Бөрйән ырыуы башы - Иҫкебей 4 страница
- Нишләйҙәр улар? Был ҡанлы тамашаның ниндәй ҡыҙығы булһын? - Бикбау бей ултырып сыҙамай башланы. Үҙенең хәнйәрен ҡапшап алды. Әһә, урынында икән! - Ҡараҡужаҡ, хәнйәрең бындамы ?
- Бында, Бикбау ағай, бында. Үҙеңдеке лә бар түгелме?
- Бар, әлбиттә, урынында тора. Шулай ҙа хәнйәреңде бир әле миңә!
Ике хәнйәр тотҡан Бикбау бей асыҡ тәҙрәнән аша тиҙ генә ырғып төштө лә ярһыған айыуға ҡаршы йүгерҙе һәм арт аяҡтарына тороп, уға ҡаршы алпан - толпан атлап килгән айыуҙың яҡынлағанын көтөп кенә торҙо ла, тегеһе һөжүмгә әҙерләнеп ҡулдарын күтәргән мәлдә хәнйәрен йөрәккә төбәп йән көскә ташланы. Уңайлы ҡаҙалды хәнйәр айыуға. Дәу януар иғтибарын хәнйәргә күсереп, уны алайым тип маташҡан ваҡытта Бикбау икенсе хәнйәрҙе айыуҙың йөрәгенә төбәп ҡаҙаны ла үҙе ялтарҙы. Ауыртыуҙан түҙә алмай айыу шунда уҡ “гөрҫ” итеп ҡолап китте, ғырылдап ятты ла йән бирҙе.
Быны күреп ултырған батша кинәт кенә торҙо ла инеп китте. Ярандары һүҙһеҙ - ниһеҙ уның артынан эйәрҙеләр.
Был күренештән һуң башҡорттар кәңәшләшеп алдылар ҙа ҡайтырға булдылар. Бикбау бейҙең ҡыланышы әллә батшаға оҡшаны, әллә юҡ - берәүгә лә мәғлүм түгел. Шуға уны әрләүсе лә, маҡтаусы ла булманы. Юлға сыҡҡас ҡына, уның батырлығына һоҡланыу белдерҙеләр. Көн кискә ҡарай ауышҡан булһа ла башҡорттар Лефортовоға һуғылып әйберҙәрен йыйнанылар ҙа аттарға менеп ҡайтыр юлға сыҡтылар. Нисектер уларға берәү ҙә тотҡарлыҡ яһаманы.
Арыуыҡ юл үткәс, эңер төштө. Алыҫта, алғы офоҡ тарафында, һаҙағай уйнай башланы. Әйтерһең дә Тәңре утлы сыбыртҡыһын бер былай, бер тегеләй һелтәп, ҡарағусҡыл-зәңгәр күк йөҙөн һуҡҡылай ине.
Эйе, оло эш башҡарып сыҡтылар улар. Хәҙергә ил-йортта тыныслыҡ хөкөм һөрә әле. Артабан яңы ҡыйыҡ аҫтындағы йәшәйеш нисек булыр икән ? Ил өҫтөндә һаҙағайҙар уйнамаҫмы ? Рәсәй менән дуҫлыҡ мәңгелекме, әллә боҙолоп китеүе бармы ? Һорауҙар күп, әммә яуаптар әлегә юҡ. Шулайҙа, өмөтһөҙ - шайтан, тиҙәр, буласаҡты тик ыңғай яҡҡа юрарға ғына ҡала.
***
Ҡараңғы төшә башлау менән, Мәскәүҙе ҡалдырып сыҡҡан башҡорт илселәре карауаны ялға туҡтаны. Һәр ырыу үҙенең хәрби тирмәһен ҡорҙо, һағауылдарын ҡуйҙы. Күп ишеттеләр: юлда “шаталаҡ” төркөмдәр осрауы бик мөмкин, кешегә һөжүм итеп, әсиргә әйләндереп һатып ебәреү - уларҙың төп эше. Үткенсе кешене ҡол итеү улар өсөн бер ни тормай, шуға ла юлда йәнен аямай һуғыша белгән һағауылдарр кәрәк. Эйе, һағауылһыҙ юлға сығыуы ҡурҡыныс әле.
Ул-был иткәнсе күҙ бәйләнә башланы. Юлсылар ут яғып торманылар, ҡымыҙ, айран эсеп әүен баҙарына китеү яғын ҡарнылар. Бер - нисә бәләкәй тирмәнән торған лагерҙа тынлыҡ урынлашты, ара - тирә аттар бышҡырыуы, ниндәйҙер ҡоштарҙың ухылдауы, тырылдауы ғына төнгө тынлыҡты боҙа.
Таң яҡтырыу менән тағы ҡуҙғалдылар.
Был яҡтарҙың тәбиғәте Урал тауҙарындағы кеүек түгел икән, нимәһелер етмәй. Бөтөнләй ят үләндәр үҫә. Ҡылғаны ла икенсе төрлө. Өҙлөкһөҙ ҡара урмандар ҙа юҡ, өйкөм-өйкөм ағастар ғына киң яландарға йәм биреп ултыралар. Бындағы йомрандар ҙа Уралдыҡынан күпкә ҙур, бесәй ҙурлыҡтары бихисап. Һирәкләп ҡарағай өйкөмдәре күренеп ҡала, ә бына ҡарағас урмандары бөтөнләй юҡ. Бына шуларҙы уйлап килә Иҫкебей.
Уның менән йәнәш килгән һағауыл Ҡоломбәт түрәһенән һорай ҡуйҙы:
- Ағай, Мәскәү менән Имәнҡала араһында нисә саҡрым икән? Арғы яғы миңә билдәле. Имәнҡаланан өйгә тиклем 350 саҡрым, йәки дүрт көнлөк юл.
- Беҙ уны, ҡустым, бергәләп һанап сығарайыҡ. Эйе, Мәскәүгә юлланған ваҡытта өйҙән Имәнлеҡалаға тиклем өс көн ярымда 350 саҡрым үттек. Имәнҡала менән Казан араһын биш көндә үттек, бына һиңә 500 саҡрым. Казан менән Мәскәү араһын биш көндә үттек - тағы 500 саҡрым. Һәммәһе 1350 саҡрым килеп сыға.
- Тимәк, ун өс көндә ҡайтып етәбеҙ булып сығамы ?
- Берәй уйламаған юл мәшәҡәте килеп сыҡмаһа - тап шулай ун өс көндә ҡайтып етергә тейешбеҙ, Ҡоломбәт ҡустым!
- Ә Шәһиғәли еҙнәй ун бер көндә ҡайтып етәбеҙ, тип бәхәсләшә.
- Ул әйткән дә дөрөҫлөккә тап килә. Ат - аҡыллы хайуандарҙың береһе, ҡайтыр юлда һәр саҡ тиҙерәк юрта, сабып китмәһен өсөн бер туҡтауһыҙ теҙгенде тартып барырға тура килә. Шуға күрә берәй көн алданыраҡ ҡайтып етеүебеҙ ҙә ихтимал.
- Һы! Ағай, бер мулла һымаҡ ике төрлө һөйләп ҡуйҙың, хатта ҡыҙыҡ килеп сыҡты.
- Мулла нисек һөйләгән?
- Бер муллаға күршеһе ингән дә теге яҡ күршеһен яманлай икән. Мулла: һин әйткән дөрөҫ, тип башын һелкә, ти. Икенсе күршеһе лә муллаға инеп беренсе ингәнде әрләй, ти. Мулла тағы: һинеке дөрөҫ , тип баш һелкә, ти. Был күршеһе сығып киткәс малайы: “Атай, икеһенә лә һинеке дөрөҫ, тип әйтеп сығарҙың - улай булмай ҙа инде”, тигәс мулла: һинеке лә дөрөҫ, тип әйткән, ти. Ха-ха-ха.
- Мулланан көлмә, ҡустым, ул дөрөҫ эшләгән, ваҡ - төйәк һүҙ арҡаһында талаш араһына кермәй ҡотолған, - тип яуапланы Иҫкебей, - тимәк аҡыллы һәм хәйләкәр кеше булған.
Аттар һәүетемсә генә юрта, уңға ла, һулға ла борорға кәрәкмәй, ҡайтыр юлды әллә нисек иҫләп ҡалғандар, шуныһы ғәжәп хәл.
Атын юрттырып Ҡоломбәт эргәһенә Шәһиғәле Шаҡман яҡынланы.
- Нимәгә ҡыуанып хихылдап киләһең, ҡәйнеш? - тип һораны ул Ҡоломбәттән көлөмһөрәп.
- Ағайым менән мәрәкә һүҙ һөйләп киләбеҙ. Ваҡыт уҙғарырға кәрәк бит, еҙнәй - тип яуапланы ҡәйнеше һәм һүҙҙе икенсегә борҙо.
- Бына ҡарап киләм, ләкин күрмәйем, был яҡтарҙа һарына, балтырған, ҡуҙғалаҡ, йыуа үҫмәйҙер, күрәһең?
- Ҡайҙан ғына үҫһен инде, был тирә яланға тартым - шуға үҫмәй. Ә һин әйткән үҫемлектәр тик урманда ғына үҫә. Һин, ҡәйнеш, нимә күрәһең -шуны һөйләп барғансы - алтын ҡалаҡты нисек эләктергәнеңде һөйләп ебәр әле! Бындағылар ул турала ишетмәгәндәрҙер әле.
- Һөйлә, һөйлә, ишеткәнебеҙ юҡ! - тип кемдер ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
- Ярай, улайһа - һөйләйем. - Батшаның Стольная палата залында ашап ултырғанда алда ятҡан алтын ҡалаҡтарға күҙ ҡыҙып ултырҙы бит. Шундай матурҙар! Ашау тамамланғас, бер ҡалаҡты кеҫәгә тыҡтым да ҡуйҙым. Тегеләрҙең кемеһелер күреп ҡалған бит! Туҡтаттылар, тылмасты табып килтерҙеләр. Тылмас һорай:
- Нишләп ҡалаҡты урланың?
- Урламаным, - тием, - ҡайтҡас, батша бүләге, тип халыҡҡа күрһәтергә һалып алдым. Беҙҙә ғәҙәт шулай: кем нимәне оҡшата - шуны алып ҡайта. Һүҙ менән генә ,, мин батшаны күрҙем, бер оҙон өҫтәл артында ултырып ҡунаҡ булдым, “ тип әйтһәм - кем ышанһын!
Тылмас эргәһендәге кеше менән бер аҙ кәңәшләшеп торҙо ла:
- Ярай улай булғас, беҙ һиңә алтын ҡалаҡты үҙебеҙ бүләк итәбеҙ. Ҡайтҡас - халҡыңа күрһәт! Батшабыҙҙың мәрхәмәте тураһында һөйлә! - Бына шулай тип әйтеп алтын ҡалаҡты миңә тоттороп сығарып ебәрҙеләр.
Тыңлап килгәндәр дәррәү көлөп ебәрҙеләр. Кемдер берәү:
- Уларҙың ҡулға тотторорон белгәндә - һәр беребеҙ берәр ҡалаҡ йәки сеүәтә тотоп сыға инек, - тип хихылданы.
Артабанғы юлды күңеллерәк үттеләр. “Ҡалаҡ тарихы” күп кешенең кәйефен күтәрҙе.
Волга йылғаһына яғынлаша башлағанда ла шаярып-көлөшөп барыу дауам итә ине әле, тик Шаһиғәленең күңеле генә бик болоҡһоу. Быны Иҫкебей һиҙеп ҡалды. Ошо тирәлә туҡтап Мәрйәм рухына аят уҡытҡанда - шәп булыр ине, тигән уй үтте уның башынан. Карауан башы булараҡ, һәр ырыу башлыҡтары менән һөйләшеп-кәңәшләшеп сыҡты - ҡаршылар юҡ. Барыбер көн кискә ауышҡан, ҡайҙалыр туҡтарға тура киләсәк. Тик меңдәр генә туҡтарға теләмәнеләр, артабан юлдарын дауам иттеләр. Яр буйына Бөрйән, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән азаматтары туҡтаны. Аттар утлауға ебәрелде, ҡайһы берҙәренә ҡыңғырау таҡтылар. Йәштәр тирмәләр ҡорорға тотондо.
Йыуынып-таҙарынып алғас, бутҡа бешерергә, сәй ҡайнатырға ҡуйылды. Шунан һуң Мәрәйәм рухына алмашлап аяттар уҡынылар, хәйер тараттылар һәм тын ғына әңгәмәләшеп, ашап - эстеләр. Лагерға, аттарға парлы ҡарауыл ҡуйып, шунан һуң тәғәйен урынға урынлашып йоҡларға яттылар.
Күп тә үтмәне һағауылдарҙан башҡа бөтә йәмәғәт йоҡоға талды. Сиңерткәләрҙең һирәк-һаяҡ фырылдап осоуҙары, аттарҙың унда-бында бышҡырып алыуҙары төнгө тынлыҡты бер аҙ боҙа ине.
Иртәнсәк, ҡояш ҡалҡмаҫ элек үк, ҡуҙғалдылар. Волганың икенсе ярына сыҡҡас та үҙ ереңдең тупрағына аяҡ баҫҡан кеүек булды. Иҫкебей уйлап килә: был ерҙәр боронғо башҡорт ерҙәре бит инде. Волганан Тоболға тиклем йәйрәп ятҡан саҡтары булғас, Мәскәү дәүләтенән дә күпкә ашыу булған бит! Әгәр башҡорт ҡәбиләләре үҙ-ара һәм ҡырғыҙ-ҡаҙаҡтар менән татыу йәшәгән булһалар һәм күберәк хәрби көс тотҡанда - был ерҙәрҙә мәңгелеккә Бөйөк Башҡортостан урынлашыр ине. Ул ваҡытта, бәлки, киреһенсә күрше илдәр беҙгә ҡушылғыһы килеп торор ине. Тик уның өсөн бөтәһен дә берләштергәндәй көслө ырыу кәрәк булған.
- Ҡайным! әллә бошоноп киттеңме? Кәйеф нисек? - тип һүҙ ҡатты Шаһиғәле ҡайныһына яҡынлап.
- Кәйеф насар түгел, кейәү! Бына ерҙәргә күҙ һалып үткән тарихыбыҙҙы эстән барлап барам. Берәй йомошоң бармы әллә?
- Йомошом юҡ! Ағай - эненең тәҡдиме бар: төшкө ялға туҡтап тормаҫтан Имәнҡалаға тиклем һыпыртырға! Иҫәпләп сығарҙыҡ - ҡараңғы төшөүгә Ағиҙелгә барып төртөләбеҙ. Ырыу баштары ҡаршы түгел, һинең, карауан башлығының, ризалығы кәрәк!
- Күпселек уйлашҡан, иҫәпләгән, шулай булғас, мин нисек ҡаршы булайым инде ?
- Аттарыбыҙ бирешмәҫ микән ?
- Бирешмәҫтәр, тип уйлайым, юлда ашатып алырбыҙ. Әле өс көн буйына ҡыҙыу ғына килдек, башҡорт аттарының арыуы ла һиҙелмәне, һин дә мин юртып киләләр.
- Ярай, шулай булһын, фәтиха бирәм.
Ағиҙелгә кискә ҡарай килеп етә алдылар. Ана, Имәнҡала күренә.
- Бөгөнгө маҡсатҡа ирештек, Ағиҙел бына ята, әйҙәгеҙ, ялға туҡтайыҡ, - тип ҡысҡырҙы карауан башы. Үҙебеҙҙең ергә баҫтыҡ, иншалла
- Аттарҙы ебәреп, тирмәләрҙе ултыртҡас, усаҡ яғып ебәрҙеләр. Сәй ҡайнағанса ҡымыҙ эсеп алдылар. Ҡоломбәт ҡурайын тартып ебәрҙе, уға йыр менән ҡушылдылар, күңелдәрен астылар. Тыуған ереңә аяҡ баҫыу - үҙе ҡанат өҫтәй икән, кәйеф үҙенән - үҙе күтәрелде лә китте. Аръяғына бер - ике көнлөк күп тапҡырҙар арҡырыға - буйға үткән таныш юл ҡалды.
Ҡоломбәт ҡурай тартыуҙан туҡтағайны әңгәмәләшеү китте. Тағы Ҡоломбәт башланы әле ул әңгәмәне:
- Бөрйәндәр бик боронғо ырыу тип һанала...
- Ҡыпсаҡтар боронғораҡ, - тип ҡыпсаҡтарҙың береһе һүҙ ташланы арттан. Ҡоломбәт ҡысҡырған егеткә ҡарап алдыла яуап һүҙ итеп дауам итте:
- Һуңыраҡ килә ҡыпсаҡтар бында, Ҡара диңгеҙ яҡтарында йәшәгән була улар. Бөрйәндәр төп өлөшө боронораҡ ваҡытта бында килеп ултырған. Ҡалған өлөштәре төрлө урынға һибелеп киткән.
- Мине тыңлағыҙ әле! Мине! - Һүҙ дилбәгәһен ҡыпсаҡтар бейе Ҡарағужаҡ Мишәүле алды. - Мин дә үҙебеҙҙең ырыу тураһында әйтеп китәйем. Ҡыпсаҡтар - иң батыр ырыу. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле: кем монгол баҫҡынсыларына ҡаршы баш күтәрә? Ҡыпсаҡтар. Бошман кем батыры? Ҡыпсаҡтыҡы. Шул Бошман батыр тураһында әйтеп китәйем әле: Бер саҡ Бошман ғәскәрен Менгу хандың бер туған ҡустыһы Бүсек мырҙаның төмәне уратып ала. Өс көн, өс төн буйына һуғыш бара, ҡыпсыҡтар бирелмәй. Шулай Бошман иң һуңғы көсө ҡалғансы ҡаршы тора һәм күп һанлы дошмандарынан еңелә. Уны тереләй тотоп алып, Менгә хан алдына килтереп баҫтыралар. Хан:
- Эй, батыр! Миңә һинең кеүек баһатурҙар кәрәк. Әгәр миңә хеҙмәт итергә риза булһаң - тере ҡаласаҡһың. Ғүмереңде һаҡлау ғына түгел, ҙур хәрби төркөмгә башлыҡ итеп ҡуям, - тигән. - Мин ризалыҡ бирмәйем, дуҫтарым үлеп ятҡанда тере ҡалам тип дошманымдың ҡоло булып йөрөмәйәсәкмен! Тере мәйет булып йөрөгәнсе - үлеүең артыҡ. Үлтерегеҙ!
Ошо һүҙҙәрҙән һуң Бошман батырҙы ҡылыс менән сапҡылап үлтергәндәр.
Тынлыҡ урынлашты. Шаһиғәле бейҙең кәйефһеҙ икәнен, һүҙ һөйләмәҫен һиҙгән Үҫәргән ырыуы башы Бикбау бей һүҙҙе ялғап алып китте:
- Ниндәй генә ырыу булмайыҡ, беҙ бөтәбеҙ ҙә - башҡорттар. Шуны онотмайыҡ, ағай - эне: Сыңғыҙхан заманында Үҫәргән ырыуы бабаһы Туҡсаба уғлы Мөйтән бей баштан уҡ ханға ҡаршы көрәшмәүҙе алға ҡуйған, сөнки күпселек халыҡ шулай теләгән. Ул бүләктәр алып, ханға баш эйергә үҙе барған. Хан Мөйтән бабаны ҙурлап ҡаршы алған, ҡунаҡ иткән, бейлек дәрәжәһен биргән. Мөйтән баба бөтә башҡорт ерен һаҡлап алып ҡалыуға өлгәшкән. Был да батырлыҡ бит! Йылдан ашыу хан эргәһендә булып, уның дәүләт эштәрендә ҡатнашып, бүләктәр тотоп иленә ҡайтып киткән. Уны маҡтап ҡобайырҙар сығарғандар. Бына шуның береһендә былай ти йырланыла:
Башҡорттарҙың бабаһы - Туҡсаба бей балаһы
Мөйтән бей, тибеҙ аны, илдә таралды даны.
Ханға бүләк һыйланы, хандың күңелен яуланы,
Урын алып янынан, маҡталды ул ханынан.
Көйлә тиһә - көйләгән, һөйлә тиһә - һөйләгән,
Ханға килгән, күрешкән, маҡсатына ирешкән.
Мөйтән бей ҡайтҡан, улы Үҫәргәнгә бейлекте тапшырған һәм оҙаҡ йылдар йәшәгән. Бейҙең хан ҡулынан алған ярлығында былай итп яҙылған: “Мөйтән Туҡсаба уғлына бейлек мансабы бирелде. Үҙе үлгәс, балаларының береһе бей булыр. Мөйтән бей һораған төрлө сәхрә, урман ер, мәғдәнләр бер лә аларныҡы булыр”... - Егеттәр, йоҡларға ваҡыт! Иртәгә иртә менән торорбоҙ! Таралышығыҙ! - тигән тауышы ишетелде карауан башының.
Бөтәһе лә йәһәт кенә үҙ урындарына таралышты.
Бүлек