Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн туған теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.
Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән 1999 йылдың 15 февралендә башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән, республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде. Иң мөһиме – бының өсөн тейешле шарттар барлыҡҡа килде: хәҙер рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә уҡыусы башҡорт балаларына туған телен өйрәнә алһын өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды.
Рус һәм башҡа телдәрҙә эшләнгән мәктәптәрҙә башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре түбәндәгеләр:
1. Башҡорт телен уғытыуҙың маҡсаты һәм бурыстары башҡорт мәктәптәре бурыстарынан ҡырҡа айырыла. Бында балаларҙы башҡорт телендә һөйләшергә. Аралашырға, уҡырға өйрәтеү үҙәк урынға ҡуйыла.
2. Бындай мәктәптәргә килгән балаларҙың әсә телен белеү кимәле төрлөсә. Был иһә класта башҡорт телен өйрәнеүҙә дәреслек материалын төрлөсә үҙләштереүгә алып килә, уҡытыу процессын ойоштороуҙа билдәле ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
3. Уҡытыу рус һәм башҡа телдә алып барылған мәктәптәрҙә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан программа 9-сы кластары өсөн 102 сәғәткә төҙөлгән.
Эш программаһы 66 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.
Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., – Өфө: Китап, 2010.
Программа кимәле :базис
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :
1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн). Төҙөүселәре Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С.,Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
2. Башҡорт теле: Урыҫ мәктәптәренең 9 синыфында уҡыған башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Өфө: Китап, 2010.
3. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы.
4. Ринат Камал: уҡытыусығы ярҙамға. Башҡортостан Республикаhы фәндәр акад. Рәсәй фәндәр акад. ТТӘИ «Эшлекле династия». Өфө, 2009 й.
5. Раҡаева А.С., Дәүләтшина М.С. «Башҡорт теленән контроль һорауҙар». Өфө, Педкнига – 2008 й.
6. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004й.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., – Өфө: Китап, 2010.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программа”һы (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Программаның төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа 1-се урта белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программала ҡуйылған маҡсаттар һәм бурыстар
Башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары түбәндәгеләрҙән тора:
1. Уҡыусылырҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
2. Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
3. Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
4. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
5. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
6. Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.
Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.
2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.
- Тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү.
- 12-14 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
- Эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.
3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү
- Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.
4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.
- Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.
- Һүҙлектәр менән файҙалана белеү
- Диктант, изложение һәи иншалар яҙыу
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
1. Диктанттар – 6
2. Изложениелар – 3
3. Иншалар – 4
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
Яҙма эш төрҙәре (изложение, инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш;
-һүрәтләү иншаһы;
-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…)
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
· Һүҙлек диктанты 20-24 һүҙ.
· диктант –90-100 һүҙ;
· изложение – 80-90 һүҙ.
· Инша – 85-95 һүҙ.
Сы класс уҡыусыларының туған теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм һәләттәрен баһалау нормалары.
Телдән яуаптарҙы баһалау:
Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.
Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:
1. “тулыһынса аңланы”
2. “өлөшсә аңланы”
3. “аңламаны”
Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:
- “5”ле ҡуйыла: тәҡдим ителгән тема (рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә, тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә;
- ”4”леҡуйыла:айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә.
- “3” лө ҡуйыла: теманың төп йөкмәткеһен асһа; 4-6 һөйләү хатаһы ебәрһә; уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкмәткеһен һөйләүҙе башлай (тамамлай) алмаһа;
- “2”ле ҡуйыла: һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа; паузаларҙа теүәлһеҙлектәр китһә; 6-нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа;