Атайҙы алып китмәгеҙ. Өйҙә ҡалдырығыҙ!

Әлиә апайым да илауҙан туҡтай алманы:

Ем дә үләм. Атайһыҙ беҙ нисек йәшәрбеҙ!? — Уға Алһыу ҙа ҡушылды.

Еҙ ҙураймайынса ташлап китмәйем, тигәйне бит!

Зыярат алдында мулла доға ҡылды. Шунан атайҙы тәрән соҡор янына алып килделәр.

Уңғы тапҡыр атайығыҙға ҡарап ҡалығыҙ, — тине ауыл аҡһаҡалы. — Уның кеүек яҡты йөҙлө, изге күңелле булып үҫегеҙ. Үлгән артынан үлеп булмай инде. Йыш илап, атайығыҙҙың йәнен тулатмағыҙ, йәме.

Шул саҡ атайымдың йөҙөнә һуңғы тапҡыр ҡараным. Һуңғы тапҡыр...

Аҙаҡ атайҙы ипләп кенә ҡәбергә төшөрҙөләр.

Атай, атай! — тип йөрәгем ярылырҙай булып ҡысҡырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Беҙгә өсәр ус тупраҡ ташларға ҡуштылар.

Атайҙы күммәгеҙ! — тип Зөлфирә һеңлем үкһей-үкһей көрәк тотҡан ағайҙарҙы туҡтатырға маташып, алға ынтылды. — Күммәгеҙ инде. Китегеҙ бынан. Һеҙ насар кешеһегеҙ. Анау тапҡыр әсәйҙе лә шулайттығыҙ! Ә мин беләм — унан кире ҡайтмайҙар. — Һеңлебеҙ нәҙек ҡулдары менән көрәккә барып йәбеште. Тыпырсына торғас, саҡ соҡорға төшөп китмәне. Ололар уны көскә тотоп алып ҡалды. Тиҙ арала атайҙы күмеп тә ҡуйҙылар. Ҡәберен уратып, өс рәт бура ла һалдылар.

Хоҙайҙың был бәндәһе донъяла нисек йәшәне? — тип һораны башҡаларҙан мулла.

Яҡшы! — тинеләр бер тауыштан. Шунан һәр кем үҙ һүҙен әйтте.

Апа кешелекле булды, кешелекле.

Йәне йәннәттә булһын, инде!

Ауыр тупрағы еңел булһын!

Араңғы гүре яҡты булһын!

Ярай, туған-тыумасалар. Мәрхүмдең урыны ожмахта булһын. Тик зыяратта оҙаҡ торорға ярамай, әйҙәгеҙ, ҡайтыу яғына сығайыҡ, — тине иң аҙаҡтан мулла.

Беҙ етәүләшеп зыяраттан сығырға ашыҡманыҡ. Ҡалала уҡып йөрөгән ике ағайым һәм апайым шаҡ ҡатып илап тик торҙо. Зөлфирә лә тыныслана алмай, бер урында оҙаҡ тыпырсынды.

Нисек атайҙы ҡалдырып китәйек бында? — ти иң кесебеҙ. — Уға бит бында ҡыйын, ҡурҡыныс. Йүткерһә, кем дарыу бирер? Мин атайҙы ҡалдырмайым. Әйҙә, уны кире өйгә алып ҡайтайыҡ. Унһыҙ нисек йәшәрбеҙ?!

Беҙ оҙаҡ атай ҡәбере янында торҙоҡ.

Атай, мин һине сикһеҙ яратам! Донъяла һинән дә ҡәҙерлерәк кеше юҡ, — тип ҡәберен ҡосаҡлап уға әйткем килде. Ҡысҡырһам да, был һүҙҙәрҙе атай ишетмәҫ шул.

Беҙ элек иртәнсәктән кискә тиклем шау-гөр килгән өй тынып ҡалды. Йорттағы телевизор ҙа, ялтырап торған һауыт-һабалар ҙа моңһоу күренә ине. Мин алып килгән умырзая гөлләмәһе лә һулыған...

Атайҙы ерләгән көндә үк өсөн уҡытырға булдылар. Әбейҙәр ҡаҙан аҫып, аш әҙерләгән. Бөтәһе лә зыяраттан ҡайтҡас, аят ашына өҫтәл артына ултырғанда ғына өйөбөҙгә милиционер һәм ике һары сәсле ҡатын килеп инде. Милиционер училищела уҡыған апайыбыҙҙы янына саҡыртып алды. Шунан уның ҡолағына ниҙер шыбырланы. Милицонер нимә тип әйткәндер белмәйем, әммә апайымдың шундуҡ йөҙө ағарып китте.

Йгә ҡайтҡы килә...

Милиционерҙың өйөбөҙгә элек килгәне юҡ ине. Шуға ла уны күргәс, ҡурҡып ҡалдыҡ! Ике апайҙы эйәрткән. Уларҙы күргәс, аят ашына йыйылғандар ҙа һағайҙы.

Ят ағай оло апайымды саҡырып, ниҙер шыбырлағас, ул тәүҙә аптырап ҡалды, шунан килешмәгәнлеген белдерҙе ахырыһы, башын сайҡаны. Аш-һыу әҙерләшеп йөрөгән Гөлнара исемле күрше апай тегеләрҙең нимә бышылдағанын ишетте, күрәһең, өндәшмәй түҙә алманы:

Бынағайыш, ул ниндәй эш?! Әле генә зыяраттан аталарын ерләп ҡайттыҡ, ә һеҙ кеше башын ҡаңғыртып йөрөйһөгөҙ! Тапҡанһығыҙ ваҡыт!

Йҙәгеҙ, көйөшмәйек, — тине милиционер, бүтәндәрҙе тынысландырырға тырышып. — Беҙ һеҙҙең башығыҙҙы бутарға килмәнек. Иң өлкән апайҙарына ҡусты-һеңлеләренең кейемдәрен йыйышһын тигәйнек.

Аһ, аһ! Бына һиңә мә! — Аш әҙерләүсе апай ҡыҙа төштө. — Нишләп әйберҙәрен йыяйыҡ, ти. Улар үҙ өйөндә. Һеҙҙән йоҡларға урын һорап йөрөймәйҙәр, шикелле. — Бәхәсте туҡтатырға тырышып, ҡаланан килгән теге русса һөйләшкән апай ҙа һүҙгә ҡушылды.

Мин етем ҡалған балалар эше буйынса белгес, — тине ул яғымлы тауышы менән. — Аталары үлеүе хаҡында хәбәр алғас, бында килергә булдыҡ.

Исмаһам, күңел яраларын уңалғанын көтһәгеҙсе.

Бөтә ғиллә шунда иптәштәр, — тине теге белгес. — Ата-әсәһе булмағас, балалар хәҙер хөкүмәт ҡарамағында. Шуға ла уларҙың артабанғы яҙмышын беҙ хәстәрләргә тейешбеҙ.

Эйе, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмайыҡ. — Милиционер күҙе менән йүгертеп беҙҙе ҡараштырҙы. — Әйҙәгеҙ, кейемдәрен йыйышығыҙ.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, тәнем зымбырлап китте. Беҙҙе ҡайҙалыр алып барырға уйлайҙар! Ҡараһам, Әлиә апайымдың да йөҙө ҡасҡан. Иң кесебеҙ ҙә бына-бына илап ебәрергә тора.

Өҫтәл артында ултырғандар ҙа зыҡ ҡупты ла китте:

Кит, оятһыҙҙар! Бәлә өҫтөнә бәлә өҫтәп...

Исмаһам, һуңғараҡ килһәләр нимә булған?

Бала күңелен уйлау ҡайҙа инде ул...

Ахырҙа иң оло апайым һүҙ ҡушты:

Туғандарымды бер ҡайҙа ла бирмәйем. Бик тә кәрәк булһа, уҡыуымды ҡалдырып торам да, уларҙы үҙем ҡарайым.

Улай ғына булмай шул, һеңлекәш. — Белгес үҙенекен дауам итте. — Беренсенән, әле үҙең дә аяҡҡа баҫмағанһың. Икенсенән, мотлаҡ эш урының, етерлек килемең булырға тейеш. Етмәһә, һылыуҡай, һин кейәүгә лә сыҡмағанһың. Яңғыҙыңа дүрт баланы хөкүмәт нисек тапшырһын ти!? Улай булмай. Әйҙәгеҙ, кейемдәрен йыйырға ярҙам итегеҙ. Ваҡытты һуҙмайыҡ.

Наши рекомендации