Себерҙе Демидов заводтары ыҫлай
Беренсе рус күскенселәре Урал аръяғындағы ерҙәргә 17 быуатта уҡ килеп ултыра башлайҙар. Евроазияның таш билбауы - Уралтауҙарыашаүтеп Себер киңлектәрендә, ҡайҙа күлдәр, ҡайҙа таҙа йылға туғайҙары, шундай ерҙәрҙе һайлап алып урынлашалар улар. Ошо ерҙәрҙә, йәйрәп ятҡан ялан - аҡландарҙа, йырып сыҡҡыһыҙ урмандарҙа ауыл - ауыл булып ултыралар, нығытмалар төҙөйҙәр, монастырҙар һалалар. Нығытма - крепость эстәрендә,, острог “ йәки ,, баструк “ тип халыҡ атаған төрмә - нығытмалар пәйҙә була.
Долматов монастыре Исәт йылғаһының матур бер боролошонда ҡалҡып сығып, ошо яҡтың билдәле һәм үҙенә күрә күренекле генә үҙәктәрҙең береһенә әйләнде. Уның тирәләй слободалар ( свободное поселение ) ҡалҡып сыҡты. Был яҡтарға рус милләтенән булған үҙ хужаһынан ҡасҡан крәҫтиәндәр, хеҙмәттән тайпылған һалдаттар, казактар, төрмәнән ысҡынған берәҙәктәр тулҡын - тулҡын булып ағылды һәм ағыла. Эреле - ваҡлы утарҙар, ауылдар араһында Долматов монастыре ҙурлығы, аҡ ташлы Кремле, башнялары, аҡ һәм бейек диуарҙары менән бер үҙе ҡуҡырайып ултыра. Был ҡала - монастырь артынса Шадринск, Маслянский нығытмалары ҡаласыҡтарға әйләнде. Улар тирәһендә тағы яңы утарҙар барлыҡҡа килде. Бында килеп урынлашҡан халыҡ меңәр йылдар буйы тейелмәгән, бай гумуслы сиҙәм ерҙәргә иген сәсте, мал - тыуар аҫраны, һунарсылыҡ итте, тыныс донъя көттө. Ирекле йәшәнеләр, хужалары булманы уларҙың.
Өйҙәрен өҫкә ауып торған ҡарағай, ҡарағас, уҫаҡ ағастарынан һалып инделәр. Тәҙрәләренә ҡыуыҡ тарттылар, һәндрәле мейестәр менән өйҙәрен йылыттылар. Балалар йылы мейес һәндрәһендә уйнап, йоҡлап үҫтеләр, туҡ йәшәнеләр. Һәр ауыл бейек ҡойма йәки осло текмә менән уратып алынды, тыш яҡтан тирәләтеп канауҙар ҡаҙылды. Ураған һайын ҡырғыҙ - ҡаҙаҡтарҙың сапҡындарына ҡаршы көрәшергә, бейек ҡоймалар артына йәшенергә тура килде.
Бына ошо икһеҙ - сикһеҙ яҡҡа, ҡара урмандар, сикһеҙ далалар иленә күҙен төшөрҙө НикитаАкинфиевичДемидов. Ул - Тагил заводы хужаһы. Тағы Ҡыштым заводын төҙөү бара, шул эштәре менән Санкт - Петербургҡа бер - нисә тапҡыр барып ҡайтты. Бушҡа йөрөмәне: Сенат Ҡыштым заводына 7 мең крәҫтиәнде беркетте. Күп ваҡыт та үтмәне шул уҡ Сенат Кәҫле заводын төҙөргә ризалыҡ бирҙе. Хәҙер ең һыҙғанып, башҡорт ерҙәрен мулыраҡ итеп ҡулға төшөрөп алып, төҙөлгән заводтарға йән бөркәргә кәрәк ине.
Көҙ башы. Ҡыштымға яҡын ғына урынлашҡан Маслянский острог (ауыл - нығытма ) халҡы уңыш йыйыу эше менән мәшғүл. Тап бына ошондай ҡыҙыу эш ваҡытында Демидовтың приказчигы бер төркөм ярандары менән килеп төштө бында һәм ауылдағы, ҡырҙағы, ялан - урмандағы бар халыҡты Сенат указы менән танышырға тип йыйырға тотондо. Яҡын - тирәләге ауылдар ҙа ошонда килеп Сенат указын тыңларға тейеш, уларҙы ла йыйҙылар.
Төштәр һуң ,, мирская изба “ тип аталған йыйылыштар өсөн төҙөлгән ҙур өй алдына йыйылышып бөттөләр. Йыйылыш башланыуын көткән халыҡ тып - тын тора. Староста сходты асҡандан һуң Демидовтың приказчигы алға сыҡты:
- Ну, мужиктар, ҡыуанығыҙ! Бындай ҙур шатлыҡ башҡаса булмаясаҡ! Бөгөндән башлап хөрмәтле императрица ғәле йәнәптәренә һалым түләүҙән азат буласаҡһығыҙ, барығыҙҙы ла ысын күңелдән ҡотлайым! Демидов Никита Акинфиевич һеҙҙең өсөн үҙе туләйәсәк, ә һеҙ бының өсөн заводта эшләргә бурыслыһығыҙ...
Приказчик Селезень һүҙен дә әйтеп өлгөрмәне шау - щоу ҡупты. Крәҫтиәндәр, казактар ҡысҡырыша башланы, уларға ҡатын - ҡыҙҙарҙың һыҡтау тауыштары ҡушылды:
-Беҙ - ирекле ер эшкәртеүселәр. Һалымдарыбыҙҙы үҙ ваҡытында теүәл түләп барабыҙ. Ҡол булып заводҡа бармаясаҡбыҙ! Ҡоллоҡтан ҡотолорға өлгөрмәнек - тағы иҙелеп йәшәргәме ? Яңынан ҡамыт кейергә беҙ эш үгеҙеме ни ? Бармайбыҙ заводҡа, бармайбыҙ! Беҙҙе ер көтә, завод эшен күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Селезень шаулашҡан халыҡты иғтибар менән күҙәтә. Былар Рәсәйҙең йолҡош крәҫтиәндәренә бөтөнләй оҡшамағандар. Кейемдәренә ҡарап сауҙәгәр тип уйларһың: аяҡтарында ялтыр итектәр, өҫтәрендә ҡиммәтле туҡыманан йә кафтан, йә бәрхәт кәзәкей. Баштарында бейек тулалы яңы картуздар.
Иң алда торған бер йәш кеше күберәк һөрәнләй. ,, Әйҙәгеҙ, таралайыҡ, нимә уны тыңлап тораһығыҙ,” тип ҡысҡырғанын Селезень ап - асыҡ итеп ишетеп ҡалды:
- Эй, егет кеше! Һиңә әйтәм,һиңә! Был яҡҡа яҡыныраҡ кил әле! Бигерәк ныҡ шаулайһың, кешене юҡҡа ҡотортаһың! Исем - фамилияң кем һинең ?
- Минекеме ? Мин - Иван Грязнов, казактар тоҡомонан. Ә ауылдаштар дөрөҫ ҡысҡырышалар.Беҙ - ер кешеләре, ер эшкәртеү менән шөғөлләнәбеҙ, шуның менән йәшәйбеҙ. Завод эшендә беҙҙе көсләп эшләтергә хаҡығыҙ юҡ.
- Молчать, молокосос!
Приказчик, үҙе лә һиҙмәҫтән, аяғы менән ергә тибеп ебәрҙе:
- Эй, Грязный! Тыңлап тор! Кем указға ҡаршы, шул - императрицаға ҡаршы. Ундай кешеләрҙе ҡулға алмайынса булмай. Барығыҙ ҙа ишетегеҙ: иртәгә ҡояш сығыу менән ир - аттар ошонда йыйылаһығыҙ һәм староста етәкселегендә заводҡа эшкә китәһегеҙ! Күберәк икмәк алығыҙ, һалҡын һыуҙы үҙебеҙ бирербеҙ. Аңлашылдымы ? Ә һин, егет кеше, иң беренселәрҙән ошонда килерһең! Телең бик үткер күренә, эштә нисек икәнеңде ҡарарбыҙ. Нисә йәш әле һиңә, кем әле, Грязнов ?
- Ун ете тулып ун һигеҙгә киттем, минең йәшем һеҙгә нимәгә кәрәк булды әле ? Әллә кәләш алып бирергә уйлағайнығыҙмы ?
- Вот шәп. Беҙгә шулай йәш кешеләр талап ителә. Унда, заводта, беҙ һинең кеүек телсәндәрҙе бик тиҙ тәртипкә ултыртабыҙ. Барып еттеме башыңа, егет ?
- Башыма барып етмәй тора шул. Нисек инде бынауындай ҡыҙыу ураҡ мәлендә, бар эште ташлап, заводҡа ҡоллоҡҡа китеп бара ти ? Мин, мәҫәлән, барам, тип әйтә алмайым, сөнки иген баҫыуында эш көтә. Ә икмәк бөтәһенә лә баш, уны ярлы көтөүсе лә, бай заводчик та, батша ла берҙәй яратып ашай.
- Эй, егет, кем әле ? Грязнов! Ауыҙыңды япмаһаң хәҙер сыбытҡылатасаҡмын.
- Тота алһағыҙ - сыбырҡыларһығыҙ! Ләкин белеп ҡуй, алдан аңғартам: минең арҡанан сыбыртҡы ҡайышы күпме үтһә, шул тиклемде үҙеңдең арҡаң татыясаҡ. Беҙҙе, ирекле казактарҙы, туҡмарға, ҡол итергә, сыбыртҡыларға хаҡың юҡ. Ҡабатлайым: беҙ - ирекле кешеләр.
Йыйылыш ҡыҙышыуға ҡарай китте, шаулашыу көсәйә төштө.
- Ағай - эне! Ҡыҙышмай тороғоҙ әле, мине тыңлағыҙ! - тип көрәк һаҡаллы сибек кәүҙәле бабай алғараҡ сығып баҫты. - Уртаға һалып һөйләшеүгә ни етә. Берәү ҙә императрицаға ҡаршы бармай. Уйлап ҡарағыҙ әле: баҫыу эштәрен тамамламай тороп нисек инде тыныс күңел менән ҡайҙалыр китеп була ? Заводҡа барыуҙы берәй аҙнаға кисектереп тороу кәрәк. Указ булғас - халыҡ барыр, башҡаса нишләйһең инде ? Был тәңгәлдә ҡаршылашып -тартҡылашып тороуҙың мәғәнәһе юҡтыр. Һин беҙгә шуны тәүҙә әйт әле, господин приказчик: халыҡ заводҡа барып эшләй башлаһа - һәр көнгә күпме түләнә, аҡсаһын ҡасан бирәләр ? Унда күпме ваҡыт самаһы эшләтергә самалайһығыҙ ? Бына ошоларҙы аңлатығыҙ әле, беҙгә, крәҫтиәндәргә - завод эше ҡараңғы.
- Бына был һорау аҡыллы кешеләрсә. - Селезень алғараҡ үтеп аңлата башланы. - Сенат указы буйынса һеҙ һәр йән башына йылына бер тапҡыр ете гривна һалым түләп тораһығыҙ. Ун гривна бер һумға тигеҙ. Заводта йәйәүле крәҫтиәндәргә көнөнә ярты гривна, аты менән эшләгәнгә бер гривна түләйбеҙ. Шул эстән бирелгән эш кейеме, тотонолған ашамлыҡ һәм ятаҡ өсөн тотолоп ҡала. Аръяғын үҙегеҙ иҫәпләп сығарығыҙ! Тимәк, һөйләштек: тап бер аҙнан ошонда йыйылабыҙ һәм мин үҙем һеҙҙе заводҡа алып барасаҡмын. Нишләп мышҡылдап, илашып тораһығыҙ ? Һөргөн түгел дә баһа! Сауҙәгәрҙәрҙән дә арттырыбыраҡ аҡса эшләрһегеҙ, байыраҡ, яҡшыраҡ йәшәрһегеҙ! Ярай, улайһа - бер аҙна көтөрбөҙ, эштәрегеҙҙе бөтөрөгөҙ! Ә хәҙер таралырға мөмкин, тик ошонда һөйләшкәндәрҙе онотмағыҙ, иҫегеҙҙә тотоп йөрөгөҙ!
Приказчик ҡайтҡас та йыйылыш йомғағын еткерер өсөн Никита Демидовҡа йүгерҙе. Ял итә ине заводчик, тыңланы һәм әйтеп ҡуйҙы:
- Ах - ти, иртәгә көнгә тәғәйенләп ҡыумағанһың икән уларҙы. Йә, ярай, аҙна ла күп ваҡыт түгел, - тип ҡәнәғәтләнеүен белдерҙе. - Үҙең ял итеп ал, браток, алдыбыҙҙа осо - ҡырыйы күренмәгән эштәр тора.
Шулай итеп, Никита Акинфиевич тирә - яҡ ауыл халҡын ,, ҡамсы һәм прәник “ ысулы менән завод эшенә йәлеп итте. Бер ыңғайҙан Ҡыштым һәм Кәҫле заводтарын төҙөнө, башҡорт ерҙәрен үҙенә алды, урмандарға ҡораллы заставалар ҡуйҙы. Күлдәрҙә балыҡ тотоу, урманда емеш - еләк, ҡомалаҡ йыйыу ҡәтғи тыйылды.
Арыуыҡ ерҙәр күсте Демидов ҡулына. Ләкин был эш туҡталманы, ерҙәрҙе киңәйтеү артабан да дауам итте. Был эште Демидов ҡыш йәки иртә яҙ башҡарырға ярата. Быйыл да, ҡыштың яҙға ҡарай ауыша башлаған мәлендә, ул приказчигы менән башҡорт тархандарына һәм старшиналарына йөрөп сыҡты, осрашты, гәпләште, ер һораны, юхаланы. Әлбиттә, уларға күп аҡсалар вәғәҙә итте, ә ябай башҡорттарҙың һәр береһенә йыл да берәр елән, аҡһаҡалдарға - берәр ат, байрамдарҙа һәр өйгә ит таратырға әҙер икәнен ҡабат - ҡабат ныҡыны.
Ә ерҙәр бай тәбиғәтле, иркен. Ләкин тибендә йөрөгән аттар бик һирәк, һарыҡ, һыйыр малы ла күп түгел башҡорттоң, тип фекер йөрөттө заводчик.
- Быйыл мал күпләп үлде, - тип зарландылар башҡорттар, - ҡар өҫтөн боҙ ҡапланы, мал шуны тишә алмайынса асығып һәләк булды.
- Ну, ялҡау халыҡ был башҡорттар, малдарына бесән әҙерләргә лә эшкинмәйҙәр, - тип һөйләнә Демидов.
Башҡорттар менән ер һатып алыу тураһында һөйләшкәндә Никита Акинфиевич былай итә: тәүҙә тарханды һыйлай, маҡтай, күп аҡса вәғәҙә итә, йомшартып алғандан һуң ризалығын ала һәм алдан әҙерләнгән ҡағыҙға имзаһын ҡуйҙырта. Шунан һуң уға ниндәйҙер кимәлдә аҡса, сәй, туҡыма тоттора. Артабан дөйөм йыйылышҡа халыҡ саҡырыла,,, купчая “ тип аталған килешеү ҡағыҙына ҡул ҡуйырға тәҡдим ителә. Кем дә кем үҙ имзаһын ҡуя бер - ике сәй тотоп ҡайта тора, кем риза түгел, йәки уйлана сасҡау һыуыҡта сәғәттәр буйы ҡатып тора бирә. Ярпы - йорпо кейенгән әҙәм балалары ахырҙа һыуыҡҡа сыҙай алмай үҙ тамғаһын ҡуйып, бер - ике әсмүха сәйен тотоп ҡайтып китә.
Ошондай юл менән Демидов башҡа һыймаҫтай бик киң башҡорт ерҙәрен үҙ ҡулына төшөрә алды. 600 мең десятина ерҙе 250 һумлыҡ сығым сығарып һатып алды ул. Ҡыуана заводчик, сикһеҙ ҡыуана. Буш ҡына хаҡҡа шул тиклем ерҙәрҙе ал әле! Шундай перспектива асыла ки, уның мөмкинлеген күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Көндәрҙең береһендә приказчик Селезень ,, бер төркөм башҡорт ер һатып ебәреүгә риза булмайынса Екатеринбургҡа барырға йыйынып йөрөй ,“ тигән хәбәрҙе килтереп еткерҙе.
- Кем уларҙы ҡотортто икән ? - Никита бер килке уйланып ултырҙы һәм алмаш - тилмәш баҫып торған приказчигына ҡарап былай тине:
- Мин ҡәтғи ҡарарға килдем. Мең һумды ал да Екатеринбургҡа ҡарай сап! Ҡоштай ос! Тау палатаһы хужаһына башҡорттарҙан алда барып ет һәм барыһын да аңлатып аҡсаны тапшыр! Ялыу менән килгәндәрҙе ҡыуып ҡайтарһындар! Ошо теләгемде лә еткер! Һуңғы купчаяға шунда уҡ мисәт һуҡтырып алып ҡайт! Законлы булһын.
Барыһын да Селезень теүәл үтәне. Тау палатаһы хужаһы уны бик тиҙ аңланы. Аҡса уның кеҫәһенә күскәс тә купчаяға мисәтте шапылдатты.
Тап ошо мәлдә тупһа төбөнә килеп еткән башҡорттар ,, нәсәлниккә мотлаҡ инергә кәрәк, “- тип ҡыр талашып, үткәрмәй торған ҡарауылдағы һалдат менән бәхәскә керҙеләр. Һалдаттың: Яңы ғына Демидовтың приказчигы инде, “ тип әйтеп бөтөүе булды, тегеләр уны этеп - төртөп палатаға килеп инделәр һәм тубыҡландылар. Береһе ялбара башланы:
- Батюшка! Беҙҙе тыңлағыҙ әле: Демидов Никита беҙҙең ерҙәрҙе алдап алды, ҡағыҙҙарын тәстиғ итмәгеҙ, ялыуҙарыбыҙҙы алып ҡалып тикшерегеҙ!
Чиновник бер приказчикка, бер башҡорттарға ҡарап ултыра бирҙе лә яғымлы тауыш менән былай тине:
- Һуңланығыҙ бит, күгәрсенкәйҙәрем, һуңланығыҙ! Бына яңы ғына һуңғы килешеүгә мисәт ҡуйып хупланым һәм ул законлы документҡа әйләнде. Килеүегеҙ бушҡа булды.
Төркөмдән старшина айырылып сыҡты һәм өҫтәлгә яҡынланы:
- Ни эшләнегеҙ һеҙ батюшка - нәсәлник ? Беҙҙе тереләй һуйҙығыҙ бит! Хәҙер ҡайҙа барып ғәҙеллек эҙләргә, хәҙер халыҡҡа нимә тип әйтәбеҙ, - тип илап ебәрҙе.
- Сенатҡа барығыҙ! Унда ла минең һымаҡ кешеләр ултыра, ғәҙеллекте шунда табырһығыҙ. Ә хәҙер палатанан сығығыҙ, эшләргә ҡамасаулайһығыҙ. Юҡһа ҡарауыл саҡыртам, - тип тау палатаһы хужаһы илселәрҙе ҡыуып сығарҙы.
Тагилға кире әйләнеп ҡайтҡан Селезень ни эштәр башҡарғанын, күргәнен түкмәй - сәсмәй хужаһына еткерҙе:
- Беҙ еңдек, беҙҙең һүҙ өҫкә сыҡты, - тип ҡыуанды ул, - әйҙә кинән, Никита Акинфиевич, үҙ байлығың менән.
- Афарин, Аркаша, ҙур эште башҡарып ҡайттың, браток. Мин һине Ҡыштым заводының хужаһы итергә уйлап йөрөйөм әле. Тора биргәс - управляющий булырһың. Ә хәҙергә мунса көтә, йыйылған гонаһтарҙы йыуып төшөрөргә кәрәк. Әйткәндәй, биреп ебәргән аҡсаны тау палатаһы хужаһына теүәл тапшырҙыңмы ?
- Әлбиттә, теүәл тапшырҙым, минең урлаша торған холҡом бармы ни ? Юҡ! Һеҙҙең биреп торған эш хаҡы йәшәү өсөн етеп тора. Ыщанмаһағыҙ - тикшерегеҙ! - Селезень үсегеп китте.
- Йә, ярай, үсекмә! Аҡыллы хеҙмәтсе хужаһын да рәнйетмәй, үҙен дә ҡарай. Тағы шаярттым, сөнки кәйефем шәп саҡ. Минең ерем хәҙер ҡайһы бер ваҡ дәүләттәрҙең еренән дә ҙурыраҡ һәм киңерәк булып йәйелеп ята. Уның эсендәге урманы, яланы, далаһы, күле, йылғаһы - барыһы ла минеке. Иртәгә үк ошо ерҙәрҙең һәр мөйөшөнә ҡарауыл ебәр! Әмерем ҡыҫҡа: иртәгәнән башлап был ерҙәрҙә башҡорттарҙың мал - тыуары йөрөргә тейеш түгел. Әгәр күренһә - тартып алырға! Был - бер, икенсенән, һыу ятҡылыҡтарында, йылға - күлдәрҙә балыҡ тотоу тыйыла. Өсөнсөнән, урман - яландарҙа емеш - еләк йыйыу - ҡәтғи тыйыла. Ошо әмерҙе боҙғандарға - штраф. Тотолғандарын - туҡмарға, ҡаршылашҡандарын - зинданға ябырға! Ха - ха - ха! Башҡорттарҙы тағы ла төп башына ултырттыҡ түгелме ? Белһендәр: бында Никита Демидов Алла һәм батша. Дөрөҫөн әйткәндә, һөйөклө императрицабыҙ Екатерина Алексеевнаның был тиклем ере лә, байлыға ла юҡ. Ярай, эште бер аҙға онотоп торайыҡ. Әйҙә, мунсаға киттек, Аркаша. Арҡаны ышҡырһың, пар һалып алмашлап сабынырбыҙ!
Иркен итеп аҡ мунса һалдырҙы Демидов. Әйткәндәй, был тирәлә ҡара мунсанан башҡаны белмәйҙәр. Уның мунсаһының -мейесе ап - аҡ, төтөнө торба аша тышҡа тартыла. Эстә иркен һәм яҡты. Тәҙрәләренә слюда ҡуйылған, иҙән - түбәләре йышылған, ялтырап тора.
- Иҫеңдәме, Аркаша, мунсаны шампанский менән йыуҙырттым, - тип маҡтанды Никита, - ә ҡыҙыу ташҡа көнъяҡ һибербеҙ, парҙың еҫе ғәләмәт тәмле буласаҡ!
- Һеҙҙең ҡартатайығыҙ, ауыр тупрағы еңел булһын, аяҡтарҙы һабын менән йыуһаң да әрләй торғайны, - тип һүҙ ҡыҫтырҙы Селезень, ә һеҙ диңгеҙ аръяғынан килтерелгән шараптарҙы мунса ташына һибәһегеҙ.
- Ауыҙыңды йом, Аркаша! Минең ҡартатай һаран булды. Бәләкәй саҡта, бер ваҡыт уйнап йөрөгәндә, күлдәгем нимәгәлер эләгеп йыртылып китте. Атай - әсәй бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ә ҡартатай: ,, мин тектергән күлдәкте әрәм иткәнһең,” - тип сыбыҡ менән ярҙы. Хәҙер ҙә шуны онотмайым. Ә мин - дворянин, киң итеп, матур итеп йәшәргә яратам, шуға ла аҡса йәлләмәйем - уңлы - һуллы тотонам. Теге донъяла аҡсаның кәрәге булмаясаҡ. Бына улым Никитаға эш өсөн йәлләмәй бирәсәкмен. Никита Никитичҡа Түбәнге һәм Үрге Ҡыштым, Кәҫле заводтарын һалып бөтөрөүҙе тапшырҙым. Уға ярҙам кәрәк, ерҙе киңәйтеү эше бар. Шуға күрә һиңә йәһәтләп Себер даруғаһы башҡорттары араһына сығырға кәрәк. Тырнаҡлы, Балаҡатай, Бәкәтин олоҫо башҡорттарынан ер һатып алыу бурысы һиңә йөкмәтелә. Иртәгә үк юлға сығырға кәрәк, ишетеп тораһыңмы ?
- Ишеттем, ишеттем,Никита Акинфиевич, бөтәһе лә һеҙ әйткәнсә булыр. Мунсанан сығыуға завод алдындағы майҙанға бер ылау килеп туҡтаны.
- Эргәләренә барайым әле,тип приказчик тегеләр яғына йүгерә - атлай китеп барҙы.
Киске ҡараңғы төшкәнсә Аркадий Селезень килгәндәрҙе исемлек буйынса ҡат - ҡат тикшерҙе, эш урындарына тәғәйенләне, урынлаштырҙы.
Ауыл крәҫтиәндәренә бындағы бөтә нәмә лә ят күренде. Ҙур завод ут һәм төтөндән ғибәрәт. Домна мейесе алдына арбаларға тейәлгән күмерҙе сиратлап бушаталар. Икенсе төркөм ҡул арбаһына тейәп күмерҙе мейескә яҡынайта. Уларҙың барыһы ла сабата кейгән негрға оҡшаш.
- Уй, Аллаҡайым, тамуҡтың үҙенә килеп эләктек тә баһа! - тип крәҫтиәндәрҙең береһе суҡына башланы. - Әгәр тамуҡ ошондағыға оҡшаш булһа - ҡайһылай ҡурҡыныс, Аллам һаҡлаһын!
- Но,но, кем унда тамуҡты иҫкә ала. Күрһәтермен мин һеҙгә тамуҡты, тик һуңыраҡҡа ҡалыр. Исем - шәрифең кем һинең ? - Селезень һөйләнеп торған крәҫтиәнгә төбәлде.
- Мин - Яков Плотников булам. - Крәҫтиән көрәктәй һаҡалын һыйпап алды.
- Мин һине, Яков Плотников, домнаға ҡуям, эре һөйәкле кеше икәнең күренеп тора, күмер яҡынлатып йөрөрһөң. Артабан киттек,- приказчик күҙен алыҫҡараҡ күсерҙе. - Оһо, кемде күрәм мин ? Әйҙә бында яҡынла әле, - тип Селезень Иван Грязновҡа өндәште. - Әһә, иҫтә ҡалдырғанмын икән, һин - Ивашка Грязнов, шулай бит ? Мин һине домна меесен яғыусы итеп билдәләйем, иң йылы урында эшләрһең! Иң почетлы урын ул. Нисек эшләгәндәрен ҡарап тор, өйрәнеп тор! Ә телеңде йоҙаҡла, юғиһә үҙем ҡыҫҡартырмын уны. Ҡыйын эш түгел ул, бәке алаһың да ҡырҡып ташлайһың, ха-ха-ха...
Селезендың шарҡалдап көлөүе оҙаҡҡа һуҙылды.
- Мине урман ҡырҡырға ебәр! Бында ҡалғым килмәй, - тине Грязнов.
- Нишләп ? - Селезень аптыраңҡырап китте.
- Сөнки бындағы эштең рәтен белмәйем, шуға күрә ҡалдырһағыҙ ҙа - эшләмәйәсәкмен!
- Хужа риза булһа - урманға барырһың! Бөгөн уға инеп сыҡҡанда кәңәшләшермен. - Башҡаларға әйләнеп Селезень тағы һораны:
- Бөтәгеҙ ҙә исемлектә бармы ? Бар икән, ярай. Хәҙергә үҙ аҙыҡтарығыҙ менән мин килгәнсе туҡланып алығыҙ, ваҡыт тар - Шуны әйтеү менән приказчик ҡайҙалыр ҡабаланып китеп барҙы. Бер аҙҙан ике кеше эйәртеп килеп етте:
- Ну, сибиряктар яҡынлағыҙ, сәстәрегеҙҙе алабыҙ, баштарығыҙҙағы һикереүселәр менән хушлашығыҙ!
- Быныһы тағы ниндәй яңылыҡ ? Нишләп беҙҙе мыҫҡыл итә ул, - тип крәҫтиәндәр мыжғышып алып китте. - Беҙ һеҙгә ҡол түгел, төрмәнән шылған ҡасҡалаҡ та түгел.
- Уныһы дөрөҫ, һеҙ ҡол да, ҡасҡалаҡ та түгел, ә Демидовтың заводҡа беркетелгән эшселәре. Мин, белеп ҡуйығыҙ, бында иң юғары әмер биреүсе, - тип Селезень әйтте лә эйәреп килгән икәүгә ҡарап ҡысҡырҙы:
- Егеттәр, нимә ҡарап тораһығыҙ, әйҙә, сәстәрен ҡырҡа башлағыҙ! Алдан киҫәтәм: кем дә кем ,, сәс алдырмайым “ тип ҡаршылаша, шуларҙың һаҡалдарын ҡырҡығыҙ!
Никита Демидов сәс алыуҙы асыҡ тәҙрәһе аша күҙәтеп тора, приказчигын саҡырып алып һораны:
- Ҡайһы берәүҙәр һыҡалы менән хушлашты, ҡарап торам - аңламайым, үҙҙәре теләп ҡырҡтырҙылармы, әллә - һинең инициативамы ?
- Мин ҡуштым. Кем шаулай, шуларҙы иҫләп торҙом да ҡырҡтырҙым.
- Артығыраҡ ҡыланманыңмы ?
- Юҡ артыҡ түгел. Бындағы эшселәргә зараза ояһы булған һаҡал - мыйыҡтың бөтөнләй кәрәге юҡ, беттәре кәмеп ҡалыр.
- Мунса яҡтырҙыңмы был килгәндәргә ?
- Яҡтырҙым, хәҙер алып барырбыҙ.
Иртәгә үк эшкә ҡуш! Мастерҙар тәғәйенлә! Эш төркөмдәренә бүлгәнһеңдер ул ?
- Бүлдем, Никита Акинфиевич. Эш урындарын беләләр, йоҡлар, ашар урындары билдәле. Тик берәүһе эш урыны менән риза түгел, домна эргәһендә ҡалмайым, башҡалар менән ағас ҡырҡырға китәм, ти. Үҙен һауалы тота.
- Кем ул ?
- Ивашка Грязнов, казак тоҡомонан. Тауыш ҡуптарырға ярата, һәр ваҡыт ҡаршылыша, энергияһы артыҡ күп.
- Барһын урманға, энергияһы кәмер. Хәлһеҙ кеше ҡаршылашмай ул. Саҡ һөйрәлеп ҡайтырҙай итеп эшкә ҡуш!
Ләкин хәле бөтмәне Иван Грязновтың, ағас ҡырҡыу - таныш, белгән эш, емереп эшләне. Бер көнө урман мастеры менән талашып китте. Эш асылы былай булды: өлкән йәштәрҙәге ағас ҡырҡыусы Ефимка эш барышында ауырып китте. Эстән түҙә алмайынса ҡарағай аҫтына барып ятҡайны ғына урман мастеры килеп етте, хәйләләшеп ятаһың , тип сыбыртҡы менән ҡайыҙлап ташланы. Кискә ҡарай әллә туҡмалыуҙан, әллә эстәге берәй ауырыуҙан Ефимка ҡартлас кискә ҡарай йән бирҙе. Был хәбәрҙе мастерға еткерҙеләр. Килде, ҡараны:
- Ярар, үлгән - бөткән. Арырыҡ алып барып берәй соҡор ҡаҙығыҙ ҙа күмегеҙ, - тип әйтеп китә башланы. Грязнов түҙмәне мастерға ҡарап:
- Уны һин туҡмап үлтерҙең! Завод алдында эшсене кәметкәнең өсөн яуап
бирергә тура килер әле. Беҙгә лә яуап бир: ни өсөн ауырыу ҡартласты туҡманың ? - тип һораны.
- Ах, һин, көсөк, миңә һүҙ әйтергә кем һин, нисек ҡыйыулығың етә, - тип мастер Иванды ҡамсылай башланы. Егет, уңайын килтереп, мастерҙың үҙенә барып йәбеште. Көрмәкләшә торғас, ҡамсы Ивандың ҡулына килеп эләкте һәм ул мастерҙың үҙен яра башланы. Ҡамсылау мастер хәлдән тайғансы, иҫенән яҙғансы барҙы. Иван һаубуллашмайынса ҡара урман эсенә инеп юғалды. Завод һаҡсылары Грязновты аҙна буйы эҙләнеләр, ләкин тапманылар.
Бер урман ҡырҡыусыһының мастерҙы туҡмап ҡасып киткәне һәм ҡотолғаны тураһындағы хәбәр эшселәр араһында йәшен тиҙлегендә таралды. Ошонан һуң ҡасып китеүселәр күбәйҙе лә китте. Берәүҙәрен тотоп алып язаға тарттырҙылар, шахта эсендәге эшкә беркеттеләр, икенселәре - тотолманы, өсөнсөләрен үлек көйө таптылар. Тора бирә Себер урмандарында юлбаҫарҙарҙың күбәйеүе, бай зкипаждарҙы талауы, завод һаҡсыларына һөжүм итеп ҡоралдарын тартып алыуҙары тураһындағы хәбәрҙәр ҡуйырғандан - ҡуйырҙы. Эшселәр юлбаҫарҙар тураһында ишетеп, киреһенсә һоҡландылар ғына, бынын ҡасып китеп урманда ирекле йәшәүең мең артыҡ, тип һөйләнделәр. Ураған һайын заводтан ҡасыусылар табылып торҙо, ләкин уларҙың китеүе завод эшенә ҡамасаулыҡ килтерә алманы. Берәү урынына икенсеһе килде.
Заводтың көнө - төнө ағылып торған ҡара төтөнө Себерҙе ыҫланы, саф һауаһын бысратты, яҡтылыҡты ҡаплап, ҡара быу булып өҫкә күтәрелде...
Завод ҡыш буйы гөрләп эшләне, сасҡау һыуыҡтар йылы бурандарға алмашынды. Никита Демидов тәҙрә аша март буранын күҙәтеп ултырҙы ла ғаиләһен иҫкә төшөрөп ҡайтып әйләнергә булды. Ҡайттың, яҡындарыңды күрҙең, кире әйләндең - унан ни файҙа ? Туҡта! Санкт - Петербург тиклем ергә барып еткәс, ғаиләһе менән һөйләшеп, сит илгә сәфәр ҡылып ҡайтһа ни була әле ? Шәп була ғына. Бер яҡтан ул үҙенә - үҙе хужа, аҡсаһы етерлек. Икенсе яҡтан, бындағы заводтар геүләп эшләп ултыралар, кеҫәгә аҡса тултыралар. Упрвляющийҙар үҙ эштәрен беләләр, тағы ни кәрәк ? Бер ни кәрәкмәй. теләк кенә кәрәк.
- Аркаша, кил әле бында! Һин ҡайҙа ?
- Мин яҡында ул, тыңлайым һеҙҙе, хужам минең.
- Иртәгә иртүк Санкт - Петербургҡа сығам. Экипаж әҙерлә! Эйәреп барыр һаҡсыларҙы тәғәйенлә! Аңланыңмы ?
- Аңланым , әлбиттә, Никита Акинфиевич! Тағы ниндәй күрһәтмә булыр ? Онотолған әйбер булып ҡуймаһын тип әйтеүем.
- Әйткәндәй, онотолоп ҡуймаһын: миңә алыҫ юлға сығыр алдынан ял итеп алыу фарыз булыр. Шарап мул ғына булһын, тағы тотонолмаған ҡыҙ килтер табып!
- Ай. әттәгенәһе, ундайҙар ҡалманы бит инде, Никита Акинфиевич. Кейәүгә сыҡҡандарға ,, беренсе төн хоҡуғы “ индергәс, был тирәлә һеҙ белмәгән ҡыҙҙар ҡалманы инде. Әллә, уборщицалар араһында булмаһа ? Улары ла ҡаҡ һөйәктән торған ҡыҙ - ҡырҡын.
Приказчик күҙ ҡырыйы менән генә хужаһына ҡарап ни әйтерен көттө.
- Ә һин бынан эҙләмә! Ауылға бар ҙа староста аша 14 - 17 йәшлек тулы ғына кәүҙәле ҡыҙҙы килтер. Аҡса вәғәҙә итеп ауыҙын алдан уҡ ябып ҡуй! Бар, йәһәтерәк ҡуҙғал!
Приказчик бик тиҙ сығып китте, ләкин бер - ике минуттан кире атылып килеп инде:
- Янғын, Акинфиевич, барак яна!
- Нимә ҡарап тораһың, йүгер! Һүндерегеҙ күмәкләп.
- Унда һүндереп йөрөйҙәр инде, тик һыу етешмәй, тағы янғынға яҡын барып булмай.
Завод хужаһы барып еткәндә барактан торонбаштар ғына тороп ҡалғайны. Бер яҡта ярты яланғас, ҡоттары осҡан завод эшселәре өймәкләшеп ҡарап торалар.
- Йә, босяктар, ни әйтерһегеҙ, кем баракты яндырҙы ? - Заводчик асыулы ҡарашы менән тегеләргә төбәлде.
- Белмәйбеҙ шул, хозяин, белмәйбеҙ. Беҙҙең ғәйебебеҙ юҡ, бәлки берәй осҡондан сыҡҡандыр. Кемдер барак алдында ут яғып сәй ҡайната ине, шунан сыҡмаһа ? Унан сығырға тейеш түгел, быға тиклем бер -ни булманы.
- Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә Себер ебәреп серетергә ине лә бит, бәхетегеҙ бар - бында кәрәкһегеҙ. Хәҙер ҡайҙа йәшәргә уйлайһығыҙ ? Өндәшмәйһегеҙме ? Ул ваҡытта мин өндәшәм: зыянды һәр берегеҙгә бүлеп һаласаҡмын, янған барак өсөн эш хаҡынан түләрһегеҙ!
Тынлыҡ урынлашты. Демидов тын алды ла һүҙен артабан дауам итте:
- Аркаша! Һин ҡайҙа ? Янғындың сәбәбен асыҡланыңмы ?
- Асыҡлай алманым, Никита Акинфиевич, тик шуныһы билдәле: барак алдында ут яғып сәй эсеп ултырғандар... Тағы әйтәһе бер һүҙ бар
- Ну, әйт. Нишләп һуҙаһың ?
- Барактағы унлаған крәҫтиән күренмәй, ҡасҡандарҙыр, күрәһең. Мин шулай тип уйлайым.
- Оҙаҡ уйлама, бөтә юлдарға ҡарауыл төркөмдәре ебәр! Тотһондар һәм туҡмай - туҡмай кире ҡайтарһындар. Уларҙы килгән ыңғайы шахтаға төшөр, шунда эшләрҙәр. Унан ҡаса алмаҫтар. Сыбыртҡы менән һуҡтырырға онотма!
- Һуҡтырырмын, онотмаҫмын, әлбиттә. Юлға сығыуҙы әллә кисектереп тораһығыҙмы ?
- Юҡ, кисектермәйем. Яҡтырыу менән ҡуҙғалырға уйлап торам. Бөтәһе лә әҙер булһын, ҡара уны!
1773 йылдың октябрь башында һаҡсыларын эйәртеп сығып киткән Никита Демидовтың экипажы ноябрь аҙағында Санкт - Петербургҡа етеп, үҙ имениеһенә килеп урынлашты.
Бер - нисә көн үткәндән һуң Демидов приказчигы Селезендән хат алды. Ул эшселәрҙең күпләп ҡасып китеп Емеля исемле юлбаҫарға ҡушылыуы, тәртиптең ҡаҡшауы тураһында яҙып ебәргән. Яуап хатында Никита тәртипте яҡшыртырға ҡушты ла Себер яғын онотоп та ҡуйҙы, сөнки бында һәр көн уйын - көлкө, эскелек, аттарға менеп тәбиғәткә сығып пикниктар ойоштороу, бер - береңә ҡунаҡҡа йөрөү менән үтә. Хатта йоҡларға ла ваҡыт ҡалмай.
Ҡышҡы һарайҙа ла тәртип үҙгәргән икән. Демидовҡа килеп ишетелде: Екатерина Икенсе көн дә бал үткәреүҙе ҡәтғи тыйған. Императрицаның эш бүлмәһендә һәр көн төрлө йыйылыштар, кәңәшмәләр үтә икән. Емельян Пугачевтың баш күтәреүе, Ырымбурҙы ҡамап тороуы Екатерина Алексеевнаға бащына күҫәк менән һуҡҡандай тәьҫир иткән.
Декабрь уртаһында батшабикә Демидовты Ҡышҡы Һарайға саҡыртты. Императрица менән нисек осрашырға икән, тип уйланып йөрөгән заводчик ҡыуанып китте һәм иртә менән әҙерләнә башланы. Шәхси камердинеры менән тегенсеһе оҙаҡ итеп кейем һайланылар, йүнәттеләр, тәртипкә килтерҙеләр. Гардеробтан алып атлас кафтан менән ап - аҡ төҫлө украин күлдәген айырып һалдылар. Кафтандың һөйәк төймәләрен бриллиант һибелгән төймәләр менән алмаштырҙылар, позументтар өҫтәнеләр. Аяҡҡа бриллиант һибелгән башмаҡ кейҙерергә булдылар. Шпаганың эфесы менән аннен лентаһы шулай уҡ бриллиантланды. Демидов ошо кейемдәрҙе кейеп алып көҙгө ҡаршыһында әйләнде, борғоланды, үҙенә ҡарап торҙо, паригын ҡат - ҡат дөрөҫлөп ултыртты һәм, ҡәнәғәт йөҙ менән, кейемдәрен күрһәтер өсөн ҡатынының бүлмәһенә инеп сығырға булды. Александра Евтихеевна үҙ бүлмәһендә ине.
- Ҡара әле, Сашенька, миңә күҙ һал, нисек күренәм ә ?
- Ялтырауыҡтарың артыҡ күп, Никитушка - тип йылмайып яуап бирҙе ҡатыны, - әллә государыняға оҡшай, әллә юҡ.
- Һин нәмә һөйләйһең, Сашенька ? Мотлаҡ ошо кейемдә барасаҡмын. Государыня Демидовтың кем икәнен күреп ҡалһын. Мин Шуваловтарҙан ни ерем менән кәм ?
Сығырға тип кенә боролғайны мөйөштә шымтайып ҡына ултырған бер ирҙе күреп ҡалды Демидов:
- Атаҡ - атаҡ, быныһы кем тағын ? Нишләп бында трусиксан ултыра был ҡарасҡыға оҡшаған мужик ? Аңлат әле, Сашенька!
- Беренсенән, трусиксан түгел , ә рейтуз кейгән. Уларҙың илендә шулай кейенәләр. Икенсенән ул - минең уҡытыусы, мине немец теленә өйрәтә, исеме - Ганс.
- Шулай уҡмы ни! Ә нишләп ул немец телен йоҡо бүлмәһендә өйрәтә. Нишләп бында килеп ашап - эсеп ултыра ? Был ҡарасҡы яңы йоҡонан торҙомо, әллә йоҡларға әҙерләнеп йөрөйме ?
- Һин ни һөйләйһең ул, Никитушка! Аслы - туҡлы йөрөгәс, ашарға бында алдыртҡайным шул, ашханала халыҡ тулы бит. Тағы әллә ни уйларҙар, ғәйбәттән ҡастым.
- Ә мин ғәйбәттән ҡасмайым, уҡытыусыңды ҡыҫҡа ғына юлдан сығарам. А ну - ка , господин немец, хальт и цурюк отсюдова, чтобы духа твоего тут больше не было.
- Господин хороший! Что такой ? Я не понимай! - Ганс үҙенсә нимәлер аңлатырға тырышты.
- Ага, не понимаешь, сейчас поймешь. - Демидов Гансты күкрәгенән эләктереп алып тәҙрә яғына һөйрәкләп килтерҙе лә тәҙрәне асты, шунан ике ҡулы менән ябыҡ кәүҙәле немецты күтәреп алып тәҙрә аша ташланы. Тегенеһе бик уңай барып төшкәндер, күрәһең, торҙо ла ҡасыу яғын ҡараны.
- Нишләп улай итәһең, Никитушка! Оят түгелме һиңә, - тип Александра Евтихеевна илай башланы. - Һинең ҡайтыуыңа айҙан ашыу ваҡыт үтте, ҡатыныңа бер яҡынламаның! Хатта һөйләшеп ултырырға ла ваҡытың юҡ бит һинең. Мин, бай Демидовтың ҡатыны, кем менән һөйләшеп күңел йыуатырға тейеш ? Хеҙмәтселәр менәнме ? Мин бында берәүгә лә кәрәк түгел! Айырым йоҡлап төшөңдә сибирячкаларыңды күреп ятаһыңдыр әле!
- Нишләп улай тип әллә нимә һөйләйһең ул ? Ниндәй сибирячкалар ?
- Көндәлегеңдә яҙғаның бит - шуларҙы әйтәм. Бушатылған бер сумаҙан төбөнән көндәлегең килеп сыҡты. Эш тураһында яҙыштырып барғандыр, ҡайтарып бирәйем әле, тип уйлап асып ебәрһәм - теләһә - нимә яҙып бөткәнең икән. ,, Тәүге төн хоҡуғын “ ҡайҙан уйлап таптың һин ә ?Бала - сағаны көсләп ҡәнәғәт булдыңмы ? Теләһәм - башыңды төрмәлә серетә алам, Никитушка. Байлығың да ,әшнәлегең дә ҡотҡармаясаҡ, ә көндәлегең һиңә ҡаршы эшләйәсәк! Нишләп эшселәреңде язалап үлтерәһең ? Улар ҙа бит әҙәм балалары, христиандар. Минең атайымдың аҡсалары арҡаһында байығып киткәнеңде лә онотма! Нишләп Гансты тышҡа ташлайһың ? Унан башҡа минең дуҫым бармы ?
Демидов нимә әйтергә белмәй аптырап ҡалды, көндәлектең тап ҡатыны ҡулына эләгеүенә йәне көйҙө. Шөрләп тә ҡуйҙы: ҡатын - ҡыҙ ныҡ үсекһә - эште боҙоуы бик мөмкин. Талашҡа сик ҡуймай булмаҫ, былай бармай. Шуға күрә асыуын тыйҙы ла яғымлыраҡ тауыш менән ҡатынына өндәште:
- Ярай, тыныслан, Сашенька, мине, шыр алйотто, ғәфү ит инде. Теләһәң теге немецты тап, һине артабан үҙ теленә килеп өйрәтһен әйҙә. Европаға сығып китһәк - кәрәге тейеүе бар. Көндәлек ҡайҙа ?
Ҡатыны бер һүҙһеҙ көндәлекте шкафтан алып бирҙе.
Демидов көндәлекте алып шытырлатып йыртҡыслай башланы. Йолҡҡоланған ҡағыҙҙарҙы мейес эсенә тыҡты һәм ут төрттө. Мейес ауыҙынан төтөн, торбаға китмәйенсә, бүлмәгә бөрктө.
- Мейесең яғырға эшкинмәйме әллә ?
- Нишләп эшкинмәһен, башын асмайынса ут яҡтың бит. Себерҙә ятып бөтөнләй ҡырағайға әйләнгәнһең дә баһа!
- Тьфү, инәһеҙҙе... Нишләп яҡмаҫ борон аңғартманың уныһын !
Императрица Демидовты үҙенең бәләкәй эш бүлмәһендә ҡабул итте. Заводчик ныҡ тулҡынланып бүлмәгә барып инде һәм камердинерҙың өйрәтеүен тотоп, ишек төбөндә үк кәпәсен ҡулына алды, башын түбән эйеп сәләмләне. Императрица ,, яҡыныраҡ кил “ тигән ишара яһаны. Демидов йүгереп килде һәм бүлмә хужаһының алға һуҙылғын ҡулын тотоп алып үбергә тотондо. Күрҙе: батшабикә алһыу күк төҫтәге күлдәк кейгән, бер ниндәй биҙәү әйберҙәре юҡ.
- Һаумы, Демидов, хәлдәрең нисек ?
- Әлегә шөкөр, матушка Екатерина Алексеевна!
- Мин һине , Демидов, етди эш буйынса саҡырттым. Беҙ төрөктәр менән һуғыш алып барабыҙ, беләһеңдер ул ? Шуға бәйле бик ҙур ауырлыҡтар кисерәбеҙ. Күпләп туптар һәм йәҙрәләр кәрәк, аҡса етешмәй. Шуға туранан - тура һорайым: иретелгән баҡырҙы дәүләткә бурысҡа биреп тораһыңмы ? Һуғыш бөтөү менән кисекмәҫтән аҡсаһын түләп ҡуйыр инек.
- Биреп торам, государыня Екатерина Алексеевна, бер һүҙһеҙ.
- Күпме ваҡытҡа ?
- Шул һуғыш ахырына тиклем инде.
- Рәхмәт, Демидов, мин тап шундай яуапты көткәйнем. Кәйефемде күтәрҙең, рәхмәт һиңә! Бөгөн төшкө ашҡа саҡырам, ун икегә килерһең. Тик һуңлама, сөнки бында һәр эш күрһәтелгән ваҡытта башлана һәм бөтә. Ваҡытыбыҙ ҙа тар беҙҙең, ә мәшәҡәтебеҙ күп. Әлегә хуш булып тор. Әйтә торған һүҙҙәрең булһа - шунда әйтерһең.
Тап сәғәт ун икелә төшкө аш мәжлесе башланды. Бында йыйылғандарҙың күбеһе Демидовҡа таныш булып сыҡты, шул эстән граф Шувалов, полковник Безбородко, граф Строганов, Дашкова һәм башҡалар.
Теҙелеп ултырған түңәрәк өҫтәлдәр өҫтөндәге ашамлыҡтар ҡапҡастар менән ябылған, парҙары сығып тора. Халыҡ зал буйлап ары - бире йөрөп тора, ҡайһылары өҫтәл артында ултыра. Бөтәһе лә государыняны көтә. Бына ишек төбөндә торған камердинер көр тауыш менән иғлан итте:
- Государыня Екатерина Алексеевна ғәлиә йәнәптәре килә, ҡапҡастарҙы асығыҙ! Тәғәйен урындарығыҙҙы алығыҙ!
Өҫтәлдәр эргәһендә торған аҡ перчаткалы, күк камзол кейгән лакейҙар ,, һә “ тигәнсе ҡапҡастарҙы астылар. Батшабикә күренеү менән бөтәһе лә торҙо һәм ул ултырғас ҡына башҡалар урындарына ҡунаҡланылар. Никита бар этикет тәртибен иғтибар менән күҙәтте, яңылышып китеп оятҡы ҡалыуҙан ҡурҡты. Демидовҡа урын батшабикәнең ҡаршыһынан эләкте. Өҫтәлдә алтын һауыт - һабалар. Уртала алтын ҡапҡаслы, аҡ салфеткаға уралған балсыҡ көршәк. Екатерина Алексеевна көршәкте яҡыныраҡ шылдырып ултыртып үҙ ҡулдары менән буйы еткәнсе щи ашын тәрилкәләргә һалып сыҡты, ашарға әйләне. Дәүләт башлығының ябай ҡатындар кеүек аш таратып, ашарға ҡыҫтап мәжлесте алып барыуы, үҙен ябай тотоуы Демидовтың күңеленә хуш килде. Әңгәмәләшеү ваҡ - төйәк яңылыҡтар тирәһендә барҙы. Ҡайһы берәүҙәр, улар араһында беренсе тапҡыр ултырған Себер заводчигына, күҙ ташлап - ташлап алалар.
Никита Акинфиевич яғымлы тауыш менән батшабикә уға һорау биргәнен ишетеп бер аҙ һиҫкәнеп китте.
- Демидов, һин тыңлап ҡына тик ултырырға яратаһың икән! Беҙгә еткерерҙәй бер яңылыҡтарың да юҡмы әллә ? Әйт әле беҙгә: иң ҡурҡҡан һәм иң маҡтанған әйберҙәрең бармы ? Улар нимәнән ғибәрәт ?
- Хөрмәтле государыня Екатерина Алексеевна! Яңыраҡ Себер яҡтарынан хат алдым. Минең Ҡыштым заводын юлбаҫарҙар баҫып алып яндырғандар. Ҡурҡҡаным шул: бола таралып китмәһә ярар ине, таралһа - бөтә тырышлығым юҡҡа сығасаҡ, мин ярлылыҡҡа таянып ҡаламаҡмын.
- Ярлы булмаҫһың, Демидов. Яндырылған заводтарың өсөн дәүләттән компенсация алырһың. Ә нимә менән маҡтана алаһың ? Бына граф Шувалов ҙур оркестр тота, шуның менән маҡтана.
Демидов уйға ҡалды: әйтергәме, юҡмы ? Әйтергә кәрәктер, күрәһең. Һүҙен дауам итте:
- Минең эшем йәҙрәләр, пушкалар ҡойоу, дәүләт заказын үтәү. Пушкаларҙың атыуы миңә яҡшы музыка тыңлағандай тәьҫир итә. Әгәр пушкалар атыуын тыңлағығыҙ килһә - Тула ҡалаһына саҡырам. Шул Тула заводы менән маҡтана алам, барып ҡарағыҙ - үҙегеҙ күрерһегеҙ.
Был тәҡдим бөтәһенә лә оҡшаны. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе Тулаға барып ҡайтырға вәғәҙә бирҙе.
Әммә Туланы ҡарарға килеүселәр булманы, сөнки заводчик ваҡытын күрһәтеп тағы ныҡлап саҡырманы. Сәбәбе шул: Демидовҡа Европаға сығып китергә кәрәк булды. Аҡса етерлек, ғаилә эргәлә, башҡа ни кәрәк тағы ? Ҡатыны Александра Евтихеевна ебәктән һәм бәрхәттән камзолдар тектерҙе. Рессорлы кареталар әҙерләнде. Экипаждарға ялтыр ҡара лак һөртөлдө.
Шулай бик ентекле йыйынды ул юлға. Европа халҡына үҙен бай кенәз итеп күрһәткеһе килде. Кейемдәр тектерер өсөн ҡиммәтле, матур туҡымалар һатып алынды. Бер - нисә данала модалы күлдәктәр, ҡиммәтле пальтолар, тундар тектерелде.
Ләкин яҡын тирәлә сит телдәрҙе белгән әҙәм юҡ, бергә алып китер ине. Ҡатыны немец телен икмәк - тоҙлоҡ ҡына белә.