Генерал - губернатор төйәге - Ырымбур 2 страница
Ә бына бөрйәндәрҙән килгән шомло, ҡурҡыныс хәбәрҙәр кинәт кәйефен боҙҙо.Үҙ яйына ғына йәшәп ятҡан губерна канцелярияһы хәҙер хәрби штабҡа әйләнде: бар кеше аяҡҡа баҫҡан. Утҡа баҫҡан бер төркөм бесәй кеүек һикергеләйҙәр. Быға тиклем үҙен тыныс тотҡан генерал – губернатор ҡысҡыра, аҡыра, бойороҡ артынан бойороҡ яуҙыра, секретарь, йәғни ул, бөтәһен дә яҙып өлгөрөргә тейеш.
22 майҙа Сапсал ямына подполковник Исаковтың йөҙ казактан торған атлы драгун отряды килеп тә етте.Ҡараһалар: бөтә ерҙә тыныслыҡ, бер ниндәй хәүеф - хәтәр һиҙелмәй, тик яндырылған бүрәнә остары ғына ҡарайышып күренеп ята. ,, Шулары булмаһа бындағы тәбиғәттең иҫ киткес матурлығына ҡарап ял ит тә ят ине! - тип фекер йөрөтә подполковник, - Ирәндек менән Урал тауҙары арауығында ятҡан был тәбиғәт мөйөшө иҫ киткес матурлыҡҡа эйә икән дә баһа! Көнсығыштан ҡарт Ирәндек, аҡ юрған ябынып, хәл алырға ятҡан баһадирҙай, тын ғына ята. Көнбайыштан армыт- армыт Урал тауҙары теҙмәһе төньяҡҡа ҡарай һуҙылып, осо ҡырыйы булмаған ҡара урмандарға барып тоташа. Бирерәк Талҡаҫ күле оҙон булып һуҙылып ятҡан да тулҡындарын уйната. Тапалған юлға арҡыры төшөп Сапсал йылғаһы ағып ята.”
Йылға арьяғында ике тиҫтәгә яҡын һыбайлы, аҡ томан араһынан сығып, хасил булды. Казактар,былар һөжүмгә күсеп һәләк итеп ҡуймағайы, тип үҙҙәрен һаҡсыллап, аттан төшөп , ярты түңәрәк яһап оборонаға яттылар. Теге һыбайлы төркөм, бер ни булмағандай, яҡынланы һәм алдағыһы икмәк- тоҙ тотоп Исаковҡа йүнәлде.
- Ваше высокоблагородие, төклө аяғығыҙ менән ! –Бикбулат старшинаның тауышы тыныс яңғыраны.-Здравия желаю.
- Ыһы-ы-ы, старшина Бикбулат, значит, давай, доклыдывай, что стряслось, где бунтовщики ? –Подполковниктың тауышы уҫал яңғыраны.
- Бунтовщиктар ҡасты, бунт бөттө, хәҙер бөтә урында ла тыныслыҡ урынлашты, Ваше высокоблагородие.
- Ә нишләп уларҙы тотоп, бәйләп миңә килтермәнең ?
- Тота алманыҡ, господин подполковник, төн уртаһында ҡасып юҡҡа сыҡтылар. Эҙләп – эҙләп ҡараныҡ- файҙаһы булманы.
- Һәй, эшкинмәгәндәр, ныҡлап эҙләмәгәнһегеҙ, тимәк. Бына нәмә: был төркөмөңдө хәҙер үк казактарға ҡуш! Бергәләп Талҡаҫ буйына барып палаткаларҙа урынлашһындар һәм күҙ – баш алғас та бунтовщиктарҙы ҡыуа төшһөндәр. Ә һин үҙең минең эргәлә бул, шәхси рөхсәтһеҙ бер ҡайҙа ла китмәйһең !
- Есть, Ваше благородие, аңлашылды.
- Ҡапыл эшкә егерлек тағы нисә һыбайлың бар ?
- Сотник Исмагилкала йөҙ һыбайлы бар, улар һеҙҙең бойороҡто көтә. Бер – нисә сәғәттән бында килеп етәсәктәр.
- Уларҙы көтөп тормайбыҙ, булған көс менән ҡыуа төшөргә кәрәк булыр. Һинең егеттәрең юл күрһәтһендәр!
- Есть, Ваше высокоблагородие.
Ҡыуыусыларҙы оҙатҡандан һуң подполковник эргәһендә ашнаҡсы һәм 5 – 6 ғына һаҡсыһы тороп ҡалды. Талҡаҫ буйына төшөп йыуынып алдылар һәм иң ҙур палаткаға Исаков Бикбулат старшинаны киске ашҡа саҡырҙы. Старшинаның күстәнәс ҡымыҙын, ҡайҙандыр табып килтергән араҡыһын эсеп алғас, подполковник бер аҙ асылғандай булды, ҡәҙимгесә һөйләшеп алып китте.Ә инде Исмәғил Айытҡол етәкселегендә йөҙ атлы килеп урынлашҡандан һуң ул бөтөнләй йомшарҙы. “ Быларға ышаныс аҙ, нисек кенә булмаһын ҡырағай халыҡ, йоҡлап ятҡаныңда үтә сәнсеп, һыуға олаҡтырҙы ҡуйҙы и прощай навсегда” - тип уйлап алды ул һәм уларҙы йәһәтләп ҡыуғынсылар артынан ебәрә һалды. Ҡарт сусҡа Бикбулатҡа ышаныс юҡ, ваҡыты еткәс ҡулға алыныр, ә хәҙергә яҡты йөҙ күрһәтеп һыйын ҡабул итергә кәрәк”, тип уйлап әллә ҡымыҙ шауҡымынанмы, әллә ат өҫтөндә оҙаҡ килеп арығанғамы йоҡоға сумғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.Таңға ҡарай ат тояҡтарының тупылдауын ишетеп уянып китте. Йөрәге “ жыу” итеп ҡалды, шулай ҙа үҙ – үҙен ҡулға алып, башын тығып туптырҙаған тауыштар килгән яҡҡа иғтибар менән ҡараны һәм күрҙе: йөҙ атлы казактан торған өҫтәмә көс килгән икән дә баһа ! Ә ул йоҡо аралаш “әллә боласылар килеп баҫтымы икән, ”- тип уйлап та өлгөргәйне. Ошо урында Михаил Исаков, көс нисбәттәренең үҙ яғына ауышыуын тойоп, ҡапыл үҙгәрҙе: яңынан уҫал офицерға әйләнде. Төштән һуң ҡыуғынға ебәрелгән команда буш ҡул менән ҡайтты. Был хәл подполковникты уғата ярһытып ебәрҙе. Эште волость башлыҡтарын ҡулға алыуҙан башларға булды.Ҡотлоюл Ҡолторсаҡ старшинаны ике унбашы менән, Бикбулат старшинаны атаһы Алҡыш Һөйөндөк һәм алты йөҙбашы менән ҡушарлап ҡулға алды һәм һаҡ аҫтында Ырымбурға оҙатты. Башҡорттарҙың “ ни ҡыланаһығыҙ ул, “- тигән һорауҙарына:
- Ырымбурға барып генерал – губернаторға ниҙән бола сыҡҡанын үҙегеҙ аңлатырһығыҙ, ғәйебегеҙ булмаһа – ҡайтарырҙар, - тип еңелтә генә яуап менән сикләнде. Артабан подполковникка ҡаршы торорҙай көс тә ҡалманы, буғай. Ул үҙ командаһын ял иттереп алып, атып – аҫып, ватып – емереп, үртәп, язалап үтер өсөн волость эсенә ташланы. Бәйһеҙ казактарға был әмер етә ҡалды, улар, каратель командаһы булғас, командирҙары ҡуйған бурысты арттырып үтәйәсәк. Ир- атһыҙ, башлыҡтарһыҙ ҡалған олоҫта быны эшләүҙә ауырлыҡ та, тотҡарлыҡ та булмаясаҡ .Ер - Әсәгә тағы ла башҡорт ҡандары эркелеп ағасаҡ, күтәрелеп кенә барған бөрйәндәр аймағы яндырылған өйҙәр, ауылдарҙың ҡара төтөнө аҫтында ҡаласаҡ...
Июнь башы. Кемгә ҡыуаныс, кемгә аяныс килтерҙе был йәй айы. Ырымбурҙың саңлы урамдары буйлап беренсе тотҡондарҙы килтереп яптылар. Был бығаулы меҫкендәрҙә кисәге ил ағаларын таныу бик ҡыйын ине. Бына улар: аҡһаҡал Алҡыш Һөйөндөк уғлы, старшина Бикбулат Алҡыш улғы; йөҙ баштары: Исмәғил Айытҡол уғлы, Өмәт Йәнәкәй уғлы, Хәлил Уразгилде уғлы, Ҡотлоюл Ҡолторсаҡ уғлы, Дәүләтбай Аслан уғлы, Туған Көсөкбай уғлы; ун баштарынан Мөҡсин Исмәғил уғлы менән Юлдыбай Ғайса уғлы.
Шул уҡ көндө һорау алыу башланды. Рычков протокол яҙырға ултырҙы, ә коллежский регистратор Второв Андрей һорау алыуҙы алып барҙы. Иң беренсе Бикбулат старшинаны килтерҙеләр. Второв был тотҡон алдында үҙен нисек тоторға белмәй аҙапланды. Тәүҙә бығауын ысҡындырырға ҡушты. Ҙур хужаға, губернатор тиклем губернаторға, ярау ҡыйын эш: ҡаты ҡыланғаның тип тә, йомшаҡ ҡыланаһың тип тә берҙәй әрләүе мөмкин. Әрләп кенә ҡуйһа – ярар ҙа ул, уныһына түҙергә була, ҡыуып ебәреүе лә ихтимал. Һорау алыуҙы йомшағыраҡ тонда башланы:
- Бикбулат старшина, әйт әле, нисек бунт башланып китте ? Нишләп ул турала йәһәтләп Ырымбурға еткермәнең ? Батша кешеһен үлтереү – ҙур гонаһ бит !
- Ваше благородие, белһәм – юл ҡуймаҫ инем, белмәй ҡалдым. Ысынын әйтәм. – Бикбулат тағы ни әйтеп була икән, тип уйланып ҡалды.
- Кемдәр, ни сәбәптән Брагинды үлтереп һалды ?
- Кемдәр икәнен тегендә үк әйттем бит инде , шул: Этҡол, Сураш, Темәс, Хоҙайбирҙе. Ә сәбәбе билдәле: Брагин түрә килеп эшләй башлағандан бирле халыҡты мыҫҡыл итте. Нисек теләй – шулай ҡыланды. Эргәһендә эшләп йөрөгәндәрҙе сыбыртҡы менән ярҙы, араҡы талап итте, ҡатын – ҡыҙҙарыбыҙҙы мыҫҡыллыны.
- Нисек инде мыҫҡылланы ?
- Ну, бисә итеп. Ураған һайын берәүҙе ашнаҡсыға ярҙамсы итеп саҡыртты һәм мыҫҡыллап сығарҙы. Кейәүгә сыға торған ҡыҙҙар тәүге төн минең менән йоҡлап сығырға тейеш, тип талап итте.
- Нишләп бындай башбаштаҡлыҡтары тураһында Ырымбурға еткермәнең һуң ? Һин бит унда старшина!
- Ул беҙгә, миңә лә, үлтереү менән янаны. Мин - батша кешеһе, ни ҡылһам да иркем бар, тине. Мине ашатып – эсереп, ҡыҙҙар менән тәьмин итеп тороға тейешһегеҙ, тине. Кем дә кем тыңламай – маңлайына пуля аласаҡ, тип ҡурҡытты.
- Тимәк, һин алдан күреп – белеп йөрөгәнһең, шулаймы ?
- Шулай.
Шәп – шәп атлап генерал – губернатор килеп инде. Бөтәһе лә аяғүрә тороп ҡатты. Второв ҡаршыһына йүгерҙе һәм ҡыҫҡаса доклад яһаны. Иван Иванович бөтәһенә лә бер килке һөҙөп ҡарап торҙо ла бер һүҙ ҙә өндәшмәйенсә ишекте елтерәтә ябып сығып китте. Бында булғандар еңел тын алып ҡуйҙы. Һорау алыуҙы артабан дауам иттеләр.
- Йә, нимә әйтергә теләгәйнең, старшина ? Артабан дауам ит!
- Мин тағы шуны өҫтәп әйтәм, - тип һүҙен дауам итте Бикбулат, - Брагиндың этлектәрен әйтеп тә, аңлатып та, һанап та бөтөрөрлөк түгел. Ниндәй өйгә инһә лә иң затлы әйберҙәрҙе һорап – нитеп тормайынса алып сыға ла китә. Ураған һайын йәнлек тиреләрен килтереп торорға ҡушты. Итен, май – ҡаймағын, араҡыһын – балын таптырҙы. Шулай итеп халыҡтың асыуын ныҡ ҡабартты.
- Әһә-ә, һин әйткәнсә “ халыҡ асыуын “ белә тороп та һин тыныс ҡына ҡалдыңмы ? Ялыу яҙырға, тигән уй башыңа инеп тә сыҡманымы ни ?
- Ялыу яҙыуҙан бер файҙа ла юҡ, шуға күрә яҙырға уйламаным да.
- Тимәк, һин ғәйепле икәнеңде таныйһың инде ? Үҙең башлап йөрөгәнеңде нишләп өндәшмәйһең ?
- Ғәйебем юҡ минең, шуға танымайым. Ҡабатлайым: ғәйебем юҡ минең. Башлап та йөрөмәнем, кемдәр ғәйепле улар ғаиләләре менән ҡасып киттеләр.
- Ғәйебем юҡ, ғәйебем юҡ, тип бер үк нәмәне тылҡып тик тораһың. Ғәйебеңде танымағас, ҡамсы менән һуҡтырырға тура килер. Әйҙә, кәрәгеңде ал, старшина, бәлки, телең асылыңҡырап китер!
Второвтың баш һелкеүе булды ярандары старшинаны һуҙып һалып ҡамсы менән яра башланылар. Бүлмәлә ҡамсы шыйлағандан башҡа “шылт “ иткән бер тауыш та юҡ. Ҡамсының һәр шыйлап барып сартылдауы Рычковтың башына, йоҙроҡ менән һуҡҡандай, тәьҫир итә. Көсөргәнешле ултырыуҙан тирләп – бешеп китте. Яҡшы белә ул старшинаны, күпме тапҡыр уларҙа ҡунаҡта булды, гәпләшеп ултырҙы. Шундай яҡшы кеше, уҡымышлы, аҡыллы. Уның боланы башлап йөрөүе мөмкин түгел, аҡылға һыймай торған эш был. Туҡмамайынса ла һорау алырға була бит! Тик бындағыларға әйттең ни ҙә - әйтмәнең ни! Ҡанда аунарға яратҡан погонлы әҙәмдәр йыйылған бында.
Һуңғы тапҡыр былтыр йәй бөрйәндәрҙә булып киткәйне Петр Иванович. Бер аҙнаға туҡталды ул, ваҡытын бушҡа уҙғарманы. Ирәндек тауын, урмандарын гиҙҙеләр: түбә, йылға – шишмә исемдәре менән ҡыҙыҡһынды, ундағы балыҡ исемдәрен яҙып алды. Ниндәй кейектәр урманда бар, тип һорашты, үҫемлектәр һәм хайуандар доньяһының шундай бай булыуына, хатта бөгөнгө көнгә тиклем ҡырағай аттарҙың – тарпандарҙың Яйыҡ буйында һаман да һаҡланып ҡалыуына шул тиклем ғәжәпкә ҡалғайны. Шул көндәрҙе иҫләп ултыра әле Рычков ошо танышы Бикбулат старшина менән тағы ла уйламаған ерҙә осрашҡас. Башын баҫып алған да үҙ эше менән мәшғүл. Берҙе һирпелеп ҡараны ул тәүҙә: уны танырлыҡ итмәгәндәр икән. Өҫ кейеме йыртыҡ – бортоҡ, битен саҡ ҡына саллана башлаған һаҡал – мыйыҡ баҫҡан, күҙҙәре ҡып – ҡыҙыл, күҙ ҡабаҡтары шешек.
Хәлдән тайып иҫтән яҙған Бикбулатты һөйрәкләп алып сығып киттеләр. Артынса Алҡыш ҡартты индерҙеләр. Сал сәсле, күпте күргән, шул арҡала ла ҡурҡыуҙан үтеп киткән аҡһаҡал үҙен тәккәбер тотто, низахлашты һәм шайма – шай талашты. Баяғы уҡ һорауҙар артынан туҡмауҙар ҡабатланды. Уңайын тап килтереп аҡһаҡал Второвтың битенә төкөрөп өлгөрҙө. Тиҙҙән күрмәгәнегеҙҙе күрһәтерҙәр әле ,тип ҡарлыҡҡан тауыш менән бер – нисә тапҡыр ҡысҡырып маташты. Башҡа тотҡондарҙы ла берәм – һәрәм индереп, һорау алғандан һуң ҡамсы менән ярып, айырым – айырым камераларға индереп бикләнеләр. Ыҙаларҙан торған көн артынан – көн, төн артынан – төн уҙҙы. Еүеш, таш иҙәнле зиндан – камераларҙа ас – яланғас ятҡан тотҡондар һыуыҡтан, аслыҡтан, туҡмалыуҙан йонсой барып үлә башланылар. Үлгәндәрен күмделәр. Ләкин кем ҡайҙа күмелгән берәү ҙә белмәне. Ә тәфтишсе Второвтың эше бер ҙә генә алға барманы. “ Был ҡырағай башҡорттар, бер төптән бер үк һүҙҙе һөйләп, бер ҙә ғәйептәрен танырға уйламайҙар ҙа баһа,”- тип бер туҡтауһыҙ үҙ алдына һөйләнде ул.
Бикбулат старшинаның таш зинданы бигерәк һыуыҡ, уғата еүеш. Урындыҡ – фәләне юҡ: иҙәндә ятаһың йәки ултыраһың. Һуңғы көндәрҙә ул ултыра алмай, хәлһеҙлектән тик ята. Бөтә кәүҙәһе ныҡ туҡмалыуҙан шешенгән, һыҙырылып бөткән, арҡаһы урыны – урыны менән шешеп ҡупайып сыҡҡан. Арыуыҡ көндәр инде бер ҡабым ризыҡ та ауыҙ иткәне юҡ, сөнки ашатмайҙар. Ашарға бирһәләр ҙә ашай алмаҫ ине: ауыҙ тулы ҡан, сөнки ауыҙ ҡыуышлығы йыртылып бөткән. Тағы еүешлектән тамағы шешеп сыҡҡан, унда - бында һаҫыҡ һыу эсеп кенә йән аҫырап маташа. Күңеле һиҙә: бындай көн итмеш күпкә бармаҫ ,ахыры, эстәге йылы төйөн юғалды. Урыҫтар әрәм итте, ахырыһы. Аяҡ һәм ҡул бармаҡтары таштай ҡата ла ҡуя, иртәнсәк уянғас та бер – ни тиклем ваҡыт атлай алмай этләнәһең. Сәғәттәр буйына ыуғыслап ҡына йән индерә ул ата - ағзаларына. Шуныһына сикһеҙ ҡыуана: барыбер биргән антын боҙманы ул, түҙҙе. Башҡалар ҙа анттарын боҙманы, туҡмалдылар, барыбер ныҡ торҙолар. Көн дә туҡмалыуҙы күтәрә алмайынса Юлдыбай Ғайса менән Дәүләтбай Аслан йән бирҙеләр. Буш камералар юҡ: яңыларын алып килеп ташлап торалар. Улары менән беренсе килгәндәрҙе осраштырғандары юҡ. Кемдәр, ҡайҙан, нисек тотолғандар - бер кем дә белмәй. Уларға ниндәй ғәйеп ташламаҡсы булаларҙыр - тағы билдәһеҙ. Уйлап ултыра әле: казактарҙан ҡурҡып ҡасып йөрөгән өсөн генә язаға тарттырмайҙарҙыр бит ? Урыҫтар араһында ла Петр Иванович кеүек башлы һәм ғәҙел санауниктар барҙыр ҙа баһаң ! Бер көндө ишетә биреп ҡалғайны: ана, Рычков тигәндәре “ бығауҙарын сисегеҙ, ныҡ туҡмамағыҙ “ тип әйтеп ҡараһа ла тегеләре ыжламай икән. Яңыраҡ Андрей Второв уға:
- Петр Андреевич, өҫтөгөҙҙән шиҡәйәт яҙһаҡ, үҙегеҙ башҡорттар ултырған камеранан урын алыуығыҙ мөмкин, - тип ауыҙын яптырып ҡуйған. Урыҫ дәуләтендә тәртип ҡаты, ҡайһы саҡ ҡайһы бер көнсығыш илдәренән дә арттырып ебәрәләр.
Бер үҙең ҡалһаң шул уйҙар тулҡынында йөҙәһең, нимәнелер иҫкә төшөрөп ҡыуанаһың, йыуынаһың, үткәндәрҙе барлайһың, хәҙергеһен байҡайһың. Бына тағы иҫенә онотолоп бөткән бер һөйләшеү килеп төштө. Йәш ваҡыты ине, старшина булып һайланыры уйында ла эсендә юҡ әле. Ҡартатаһы Һөйөндөк ҡартҡа ниндәйҙер бер йомош менән барғайны, шунда оҙаҡ ҡына күкрәгенә һалып йөрөгән һорауҙарын биреп йөҙәткәйне уны:
- Ҡартатай, һиңә минең өсөн ауыр тойолған һорауҙар бирәйемме ? Тик тура ғына яуап бир ! Һин бит барыһын да беләһең.
- Эй, улым, был донъяла барыһын да белеп бөтөп булмай шул, аңларһың әле шуны берсаҡ. Йә, ниндәй һорауың бар ?
- Бына, беҙ, йәғни башҡорттар, ҡасандыр үҙ теләгебеҙ менән Рәсәйгә ҡушылып шуның эсендә йәшәйбеҙ. Ләкин беҙҙән алдараҡҡы быуындар гел генә тыныслыҡта йәшәй алмайынса күп тапҡырҙар яуға күтәрелгән, сөнки батшалар халҡыбыҙҙы төрлөсә ҡыҫмаҡлағандар, талағандар, ҡыйырһытҡандар. Ошолай боғаҙға – боғаҙ килеп йәшәгәнсә, Рәсәйҙән сығып, тулыһынса үҙ аллы йәшәһәк – дөрөҫ булмаҫ инеме икән ? Әллә урыҫтарға үҙ теләктәре менән ҡушылып беҙҙең боронғо ата - бабаларыбыҙ бик ныҡ яңылыштымы ? Шул турала һин нимә әйтә алаһың ?
Оҙаҡ ҡына һаҡалын семтегесләп ултырҙы Һөйөндөк ҡарт, башын еңелтә генә сайҡап ҡуйҙы, шунан һуң ғына телгә килде:
- Һа-ай, улым, һорауың елле булып сыҡты бит әле ! Бындай ауыр һорауға яуаптың иң аҡыллыһы булырға тейештер, күрәһең. Бик белгең килгәс иғтибар менән тыңла: йәшерәк ваҡытымда мин дә ошо һорауҙы үҙ – үҙемә бирә торғайным. Уйланып йөрөй торғас, яуапты һуңыраҡ тәки таптым бит, хатта бер килке ваҡыт, эстән генә ҡыуанып бөтә алмай йөрөнөм. Шуны башыңа сүкеп ҡуй: хандар, батшалар, бейҙәр яңылыша, ә ябай халыҡ бер ваҡытта ла яңылышмаған, яңылышмай һәм яңылышмаясаҡ. Халыҡ менән кәңәшләшеп эш иткән түрәләр ҙә яңылышмай. Бына шул ваҡыттағы батша Иван Дүртенсе Казанды баҫып алғандан һуң ярандары “ Иван Васильевич, көсөбөҙ етәрлек, әйҙәгеҙ бер юлы башҡорт илен дә баҫып алып теҙләндерәйек һәм Рәсәйгә ҡушайыҡ,” тип кәңәш биргәндәр икән ул: ,, башҡорттарҙы Ҡазан ханлыға менән сағыштырмағыҙ, улар үҙҙәре Нуғай хандарынан нисек ҡотолорға белмәй аҙапланып йөрөгән саҡтары. Ырыу башлыҡтарына , тархандарына, батырҙарына төбәп хаттар яҙырға һәм Рәсәйгә үҙ ирке менән ҡушылыуға саҡырырға кәрәк,” - тигән. Ошондай йөкмәткеле хаттарҙы алғас, түрәләр, бейҙәр халыҡты йыйып кәңәшләшкәндәр. Халыҡ Рәсәйгә ҡушылыу яғында булған. Ә сәбәптәре билдәле: беренсенән, нуғайҙарҙан тик ошо юл менән генә ҡотолоп булған, икенсенән, рустар һөжүм итә ҡалһа, былай ҙа ауырлыҡта йәшәгән халыҡтың ҡаршы торорлоҡ мөмкинлеге булмаған, өсөнсөнән, арҡа терәрлек башҡа бер ил дә булмаған. Яҡын ятҡан ҡырғыҙ – ҡайсаҡтар менән беҙҙең олатайҙарыбыҙ эт менән бесәй шикелле талашып – тартышып йәшәгәндәр. Әле хәҙер генә улар менән дуҫ йәшәй башланыҡ. Ул ваҡытта илебеҙ ҙә бүлгеләнгән булған: көнбайыштағы башҡорттар Ҡазан ханлығы ҡулы аҫтында, икенселәре нуғайҙарға бойһоноп, өсөнсөләре Себер ханлығында ғүмер һөргәндәр. Минеңсә, халыҡ рус дәүләтенә ҡушылып бик тә дөрөҫ эшләгән.