Еҙҙе һағындыҡ, апай! Ҡайҙа булдығыҙ?

Ллә ауырынығыҙмы?

Хәҙер һеҙ көндөҙ ҙә эшләйһегеҙме?

Тик ниңәлер "няня"быҙҙың кәйефе юҡ. Ҡулына документтар тотоп алған. Бер аҙ шым торғандан һуң, йылмайырға тырышып беҙгә яуап бирҙе:

Рәхмәт, балаҡайҙар! Миңә бер ни ҙә булманы. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән йыш осраша алмаясаҡбыҙ. Шулай килеп сыҡты инде. Әммә өйөмдөң ишеге һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ. — Флүрә апай һәр беребеҙҙең башынан һыйпаны ла, сығыу яғына ыңғайланы.

Бынан һуң ул балалар йортона бүтән килмәне...

Лгән өмөт

Март айының башы ине. Балалар йортоноң "башлығы" Даян киске аштан һуң Фәрит менән мине бүлмәһенә саҡырып алды. Нимә булды икән? Бер эш тә ҡылманыҡ шикелле. Тәртип боҙһаҡ, тәрбиәселәр уға "саңыбыҙҙы ҡағырға" ҡушҡанын беләбеҙ ҙә ул. Шулай ҙа...

— Һеҙгә бик мөһим задание бар, — тине ялбыр сәсле Даян. — Белеп тораһығыҙ, 8 Март яҡынлашып килә. Байрамға һөйгән ҡыҙыма бүләк алырға аҡса кәрәк. Шуның өсөн һеҙҙе саҡырттым да инде. Сос икәнегеҙҙе беләм. Ике көн генә ҡалды. Икәүләшеп миңә илле һум табып килтерегеҙ...

Беҙ уны ҡайҙан алайыҡ? — тинем аптырап.

Уныһы һеҙҙең эш: һорап тораһығыҙмы, урлайһығыҙмы, эшләп алаһығыҙмы... Ике көн эсендә илле һум булмаһа, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ. Ярай, ошоноң менән һүҙем бөттө, хәҙер үк эҙләй башлағыҙ, — тине лә карауатына һуҙылып ятты. — Барығыҙ, барығыҙ!

Ошо Даянды... Ул беҙҙән шуға көслөрәк. Шуның менән файҙалана ла. Ә уҡыуы әллә ни яҡшынан түгел. Күпме балаларҙан көлгәне бар уның. Анау тапҡыр миңә лә эләкте. Бына хәҙер аҡса таптыра. Был турала тәрбиәсегә әйтһәң, үҙеңә генә насар эшләйәсәкһең. Ошаҡлашып йөрөйһөң тип кәрәгеңде биргәнсе туҡмар. Башҡа малайҙарҙы ла һиңә ҡаршы ҡотортор әле.

Ул тиклем аҡсаны ҡайҙан табырға! Беҙгә ул хәтлемде берәү ҙә биреп тормаҫ. Ишшеү, урлағыҙ тигән була! Юҡ, утта яндырам тиһәләр ҙә, ҡулымды кеше кеҫәһенә тыҡмам!

Иртәгәһен мәктәптән һуң магазин янына барҙыҡ.

Берәйһенән һораһаҡ, бәлки, бирерҙәр, — тине Фәрит.

Кешеләр инеп-сығып тора. Тик "аҡса биреп тороғоҙ әле" тип теләнселәү яман уңайһыҙ. Шулай магазин эсендә оҙаҡ ҡына әйбер ҡарап торған булдыҡ. Үҙәк урамда йәшәгән апай бына инде икенсе тапҡыр магазинға килде. Йәнә беҙҙе күргәс, аптырап китте.

Баяғы тоҙ алырға онотҡайным, шуға килдем әле, — тине ул һатыусыға. — Бынау малайҙар һаман тораларсы.

Ллә инде. Торһондар — миңә ҡамасауламайҙар.

Теге апай беҙҙән төпсөнөргә тотондо:

Кемде көтәһегеҙ, балаҡайҙар?

Бер кемде лә... — Кәштәлә ятҡан тәмле-татлыларға тексәйеп ҡарағаныбыҙҙы күргәндер инде. Кеҫәһенән ун һум сығарҙы ла, беҙгә һондо.

Мәгеҙ, бөгөн йома бит! — тине йомарт апай. — Шунан тоҙ һатып алды ла, сығып китте.

Улыбыҙға ун һум аҡса эләккәс, шатлығыбыҙҙан ни эшләргә белмәнек. Тағын ҡырҡ һум тапһаҡ, Даянға бирәбеҙ ҙә ҡотолабыҙ. Детдомға ҡайтып барышлай юлдан тағы ике һум табып алдыҡ. Хәҙер 12 һум кеҫәбеҙҙә ята.

Ояш беҙҙең яҡта. — Фәрит аҡсаларҙы йәнә һанап ҡуйҙы. — Бына бит, дуҫым, беҙ ниндәй бәхетле.

Эйе, иртәгә тырышһаҡ, иллегә тултырырбыҙ ул...

Иртәгәһенә теге магазинға инеп торманыҡ, һатыусы алдында уңайһыҙ ине. Ҡыйыулыҡ табып, берәүҙән ваҡ аҡса һорап ҡарағайныҡ, ул ағай үҙебеҙҙе оялтып китте.

Урайһам, берәүҙән дә аҡса һорамаясаҡмын, — ти Фәрит. — Үҙем күп итеп эшләйәсәкмен. Әгәр ҙә кемдер һорап килһә — биреп торормон.

Магазин алдында тапана торғас, Фәрит бик шәп тәҡдим яһаны:

Ильяс, өҫкө урамдарҙа юл ҡарҙан асыла башлаған бит. Әйҙә, шул яҡтарға йөрөп киләйек. Әгәр кемдеңдер кеҫәһенән тәңкә төшөп ҡалһа, ул ҡар ирегәс күренә бит.

Бигерәк башлы шул дуҫым. Тау башындараҡ урынлашҡан урам яғына юлландыҡ.

Кемдер урамдан китеп бара, шунан ошо тайғаҡ урында ҡолай. Аҙаҡ кеҫәһенән аҡсаһы ҡойола. Ә ул шуны белмәй, тора ла, юлын дауам итә. — Ваҡ аҙымдар менән Фәрит шулай үҙенсә һөйләнеп алға бара. Уныңса булыуы ла мөмкин. Был боролош яман ныҡ тайғаҡ шул. Тимер аҡса табырмын тип иғтибар менән юлымды ҡарап барҙым.

Ара, Ильяс, ҡара! — Класташым тамаҡ ярып ҡысҡырып ебәрҙе. — Илле тин таптым, илле тин! Ур-ра!

Араңғы төшкәнсә урам буйлап йөрөһәк тә, бүтән табышҡа юлыҡманыҡ. Кеҫәлә ни бары 12 һум да 50 тин...

Детдомға ҡайтыуыбыҙҙы Даян түҙемһеҙләнеп көткән. Беҙҙе күреү менән бүлмәһенә саҡырып алды.

Илле һумды һалығыҙ усыма, — төлкөләй хәйләкәр ҡарашына эстән генә асыуланып ҡуйҙым. — Һалығыҙ, һалығыҙ! — Табылған аҡса Фәриттә ине. Ул барыһын сығарҙы ла, Даянға һондо.

Бер нисә тәңкәне күргәс, "башлыҡ"тың йөҙө боҙолоп китте.

Был нимә ул! Көләһегеҙме әллә минән?

— Бүтән табып булманы. — Фәрит ҡалтыраулы тауыш менән яуапланы.

Знать не знаю. Нимә, аңлайышлы әйтмәнемме әллә?! Һеҙҙән һорайым!?

Ике көн буйына эҙләнек, — тинем аҡланып. — Йөрөмәгән еребеҙ ҡалманы.

Даян йоҙроҡтарын төйөп, шкафҡа шаҡ иттереп һуғып ебәрҙе.

Егеҙгә үпкәләгеҙ тигәйнем. Мин үҙ һүҙемдә торам. Бөгөн Фәрит һинең менән, ә иртәгә Ильяс менән һөйләшеп алырға тура килер. — Йыйған аҡсабыҙҙы кеҫәһенә һалды ла, беҙҙе бүлмәһенән ҡыуып сығарҙы.

Күп тә үтмәй, Даян үҙ бүлмәһенә башҡа төркөм малайҙарын йыйҙы. Шунан һәр саҡ уға йомошсо булып йөрөгән малай Фәритте саҡырып алды. Хәҙер "башлыҡ" уның менән нимәлер эшләйәсәк. Иртәгә миңә сират етә тине бит. Даян менән беҙҙең бүлмә йәнәш, шуға берәй тауыш-тын ишетелмәҫме икән тип, һаҡ ҡына тыңлап торам. Әгәр дуҫымды туҡмай башлаһалар, тәрбиәсене барып саҡырырмын ул. Күп тә үтмәне, тышта нимәлер дөбөр-шатыр итеп ҡалды.

Наши рекомендации