеҙҙе:
— Фәҡир буласаҡһығыҙ, — тип ҡурҡыта. Һеҙҙе ул фәхешлеккә саҡыра (һеҙҙе боҙоҡлоҡҡа, һаранлыҡҡа өндәй). Аллаһ иһә һеҙгә үҙенән ярлыҡау һәм муллыҡ вәғәҙә итә. Аллаһ — сикһеҙ йомартлыҡ эйәһе, барыһын да белеп тороусы.
269. (Аллаһ Тәғәлә) хикмәтен теләгән кешеһенә бирер. Кемгә хикмәт (аҡыл, ғилем) бирелһә, хәҡиҡәтән, уға күп хәйер бирелгән булыр. Сәләмәт аҡыллы кешеләрҙән башҡа быны бүтәндәр яҡшы аңламаҫ.
270. Саҙаҡа малын ҡайҙа ҡуйғанығыҙҙы йәки кемгә лә булһа нәҙер ителгән малығыҙҙы ҡайҙа сарыф иткәнегеҙҙе Аллаһ белеп тора. Залимдар өсөн һис бер ярҙам булмаҫ.
271. Саҙаҡаларығыҙҙы асыҡ итеп бирһәгеҙ, яҡшы булыр. Саҙаҡаларығыҙҙы фәҡирҙәргә йәшертен бирһәгеҙ, һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр. Шуға күрә, (Аллаһ) гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн ярлыҡар. Һеҙ нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, Аллаһ барыһынан да хәбәрҙар.
272. (Ий, Мөхәммәд) уларҙы (бәндәләрҙе) һидәйәткә ирештереү һиңә йөкләнмәй. Кемгә теләһә, Аллаһ һиҙәйәтте шуға бирә. Бирелгән хәйер (мал) үҙ файҙағыҙға булыр. Һеҙ малдарығыҙҙы (саҙаҡағыҙҙы) бары тик Аллаһ ризалығын алыр өсөн генә бирәһегеҙ. Аллаһ юлында сарыф иткән малдарығыҙ (саҙаҡалар, зәкәт, хәйер) өсөн һеҙ артығы менән бүләкләнәсәкһегеҙ. Һеҙ (сауап мәсьәләһендә) хаҡһыҙ рәнйетелмәйәсәкһегеҙ.
273. (Саҙаҡа) үҙҙәрен Аллаһ юлына бағышлағандарға (фәҡирҙәргә, ғалимдарға) бирелергә тейеш. Сөнки улар Ер йөҙө буйлап йөрөй алмай. Уларҙың хәлен белмәгән кешеләр, уларҙың тыйнаҡ һәм ғорур булғанына ҡарап, был әҙәмдәрҙе бай тип иҫәпләйҙәр. Һин уларҙы (үҙҙәренә генә хас) ғәләмәттәренән танырһың. Улар (ҡыйын хәлдә булһалар ҙа күҙгә керә-керә) хәйер һорамай. Һеҙҙең (Хаҡ юлында) күпме мал сарыф иткәнегеҙҙе, шик юҡ, Аллаһ белеп тора.
274. Малдарын иртә-кис, йәшертен йәки йәшермәйенсә (Хаҡ юлында) сарыф иткәндәргә Аллаһ хозурында әжерҙәр бар. Уларға һис бер ҡурҡыныс янамаҫ, уларға ҡайғы килмәҫ.
275. Риба (әжәткә биреп торған аҡсанан-малдан арттырып алынған харам керем) ашағандар иһә шайтан зәхмәте һуҡҡан тилеләр кеүек, ҡәберҙәренән торасаҡтар Улар:
— Сауҙа итеү ҙә риба кеүек бит, — тигәндәре өсөн шундай хәлдә ҡалырҙар. Аллаһ алыш-биреште хәләл итте, рибаны харам ҡылды. Әгәр ҙә кемдер Аллаһтан (риба алмаҫҡа) әмер килгәс, рибанан баш тартһа, әмер килгәнгә ҡәҙәр алған рибаһы ғәфү ителер, уның эше Аллаһ хөкөмөндә булыр. Кем ҡабаттан (был аят ингәндән һуң) риба ала ҡалһа, улар йәһәннәм әһелдәре булыр һәм улар шунда мәңгегә ҡалыр. (276) Аллаһ рибаның бәрәкәтен ебәрер (әжәтте арттырып алған кеше, барыбер, ул аҡсаның рәхәтен күрмәҫ). Саҙаҡа биргән кешеләрҙең малдарын арттырыр. Аллаһ (рибаны, харамды хәләл тип танығандарҙы) кәферҙәрҙе, гөнаһлыларҙы яратмай.
277. Мөьминдәр, изгелек ҡылғандар, намаҙҙы дөрөҫ уҡығандар, зәкәтен биргәндәр Раббының хозурында әжерҙәрен табырҙар. Уларға һис бер ҡурҡыныс янамаҫ, уларға хәсрәт тә килмәйәсәк. (278) Иман килтергән кешеләр! Мосолман икәнһегеҙ, Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ, алынмаған рибаларығыҙҙы алмағыҙ. (279) Шулай эшләмәһәгеҙ, Аллаһҡа һәм Пәйғәмбәргә ҡаршы һуғыш асҡан кәферҙәр кеүек булырһығыҙ. Был эштәрҙән тәүбә итһәгеҙ, малығыҙ-байлығығыҙ — маяғыҙ үҙегеҙгә ҡалыр. Шулай ҡылһағыҙ, һеҙ ғәҙелһеҙ булмаҫһығыҙ, үҙегеҙгә лә ғәҙелһеҙлек булмаҫ. (280) Әгәр (һеҙгә бурыслы кеше әжәтен ҡайтарырға) ҡыйын хәлдә ҡалған булһа, бурысын түләр өсөн уға уңай ваҡыт бирегеҙ. Саҙаҡаға хисаплап, үҙегеҙ белеп, ул бурысты алмаһағыҙ, һеҙҙең өсөн тағын да хәйерлерәк булыр.
281. Аңлы булығыҙ! Аллаһ хозурына барасаҡ Көн тураһында уйлап, ҡурҡып йәшәгеҙ. (Ул Көндө) һәр кемгә үҙе ҡылғандар өсөн түләү итеп, ғәҙеллек менән тамам өлөш (йәннәт йәки йәһәннәм) бирелер.
282. Һәй, иман килтергәндәр! Билдәле ваҡытта ҡайтарылырға тейешле бурысығыҙҙы яҙып ҡуйығыҙ. Был шартнәмәне арағыҙҙа ғәҙеллеге менән танылған берәү хилафһыҙ итеп яҙһын. (Шартнәмәне) яҙыусы Аллаһ нисек әмер иткән булһа, шулай итеп яҙһын, һуңынан баш тартмаһын. Ул яҙһын, бурыслы кеше әйтеп торһон. Раббыһы булған Аллаһтың язаһынан ҡурҡһын, бирәсәк бурысын кәметеп яҙҙырмаһын. Өҫтөндә бурысы ҡалған кешенең аҡылы зәғиф булһа йәки хәлһеҙ булһа, әйтеп тороп яҙҙырта алмаһа, уның ғәҙел яҡын туғаны был эште башҡарһын, (телһеҙ-һуҡыр, һаҡау булһа, рәсми тел белмәгән кеше булһа, тотҡонда булһа) ир кешеләр араһынан ике шаһит һайлап алығыҙ. Ике ир кеше табылмаһа, ул сағында һеҙ риза булырлыҡ бер ир һәм тағын ике ҡатын табығыҙ. Ҡатындарҙың берһе онотһа, икенсеһе был шартнәмәне хәтерендә һаҡлар. Саҡырылған шаһиттар был эштән баш тартмаһын (ҡасмаһын). Бурыс әҙ булһа ла, күп булһа ла, ҡайтарыласаҡ ваҡытын дөрөҫләп яҙырға ялыҡмаһындар. Был — Аллаһ ҡаршыһындағы ғәҙеллеккә тура килә, шаһитлыҡ зарури, шикләнерлек урын ҡалдырмай торған эш. Әгәр, арағыҙҙа ҡулдан-ҡулға йөрөй торған алыш-биреш булһа, ул ваҡытта уны яҙып тормаһағыҙ ҙа була. Гөнаһаһы булмаҫ. Сауҙа эшендә лә шаһиттар яллағыҙ. (Шартнәмәне) яҙыусыға ла, шаһиттарға ла зарар килтерелмәһен. (Зарар һалһағыҙ) үҙегеҙгә насарлыҡ ҡылған булырһығыҙ. Аллаһтың нәфрәтенән ҡурҡығыҙ, Аллаһ һеҙҙе өйрәтеп тора. Аллаһ барса нәмәне ысыны менән белеп тора.
283. Һеҙ сәфәрҙә булып, (шартнәмәне) яҙырға кеше таба алмаһағыҙ, бурыслы кешенән (бурыс ҡиммәтенә яҡын әйбер) аманат алып тороу ярай. Бер-берегеҙҙән шикләнһәгеҙ, ышаныслы әҙәм Раббыһы булған Аллаһтың хөкөмөнән ҡурҡһын, аманатын теүәл ҡайтарһын. Шаһитлыҡты йәшермәгеҙ. Йәшергән кеше гөнаһлы булыр. Нимә генә ҡылһағыҙ ҙа, Аллаһ барыһын да белеп тора.
284. Күктәрҙә, Ерҙә нимәләр бар — бөтөнөһө лә Аллаһтыҡы. Әгәр һеҙ күңелегеҙҙәгеләрҙе асып һалһағыҙ йәки йәшерһәгеҙ, Аллаһ һеҙҙе яман уйҙарығыҙ өсөн яуапҡа тартыр. Кемде ярлыҡарға теләһә, Аллаһ шуны ярлыҡар. Кемгә яза бирергә теләһә, шуға яза бирер. Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә.
285. Ул пәйғәмбәр ҙә Раббынан үҙенә төшөрөлгән (Ҡөръән)гә иман килтерҙе. Мөьминдәрҙең һәр береһе лә Аллаһҡа, уның фәрештәләренә, китаптарына, пәйғәмбәрҙәренә инанды һәм әйттеләр:
— Уның пәйғәмбәрҙәренә айырмайынса ышандыҡ, ишеттек (ҡабул ҡылдыҡ), итәғәт иттек. Әй, Раббыбыҙ, ярлыҡауыңды теләйбеҙ. Һуңғы йөрөшөбөҙ Һинең тарафҡаҙыр, — тинеләр.
286. Аллаһ бер кемгә лә көсө етмәҫлекте йөкләмәҫ. (Кеше) изгелек ҡылһа, үҙ файҙаһына; яманлыҡ ҡылһа, үҙенең зарарына ҡылыр.
— Әй, Раббыбыҙ, онотһаҡ йәки яңғылышһаҡ, беҙҙе ғазаптарға һалма, (зинһар). Йә, Раббыбыҙ, беҙҙән алда килеп-киткәндәргә йөкләгәнең кеүек, беҙгә лә шундай ауыр ғазаптар йөкләмә. Раббыбыҙ, (зинһар), беҙҙе сыҙай алмаҫлыҡ хәлдәргә ташлама. Гөнаһтарыбыҙҙы өҫтөбөҙҙән ал, ярлыҡа беҙҙе, кисер беҙҙе, беҙгә рәхимле бул. Һин беҙҙең Хужабыҙ, Хакимыбыҙ. Кәферҙәр өйөрөнә ҡаршы (көрәшергә һәм еңергә) беҙгә ҡеүәт бир!
имран (Мәрйәмдең атаһы) сүрәһе
(Ғимран сүрәһе 200 аяттан тора. Мәҙинә-и Мөнәүүәрә ҡалаһында ингән. Был сүрәлә Мәрйәмдең атаһы Ғимран тураһында һөйләнә. Исеме шунан килә.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф, Ләм, Мим.
2. Аллаһ — бер генә! Аллаһтың Үҙенән башҡа (һис бер кем, һис бер нәмә) Илаһ була алмай. Ул — мәңге тере. Ул — ҡәййүмдер.
(«Хайи үә ҡәййүм» ғибәрәһен былай аңлаталар. Хайи — тере, үлемһеҙ, мәңге дауамлы, тигән һүҙ. Ҡәййүм — бөтөн Ғәләмдең, барса йәнле-йәнһеҙҙәрҙең тәрбиәсеһе, барыһын да күҙәтеп-белеп, хисапҡа тотоусы ҡөҙрәт һәм камиллыҡ эйәһе.)
3. (Ий, Мөхәммәд) Ул һиңә китапты (Ҡөръәнде) әүүәл индерелгән китаптарҙы (дөрөҫләп) раҫлау өсөн индерҙе. Бынан алда ла Тәүрәт менән Инжилде индергән ине.
4. Хаҡ менән ялғанды (яҡшыны ямандан) айыра белер өсөн (хөкөмдәр) Фурҡан индерҙе. Аллаһтың аяттарына кәфөрлөк иткәндәр юҡмы? (Бар, әлбиттә.) Улар өсөн бик ҡаты ғазаптар әҙерләнгән. Аллаһ — ҡөҙрәт эйәһе һәм яза биреүсеҙер.
5. Шөбһә юҡ, Ерҙә лә, Күктә лә Аллаһтан йәшерен нәмә юҡтыр. (6) Әсәләрегеҙ ҡарынында уҡ, Үҙе нисек теләһә, һеҙгә шундай рәүеш биреүсе лә Аллаһтыр. Аллаһтан башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) тәңре булырҙай һис бер кем юҡ. Аллаһ мотлаҡ еңеүсе. Аллаһ берҙән-бер хөкөм сығарыусы һәм хикмәт эйәһе.
7. (Ий, Мөхәммәд) Һиңә Китапты Ул индерҙе. Шунда мәғәнәһе асыҡ аяттар байтаҡ һәм улар Китаптың нигеҙен тәшкил итә. Башҡа бер бәғзеләре мөтәшәбиһтәрҙер (йәғни мәғәнәһе асыҡ түгел һәм хәҙергә аңлатыуы ла мөмкин булмаған, ҡыҫҡа аяттар). Күңеле боҙоҡ булғандар, мөтәшәбиһ аяттарҙы фетнә сығарырҙай итеп, үҙҙәренсә аңлатырға маташалар, шуларға йәбешеп яталар. Гәрсә, Уларҙың мәғәнәһен Аллаһтан башҡа бер кем белмәҫ. Ғилем эйәләре иһә:
— Беҙ уға (Ҡөръәнгә) ышандыҡ. Барыһы ла Раббыбыҙҙан килгән, — тинеләр. Уларҙы (мөтәшәбиһ аяттарҙы) сәләмәт аҡыллыларҙан башҡалар яҡшы аңламаҫ!
(«Мөтәшәбиһ аяттарҙы аңлатыуға ике ҡараш йәшәп килә. Сәләф — боронғылар мәсләге. Хәләф — вариҫтар мәсләге. Сәләфселәр фекеренсә, был аяттарҙы аңлатыуҙан ҡасырға кәрәк. Аңлатмайынса ғына, Аллаһ һүҙенә ышанырға кәрәк». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
«Һуңғылары, хәләфселәр аңлатыу яғында тора. Ҡайһы берәүҙәр «үәр-рәсихүнә» һүҙенең башындағы «уау» хәрефен теркәгес итеп уҡыйҙар. Шулай уҡығанда аңлашылаҙыр: уның мәғәнәһен бары тик бер Аллаһ һәм ғилемдә юғары дәрәжәләргә ирешкән ғалимдар ғына беләсәк. Мөтәшәбиһ аяттар фән-ғилем камиллыҡҡа ирешкәс кенә, киләсәктә генә аңлатыласаҡ икән». Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)
8. Йә, Раббыбыҙ, тура юлға баҫтырғандан һуң, беҙҙе аҙаштырма. Беҙгә Үҙ тарафыңдан рәхмәт бир. Шик юҡ, Һин иң йомарт ярлыҡаусы. (9) Йә, Раббыбыҙ, хаҡтыр, Һин, һис шикһеҙ, көндәрҙән бер көндө кешеләрҙе бер урынға туплаясаҡһың. Һис шикһеҙ, Аллаһ Үҙ һүҙендә торасаҡ!
10. Аллаһ хозурына килгәс, кәферҙәрҙе малдары ла, балалары ла ҡотҡара алмаҫ. Бына шулар була инде йәһәннәм киҫәүҙәре. (11)(Уларҙың юлы) Фирғәүен тоҡомоның һәм уларҙан элек йәшәгәндәрҙең юлы кеүек. Улар аяттарыбыҙҙы ялғанға сығарҙы, Аллаһ та уларҙы, гөнаһтарына күрә, (хөкөмгә) тотто. Аллаһтың язаһы бик тә ҡаты булыр.
12. (Ий, Мөхәммәд) кәфер итеүселәргә әйт һин:
— Яҡын арала һеҙ тар-мар киләсәкһегеҙ һәм бөтөнөгөҙ йәһәннәмдә янасаҡһығыҙ.
Ул (йәһәннәм) ҡотосҡос яман урындыр.
13. Ҡапма-ҡаршы килгән ике ғәскәр (Бәҙер) һуғышында һеҙгә ғибрәттәр бар. Бер ғәскәр Аллаһ юлында һуғыша, икенсеһе иһә мөшриктәр ине. Былары тегеләрҙе (мосолмандарҙы) маңғай күҙҙәре менән ике итеп күрә башланы. Ярҙам итәһе килгән кешеләренә Аллаһ ярҙам итер. Шик юҡ, күңел күҙҙәре һуҡыр булмағандарға бында ҡәтғи һабаҡтар бар.
14. Нәфсеһе булған кешеләргә: ҡатындар, улдар, батман-батман тағылған алтын-көмөш, тамғаланған сабышҡы аттар, ( мул һөт биреүсе) хайуандар, игенлектәр, шашып яратыу зиннәтләндереп күрһәтелде. Ләкин быларҙың барыһы ла донъялағы тормоштың тиҙ уҙып китә торған рәхәт миҙгелдәре генә. Аллаһ хозурындағы (йәннәттәге) тормош тағын да гүзәлерәк.
15. Һин әйт:
— Һеҙгә бынан да яҡшыраҡ тормош тураһында һөйләйемме? — тип.
Тәҡүә (саф) мосолманлыҡҡа ирешкәндәр өсөн Раббы ҡаршыһында, (тау-таш) аҫтарынан бәреп сығыусы шишмәләре менән йәннәттәр булыр. Улар шунда мәңге йәшәп ҡаласаҡ. Саф-пак ҡатындар янында улар Аллаһтың ризалығында йәшәр. Хаҡтыр, Аллаһ ҡолдарын күҙәтеп тора.
16,17. Сабыр-сыҙам булғандар, имандарына тоғро ҡалғандар, итәғәтле булғандар, йәтимдәрҙе ҡарағандар (йәғни тәҡүәлеккә ирешкәндәр):
— Йә Раббыбыҙ, беҙ иман килтерҙек. Инде беҙҙең гөнаһтарыбыҙҙы кисер һәм беҙҙе йәһәннәм ғазаптарынан ҡотҡар! — тип сәхәрҙәрҙә Аллаһтан ярлыҡау һорарҙар.
18. Аллаһ ғәҙеллекте өҫкә сығарып, Үҙенән башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә) һис бер тәңре булмағанлығын (аяттары, дәлилдәре менән) иҫбат итте. Фәрештәләр ҙә, ғилем эйәләре (нәбийҙәр, ғалимдар ҙа) быны раҫланы:
— Аллаһтан башҡа (Илаһи көскә эйә һәм) Тәңре булырҙай һис бер кем юҡ! — тинеләр. — Ул — мотлаҡ еңеүсе, хөкөмгә һәм хикмәткә эйә берҙән-бер Аллаһтыр.
19. Хаҡ дин, Аллаһ дине — Исламдыр. (Үҙҙәренә) Китап индерелгәндән һуң, белем алғас, көнләшеп, (артыҡ ғорурланып), үҙ-ара талашып таралыштылар. Аяттарҙы инҡар итеүселәр белһен, һис шикһеҙ, Аллаһ язаһын бик тиҙ бирер.
(«Дин» кәлимәһе: итәғәт һәм яза, хаҡлыҡ һәм шәриғәт мәғәнәләрендә килә. Ҡөръәндә «дин» һүҙе төрлө мәғәнәләрҙә ҡулланыла. Юғарылағы аят иһә, бәндәләр тарафынан ҡабул ителергә тейешле Илаһи ҡанун булараҡ фарызлана. Йәғни, дин — ул кешеләрҙе донъяла нисек итеп дөрөҫ йәшәргә өйрәтеүсе һәм Әхирәттә Сәғәҙәткә ирешеү юлын күрһәтеүсе, Аллаһ хозурынан пәйғәмбәрҙәр арҡылы кешеләргә индерелгән Илаһи ҡағиҙәләр, ҡанундар. «Ислам» кәлимәһе түбәндәге мәғәнәләргә эйә: итәғәт итеү, берләшеү, рухи һәм физик сәләмәтлеккә ирешеү, ғибәҙәттә ихлас булыу. Юғарылағы аятта иһә «Ислам» һүҙе бер Аллаһҡа иман килтереү һәм хәҙрәти Мөхәммәд арҡылы күндерелгән дин нигеҙҙәрен ҡабул итеү, тигән мәғәнәлә бирелгән».