Бөрйән ырыуы башы - Иҫкебей 2 страница
Был хәбәр уны аптырата биреп ҡуйҙы. Ошонай яңылыҡты Мәрйәм нисек ҡабул итер икән ? Кәмһенеп, хурланып иларға керешеп китер инде.
Көн буйы Шаһиғәле ҡатынынан ҡасып йөрөнө. Төндө лә йәш егеттәр менән бергә лапаҫ башында йоҡлап үткәрҙе. Иртәгәһе көнө иртә менән һыуға йыуынырға тип барғанда Марияны осратты, кер сайҡап тора ине.
Кил әле бында, Мәрйәм! Һүҙем бар, - тине ул.
Тегеһе аптырап ҡалманы, ҡаушағанға ла оҡшамаған кеүек. Яңылыҡты тыныс ҡына ҡабул итте. Ишеткән булған икән.
- Ярар инде, Шагали, бөтөрөнмә, борсолма! Ни хәл итәһең, Хоҙай ҡушҡанды күрербеҙ. Все мы ходим под богом и по его начертанию, тимәк, шулай кәрәк булғандыр - тип ирен тынысландырҙы ул, - Тик бер шартым бар: мине туйға алып бараһың!
Туй бик матур үтте. Эстеләр, ашанылар, ҡырға сығып ат сабыштырҙылар, уҡ атыу буйынса ярыштылар. Туйҙа ҡатнашҡан зәңгәр күҙле Мәрйәмдең кем икәнен ығы-зығы араһында бөрйәндәр һиҙмәй ҙә ҡалды.
Туй Тамъяндар яғына күскән көнө Айбикәне алып ҡайттылар. Шау-гөр килеп, туй мәжлестәре үтеп тә китте. Тик шуныһы: туй үтеп тынысланыуға Шаҡман ҡарт ныҡлап сирләй башланы. Шуға күрә, ул-был була ҡалһа,тип улына ҡәбилә йөгөн йөкмәтте, был эште аҡһаҡалдарҙан раҫлатты. Шунан һуң тирмә тирәһендә сығып йөрөүҙе ҡырҡа әҙәйтте, “Ҡөръән-Кәрим” китабын алдыртты. Яйлап ҡына был донъянан күскәндә кәрәк булған әйберҙәрҙе барлап сыҡты, ҡәберлек урынын билдәләтте.
Бер-нисә көндән һуң Шаҡман бейҙе һуңғы юлға оҙаттылар. Абруйлы бей киткәндән һуң, Тамъян иленең бер мөйөшө бушап ҡалғандай булды.
Шаҡман бейҙең етеһен уҡытып бөтөп торғанда, Шаһиғәленең дуҫы Ҡараҡужаҡ килеп төштө һәм әҙәм аптыратырлыҡ хәбәр әйтеп һалды: беренсеһе - Казан ханлығы ҡолаған, икенсеһе - Нуғай хандары көтөүе менән ханлыҡтарын ташлап ҡасҡандар. Бына һиңә мә! Шаһиғәле ҡайныһы менән кәңәш итеүҙе хуп тапты.
- Ҡайным, был хәбәрҙе ишеткәс, беҙ ни эшләргә тейеш ? Әллә ысын, әллә буш хәбәр тигәндәй. Ҡараҡужаҡ буш хәбәр һөйләп йөрөр кеше түгел былай.
- Хәбәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереп алыу артыҡ булмаҫ. Ҡыпсаҡтарға, үҫәргәндәргә был хәбәрҙе еткерәйек тәүҙә. Шунан дүрт ырыу вәкилдәре Аҡтүбәгә барып әйләнәйек, иртәгә үк, әлбиттә, шул ваҡытта бөтәһе лә асыҡланыр: хан унда бармы, әллә юҡмы! Ә Казандың урыҫтар тарафынан ҡолатылыуы - буш хәбәр булырға тейеш түгел, сөнки былтырҙан бире эш шуға табан китеп бара ине. Иртәгә миндә йыйылышып юлға сығырбыҙ! Тик күршеләргә йәһәтләп хәбәр итергә тырыш, кейәү.
- Ярай, хәҙер үк сапҡынсылар ебәрермен., моғайын иртәгә иртә менән йыйылыша алырбыҙ.
* * *
Дүрт башҡорт иленең дүрт түрәһе ярандары менән Һаҡмар тамағына килеп еткәндә, уларҙы күкһел томан һәм шул томан монарына солғанған, етемһерәп һәм бушап ҡалған Аҡтүбә - элекке хандарҙың йәнтөйәге - тын ғына ҡаршы алды. Ҡаласыҡтың ике ҡапҡаһы ла шар асыҡ, ел иҫкән һайын “шағыр - шоғор” тип күңелһеҙ тауыш сығарып тора. Ҡаласыҡ эсендә ханға эйәрмәй ҡалған халыҡ, ҡайһылай итһен, үҙ донъяһын көтөп маташа. Бындағы халыҡ ныҡ һирәгәйгән: кемдер мал ҡыуа, кемдер һыу ташый. Эйе, хан киткән тип тормош туҡтарға тейеш түгел бит инде.
Килгән һыбайлылар ҡаласыҡты бер ҡат ҡарай - ҡарай урап сыҡтылар ҙа, туҡтап тормаҫтан ҡайтыу яғына юл тоттолар.
Башҡорттарға тағы бер ғәм өҫтәлде: хан нәҫелдәре китеп ҡотолдо, ә ҡалғандарға ни эшләргә? Урыҫтар баҫып инеп туҙҙырырға керешмәҫме? Юл буйы һүҙ көрәштереү ошо юҫыҡта барҙы. Бер -нисек тә ыңғайын таба алмай ҡаңғырҙылар.
Ҡайтһалар тағы бер яңылыҡ көтә икән. Урыҫ батшаһы башҡорт ырыуҙарына илселәре аша хаттар таратҡан: үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылырға саҡырып мөрәжәғәт иткән, уларға тыныс тормош вәғәҙәләгән. ,, Бер кем дә ҡасып китмәһен, һәр кем үҙ динендә ҡалһын, үҙ йолаһын һаҡлаһын, “ - тип яҙылған ярлыҡаштар түрәләргә лә, халыҡҡа ла килеп етте.
Бүлек
Казан аша Мәскәүгә
Ҡыш бауыры оҙон булһа ла үткп китте, йомшаҡ яҙ елдәре иҫә башланы. Аллаға шөкөр, һалҡын һәм буранлы көндәр артта ҡалды, тәбиғәттең көндөҙ йылытып, кисен һыуытып торған мәле.
Урал аръяғы башҡорттары үҙҙәренең йыйындарында Мәскәүгә ҡушылыуҙы хуп күрҙеләр. Батша башҡорт ерҙәренә, шулай уҡ диненә теймәҫкә, йолаларына ҡыҫылмаҫҡа, эске һәм тышҡы дошмандарҙан һаҡларға вәғәҙә бирә. Әгәр батша вәғәҙәһендә тора алһа - шәп бит!
Тора - бирә был юҫыҡта яңылыҡтар артты. Шундай хәбәрҙәр таралды: элек Казан ханлығы аҫтында булған төнъяҡ - көнбайыш һәм көнбайыш башҡорттары ошо 1554 йылдың ҡышында, эште оҙаҡҡа һуҙмайынса, рус подданныйлығын ҡабул иткәндәр. Ул яҡтарҙа Йәнәй, Гәрә, Бәйләр, Уран, Ғәйнә ырыуҙары йәшәй.
Урал менән Иҙел араһындағы иләүҙәр һәм ырыу - ҡәбиләләрҙең яҙмышына бәйле ваҡиғаларҙың ҡуйыра барғанын әленән -әле ишетеп тора бөрйәндәр түрәһе Иҫкебей. Батшаның хаттары бөтә башҡорт иленә таралған, хатта Себер ханлығының баш йорто Ҡышлаҡҡа ла барып еткән.
Күп кенә көндәрен төрлөсә уйлап үткәрҙе Иҫкебей. Шул атаһы Дүсән бей һәм кейәүе Шаһиғәле менән кәңәшләште. Дүсән бей улына: “Көтәйек әле әҙерәк, башҡа халыҡтар ни ҡыланмыш булыр, щулай итербеҙ”, - тип әйткәйне. Шулай итеү дөрөҫтөр, ил яҙмышы бит, бер һелтәүҙә генә уны үҙгәртеп булмай. Ябай халыҡ шулай өйрәнгән: нимәлер бейҙән көтә, уның аныҡ һүҙенә ҡарап тора, сөнки бейҙең мөмкинлеге ҙур, киң хоҡуҡлы. Бей теләһә - халыҡты ла тиҙ күтәрә ала. Ҡайһы яҡҡа эйәртә - уның ихтиярында, сонки ул - бей, ул - аҡһаҡал, ул - юлбашсы, ул - һуғышсыларының баш сардары, ул - ырыу тотҡаһы. Батшаның тыныс юл менән эш итеүе уны һөйөндөрҙө, әлбиттә. Бәлки, нуғайҙар хакимлегендә йәшәүгә ҡарағанда был ҡеүәтле ил эсендә тормош яҡшыраҡ булыр, “өмөтһөҙ - шайтан”, - тип фекер йөрөттө Иҫкебей. Эйе, кеше тигән бәндә ғүмер ахырына тиклем нимәлер өмөт итеп йәшәй. Уға алдағы тормошо матурырыҡ, күркәмерәк булыр һымаҡ тойола, ысынбарлыҡта ғүмерең ҡыҫҡара бара, һаулығың элекке кеүек булмай.
Ағиҙел буйы башҡорттары, шунан меңлеләр, юрматылар Казанға барып килешеү төҙөп ҡайтҡандары мәғлүм булды бөрйәндәрҙең түрәһенә. Был мәсьәләне артабан һуҙыуҙан фәтүә ҡалманы. Ишетеүҙәренсә, Казанда килешеү төҙөмәйенсә Аҡ батшаға тура барып та булмай икән.
Тағы дүрт ырыу бейҙәре йыйылышып кәңәшләшеп алдылар, Рәсәйгә ҡушылырға ҡәтғи ҡарар ҡылдылар. Тәүҙә Казанға барып әйләнергә, шунан Мәскәүгә юлланырға һүҙ беркеттеләр. Тағы өс ырыу вәкилдәре ҡатнашманы, улар әлегә, Себер ханлығы ҡотҡоһона бирелеп, ҡушылмай торорға ҡарар иткәндәр икән.
Дүрт ырыу вәҡилдәре бер ҙур төркөм булып Казанға юлландылар. Һаҡмар, Ағиҙел, Сулманды аша сыҡтылар. Алыҫта Казан төҫмөрләнде. Туҡтап ял итеп алдылар, юл кейемдәрен сисеп байрамса кейенеп алдылар һәм еңелсә тулҡынланыу менән Казан ҡалаһына килеп инделәр ҙә кенәз Шуйскийҙың эш урынына, таш йортҡа ҡарай тура юлландылар. Казан ерҙәренең тулы хужаһы хәҙер - ул.
Бер төркөм ырыу вәкилдәрен кенәз Шуйский тотҡарлыҡ ҡабул итте. Һәр береһе менән ике ҡуллап күрешеп сыҡты. Тылмас вәкилдәрҙән бөтәһен дә һорашып Шуйскийға русса тәржемә ҡылып торҙо. Шунан былай тине:
- Теләһәгеҙ эште бында ғына бөтөрөргә була, бөйөк батшабыҙ Иван Васильевич һеҙҙең алда ултырған кенәз Шуйскийға ҙур хоҡуҡтар бирҙе, ул батшабыҙ исеменән “килешеү” тип аталған ярлыҡашты үҙе бирә ала һәм шуның менән был эште ошонда уҡ тамамлап ҡуйырға ла була.
- Беҙ уныһына ышанабыҙ, тик бөйөк батшаның үҙе менән осрашып алырға тип алдан уҡ һөйләшкәйнек бит әле. Икенсе йыл яҙ етеү менән Мәскәүгә мотлаҡ юлланасаҡбыҙ, - тине Иҫкебей бөтә вәкәләт исеменән яуап тотоп.
Тылмас ярлыҡашты уҡый башланы, уның эстәлеге батша таратҡан хаттарҙа яҙылғанды ҡабатлау булып сыҡты.
- Һорауҙарығыҙ бармы, хөрмәтле башҡорт бейҙәре ?
- Юҡ! Юҡ! Барыһы ла аңлайышлы, эстәлеген алдан белеп килдек.
- Улай булғас - ҡултамғаларығыҙҙы ҡуйығыҙ! Бына ошонда! Һәр ырыуға берәр дана ярлыҡашты үҙегеҙ менән алығыҙ! Ҡайтҡәс, халҡығыҙға уҡып ишеттерерһегеҙ!
Был эш тә башҡарылды. Имза ҡуйып бөткәс еңелтә сәпәкәй һуғып алдылар.
Мөһабәт кәүҙәле кенәз Шуйский тағы бер-нисә һорау бирҙе лә һый-хөрмәт күрһәтеү өсөн ҡунаҡтарҙы ашхана залына саҡырҙы. Һыйҙан һуң һәр бейгә атлас туҡыма һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр биреп, юлда ашарға күстәнәстәр тоттороп оҙатып ҡалды.
“Төш кеүек булды был осрашыу” тип көлөшә - көлөшә бейҙәр аттарына атландылар һәм ҙур ҡәнәғәтлек кисереп, ҡайтыр юлға сыҡтылар.
- Был эштә беренсе аҙымды яһаныҡ, икенсе аҙымы, Мәскәүгә барып ҡайтыуҙы әйтәм, хәйерле булһын инде, - тип тынлыҡты боҙҙо Бикбау түрә.
- Иншалла, шулай булһын инде, - тип яуапланы кемдер, башҡалар ризалыҡтарын белгертеп, баштарын ҡаҡтылар. Эйе, ҡыуаныслы булды был юл, халыҡтың Рәсәйгә ҡушылырға булған теләге килешеү ҡағыҙы менән нығытылды.
Башҡорт ырыуҙары карауаны күҙҙән юғалыуы булды, кенәз Шуйский инеп өҫтәл артына ултырҙы һәм ҡауырһынын алып алдында ятҡан ҡағыҙға батшаға төбәп хат-депеша яҙа башланы.
Великий государь всея Руси Иоанн Васильевич!
Сообщаю с превиликим удовольствием о том, что башкирские племена, находящие до сей поры под владычеством Ногайской Орды, были приняты мною, обласканы, одарены. Сей караван намеревается ехать в Москву. Главная цель башкирцев такова: утвердить подписью царя, полученные от моих рук договоров и получить от ваших рук “Жалованных грамот”.
Шуйский. Казань, V 1557 г.
* * *
Ярайһы ғына ҡораллы ике тиҫтә һаҡсыларҙан торған, ябай һәм затлы, хәрби һәм юл кейемендәге кешеләрҙең карауаны бер - нисә төркөм булып Мәскәүгә ҡарай юл алды. Иғтибар менән ҡараһаң - карауан кешеләренең ҡояшҡа һәм елгә янған һорғолт битле башҡорттарҙан торғаны күҙгә ташлана. Араларында бер ҡатын - ҡыҙ ҙа бар. Осраған рус кешеһенән нимәлер һорашырға булһа - Шәһиғәле Шаҡман уға ҡуша. Русса шундай таҙа һөйләшә, хатта теге осрағандар үҙҙәре ғәжәпкә ҡала.
Казан аша үттеләр, кенәз Шуйскийға инеп, Мәскәүгә юл тотоуҙарын аңғартып сыҡтылар. Тегенеһе шунда уҡ был турала батшаға депеша ебәрҙе.
Күпме һыуҙар кисергә тура килде уларға, күпме юлдар үтелде, ләкин Мәскәү әле күренергә уйламай. Алда тағы ике ҙур йылға кисергә тура киләсәк. Беренсеһе - Волга, икенсеһе - Ока.
- Юлда беҙгә Казан кеүек ҙур ҡалалар осрар микән, - тип һорау бирҙе Ҡараҡужаҡ Иҫкебейгә.
- Шаһиғәле кейәү әйтеүенсә, “Рәзән” исемле ҡала осраясаҡ беҙгә. Шуның эргәһенән генә Оканы үтә алабыҙ, ти. Мин ҡаланың ҙурмы, бәләкәйме икәнен белмәйем, ләкин урыҫ знакомдар аша “Рязань - город храбрых” тип һөйләгәндәрен ишеткәнем бар, - тип яуапланы бөрйәндәр башлығы, беҙҙеңсә әйткәндә “батырҙар ҡалаһы” була инде.
- Ә ниңә ул ғына батырҙар ҡалаһы? Башҡа ҡалаларҙа бәһлеүәндәр үлеп бөткәнме әллә?
- Юҡ улай түгел! Ҡаланың бындай ҡушаматы тарихҡа бәйле. Эш былай булған: бер саҡ Батый хан, ә ул Сыңғыҙхандың ейәне була, Булғарҙар иленә һөжүм итеп баҫып ала. Шунан һуң уның төмәндәре Рәзән ҡалаһын ҡамағандар. Ул ваҡытта Рәзәндә бөйөк кенәз булып Юрий Игорович ултырған булған. Ҡала һәйбәт нығытылған ҡәлғә булып сыҡҡан, ҙур ҡапҡалары бикле, йүгереп барып инеп китермен тип уйлама. Батыйҙыҡылар: “Ҡапҡаларығыҙҙы асығыҙ, бирелегеҙ! - тип һөрән һалалар, ти. - Беҙҙе үлтереп бөткәс - инерһегеҙ”, - тип яуаплайҙар эстәгеләр. Биш көн, биш төн һуғыш барған - ҡала баш бирмәйенсә, бирелмәйсә һуғышҡан. Тәки ала алмаған монголдар был ҡаланы, ҡул һелтәгәндәр ҙә артабан үтеп китеп Коломнаны, Мәскәүҙе алғандар, чех, Валах, Хорват ерҙәренә барып еткәндәр, ә Рәзән һаман бирелмәй һәм бирешмәй йәшәүен дауам иткән.
- Монголдарға ҡаршы торорлоҡ көс булмағанмы ни, - тип кемдер һорап ҡуйҙы.
- Ул ваҡытта булмаған, әлбиттә. Мәскәү кенәзлеге һуңыраҡ көсәйеп китә. Дмитрий Иванович исемле воевода монголдарға ҡаршы сығып, Мамайҙы туҡмап ҡайтара. Тағы йөҙ йыл үткәс, Ҙур Урҙа ханы Әхмәт төмәндәрен Мәскәүгә ҡарай йүнәлтә. Урыҫтар уларҙы Угра йылғаһы буйында ҡаршылайҙар. Ҡаты һуғыш була. Һөҙөмтәлә Әхмәт хан, күпселек ғәскәрен юғалтып, һуғыш яланынан ҡасырға мәжбүр була.
- Ҡайным! Алда юл саты күренә, һул яҡ юлдан барырға кәрәк булыр, шуныһы - турараҡ, - тип әйтеп китте Шәһиғәле Шаҡман.
Бындағы юлдарҙы һәйбәт белгән кеше берәү генә, ул да булһа - Шаһиғәле. Ҡасандыр ошо юлдарҙы тапап үткән уҙаман ул.
Атаһы гүр эйәһе булғас, уны һуңғы юлға оҙатҡанда, Шаһиғәле түрә ырыуҙаштарына былай тип мөрәжәғәт итте:
Ағай эне! Ауыр ваҡыттарҙағы ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә мең рәхмәт. Бер генә үтенесем бар: атайымдың иҫтәлеген хөрмәт итеп бынын һуң миңә “Шәһиғәле Шаҡман” тип әйтегеҙ. Атайым Шаҡман бейҙең рухы күңелемдә, ә исем-шәрифе минең исем менән һәр саҡ йәнәш яңғыраһын.
Ишеттеләр, аңланылар, шунан бирле ул ҡушма исем менән йөрөй башланы.
Әле бына китеп барған юл ҡайһы тарафтарға илтә - унан башҡа берәү ҙә белмәй. Һис кемдән һорап тормайынса, бөтә карауанға үҙе йүнәлеш биреп бара. Һин был яҡтарҙы ҡайҙан беләһең, тип һораһалар - йәш саҡта ошо яҡтарҙа йөрөргә тура килгәйне, ти ҙә башҡа яғын әйтеп тормай.
Әҙәм белмәгән бер сере бар Тамъян түрәнең. Ул сер бер ваҡиға менән бәйле. Был ауыр сәфәргә Тамъяндың өлкән ҡатыны Мария - Мәрйәм көсләшеп эйәреп сыҡты. Ҡуша алып кит, тип Тамъяндың теңкәһенә тейҙе ул. Юлға сығыр алдынан аптыраған Шаһиғәле ҡайныһы Иҫкебей менән кәңәшләшеп ҡарарға булды. Ҡайныһы тәүҙә:
- Юл йөрөү бисәләр эше түгел, - тип ҡаршы ла булғайны. Кейәүе:
- Икәүҙән - икәү ҡалып ике бисә үҙ - ара талашып ултырһалар - тағы ла насарыраҡ булыр”, - тигәс, Иҫкебей, үҙенең ҡыҙының күңел тыныслығын уйлап, риза булды.
...Ун ете йәше тулып үткән сағы ине Шаһиғәленең. Ғирактың башҡалаһы Баһдатта шәп мәсет бар икәнен ишетеп, белеп йөрөй. Унда күп төрлө һәм тәрән белем бирәләр, тиҙәр. Иракта уҡып ҡайтыу теләге менән яна башланы, көн-төн “шунда уҡырға ебәрегеҙ”, - тип атаһын ҡаңғырта. Атаһы мәрхүм, ауыр тупрағы еңел булһын, балаһын бер ҙә ситкә ебәргеһе килмәй ине, шулай ҙа оҙаҡ ҡаршы торманы, ризалығын бирҙе, юлға ике шәп ат, һоло әҙерләп ҡуйырға ҡушты.
Шаҡман бей хужалығында хеҙмәт итеп йөрөгән Ғәзизйән исемле етем егетте Шаһиғәлегә юлдаш иттеләр ҙә, аҙыҡ-түлек әҙерләп, оло һәм оҙон юлға оҙаттылар. Белгән кешеләр яҡынса тура юлды өйрәттеләр: Ҡазан ханлығы, шунан - Әстрхан, шунан Ҡара диңгеҙ, шунан - Төркиә аша Баһдатҡа.
Ләкин кеше яҙмышы, бигерәк тә сит яҡтарҙа йөрөгәндә, тиҙ һәм ҡырҡа үҙгәреүсән. Әстрхан ерендә Оло Иҙелде аша сығыр өсөн борамсы ( паромсы ) эҙләп, яр буйлап юрттырып китеп барған ваҡытта, ҡаршыға өс кешенән торған бер төркөм һыбайлы килеп сыҡты ла уратып алды. Уҡ-һаҙаҡ, ян тағып алғандар, билдәрендә кәкере хәнйәрҙәре күренә. Аттарҙан төшөрөп, ҡулдарҙы ҡыл арҡан менән шаҡарып бәйләнеләр ҙә әсир иттеләр. Төрлөсә аңлатып ҡарауҙан файҙа булманы, ниндәйҙер шымсыларға һананылар. Аттарын, аҙыҡ-түлектәрен тартып алдылар, ҡайҙалыр тапшырырға булдылар. Берәүһе: “Был икәүҙе һатайыҡ та ебәрәйек, мәшәҡәте аҙыраҡ булыр”, - тигәйне, ҡалғандары ни еңел генә ризалашты. Ошолай юл менән мул табыш алырға һөйләштеләр былар татар телендә һәм борамға ҡарай алып киттеләр. Уныһы әллә ни алыҫта ла булмаған. Тәүҙә аттарҙы урынлаштырырға булдылар. Татарҙарҙың аттары күндәм генә эйәләренең артынан барып торҙолар, борамда йөрөп өйрәнгәндәр икән, уларҙы йүгәндәренән бәйләп ҡуйҙылар. Ә егеттәрҙең аттары борамға кермәй сығанлашып алып киттеләр.
- Абыйлар! Ҡулдарҙы ысҡындырығыҙ әле, аттарҙы борамға үҙебеҙ керетеп ҡуябыҙ, - тип хәбәр һалды Шаһиғәле, - беҙ алдынан етәкләп бармаһаҡ - улар инмәйәсәк.
- Качырга самалап торасызмы? - Иң өлкәне Шаһиғәлегә төбәлде.
- Юҡ, уйламайбыҙ, беҙ икебеҙ ҙә йөҙә белмәйбеҙ. Ярға сыҡҡас ят ерҙә ҡасып ҡайҙа барайыҡ.
Ҡулдарҙы ысҡындырҙылар, хужалары тарфынан етәкләнгән аттар тыныс ҡына атлап борамға инеп торҙолар. Уларҙы ла йүгәненән бәйләнеләр. Ике егеткә урта тирәнән урын күрһәтеп, ултырырға ҡуштылар.