Ильяс, тешең һаман да һыҙлаймы?

Эйе, — тинем теләр-теләмәҫ кенә, сөнки күптәр юрамал ошо һорауҙы биргән кеүек. Күрмәйҙәрме ни!

Гәр директор иртәгә лә ҡалаға һине алмаһа, нишләйһең?..

Ллә...

Инең башың бармы шул, юҡмы?! Хәҙер һин бала түгелһең бит, етенсе класс уҡыусыһы булып йөрөйһөң, етмәһә! Былтыр икенсе төркөмдән теге һары башлы малайҙы нишләтеп ҡуйҙылар? Иҫләйһеңме? Һине лә шул уҡ көтә.

Эйе, был хәлде яҡшы хәтерләйем. Өсөнсө класта уҡыған йоморо ғына малайҙың да теше бер мәл һыҙлағайны. Ваҡытында алып барманылар ҙа, аҙаҡ һуң булды. Эренләп киткән икән. Операция яһап, битен ҡырҡтылар. Элек гел ауыҙы йырылып йөрөгән малай, бүтән йылмаймаҫ булды. Йөҙөн боҙоп, әле лә тегелгән урындары күренеп тора.

Минеке лә һыҙларға итә шикелле, — тип дауам итте Әмилә. — Һиңә бер нәмә әйтәм, тик бүтәндәр белмәһен!

Нимә һуң? — Өмөтһөҙлөккә тулған күңелем елкенеп китте, буғай. — Әйтә һал инде...

Йҙә иртәгә, — әйтергәме-юҡмы тигәндәй тынып ҡалды. — Әйҙә ҡасайыҡ. Мәктәпкә тип киткән булабыҙ ҙа, шылабыҙ ҡалаға. Стоматологияның ҡайҙа икәнен беләм.

Юҡ... Директор, иртәгә алып барам, тине бит. Бөгөн дә алыр ине, тик ниндәйҙер конференцияла ҡатнаша. Шуға ғына алманы.

Р һүҙгә ышанып бараһың, әй! Кәрәк инең һин уға. Әтеү беренсе көн бындаһың. Мәүлиҙә Нурғәлиевна бөгөн "эйе", иртәгәһенә "юҡ" ти.

Уйларға кәрәк, Әмилә. Бының өсөн баштан һыйпамаҫтар. Үҙең беләһең.

Кит, ҡурҡаҡ. Барғың килһә, бараһың инде. Былай һинһеҙ ҙә китә алам ул. Үҙең ҡара. Аҙаҡ мин әйтмәне тимә...

Бер аҙ уйлана торғас, ризалаштым. Завуч кабинетында һаҡланған бушлай йөрөү өсөн билетыбыҙҙы ла һорамай алдыҡ. Әмилә, завучҡа инеп, дәфтәр кәрәк тигән булып, документтар ятҡан шкафта соҡондо. Ә мин был ваҡытта әүрәтеп, хәбәр ҡуша инем.

Тырышҡас — килеп сыҡты. Документтар беҙҙең кеҫәлә. Үҙебеҙсә план ҡорҙоҡ. Иртәгә иртүк ҡалаға һыпыртасаҡбыҙ. Рәхмәт төшкөрө, ярай әле Әмилә кеүек ҡыҙҙар бар беҙҙә. "Проездной билет" та күптән кеҫәлә ята.

Й, шәп ҡыҙ ҙа инде ошо Әмилә. Һәр кемдең хәленә инеп, ярҙамға килергә ашығып тора. Беҙ бергә уҡыйбыҙ. Үҙе ауан, бирешеп бармай. Дөрөҫлөк тип үлә инде. Башҡалар кеүек тәрбиәселәрҙән әллә ни ҡурҡып та бармай. Ни тиһәң дә, ҡала балаһы бит.

Тағы кис етте. Яңынан һул ҡулыма һарымһаҡ һалып ҡараным да ул, әммә ниңәлер дауаһын тойманым. Бөтәһе лә йоҡларға ятты күптән, мин генә иҫәр кеүек ниҙәр генә уйлап табайым, тип баш ватам. Бәләкәй тәҙрәне асып, башымды тығып ҡараным. Еңел булып ҡалды ла ул, тик өшөттөрә шул.

Аптырағандан, һаҡсы ултырған бүлмәгә төштөм.

Тәмәке тартып ҡарайһыңмы? — тине балалар йортоноң һаҡсыһы, шешеп бөткән яңағымды күреп.

Тартҡаным булманы ла ул, ағай.

Е-е... Исмаһам, һыҙлауы баҫылыр. Мә, һурып ҡара, — тип ҡуйы төтөн сығарған сигаретын һуҙҙы.

Төтөндө эскә һурыуым булды, сәсәп, йүткерә башланым.

Й, шуға ла эшкинмәйһең. Күптән өйрәнергә ваҡыт. Яйлап һур, — тине "уҡытыусым".

Йәнә һурып ҡараным. Юҡ, бармай, сәсәтә икән был нәмә...

Л дә Әмиләне тыңлағанмын. Иртәнсәк "Жигули"ҙың ватылыуы тураһында хәбәр итте тәрбиәсем. Эй, емерелһен дә! Барыбер, директорҙың ишек төбөнә барып, инәлеп тораһы түгел. Бүтәндәр беренсе дәрестә саҡта, беҙ Әмилә менән автобуста елдерә инек.

* * *

Бына мин теш табибы кабинетында ултырам. Килеп ингәс тә йүләр кеүек, эстән ҡыуанып ҡуйҙым. Ап-аҡ халатлы ағай, аҡ өҫтәл, йыһаздар ҙа сафлыҡ төҫөндә. Хәүеф ҡатыш шатлыҡ күңелде биләп алғайны. Ауыртһа, әйҙә, ауыртһын. Исмаһам, һыҙланыуым бөтөр. Күпме көттөм, күпме түҙҙем быға тиклем. Тешем яман ныҡ һыҙлағас, мине сиратһыҙ үткәрҙеләр. Әмилә коридорҙа ҡалды.

Табип аҙау тешемде оҙаҡ ҡына ҡараштырҙы ла энә кеүек осло әйбер менән уны соҡой башланы. Шунан дырылдап торған нәмәне ҡулына алды.

Леү-ү...

Йәшен бәргәндәй булды, ауыртыуҙан урынымдан һикереп киттем. Үҙемдән-үҙем табиптың ҡулын этәп ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Ипләп, малай. Түҙ инде. Әтеү, яңылыш телһеҙ ҡалырһың, — тип киҫәтеп ҡуйҙы. — Машинка әйләнеп тора бит...

Й, зыр килтерә инде! Йөрәк жыу итеп ҡала. Шунан ҡабат тештең үҙәгенә тейһә, кинәт ҡысҡырып ебәрәһең. Ә халатлы ағай ни, түҙ ҙә, түҙ, тигән була. Теште шул өрөлөп торған нәмә менән таҙартҡанда, ауыҙҙан һоро төҫтәге төтөн килә генә. Әйтерһең дә, серек дүңгәкте типкеләйҙәрме ни. Ул төтөндән үҙем тонсоға ла башланым һымаҡ.

Уф, теге энә өрөлөүҙән туҡтаны. Табип тешемә һыу һиптерҙе.

А-а-а...

Инде шул һыуҙы бына ошонда төкөр, — тип һул яҡтағы һауытҡа күрһәтте.

Булдымы шул? — тинем, түҙемһеҙләнеп.

Арале, ҡустым. Был тешеңде таҙарттым, хәҙер дарыу һалам. Унан һуң тешеңдәге нервыңдың ҡаплай торған ҡатлам барлыҡҡа киләсәк. Шунан иһә пломба һалабыҙ ҙа, вәссәләм!

Бөгөн ҡуяһығыҙмы пломбаны?

Юҡ. Бөгөн ярамай шул. Дарыу һалғандан һуң өс көн үтергә тейеш. Тимәк, дүрт көндән килерһең. Ваҡытын да билдәләп ҡуяйыҡ, — тип табип теге инструменттарын рәтләп һалырға тотондо.

Уңғы һүҙҙәрҙе ишеткәс, нишләргә лә белмәй ҡалдым. Нисек инде дүрт көндән һуң! Әле ҡасҡан өсөн нимә эшләтерҙәр икән? Тышҡа ла сығармаясаҡтары билдәле. Ә инде ҡалаға йәнә теш табибы тип ауыҙымды ла астырмаҫтар. Йөрө шунан һыҙланып.

Наши рекомендации