Шайтан - күҙәй олоҫо старшинаһы юлай аҙналы улы

Шайтан - Күҙәйҙәр араһында Юлай Аҙналының иң абруйлы, һәр ваҡыт тоғролоҡҡа барған ябай, ләкин яҡшы эшкә еңмеш ил ағаһы икәнен берәү ҙә, хатта дошмандары ла инҡар итмәҫ! Ниндәй генә сетерекле мәсьәлә килеп тыумаһын, тәүҙә халыҡ менән кәңәшләшеп ала ул, шунан һуң ғына берәй ғәтҡи ҡарарға килә. Элегерәк старшина булып торған ике йөҙлө, үҙ яғына ғына ҡайырып торған, бөтә ынтылышы байып ҡалыуҙа булған Шағанайҙы көс - хәл менән сығарып, урынына Юлайҙы һайланылар һәм яңылышманылар. Халыҡ уның менән риза, һәр кем менән матур итеп иптәштәрсә һөйләшә, кәңәшләшә. Үҙеңсә йәшә лә йәшә ине! Тик бар халыҡты һағайтҡан яман хәбәрҙәр ҡуйырғандан - ҡуйыра башланы.

Һуңғы ваҡытта Сембер сауҙәгәре Яков Твердышевтың Шайтан - Күҙәй ерендә завод һалырға тырышып, ерҙәрҙе үҙ ҡулына нисек күсерергә белмәй йөрөгәне ишетелеп тора, шул һағайта. Ырыуҙаштары Юлайға ышана һәм таяна, күрәләтә ерҙәрҙе кемгәлер тоттороп ебәрмәҫ әле! Рус промышленниктары үҙ эштәрен нисек алға һөрөргә, кемгә арҡаланырға бик яҡшы белә. Илленсе - алтмышынсы йылдар араһында Яковтың бер туған ағаһы Иван Твердышев әшнәһе Мясников менән берлектә Воскресенск баҡыр иретеү заводын Ҡатау - Ивановка һәм Усть Ҡатау, тағы Йүрүҙән - Ивановка һәм Белорет суйын ҡойоу заводтарын төҙөттө. Ошо Иван ҡустыһы Яковты Эҫем буйында завод төҙөргә ҡотортто, аҡсалата ярҙам итәсәген ҡат - ҡат тылҡыны, ҙур килем буласағын тәмләп - көйләп һөйләне. Ниһәйәт, Яков Шайтан - Күҙәй ерҙәрен ҡулға төшөрөү эше менән мәшәҡәтләнә башланы.

Илле етенсе йылға тиклем Эҫем заводын һалдырмаҫлыҡ көс бар ине әле. Шағанайҙар баш ҡалҡыта алмаған ваҡыт. Юлай старшинаның һәр һүҙен, хәрәкәтен хуплап торған торған ырыуҙаштарының асыуынан Өфө һәм Ырымбур кәнсәләрендә ултырған санауниктар ҙа шөрләй ине, шикелле. Уларға Польша компанияһының килеп сығыуы бермә - бер уңайлылыҡ тыуҙырҙы. Юлайҙың һәм таҙа, әүҙем ир - егеттәрҙең һуғышҡа оҙатылыуы арҡаһында төҙөлөшкә ҡаршы сығыусылар табылманы, сөнки ҡаршы сығырҙайҙары һуғышҡа оҙатылған. Юлайҙың һуғыштан ҡайтып төшөүенә завод гөрләп эшләп ултыра ине. Старшина ғәхәпкә ҡалды: был ниндәй быға тиклем күрелмәгән башбаштаҡлыҡ ? Нишләп бер кемдән дә һорамайынса ерҙәрҙе тартып алғандар ? Күрә - тора законһыҙ эш бит был!

Юлай старшина заводтың үҙенә барырға булды. Быны ишеткән Салауат ,, мин дә барам, мине лә үҙең менән ал,” тип теңкәгә тейгәс ун йәшлек еңмеш малайҙы ҡуша алырға тура килде. ,, Әйҙә, барһын, бер килке ер - һыу күреп ҡайтыр,”- тип уйланы Аҙналы уғлы.

Завод приказчигы урам эсенә инер - инмәҫтән, шунда уҡ осраны. Твердышевтың бында юҡ икәнен әйтте. Юлай ер файҙаланыуға рөхсәт ҡағыҙы талап итте. Үҙе ниндәйҙер ҡағыҙ тотторҙо. Үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо старшина: Питерҙағы Берг - коллегия 1759 йылдың 16 март ҡарары менән Эҫем заводын һалырға рөхсәт биргән. Китте талаш - тартҡылаш, бер - береһенең яғаларынан алып бер килке өйөрөлөшөп йөрөнөләр. Һуңыраҡ Твердышев менән күпме осрашһа ла бер файҙа ла булманы, ,, миңә рөхсәт ителгән и на этом всё “ ти ҙә ҡуя. Ннндәй законһыҙлыҡ! Ниндәй башбаштаҡлыҡ!

Кем менән кәңәшләшкәндер, әммә бер көн завод хужаһы ,, үҙ - ара килешәйек, һөйләшәйек ,“ тип халыҡ вәкилдәрен үҙенә саҡырҙы.

Был юлы Яков Борисович хәйләлек менән үҙ уйын тормошҡа ашырырға булған икән. Үҙен ябай ғына итеп тота, барыһын да юхалай, көлөп - йылмайып тора, мул итеп өҫтәл әҙерләгән. Тағы бихисап ерҙәрҙе һорай, ул һанап киткән урындарҙы саптар ат менән дә бер көндә үтеп өлгөрөрмен тимә. Бик хәйләкәр, урындағы халыҡ менән нисек һөйләшергә белә, суҡынмыш.Ҡайһы саҡ башҡорт һүҙәрен ҡыҫтырып ебәрә: бабайлар, правильно әйтәм ведь,ти. Ағаһы Иван, дуҫы Мясников өйрәтәлер инде уны! Үрҙәге администрация менән дә килешә: аҡса килештерә.Башҡорттар менән дә килешеүгә ынтылалар. Беләләр: халыҡ араһында ҡуштандар, аумаҡайҙар табылып тора. Бына шулар менән алдан һөйләшеп, уларҙы һатып алып инде, үҙ яғыңа ауҙарһаң - эш эшләпәлә.

Әммә был һөйләшеүҙәрҙә Шайтан - Көҙөй вәкилдәре ныҡ торҙо, ерҙәрен бирергә риза булманылар. Твердышев Юлайҙың иң абруйлы кеше икәнен һиҙеп, айырым һөйләшеп ҡараны, әллә ниҙәр вәғәҙә итте:

- Юлайка, шартыңды ҡуй, үҙ һүҙеңде әйт! Күпме шәкәр, сәй кәрәк ? Әллә вино бирәйемме ? Һора! Әйт теләгеңде.

- Теләгем шул, Яков борисович, ата - олотайҙарыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған еребеҙҙе һатмайбыҙ. Заводтарығыҙҙы алып китегеҙ, юҡһа - бер көн көлө күккә осоуы мөмкин.

- О-һо-о, һин әллә мине ҡурҡытырға уйлайһыңмы ? Тап киреһенсә генә булыуы мөмкин. Иртәме - һуңмы барыбер тамғаңды ҡуясаҡһың. Тиҙерәк ғәмәлгә ашырһаң - үҙеңә һәйбәт буласаҡ. Төшөндөңмө ?

Төшөнмәне Юлай старшина, үҙ һүҙен ҡабатлап нығытты. Завод хужаһы артабан ҡурҡытыу юлына күсмәксе булды. Бер - нисә тапҡыр ҡораллы һалдаттар ебәреп Юлай старшинаны Ырымбур губерна канцелярияһына көслөк менән алып килергә маташты. Һәр ваҡыт ,, айт “ тигәнгә ,, тайт “ тип әҙер торған башҡорт егеттәре был эште атҡарырға мөмкинлек бирмәнеләр. Кем һалдаттар килгәнен шәйләй - шул саң һуға. Егеттәр эштәрен ташлап, ҡулға ҡорал эләктерә һалып Юлай ағайҙары өйө эргәһенә йыйылалар һәм тирә - яҡты күҙәтеү аҫтына алалар. Араларында ,,мылтыҡ “ тигән утлы ҡораллылары ла бар. Ситтән килгәндәрҙе уратып алалар ҙа өндәшмәй генә күҙәтәләр.

Ләкин теләһә - ниндәй тартыштыштың, ҡаршы тороштоң ахыры була, йә тегеләй, йә былай.

1762 йылдың йәй айында урындағы хакимдар реванш алып старшинаны ,, һындырырға “ уйлағандарҙыр: Юлай өйөнә Ырымбур гарнизонынан тотош бер отряд ебәрелде. Йөҙләгән һалдат Көҫкәнде йылғаһына яҡынлап кисә башланы. Саң һуғылды. Ҡораллы егеттәр алдан һөйләшкән урынға йыйыла башланы. Юлай ишек алдына сыҡты һәм тыныс ҡына килгәндәрҙе көтә башланы. Атаһы эргәһенә уҡ - ян менән ҡоралланған Салауат килеп баҫты.

Шомло тынлыҡ урынлашты. Ҡатын - ҡыҙҙар, бала - сағалар, кем ҡайҙа урын таба - шунда йәшенеп бөттө. Егеттәрҙең береһе:

- Юлай ағай, әмерең булһа - хәҙер түшәп һалабыҙ, зинһар, борсолма, - тип шыбырлап китте.

- Юҡ, - тип ҡысҡырып ебәрҙе старшина, - ҡорал ҡулланмайбыҙ! Тынысланығыҙ! Ҡан ҡойошҡа рөхсәт юҡ. - Артҡа боролоп ҡарап ҡораллы егеттәр ишетерҙәй итеп өҫтәне:

- Бөгөн уларҙы түшәп һалһағыҙ - иртәгә бынан дә ҙурыраҡ ғәскәр килеп баҫасаҡ, үҙегеҙҙе түшәп һалырҙар! Аңлайһығыҙмы шуны ? Ҡырырҙар, яндырырҙар. Балаларыбыҙҙы үлтерерҙәр, йә алып китеп һатырҙар! Ҡатындарыбыҙҙы, ҡыҙҙарыбыҙҙы мыҫҡылларҙар! Юҡ, тынысланығыҙ! Ҡорал күтәрәһе булмағыҙ! Уларға тик мин кәрәк. Теләһәләр - алып китһендәр, Алла бирһә, әйләнеп ҡайтырмын, ә тамға бында йәшертен урында, урынын бер - ике генә кешегә әйткәнмен. Эргәһендә торған ун башы ла хәл торошто аңланы:

- Ағай - эне! Ишеттегеҙме ? Ҡорал ҡулланмаҫҡа! Юлай ағайыбыҙҙы һәләк итеүебеҙ бар. Шуны онотмағыҙ: ҡыҙыу ҡанлылыҡ һәр саҡ һәләкәткә илтә, - тип старшинаның һүҙҙәрен йөпләне.

Халыҡ тынып ҡалды. Старшина үҙе лә тынысланғандай булды. Ул белә: егеттәр уның һүҙенән сыҡмаясаҡтар. Тегеләр ҡалҡыулыҡҡа менә генә башлағайнылар ҡулдарын болғай - болғай старшина ҡаршы атлап китте. Өй эргәһендәгеләр таралманылар, осрашыуҙың ни менән бөтөрөн һағайып көттөләр. Барып етте Юлай. Отряд туҡтаны, ниҙер һөйләштеләр. Отрядты туҡтаған урынында ҡалдырып Юлай кире йүгерҙе һәм өйҙәгеләргә ике - өс көнлөк аҙыҡ - түлек һәм йылы юл кейемдәре әҙерләргә ҡушты ла кейем алмаштырырға өйгә инеп китте. Улы Салауат атаһының атын килтерергә йүгерҙе. Старшина кире сығыуға юлға бөтәһен дә әҙерләп өлгөргәндәр ине. Ун башы яҡын килеп:

- Юлай ағай! минең егеттәр һеҙҙең менән ҡуша барһын, улар юлға сығырға әҙерҙәр, һине оҙатып йөрөрҙәр, - тигәс старшина риза булды һәм унлаған ҡораллы һыбайлыны эйәртеп Ырымбур отрядына барып ҡушылды. Отряд ҡабаланмай ғына ҡуҙғалып китте һәм офоҡҡа табан әкрен генә шыуыша башланы.

Ун башы, егеттәре менән кәңәш тотоп, тағы биш һыбайлынан торған төркөмдө Ырымбур отряды артынан йәшерен күҙәтсе итеп ебәрҙе.

Өс көндән һуң күҙәтселәрҙең береһе кире ҡайтып, ырыуҙаштарына старшинаның Ҡатау - Иван заводына имен - аман барып етеүен етеүен бәйнә - бәйнә һөйләне. Был хәбәр барыһын да тынысландырҙы, бигерәк тә ғаилә ағзалары ныҡ ҡыуанды.

Юлай старшинаны Твердышев алдына килтереп баҫтырҙылар. Завод хужаһы, сәләмгә лә яуап бирмәйенсә, өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙы алып Ырымбур канцелярияһы указын уҡый башланы: ,, Юлай Аҙналинға Эҫем заводына кисекмәҫтән ер бүлеүҙе хәл итергә!”

Бына нисек икән! Яков старшинаға ултырырға лә тәҡдим итмәйсә өҫтәл артында ултырған көйө һөйләп алып китте:

- Юлайка! Губерна указын үтәмәһәң - яза көтә һине. Хөкөмгә тарттырасаҡбыҙ. Нишләп һаман ризалыҡ бирмәйһең ? Шул тиклем иркен ерҙәр һиңә нимәгә кәрәк ?

- Бирә алмайым, Яков Борисович, мин бер үҙем генә бирә алмайым, полномочиям юҡ. Ер бүлеүҙе халыҡтың дөйөм йыйылышы ғына хәл итә ала, мин түгел.

- Тимәк, һин яңы ғына уҡылған указды үтәргә йыйынмайһың! Аңлашылды. Ну, что же, ул ваҡытта һине ошонда уҡ ҡулға алып, Ырымбурға һаҡ аҫтында оҙатып ҡуйырға тура килер, ахыры. Был проблеманы хәл итер ваҡыт етте. - Ярһыуы сигенә барып еткән заводчик ырғып тороп ҡысҡырып ебәрҙе: - Ҡайҙа охрана ? Ҡулға алығыҙ бынау әҙәмде! Был тартҡылашҡа нөктә ҡуйырға ваҡыт етте!

Юлай Аҙналин киреһенсә үҙен тыныс тотто. Ошолай булырын күңеле алдан уҡ һиҙенгәйне. Хәйләһеҙ донъя - файҙаһыҙ тигән мәҡәлде иҫкә төшөрөп, ыңғай һөйләшеп көсөргәнещле хәлде бер аҙ йомшартырға булды старшина, сөнки ҡулға алһалар - ҡотолормон тип уйлама! Яңынан, булмаған сәбәптәр табып, әллә - ниндәй зинданға ташлауҙары мөмкин. Ҡайҙа икәнеңде бер кем дә белмәҫ. Быныһы - бер, икенсенән, тышта көтөп торған егеттәрҙең буштан - бушҡа ҡаны ҡойолор, нимә тип аталарына яуап бирәһең ? Ҡан ҡойоштан Аллам һаҡлаһын! Туҡта, ыңғай ғына һөйләшәйем әле, бәлки, берәй әмәле килеп сығыр:

- Яков Борисович, зинһар, ҡыҙмай тороғоҙ әле. Ырымбур канцелярияһы ер бирергә тимәгән бит, хәл итергә генә тигән. Шуға ҡайтып халыҡ менән кәңәшләшәйем дә мисәтте алып, үҙем Ырымбурға сығырмын, булмаһа. Тик һеҙҙең һаҡ аҫтында түгел, үҙемдең егеттәремдең һағы ла еткән.

- Улай булғас расписка яҙ һәм хәҙер үк юллан!

- Нимә тип яҙайым һуң ?

- Мин үҙ иркем менән ер мәсьәләһен ыңғай хәл итер өсөн Ырымбур канцелярияһына кисекмәҫтән барасаҡмын, тип яҙ!

Яҙҙы старшина - нишләһен инде! Ғәрәп хәрефтәре сатай - ботай ҡағыҙға теҙелешеп ятты.

Завод хужаһы ҡәнәғәт булды, шикелле, старшинаны һындырҙым, тип уйлағандыр, күрәһең, ҡулға алыу уйынан шунда уҡ кире ҡайтты.

Заводтан имен - һау сығып, күмәкләп ҡайтып киттеләр һәм был ваҡиға яйлап онотолдо. Ул арала бесән етте, уныһы менән мәшғүл булғанса йәй көҙгә ҡарай борола башланы. Салауатты Ҡарғалы мәҙрәсәһенә алып барыу ваҡыты етте. Ул өйҙә ике ҡыш уҡып сыҡҡайны инде, Нәби Кәбири тигән мөғәллим ҡулы аҫтында һабаҡ алды, уҡый - яҙа белә, ҡыҫҡа аяттарҙы матур итеп көйләп ятларға өйрәнде.

Бер көнө Юлай Салауат улы менән бергәләп Ҡарғалы биҫтәһенә юл тотто. Барып етте, һөйләште, уҡырға ҡалдырҙы улын. Өйҙә уҡыуҙың файҙаһы ҙур булған, башҡалар ыңғайына матур итеп уҡып алған да киткән Салауат.

Юлай улының отҡор булыуына бик ҡыуана. Артабан, берәй ҡытыршылыҡ килеп сығып ҡуймаһа, йә Урта Азияға, йә Мысырға, булмаһа - ғәрәп илдәренең береһенә ебәреп уҡытып алғанда ҡайһылай шәп булыр ине, тип гел генә уйлап ала.

Көҙ көнө Твердышевҡа ҡаршы ялыу яҙып Өфө канцелярияһында ҡалдырҙы. Күп тапаны уның тупһаһын - һөҙөмтәһе юҡ. Ялыу судья ҡулына эләккәндән һуң да бер - нисә ай ятты. Ниһәйәт сираттағы осрашыуҙа судья иртәгә көнөнә суд ултырышына килергә ҡушты. Юлай тәғәйен ваҡытҡа суд бинаһына барып ингәндә суд ағзалары йыйылып бөткән ине. Шелтәләп ҡаршы алдылар, ултырышты ашыҡ - бошоҡ үткәрҙеләр. Юлай старшинаның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған кеше юҡ, хатта тәүҙә һүҙ бирмәй маташтылар. Ултырыштың һуңғы минутына тиклем Юлай ,, суд мине яҡлар, аҡлар, ғәҙел хөкөм сығарыр,” тип өмөтләнгәйне, әммә тап киреһенсә килеп сыҡты. Старшинаның талабы законһыҙ, имеш! Тағы килеп суд сығымдарын ҡаплау өсөн тип 600 һум штраф һалдылар. Ун көн эсендә штраф кермәһә - төрмә. Бына ҡайҙа ул башбаштаҡлыҡ! Бындай аҡсаны түләр өсөн 600 баш атты һатырға кәрәк. Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан табаһың ? Бындай аҡсаға өр - яңы завод төҙөп ултыртырға була. Судья:

- Түләйәсәкмен тип хәҙер үк расписка яҙ! Яҙмаһаң - ҡулға аласаҡбыҙ, - тип белгертте. Заседателдәре береһен - береһе бүлә - бүлә:

- Күп ҡаңғырттың, хватит. Ана, аттарығыҙҙы , һыйырҙарығыҙҙы һатығыҙ, етмәһә - волость буйлап йыйығыҙ, тағы етмәһә - ерегеҙҙе һатығыҙ, - тип шаулаштылар. Суд урыны түгел икән бында - ә баҙар урыны.

Юлай ризаһыҙлығын белдереп дау ҡуптарҙы, тегеләрҙе һүкте. Судьяның танауы осонда йоҙроғон уйната башлағайны артынан бер төркөм ҡарауыл һалдаттары пәйҙә булды.

Ризалашырға тура килде старшинаға, күрһәтелгән срокка аҡсаны алып киләм, тип расписка яҙҙы. Шунан һуң ғына уға сығырға рөхсәт иттеләр.

Ишекте ,, шарт “ ябып сығып китте ул, артабан енләнгән кешеләй йүгерә - атлай барып, атына менеп ҡайтыр яҡҡа сапты.

Ныҡ ғәрләнде старшина: суд ғәҙеллеккә барыр әле тип һуңғы минутына тиклем ышанғайны - ышанысы аҡланманы. Шуны төшөндө ул: Рәсәй хөкүмәте заводчиктары, санауниктары менән бер төптән эш итә икән. Хөкүмәттең, ил хужаларының төп маҡсаты - күберәк башҡорт ерҙәрен ҡулға төшөрөү, мөмкинлек булһа - был халыҡты юҡҡа сығарып тарих сүплегенә түгеү.

Нишләһен старшина: ҡайтып етте лә хужалығындағы өс атын, дүрт бейәһен айырып алды ла ҡалғандарын уңлы - һуллы һата башланы. Һарыҡ - кәзәләрен, һыйыр малдарын ҡырҡа ҡыҫҡартты. Малдарын ырыуҙаштары сит яҡтарға сығарып һатыштылар. Аҡса барыбер етмәй һуҡты. Халыҡ ярҙамға килде, үҙҙәренә тип ҡырҡҡан ағастарҙы, бүрәнәләрҙе, бураларҙы һаттылар, ваҡ малдарын тотондолар. Бер аҙна тигәндә кәрәкле сумманы йыйып алып Юлай старшина, улы Салауатты эйәртеп, Өфөгә юлланды, аҡсаны тапшырҙы һәм бер ҡайҙа һуғылмайынса ҡайтыр юлға сыҡты.

Башҡорт ни тәбиғәт балаһы, юлда йөрөгәндә тамаҡ ялғар өсөн ниндәйҙер фатирға инеп һуғылып йөрөү кәрәкмәй. Тәбиғәттең теләһә - ниндәй мөйөшөндә атынан төшә лә ҡымыҙы менән тамаҡ сылатып ала, уныһы булмаһа - саҡма ташы менән ут сығарып, юл сәйнүгенә мәтрүшкә сәйе ҡайнатып, тоҡсайынан ҡатҡан ҡорот, көл күмәсе, ҡаҡланған ит киҫәге сығарып тамаҡ туйҙырып ял итеп ала. Юлай йорто менән Өфө араһы ярты көнлөк юл, шулай ҙа ике юлсы туҡтап торманы. Ат өҫтөнән төшмәй генә турһыҡтағы ҡымыҙҙан берәр көрөшкәләй ауыҙ сылаттылар ҙа артабан юлды дауам иттеләр. Йәне көйгән атаһының кәйефе юҡлығын һиҙеп Салауат, уны ауыр уйҙарҙан арындырырға теләп, былай тине:

- Атай, ҡайғырма инде, аҡсаһын түләп ҡотолдоң бит инде. Ҙурайып алһам ул урыҫ хужаларының кәрәген үҙем бирәсәкмен!

- Һә-ә-й, улым, уйың барҙыр ҙа ул, тик килеп сыҡмаясаҡ. Рәсәй хәҙер тамам нығынып алды, санауниктарҙың бөтәһе тейерлек хәрби офицерҙар. Һәр губерна тулы һалдат. Көслөнөкө - замана, тигән ваҡыт.

- Ауылдаш ағайҙар үҙ аҡсаларын һиңә биргәндә ҡәнәғәтһеҙлек бер ҙә күрһәтмәнеләрме, атай ?

- Берәү ҙә һүкмәне, улым, улар тулыһынса аңланылар, шуға күрә ысн күңелдән ярҙам иттеләр. Тағы үҙебеҙҙең малды күпләп тотонорға тура килде инде, башҡаса - хәл юҡ!

- Ә урыҫтарҙан ҡотолоу юлы юҡмы һуң ? Уларҙан айырылып йәшәп булырлыҡ түгелме ?

- Уларҙан ҡотолоу юлы юҡтыр, күрәһең. Ата - бабаларыбыҙ ҡасандыр үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылған, башҡаса юл булмағандыр инде, күрәһең. Беҙҙең ата - олатайҙар Рәсәй менән дуҫ, ғәҙел һәм тигеҙ йәшәү, бер - береңде ҡурсылау маҡсатында ҡушылған. Бына хәҙер ғәҙеллек булмағас, шуны кире ҡайтарыу өсөн ыңғайы сыҡһа - көрәш юлына баҫмайынса булмаҫ. Бер аҙ һелкетеп уларҙы үҙ урындарына ултыртмайынса тыныс тормош килеп сыҡмаҫ, ахыры. Бөгөн беҙҙең өҫтән хөкөм йөрөттөләр, тиҙҙән улар өҫтөнән хөкөм ҡылырбыҙ.Тик хәл йыйып ҡына алырға кәрәк. Әйләһәң - егеттәребеҙ бөгөн үк күтәрелергә әҙер, тик иртә әле. Әҙерлекһеҙ булмай, хәл йыйып алырға кәрәк, хәл!

Ҡайтыуҙарын көтөп торғандар. Иң тәүҙә Салауаттың ҡустыһы Яхья йүгереп килде. Яңыраҡ алты йәше тулып үтте уға, һәр саҡ ағас ҡылыс тағып, уҡ - ян элеп йөрөргә ярата. Артабаныраҡ ағайҙары Сөләймән менән Раҡай тыныс ҡына ҡарап торалар. Әсәйҙәре, еңгәләре өй эсендә ,, мәж “киләләр. Салауат Раҡай ағаһының ныҡ ябыҡҡанына яңы саҡ иғтибар итте. Аттан төштө лә уның эргәһенә килде:

- Бик йонсоғанға оҡшап тораһың, Раҡай ағай, ауырып киттеңме әллә ?

- Ауырыйым шул, ҡустым, аҙна - ун көн тирәһе була инде. Ашау - эсеү бер ҙә бармай, ҡымыҙҙан башҡа эсемлекте ауыҙ итә алмайым. Төрлө үлән менән дауаланып ҡараным - файҙаһы булманы. Ярауҙан ҡан килә, әллә ашҡаҙан эшкинмәй , әллә эсәк сеймәлгән, белмәҫһең.

Шулай килеп сығырын кем уйлаһын да кем белһен! Ошо һөйләшеп торғанға аҙна тигәндә ауырыуҙан мандый алмайынса Раҡай донъя ҡуйҙы. Арала эшкингән табиб булмағас, ауырып үлеү сәбәбен берәү ҙә аныҡ ҡына атап әйтә алманы.

Мосолман ғөрөф - ғәҙәте буйынса мәрхүмдең ,, өсөн ,“,, етеһен,”,, ҡырҡын” үткәрҙеләр.,, Ҡырҡын “ үткәргәндән һуң Юлай ғаилә ағҙаларын һәм мулланы айырып ҡалдырҙы һәм эстән уйлап йөрөгән төп уй - фекерен әйтеп һалды:

- Балалар! Раҡайыбыҙ беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте. Ҙур ҡайғы аҫтында йөрөйбөҙ. Әммә бер туҡтауһыҙ илап - һыҡтап ҡына ултырып булмай, сөнки, тыуым менән үлем - хоҙай эше. Беҙгә артабан бирешмәй йәшәргә кәрәк! Ураған һайын томшоғоғоҙҙо төшөрөп йөрөмәгеҙ! Тормошобоҙҙо артабан алға этеп йәшәүҙе дауам итергә кәрәк. Раҡайыбыҙ Әминә килен менән бергә оҙаҡ ҡына йәшәһә лә мәрхүмдең балалары булманы. Киленде ,,ирең үлде “ тип ата йортона ҡайтарып ебәреп булмай бит инде! Киленгә бер насар һүҙем юҡ: донъя көтөргә маһир, үҙе баҫалҡы. Тел төбөн минең һиҙеп тораһығыҙҙыр: Әминә киленде ситкә типмәйбеҙ, үҙебеҙҙең арала ҡалдырабыҙ. Был турала, мулла абзый, Салауаттың әсәһе Айбикә менән ҡат - ҡат кәңәшләштек һәм уртаҡ фекергә килдек. Ә уртаҡ фекеребеҙ шул: Салауатты Әминә киленгә өйләндерергә! Бөгөн генә икеһенең дә ризалығын алдыҡ, шуға күрә ошонда хәҙер үк бата уҡытмайынса булмай. Нығынышып ултырышығыҙ әле! Мулла абзый, әйҙә, башлап ебәр был изге эш башын!

Шулай итеп, 14 йәшлек Салауатты ун йәшкә өлкән Әминә еңгәһенә өйләндереп ҡуйҙылар.

Тормош ҡәҙимгесә артабан дауам итте, үҙ юлынан тәгәрәне. Тик Айҙар сәсәндең Юлай йортона килеп ҡобайыр әйтеп, йырҙар йырлап, ил ағалары менән әңгәмәләшеп китеүе сағыу бер ваҡиға булып иҫтә ҡалды.

,, Атаҡлы сәсән етеп килә “ тигән хәбәр тиҙ таралды. Уның килер юлын көн дә бер төркөм малайҙар һағалап торҙо.

Йәйҙең матур, йылы бер көнөндә килеп етте халыҡ көткән Айҙар сәсән. Ололап ҡаршы алдылар, һый - хөрмәт күрһәттеләр. Кисен, эңер зәңгәрләнеүгә, халыҡ баш тирмә алдындағы ярым түңәрәк аҡланға йыйыла башланы. Сәсәндән бер тотам да ҡалмай ярҙам итеп йөрөүсе Салауатҡа ҡарап ул егетте маҡтап алды:

- Һа-а-й, улым, атаңа оҡшап ҡара тырыш икәнһең. Рәхмәт һиңә! Әллә миңә әйтергә уйлаған берәй һүҙең бармы әллә ?

- Бар, олатай. Миндә шиғырҙар сығарып булашам, берәйһен яттан һөйләп ишеттерергә буламы ?

- Нишләп булмаһын. Әйҙә, халыҡ йыйылғансы һөйләп ебәр!

- ,, Һандуғас “ тип аталғанын һөйләйем әле:

Төнгө тынлыҡ. Ағаслыҡта

Һандуғас моңо.

Күктеме, ерҙеме данлай

Кем белә уны ?

Йырлаймы күктә балҡыған

Ҡояштың нурын.

Әллә айға арнағанмы

Һандуғас йырын.

Әллә арналғанмы ул йыр

Яҡты йондоҙға.

Йәйрәп ятҡан яландарға,

Хәтфә болонға.

Мин белмәйем.

- Һа-а-й, афарин, улым! Шиғырың бик шәп килеп сыҡҡан да баһа! Ташлама шиғыр яҙыуыңды. ,, Матур һүҙ - йән аҙығы “ тигәндәй шиғырҙар, ҡобайырҙар халҡыбыҙға бик кәрәк.

Халыҡ йыйылып бөттө. Бына сәсән думбыраһын ҡулына алып алға сығып баҫты һәм һамаҡлай башланы:

Илемдең асы ла бар,

Илемдең туғы ла бар.

Дошманды ергә йығырҙай

Ҡылысы, уғы ла бар.

Зарлыһы бар илемдең,

Ярлыһы бар илемдең.

Бай урманы , ҡыры бар,

Һағышлы моң - йыры бар.

Ҡуры ла бар был илдең,

Буры ла бар был илдең.

Арбаға - дегете бар,

Ил һаҡлар егете бар.

Таҙы ла бар илемдең,

Наҙы ла бар илемдең.

Ҡурайының янында

Сазы ла бар илемдең.

Илем булғас - көсө бар,

Дошманына үсе бар

Батырҙарҙы үҫтергән

Иләүе бар, көсө бар.

Ил талаған дошмандан

Берләм үсте алайыҡ.

Күкрәктәрҙе ҡалҡан итеп

Ҡурҡмай алға барайыҡ!

,,Сәсән һүҙе “ ярты төн ауышҡанса дауам итте, халыҡты бер уйландырҙы, бер ҡыуандырҙы, йә һағышҡа, йә йылмайыуға тартты. Һуңыраҡ халыҡ таралышып бөткәс, сәсән аша Яйыҡ казактарының ныҡ ҡуҙғышҡанын ишеттеләр.

Байыҡ сәсән ҡайтыр көнө Юлай старшина абруйлы кешеләрҙе, аҡһаҡалдарҙы йыйып хушлашыу мәжлесе үткәрҙе, сәсәнгә менге ат бүләк итте һәм артынан арыуыҡ ер оҙата барып хушлашты, сөнки ныҡ хөрмәт итә ул ил ағаһын, халыҡҡа рухи байлыҡ тарата, башҡорт күңелен тәртипкә килтереп, йәшәүгә көс биреп үтә.

1771 йылдың йәмле йәйе үҙ мәшәҡәттәре менән йылдағысы тиҙ генә үтеп китте. Сентябрь башында Юлай Аҙналы улы Ырымбурҙан сургучлы хат алды. Старшина йөҙ кешенән торған команда менән ноябрь башында Польшаға йүнәлергә тейеш.

Хаттағы күрһәтмә - хәбәрҙе тыныс ҡына ҡабул итте Юлай Аҙналин старшина. ,, Ярһыған йөрәкте тынысландырыу өсөн ҙур дауа булыр,” - тип уйлап алды ул. Походҡа барырға теләүселәр йөҙҙән ашып китте. Әҙерлек эштәре лә ҡәҙимгесә башланды һәм дауам итте.

Оҙайлы юлға сығыр алдынан булған йыйында 19 йәшлек Салауат ваҡытлыса старшина вазифаһын үтәп тороусы итеп бер тауыштан һайланды.

1771 - 1772 йылдар эсендә барған хәрби походтан, унлаған яралыны һанамағанда, Шайтан - Күҙәйҙәр юғалтыуһыҙ ҡайтып төштөләр. Походтан ҡайтҡас Юлайға бер йылға яҡын тынысыраҡ йәшәргә форсат тейҙе. Тик бер хәбәр бер - нисә тапҡыр килеп ҡаҡлыҡты: батша Петр өсөнсө үлмәгән, теп - тере йөрөп ята, ти. Ҡатыны Екатеринанан тәхетте кире тартып алыр өсөн көс йыя икән, бар халыҡҡа ирек һәм ер бирә, имеш.

Октябрь башында Ырымбур губернаторынан хат алды Юлай Аҙналы улы. Асып уҡыһа - күрһәтмә: боласы Пугачевҡа ҡаршы йөҙ һыбайлынан команда йыйырға. Улай - былай итеүгә Пугачевтың манифесы килеп етте.

Юлай исемлек тоттороп команданы йыйыу эшен Салауат улына тапшырҙы. Йөҙ урынына 95 яугир йыйыла алды, бишәүһенең етди сәбәптәре бар икән - килә алмағандар.

Төркөм башлығы итеп Салауат һайланды, шунан Юлай старшина команданы ике хат менән дә таныштырҙы һәм уларға юлға әҙерләнергә ҡушты: ,, Тәғәйен урын - Стәрлетамаҡ пристаны, унан һуң - Ырымбур,” - тине ул оҙатҡанда. Оҙатыу һүҙен былай тип осланы:

- Һеҙҙе мин Рейнсдорп күрһәтмәһе буйынса ир батшаға ҡаршы көрәшер өсөн ебәрәм. Пугачевҡа ҡаршы була инде - шуны аңлағыҙ! Икенсе хаттың да йөкмәткеһен иҫегеҙҙән сығармағыҙ, үҙ - ара һәр эште кәңәш тотоп башлағыҙ! Салауатҡа - миңә ышанғандай ышанығыҙ, ул һеҙҙе күрә - тора яңылыш юлға баҫтырмаҫ! Хушығыҙ, балаҡайҙарым, аҡ юл һеҙгә! Был өйөрмәнән имен - аман ҡайтҡанығыҙҙы күрһәм - минән дә бәхетлерәк кеше булмаясаҡ был донъяла.

Бүлек

Наши рекомендации