Тарауыл яланы - ете ырыуҙың йыйын урыны

Һижрәнең 964 йылының ( 1557 ) әүүәл ( июль )айы башланып китте. Ошо айҙың ун бишенсе көнөндә бөрйәндәр еренең Тарауыл яланында ете ырыу вәкилдәре йыйын үткәрергә һүҙ беркеттеләр. Шунда уҡ байрам тантанаһы ла буласаҡ. Был саралар башҡорт ырыуҙарының Рәсәйгә ҡушылыу ғәмәленә арнала. Йыйын буласаҡ урынды тәртипкә килтереү һәм әҙерләү бөрйәндәр елкәһенә төштө, әлбиттә. Ҡороған ағастарҙы ситкә сығарып өйҙөләр, уларҙы быстылар, ярҙылар һәм усаҡ яғыу өсөн әҙерләп һалдылар. Һәр ырыуҙың тирмә урындарын билдәләнеләр. Яландың ҡап уртаһынаетеырыубағанаһы ултырттылар.Ҡолғаға менеү, көрәш, йүгереш урындарын бүлеп сыҡтылар, ат сабыштырыу майҙанын билдәләнеләр һәм әҙерләнеләр.

Майҙан уртаһына һүҙ, йыр - бейеү, әйтеш атҡарыу өсөн, ҡобайырсылар һәм ҡурайсылар сығышына тип, ерҙе күтәреп, сәхнәгә оҡшаған майҙансыҡ әҙерләнеләр.Һәрырыуҙыңаттарыөсөн айырым яландар бүленде. Алыҫыраҡ мөйөштә мал һуя торған урын билдәләнде. Һуңғы эштәрҙе тамамлауға Иҫкебей, ҡайныһы Байғужа мулланы үҙе менән бергә алып, килеп етте. Үҙҙәренә бер тай эйәрткәндәр. Өс тиҫтә кеше яланды рәткә килтереү эшендә алһыҙ - ялһыҙ эшләп, ҙур эш башҡарыуҙары хөрмәтенә килтерелгән тайҙы салдылар. Иттең бер өлөшөн ҡаҙандарға һалдылар, икенсе өлөшөн итләй, күстәнәс итеп алып ҡайтырға тип, һәр кемгә бүлеп тараттылар.

Байғужамулла, ит бешеп сыҡҡансы, халыҡты йыйып, “Сүрәи әл - Фатиха”нан башлап, төрлө доғаларҙы уҡыны, вәғәз әйтте:

“Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт әйткән: “Эй, ҡәрҙәштәребеҙ! Гонаһлы эштәрҙән тәүбә ҡылығыҙ! Әҙәмдәрҙең икешәр фәрештәһе бар: береһе - уң яҡ яурынында, икесеһе - һул яҡта. Уң яҡтағы фәрештә ҡылған яҡшылыҡтарҙы ғына яҙыр, һул яғындағыһы - тик яманлыҡтарҙы яҙыр. Уң яҡтағыһы һул яҡтағыһына әйтер: ,, Сабыр ит! Яҙмай тор! Ете сәғәт көтәйек, бәлки, тәүбә итер”.

Йәштәр! Фани донъяла сағығыҙҙа, әжәл фәрештәһе яғанан тотмаҫ борон, яҡшылыҡтар ҡылығыҙ! Тәүбә итеп, гонаһтарҙан арынығыҙ!

Һәр бер әҙәм эш әүәлендә: “Бисмилләһир-рахманир-рахим”, - тиһен. Эшенән бушағас, “Әлхәмдуллиллаһи” тиһен. Әллә һорауығыҙ бармы?

- Олатай! Урыҫ телендә һөйләшеп йөрөгәндәр мосолман була аламы, - тип һораны алдараҡ ултырған егет.

- Яуап бирәм. Ислам дине бер - ике генә милләттең дине түгел, - тип һүҙен дауам итте мулла, - Аллаһты бар тип белгән һәр кем, милләтенә, ырыуына, тәненең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, мосолман була ала. Әҙәмдең ниндәй телдә һөйләшеүе лә мосолманлыҡҡа кәртә була алмай. Ислам - боронғораҡ диндәрҙең иң яҡшы һыҙаттарын алған иң дөрөҫ дин, тип әйтеүселәр бар. Был дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. Ҡайһы берәүҙәр уны Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм уйлап сығарған, тиҙәр. Юҡ, ул уйлап сығармаған. Ислам - Аллаһ тәғлимәте, ә Мөхәммәт пәйғәмбәр Аллаһ тарафынан кешеләргә дин ғәмәлдәрен өйрәтергә тип ебәрелгән илсеһе генә, сөнки халыҡты мәжүсилектән айырырға кәрәк булған.

- Ислам менән мәжүсилек араһында айырма бармы?

- Бар. Бигерәк тә ерләү йолаһын башҡарғанда. Боронғо башҡорттар, беҙҙең кеүек үк, теге донъяның булыуын белгәндәр. Ҡәберстанда мәрхүм үҙенең туғандары араһында йәшәй, ерҙәге кәсебе менән шөғөлләнә, тип иҫәпләгәндәр улар. Шуға күрә мәрхүмде хәрби ҡорал, эш ҡорамалдары, һауыт- һаба, хатта аҙыҡ - түлек менән ҡуша ерләгәндәр. Хатта, теге донъяла йәйәү йөрөмәһен өсөн, меңге атын ла үлтереп бергә һалғандар. Теге донъяның ожмахы бар, тамуғы бар, әммә икеһенең береһенә тән түгел, йән бара. Тамуҡты барығыҙ ҙа беләһегеҙ! Унда эләкһәң - янаһың. Ә бына кемгә ожмах вәғәҙә ителә, йә, Яхъя әйт әле беҙгә? - тип мулла бая һорау биргән егеткә төбәлде

- Тәртип боҙмаҫҡа кәрәк, намаҙ уҡыуҙы онотмаҫҡа!

- Әйтә торғаның бөттө ләме ни? Шул ғынамы белгәнең?

- Эйе, мулла абзый.

- Һин, Яхъя улым, намаҙлыҡҡа бөтөнләй баҫҡаның юҡ, тәртибең дә самалы, тимәк һине тамуҡ көтә. Шуны иҫеңдән сығарма! Йә, ярай, вәғәзде артабан дауам итәйек: Аллаһ әҙәм балаларын юҡтан бар иткән. Тәү атабыҙ Әҙәм булған, беҙ һәммәбеҙ ҙә уның балалары. Бына шул Әҙәм балаларының йәшәү рәүешен тәртипкә һәм юлға һалыу өсөн, Аллаһ “Ҡөръән Кәримде” күндергән. Был изге китапта Аллаһы Тәғәлә үҙенең бәндәләренә нимәнән тыйылырға икәнен аныҡ итеп әйткән. Аллаһтың “үтә” тигәнен - үтәгән, “тыйыл” тигәндә - тыйылғанғандарға ғына ожмах була. Аллаһ Әҙәм менән Һаууаны тәүҙән үк ожмахҡа урынлаштырған, тыйыла белмәгәнгә уларҙы унан һөрөп сығарып, ергә йүнәлткән. Әҙәм балалары, ишәйә барып, Раббыларын онотҡан, аҙашҡан. Раббыларын бутап, төрлө әйберҙәргә табына башлағандар. Щулай итеп халыҡ мәжүсилеккә юлыҡҡан. Шул аҙашыуҙан ҡотҡарыу маҡсатында Хаҡ Тәғәлә кешеләргә пәйғәмбәрҙәр ебәргән. Фәҡәт һуңғы пәйғәмбәр Мөхәммәд, ғәләйһис-сәләм, генә хаҡ динде кешеләргә еткерергә өлгәшкән. Ошо дин буйынса ғәмәл иткән һәр кем ожмахҡа лайыҡ.

Бынан тыш, йорт, ғаилә, ил һаҡлап вафат булыусылар, бала тапҡанда үлеүселәр туранан - тура ожмахҡа күндереләсәк, иншаллаһ.

- Ағай - эне! Ит беште, ултырышығыҙ, -тип ҡысҡырҙы ҡаҙансы егет, - йәһәт булығыҙ! Тик бишбармаҡ һалмаһыҙ булды, үпкәләмәҫһегеҙ!

Ултырыштылар. Ит ашап, һурпа эсеп, бейҙең килтергән ҡымыҙына күстеләр. Ҡурай моңон тыңлап ултырҙылар, бейешеп алдылар. Берәү йыр башланы:

Бөрйәндән - Иҫкебей, Үҫәргәндән - Бикбаү,

Ҡыпсаҡтан - Мишәүле, Тамъяндан - Шаҡман.

Аҡ батшаны күреп, килешеүҙәр төҙөп,

Ҡултамға ҡуйырға Мәскәүгә барған.

- Өр - яңы йыр бит был, - тип шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе Иҫкебей, - йырсыға рәхмәт. Афарин! Икенсенән, хуш итәйек, ағай - эне, ҡайтырға ваҡыт етте түгелме?

Бөтәһе лә дәррәү йыйынып ҡайтырға сыҡтылар.

Эңер төштө. Зәңгәр күк йөҙөндә берә - һәрәм йондоҙҙар баҙыҡ ҡына булып күренештергеләй башланы.

Бөгөн иртәрәк ятырға уйланы Иҫкебей. Көн буйы йөрөп арыу ҙа һуҡҡандыр. Тирмәне ҡымтып япты. Әҙер урынға, ҡатыны эргәһенә барып ятты, ләкин нишләптер йоҡо алманы уны. Үткән ваҡиғаларҙы барлап, оҙаҡ ҡына уйланы ятты.

Ә тәбиғәттә тормош үҙенсә бара. Бей тылап ята: ҡайҙалыр үхылдаған, ҡайһы саҡ һыҙғырған, сыйылдаған, ҡаңҡылдаған тауыштар ишетелеп ҡуя. Ниндәйҙер ҡош үҙ моңон даръяға түкте, икенсеһе уға яуап бирҙе. Уларҙы икенселәр алмаштырҙы.

Урман концерты! Ниндәй яғымлы моңдар ағыла!

Бына концерт эстафетаһы һандуғусҡа күсте һәм ул бөтмәҫ - төкәнмәҫ, теләһә - ниндәй ноталарға һыймаҫ көйҙәрен һайрай башланы. Уны тыңлар өсөн, башҡа ҡоштар берәм - һәрәм тынып бөттөләр.

Һандуғас моңонда тыуған яғыбыҙҙың хозурлығы, халҡыбыҙҙың аһ-зары, йәшел урман, һары яландар төҫө, кешеләрҙең бәхеткә ынтылышы, мәңглек мөхәббәт сағылды.

“Ҡара әле, их, матур һайрай бит, - тип үҙ алдына һөйләнеп алды бөрйәндәр бейе. - Ниндәй гүзәл ҡош был! Буйы турғайҙыҡындай ҙа түгел, ә ниндәй көй - моңдар сығара.

Барыбер беҙ бәхетлеләр рәтендә. Шәхси байлыҡ өсөн түгел, халҡыбыҙ өсөн тырыштыҡ. Киләсәк быуындар, моғайын, беҙҙең эшебеҙ өсөн әрләмәҫтәр әле, бәлки, киреһенсә маҡтарҙар, дөрөҫ эшләгәндәр, тип әйтерҙәр. Бәлки, беҙҙең турала китаптарға яҙырҙар, кем белә? Бәлки, Баймаҡ еренең үҙ яҙыусылары ла булыр! Эйе, халҡыбыҙҙың тыныс тормошо өсөн тырыштыҡ. Ырыуға-ырыу ҡаршы килеп һуғышып йәшәүҙән кемгә файҙ? Бары зыян ғына! Тик бына был көндәрҙе атайым күрмәне инде”, - тип, күңеле йомшарыуҙан, һулҡылдап иланы ла ебәрҙе ул. Тыйыла алмай ҙа ҡуя. Ҡатыны Илсебикә уянды, аптырап китте:

- Аһ-аһ, ни булды тағы? Яман төш күрҙеңме әллә? Нищләп мышнап ятаһың бында? Ғүмерҙә ҡыланмағаныңды, - тип ҡалҡынды ул.

- Атайым иҫкә төштө, ике улымды ла уйлайым. Тере булһалар - ер емереп йөрөрҙәр ине. Ҡатынының да күҙҙәре еүешләнде, ирен тынысландырҙы:

- Иҫкә төшә инде ул! Ҡайһылай итәһең? Бер - ни ҙә ҡылып булмай! Улдарымды һағынып, мин дә көнөнә биш - алты тапҡыр илап ала торғайным, әле баҫылдым. Яҙмыштан - уҙмыш юҡ, кем тыуа - шул үлә, йәшәйештең ҡанундары шулай. Киләһе йомала әрүәхтәребеҙгә аят уҡытып, хәйер биреребеҙ, Алла бирһә!

- Шулай итербеҙ, әлбиттә. - Илсебикә бер килке ваҡыт өндәшмәй ятты. Уйындағын әйтеп ҡуйырға булды. - Иҫкебей!

- Әү!

- Йоҡламағаның икән дә. Тыңла әле: мин ауырлы бит, әллә игеҙәк инде ?

- Шуламы ни ? Бик шәп, бик һәйбәт. Тимәк һин ҡартайып өлгөрмәгәнһең икән әле. Булһын балалар, тыуһын, барыһы ла хоҙай ҡушҡанға эшләнә. Игеҙәк булһа - насармы ни ? Ярлы йәшәмәйбеҙ, кеше итербеҙ әле. Был хәлде белгәс, Хоҙайҙан малай һорап ялбарасаҡмын. Ҡыҙ булһа ла шатланып ҡабул итәсәкмен, сөнки һәр кем үҙ бәхете, үҙ ризығы менән тыуа.

Бейҙең күңеленә еңеллек килгәндәй булды. Илсебикәнең һүҙҙәре йөрәкте тынысландырҙы. Эйе, әрүәхтәрҙе оноторға ярамай, хәйер биреп тороу фарыз. Икенсе яҡтан тыуым да барырға тейеш, шулай булһа ғына башҡорт халҡы тағы бер-нисә тиҫтә мең йыл йәшәп, миссияһын үтәп ҡуйыр...

Иҫкебей үҙе лә һиҙмәҫтән әүен баҙарына китте.

Ә һандуғус, тирмә эргәһендәге бейек ағасҡа ҡунып, һайраны ла - һайраны.

Ҡояштың алтын нурҙары һыҙыла башлаған мәлдә моңло ҡош һайрауынан туҡтаны. Тәбиғәттә иртәнге тынлыҡ урынлашты.

Халыҡ байрамына әҙерләнеү ҡыҙыу барҙы. Һәр ырыу, һәр йәйләү, һәр ғаилә күпләп ҡымыҙ, айран әҙерләне, әсе ҡатыҡ йыйҙы, ҡорот ҡаҡланы, ҡаймаҡ - май йыйҙы, эремсек, талҡан әҙерләне. Бишбармаҡ өсөн күпләп һалмалар ҡырҡып әҙерләне. Көрәйтеү маҡсатында йылҡы малы, һарыҡтар ашатыуға ҡуйылды. Көрәшселәрҙе һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнашҡандарҙы бүләкләү өсөн һәр ырыу берәр тай алып килергә һөйләшелгән. Көн дә берәр йылҡы малы, тиҫтәләгән һарыҡ ҡаҙандарға барып ятасаҡ. Бик күп һауыт - һаба, тиҫтәләгән ҡаҙан, көрәгә, сеүәтә, көбө кәрәк буласаҡ. Тағы эйәр-өпсөндө барлап, ярыша торған аттарҙы тәрбиәләү кәрәк. Кырандастарҙы рәтләп, тәгәрмәстәрен тарттырып, майлап әҙерләп ултыртыртыу зарур.

Йомадил айының ун бишенсе көнө башланды.

Тантананың беренсе көнөндә ниндәй эштәр тора һуң ? Эштәр сылбыры түбәндәгенән ғибәрәт.

Беренсе көн тәртибе:

- ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү, уларҙы урынлаштырыу, рус илселәрен ырыуҙарға бүлеп биреү; йыйынды асыу; балалар өсөн ярыштар;

- тантананы үткәреү тәртибен тағы бер ҡат ҡарап сығыу;

- төнгә ҡарай ялан әйләнәһенә ҡарауыл ҡуйыу;

- тантананы алмашлап алып барыусылар һәм уларҙың вариҫтарын тәғәйенләү;

- һәр ярыш буйынса баһалау төркөмдәре тәғәйенләү;

Икенсе көн тәртибе:

- йыйынды тантаналы асыу;

- тирмәләрҙе ҡарап сығыу, иң һәйбәт тирмәне билдәләү;

- көндөң икенсе яртыһында йәштәр өсөн ярыштар, уйындар ойоштороү: ҡолғаға менеү, күҙ бәйләп көршәк һуғыу;

Өсөнсө көн тәртибе:

- йыр, бейеү, ҡобайыр, ҡурай, ҡумыҙ, әйтеш буйынса ярыштар ойоштороу, баһа биреү, еңеүселәрҙе билдәләү;

Дүртенсе көн:

- көрәш һәм сәпкә атыш көнө итеп иғлан итеү. Еңеүселәрҙе билдәләү, бүләкләү;

- төштән һуң сәпкә уҡтан атыш. Ырыу мәргәндәрен билдәләү, йомғаҡлау;

Бишенсе көн:

- аттар ярышы, аттан тартып төшөрөү буйынса көрәш көрәш;

- төштән һуң ыласындар ярышы.

Алтынсы көн:

- йомғаҡлау көнө, иң оҫталарҙы бүләкләү.

Етенсе көн:

- дөйөм халыҡ ҡоролтайы:

а) Мәскәүгә барғандарҙың сығыштары;

б) тантананы дөйөм йомғаҡлау;

Былары һәммәһе таныш мәшәҡәттәр. Таныш булмаған бер мәшәҡәт өҫтәлде, шул бер аҙ һағайта. Байрамға рус иленән илселәр килергә тейеш. Нисә кеше килере билдәһеҙ әле. Русса белгән еше һирәк, һөйләшеп, аңлашып ултырыу ҡыйыныраҡ булыр микән ? Рәсәйгә ҡушылғас, улар менән ҡатнашып йәшәмәйенсә булмай бит инде.

Түҙемһеҙләнеп көткән байрам көнө килеп етте. Мәсемтау артынан сыҡҡан ҡояш үҙенең нурҙарын күккә сөйөп торҙо ла, яй ғына күтәрелә барып, ағас баштарын нуры менән иркәләне.

Йәйҙең иң матур мәле. Урман - тауҙар күк үләндәргә, төрлө матур сәскәләргә күмелгән. Ҡыҙарып еләк бешкән саҡ.

Тарауыл яланы, төрлө сәсәкәләргә күмелеп, күҙҙең яуын алып тора. Муйыл еҫе бөтә яланды солғап алған. Ҡоштарҙың һайрауы араһында һаҡаулана башлаған кәкүктең ,, күкелдәүе “ ишетелеп ҡала.

Быға тиклем тын ғына ятҡан Тарауыл яланы шау - шоу, кешеләрҙең һөйләшкән, ат кешнәгән, эт өргән, арба тыптырлаған тауыштарға күмелде. Бында, беренсе булып, бөрйәндәр килеп төштө. Улар ҡабул итә бөгөн ҡунаҡтарҙы!

Тирмәләр ҡороу, утын ташыу, тағандар ҡатыу, алып килгән әйерҙәрҙе күсереү башланды. Таҡыя кейгән йәшерәк ир - ат, көмөш тәңкәләрен сылтыратып, йүгереп йөрөгән ҡыҙҙар, йәш елкенсәк, ялан аяҡ малайҙар, яулыҡтарын һуҙып ябынған өлкән апайҙар - һәммәһе эшкә тотоноп китте. Бөгөнгө байрамда ярлы-бай, хеҙмәтсе -хужа юҡ, һәммәһе лә - тигеҙ, барыһына ла эш мәшәҡәттәре етерлек.

Икенсе тулҡын булып Казандан Рәсәй дәүләте вәкилдәре килеп төштө. Ғәжәбе шул: кенәз Шуйский ебәргән тиҫтәләгән вәкилдәре араһында икәүһе генә урыҫ милләтенән булып сыҡты. Ҡалғандары - Казан татарҙары, крәшендәр. Башҡорттар халҡы татарҙарҙың нишләп крәшен булып китеүҙәрен тулыһынса аңлай, шуға күрә уларға ҡырын күҙ менән ҡарамай: күкрәгеңә һөңгө терәп торғанда - суҡынмайса ҡайҙа бараһың инде ? Тик үлемгә генә.

Шуныһы тағы ғәжәп: бында, башҡорттар араһында, крәшиндәр суҡынып маташманылар, күрешеп сыҡҡандан һуң, мосолмандар ыңғайына “Аллаһу әкбәр” тип, биттәрен һыйпанылар. Ике урыҫ та шулай ҡыланды.

Аттары шәп, кейемдәре затлы Казандыҡыларҙың: алтын уҡалы камзолдар, итектәре - сафьяндан, ҡәмәрҙәре бихисап алтын, яҡут, көмөш һәм башҡа аҫыл таштарҙан тора.

Шул арала Тамъян, Ҡыпсаҡ, Үҫергән ырыуҙары вәкилдәре бер - бер артлы килеп еттеләр. улар артынса түңгәүерҙәр күренде.

Ырыу йыйынын башларға ваҡыт етте. Бөтәһен дә ете ырыу бағанаһы эргәһенә саҡырҙылар.

Төрлө тарафтарҙан йыйылған халыҡ: дәрәжәле ҡунаҡтар, байбисәләр, ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға, егет-елпе, ир-ат, бейҙәр, Казан мырҙалары ырыуҙар бағанаһы төбөнә йыйылып бөттө. Тынлыҡ урынлашты. Шул ваҡыт һорнайсылар һорнайҙарын ҡысҡыртып, йыйылыш башланыуы тураһында сигнал бирҙеләр.

Тантаналы йыйынды асыу хоҡуғы Иҫкебейгә бирелде. Ул иғтибар менән халыҡ тулҡынына ҡарап алды ла, алғараҡ сығып, һүҙ башланы:

- Йәмәғәт! Хөрмәтле ҡунаҡтар! Килергә тейеш ҡунаҡтар килеп бөттө. Йыйынды асабыҙмы? Юҡмы ? Ниндәй тәҡдим булыр?

- Асырға кәрәк! Асырға!

- Асырға, тигән тәҡдимгә ҡушылғандар ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ! Төшөрөгөҙ! Ҡаршылар юҡ. Шулай итеп, йыйынды асыҡ тип иғлан итәм. Әйтер һүҙем бар. Тыңлағыҙ!

Йәмәғәт!

Барығыҙ ҙа ишетеп беләһегеҙ: беҙ, йәғни башҡорт бейҙәре, абруйлы ырыуҙаштарыбыҙҙы алып, тәүҙә Казанға, кенәз Шуйский менән осрашып, Рәсәйгә ҡушылыу шарттарын һөйләшеп, килешеү төҙөп, уны алып ҡайттыҡ. Шунан Мәскәүгә барып, аҡ батша менән осрашып, килешеү шарттары күрһәтелгән, ике яҡтан да ҡултамғалар менән нығытылған ярлыҡ алып ҡайттыҡ. Ҡайтыр юлда уҡ һөйләшеп, килешеп килдек: шул ваҡиға айҡанлы халыҡ йыйыны үткәрергә! Ниһәйәт, был көн килеп етте. Барығыҙҙы ла ошо байрам менән ҡотлайым!

Йыйынды үткәреү тәртибе бейҙәрегеҙ ҡулына яҙып тотторолдо. Тик шуны ғына аңғартам: бөтә урын да ла тәртип булһын, балаларығыҙҙы айырыуса ҡарағыҙ: аҙып - туҙып яландан ситтә йөрөмәһен, эт-ҡошҡа эләгеүе бар. Аттарығыҙ ҡарауылһыҙ ҡалмаһын!

Ә хәҙер доға уҡып, фатиха бирһен өсөн, һүҙҙе Өмөтҡужа уғлы Байғужа абыҙға бирәйек!

Мулла абыҙ көр генә тауыш менән бер - нисә ҡыҫҡа аяттарҙы уҡып сыҡты, байрамға фатиха бирҙе һәм вәғәз әйтеүгә күсте:

- Мөхтәрәм мосолмандар! Дәрәжәле ҡунаҡтар! Яҡында ғына ятҡан көслө дәүләткә ҡушылып - дөрөҫ эш ҡылдыҡ, тәҡсир.

Туҙан бөртөгө тиклем генә булһа ла игелек эшләгән кеше шул эштең изгелеген күрер. Аҡ батша менән осрашып ҡайтҡан бейҙәребеҙҙең игелеге - һанап бөтә алмаҫлыҡ ҙур. Беҙ хәҙер Урыҫстан менән бер ил, бер дәүләт булып киттек , шуға күрә бер - беребеҙгә терәк булып йәшәргә кәрәк, тәҡсир. Динебеҙ төрлө, Аллабыҙ - берәү. Иисус пәйғәмбәр Ҡөръән Кәримгә Муса исеме менән индерелгән. Бөтә диндәрҙең тамыры бер: изгелек ҡыл, инсафлы бул! Шунда ғына ике донъяла ла абруйың булыр.

Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын! Матур үтһен!

Өсөнсө булып Ҡазан вәкилдәрен етәкләүсе, шул ҡаланың приказ дьягы Архип Ефсеев сығыш яһаны, Казан мырҙаһы Валентин Татаринов тәржемә итеп барҙы: “Иван Василич хәзрәтлары кенәз Шуйский үә Архип Иванович Йәфсиев безләр аша сезләргә, башҡырт жамәғәтләренә күптән-күп сәләмдәр ҡундырмыш. Мәзкүр ете бийлар Казан шәһәренә баруб, анан Мәскәүгә баруб, олуғ батшамызға мәғлүм булдылар. Сезләрдән ясак түләб тору талабын онутмау фарыздыр. Шошулай булғанда олуғ батшамыз сезләрне ярлыҡар”.

Артабан ырыу бейҙәре сығыш яһаны, тәбрикләне.

Тәбрикләүҙәр бөтөүгә балалар өсөн уйындар башланды. Бер яҡта бәләкәй малайҙар сыбыҡ - атта ярыша, икенсе яҡта ҡолғаға менергә тырышалар. Ә ырыуҙар бағанаһы эргәһендә үҫмерҙәрҙең көрәше башланып китте. Ҡыҙҙар еләк йыйыү буйынса ярыш ойошторҙолар.

Өсөнсө көндө йырсылар, ҡобайырсылар, ҡумыҙсылар, ҡурайсылар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Тамъяндарҙан бер егет төрлө ҡош булып һайрап күрһәтте. Ҡыпсаҡ ҡыҙҙарының “Ҡыпсаҡ йәштәре” исемле бейеүе шәп килеп сыҡты. Бейеүселәргә һәм Тамъян егетенә бүләктәр тотторҙолар.

Ҡыҙҙар ҡыуанышып үҙ тирмәләренә юл тоттолар һәм малайҙар йыйылышып ҡатып ҡарап торған урынға күҙ һалдылар ҙа бында ниндәй ҡыҙыҡ бар икән, тип шул яҡҡа боролдолар. Унда, аҡ тирмә алдында, бер-нисә ир-ат күренә. Бер татар-крәшин һап-һары түңәрәк бер әйберҙе ике ҡолағынан тотоп алған да йөрөп ята. Шул әйберҙе бирерәк, тирмә алдына килтереп ултыртты ла, ҡапҡасын асып һыу һалды, япты. Саҡма таш менән ут сығарып туҙ яндырҙы һәм һары һауыттың торбаһына тыҡты ла артынса сыбыҡ - сабыҡ һалды. Баяғы һары һауыт төтәй башланы, геүелдәп алып китте. Берәү түҙмәй татарҙан һораны:

- Был нимә ул?

- Самовар. Сәй эсер өсөн һыу ҡайната торған әйбер.

- Самауыр, самауыр, ҡайһылай ҡыҙыҡ! Яҡын барып ҡарарға буламы?

- Була. Ҡарағыҙ!

Яҡынлап йөрөп ҡаранылар. Тағы һорауҙар бирҙеләр:

- Бындай самауырҙы ҡайҙа эшләйҙәр ? Хаҡы нисек ?

- Тула исемле шәһәрҙә эшләйҙәр. Хаҡы ошолай: бер һыйырға - ике самовар килә, ә һәйбәт атҡа дүрт самовар алмаштырып алырға була. Ә һеҙ нисек сәй ҡайнатаһығыҙ ?

- Сәйҙе бәләкәй ҡаҙанда ҡайнатабыҙ. Ҙур ҡаҙанға ит һалып бешерәбеҙ, суйын -бутҡа бешереүгә уңайлы.

- Әгәр беҙҙең сауҙәгәрҙәр самоварҙар килтерһә - алаһығыҙмы?

- Алабыҙ, алмай ни, шәп әйбер икән, - тип ир - ат шаулашты, - килтерегеҙ, алмаштырып алыуға беҙҙә аттар етәрлек.

- О-һо, аттар етәрлек, тиһегеҙме ? Самоварҙар менән килербеҙ, шәп аттарығыҙҙы әҙерләп ҡуйығыҙ! Рус дәүләтенә күп аттар кәрәк. Һуғышта аттарһыҙ булмай. Беҙҙең олуғ батшабыҙ Ливонияны баҫып алыу өсөн һуғышҡа әҙерләнеп йөрөгән сағы.

Халыҡты ете ырыу бағанаһы яғына саҡырҙылар. Унда оҙон көй буйынса йыр бәйгеһе башланып тора. Юрматыларҙың йырсыһы ,, Иҫке Урал ”ды йырланы, ҡыпсаҡтарҙан берәү “Ете ырыу” тигән яңы йыр менән сығыш яһаны. Һәр ырыуҙан иң яҡшыларҙан һаналған йырсылар йырлап төштөләр. Баһалама төркөмө үҙ билдәләрен ҡуйып, һәр йырсыны тыңлап ултырҙы.

Бына сәхнәгә бөрйәндәрҙән иллеләгән ҡурайсы сығып баҫты. Быға тиклем берәү ҙә ишетмәгән әһәңле көй башланды. Бөтә майҙан, тыңлар өсөн, тынып ҡалды, ултырғандар аяғүрә баҫып тыңлай башланылар. Көй, һағышҡа һалып, күңелдәргә юл алып, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ моң булып таралды.

Өр-яңы елән кейгән, Мәскәүҙән алтын ҡалаҡ алып ҡайтҡан Ҡоломбәт, яй ғына атлап, сәхнәгә килеп сыҡты һәм күкрәген кирә биреп, башын артҡараҡ ташлап, баяғы көйгә ҡушылып, “һыҙыраһынан” йырлап алып китте:

Күгәреп тә ятҡан Урал тауы

Ата - олатайҙарҙың төйәге.

Ерен - һыуын һаҡлап ҡорбан булған

Шунда ята батырҙар һөйәге.

Йырҙы йотлоғоп тыңланылар, сөнки ул халыҡтың үткән юлын барлай ине. Кемдер яуҙа һәләк булған аталарын, ағаларын, ҡустыларын иҫкә төшөргәндер, кемдер ҡоллоҡҡа һатылған туғандары тураһында уйлағандыр, нисек кенә булмаһын бер - нисә ҡатын-ҡыҙ тауыш - тынһыҙ ғына “балауыҙ” һыға башланы.

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып,

Уҡ - һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.

Аямаған йәнен, түккән ҡанын

Һис бирмәгән башҡорт Уралым.

Йыр тамамланды.Тынлыҡ. Кемдер түҙмәне,ҡысҡырып ебәрҙе:

- Һа-а-й, афарин, күтәрергә кәрәк был ир уҙаманын!

Халыҡ аша - төшә баҫып, Ҡоломбәтте тотоп алды һәм һауаға сөйә башланы.

Баһалаусы төркөм етәксеһе һүҙ алды:

- Ағай - эне! Ошоноң менән йыр бәйгеһен йомғаҡлайбыҙ. Ҡыҫҡаһы шул: был бәйгелә “Ете ырыу” йыры менән бөрйәндәр еңде. Әһәңле йырҙың халыҡ йырына әүереләсәгемә - иманым камил. Ҡоломбәт мырҙаға бүләккә тай һәм ҡытат туҡыма! Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! Тик йырҙың исемен “Урал” тип атағанда - шәп булыр ине, сөнки йыр тыуған еребеҙ - Уралды һаҡлап шаһит булған батырҙар тураһында бара.

Дүртенсе көн - көрәш һәм сәпкә атыш көнө. Көрәштә, быға тиклем билдәле булмаған, Көрәй батыр берәүҙе лә алға сығарманы. Ул, Ҡыҙыл йылғаһы буйынан килеп, яңыраҡ Таулы һәм Рәжәп йылғаларының ҡушылдырығына күсеп ултырған батыр уҙаман.

Сәпкә атыш буйынса Үҫәргән егеттәре ал бирмәне.

Бишенсе көн - ат сабышы булды.

Был ярышҡа ырыуҙарҙағы иң шәп, дөлдөл аттар килтерелде. Беренсе урынға Шаһиғәле бейҙең кесе улы Бураш, икенсе урынға өлкән улы Буралы сыҡты. Бурашҡа - тай, Буралыға - тана малы бүләккә эләкте.

Бөркөт сөйөү ярышында түңгәүерҙәр еңде. Уларҙың бөркөтө төлкө типте. Әйткәндәй, бөркөттәрҙе ике ырыу ғына алып килгән: түңгәүерҙәр һәм тамъяндар. Баҡтиһәң, күп ырыуҙар бөркөт сорғотоу эшен ташлағандар булып сыҡты.

Алтынсы көндәге йыйылышта дөйөм йомғаҡ яһалды. Ҡоролтайҙа Рәсәйгә ҡушылыуҙы тағы хупланылар, алыҫ араны яҡын итеп килеп, ҡатнашҡан өсөн Рәсәй илселәренә рәхмәттәр әйттеләр, күстәнәстәр бирҙеләр.

Ҡоролтайҙың артабанғы өлөшө, мәжлес формаһында, тирмәләр эсенә күсте.

Бөрйәндәр тирмәһендәге мәжлестәгеләрҙең күңелдәре бигерәк юғары: ҡунаҡтар ҡабул итеп, ҡоролтай ойоштороп ҙур эш башҡарҙылар түгелме ? Ҡымыҙ эскәндә күберәк һүҙ шул турала барҙы. Ултыра биргәс, Ҡоломбәттән йыр йырлауын үтенделәр.

- Иҫкебей ағай, - тине ул, - йырҙы һуңыраҡ та йырлармын. Тәҡдимем бар: Рәсәйгә ҡушылыу хөрмәтенә ҡобайыр сығарҙым. Тыңлайһығыҙмы?

- Тыңлайбыҙ, ҡустым. Исеме бармы?

- Исеме юҡ, бик булмаһа ,, Рәсәй менән мәңгегә бергә, “ тип атарға була.

- Бына шулай тип үҙең ата ла ҡуй ҡобайырыңды! Ярай башла!

Ҡоломбәт думбыраһын ҡулына алып, көйләй башланы:

Халҡыбыҙҙың тарихҡайы сыбар

Мең биткә лә һыймай торған йыр.

Йәш быуындар тарихты белһен, тип,

Йырлайым мин һеҙгә ҡобайыр.

Беҙҙең ерҙе баҫып алыр өсөн,

Кемдәр генә кәңәш ҡормаған.

Уралҡайҙы үҙ еренә һанап,

Кем баҫмаған, кемдәр тормаған!

Йә барымта, йә ҡарымта менән

Бөтөргәндәр башҡорттоң көсөн.

Аяуһыҙ күп ыҙғыш, һуғыш булған -

Урал иле, тигән ер өсөн.

Ошо ете ырыу араһында

Берҙәм йәшәү һис тә булмаған.

Яғалашҡан ырыу менә ырыу -

Шуға башҡорт бер ҙә уңмаған.

Шулай бер саҡ аңғармаҫтан ҡалҡып,

Татар - монголдар килеп баҫҡан.

Монгол төмәндәре, ай, аяуһыҙ:

Утҡа һалған, атҡан,йә аҫҡан.

Башҡорт ырыуҙары ныҡ һуғышҡан,

Көс етмәгән, нишләһен - ҡасҡан.

Кемдер боҫҡан, кемдер яғалашҡан -

Ҡайғы хәсрәт Уралдан ашҡан.

Казан, Нуғай, Себер ханлығына

Башҡорт еркәйҙәре бүленгән.

Илкәйемдең тәне, ере - һыуы

Уйылып бөткән, өскә теленгән.

Яҙмыш ауыр, ҡасан бөтөр икән,

Был ғәрәсәт, бөтмәҫ ел - дауыл ?

Ауыр яҙмыштарға түҙә ауыл,

Бүленеп йәшәүҙәре бик ауыр.

Нуғай ханлығында ғүмер иткән

Башҡорт шундай хәбәр ишеткән:

Көсәйеп тә алған рус батшаһы

Казан ханлығын тар - мар иткән.

Аҡ батшанан хаттар килә башлай:

Беҙгә ҡушылығыҙ, башҡорттар!

Ерегеҙ һәм динегеҙ һаҡланыр,

Тыныс йәшәй башлар бар йорттар.

Хатты алғас, Мең ырыуы халҡы

Нуғайҙарға ҡаршы яу асҡан.

Биләгән ерҙәрен ташлай - ташлай

Нуғай ханы бик йәһәт ҡасҡан.

Иҫкебейҙәр, һәм дә Бикбауҙар,

Ҡараҡужаҡ, һәм дә Шаҡмандар,

Рәсәй дәүләтенә ҡушылдыҡ , тип

Изге хәбәр алып ҡайтҡандар.

Ябай халыҡ бигерәк ҡыуанған,

Тыныс йәшәрбеҙ, тип уйлаған.

Илселәр Мәскәүгә барып ҡайтҡас,

Мәжлес ҡорған, йырҙар йырлаған.

Тарауыл яланын төйәк итеп,

Ете ырыу бергә йыйылған.

Аҡ батшанан килгән изге хәбәр,

Ҙур бер шатлыҡ булып уйылған.

- Һа-ай, афарин, бөтә яҡтан да булдыра беҙҙең егет - тип һөрәнләшеп алдылар бөрйәндәр.

Тирмә ҡорғанын асып, өлкән һағауыл килеп инде:

- Иҫкебей ағай! Казандыҡылар ҡайтырға йөрөй, башҡалар ҙа йыйына башланы.

- Ай, әтттәгенәһе, шулааймы ни! Ҡунаҡтарҙы оҙатайыҡ, ағай - эне, табынды йомғаҡлағыҙ!

Хушлашыуҙар башланды.

Тәүгеләрҙән булып Казан карауаны юлға сыҡты. Уларҙан һуң башҡорт ырыуҙары бер - бер артлы ҡуҙғалды. Иң һуңынан бөрйәндәр ҡайтырға сыҡты.

Бүлек

Наши рекомендации