Генерал - губернатор төйәге - Ырымбур 6 страница

Хоҙай шулай бойорғандыр, күрәһең: бер көн Олоғыуыш ауылынан мишәр ҡыҙын димләнеләр. Барып ҡараны, күрҙе, оҡшатты, өйләнергә риза булды. Ҡыҙ ҙа ыңғайға тиҙ килде, ата - әсәһе лә ҡарышып торманы. Ҡалым хаҡын килешкәнсә тултырып түләне, матур итеп туйын үткәрҙе. Туйҙан һуң кәләше менән тыуған ауылына ҡунаҡҡа барғайны, әллә ауылы тартты, әллә өлтөрәп торған ағай - энеһе тартты, бөтөнләйгә ҡайтҡыһы килеп алды ла китте , йөрәге һыҙланы. Өҫтәүенә, ауыл старшинаһы ҡайтып эшләргә тәҡдим яһағайны - шунда уҡ ризалыҡ бирҙе. Оҙаҡҡа һуҙманы ул был эште: кәләше менән кәңәшләште лә, ваҡ - төйәк әйберҙәрен барып алып, йәй башында ауылына ҡайтып төштө. Туған - тумасаһы, дуҫ - ише, ауылдаштары ярҙамы менән иркен генә ағас өй һалып инде. Хәҙер инде мал - тыуары бар, йәшәрлек “ оя “ әҙер, мәсет - үҙ ҡулында, шәкерттәр етәрлек. Матур ғына итеп йәшәп китте Батырша тыуған ауылында, иркенлеккә тойҙо ул үҙен бында. Сит ерҙә солтан булғансы - үҙ илеңдә олтан бул, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер инде: шулай тип выҡыты - ваҡыты менән уйлап ала торғайны.

Тәүге рәттә ауыл старшинаһы менән дуҫ йәшәнеләр, саҡырышып, бергә ашап - эсеп байрамдарҙы үткәрҙеләр. Һуңыраҡ, бер йыл самаһы үткәс, һыуыныша башланылар. Сәбәбе шунан ғибәрәт: старшина имам - хатипты үҙ ҡулы аҫтында тоторға тырышты, ә Батырша быны теләмәне. Ул үҙенсә эш итергә яратты. Ауыл түрәһе дин эшенә ҡыҫылып маташты, тик Яныш старшинаның был уйы бер ҙә килеп сыҡманы, шуға оҙаҡ ҡына үсегеп йөрөнө ул.

Бер көнө Яныш турә Батыршаны ҡунаҡҡа саҡырҙы. Имам - хатип шәкерттәре һәм килгән аҡһаҡалдар менән мәшәҡәтләнеп бара алманы. Бәлки, теләге лә булмағандыр, кем белә ? Иртәгәһе көндө Яныш старшина дин әһелен юлда көтөп торғандыр, моғайын, осраштылар. Һүҙҙе Яныш үҙе башланы:

- Мөхтәрәм хәҙрәт, һин һуңғы арала нишләптер һауалана башланың. Беҙҙең кеүек олуғ ирҙәрҙе, дөрөҫөрәге ир - азаматтарҙы әҙәмгә һанамайһың. Һөйләшеп - гәпләшеп уртаҡ тел таба торған мәжлестәрҙән дә ҡаса башланың, ни тигән эш был ?

- Хөрмәтле үә итәғәтле старшина! - Батырша ҡапыл ғына фекерен туплап алыр өсөн йүткереп алды. - Ҡайһы саҡ ваҡыт тар булыу арҡаһында мәжлестәргә барып булмай ҙа ҡуя. Ошоға тиклем берәүҙең дә үпкә белдергәне булманы. Һиңә лә алдан уҡ шәкертемде ебәреп әйттерҙем: ғәфү үтенәм, бара алмайым, тип.

- Беҙ, хәҙрәт, бер - беребеҙҙе йәштән үк беләбеҙ, бергә уйнап үҫтек. Иҫләйһеңдер, малай саҡта бөтәбеҙ ҙә тигеҙ инек, ябай инек. Ул ваҡыттар үтте лә китте. Хәҙер беҙ ыштанһыҙ малайҙар түгел, ә - ил ағалары. Бында, үҙебеҙҙең ауылда, мин иң өлкән ағай. Минең олоҫ эсендә йәшәйһең икән, теләйһеңме - юҡмы, миңә бойһоноп йәшәргә, һәр бойороҡто еренә еткереп үтәргә тейешһең. Һин, киреһенсә, минең өҫтән теләһә - ниндәй һүҙ һөйләгәндәрҙе тыңлап, хуплап ултыраһың! Барыһын да ишетеп йөрөйөм, шул да булдымы дуҫлыҡ ? Шул да булдымы егетлек ?

- Хөрмәтле түрә! Тел төбөңдө бик һәйбәт аңлап торам. Ләкин минең үҙ түрәм бар. Ул - А л л а һ. Мин тулыһынса Аллаһы Тәғәләгә бойһонам, уның ҡанундарын беренсе нәүбәттә үтәйем. Һин, мосолман булараҡ, шулай уҡ тулыһынса Аллаһы Тәғәләгә бойһоноп, уның менән әҙәм заттарын рухи яҡтан бәйләп тороусы имамдарға яҡшы мөғәмәлә булып, бөтә намаҙҙарҙы ҡалдырмай уҡып, гонаһтарыңды әҙәйтеү өҫтөндә эшләргә тейешһең!

- Минең шул тиклем ниндәй гонаһтарым булыуы мөмкин ? Ғүмер буйы батшаларыбыҙға тоғро хеҙмәт итәм. Минең командала 15 ауыл бар. Хөкүмәткә яҫаҡты үҙ ваҡытында түләйбеҙ, башҡа эштәрҙе лә еткереп башҡарабыҙ, Аллаға шөкөр! Ҙур түрәләр ураған һайын маҡтап торалар!

- Бәлки, өҫтән ҡарағанда - эшең яйҙыр. Һин бит ауылдарға сыҡҡанда үҙеңде самаһыҙ насар тотаһың: сәбәп табып әҙәм балаһын ҡамсы менән һуҡтыраһың, зинданға яптырып ҡуяһың! Үҙең көн - төн ҡунаҡ булырға яратаһың, кистәреңде әсе бал эсеп, йырлап үткәрәһең! Барған ереңдә ҡыҙ әҙерләтергә ҡушып йәндәрен алып бараһың! Шул гонаһ түгелме ? Матур холоҡло түрә шулай буламы ? Үҙең ҡунаҡ саҡырғанда ла әсе бал эсеп, юҡ - бар һөйләп, һүгенеп ултыраһың. Шунда мулла нисек түҙеп ултырырға тейеш ?

- Мин боронғо мырҙалар нәҫеленән. - Яныш ҡыҙыуыраҡ, ҡысҡырыбыраҡ һөйләй башланы. - Ҡазан ханлығы ваҡытында уҡ минең ата - олатайҙар Аҡ батшаға тоғро хеҙмәт иткәндәр, шуға күрә Ҡасим ҡаласығы тирәһендәге ерҙәр уларға бирелгән. Минең атайым кеүек эшләгән старшиналарҙы күргән юҡ әле. Ул батшаның ышанысын, миҙал, дәрәжә яуланы.

- Һүҙ ҡуйыртып торғо килмәй. Шулай ҙа әйтәйем: атайың Абдулла старшинаны был яҡтарҙа белмәгән кеше юҡтыр. Башҡорт яуҙарын туҙҙырышып, ҡанһыҙлығы менән дан алған түрә икәнен халыҡ яҡшы белә. Талашып торорға ваҡытым да, теләгем дә юҡ. Хуш!

Тере дошман булып айырылыштылар. Хәҙер осрашһалар - баш һелкешәләр ҙә һөйләшмәйенсә генә үтеп китәләр.

Элекке ваҡиғаларҙы ситкә этеп, тиҙҙән бер яңылыҡ, аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай, тәьҫир итте ғәйнәләргә. Аптырарлыҡ шул: элекке 25 тинлек яһаҡ урынына ботон 35 тингә ҡаҙна йортонан тоҙ һатып алып ашарға тейешһең икән! Шул арала тоҙ сығарған йылға - күл буйҙарына ҡарауыл да ҡуйып өлгөргәндәр. Барһаң - тотолорһоң, штраф түләп отолорһоң. Тоҙ менән бәйле булған төрлө имеш - мимештәр таралды: тоҙ тумырырға барғандарҙы мылтыҡтар менән ҡаршы алғандар, бер нисә кешене атып һалғандар, имеш.

Ҡайны йортона һуңғы йылдарҙа бара алғаны булманы Батыршаның. Быйыл яҙ башынан уҡ әҙерләнеп, Урал арьяғына, Исәт олоҫоноң Олоғыуыш ауылына, ҡатынын, ике балаһын тейәп, пар атты егеп, юлға сыҡты. Имен - аман барып еттеләр, иркенләп ҡайны йортонда ҡунаҡ булдылар, тәбиғәткә сыҡтылар, таҙа һауа һулап кинәнделәр. Күрше Мөслим ауылы халҡы ҡунаҡҡа саҡырғас, унда ла барҙы, өйҙән - өйгә йөрөнө, йомоштарын үтәне, аят уҡыны. Буш ваҡыттар гәпләшеп үтте. Мөслим старшина менән дә уртаҡ тел тапты. Күп мәсьәләләр буйынсы икеһе бер төрлө уйлайҙар икән. Саҡырылып, Һалйоттарҙың һабан туйында булды. Халыҡ менән осрашып йөрөй торғас шуны һиҙеп ҡалды: һәр ерҙә ҡуҙғырға ғына әҙер торалар, тик башлаусы юҡ. Ҡайны йортонда бер ай самаһы булғандан һуң, тыуған ауылына ҡайтып төштө. Ҡайтһа - бында ла ҡуҙғышып яталар. Батыршаны йә унда, йә бында саҡырып алыуҙар йышайҙы. Шулай итеп, 1754-тең йәйен һәм көҙөн, 1755-тең ҡышын ул ил ғәме һәм дини йомоштары менән тирә - яҡты ҡыҙырҙы, Уран, Гәрәй иләүҙәре эсендә үткәрҙе. Халыҡ менән күп осрашты һәм гәпләште. Хәҙер инде ул абруйлы аҡһаҡалға, билдәле хәҙрәткә әйләнде. Ҡайҙа барһа ла ысын ил ағаһы итеп ҡабул иттеләр үҙен. Ҡуҙғыш - фәлән була ҡалһа - һинән дә уңайыраҡ юл башлаусы юҡ, тип ҡат - ҡат аңғарттылар.

Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң, Батырша Аллаһы Тәғәләнең динен ҡурсылау өсөн, халыҡтың аһ - зарҙарын әҙәйтеү маҡсатында, хаҡ һүҙ һәм эш өсөн ө н д ә м ә яҙырға булды. Кемдер башларға тейеш бит! Өндәмәһеҙ ҙә халыҡтар яуға йыйына. Аттар көрәйһә - ҡуҙғыш башланыуы мөмкин, тигән хәбәрҙәр аллы - артлы килеп тора. Өндәмәне яҙыу өсөн бер - нисә көн тырышты, ҡайһы бер сотниктар, старшиналар менән кәңәшләште. Өйөнә килеп китеүселәр күбәйҙе, быныһына иғтибар итеүсе булманы. Был ғәҙәти хәл, абруйлы хәҙрәттең өйө тап ошолай, Мәккә ҡапҡаһына оҡшап, ҡайнап торорға тейеш.

Өндәмәне үҙе ҡат - ҡат уҡыны, былай йыйнаҡ һәм аңлайышлы килеп сыҡҡанға оҡшай. Оран һымаҡ яңғырап киткән урындары ла бар. Булды, буғай, иншалла! Иң ышаныслы күргән дүрт шәкертте саҡыртып алып, өндәмәне күсереп яҙырға ултыртты. Яҙып бөткәс, шул уҡ шәкерттәр дүрт тарафҡа таралып алып, баяғы өндәмәне тарата башланылар. Үҙе, ям ылауына осрап, юл ыңғайы һағып, Ырымбурға ҡарай оҙон һәм мәшәҡәтле юлға сыҡты. Шундағы Ибраһим ахун менән һөйләшеп алыу ине уйы. Юлда Ҡарғалыға һуғылды, унда ҡорҙашы Ғабдрахман мулла йәшәй. Өйҙә булып сыҡты ҡорҙашы, ҡолас йәйеп ҡаршы алды, яҡты йөҙ күрһәтте. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, мәсеткә лә бергә барып әйләнделәр. Ошондағы халыҡ ауыҙынан Батырша бөрйәндәрҙең баш күтәреүен һәм Яйыҡ арьяғына ҡасып киткәндәрен ишетте. Артабан, Ырымбурға етеп, бик күп дини китаптар тейәп, үҙ ауылы яғына юл тартты. Ырымбур яҡтарынан Батырша ниндәйҙер күңел күтәреңкелеге менән ҡайтып төштө. Быға, беренсенән, бөрйәндәрҙең яу башлауын ишетеүе сәбәпсе булһа, икенсенән, ҡайҙа барһа ла уның эшмәкәрлеген хуплайҙар, хатта бөтә яу башында торорлоҡ ш ә х е с тип һанайҙар.

Август урталары етте. Өйөндә, Ырымбурҙан алып ҡайтҡан китаптарын ҡараштырып ултыра ине, Миңлебай уғлы Сурағол батыр килеп инмәһенме! Хәл - әхеүәл һорашып алғандан һуң, ҡунаҡ - ғәйнәләрҙән бер төркөм кеше баш күтәрергә әҙер икәнен, хатта бөгөнгө көндә үҙ ҡулы аҫтында йөҙҙән ашыу ҡораллы һыбайлы әҙер тороуын белгертте. Оран кәрәк, оран! Тағы ярҙам кәрәк, йөҙ кеше менән генә эш ҡыйратып булмай бит инде. Бындағы хәлдәрегеҙ нисек, яуға әҙерлек ҡыҙыу ғына баралыр инде, тигән һорауға Батырша, әҙерлектең бөтөнләй булмауын әйтергә ҡыймай былай тине:

- Сурағол ҡустым! Әлегә ҡуҙғалмайыраҡ тороуығыҙ хәйерлерәк булыр. Яҡын арала үҙем әтрәт йыйып ебәрермен, шунан ғыны эште башларбыҙ. Эйе, минең мишәрҙәр үҙҙәре һиңә барып етер.

Сурағол ҡанатланып ҡайтып китте, ләкин Батырша яғынан бер “ ым” да, әтрәт тә булманы. Оран булмағас, Сурағол да аптырауға ҡалды, һаман көтөүен дауам итте. Нишләптер, Батыршаны аша атлап үҙ алдына яу асырға баҙнат итмәне. Эш яуға барып төртөлгәс, Батырша хәҙрәт нишләптер баҙып, аптырап ҡалды. Бындай һынылыш осоронда, бәлки, тик тәүәкәлдәр һәм дыуамал холоҡлолар ғына алға әйҙәй алалыр ? Үҙ мишәрҙәрен дә күтәрмәне хәҙрәт, үҙе лә ғәйнәләргә күренмәне, оран тауышын да ҡысҡырманы. Шулай ҙа Сурағолға унбашы Исмәғил етәкселегендә дүрт һыбайлыны ебәрҙе.

Ҙур отряд көтөп торған Сурағол дүрт кенә һыбайлы килеп төшөүенә тағы аптыраны. Былай итеп тик торһаң, бер ни сыҡмаҫ, тип уйлап алды ла килгән дүрт мишәрҙе эйәртеп Солтанай, Танып, Аҡҡолош, Барҙым, Сарыш, Түңгәк ауылдары буйлап сәйәхәткә сыҡты. Бушҡа булманы был йөрөп әйләнеү. Әбдүк Күҙәғол старшиналыҡ иткән Барҙым ауылынан ун бер, Түңгәктән - дүртәү, Сарыштан алты кеше эйәрле аттар менән Сурәғол командаһына ҡушылды. Солтанай ауылына барып инһәләр, быларҙы утыҙлаған һыбайлы теҙелешеп көтөп тормаһынмы! Яу башлаусы Сурағол батырға бынан да ҙурыраҡ шатлыҡ булыуы мөмкинме һуң ?

Ул арала Мостай менән Аҡбаш етәкселегендәге һыбайлылар, яуызлығы менән халыҡ теңкәһен ҡоротҡан Әбдүк старшинаны тотоп алып, сыбыртҡы менән ярғандар. Иғтибарлап ҡараһалар: йән биргән. Элегерәк урлашып, старшиналыҡтан ҡыуылып сыҡҡан Туҡтамыш Ишбулат Әбдүктең үлтерелеүен үҙ файҙаһына бормаҡ була, бәлки, тоғролоғо өсөн кире старшина итеп тәғәйенләрҙәр. Йәшерен уйы тәки килеп сыға бының. Ҙур ғына отряд йыйып алып, Сурағол отрядының Ҡыҙыл Яр ауылында булыуын белеп, аңғармаҫтан һөжүм итә һәм ауылдан ҡыуып ебәрә. Шунан бөтә ваҡиғаларҙы үҙ файҙаһына бороп, ҡабартып, ҙурайтып, үҙенең властҡа тоғролоғон тәсүирләп, генерал - губернаторға хат яҙып тапшыра. Тиҙҙән ул үҙ теләгенә ирешә, уны ғәйнәләрҙең старшинаһы итеп тәғәйенләйҙәр.

Батырша ғәйнәләргә ебәргән шәкерттәрен көтө - көтә көтөк була. Әллә әрәм булып ҡуйҙылармы икән, тип ҡурҡа, аптырана. Унынсы көн тигәндә бер сапҡын уға хат килтереп тоттора.Унда ғәйнәларҙең икегә бүленеп үҙ - ара ҡаршы тороуҙары яҙылған була. Ошо торошто һындырыр өсөн йә әтрәт ебәреп Туҡтамыш төркөмөн туҙҙырырға, йә йәшенеп торорға кәңәш бирелә.

Батырша һуңғыһын һайлай. Ауылдаштарының ҡуҙғырға әҙер генә торғандарын күрһә лә, улар өҫтөнән етәксе булырға баҙнат итмәй, ҡан - ҡәрҙәштәренә лә сиселеп тә бармай. Бәлки, ышанып та етмәгәндер. Бер көнө иртәрәк тороп, ат егеп, ғаиләһен арбаға ултыртып, һыбайлы шәкерттәрен эйәртеп Ҡарыш урманына ҡаса.

Шулай итеп, 1755 йылдың беренсе сентябрь көнө Батырша өсөн генә түгел, ә башланырға йөрөгән ҡуҙғыш өсөн дә һ ы н ы л ы ш көнө булып ҡала. Был көндө әҙер торған халыҡты яуға өндәп күтәрә торған урынға, Батырша ҡасыу һәм сигенеү юлын һайлай. Аҙағыраҡ Ҡарыш, Иҙел урмандарында ҡасып йөрөгәндә берәм - һәрәм шәкерттәрен юғалта. Эҙәрлекләгән сирмештәрҙән ҡотолоу өсөн, ҡатыны һәм ике балаһын ташлап артабан ҡаса. Эргәһендә Яхья исемле шәкерте генә ҡала. Йәшенеп йөрөп, Казан губерния мәҙрәсәләрендә ҡышты үткәрә. Яҙға табан Яхья ла тотола. Бер үҙе ҡалған ҡасҡын тыуған яҡтарына юл тота, аслы - туҡлы көйө бик алыҫ араларҙы йәйәүләп үтеп Әҙекәй ауылына барып етә. Мәсеттә йоҡлап ятҡан ваҡытында “ бур “ төшкән, тип тотоп алалар. Тәүҙә Өфө төрмәһенә, унан һуң Мәскәү аша Петербургҡа килтерелә, Шлиссербург төрмәһенә бикләнә. Шунда саҡта бик оҙон итеп батшабикәгә хат яҙа, ихтилал сәбәптәрен һанап сыға, халыҡтың аяныслы тормошон асып һала:

“... Ҡазан, Ырымбур һәм Тубыл губерналарында дин тотҡан мосолмандарҙы хәйлә, ҡурҡытыу, бүтән төрлө мәжбүр итеүҙәр юлы менән ислам диненән рус диненә күсерәләр, - тип яҙа ул Елезавета Петровнаға төбәгән хатында. - Диненә хыянат иткәндәрҙең яһаҡтарын һәм йөкләмәләрен ҡалған мосолмандардарға йөкләттеләр. Ә унан һуң, халыҡҡа - бар нәмәнән ҡөҙрәтле һәм мәрхәмәтле Хоҙай Тәғәләнең хазиналарынан - тауҙарҙан һәм күлдәрҙән ғәҙәттәгесә тоҙ алыуҙы тыйып, уны ҡәлғәләрҙән һатып алыуҙы мәжбүр иттеләр...”

Хәҙрәт бер кешегә генә тәғәйен булған ҡараңғы һәм һаҫыҡ камераға тағы бер күҙ ташланы. Артабанғы яҙмышы билдәле: уны үлем язаһы көтә. Әгәр язалауҙы артабан һуҙһалар - барыбер үләсәк. Үҙе һиҙә: эске ныҡлығы һынды, бер туҡтауһыҙ өшөүҙән һәм асығыуҙан хәле хөртәйҙе, түҙеме ҡыҫҡарҙы. Ә уйҙары ҡабат - ҡабат үткәндәргә ҡайта. Хәҙер бөтәһен дә аңлап бөттө инде, тик бик һуңға ҡалды бит әле. Ошо аҡылы, аңы элегерәк булһа - бөтөнләй икенсе юл менән эш итер ине. Халыҡ уны юлбашсы итеп һайланы, ул кәрәк ваҡытта оран һалманы, халыҡты яуға күтәрмәне, ә киреһенсә ҡасып ҡотолоу яғын ҡараны. Ҡасып та ҡотола алмай торған хәлдәр ҙә була икәнен белмәй торғайны. Әллә яу ҡырында килер үлемдән ҡурҡты, әллә оло яуаплылыҡтан ҡасты - үҙе лә аңламай. Килер үлемдән ҡасып ҡына ҡотолоп булмай икән шул. Эх, ҡыйыулыҡ еткән булһа, атҡа менеп, ҡылыс болғап алғы сафта сабып барыр ине лә бит, булмағас - булмай инде. Юлбашсы ҡыйыу һәм дыуамал булырға тейештер, күрәһең. Әгәр ул саялыҡ тыумыштан бирелмәгән икән - уны ҡайҙан алаһың ?

Тотҡон тағы ҡулына ҡәләм алды, яҙа башлаған битен яҡыныраҡ шылдырып һалды ла яҙыуын дауам итте. Ҡаурый ҡәләм осонан сығып яралған һүҙҙәр, аҡ бит буйынса теҙелеп, урынлаша барҙылар:

“ Ахырҙа ҡәлғәләге түрәләрҙең иҙеүе сиктән ашып киткәс, халыҡ ҡәлғәләргә барып йөрөүҙән ваз кисте. ... Улар байығыу маҡсатында бер көндә тамамларға мөмкин булған эште ай буйына, ә бер айҙа бөтөрәһе эште йыл буйына һуҙалар. Олоҫ старшиналарының да ҡайһы берҙәре шулай яуызлыҡ ҡылыуҙа сик белмәй халыҡтың елкәһен ашанылар, кешеләрҙе ҡылыс менән сапҡыланылар, ҡулдарын сабып өҙҙөләр, эскелек менән шөғөлләнделәр һәм бихисап шундай яманлыҡ ҡылдылар. Ләкин властағы кешеләр, үҙҙәренең хөкөмөн сығарыуҙы талап иткәндә, ошо яуыздарға ғәҙел хөкөм сығарманылар. Артабан, төрлө тарафтарҙа йөрөгән рус кешеләре, ылау биреүҙән баш тартҡандарҙы өсөн сикһеҙ йәберләйҙәр, мыҫҡыллайҙар, туҡмайҙар; әйберҙәрен тартып алалар, хатта үлтерәләр ҙә. Шулай уҡ драгундар ылау башында барған кешеләрҙе, булмаған сәбәпте табып, үлтергәнсе туҡмайҙар - барыһын да аҙағына тиклем һанап сығара алырмынмы ? Бөтә төбәктәрҙә һәм урындарҙа яуызлыҡ сиктән ашты. Бисара халыҡтың таянырлыҡ һәм өмөт бағларлыҡ кешеһе, ғәҙел хөкөмгә өлгәшеү мөмкинлеге ҡалманы.”

Хат яҙыусы Бөрйән ырыуы вәкилдәре менән Ағиҙел йылғаһы ярында осрашып, уларҙың бола башларға йөрөгәндәрен ишетеп, хуплауын иҫенә төшөрөп, бола сәбәптәрен яҙып китте. Бер - ике көндән яҙып бөтөрөрмөн, тип уйлағайны, килеп сыҡманы. Хат яҙыу ноябрь айы буйына һуҙылды, тиерлек. Ҡараламаларын аҡламаға күсерҙе, йәнә уныһын ҡыҫҡартып тағы яҙҙы. Аҙағында батшабикәнән ярлыҡау һораны, миһырбанлығына ышанды. Хәрефтәрҙе аҡ ҡағыҙға теҙгән ваҡытта инде нисәмә тапҡыр үткән ғүмеренен күҙ алдынан үткәрҙе: өс шәкерте, ғаиләһе - һәммәһе һигеҙ кеше булып урманға ҡарай йүнәлгәйнеләр, ауылды сыҡҡас та тағы биш һыбайлы шәкерт килеп ҡушылды. Төркөмдә ун өс кеше булып китте. Бер яҡтан һәйбәт: көс күберәк, икенсе яҡтан ҙур төркөм күп эҙ ҡалдыра, тағы аҙыҡ - түлек күпкә күберәк кәрәк буласаҡ.

Наши рекомендации