Генерал - губернатор төйәге - Ырымбур 7 страница

Өйҙән арбаға ултырып сығып киткәндә боҫоп ятып ҡалған Яныш старшина, хәҙрәттең бер - нисә генә шәкерте менән генә һырт биреүен күреп, батырланып киткән һәм ауылдан унлап һыбайлы йыя һалып ҡасаҡтарҙың арттарынан ҡыуа төшкән. Башҡа старшиналарға хат яҙа һалып, Батыршаны тотошоуҙа ярҙам итеүҙәрен үтенгән. Был хәлдәрҙе тотҡон һуңыраҡ ишетте, әлбиттә. Арттарынан ҡыуа төшкән төркөмдө үҙ күҙҙәре менән күрҙе, ләкин тегеләр, ҙур булмаған төркөм, турана - тура һөжүм итергә баҙнат итмәй, бер килке эйәреп килделәр ҙә, урман ҡуйыра башлаған урында ятып ҡалдылар. Теләктәре лә булмағандыр, күрәһең. Ҡарышбаш урмандары төпһөҙ - ҡырыйһыҙ күренһә лә Батыршаға һәр һуҡмағы, һәр өйкөмө, һәр аҡланы таныш. Һаҙлытамаҡҡа етеп алһа, арьяғында - шырлыҡ, йәшенеүгә лә уңай урындар күп. Ҡыуғынсылар ҙа әллә ни төпкә инергә ынтылып тормаҫтар. Ете - һигеҙ саҡрым үттеләрме - юҡмы арттан тағы ла ат тояҡтары тупылдауы ишетелде. Ни эшләргә ? Тота килеп еңел генә бирелеп булмай бит инде! Былай ҙа ауылдан урманға ҡасып китеп яңылышҡанына эстән генә үкенә ул. Араларында иң йәше булған шәкерте Моталлапҡа, ғаиләһен артабан алып китеп, ҡарумандың үҙҙәренә генә билдәле бер урынына йәшереп торорға ҡушты ла арттан килеүселәрҙе ҡорал менән ҡаршыларға булды. Яхья менән Мөслимде юлдың ике яғына ҡуйып, атышыуға әҙер булырға, ләкин бойорһоҙ уҡ сойорғотмаҫҡа кәрәклекте аңғартты. Үҙе уҡ - ян менән юл боролошона баҫты һәм тәүҙә һөйләшеп кенә тегеләрҙе кире борорға булды. Бәлки, тыңларҙар! Бына боролоштан бер - бер артлы биш һыбайлы килеп сыҡты. Бөтәһе лә уҡ - ян менән ҡоралланған, иң тәүҙә килгәненең мылтығы ла бар.

- Ағай - эне! Нишләп беҙҙе эҙәрләйһегеҙ ? Дин юлында йөрөгән хәҙрәтегеҙҙе танымайһығыҙмы әллә ? Әллә башҡа эшегеҙ юҡмы ? Барығыҙ боролоп ҡайтығыҙ!

Ат өҫтөндәгеләр йүгәндәрен үҙҙәренә тартып, аттарын туҡтатып тыңлай ғына башлағайнылар, тәүҙә килгәне, мылтығын арҡаһынан ҡулына шылдырып, атырға самалаған мәлдә, барыһына ла әҙер торған Батырша уға тоҫҡап уғын атып ебәрҙе. Башына килеп ҡаҙалды баяғы уҡ. Тегенеһе, бер аҙ сайҡалғандай булып ултырҙы ла, ҡыйшайып барып ергә ҡолап төштө. Ҡалғандары ҡурҡыштарынан: “ Зинһар, хәҙрәт, балаларыбыҙ, хоҙай хаҡына беҙҙе үлтермә инде, “ тип борола башланылар.

Иптәшегеҙҙе ниңә ҡуша һалып алмайынса китеп ултыраһығыҙ! Алығыҙ! Хәҙер үк боролоп ҡайтһағыҙ - теймәҫбеҙ.

- Алабыҙ, хәҙрәт, алабыҙ, хәҙер, тик беҙгә теймәгеҙ! Ҡыуғынға көсләп алып киттеләр беҙҙе, шуға ошонда алйотланып йөрөйбөҙ. Ай, әттәгенәһе, төркөм башлығыбыҙ йән биреп тә өлгөргән дә баһа!

Аттарынан төшөп, үле кәүҙәне атына арҡыры һалып алып, табандарын ялтыратты былар. Батырша, ошонда башлап, беренсе тапҡыр әҙәм ҡанын ҡойҙо; үҙе лә һиҙмәй ҡалды, сөнки һин өлгөрмәһәң - ҡаршы яҡ өлгөрә. Көрәш ваҡытында, бигерәк тә үлемесле мәлдәрҙә, йәлләргә ярамай, төп ҡанун билдәле: кем өлгөрә, шул - тере.

Ошо, ҙур булмаған ҡаршы тороштан һуң, ҡарурман төпкөлөндә бер яталҡы урын таптылар, ике ҡыуыш ҡорҙолар, шунда аҙнанан ашыу ял иттеләр, хәл йыйҙылар, ләкин аҙыҡ наҡыҫланды. Йәйге кейем төндәрен йылытмай башланы. Балалар ҙа, үҙҙәре лә йонсонолар. Бында усаҡ яғып ҡына йылынып була, тик ураған һайын уны тоҡандырырға ҡурҡалар, төтөн еҫе әллә ҡайҙарға тарала бит. Эҙләүселәр булһа, төтөн еҫе аша тиҙ табыуҙары мөмкин. Кире эләгер өсөн ҡасманылар бит!

Дүртенсе көн тигәндә шәкерттәрҙең береһе тирә - йүндә эҙләнеп киләйем, тип киткәйне, эңергә ҡарай бер һыйыр етәкләп килде: ” Аҙашып, йөрөй ине, тотоп алдым, - тип аңлатты ул. Берәү ҙә бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Һөт,аҙыҡ наҡыҫ ваҡытта, һәммәһенә лә кәрәк. Тик һыйыр сираттағы бәлә башы булды, буғай. Тағы бер өс көндән баяғы һыйырҙы эҙләп килеп еттеләр. Эш былай булды: Батырша ике шәкерте менән ошо тирәлә, урман эсенә өй һалып йәшәп ятҡан, таныш урмансыға йәйәүләп барып әйләнергә булды. Иң беренсе мәсьәлә - аҙыҡ - түлек. Әгәр ошо урманда ҡышларға тура килһә, әҙ тигәндә лә ер аҫтына ике баҙ өй төҙөп инергә кәрәк буласаҡ. Тағы аҙыҡ - түлек һаҡлау өсөн баҙ кәрәк. Эш ҡоралдары юҡ: әҙ тигәндә лә ике - өс балта, көрәктәр, һәнәктәр кәрәгер.

Күп тә атлап өлгөрмәнеләр юл кинәт өҙөлдө лә ҡуйҙы, бөтә уй - фекер һәм пландар селпәрәмә килде. Яталҡынан сығып ике - өс саҡрым тирәһе барғас та ҡаптыр - ҡоптор итеп ҡыштырлаған тауыштар ишетелеп ҡалды. Абайлап ҡараһалар, ике тиҫтә тирәһе һыбайлыларҙың ашыҡмай ғына килеүҙәре күренде. Киң тулҡын булып теҙелеп, урманды юлһыҙ - ниһеҙ,туранан - тура тартып, һөҙөп киләләр былар.Уҡ - һаҙаҡтар менән ҡоралланғандар. Батырша Мөслимгә ҡуналҡаға йүгереп барып, ғаиләһен йәшерергә, ҡораллы шәкерттәрҙе бында ебәрергә ҡушты ла, үҙе, ни булһа ла булыр тип, Яхья менән юл уртаһына сығып баҫты. Көстәр нисбәте тигеҙ түгел, әлбиттә, шулайҙа уҡ - янды әҙерләп өндәшмәй торалар. Юлда арҡыры торған кешеләрҙе күреп, тегеләр ҙә ҡоралдарын төбәп, туҡтаны. Берәүһе татарса һүҙ башланы:

- Эй,мишәрҙәр! Һеҙҙең урманда ятыуығыҙҙы белһәк тә беҙ түрәләргә һеҙҙе һатманыҡ, ошоға тиклем бер ни өндәшмәнек, аҡсаға ҡыҙығып һеҙгә һөжүм ойошторманыҡ. Ә һеҙ, ҡотороп киттегеҙ, беҙҙең бер һыйыр менән атты урланығыҙ. Быға тиклем беҙҙең сирмештәр урманында мал юғалманы, сөнки берәү ҙә уға теймәне. Хәҙер һеҙҙе тотоп алып урыҫтарға тапшырыуҙан башҡа әмәл ҡалманы.

Батырша, был килеп тыуған хәлдән тереләй ҡотолоу юлдарын уйлап тора, килтереп сығара алмай. Уйҙар йәшен тиҙлегендә ялтлап үтеп тора - ыңғайы юҡ. Күренеп тора: һигеҙ кеше егермеләгән сирмешкә ҡаршы тора алмай бит инде! Әллә ҡасып ҡарарғамы ? Тотолһаң - үлем. Шулай ҙа ваҡытты һуҙырға тырышып ҡысҡырҙы:

- Һыйырығыҙҙы алығыҙ, ул иҫән - һау, беҙҙең тирәгә аҙашып килеп сыҡҡас, ваҡытлыса бикләп торҙоҡ. Ә атығыҙ беҙҙә юҡ.

- Әһә-ә ! Бурҙың кәләпүше яна, атты һуйып ашап бөткәнегеҙҙер инде, күмәк кеше ни ҡуя! Ҡана, кем менән һөйләшәм икән, ҡарайым әле.

- Яҡын килмәгеҙ, ата башлаясаҡбыҙ.

Сирмештәрҙең иҫе китмәне, күмәкләп тағы алға ҡуҙғалдылар.Был икәү ағас артына йәшенеп, берәр уҡ сойорғоттолар. Теге яҡтан да күпләп уҡтар оса башланы. Ҡасыуҙан башҡа сара ҡалманы. Ике мосафир йән тәслимгә урман эсенә йомолдолар. Арттан ҡысҡырышҡан, ат тояҡтары тупылдаған тауыштар ишетелде, уҡтар һыҙғырып осто. Батырша менән Яхья хәлдәре булғанса йүгерҙеләр ҙә йүгерҙеләр. Тауыштар алыҫлаша барҙы, тора бара бөтәһе лә тынды. Шунда ғына ял итеп алырға тип бер ағас төбөнә ауҙылар. Ғаиләһе өсөн йөрәге әрнеһә лә кире борола алмаясағын аңланы Батырша Яхьяға ҡарап - ҡарап ятты ла үҙ уйын әйтергә булды:

- Туғаным, Яхья! Әгәр теләһәң - минән айырылып ҡала алаһың, бер үпкәм дә юҡ һиңә. Минең барасаҡ юлдарым билдәһеҙлектән, ыҙа сигеүҙәрҙән торасаҡ. Мин һиңә тулы ирек бирәм, үҙ эштәрем өсөн үҙем генә яуап бирергә тейешмен. Иманым камил. Яхья аптырап китте:

- Ни һөйләһең ул, хәҙрәт! Мин, Аллам алдында: ниндәй генә ауырлыҡтар килһә лә, һинең менән аҙағына тиклем булырға, ташлап китмәҫкә, тип һүҙ биргәнмен. Яңғыҙ кеше бәлә - ҡазаға тиҙ осрай, бындай ваҡытта икәү бергә булыу мотлаҡ. Ни күрһәк тә - бергәләп күрербеҙ. Өмөтһөҙ шайтан, иншалла! Ауыр ваҡытта һине ташлап китеп Аллаһ алдында гонаһлы булып ҡалғым килмәй минең.

- Ярай,ярай, үпкәләп ҡуйма! Ауыртмаған яғыңа ят, тип әйтеүем инде. Мосафиргә юлдаш бик тә кәрәк инде ул. Ауырлыҡты бүлешһәң - ике тапҡыр еңеләйә, тиҙәр.Хаҡ һүҙҙәр. Беҙ ни, Алла бирһә, Ағиҙелгә етеп алып, аша сыҡһаҡ - тот ҡойроғоңдо!

Иллә - алла менән бер тәүлек тигәндә Ағиҙелгә килеп еттеләр. Яр тулы бәйләнгән кәмәләр. Хәҙер көҙ көнө, кәмә ҡулланыусылар күп түгел, берәйһе кәмә менән килеп сығып, арғы яҡҡа сығарыр әле, тип ышаныуы бик ҡыйын. Һыу ситтәре, боҙға әйләнеп, ағарып ята. Ултырып бер аҙ тын алдылар. Уйҙары берәү генә: ҡайһылай итеп кәмәләрҙең береһен ысҡындырып алырға, барыһы ла сынйырлы, уны өҙөрлөк ҡорамал юҡ. Әмәлгә ҡалғандай, береһе - арҡан менән бәйле икән. Бына шуны ҡырҡып өҙҙөләр ҙә, яр буйынан бер таҡта киҫәге табып, кәмәне һыуға төшөрҙөләр. Унда - бында ишкәкләп, ағып киттеләр. Ағиҙелде имен - аман йөҙөп сыҡҡанға ҡыуанып, йүгерә - атлай юлды дауам иттеләр. Ә эстә “ бүреләр олой. “ Теләйһеңме - юҡмы, кемгәлер инергә, тамаҡ һорарға тура килер, ахырыһы. Ләкин яҡын - тирәлә ауыл да, утар ҙа күренмәй. Китте ике мосафир артабан урман буйлап, күңелһеҙ уйҙар уйлап. Һуҡырҙың теләгәне ике күҙ, тигәндәй юлсыларҙа - ашап алыу ҡайғыһы. Аслыҡтан үлеп ятһаң - ояты ни тора!

Хоҙай Тәғәлә тағы ярҙамға килде, шикелле. Ҡараһалар: ҡарурман эсендәге бәләкәс генә бер аҡлан ситендә ҡәҙимге бер өй ултырмаһынмы! Ни булһа ла булһын - инергә булдылар. Абалап эт өргәнгә хужа килеп сыҡты һәм юлсыларҙы тыныс ҡына ҡаршы алып, өйгә саҡырҙы. Һорашып - нитеп торманы, сыуалына ут яға һалып, ниҙер бешерә, ҡайната башланы. Юлсыларҙың бик йонсоу, ауыр һәм оҙон юл үткәндәре күренеп тора. Өҫ - баштары йолҡоноп бөткән, ләкин юлбаҫарҙарға, йәки баҫҡынсыларға бер ҙә оҡшамағандар. Йылынып, кейем - һалымдарҙы киптереүгә аш та өлгөрҙө. Ҡайнар аш ашап, эҫе сәй эскәс тә мосафирҙар ултырған урында уҡ йоҡомһорай башланылар. Эңерҙе көтмәйенсә урын һалып бирергә тура килде тегеләргә.

Иртә менән тороп, тәһәрәт алып, иртәнге намаҙҙы уҡығандарын күреп хужа бөтөнләй тынысланды һәм үҙенең эстән генә уйлап йөрөгән уй - фекерҙәренең ысынбарлыҡ эргәһендә уралғанына инанды, шуға күрә иртәнге сәй эскәндә һүҙҙе үҙе башларға булды:

- Йәмәғәт! Минең исемем - Нурлығаян. Ауылда умартасы Нури, тип ҡыҫҡартып әйтергә өйрәнгәндәр. Яңыраҡ илле йәшем тулып үтте. Балаларым ауылда йәшәй, уларҙың үҙ ғаиләләре бар. Ҡатыным ауырып китеп вафат булғас, өйҙә толҡа таба алмай урманға өй һалып индем дә йәшәп ятам, бал ҡорттарын ҡарайым. Һеҙҙең исем - шәрифтәрегеҙ мине әллә ни ҡыҙыҡһындырмай. Һорауым икенсе төрлөрәк: һеҙҙең яҡтарҙа именлекме, тыныслыҡмы ? Халыҡ араһында теләһә - ниндәй хәбәрҙәр йөрөй. Әллә ысын, әллә буш, тигәндәй, унда - бында ҡуҙғышып яталар икән, тип ишеткәйнем.

Юлсыларға һүҙҙе туғарыуҙы аңлата ине был һорауҙар. Шуға күрә Батырша әңгәмәне ошо юҫыҡта дауам итмәйенсә булдыра алманы:

- Атайымдың аты - Миңлеғәле, минеке - Абдулла була. Яҡташым һәм юлдашым - Солтанғол. Исәт провинцияһынанбыҙ. Тураһын әйтәйем: беҙҙең тарафтарҙағы ырыуҙарҙа тыныслыҡ юҡ әле, ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнашалар.

- Бөрйәндәр, ғәйнәләр, тағы шул тирәләге тау башҡорттары болара тигән хәбәрҙәр бер - нисә тапҡыр ишетелеп ҡалғайны шул.

- Мин дә шул турала әйтмәксе булып ултырам. Шул болаларҙың сарпыуы арҡаһында был яҡтарға сығып киттек инде. Яҡташым Солтанғол менән халыҡ араһында үҙебеҙҙең муллалыҡ бурыстарыбыҙҙы үтәп йөрөйбеҙ. Болғаныш - фәләнгә бер генә лә ҡыҫылышыбыҙ юҡ. Шулай ҙа электән үс күргән сотник:” Һеҙ халыҡты ҡотортоп йөрөйһегеҙ, “ тип бәйләнә башланы. -“Башығыҙҙы төрмәлә серетәм,” тип янай баяғы. Буштан - юҡҡа кемдең төрмәлә ятҡыһы килһен, шау - шоу баҫылғанса Ағиҙел арьяғындағы ҡәүемдәрҙә булып киләйек, тип сығып киттек. Әммә беҙ уйлағандан да юлдарыбыҙ бормалыраҡ һәм оҙонораҡ булып сыҡты. Шул арҡала йолҡош хәленә ҡалып ултырабыҙ бына, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ.

- Муллаларбыҙ тигәсегеҙ һорайым әле: һеҙ ни Батырша хәҙрәтте яҡындан белгәнһегеҙҙер ул ? Хәҙер ҡайһы тарафтарҙа йөрөй икән ?

Был һорауға нисегерәк итеп яуап бирергә икән, тип өлкән юлсы уй - фекерен туплаған арала йәше әңгәмәгә инде:

- Әлбиттә, Батырша хәҙрәт беҙгә таныш. Беҙҙең яҡтарҙа уны белмәгән әҙәм юҡтыр. Хәҙерге ваҡытта хәҙрәтебеҙ бөрйәндәр яғында йөрөүе ихтимал, сөнки Урал арьяғында болғаныш әле лә дауам итә, тип ишеткәйнек. Хәйер, кемдең ҡайҙа йөрөгәнен ҡайҙан белеп бөтәһең инде!

- Ауыҙҙы бер асҡас әйтеп бөтөрәйем инде: яңыраҡ ауыл старшинаһы ярандары менән килеп киткәйне. Шикле әҙәмдәр йә ҡасҡын - фәләндәр күренһә - шунда уҡ беҙгә хәбәр ит, тиҙәр. Батыршаны эҙләйҙәр икән.

- Беҙ бөгөн үк ҡуҙғалырбыҙ, кем, Нурлығаян ағай, Алла бирһә. Һиңә оҙон - оҙаҡ һалыҡ һалмабыҙ, һыйығыҙ өсөн мең рәхмәт. Шөкөр, тын алдыҡ, һыйландыҡ, ял иттек. Юлсыға тағы ни кәрәк. - Өлкәне әйтте был һүҙҙәрҙе.

Хужа кеше тегеләрҙең йөрәгенә шик - шөбһә яғылыуын һиҙемләп тураһын ярып һалды :

- Урмандың да дүрт күҙе бар, тиҙәр, шуға ла урман буйлап ялпылдап йөрөмәү хәйерлелер. Һеҙҙе бынан берәү ҙә ҡыумай. Китергә ашыҡмағыҙ бер үк. Аҙыҡ - түлек етәрлек, уныһына ҡайғырырға түгел, кәрәк булһа - барыр ҙа алып килермен. Айҙар буйы әҙәм төҫө күрмәй, бал ҡорттары, эт менән генә һөйләшеп йөрөгән әҙәмгә һеҙ килгәс ғәйәт күңелле булып киткәйне бит әле. Һаҡланғанды ғына Хоҙай һаҡлармын, тигән. Бында берәү ҙә килеп тикшереп йөрөмәҫ тип уйлайым. Эш тә табылырға тора үҙегеҙгә: ҡыйыҡлы яңы умарта баҙы эшләй алмай интегәм. Ҡаҙа башланылған, бураһын да бурап ҡуйғанмын. Хатта, бик теләһәгеҙ, бында ҡышты бергәләп ҡышлау мөмкинлеге лә бар.

- Әгәр ҡапыл килеп баҫһалар - ҡайһылай итәбеҙ ? - Һорауҙы өлкән мосафир бирҙе.

- Тышта торған эт бик уяу, һәр килгән йән эйәһенә үҙенсәлекле итеп абалай. Бик кәрәк булһа - ошо өйҙөң умарта баҙына төшөп йәшенергә була. Артҡы өлөшөндә ҡорамалдар һалыр өсөн бер өңөш ҡаҙғайным. Унда ике кеше буйтым һыя, ә инер ауыҙын умарта менән ҡаплаһаң - бер ни һиҙелмәй.

Юлсылар бында ҡалырға еңел генә ризалаштылар, аҙна буйы тик ятманылар, әлбиттә. Һаҡ ҡына йөрөп утын әҙерләнеләр, яңы умарта баҙы ҡаҙып, ҡыйыҡлап ҡуйҙылар. Этте кеше инер һуҡмаҡҡа артабаныраҡ шылдырып бәйләнеләр.

Ҡыш, һәр ваҡыттағыса, тиҙ генә килде лә етте. Бер көнө төштән һуң ҡырпаҡлап ҡар яуа башланы, бер - ике сәғәт эсендә аҡлан ап - аҡ юрғанға төрөндө, йомшаҡ ҡар, ел өрөштөрөп ебәргәндә, туҙғып китә, уйнай, шаяра. Ҡарурман яҡтырып киткәндәй тойолдо. Эйе, йылы өйө, аҙығы, ҡышҡы кейеме, утын - бесәне булған әҙәм балаһына ҡыш ҡурҡыныс түгел. Ә бына ҡайҙа барып һуҡлығырға белмәй йөрөгән бисараларға ни эшләргә ?

Ошо төндө Батырша ниңәлер йоҡлай алмай сыҡты. Бер ҡараһаң, хәүеф - хәтәр юҡ һымыҡ, әммә ләкин күңел тыныс түгел, ниндәйҙер бәлә килер һымыҡ тойолоп тик тора. Күңел шиген торғас та Яхьяға еткерҙе, “ артабан юлды дауам итәйекме әллә, -“тип һораны. Тегенеһе ни риза, тик бер - ике көн ял итеп, шунан ҡуҙғалыу яҡшы булыр ине, тине. Батырша, ҡаршы түгеллеген аңғартып, башын һелкте.

Иртәнге сәйҙе эсергә генә ултырғайнылар эт туҡтамай, яман итеп абалай башланы. Бөтәһе лә тәҙрәгә ҡапландылар. Унда өс һыбайлы төҫмөрләнде.

- Йәмәғәт! Баҙға! Кейемдәрегеҙҙе ҡуша алығыҙ! Сәй табынын үҙем йыйыштырырмын!

Нурлығаян ике сынаяҡты тиҙ генә сыуал артына тыҡты ла йүгереп барып тегеләр асып төшкән баҙ ҡапҡасын япты һәм юл ыңғайы ашьяулыҡтың дүрт мөйөшөн әйләндереп уртаға ҡарай һалып ҡапланы ла ишеккә ҡарай ашыҡты. Асырға тип ынтылыуы булды тыштағылар үҙҙәре үк асып бер - бер артлы килеп тә инделәр.Ҡаршыһына ауыл сотнигы менән ике яраны пәйҙә булды. Өсөһөн дә таныны өй хужаһы.

- Нишләп этеңде кеше йөрөр юлға бәйләп ҡуйғанһың, башҡа ер бөткәнме әллә ? Айыуҙы ҡаршы аламы ни, туҡтамай абалай ҙа абалай. Әллә беҙҙең һүҙҙе тыңламай ҡасҡындарҙы йәшереп ятаһыңмы ? Ну - ка, әйт! Хәҙер барыбер тентейәсәкбеҙ.

- Мырҙағали ҡусты, һин булһаң аҡыра ла - баҡыра башлайһың. Кеше өйөнә керер алдынан иң тәүҙә ишекте шаҡы, рөхсәт алғас ҡына ин дә һаулыҡ һораш! Ата-олаталарыбыҙҙан килгән мосолман ҡанундарын нишләп һанға һуҡмайһың ?

- Ярай, ҡартлас, тәрбиәләмәй тор әле беҙҙе, хөкүмәт йомошо менән йөрөп ятабыҙ. Ас баҙыңды! Бәлки, умарта урынына ҡараҡтарҙы йәшереп һалғанһыңдыр!

Наши рекомендации