Иван Грозныйҙың уйҙары, эштәре, васыяты
Рәсәй дәүләтенең батшаһы Иван Грозный нишләптер бөгөн төндә йүнләп йоҡлай алманы. Йөрәгендә ниндәйҙер ҡоршау торған кеүек булды уға. Ауырый ул, оҙаҡҡа һуҙылды сирләүе, ай - һай, оҙаҡҡа һуҙылды. Батша карауаты эргәһендәге өҫтәл өҫтөндәге балауыҙҙан торған шәм бәлшәйеп төшкән, һүнергә тора, ҡәһәрең.
Атаһын бер ҙә иҫләй алмай ул. Ҡайҙалыр томан артында ҡыҙғылт йөҙө төҫмөрләнеп торғандай була. Атаһы Василий III был донъя менән хушлашҡанда, өс кенә йәш ине әле уға. Уйлаһаң, көлкө килә: Рәсәй тәхетенә ошо өс йәшлек малай вариҫ булып ултырҙы. Әсәһе, Елена Васильевна Глинская, регентша итеп тәғәйенләнде. Тик ул да оҙаҡ йәшәй алманы, малайға һигеҙ йәш тулып үткәндә гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Шулай һигеҙ йәшендә тулыһынса етем ҡалды ул. Ваня бәләкәй булыу сәбәпле, ил менән баярҙар идара итте. Ошо осорҙа ҡаҙнанан аҡса урлау, үҙ кешеләреңә юғары вазифа таратыу, дәүләтте төрлө юлдар менән талау, ҡаршы бер һүҙ әйткән өсөн генә кеше башын ҡырҡып ташлау - быларҙың бөтәһен дә Ваня күреп үҫте. Күрә инде, сөнки унан тартынманылар, уны батша итеп түгел, кешегә һанаманылар. Анау тиклем ашамлыҡтар араһында аслы - туҡлы йөрөнө ул.
Иҫләй ул, бөтәһен дә иҫләй. Ун алты йәше тулып үткәс, тәхеткә ултыртыу, таж кейҙереү йолаһын Кремлдең Успенский соборында үткәрҙеләр. “Царь и великий князь всея Руси”, тигән исемде алды Иван Васильевич. Тәхеткә ултырып бер ай үттеме-юҡмы, 1547 йылдың февраль айында, йәш кенә батша окольничий Роман Юрьевичтың ҡыҙы Юрьева-Захарьина Анастасия Романовнаға өйләнде.
Батшаның яңы туғандары, Митрополит Макарий ҡотортоуына ҡушылып һәм уның етәкселеге аҫтында, Глинскийҙарҙы хөкүмәт башындағы вазифаларҙан берәм-һәрәм төшөрә башланылар. Өйләнеп ярты йыл үтеүгә Мәскәүҙә ҙур янғын сыҡты. Мәскәүҙәге йәйге янғын бөтөнләй батшаны аптыратты. Кем ут төрткән? Нисек инде баштан уҡ һүндереү менән булышмағандар?
Ошо янғын арҡаһында Мәскәү халҡы баш күтәрҙе. Был халыҡты Митрополит Макарий Глинскийҙарға ҡаршы ҡотортоп йөрөгән, тип килеп әйттеләр уға. Митрополит: “Глинскийҙар ҡалаға ут төрткән!” - тип урамда ҡысҡырып йөрөнө, тинеләр ишеткән кешеләр. Баш күтәргән халыҡ, аңын-тоңон белмәйенсә, Глинский Юрий Васильевичты эҙләп табып, тотоп алып туҡмарға керешкән. Иҙелгән үле кәүҙәһен табып килтерҙеләр, бер ҙә батшаның дядяһы тип ҡурҡып тормағандар, үлтергәндәр.
Ваня, үҙе батша булһа ла, боларыш ваҡытында ҡасып китеп, Мәскәү аҫтындағы Александрово слободаһында “дер” ҡалтырап ултырҙы. Баш күтәреүселәр батшаны эҙләп йөрөп таптылар тәки! Анна менән Михаил Глинскийҙы биреүҙе талап иттеләр. Ҡайһылай тиһен - риза булды батша, йән тигән әйбер ҡәҙеле бит! Йәш көйөнсә юҡтан-бушҡа үлеп ҡалғы килмәй!
Батшаның йөрәге ошо мәлдә ныҡ ҡурҡыуҙан леп-леп тибеп алып китте. Ундай ваҡиғалар нисек онотолһон! Берәүһе ҡыҙып китеп боғаҙға йәбешһен - кәүҙәңде бүлгеләп ташлаясаҡтар. “Бет асыуы - һеркәгә” булды ул саҡтарҙа. Ошо боларыштар арҡаһында Глинскийҙар власть башынан юғалдылар, ә уларҙың урындарын Захарьиндар биләне.
Баяр думаһы батшаға баш бирмәне, уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай һаман эште үҙҙәренсә алып барҙылар. Шуға күрә ул - Рәсәй батшаһы - Андрей Курбскийҙың кәңәшен тыңлап, иң яҡын күргән кешеләренән Совет төҙөнө һәм уны “Избранная рада” тип атаны. Батшаға ҡаршы килгәндәрҙе, тыңламағандарҙы язалауға тиклем барып етергә тура килде уға. Илдә тәртип юҡ, һәр кем үҙенсә ҡыланырға тырыша, үҙ яғын ғына ҡайырыусылар күп.
Тышҡы сәйәсәттә эштәр һәйбәт бара түгелме? Казанды алыу, тыныс юл менән башҡорттарҙың баш һалыуы ныҡ ҡыуандырҙы батшаны. Хәҙер Әстрхан ханлығы ла Рәсәйҙең ҡулы аҫтында. Күрәһегеҙме, Рәсәй күпмегә ҙурайҙы! Йә, әйтегеҙ әле, ошоға тиклем ниндәй батша, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, илен өс тапҡырға ҙурайта алды ? Волга йылғаһы хәҙер тотошлайға рустарҙыҡы. Ҙур Нуғай урҙаһы Рәсәйгә баш һалды, рустарға ҡаршы тора алмайынса Әстрхан ханы Дәрүиш Али ҡасып китте.
Яйлап Себер ханлығын ҡыҫырыҡлау бара. Ненец, Ханты, Манси халыҡтарының көнбайыш өлөштәре рустарға ҡушылды. Ҡайһылай күп милләтле дәүләт булып киттек. Насармы ни: Аҡ диңгеҙ ярындағы саамдар, карелдар яҫаҡ түләй башланы. Казан, Ҡырым татарҙары, удмурт, мари, мордва, сыуаш, башҡорт, нуғай өҙмәйенсә яһаҡ түләп тора. Бик шәп!
Тик Себер ханлығы менән генә эштәр бешмәй: мөнәсәбәттәр йә яйланып, йә ҡырҡыуланып китә. Себер ханы үҙ теләге менән баш һалғайны, хатта арыуыҡ ваҡыт йәнлек тиреләре менән яһаҡ та түләп торҙо. Ҡырым ханы Дәүләтгәрәйҙең Мәскәүгә һөжүм итеүенән һуң, Себерҙең яңы ханы яһаҡ түләүҙе туҡтатты, Рус хөкүмәте менән бөтә мөнәсәбәттәрҙе өҙҙө.
Эйе, бөтәһе лә күҙ алдында батшаның.Тыныс ҡына батшалыҡ итеү эләкмәне уға. Бер саҡ Дәүләтгәрәй хан Мәскәүгә килеп етеп, ҡаланы яндырып китте. Бер йылдан һуң һөжүме тағы ҡабатланды. Был юлы рустар ханды ҡаршы алырға алдан әҙерләнделәр һәм уның юлына ҡаршы сыҡтылар. Ҡыҙыу һуғыш хәрәкәттәре Серпухово ҡаласығы эргәһендә йәйелде. Бер - нисә көн туҡтамай барған һуғыштарҙа Лопасия йылғаһы һыуы түгелгән ҡандан ҡып - ҡыҙыл булды, ер ҙә ҡан төҫөнә буялды. Михаил Воротынскийҙың оҫталығы арҡаһында ғына рус армияһы саҡ - саҡ, һуңғы көс менән, дошманын еңеүгә өлгәште.
Тағы егерме биш йыл (1558-1583) буйы барған Ливон һуғышы Рәсәйҙең кәрен алды, дәүләтте ярлыландырҙы. Ошо һуғыш арҡаһында налогтарҙы арттырырға тура килде. Баярская дума ултырыштарында күпме талаш-тартыш булды, сөнки дума ағзаларының бер өлөшө һуғышҡа ҡаршы булды. Тап ошо ваҡытта батшаның башына дума урынына икенсе бер ойошма булдырыу тураһында уй керә башлағайны. Иван дүртенсе башында ошондай фекер йөрөтә: Алла ҡоло - батша, батша ҡоло - бөтә Рәсәй халҡы. Шуның өсөн тик батша тарафынан бирелгән күрһәтмәне еренә еткереп үтәргә тейеш. Батша ул - ерҙәге Алла.
Бер ваҡыт бик ҡаты ауырып кикәйне ул. Ҡасан булды әле? Әһә, 1553 йылда булдыулхәл.Уйламағандаҡул-аяғыбойһонмаҫ булды ла ҡуйҙы, теле көрмәлде, бер - нисә көн урыҡ-һурыҡ ҡына һөйләшеп ятты. Ул ваҡытта уға 23 йәш тулып үткән ине. Яҡын туған-тумасаһы, дуҫ-иштәре ҡурҡыуға төштө. Бер көнө һәммәһе ауырыу батшаның карауаты эргәһенә йыйылдылар һәм бер генә һорауҙы ҡуйҙылар. Батша Иван Грозный үлеп китһә-бәлән, кем уның урынына тәхеткә ултыра? Иван Дүртенесе был һорауға шунда уҡ яуап бирҙе: сәңгелдәктә йүргәккә төрөнөп ятҡан улы Дмитрийҙы атаны.Уның был һүҙҙәре Адашев, Федоров һәм Захарьин - Юрьевтар төркөмөнә хуш килде, улар “эйе, шулай дөрөҫ була,” тип хуплап ултырҙылар. Ә Сильвестр һәм уның яҡлы вельможалар тронға батшаның ике туған ағаһы кенәз Старицкий Владимир Андреевич ултырырға тейеш, тип батша һүҙенә ҡаршы сыҡтылар. Ошо фекер айырымлығы арҡаһында һарайҙа бөтмәҫ-төкәнмәҫ бәхәстәр, интригалар башланды, талаш-тартыш ҡуйырҙы.
Йәш тән, ниһәйәт, ауырыуҙы еңде, батша аяғына баҫты, һауыға башланы. Хәҙер инде ул кемдең кем икәнен бер ни тиклем аңланы: протопоп Сильвестрға ҡарата һыуынды, Адашевтың да йондоҙо аҫҡа табан тәгәрәне, уны Грозный сәбәп табып ситкә типте.
Крамольниктар күбәйҙе, былай бармай: берәүҙе юҡ итһәң - уның урынына икәү баҫа. Ҡайһылай итеп батша эшенә ҡаршы булғандарҙы бер һелтәүҙә юҡ итергә? Ахырҙа юлын уйлап тапты: опричнина булдырырға! Бының асылы түбәндәгесә:Рәсәйдәүләтеэсендә тағы бер дәүләт булдырыу - шәхси батша дәүләте.
Иван Васильевич күҙен тәҙрә яғына күсерҙе.Тәҙрәләрҙур, ләкин яҡтылыҡ инмәй, сөнки ул, яҡтылыҡ инмәһен өсөн, уларҙы щтоф туҡымаһы менән ҡаплатты. Ҡарашын артабан шылдырҙы ла икона күҙгә салынғас, суҡынып алды, үҙенә һаулыҡ һорап Хоҙайына ялбарҙы.
Нисек башланды әле уның опричнина тип аталған яңы йүнәлеше? Әһә, былай булды: халыҡты, посадниктарҙы баярҙарға ҡаршы ҡуйыу кәрәк ине. Шул юҫыҡта эште башланы ул. Көнөн дә иҫләй: 1564 йылдың 3 декабрь көнө. Һыуыҡ ел кейем аша тәнгә үтеп тора. Иртә менән Кремль ҡапҡалары асылып китте һәм йөҙләгән карета-сана тышҡа сығып, урам буйлап шыуышты. Иң бай итеп биҙәлгән йылы каретала батша һәм ҡатыны Мария Темрюковна урынлашҡан. Башҡа саналарҙа Рәсәй дәүләте ҡаҙнаһы, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым. Тағы сағыу кейемле свита, ҡарауыл командаһы, черкес кенәздәре, княжналар - барыһы ла тауыш- тынһыҙ ғына кареталарында ултыралар, кәйефтәре юҡ. Саналар сылбырынан торған поезд Александрово слободаһына ҡарай юл тотто.
Мәскәүлеләр был оҙон поездға ҡарап, бер-нәмә лә аңламай, аптырап тороп ҡалдылар. Ни өсөн батша төйәген ташлап китте ? Был күсенеү нимәне аңлата? Яуап биреүсе юҡ.
Карета эсендә ултырған батша беренсе ҡатынын Анастасияны иҫкә төшөрҙө. Батшаға кейәүгә сыҡҡанда, Анастасия Захарьинаға ун алты йәш ине. Ике йыл бергә ғүмер кисергәндән һуң ҡыҙҙары тыуҙы, Анна тип исем ҡуштылар. Оҙаҡ йәшәмәне ул, бер йәше лә тулып өлгөрмәҫ борон, донъя ҡуйҙы.
Икенсе ҡыҙҙары Марья 1550 йылдың авгусында донъяға килде. Ярты йәше тулып өлгөрмәне, яҡты донъя менән хушлашты.
Тағы ике йылдан һуң Анастасия малай тапты, Дмитрий тигән исемде ҡуштылар. Тыумыштан һаулығы насар булды, шулай ҙа Иван Дүртенсе малайын эйәртеп алып йөрөргә яратты, шуға күңелен һалды. Ләкин бала щатлығы оҙаҡҡа барманы, Дмитрий һыуыҡ тейеүҙән үлеп ҡалды.
1554 йылдың мартында улы Иван тыуҙы. Тағы ике йылдан һуң, Хоҙай Тәғәлә тағы бер ҡыҙ бирҙе, Евдокия тигән исем бирҙеләр уға. Ҡыҙыҡай ике йыл ғына йәшәне был яҡты донъяла, кинәт кенә, ауырымай-нитмәй, һиндә мин уйнап йөрөгән йән эйәһе үлеп ҡуйҙы.
Ошондай бер-бер артлы килгән ҡайғыларҙан һуң, Анастасия Романовнаның һаулығы ҡаҡшай башланы, ауырыу уны көндән-көн нығыраҡ ҡыҫты. Ошо осорҙа зәғиферәк аҡыллы Федор тыуҙы. Ауырыу Анастасия, шиңә барып, 1560 йылдың авгусында йәшәүҙән туҡтаны.
Батша булғас - ҡатыны булырға тейеш! Иван батша кәләшлеккә Польша короленең бер туған һеңлеһен һайланы. Һөйләшеү өсөн Сигизмунд - Авгусҡа илселәр ебәрелде. Грозный алама холоҡло, ҡаты бәғерле, тиҙ ҡыҙа, уға кеше үлтереүе бер - ни тормай, эскелек менән көн дә булыша, тигән һүҙҙәр Варшавала әллә ҡасандан бире урала ине. Ошо арҡала Сигизмунд-Август һеңлеһе Екатеринаны рус батшаһы Иванға кейәүгә биреүҙән ҡырҡа баш тартты. Ә Екатеринаның үҙенән, бындай тормош боролошона нисек ҡарауын һораусы булманы. Һораусы булһа - ул батша ҡатыны булырға ризалыҡ бирер ине.
Уйлаған эштең килеп сыҡмауына Иван Васильевичтың әллә ни иҫе китмәне. Тап ошо ваҡытта Мәскәүгә черкес кенәзе Темрюк (Тимер Уҡ) ҡыҙы менән килгән саҡ ине. Быларҙы ҡабул итеү церемонияһында ҡыҙыҡай рус батшаһының күҙенә салынып ҡалды.
Ниндәй буй! Ниндәй һын! Аҡҡоштоҡондай оҙон муйын, ҡояшта һәм елдә янған шоколад төҫөндәге тән!
- Исемең кем һинең, һылыуҡай ?
- Малика.- тип шыбырланы ҡыҙ тулҡынланыуҙан һәм атаһының артына тиҙ генә йәшенде.
Кенәз Афанасий Вяземский менән ҡәңәшләшергә булды батша . Кенәз:
- Ошо ҡыҙҙан да һәйбәтерәген таба алмаҫһың, батшам! Матурлығын аңлатып бөтөрлөк түгел был ҡыҙҙың. Булмаһа - яҙмышыңды бәйлә лә ҡуй, - тип ҡат - ҡат әйтеп уның уйын - фекерен хупланы.
Бер йыл үткәс өйләнде ул Маликаға. Тәүҙә православный диненә күсереп, яңы исем ҡуштылар. Малика Марияға әйләнде. 1561 йылдың авгусында никах тантанаһы үткәрелде. Тантанала батша үҙе яратҡан һәм яҡын күргән кешеләр Малюта Скуратов, Федор Басманов, кенәз Вяземский, Бельский, Василий Грязной һәм башҡа саҡырылған вельможалар ҡатнашты.
Тапошомәлдә Иван Васильевич үҙенең яҡындарына опричнина индереү планын асып һалды. Башҡаларҙың башы эшләгәнсе, Вяземский был планды хуплап өлгөрҙө һәмбылэштеңкүп өлөшөн үҙ өҫтөнә алды. Артабанғы ваҡиғалар ағышы былай китте: туй үтеп бер аҙ тын алғас, батша үҙенең Кремлдәге тәхетен ташлап, Александрово слободаһына ғаиләһе, һаҡсылары, туған - тумасаһы менән күсеп килде. Кенәз Афанасий күпләп ҡара халыҡҡа төбәлгән хаттар тарата башланы, бер данаһын митрополит та алды. Был хаттарҙа “Иван Васильевич батша булыуҙан баш тарта, сөнки Баярҙар думаһы уға иркенләп эшләргә бирмәй”, тип яҙылған ине.
Хатты алып уҡыған әҙәмдәр аптырауға ҡалды: батшаһыҙ ил буламы? Нишләп баярҙар батшаға идара итеү эшендә ҡамасаулыҡ тыуҙыралар?
Тиҙҙән ябай халыҡ, улар артынса баярҙар, дин әһелдәре батшаға төркөм - төркөм булып килеп, кире ҡайтыуын үтенә башланылар. Шул ваҡыт батша үҙенең талаптарын ҡуйҙы, әгәр минең шарттарға риза булып, килешеү ҡағыҙына дума ағзалары ҡултамғаларын ҡуйһа - мин кире ҡайтам, тине. Шулай килештеләр. Килешеү шарттары буйынса бынан һуң Иван Грозный:
- Баяр думаһына бойһонмай. Кем батша ҡарарына асыҡтан - асыҡ ҡаршы сыға - язаға тарттырылырға тейеш ;
- Армиянан һәм стрелец полктарынан тыш, батша айырым мең кешенән торған ҡораллы отряд төҙөй. Был отрядҡа ҡабул ителгәндәр опричниктар,тип атала һәм улар туранан - тура батшаға бойһона. Опричниктарҙың төп эше: батшаны һаҡлау. Икенсенән, дәүләткә, батшаға хыянат иткәндәрҙе асыҡлай, тикшереү үткәрә һәм язаға тарттыра;
- Мәскәү һәм Рәсәйҙең егерме ҡалаһы батшаның шәхси милке итеп иғлан ителә. Ул опричнина ерҙәре була, унан хөкүмәт налог йыймай, ә опричниктар йыя һәм тик батша ғаиләһе өсөн тотона;
- Опричнинаға инмәгән ерҙәр земщина тип атала һәм улар ерҙәр хөкүмәттеке, тип һанала.
Шулай итеп, опричнина эпохаһы башланды.
Опричнинағәскәре, ҡыҫҡаса - опричниктар була инде, эште ҡайҙалыр: өйөндәме, урамдамы батшаға ҡаршы һүҙ әйтеүселәрҙе ҡулға алыуҙан башланылар. Эйәрҙәренә эт башы һәм һепертке бәйләгән отряд “заговорщик” исемлегенә ингән баярҙың хужалығын килеп баҫа, үҙен ҡулға ала, байлығын талап үҙ-ара бүлешә. Зинданға ташланған баярҙан һорау алыу башлана һәм ул урта быуаттарҙа киң ҡулланылған язаларҙың береһенә дусар ителә: баштүбән аҫып ҡуйыла, ҡабырғанан эләктереп күтәрәләр, ҡыҙған тимер баҫалар һәм башҡалар. Был эш ғәҙәттә ҡулға алынған кешенең үлеме менән тамамлана.
Беренсе этаж аҫтында урынлашҡан тимерлектә бөтә механизмдар әҙер: тимер ырғаҡтар, арҡандар, ҙур сөйҙәр. Былар бөтәһе лә кешенең рухын һәм тәнен һындырыу өсөн ҡулланыла. Бер осор батша язалауҙарҙы күҙәтеү өсөн көн дә тиерлек үҙе килә башланы. Мария Темрюковаға инеүҙе туҡтатты. Мария артыҡ бошонманы, конюший чинындағы йәш баяр Андрей Федоровты үҙенә яҡынлатты.
Былйәшбаяр Мария - Малика менән генә мөһәтһенмәне, ә үҙен киләсәктә батша урынында күрҙе. Бер - нисә кеше йыйылышып һөйләштеләр һәм шундай ҡарарға килделәр: Иван Дүртенсене үлтерергә, батша тәхетен ҡулға төшөрөргә. Батша итепМаликаның һөйәре Иван Федоровты күтәрергә!
Был ҡурҡыныс эш килеп сыҡманы, сөнки батшаға ҡаршы заговор әҙерләнеүе тураһында төшкө аш ваҡытында Грозныйҙың ҡолағына төшөрөп өлгөрҙөләр.
Трапеза тамамланды. Батша бер-нисә опричникка китмәй торорға ҡушты, ошо залға батша кейемен, таяғын һәм тажын килтерергә ҡушты, шунан Андрей Федоров артынан ебәрҙе.
Андрейҙы елтерәтеп килтереп индерҙеләр. Андрей Васильевич Федоровҡа Грозный батша кейемдәрен кейергә ҡушты. Тегеһе ҡарышманы, бойороҡто үтәне, эштең һәләкәткә барыуын да аңланы, әлбиттә, ләкин йырып сығырлыҡ, ҡасып китерлек бер сара ла юҡ ине. Батша уға таяғын тотторҙо, үҙ ҡулы менән башына тажды һалды һәм түбәнселек менән баш эйҙе:
- Здрави буди, великий государь, царь всея земли русской. Принял ты от меня честь, тобою желаемую. Но имея власть сделать тебя царем, имею я власть и обратить тебя в прах...
Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, батша, биленән хәнйәрен һурып алып, Федоровтың күкрәгенә бар көсө менән сәнсте. Эштең ошолай китерен алдан белеп торғанопричниктар башланған ғәмәлде аҙағына тиклем еткереп ҡуйҙылар.
Был көн митрополит Филипп өсөн дә һуңғыһы булды. Батша митрополиттың ҡайҙа йөрөүен белеште. Филипптың Александрово слободаһында икәнен белгәс, опричниктары менән шунда ҡарай юл тотто. Митрополит күптән батшаны һәм уның ҡатынын асыҡтан - асыҡ әрләп йөрөй, тип ишеткәйне Грозный, күҙмә-күҙ осрашҡыһы килде.
Митрополит батшаның яҡынлап килгәнен күрҙе. Сыҙаманы, тәнҡит һүҙҙәрен әйтеп, әрләй башланы:
- Нишләп бер-ниндәй сәбәпһеҙ христиандар ҡанында аунайһың? Андрей Федоровтың йәнен ни өсөн ҡыйҙың? Бысаҡ тотоп, кеше үлтереп йөрөү - батша эшеме ни? Бөтә үлтереш, бөтә талау батша исеменән башҡарыла! Ҡайҙа бында тәртип, ҡайҙа закон?
Шунда уҡ Филиппты ҡулға алдылар. Ярты ай монастырҙа аслы -туҡлы һаҡ аҫтында тотҡандан һуң, Твергә һөрҙөләр. Батшаның ҡатыны Марияны Кремль зинданына бикләнеләр.
Кафказ тауҙарында иркенлектә һәм ирекле үҫкән черкес ҡыҙы зинданда оҙаҡ көн итә алманы, 1569 йылдың 1 сентябрендә шиңә барып, был ҡапма-ҡаршылыҡлы яҡты донъя менән хушлашты.
Мария вафатынан һуң, батша Марфа Сабурованы ҡатын итеп алды.Туй үткәрҙеләр. Тағы бер аҙна үтеүгә, йоҡо бүлмәһенән Марфаның үлек кәүҙәһен таптылар.
Сираттағы ҡатыны Анна Колтовская булды.
Анна опричнинаға ҡырҡа ҡаршы ине. Шуны бөтөр, ул бит ҡырағайлыҡ, тип батшаның ҡолаҡ итен ашаны.
Уныһынан тиҙ ҡотолоу юлын тапты Иван Грозный, уның ҡушыуы буйынса Колтовскаяны Тихвин монастырына бикләнеләр.
Анна урынына Инокиня Дария пәйҙә булды. Бер ай йәшәү осоронда ни булғандыр - билдәле түгел, тик уны ла монастырь төрмәһенә оҙаттылар. Дария бикле көйө бәләкәй һәм ҡараңғы камерала тағы 54 йыл ғүмерен үткәрҙе, шунан һуң ғына был донъя менән хушлашты.
Иван Васильевич Мария Долгорукаяны бишенсе ҡатыны итеп алды. Был йәш кенә йән эйәһе бер тәүлек кенә царица булып өлгөрә алды. Инсафлығын һаҡламаған, тип батша уны һыуға батырырға ҡушты.
Бер аҙнанан һуң батшаның күҙе Никита Мелентьевтың ҡатыны Василисаға төштө. Василиса үҙе лә батша ҡатыны булыуҙан баш тартманы. Никита тауыш ҡуптарып йөрөмәһен өсөн, батша унан ҡотолорға булды. Малюта Скуратовты саҡырып алып, Мелентьевҡа ағыулы шарап эсерергә ҡушты. Скуратов батшаның бойороғон теүәл үтәне.
Никитаны ерләп ҡайтҡан көндөң иртәгәһенә Василиса Кремлгә күсеп килде һәм батша менән йәрәште.
Василиса менән йәшәү осоронда Иван Дүртенсе кешеләргә ыңғай яҡҡа үҙгәреп киткәндәй тойолдо. Тотҡондарҙы язалау туҡтаны, хатта батшаның быума өйәнәге лә ныҡ һирәгәйҙе. Ил хакимының яҡындары, хеҙмәтселәре иркен тын алып ҡалдылар.
Шундай тыныслыҡ ике йыл дауам итте. Һәләкәт уйламағанда, үҙенән - үҙе килеп сыҡты. Батша Василисаны Иван Колычев менән тотто. Ҡыҙып китеп, ҡатынының йоҡо бүлмәһендә үк, Колычевты таяҡ менән үлтергәнсе туҡманы.
Кем ғәйепле? Батша дөрөҫтө һөйләйме, әллә булмаған сәбәпте табып, ҡатындарын алмаштырамы? Күптәр был һорауҙы үҙ-үҙенә бирҙе, ләкин башҡа кеше менән бүлешергә ҡурҡтылар. Бер ҡаршы һүҙ әйттеңме, бөгөн - бар, иртәгә - юҡ. Күреп, белеп йөрөйҙәр, тик өндәшмәйҙәр.
Иртәгәһе көнө Александрово слободаһында Колычевты ерләү церемонияһын үткәрҙеләр. Киң итеп ҡаҙылған ҡәберлеккә ике гроб төшөрҙөләр. Береһендә - Иван Колычев кәүҙәһе, икенсеһендә - аяҡ- ҡулдары бәйле, ауыҙына сепрәк тығылған, әлегә тере йән эйәһе Василиса Мелентьева ине. Ҡәберлеккә бер үле, бер тере кәүҙә йәнәш инеп ятты һәм күмелде.
Бераҙҙан батша эргәһендә Наташа Королева пәйҙә булды, ләкин уныһы батша ҡатыны булыуға барып етә алманы, бер көнө ҡапыл ғына юҡҡа сыҡты, сәбәбе барыһына ла билдәһеҙ ҡалды.
Бер-нисә ай батша бер үҙе йәшәне, баҫылып ҡалғандай тойолдо.
Көндәрҙең береһендә Рәсәй хакимы кенәз Одоевскийҙы эш буйынса саҡыртты. Һүҙ араһында кенәз баярин Федор Нагойҙың бик шәп һәм бик сибәр ҡыҙы бар икәнен батшаға еткерҙе. Батша ыңғайлағандай булды, шикелле, һорау бирҙе:
- Нагой һаман һөргөндәме әле ?
- Эйе, һөргөндә, царь - батюшка.
- Ғаиләһе менән бергәме ?
- Эйе, тап шулай, царь - батюшка.
- Нагойҙың ғәйептәрен аҡлағыҙ һәм һөргөндән ҡайтарығыҙ!
Боярин Нагой ҡалған ғүмерем һөргөндә үтер инде, тип уйлап йөрөй ине, ҡулына Мәскәүҙән хат алды. Унда: “Федор Нагойҙы һөргөндән ҡотҡарырға һәм Мәскәүгә ҡайтарырға”, - тигән батшаның фарманы аҡ ҡағыҙҙа яҙылған.
Оҙаҡҡа һуҙмай Мәскәүгә юлланды ул. Ҡайтып еткәс тә, тәүҙә батша менән осрашыр өсөн Кремлгә килде һәм уны күреү менән тубыҡланып, рәхмәттәр әйтеп, илап алды.
Иван Васильевич баярин Нагойға яҡын килеп етеп, аяғына баҫтырҙы, уға Мәскәү эргәһендә вотчина бирелеүен һәм өҫтөнән “опала” алыныуын еткерҙе, ҡыҙын килтереп күрһәтергә ҡушты.
Шунан һуң ғына баярин бөтәһен дә аңланы. Ҡаршылашыуҙан да бер файҙа юҡ. Нишләйһең инде, Марияны боҙоҡлоғо менән даны таралған батша ҡулына тотторорға тура килде. Тап ошо ваҡытта Федор Иоаннович Ирина Годуноваға өйләнде. Ике туй, атаһының һәм улының туйы, гөрләп -шаулап бер юлы үтте.
Туйҙан һуң Иван Дүртенсе яңы көндө килгән хаттарҙы ҡарауҙан башланы. Бер хат Польшанан килгән. Уҡып сыҡты. Польша короле Стефан Баторий рус батшаһына булған һәм булмаған ғәйептәрҙе тағып, тоҙло-боросло итеп яҙған хаты уның асыуына тейҙе. Мин индергән опричнинала уның ни эше бар ? Нишләп ул Рәсәй дәүләтенең эшенә ҡыҫыла?
Хатты уҡып, асыуына һыймай йөрөгәндә, улы Ваня килеп инде, нишләп туҙынып китеүен һорашты. Атаһы уға хатты уҡырға бирҙе. Иван, хатты уҡып бөткәс, ҡағыҙҙы өҫтәлгә һалды ла:
- Атай, Баторий дөрөҫтө яҙа, ни бысағыма опричнина кәрәк булды әле ул, - тип әйтеүе булды батша, посох - таяғын алып, йән асыуы менән улының башына һуҡты. Ваня иҫһеҙ иҙәнгә тәгәрәне. Таяҡ ныҡ эләееәнднр, күрәһең, ике көндән һуң, иҫенә килә алмайынса, Ваня йән бирҙе.
Ауыр кисерҙе батша Ваняның үлемен, бер ҙә йүнләп йоҡлай алмай башланы ул. Йоҡоһоҙ төндәрҙә мөйөштәге тәре ҡаршыһынан китмәне, бер туҡтауһыҙ Хоҙайынан ғәйептәрен ярлыҡауҙы үтенде. Оҙаҡ ҡына ауырыны, һуңғы көндәрҙә дәүләт эштәре менән шөғөлләнә алманы.
- Богдашка, Богдашка, тием! Тор әле, йоҡосо, тор!
Һаҡ ҡына серем итеп ятҡан Богдан Бельский йәһәт кенә тора һалды ла батша эргәһенә йүгерҙе.
- Тыңлап торам, царь-батюшка.
- Бөгөн ниндәй көн әле, Богдан Васильевич?
- 1584 йылдың 18 марты башланды, государь.
- Эй, ғүмер тигәнең! Туҡтамай тәгәрәп китеп тик бара. Ҡартайылды инде хәҙер. Ғүмер буйы эйәреп килгән ошо быума арҡаһында күпме ыҙа сигергә тура килде, күпме кешене ыҙалаттым. Ә бына бөгөн ауырыу артҡа сигенгәндәй булды. Баш ауыртыуы туҡтаны, йөрәк тыныс ҡына тибеп эшләй. Богдашка! Борис Годунов ҡайҙа икән ? Саҡырып килтер әле уны бында.
- Йүгерҙем, государь.
Годуновты эҙләргә тура килмәне. Ул, ҡабул итеү бүлмәһенә килеп, батшаның уянауын көтөп ултырған булған. Бельский тегене бик яҡында күреп, ҡыуанып китте.
- Борис Федорович, һеҙ яҡында икәнһегеҙ, ҡайһылай уңайлы килеп сыҡты. - Бельский тирә - яғына ҡарап алды ла шыбырлауға күсте. - Бөгөн батша тыныс йоҡланы, ауырыуы еңеләйгәндәй күренә. Әгәр теге васятнамәне һораһа - беҙҙең баштар китте, тип һана. Беҙҙең өҫтәп яҙғанды беләсәк бит! Нишләйбеҙ ? Үлемебеҙ яҡынайҙы бит! Әйткәндәй, батша һине үҙ янына саҡыра. Ҡабалан, Борис Федорович!
Годунов ҡурҡыуынан ағарып китте.
- Васильевич! Бар, дьяк Андрей Щелкаловты тап! Яҡшылап хәлде аңғарт! Берәй юлын уйлаһын! Ә мин батшаға йүгерҙем.
Эҙләп йөрөй торғас, Бельский Щелкаловты барып тапты.
- Хөрмәтле дьяк! Эштәребеҙ һәләк! Беҙ уйлашҡандың киреһе килеп сыҡты: батша терелде лә китте бит! Васыятнамәне һорауы мөмкин, ҡайһылай итәбеҙ ?
- Ай, әттәгенәһе! Батша үлер, тип уйлап, уның ҡултамғаһы ҡуйылған васятнамә данаһын яндырып өлгөрҙөм бит әле. Үҙебеҙ яҙған данала Борис Годунов буласаҡ батшаның өлкән кәңәшсеһе итеп өҫтәлгән, батшаның ҡултамғаһы ла үҙенеке түгел. Уйлашайыҡ! Йәшәүебеҙ ҡыл өҫтөндә ҡалған икән, аңлайһыңмы шуны?
- Эйе, Андрей Иванович, аңлап торам, бөтә ышаныс һеҙҙә! Беҙҙе ҡотҡарығыҙ!
Батша ҡаршыһына Борис Годунов шәп - шәп атлап килеп инде, ике ҡулын һуҙып күрешергә ынтылды. Батша ултырған урынынан тороп, ҡулын шулай уҡ күрешергә һуҙҙы.
- Бөйөк государь, - тип Годунов батшаның ҡулын ҡыҫты ла, эйелеңкерәп бер юлы үбеп алды, - бөтә йомошоңдо үтәргә әҙермен! Ниндәй күрһәтмә булыр?
- Мин үҙемде бөгөн яҡшыраҡ һиҙәм. Минең кудесник- сихырсылар алдаҡсылар булып сыҡты. Уларса - мин бөгөн төштән алда үлергә тейеш инем. Ха-ха-ха! Ҡайҙа бында дошмандар? Бынау тиклем ҡатлы - ҡатлы ҡарауыл аша кем бында рөхсәтһеҙ инә алһын? Юҡ! Инә алмай. Тағы һинең кеүек тоғро дуҫтар уратып алған мине. Алдашҡан өсөн ике сихырсыны ла ҡулға алығыҙ! Язаға тарттырығыҙ! Баштарын кәүҙәләренән айырығыҙ!
- Әмерең үтәлер, бөйөк государь! Тағы күрһәтмәләр юҡмы?
- Бар, әлбиттә. Хәҙер генә лекарь-дауалаусы мунса яҡһын! Тик эҫе булһын! Бар, әйтеп кил!
- Ярай, әйтермен, государь! Борсолма!
Борис Годунов, башын эйә - эйә, йоҡо бүлмәһенән сығып йүгерҙе.
Годуновҡа яңыраҡ 32 йәш тулып үтте. Ул батша ҡатыны Иринаның бер туған ағаһы, батшаға ҡайнаға булып килеп сыға. Һаулығына зарланмай, имәндәй ныҡ. Тик артыҡ күп ашау арҡаһында бигерәк ныҡ йыуанайып китте, ҡорһағы ярты ҡаҙандай булып түңәрәкләнде. Ә бөгөн ныҡ тулҡынланыуҙан ике тубығы, тағы эйәге ҡалтырап тик тора. Ярай әле ҡуйы, ҡара һаҡалы эйәкте ҡаплай, шул булмаһа ҡалтырауы әллә ҡайҙан күренеп торор ине.
Мунса әҙер булғанын килеп әйттеләр. Батша мунсаға инеп китте. Эҫе һыу ҡойолған ҙур мискәгә индереп ултырттылар уны. Баш лекарь Иоганн Лофф мискәгә ҡайнар һыу өҫтәп торҙо. Батша бөгөнгө көн ныҡ хөртәйер, бәлки, үлеп тә ҡуйыр, тип уйлағайны Лофф. Кудесниктарға ла ошо уйын әйтте, Годуновҡа, Бельскийға аңғартты. Тегеләр, Иоганн һүҙҙәренә ышанып, васыятнамәне яңынан яҙып, унда Борис Годуновты өҫтәнеләр. Төп нөсхәне юҡ иттеләр.
Оҙаҡ ҡына мискә эсендә ултырҙы батша, тағы ла еңелерәк булып киткәндәй тойолдо уға.
Мунсанан сыҡҡас, батша Бельский менән Годуновҡа ҡалырға ҡушты.
- Васыятнамәне яңынан ҡарап сығырға кәрәк ине, бер һөйләм өҫтәп яҙаһы бар. Андрюшка Щелкалов ҡайҙа икән ?
Бельский менән Годуновтың ҡоттары осто, улар бер-береһенә аптырап ҡаранылар. Беләләр: васятнамәне батша күрһә - икеһе лә бөгөн үк башһыҙ ҡаласаҡ.
- Ярай инде, государь,эш бөтмәҫ, бер аҙ ял итәйек, шахмат уйнап алайыҡ, - тине Богдан һәм тын да ала алмайынса батшаға ҡарап ҡатты.
- Добро, - тип яуапланы батша, - уйнайыҡ, шунан Щелкаловты саҡырырһың!
Шахматты алып, фигураларын теҙә башланылар.
- Мин квас килтерәйем, - тип Борис Годунов йомшаҡ ҡына баҫып сығып китте. Ул квас тултырылған һауыттарҙы тотоп, кире килеп ингәндә, шахматсылар уйынды башлағандар ине.
Алдан һөйләшелгән буйынса, өс һауыт квас килтерелде, батшаға бирә торғанында көслө ағыу.
Квас һауыттарын өҫтәлгә ултыртыу менән, Бельский менән Годунов үҙ һауыттарына йәбешеп, өҙмәй эсеп алып киттеләр. Аллам һаҡлаһын, һауыттар буталып ҡуймаһын!
Батша ла һауытын ҡулына алды һәм бер тындан яртыһынан күберәк өлөшөн ҡылҡылдатып йотоп ебәрҙе.
Богдан менән Борис тағы бер - береһенә оҙаҡ итеп ҡараштылар. Ҡурҡыуҙан Бористың йөҙө ағара башланы. Ул ,, хәҙер килермен, - тип сығып китте, берәүҙе лә төп яҡҡа үткәрмәҫ өсөн, ишек төбөнә ҡарауылға баҫты. Батша эргәһендә ҡалған Богдан был көсөргәнешле минуттарҙы һанай-һанай ни үле, ни тере көйө ултырыуын дауам итте.
Хәүефле һәм ҡурҡыныс “эш” һуңғы фазаһына күсте. Көсөргәнешле бер-нисә минут бик яй үтте. Эстә ни булғанын белә алмай башы ҡатты Годуновтың.
Батша Иван Васильевич эсеп, квас һауытын ситкәрәк шылдырып ултыртты һәм шахмат фигураһына ынтылғайны ғына, ҡулы барып етмәне, һәлпелдәп һәленеп төштө. Кресло һөйәнгесенә терәлде, күҙҙәрен йомдо һәм йыш-йыш тын ала башланы. Тән һуңғы тапҡыр тартышты ла тынды.
- Борис, Борис, тиҙерәк бынла кил! Тиҙ бул!
Эстән Богдандың ҡарлыҡҡан тауышы ишетелде. Годунов елеп килеп инде.
- Үлеме, тереме ?
- Үле, шикелле.
Икеһе лә батшаны берәм - берәм һелкетеп ҡаранылар һәм аңланылар. Иван Грозный үткән ине. Саҡырылған лекарь Иоганн Лофф батшаның үлемен раҫланы. Шунан митрополит Дионисий саҡырып килтерелде. Улы Федор, башҡалар ҡайғылы хәбәрҙе ишетеп, йыйыла башланылар.
Дионисий молебень уҡып бөткәс тә, Андрей Щелкалов йыйылған халыҡ алдында “батшаның васыятнамәһен” уҡып ишеттерҙе:
1. Цареевич Федор тәхеттең вариҫы итеп иғлан ителә.
2. Борис Годунов Федорҙың баш кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнә.
3. Кенәз Иван Шуйский, Иван Мстславский, Никита Юрьев, Богдан Бельский йәш батшаның өйрәтеүселәре булып тәғәйенләнәләр.
4. Сабый Дмитрийға Углич ҡаласығы бүләк ителә. Ул әсәһе менән бергә шунда барып йәшәргә тейеш. Дмитрийҙы тәрбиәләү Бельскийға йөкмәтелә.
Батша власы Иван Грозныйҙың улы - 27 йәшлек Федорға күсте. Борис Годунов, баш кәңәшсе булараҡ, батшанан түбәнерәк торһа ла, бөт етди эштәрҙе үҙенсә бора ала ине.
Бүлек