Генерал - губернатор төйәге - Ырымбур 5 страница

Ә сиркәүгә инерлек түгел: ҙур ишеге бикле, оҙонса һәм тар тәҙрәләре тимер ҡоршауҙар менән нығытылған. Һыбайлылар эскә инергә сара тапмай өйөрөлөшөп йөрөнөләр ҙә сиркәүҙең тышҡы диуарҙарына түңәрәтеп ут төрттөләр. Эстә аҡырыш, ҡысҡырыш башланды, ундағылар ниндәйҙер хәрәкәткә килделәр. Бына, ҙурлығы буйынса ҡапҡаға оҡшаған, киң сиркәү ишеге асылып китте һәм эстән үк ҡысҡырышып кешеләр тышҡа ынтылды. Эскә, һаҡсы һалдаттарҙан башҡа, йөҙәрләгән завод эшсеһе, бала - сағалары менән бергә инеп йәшенгән булған икән. Тын алырлыҡ мөмкинлек ҡалмай башлағас, һалдаттар менән бергә эшселәр контрһөжүмгә күстеләр. Кем һәнәк, кем күҫәк тотҡан ир - ат, үлемдән ҡурҡмайынса, өҫкә менеп килә, ә һалдаттары, сиркәү эргәһенән алыҫлашмайынса, атышырға тотонмаһынмы бер ваҡыт! “ Басурмандарға үлем, уларҙы ҡырып һалығыҙ, “- тип ҡысҡырышып килеп тә еттеләр. Үҙҙәре күмәк, ҡул һуғышы башланһа, бындағы һыбайлыларҙың береһе лә үлемдән ҡотола алмаясаҡ. Башҡорт егеттәренә һырт күрһәтеп сигенергә тура килде. Юлда осраған кәбәндәргә ут төртә - төртә улар яҡын урманға инеп юғалдылар. Завод тотошлайы менән ут һәм төтөн эсендә ҡалды, ипләп - ипләп тирә яҡты ҡара һөрөм ҡапланы.

Башҡорттарҙың һөжүме тураһындағы хәбәр Преображенский заводының хужалары Иван Мясников һәм Иван Твердышевҡа хат аша һуңыраҡ барып етте. Управляющий Иван Гордиевский яҙыуынса, ошо һөжүм арҡаһында илле ике һалдат һәм эшсе алыш ваҡытында һәләк булған, ике тиҫтә кешенең яраланыуы билдәле. Аборогендар яғынан күпме кеше үлгәнен һәм яраланғанын белеп булмай, сөнки улар сигенгән ваҡытта яраланғандарҙы ла, үлгәндәрҙе лә үҙҙәре менән ҡуша алып киткәндәр.

Был һөжүмде ихтилалдың и к е н с е аҙымы тип һанау дөрөҫлөккә тап килергә тейеш. Ө с ө н с ө аҙымы итеп Ташлы руднигын ҡыйратып, көл - күмергә әйләндереп һалыуҙы һанарға кәрәктер. Ихтилалдың д ү р т е н с е аҙымы - Эйек - Покровский заводына яһалған һөжүм. Был заводтың хужаһы граф Александр Иванович Шувалов 1753 йылда Покровский баҡыр заводын төҙөтә башлағайны. Бәхетенә күрә, бик йылғыр һәм тиктормаҫ управляющий килеп эләкте уға. Шул управляющий Михайло Петров арҡаһында тиҙ арала эштәр бик ыңғай китте. Петров эште оҫта ойоштороусы, һәр кем менән уртаҡ тел таба белә. Ул, эҙләп табып, өс йөҙләп крәҫтиәнде бында килтертте, эшкә өйрәтте, эшләтә лә белде, тәртипте лә ҡаты ҡуйҙы. Ошо завод йыл ярым тигәндә геүләп эшләп китте. Заводты күтәреүҙә башҡорттар ҙа ҡатнашты. Аҡсаһын, аҙығын биргәс - эшләйһең инде, ғаиләне ашатып - эсереү, өҫтөн бөтәү - ирҙәр елкәһендә бит. Улар ярҙамы менән ете дана баҡыр ҡойоу мейесе ултыртылды.

15 август көнө. Эйек буйында урынлашҡан ошо Покровский заводына Аҙнаҡай старшина менән Ҡөсөкбай батыр егеттәре ябырылды. Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән ырыуҙарынан йыйылған 200- ҙән ашыу һыбайлы заводтың ҙур ҡапҡаһын ҡайырып емереп инеп, ҡасып барған һаҡсыларҙы ҡылыстан үткәреп, урам буйлап елеп үттеләр һәм сиркәүгә килеп терәлделәр.Уның манараһынан мылтыҡтан ата башланылар. Сиркәү өсөн көрәшеп ваҡытты әрәм итмәҫкә булдылар, уға бер - нисә урындан ут төртөп заводҡа ҡарай елдерҙеләр. Бында ҡаршы алырға әҙерләнеп торғандарҙыр: кемдер туҡтауһыҙ саң ҡаға, бер - нисә тиҫтә мылтыҡ “ шарт - шорт “ ата башланы. Иң алда елеп барған өс һыбайлыға пулялар бер - бер артлы эләкте. Улар, аттан ҡолап, тәгәрәшеп ятып ҡалдылар.Егеттәр уҡтарҙы яуҙыра - яуҙыра, берәй тәҙрәһен ватып,эскә инергә тырыштылар. Алыш,сәғәттән ашыу барһа ла, бер - нисә минут ҡына үткәндәй тойолдо. Ниһәйәт, пуля килеп етмәҫтәй урындағы артҡы тәҙрәне вата алдылар, тимер селтәрҙәрен ҡылыс менән арҡыс - торҡос сабып, үтеп инделәр.Заводты һаҡлаусылар, һуңғы кешеһе үлеп йығылғансы, йән тәслим алыштылар. Һәммәһе унау булған икән, ниндәйҙер байҙың байлығын һаҡлайым тип, бына үлеп яталар бында.

Һалдаттарҙың мылтыҡтарын, патрон яһауҙарын йыйып йөрөгән ваҡытта, завод подвалына юлыҡтылар. Тәпәшәк һәм тар ғына ишекте асып ингәйнеләр, баҡыр аҡсалар доньяһы асылып китте, затлы әйберҙәр ҙә етәрлек. Быларҙың барыһын да йыйып алдылар. Арыраҡ ултырған мискәләргә дары тултырылған булып сыҡты. Уныһын көс еткәнсе бишәрҙәргә тултырҙылар. Шунан һуң һәләк булған өсәүҙе аттарына арҡыры һалып тәүҙә заводҡа, артабан административ йортҡа үрт һалып, ҡабаланмай ғына килгән яҡҡа табан юл алдылар.

Һөжүм итеүҙең һөҙөмтәһе һыбайлыларҙың уйы менән тулыһынса тап килде: генерал - фельдмаршал Александр Иванович Шуваловтың Эйек - Покровский баҡыр заводы эшләүҙән туҡтаны. Генерал - фельмаршалдың бер туған ағаһы Петр Шувалов Әүжән - Перовский заводы хужаһы. Был завод та баш күтәргән башҡорттар тарафынан уратылып утлы ҡулса эсенә алынды.

Шулай итеп, август урталарында бөтә көньяҡ Башҡротостанды ихтилал ялҡыны ялмап алды. Ҡан ҡойошло һуғыштар тиҫтәләгән урында, көтөлмәгән юлда, урманда, аҡланда, яланда ҡыҙғандан ҡыҙа барҙы. Ҡулға алынған старшиналар, батырҙар урынына яңылары сафҡа баҫты.

Бүлек

Б а т ы р ш а

Ғәйнә ҡәбиләһе башҡорт иләүҙәре араһында үҙҙәрен иң боронғо халыҡ тип иҫәпләй. Ысынлап та шулай: иң боронғо, иң күп һанлы халыҡ ул ғәйнәләр. Улар йәшәгән ауылдар бик күп. Башҡорттарҙан башҡа ғәйнәләр менән бергә татарҙар, мишәрҙәр, ҡыпсаҡтар һәм эреле - ваҡлы ҡәүемдәр йәшәй бында.Уса һәм Себер даруғаларында, Пермь губернияһында донья көткәндәр улар. Башҡорт ҡәүеме асылда Сыуаш, Ҡудаш, Һараш, Ҡарышбаш, Мөслим, Мәмәт, Төндөк, Айлуш, Танып исемле ауылдарҙа, йәнә һаналып китмәгән утарҙарҙа көн иткәндәр. Эскән һыуҙары: Дим, Ағиҙел, Өршәк, Танып, Төй, Беүә. Пермь өйәҙенең Ҡолтай, Ҡуян, йәнә Барҙым, Краснояр, Елпачиха, Күҙемйәр исемле ауылдарҙа башҡорттар әүәл - әүәлдән йәшәй. Ваҡыты етһә һәр ер - һыу үҙ яғының батырҙарын тыуҙыра һәм үҫтерә, тиҙәр. Шундайҙарҙың береһе - Ғабдулла Ғәлиев, Батырша исеме аҫтында тарихҡа инеп ҡалған шәхес, 1717 йылдың көҙөндә Ҡарыш ауылында яҡты доньяға килә. Атаһы - Ғәле ҡарт үҙенсә һабаҡты һәйбәт кенә таный белгән башҡорттарҙың береһе. Бәләкәй сағында ҙурыраҡ уҡыуға барыу теләге лә, һәләтлеге лә бар ине - мөмкинлек булманы. Әсәһе, сабыр холоҡло мишәр ҡыҙы, ауылда урта хәллеләрҙән һаналған Хөсәйен ҡарттың уртансы балаһы. Әсәһе иркәләтеп улына бер туҡтауһыҙ беҙҙең “ батыр шаһ, “- тип әйтә торғас кесе йәштән уҡ “ Батырша “ ҡушаматы ныҡ итеп йәбеште лә ҡуйҙы. Атаһының атаһы -Мәзгилде ҡарт. Ҡартатаһын Ғабдулла бөтөнләй иҫләмәй. Сабый сағында уҡ гүр эйәһе булған ул. Ә Хөсәйен ҡартты иҫләп ҡала алды, сөнки әсәһенә эйәреп өйөнә барып йөрөй торғайны.

Бигерәк төрлө һәм сыбар халыҡтарҙан тора был ауыл: башҡорт, татар, мишәр, мари, марҙыуа, сыуаш. Хатта булғарҙар ҙа йәшәй бында. Шулай ҙа күпселеген мишәрҙәр тәшкил итә.

Ауылдың тирә яғы урман, ялан, уйһыулыҡтарҙан тора. Халыҡ иген игеп, мал көтөп ғүмер итә. Йылҡы малы - һәр ғаиләлә тиерлек. Ғабдулланың атаһы гел генә ҡабатлап һөйләп ала торғайны :

- Беҙ, балам, башҡорттар. Әүәле ата - бабаларыбыҙ Алтай яҡтарынан килеп ултырған. Эргәлә Юрматы, Йәнәй ырыуҙары урынлашҡан булған. Бер - береһе менән был ырыуҙар ҡатнашып, дуҫ йәшәгәндәр, туғанлашҡандар, ҡоҙалашҡандар. Ерҙәр иркен, сабынлыҡтар етерлек, шулай булғас талашҡа сәбәп тә юҡ. Тәүҙә ата - бабаларыбыҙ Уралдың көньяғына килеп урынлашҡандар. Ләкин ҡатайҙар менән ҡыпсаҡтар күсеп килеп ултырып ҡыҫмаҡлағас, төн яҡҡараҡ китергә мәжбүр булғандар. Кемдәрҙер Булғар өлкәһенә күсенгән.

Бер саҡ ул атаһынан һораны:

- Атай , мишәрҙәр тағы ҡайһы яҡтарҙан килеп бында урынлашҡандар ?

- Улар яңыраҡ, ярты быуат элек килеп ултырғандар, атайым гел һөйләй торғайны: минең күҙ алдымда ике тулҡын булып килеп ултырҙылар, тип. Улар Төмән ерҙәренән, Булғар өлкәһенән, Алатыр яҡтарынан , Мещера ҡаласығынан килгәндәр. Шул ҡаласыҡ исеменән сығып “ мишәрҙәр. “тип аталып киткәндәр. Элекке урындарында Аҡ батшаға ялланып хеҙмәт иткәндәр, кардон менән бәйле булған бар йомошто үтәгәндәр. Ул яҡтарҙа кардон хеҙмәтенең кәрәге бөткәс, Аҡ батша был яҡтарға күсерергә фарман биргән. Хәҙерге ваҡытта утыҙлаған йорт - ғаилә бер урам булып йәшәп яталар. Беҙ бала саҡта, яҡшы иҫләйем уныһын, шул урам яғына барып тегеләрҙең һөйләшкәндәрен ҡыҙығып тыңлай торғайныҡ. Кейемдәре лә, һөйләшеүҙәре лә ят кеүек ине, хәҙер өйрәндек инде, ярты һүҙҙән бер - беребеҙҙе аңлайбыҙ. Килгәс тә ер бирҙеләр уларға. Әйттеләр: тоғро хеҙмәттәре өсөн Аҡ батша ер бүлергә фарман биргән, төрлө һалымдарҙан ҡотҡарған, тип. Шуның өсөн мишәрҙәр ылау ҡыуырға, санауниктарҙы үҙ аттары менән оҙатып һәм һаҡлап алып йөрөргә тейештәр.

- Мишәр башҡортмо, әллә татармы ?

Ғәле ҡарт көлөп ебәрҙе:

- Нишләп уныһын әсәйеңдән һорашмайһың ? Ул яҡшыраҡ итеп аңлатыр ине. Йә, ярай, бик ҡыҙыҡһынаһың икән белгәнем менән бүлешмәйенсә булмай. Мишәрҙәр беҙҙең кеүек үк төрки халыҡ. Икенсерәк итеп әйткәндә, төрөк олатайҙан барыбыҙ ҙа таралғанбыҙ булып сыға. Үҙҙәре “ беҙ татар менән башҡорт араһында торған халыҡбыҙ ,“ тиҙәр. Яртылаш ике яҡҡа оҡшаған халыҡ булмай ул. Татарҙар улар, йәки татарҙан айырымланған һәм башҡорт менән уҡмашҡан ҡәүем. Татарҙарҙың төрлөһө бар: себер татары, ҡырым татары, мишәрҙәр;

- Аңламаным: беҙ - башҡорттармы әллә татармы ? Ырыуыбыҙҙҙың исемдәре нисек ?

- Һа-а-ай, бик иртә ҡыҙыҡһына башланың түгелме, улым. - Атаһы бер аҙ уйланып торҙо. Яуап бирергәме, юҡмы ? Шулай ҙа был һорауға ла яуап биреүҙе хуп тапты:

- Һорауың урынлы, әлбиттә, үҙеңдең кем,ниндәй ырыуҙанһың икәнде белеү мотлаҡ. Беҙ - ғәйнәләр - боронғо башҡорт ырыуы. Беҙ Булғар өлкәһенән бында күсеп килгәнбеҙ. Әүәле беҙҙе “ тархан тоҡомо, “ тип йөрөтә торғайнылар, сөнки тархандар күп булған беҙҙең ырыуҙа. Ҡартатайым һөйләй торғайны: ғәйнәләр, Юрматы, Йәнәй, Бәйләр, Гәрәй, Уран ырыуҙары менән бергә боронғо башҡорт үҙәген тәшкил иткәнбеҙ. Бөрйәндәр менән осрашырға тура килһә, улар: “ беҙ - таҙа башҡорттар, ысын башҡорттар, “ тип күкрәк һуғып маҡтана торғайнылар. Улай түгел. Беҙ ҙә ысын башҡорттар, тик тамырҙарыбыҙ бер яҡтан булғарҙар менән тоташҡан. Бынан биш - алты быуат элек ата - олаталарыбыҙ Кама буйында йәшәгән, шунан Көньяҡ Уралға күсеп Танып йылғаһы буйлап урынлашҡандар. Бер өлөшө төньяҡҡараҡ киткән. Ул ваҡыттарҙа буш ятҡан ерҙәр күп булған, тиҙәр. Яҡын - тирәләге ырыу- ҡәбиләләр беҙҙе яҡшы белгән, әллә ҡайҙан уҡ кейемдәрҙән, һөйләшеүҙән таный торған булғандар, аралашып йәшәгәндәр. Бигерәк тә беҙҙең ата - олаталар ҡыпсаҡтар менән ныҡ аралашҡан. Улар менән бергә беҙҙе лә төньяҡ башҡорттары ла тип атайҙар.

- Ошо ике генә ырыу төньяҡ башҡорттарына инәме ?

- Юҡ, юҡ! Был ике ҡәүемдән башҡа Танып, Ун, Балыҡсы һәм Уран ҡәбиләләре төньяҡ башҡортарына инә. Улар Ҡариҙел, Танып буйлап урынлашҡандар. Һәр ҡәбилә тағы ырыуҙарға бүленгән. Мәҫәлән, таныптар ике ырыуҙан тора: Һыу - Танып һәм Ҡыр - Танып. Улар эсенә Ҡаҙансы һәм Ҡайпандар үҙ - аллы ырыу булып кергәндәр. Ә үҙебеҙгә килгәндә, беҙ мишәрҙәр менән ҡан - ҡәрҙәш булып, үрелешеп бөткәнбеҙ инде. Тик һирәк - һаяҡ талаш - маҙар сыҡһа бер - береһенә: килмешәк, истәк, башҡорт - яуыз ҡорт, тип әйтешеп алалар ҙа оноталар. Мишәрҙәрҙе “ Әтәмбай,”тип әрләйҙәр, “ ерһеҙ “ тигәнде аңлата инде. Таҙа ҡан, уйлап ҡараһаң, берәүҙә лә юҡ инде ул, барыбыҙ ҙа болғанғанбыҙ...

Шәкерт булып йөрөгән осорҙа Ғабдулла атаһы менән элек һөйләшкәндәрен иҫенә төшөрөп, мәғәнәһен тәрәнерәк аңланы. Атаһы ғилемле генә кеше булған икән дә баһа! Ябай ғына әҙәм булыуға ҡармаҫтан, башҡорт тарихының күп кенә өлөшөн үҙ аңында тотҡан икән.

Эйе, Ғабдулла хәҙер - шәкерт, Ғабдрахман хәҙрәт ҡулында ғилем әйләй. Остазы - шәп кеше. Тайһуйған ауылының имам - хатибы, мәҙрәсәнең ғилемле мөҙәрисе. Шәкерттәр күп, төрлө тарафтарҙан йыйылып төплө белем алырға ынтылып килгән йәш - елкенсәк бында. Аяттарҙы ятлап ултыра торғыс, йыбанып та китәләр, шаярып та алалар. Ә тәртип ҡаты: остаздың бер ҡарауы була - тыныслыҡ урынлаша. Бында таяҡ менән һуҡтырып язаға тарттырыу юҡ.

Шулай һабаҡ артында ултырып айҙар, йылдар үтеп торҙо. Бушҡа уҙманы улар. Шәкерттәр ғилем һәм иман нуры менән һуғарылдылар, күренекле мөҙәристәр һәм хәлфәләр менән осраштылар, аят серҙәрен астылар, айырыуса Ҡөрьәндең мәғәнәһенә төшөндөләр. Аллаһы Тәғәләнең изге ҡанундары күңелдең иң түренә инеп ятты. Мөғжизәле, ҡапма - ҡаршылыҡлы был доньяны аңлауға асҡыс булды. Ғабдрахман хәҙрәт, бик зиһенле бала тип, Ғабдулла Ғәле улы менән өҫтәмә рәүештә айырым шөғөлләнде. Үҙе яҙған “ Васиәтнамә,” “ Әл - Әфеттах “, тигән ҡульяҙма китаптарын уҡып таныштырҙы. Үҫмерҙәргә намаҙға, көйлө доғаларға, башҡорт - татар моңона һөйөү тәрбиәләне, артабан елпенер өсөн ҡанат ҡуйҙы, рүхи доньяларын байыҡтырҙы һәм нығытты. Ара - тирә фани доньяның гонаһлы булмышына, ябай бәндәләрҙең аһ - зарҙарына туҡтап, һәр төрлө яһиллектең, боҙоҡлоҡтоң, көфөрлөктөң килеп сығыу сәбәптәрен аңлатып, шәкерттәрҙең уйҙарын дөрләтеп яндырып ебәрә торғайны. Боҙоҡлоҡҡа ҡаршы көрәшеү ысулдары, халыҡты наҙанлыҡтан сығарып алыу юлдары буйынса бәхәсләшеүҙәр бихисап булды.

Мәсетте тамамлап сыҡҡандан һуң Ғабдуллаға күберәк “ Батырша ,“ тип өндәшә башланылар. Ул, ауылдан - ауылға йөрөгәндә ҡот осмалы хәбәрҙәр ишетте, төрлө хәлдәрҙе күрҙе. Бына Лука Канашевич тигән әҙәмде ҡайҙа ла телдән төшөрмәйҙәр. Шул епископ көсләп суҡындырыуҙы яңынан кереткән. Ҡарышһың, - төрмә. Һине ябалар, ә балаларыңды алып китеп суҡындыралар ҙа керәшен итәләр, ҡоллоҡҡа ебәрәләр. Көсләп суҡындырылған бисаралар ҡайһылай итһен: ни мосолман, ни христиан түгел - ике уртала ҡаңғырып тик йөрөй. Көндөҙ крест тағып суҡына, кистәрен намаҙын башлай, үҙ хоҙайынан ярлыҡау һорай.

Урыҫ хөкүмәте лә юҡ менән булыша. Сенат тиклем Сенат мәсеттәрҙе емерергә тип ҡарар сығарған. Ауылда бер - ике урыҫ ғаиләһе булһа - сиркәү төҙөлә, ә имен - аман ултырған мәсеттәр емерелә. Ошо эште башҡарыу өсөн ҡораллы һалдаттар ебәрелә.Бер арҡыры һүҙ әйтеп ҡара : атып китергә әҙер торалар. Атып йығыр - яуапҡа тарттырылмаҫ! Көслөнөкө - замана ваҡыт. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы юҡ, тигәндәй ҡайһы берәүҙәр асыҡтан - асыҡ кире мосолманлыҡҡа ҡайтырға тырыша. Шундайҙарҙың береһе Туйгилде исемле башҡорт булған. Уны көсләп , ҡурҡытып суҡындырғандар. Кире мосолманлыҡҡа ҡайтырға уйлағаны өсөн утта яндырып үлтергәндәр. Башҡа һыймаҫлыҡ хәбәр. Урта быуаттарҙа йәшәгәндәй хис итәһең үҙеңде.

Уҡыған кеше һәр ерҙә лә кәрәк. Үҙ яғына ҡайтып күренеүе булды, Ғабдулланы Илеш мулла ауылына имам итеп һайлап та ҡуйҙылар. Үҙен Батырша исеме менән ташыштырҙы ул. Йәш кешене йәштәр бигерәк тә үҙ иттеләр, үҙҙәренә иш һананылар. Ауыл халҡы бер - ике ынтылыуҙа мәсетте йүнәтеп бирҙе. Ошонда уҡ мәҙрәсә асып ебәрҙе имам - хатип. Балалар уҡытып, байрам, ҡунаҡ, тантана ваҡыттарында аят уҡып, әрүәхтәрҙе иҫкә алып, үлеп киткәндәрҙе ҡәҙерләп оҙатышып, яңы тыуғандарға исем ҡушып, йәрәшкәндәргә никах уҡып үткәрҙе ул көндәрен. Бигерәк тә балаларға һабаҡ бирергә яратты: уларға ҡараһа - үҙенең уҡып йөрөгән саҡтары иҫкә төшә, ҡайһы саҡта күңеле иләҫ - миләҫ булып китә хатта. Балалар ҙа уҡыуға бик теләп киләләр, ҡайтыуҙы бөтөнләй иҫтән сығаралар. Кистәрен йәш имам йәш - елкенсәк менән үткәрә ғумерен. Атҡа атланып ярышып, йә берәй урман төпкөлөндә уҡ - яндан сәпкә атыш, тағы башҡа төрлө уйындар уйлап сығарып һәм уйнап ваҡыт уҙғаралар. Һабаҡ алыусылар күбәйгәндән - күбәйә барҙы, халыҡ яратты уны, ләкин осар өсөн тарыраҡ ине был ауыл, Шуға күрәлер, Исәт провинцияһындағы Мөслим ауылына саҡырыуҙарына ҡаршы килмәне, тәүҙән үк риза булды. Мөслим старшина, үҙ ҡулы аҫтына алып, уҡымышлы имам - хатипҡа барыһын да хәстәрләне. Йәшәргә иркен генә булған өй табылды. Тамаҡ өсөн ҡайғырырға кәрәкмәй, халыҡ бында бай йәшәй, иң һәйбәт өлөштәрен килтереп тоттороп торалар. Был ауылда ла, башҡа ерҙәрҙәге кеүек, һәр кем үҙенең көндәлек хәстәре менән мәшғүл: йәй бесән сабалар, шунан ураҡ урыу, иген һуғыу етә. Ҡыш буйы мал - тыуар менән булышалар, һәүетемсә генә йәшәп яталар. Ара - тирә тормош елкәнен һелкеткән шомло хәбәрҙәр килеп еткеләй. Унда яҫаҡ йыйыусылар менән талашып киткәндәр, бында йоҙроҡлашып һуғышҡандар, ә Мәләкәс ауылында типтәрҙәр үҙ түрәләрен яман туҡмап ташлағандар икән, тигән хәбәр тәүҙә имамға килеп етте. Кемгә - кемгә, ә имамға хәбәр - хәтер тиҙ ишетелә индә ул: күп кенә кеше менән аралаша, төрлө ауылдар менән ҡатнаша. Хәл - әхеүәл һорашҡан арала ла яңылыҡтарҙы әйтеп өлгөрәләр. Ҡайһы бер өлкәнерәк йәштәге ағайҙар:” Һиңә имам ғаилә ҡороу тураһында уйлай башларға ваҡыт, кәләш алып ебәрһәң - абруйың юғарыраҡ, үҙең олпатыраҡ булыр инең ,“ тип ҡолаҡҡа өрәләр. Үҙенә лә ундай уйҙар инеп сыҡҡаны бар, тик оҙаҡҡа түгел.

Наши рекомендации