Аумы, туғаным. Ә һин ниңә ситтә тораһың? — тине ул йылмайып.
Ммм... — нимә тип яуап бирергә әйтә алмай, тотлоғоп ҡалдым.
Ниңә шул тиклем ҡаушаның да киттең?
Ммм... Юҡсы...
Улай булғас, әйҙә танышайыҡ. Мин — Гөлшат Әмировна булам. Ә һин?
Ильяс.
Алай исемең матур. — Апайҙың һүҙҙәрен ишеткәс, иренем дә киттем. Рәхмәт тигәндәй йылмайып ҡуйҙым. — Бына, Ильяс, йөҙөңә ҡарайым да ниңәлер һинең өсөн борсолам. Кемдән шул хәтлем өркәһең. Яурындарың да төшөп киткән, күҙеңдән дә хәүефеңде күрәм...
Юҡ, апай. Минең барыһы ла яҡшы. Бында үҙемде өйөмдә кеүек тоям, — тинем директор өйрәткәнсә.
Бик шәп улай булғас. Әйҙә үҙеңдең йәшәгән бүлмәңде күрһәт әле. — Боҙло һыу менән ҡойҙолармы ни! был апай ниңә шул тиклем минең менән ҡыҙыҡһына икән? Әллә директор юрамал мине һынап ҡарарға ҡушҡанмы? Ошо уйҙар оҙаҡ тынғылыҡ бирмәне. Ни тиһәң дә шул тиклем дә ихлас һөйләшкән, йөҙө ҡояш кеүек балҡып торған апайға ҡуй булмай бит инде. Бүлмәмдә башҡа малайҙар юҡ ине, икәүләшеп кенә һөйләшеп ултырҙыҡ.
Бөгөн беҙгә килгән ҡунаҡтар ысынлап та ҙур ғына етәкселәр икән. Һәр кеше яуаплы урында эшләй. Ә Гөлшат апайҙы, абруйлы йәмәғәт эшмәкәрен, хөрмәт иткәнгә күрә үҙҙәре менән алғандар.
Ин, Ильяс, борсолма. Мин һине яҡшы аңлап торам. Таныш булмаған кеше менән һөйләшеп ултырғанға директорың әрләр тип уйлайһыңдыр. Мәүлиҙә апайығыҙға үҙем аңлатырмын. Оҙаҡ йылдар балалар менән эшләгән кеше булараҡ, һинең һағыш тулы күҙҙәреңде күргәс, урап үтә алманым. Әллә берәй төрлө ярҙам кәрәкме? Әйт, оялма...
Рәхмәт, апай. Бер ниндәй ҙә йомошом юҡ.
Ильяс, һин нисәнсе класта уҡыйһың әле?
Бына тиҙҙән туғыҙынсыны бөтәм.
Уҡыуың нисек?
Quot;Өс"тәрем юҡ. Ике "дүрт"ем генә бар. Уныһы ла физкультуранан һәм химиянан.
Яҡшы уҡыуым хаҡында ишеткәс, Гөлшат апай арҡамдан һөйөп алды. Аҙаҡ ҡайҙа уҡырға теләүемде лә белеште.
Педучилищеға барырға уйлайым, — тинем.
Юҡ-юҡ-юҡ... Был тиклем уҡып та училищеға барып тормаҫһың. Һинең урының — университетта. — Гөлшат Әмировнаның был һүҙҙәрен ишеткәс, аптырап киттем. Әйтеүе генә еңел бит ул. Ә һин унда инеп ҡара! Әле педучилищеға барам тип тәрбиәсемә әйткәнгә, ул көлөмһөрәп ҡуйғайны.
Унда уҡый алмаҫмындыр. Университет бит ул.
Гәмәсем минең был уйҙарымды юйҙырырға ашыҡты.
Нисек инде уҡый алмаҫһың? Уҡыйһың. Йөҙөңдән күреп торам — һин булдыраһың. Бына тигән кеше булып китерһең әле.
Гөлшат Әмировна менән һөйләшеп ултырғанда үҙемдә шул хәтлем ышаныс артҡандай тойолдо. Бөгөндән университетҡа барырға әҙер инем. Хыялымда үҙемде шунда уҡып йөрөйөм тип хис иттем. Ошо осрашыуҙа был мөләйем апай иҫтәлеккә ручка ла бүләк итте. Шул саҡ бүлмәгә Мәүлиҙә Нурғәлиевна килеп инде. Берсә мине һөҙөрҙәй итеп ҡараны, берсә Гөлшат апайға йылмайырға тырышты. Миңә ҡарата булған нәфрәте йөҙөнә сыҡҡан ине.
Ильяс, ниңә кешенең ваҡытын алаһың. Улар былай ҙа алыҫ юлдан арыған, — тине ул. — Гөлшат Әмировна, әйҙәгеҙ, сәй эсергә.
Ур рәхмәт һеҙгә, әммә мин бында сәй эсер өсөн килмәнем бит.
Йҙәгеҙ, беҙ һеҙҙе генә көтәбеҙ. Сәй һыуына...
Ахырҙа, әңгәмәсем урынынан торҙо ла, сығыу яғына ыңғайланы. Шунан бер аҙға туҡтап ҡалды, миңә боролдо.
Ильяс, мин әйткән һүҙемде онотма! Һин булдыраһың. Бәлки, Өфөлә күрешербеҙ ҙә... — Тағы ла ниҙер әйтергә теләне ул, әммә Мәүлиҙә Нурғәлиевна ашыҡтырғас, ҡабаланып хушлашты ла сығып китте.
Араңғы төшкәс кенә ҡунаҡтар ҡайтыр юлға йыйынды. Беҙ ҙә уларҙы оҙатырға сыҡтыҡ. Улар килмәһә, ошо яңы кейемдәр беҙгә тәтер инеме? Детдом да танымаҫтай итеп үҙгәрер инеме?
Улар машиналарға ултырғансы Мәүлиҙә Нурғәлиевна ҡунаҡтар менән нимәлер хаҡында һөйләшеп көлөштө, һәр кеше менән ҡосаҡлашып хушлашты. Ә беҙ, еңелсә генә кейенгән көйөнсә, ишек алдына сығып ҡул болғап ҡалдыҡ.
Машиналар күҙҙән юғалғас, директорыбыҙ ауыҙы йырылып, оло ҡәнәғәтлек менән детдомға инде. Балалар ҙа уның артынан эйәрҙе. Тик Мәүлиҙә апайҙың эскә үтеүе булды, ҡорт саҡҡандай асыуланды ла китте:
Уф, ошо ҡороп киткерҙәр! Ғүмерендә балаҫ күрмәгәстәр — шулай инде. Тапап, бысратып та өлгөргәндәр. Хәҙер ҡорғандарҙы ла йыртып бөтөрҙәр! Шунан тағы ҡунаҡтар килә ҡалһа... Юҡ,былай булмай! Шунда уҡ матур келәмдәр ҙә юҡ булды, ҡорғандар ҙа иҫкеһенә алыштырылды, төркөмдәге вазалар ҙа, яңы сынаяҡтар ҙа кире келәткә тапшырылды. Беҙгә бирелгән әйберҙәрҙе лә, һеҙҙең тиҙ туҙҙыра торған ғәҙәтегеҙ бар, тип кире йыйып алынды...
Министрға хат
Унаҡтар ҡайтып киткәне бирле үҙемә урын таба алмай йөрөнөм. Башымда бары бер уй — университет! Тик унда нисек уҡырға инәләр икән? Ниндәй имтихан тапшырырға кәрәк? Ошо туҡтауһыҙ һорауҙарыма яуап табыр өсөн китапханала әллә нисәмә журналды аҡтарып сыҡтым. Башҡаларҙан һорар инем — оялам. Әллә ысынлап та шунда инергә йыйындыңмы, һине ҡушҡуллап көтөп торалар тип көлөрҙәр.
Шулай итеп, төпсөнә-соҡсона торғас, аҙмы-күпме нәмәне белдем. Тик ундағы бер шарт ҡына мине хафаға һалды. Университетҡа ун беренсенән һуң ғына уҡырға алалар икән. Ә мин әле 9-ҙа уҡыйым. Был ҡағиҙәне кем уйлап сығарҙы икән?
Тағы ла ике йыл уҡып, аҙаҡ Өфөгә барыр инем дә ул. Мин белгәндән әле берәүҙе лә детдомда 11-се класҡа ҡалдырғандары булманы. Туғыҙҙы бөтөү менән йә һөнәрселек училищеһына, йә техникумға ебәрәләр.
Нимә эшләргә? Гелән шул хаҡта уйлайым. Анау тапҡыр Өфөнән килгән Гөлшат Әмированың әйткәне һаман да ҡолаҡ төбөмдә сыңлап торғандай: "Һинең урының — университетта. Һин булдыра алаһың..."
Балалар йортонда хәҙер мин бирешкәндәрҙән түгел. Ни тиһәң дә, туғыҙынсы кластамын. Элек кенә ул ҙурҙар беҙҙе юҡ-барға дөмбәҫләй ине. Хәҙер улары китеп бөттө. Тәрбиәселәр ҙә ҡул күтәрә алмай. Бәлки, директорҙан һорап, тағы ике йылға ҡалырғалыр? 11-се класты тамамлайым да, туп-тура университетҡа барасаҡмын. Әгәр детдомда ҡалдырмаһалар? Әйҙә, берәй ПТУ-ға индерәбеҙ тиһәләр?! Йо-о-оҡ! Ул саҡта туғыҙҙы бөтөү менән, аттестатымды алам да, үҙемдең тыуған ауылыма ҡайтырмын. Унда үҙебеҙҙең өйөбөҙ бар бит инде. Шунда йәшәп торормон тағы ике класты бөткәнсе. Ә аҙаҡ инде — Өфөгә! Көндәрҙең береһендә Мәүлиҙә Нурғәлиевна саҡыртып алды. Беҙ бишәү инек.
Директорыбыҙҙың шундай холҡо бар: кеше менән һөйләшкәндә, бер ҡасан да әңгәмәсенең күҙенә ҡарамай. Ә ҡайҙалыр өҫкә, түбәгә, йә тәҙрә яғына ҡарап һөйләшә. Был юлы ла шулай итте.
Беҙгә Өфөгә тиҙ генә отчет ебәрергә кәрәк, — тине ул ауыҙын ослайтып. — Шуға һеҙҙе йыйып алдым. Бына шулай ваҡыт үтә лә китә, хәҙер һеҙ ҙә детдомдан китәһегеҙ. Ҡайһы баланы ниндәй уҡыу йортона урынлаштырырға йыйынғаныбыҙҙы һорайҙар. Моғайын, тәрбиәселәрегеҙ ошо турала һеҙгә әйтеп ҡуйғандыр. Әйҙәгеҙ, теләгегеҙҙе әйтегеҙ. — Һөйләп бөткәс, беҙҙең яҡҡа ҡараны.
Минең рәссам булғы килә, —тине өсөнсө төркөмдәге ҡыҙ. — Быға сәнғәт училищеһында уҡыталар тиҙәр.