Генерал - губернатор төйәге - Ырымбур 9 страница
- Мин - башҡортмын, тирә яҡҡа даны таралған һәм билдәле булған Бөрйән ырыуананмын.
- Урыҫсаға ҡайҙа өйрәндең ?
- Йәштән үк эш эҙләп сығып киткәйнем, Исәт дистриктындағы быяла заводына барып етеп, шунда урыҫтар менән ҡуша эшләй башланым. Завод хужаһы - Афанасий Битюков тигән сауҙагәр. Йәкшәмбе мәктәбенә йөрөп урыҫса белем алдым. Отҡор булдым, шуғалыр Гусев тигән уҡытыусы минең менән айырым шөғөлләнә торғайны, артабан уҡырға тырыш, тип бер туҡтауһыҙ тыҡыны.
- Ата - инәләрең бармы ? Имен - һауҙармы ?
- Әсәйем бар, Ҡаранай ағайым Моратов менән бергә тора. Һуңғы осорҙағы хәлдәрен белмәйем. Бөрйәндәрҙең ҡуҙғыуын ғына яҙа - йоҙа ишетә биреп ҡалғайным, шунан артығын белмәйем әле.
- Мәскәүгә нисек килеп эләктең, энекәш ?
- Унверситет асыласағын Ырымбурға барғанда ишеткәйнем. Аҡса йыйып Мәскәүгә юлландым. Өлгөрҙөм ,ләкин университетҡа алманылар, ә уның гимназияһына ҡабул иттеләр. Гимназияла йөҙҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Тамамлаһаң - университетҡа имтихан тапшырырға мөмкин, ләкин унда бик һирәктәр генә инә ала, - Ильяс башҡортса һөйләгәнде тыңлаусы булғанға ҡыуанды, шикелле, һүҙен йәнлерәк итеп алып китте. - Университетты 1755 йылдың 26 апрелендә астылар. Ломоносов арҡаһында асылған икән. Был ғалим тураһында ишеткәнегеҙ юҡмы ни ? Беҙҙең кеүек ябай ҡатламдан сыҡҡан ул. Ә университеттың кураторы Иван Иванович Шувалов, Йәшерен Комиссия башлығы граф Александр Иванович Шуваловтың бер туған ағаһы. Минең уҡыу йүнәлеше - юрисдикция. Гимназияны тамамлаһаң, суд тирәһендә эшләргә хоҡуҡ бирәләр, бына хәҙерге көндә тылмас хеҙмәтен үтәп йөрөйөм. Уҡығас, йән аҫырарға аҡсаһы ла кәрәк бит әле. Ағай, һин бындағылар менән арҡыс - торҡос һөйләшергә тырышма, имгәтеп ҡуйырҙар. Батшабикәгә хат яҙырға уйлап дөрөҫ эшләйһеңдер, сөнки ул ысынбарлыҡты белеп тә етмәй бит инде,күп ҡағыҙҙы уға еткермәйҙәр, тип ишеткәйнем бер. Һеҙҙең ғаиләгеҙ барҙыр бит, ҡайһы тарафта йәшәйҙәр ? Балаларығыҙ барҙыр, хәҙрәт ?
- Ҡатыным да бар, балаларым да бар, тик уларҙың ҡайҙа икәндәрен бөтөнләй белмәйем. - Батырша уйға ҡалды.
- Һораштырырмын, документтарҙы ҡарармын, бәлки осо сығыр, ләкин был әйтеү - вөғәҙә биреү түгел, шуға күрә миңә ныҡ ышанып, хәбәр көтөп, өҙгөләнеп ултырмағыҙ.
Тағы аҙнанан ашыу ваҡыт үтеп китте. Бер көнө Ильяс үҙе генә камераға килеп инде һәм Батырша көткән хәбәр - мәғлүмәтте бәйнә - бәйнә һөйләп бирҙе. Белешкән мәғлүмәте түбәндәгенән ғибәрәт: ҡатыны Зөлбохар балалары менән бергә ярты йыл тирәһе Өфө төрмәһендә тотола. 1956 йылдың февралендә уларҙы Мәскәү губерна канцелярияһына күсерәләр. Юлда улы Тажетдин һыуыҡ тейеүҙән үлеп ҡала. Бында килгәс тә, Батырша ла Мәскәүҙә саҡта, унан өҫтәп һорауҙар алалар. Губерна канцелярияһының бер өйөндә тоталар. Тора биргәс Батырша ғаиләһен Щербачев фамилиялы статский советник үҙ өйөнә хеҙмәтсе итеп ала. Ошо уҡ йылдың аҙағында Зөлбохарҙы ике ҡыҙы менән ҡуша православный итәләр. 1959 йылдың башында, ҡыҙҙарҙың өлкәнерәге Зөләйха, ауырып китеп үлеп ҡуя. Ошонан башҡа мәғлүмәте юҡ.
Быныһы ла ярап торор, хеҙмәтсе булыу - төрмәлә ултырыу түгел әле, шуныһы бер аҙ ҡыуандырҙы Батыршаны һәм ниндәйҙер миҡдарҙа күңелен тынысландырҙы. Артабан ни булырын тик хоҙай үҙе генә белә.
Моратов сығып киткәс тә Батырша тәрән уйҙарға ҡалып ултырҙы. Урыҫтар бында ла көсләп суҡындырыу эшен бик әүҙем алып баралар. Хатта тотҡондоң үҙен христиан диненә күсереү буйынса күпме тырышып ҡаранылар! Йәшерен канцелярия башлығы генерал Шувалов бойороғо буйынса Петербургтың Петропавловский соборынан поп Стефан Левицкийҙы Шлиссельбургҡа саҡырҙылар. Шул поп тиҫтә көндән ашыу Батыршаны христиан диненә күсергә өндәне. Тотҡондоң әллә ни иҫе ктимәне, сөнки уның дини белеме поптыҡынан бер ҙә кәм түгел. Левицкий христиан диненең уңайлыҡтары тураһында һөйләй, Ильяс Моратов тәржемә итеп бара. Батырша ислам диненең өҫтөнлөктәрен бәйнә - бәйнә асып һала, тылмас тағы тәржемә итә. Һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәһеҙ булыуы Стефандың йәненә тейә, ә Батырша киреһенсә күңел рәхәтлеге кисерә. Шулай итеп, был оҙайлы бәхәс бер яҡҡа ла бер - ниндәй файҙа бирмәй тамамланды, берәүһенә лә еңеү килтермәне.
Батшабикәгә тәғәйен хатты яҙып бөтөп тапшырғас, тотҡон үлем язаһын көтөп йән аҫырай башланы. Әмәлгә ҡалғандай, батшабикә тарафынан үлем язаһы биреү тап ошо осорҙа тыйыла. Хәҙрәт был турала белдеме икән ? Бына ошо указ арҡаһында Йәшерен канцелярия үлем язаһы бирергә хоҡуғы булмай, шулай ҙа ул иң ҡаты хөкөмдәрҙең береһен сығара: дәүләт енәйәтсеһе Батырша Алиевты ҡамсы менән һуҡтырырға, танауын йолҡоп алырға һәм ғүмере буйы Шлиссельбург казематында, бер кешелек камерала тоторға. Был ҡарарҙы Батыршаға еткергәндәрме, юҡмы - уныһы билдәһеҙ. Нисек кенә булмаһын, әллә түҙемлеге бөтөп, әллә ҡасып сығырға самалап, Батыршә хәҙрәт һуңғы көнөндә ғорур бөркөткә әйләнә, тик баһадирҙарға ғына хас булған һуңғы, үлемесле, ҡыйыу аҙымын яһай.
1762 йыл, 24 июль.
Төн уртаһы. Казематта “ шылт “ иткән тауыш та ишетелмәй. Бөтә донья йоҡоға сумған ваҡыт. Инструкцияла ҡаралғанса, капрал Данила Никитин май шәмен ҡабыҙып, камера ишеген шығырлатып асып, тотҡондоң имен - аманлығын тикшерҙе. Бөтәһе лә тәртиптә кеүек, тотҡон мышнап йоҡлай. Никитин барыһын да күҙ алдынан үткәрҙе лә сығып китте, күршеләге ҡарауыл бүлмәһенә инеп ял итергә ултырҙы. Кире сыҡҡан ваҡытта камераның ишеген йоҙаҡлаған һымаҡ булғайны, әллә онотоп ҡуйҙы инде, әллә бикләп сыҡты - шул арала иҫтән дә сығып киткән. Йоҡо килә бит әле. Бер ҡараһаң аяҡ - ҡулы бығауланған, саҡ баҫып атлап йөрөгән тотҡон нимә ҡыла алһын инде!
Артабанғы ваҡиғалар ағышы көтөлмәгән йүнәлештә китә. Тотҡон уянып китеп ишеккә ҡараһа - уныһы асыҡ ҡалған. Сыҡты, тирә - яҡты байҡаны. Ҡарауыл бүлмәһенең ишеге шулай уҡ асыҡ, эсендә капрал Данила Никитин ҡырыныраҡ янтайып йоҡлап ултыра. Эргәһендә айбалтаһы ялтырап ята. Ниндәй генә юл менән булһа ла иреккә сығыу теләге Батыршаны киҫкен хәрәкәткә этәрә. Ипләп кенә ҡарауыл бүлмәһенә яҡынлай. Ҡарай: бөтә ерҙә лә тыныслыҡ хөкөм һөрә. Бүлмәгә инә һәм ҡулына айбалтаны төшөрөп алып төрмә һаҡсыһының башын яра саба. Ҡырыңғы коридорҙан сығыр яҡҡа ашыға. Тәүҙә Максим Хомутов осрай һәм айбалта менән һуғыу арҡаһында тауыш - тынһыҙ ғына шунда уҡ йән бирә ул. Тағы бер - бер артлы осраған Максим Хомутов, Григорий Епифанов, Андрей Лазарев айбалта менән үлемгә дусар ителә. Һуңғыһы бер - ике тапҡыр аҡырып өлгөрә .Тауышҡа ял бүлмәһендәге һалдаттар мылтыҡтары менән йүгерешеп килеп сығалар һәм тышҡы ишеккә ҡарай йүгереп китеп барған Батыршаны күреп ҡалып бер юлы бер - нисә мылтыҡты тоҫҡап атып үлтерәләр. Үлгән кәүҙәне мылтыҡ төйҙәһе менән иҙгесләйҙәр. Был ваҡиға тураһында ошо уҡ таңда төрмә каменданты подполковник Иван Бередников Сенатҡа ошо хәл - ваҡиға тураһында ентекләп яҙылған донесение ебәрә.
Әлбиттә, тетрәндергес хәл. Ошо донесение менән Батыршаның батшабикәгә яҙған хатының быуаттар аша атлап беҙгә килеп етеүе - үҙе ғәжәп хәл: ҡат - ҡат уйландыра, тетрәндерә.
Ә тормош үҙенсә ағыуын дауам итә. Батыршаның үлеменән һуң Сенат уның ғаиләһенә ҡағылған тағы бер ҡарар ҡабул итә. Атап әйткәндә, 1763 йылдың 18 сентябрендә Зөлбохар, хәҙер инде Мария Александровна ҡыҙы Сәлиха, йәки яңыса Вера менән, Сенат ҡарары менән ҡыҙҙар монастырына урынлаштырыла һәм ислам диненә кире ҡайтмаһын, йәки ҡасып китмәһен өсөн даими ҡарауылсылар беркетелә. Шулай итеп, ислам динен яҡлап дау ҡуптарған хәҙрәттең ғаиләһен көсләп христиан диненә күсерәләр. Улар, сәстәре ҡырҡылып, монашкалар булып ғүмер һөрөргә мәжбүр ителәләр. Артабанғы яҙмыш - йәшәйештәре билдәһеҙ, шул монастырь эсенә инеп, кире сығырҙай әмәл таба алмайынса, тарих төпкөлөндә мәңгелеккә юғалалар.
***
Бүлек