Федор Иванович батша заманы 1 страница
Атаһы Иван Дүртенесе вафат булғандан һуң, тәхеткә кесе улы Федор Ивановичтан башҡа кешенең ултырыуы мөмкин түгел ине. Бер туған ағаһы Ваня атаһы ҡулынан һәләк булып ҡуйҙы, ә Дмитрий сабый ғына бала. Атаһы Иван Грозныйҙың һуңғы Грамотаһында буласаҡ Рәсәй батшаһы итеп берҙән-бер улы Федя күрһәтелгән ине, шуның өсөн был мәсьәләлә икенсе төрлө уй - фекер йөрөтөү - енәйәткә бәрәбәр булыр ине.
Тәхеткә ултырыу церемониялары әүәлдән килгән ғөрөф-ғәҙәт буйынса үткәрелде. Тәүҙә Федор баярҙарҙы, кенәздәрҙе, воеводаларҙы саҡырыпалыпантиттереүйолаһынбашҡартты.Ошонан һуң халыҡ һәм батша Успенский соборға ҡараййүнәлде. Юл башлаусы - протопоп Елеферий, уның артынан батша, уларҙың артынан баярҙар, кенәздәр дворяндар.
Соборға кереү менән хор үҙ эшен башланы,ингәндәрҙе йырлап ҡаршы алды. Шунан митрополит Дионисий яңы батшаға оҙон ғүмер теләп сығыш яһаны һәм уның башына венецты кейҙерҙе, скипетрҙы тотторҙо. Тағы доға уҡыуҙар һәм ҡотлауҙар дауам итте. Соборҙан сыҡҡас та батшаға яҡын кешеләр уңлы - һуллы аҡса һибә башланылар, тышта торған кешеләр уларҙы йыйырға кереште.
Батша булып ултырыуҙың беренсе көнөнән үк Федор батшаға эште кисектерелә алмай торған эштәрҙән башларға тура килде.
Шуларҙың араһынан иң мөһиме - Ҡырым ханының һөжүменә ҡаршы тороп, уны Рәсәй ерҙәренән ҡыуып сығарыу булды.
Икенсе мәсьәлә - дәүләт эштәрен тәртипкә һалыу, бының өсөн ревизиялар үткәреү. Дәүләт кеҫәһенә ҡул һуҙыусылар эштәренән бушатылды, улар урынына ышаныслы кешеләр ҡуйылды.
Федор батшаның артабанғы аҙымы-атаһы ултыртҡан дворяндарҙы төрмәләрҙән сығарыу, һөргөндән ҡайтарыу, шулай уҡ уларға элекке дәрәжәләрен, вотчиналарын ҡайтарып биреп булды. Судьяларға ныҡлап тикшереү үткәрмәй тороп ҡарар сығармаҫҡа ҡушылды. Ришүәт алыусы судьялар һәм чиновниктар эштәренән бушатылды.
Федор батша хөкүмәтендә дьяктар, приказ бащлыҡтары булараҡ, ҙур роль уйнай башланы. Мәҫәлән, Посол приказына йөҙ һум хеҙмәт хаҡы менән Андрей Щелкалов ҡуйылды. Уның ҡустыһы Разряд приказын етәкләне.
Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе яңы батша соборға - дөйөм йыйылышҡа сығарып хәл итеүҙе хуп күрҙе. Һәр йома ашхана өйөнә үҙ руханиҙары менән патриарх, Дума ағзалары, Приказ башлыҡтары саҡырыла. Мәсьәләләр берәмләп сығарыла, һәр кем үҙ уйын әйтә, һәр һүҙ яҙылып барыла.
Атаһы Иван дүртенсенән айырмалы уның холҡо: аҡырырға яратмай, һәр һүҙен үлсәп һөйләй, эргәһендәгеләргә хөрмәт менән ҡарай, хәл - әхеүәлдәрен көн дә тиерлек һорашып тора. Кәрәкле тип тапһа - ярҙам итеп тә ебәрә. Тыныс холоҡло батша, тиҙәр уны санауниктары.
Ғәҙәттә, иртәнге сәғәт дүрттә тора, йоҡо бүлмәһенең эргәһендә урынлашҡан крестовая палатаһына инеп, образ алдында тороп, доғаларын әрүәхтәргә арнап уҡып сыға. Шунан ҡатыны Иринаға хәл белергә керә һәм икәүләшеп йәйәүләп Кремль храмдарының береһенә ҡарай юл тоталар. Байрам көндәре Успенский соборҙа килеп суҡына, бында килгән бар ябай кешеләргә шулай күренеп ала. Артабан дәүләт эштәрен башҡарырға ҡабул итеү залына ашыға. Бында уны баярҙар гел көтөп ала. Төшкө аштан һуң ял итеү ваҡыты. Ял итеү сәғәттәрендә карликтар, скоромохтар сығыштарын ҡарай, йәки айыу менән кеше һуғышын күҙәтә, булмаһа йоҙроҡ һуғышы ойоштора. Кисте ҡатыны бүлмәһендә үткәрергә тырыша. Унда ҡыҙҙарҙың йырҙарын, йә төрлө әкиәт һөйләгәндәрен Ирина менән бергәләшеп тыңлай.
- Федя! - тип һүҙ башланы, - Ирина, - ант иттереү тантанаһын беҙгә һөйлә әле, ҡыҙҙарҙың ҙа белгеләре килә!
- Тантана элекке ғөрөф-ғәҙәткә ярашлы барҙы инде, - тип һөйләп алып китте Федор Иванович. Баярҙарҙы ултырышҡа саҡырҙылар. Йыйылышты первопрестольный баяр, Федор батшаның олатаһы Никита Юрьев асты:
- Хөрмәтле баярҙар! Дәүләт әһелдәре! Беҙҙең алдыбыҙҙа изге бурыс тора. Был изге эш һеҙгә билдәле - яңы батшаға ант итеү. Бөтә баярҙар, батша хужалығындағы бөтә хеҙмәткәрҙәр крест үбеп, ант итергә тейештәр. Кем быны эшләмәгән - һарайҙан сығыу юлы бикле. Дөрөҫ әйтәмме, баярҙар! Шулаймы, дәүләт әһелдәре!
- Эйе, дөрөҫ! Бөтәбеҙ ҙә риза! Башлайыҡ был изге эште!
Ант итеү церемонияһы көн буйына барҙы. Минең эргәлә митрополит Дионисий баҫҡан, ҡулында крест. Сираттағылар Дионисий тотҡан кресты үбеп, минең алға баҫтылар һәм ант һүҙҙәрен әйттеләр. Өҙлөһөҙ ағым булып баярҙар, епископтар, архирейҙар, окольничийҙар, дворовойҙар, стрелецтар, башҡа хеҙмәтселәр үттеләр. Йоҡлап ятҡандарҙы уяттылар, үҙ урынында булмағандарҙы - таптылар. Антҡа ҡаршылашыусы кеше булманы. Икенсе көнө Успенский соборҙа, күп халыҡ йыйылған урында митрополит Дионисий минең батша булып ултырыуыма сиркәү исеменән ризалыҡ бирҙе, Мономах бүркен кейҙерҙе, жезл менән скипетрҙы ҡулына тотторҙо. Бына шулай булды бөтә церемония. Ярай, тыныс йоҡо һеҙгә! Мин бүлмәмә ҡайтып бөгөн килгән ҡағыҙҙарҙы ҡарап сығырға кәрәк!
Апрель айы башланды. Мәскәүҙең урамдары ҡарҙан әрселеп кибә башланы, шул арала үләндәр ҡалҡып, ерҙе йәшел төҫкә буяй башланы.
Борис Годунов яҙ килеүен һиҙмәй ҙә, уның уйҙары борсоулы. Ул нисек тә тиҙерәк сабый Дмитрийҙы Угличҡа ебәреү сараһын күреп йөрөй, тик батша рөхсәте кәрәк. Годунов көн аша батша ҡолағына өрә: “Дмитрийҙы йәһәтләп күрһәтелгән уделға ебәрәйек, мәрхүм Иван Васильевич васыятын үтәп ҡуяйыҡ! Кемдер Дмитрийҙы Кремлдә әсәһе менән бергә бикләп тоталар, тигән хәбәр тарата, бер - бер хәл булып ҡуймағайы”.
Батша Федор Иванович оҙаҡ ваҡыт бындай әмерҙе биргеһе килмәне, шуға Годуновтың тәҡдименә ҡолаҡ һалмай. Уға Дмитрийҙың бында булыуы һәйбәт. Берҙән - бер яҡын туғаны, ҡан тартмаһа ла йән тарта, тиҙәр.
Тора-бара, Борис Годуновтың, баярҙарҙың бер туҡтауһыҙ был мәсьәләне иҫенә төшөрөү арҡаһында, ризалыҡ бирҙе.
Дмитрий менә бергә әсәһе, туғандары Нагойҙар, вельможалар, хеҙмәтселәр бергә ҡуҙғалдылар, берәү ҙә ҡарышырға баҙнатсылыҡ итмәне.
Ә бына Богдан Бельский Угличҡа барыуҙан баш тартты һәм Кремлдә ҡалды.
Элекке опричник Бельский “кире опричнинаға күсергә кәрәк, шунһыҙ илдә тәртип булмаясаҡ”, тип йәш батшаны ҡаңғырта башланы. Әгәр батша ризалыҡ бирһә, ул, опричниктар башында ҡалып, үҙе дәүләттә иң беренсе кеше буласаҡ. Ул ваҡытта Борис Годуновты, Никита Юрьевты, Иван Мстиславскийҙы батша эргәһенән ситкә тибә алыр ине.
Ләкин батша Федор Иванович опричнинаға кире күсеүҙе хуп күрмәне, шуға күрә Бельскийҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалманы. Икенсенән, Бельский үҙе артығыраҡ ҡыланып ташланы, шикелле. Шул арҡала бөтәһе лә киреһенсә килеп сыҡты.
Бер көнө, батшаны баярҙар йоғонтоһонан азат итәм тип, Кремль ишектәренә өҫтәмә стрелецтарҙы ҡуйып сыҡты һәм баярҙарҙы индермәҫкә, тигән күрһәтмә бирҙе. Тегеләр ҡапҡа алдында инәбеҙ, тип талаша-шаулаша башланылар. Стрелецтар ҡоралға тотондо. Тауышҡа ябай халыҡ йыйыла башланы. Баярҙар халыҡҡа: Бельский изменник, уны тоторға ярҙам итегеҙ, тип ҡотҡо һалдылар. Халыҡ, баярҙар һүҙенә ышанып, ҡулдарына таяҡ, таш, һайғау табып алып, изменник Бельскийҙы беҙгә сығарып бирегеҙ тип, Кремль ҡапҡаһын яра башланыдар. Шул арала өс меңдән ашыу мәскәүле йыйылып өлгөрҙө. Йыйылған халыҡ ҡапҡаны ватып эскә инде, баярҙар етәкселегендә стрелецтарҙы һәм опричнина яҡлыларҙы Кремлдән сығарып ташланылар, Бельскийҙы тотоп алып туҡманылар, шунан Кремль төрмәһенә яптылар. Язалап өлгөрмәнеләр уны, батша Федор Иванович яҡлашты, тиҙ генә төрмәнән сығарырға әмер бирҙе, шул арҡала тере ҡалды. Бәхете лә бар икән: батша Бельскийҙы Нижний Новгородҡа воевода итеп ебәрҙе.
Ошо ваҡиғанан һуң Борис Годунов власты күберәк итеп үҙенә ала алды. Батша исеменән дәүләт эштәрен ул башҡарҙы, ҡарарҙарҙы ул иғлан итте, ул ҡунаҡтар, ҡабул итте. Уға “правитель”, тигән чинде йәбештерҙеләр.
Батша ваҡытының күп өлөшөн Успенский соборҙа үткәрергә тырышты, дәүләт эштәрен дә алып барҙы.
Федор батша заманында язалап үлтереүҙәр туҡталып торҙо, илдә тормош бер аҙ тынысланғандай булды. Хәҙер бер эш тә Годуновһыҙ башҡарылманы. Ул, Шуйскийҙарҙы яҡлашҡаны өсөн, митрополит Дионисийҙы вазифаһынан бушатты. Ул урынға рус руханиҙарының соборында Иов һайланды. Яңы митрополит, ошонда уҡ бөтә Рәсәй патриархы тигән сан алды.
Шулай итеп, рус православие сиркәүе тулыһынса үҙ аллы булып китте. Иовты патриарх санына күтәреүҙә иң ҙур ролде Годунов уйнаны. Уның яҡлылар яйлап - яйлап хөкүмәттең яуаплы һәм бейек вазифаларына ултырып бөттөләр.
Рус дәүләтенең тормошо тыныс булмаһа ла, тотороҡло дауам итте. Рәсәйҙең Швеция менән һуғышы (1590-1593) рустар өсөн файҙалы тамамланды. Ливон һуғышы һөҙөмтәһендә юғалтҡан Ям, Копорье, Ивангород ҡалалары яңынан кире ҡайтарылды.Ҡырым ханы тағы сик буйындағы ҡала-ауылдарға һөжүм яһаны, Козельск, Воротынск, Белев ҡалаларына ут төртөп халҡын әсирлеккә ҡыуып алып киткән. Иван Федорович булған полктарҙы йәһәтләп уларға ҡаршы йүнәлтте. Хан сигенде. Калуга эргәһендәге хәл иткес алышта дала атлылары тулыһынса тар-мар ителде.
Көньяҡ сиктәрҙе артабан нығытыу мәсъәләһе тағы көн үҙәк мәсьәләгә әйләнде. Федор батшаның күрһәтмәһен үтәп, нығытма - ҡаласыҡтар төҙөү эше әүҙем китте. Шулай итеп, Уржум, Цивильск, Кокшайск нығытма ҡаласыҡтар ҡалҡып сыҡты, артабан Һамар, Өфө нығытмалары төҙөлдө. Улар батша ғәскәрҙәре өсөн форпост ролен үтәй башланылар.
Речь Посполитая менән мөғәмәләр насар, һаман да дуҫлыҡ юҡ. Рус илселәре Стефан Баторийға тыныслыҡ визиты менән ебәрелде. Һөҙөмтәлә ике йыл сроклы үҙ-ара килешеү төҙөлдө. Ике яҡ та бер- береһе менән һуғыш хәленә инмәҫкә һүҙ биреп имзаларын ҡуйҙы.
Балтика буйындағы рус нығытма - ҡаласыҡтарын баҫып алған Швеция менән дә хәл ҡырҡыу тора. Уларға ҡаршы һуғыш алып барырлыҡ аҡса ла, етерлек хәрби көс тә юҡ. Шуға күрә, берҙән - бер юл - килешеү төҙөү. 1585 йылдың йәйендә Рәсәй илселәре Швецияға барып етеп, дүрт йыл сроклы тыныс һәм һыйышып йәшәү тураһында килешеү төҙөп ҡайтты.
Франция, Голландия, немец дәүләттәре менән тотороҡло мөғәмәләр, дуҫлыҡ дауам итте, сауҙа эштәре яйланды һәм үҫте.
Ҡырым менән дә эштәр бер аҙ яйланды, шикелле. Дәүләтгәрәй хан үлгәндән һуң, унда хан урынына ынтылыусылар үҙ-ара һуғышып ҡырылышалар. Рәсәйгә һуғыш менән ынтылырлыҡ хәлдәре бөттө уларҙың, Рәсәй сик буйҙарын баҫып алып, талап китеүҙәр туҡтап торҙо.
Себер яғына ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итеп бөтөү мотлаҡ. Ермак экспедицияһы ыңғай ғына башланып китте. Уның отряды Иртышҡа барып етте һәм Себер ханлығының башҡалаһы тип һаналған Күсем хан ҡышлағын тар-мар итте. Хан ҡасып өлгөрҙө, ә ғаиләһен казактар әсирлеккә алды. Тик һөйөнөс күпкә барманы. Ермактың отряды тар - мар ителеп үҙе үлтерелеүе тураһында хәбәр килде. Батша Воевода Сукин етәкселегендә Себергә ҙур отряд ебәрҙе. Улар Төмән ҡаласығына барып етеп, был урында нығытма төҙөү эшен башлап ебәрҙеләр. Төмән Себерҙәге иң беренсе эре ҡала -форпосҡа әйләнеп китте. Рустар артабан китеп Тубыл йылғаһына еттеләр һәм бында, Тубыл йылғаһы тамағында, Тобольск исемле тағы бер нығытма-ҡала үҫеп сыҡты. Себер ерҙәре, халҡы иҫәпкә алынды һәм уларға яһаҡ һалынды. Ҡаҙна өсөн Себер ҙур ғына файҙалы яһаҡ сығанағына әйләнде.
Батша тирәләй тыуып торған талаш-тартышты Федорҙың йәне һөймәне, мөмкин тиклем уларҙы баҫырға тырышты, туҡтауһыҙ бер -береһе менән дуҫ йәшәргә өндәне.
Годуновтарҙың күтәрелеп китеүе ҡайһы бер атаҡлы баярҙарҙың, данлы кенәздәрҙең ҡоғорлайына арҡыры ятты, уларға тыныс йәшәргә тынғылыҡ бирмәне. Годуновтар менән йәнәшә Хворостиндар, Трубецкийҙар күтәрелде һәм улар батшаның төп свитаһын тәшкил итте. Бигерәк тә Шуйскийҙар бындай торошҡа риза булманылар. Тағы Федор батшаның бер фиғеле Шуйскицҙарҙың йәненә тейҙе: батша күп эштәрҙе ҡатыны Ирина менән кәңәшләшеп башҡарҙы. Мөһим булған бер мәсьәләне лә Иринаһыҙ хәл итмәне.
Шуйскийҙар Рюриковичтар тоҡомонан, ошоға тиклем дәүләт эсендәге иң юғары урындарҙы улар биләнеләр, уларҙың кланы беренсе полководецтар булдылар. Улар уйынса, Ирина батша эргәһендә булмаһа - дәүләт башлығының башын үҙҙәре теләгәнсе бора алырҙар ине һымаҡ. Батшаға нығыраҡ яҡынларға тик ҡатыны ғына ҡамасаулай. Тимәк, Иринаны айыртып ебәреүҙе ойошторорға кәрәк. Сәбәп бар: батша ҡатынының балалары үлек тыуып тик торалар, тере тыуғаны ла оҙаҡ йәшәмәй үлә. Батша вариҫының булмауы, йәнәһе, дәүләт өсөн ҡурҡыныс хәл.
Бына ошоларҙы теҙеп яҙып, Иринаны айырып монашка итеп ебәрергә һәм Шуйскийҙар күрһәткәнде генә ҡатын итеп алырға тигән тәҡдимдәр яҙылған ҡағыҙҙы тотоп Андрей Иванович Шуйский етәкселегендәге тик туған-тумасаларҙан торған бер төркөм батша ҡаршыһына йүнәлде.
Ҡағыҙҙы уҡып сыҡҡандан һуң, Федор Иванович ныҡ көйөп китте, хатта бүлмәһенә һыймай йөрөнө: нишләп уның ғаиләһен бутарға уйлайҙар? Нишләп батша кемдеңдер рөхсәте менән генә өйләнергә йәки ҡатынын айырырға тейеш? Ҡолаҡ ишетмәгән ниндәй оятһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек һәм һөмһөҙлөк ул Шуйскийҙар яғынан! Шуйскийҙарҙы кем өҫкә күтәрҙе? Федор күтәрҙе! Тағы нимә кәрәк уларға?
Иринаға килгәндә ул Федор Ивановичтың иң яҡын кәңәшсеһенә әйләнде. Иринаһыҙ тормошон ул күҙ алдына ла килтерә алмай. Ана, атаһы Иван Грозный, Анастасияһы үлеп киткәндән һуң, бахырға әйләнде лә ҡуйҙы, ни эшләргә белмәй йөрөнө. Күп тапҡырҙар өйләнеп ҡараны, ләкин берҙән - берен таба алманы. Федорҙың ҡатыны буйға ҡалыуын ҡала, ләкин сибек йән эйәләре тыуыуын тыуа, тик үлеп тик торалар. Сәбәбе берәү: Һарайҙа үҙ эшен яҡшы белгән тәжрибәле акушер-генеколог юҡ.
Федор Иванович челобитчиктарҙы ҡыуып сығарҙы. Кем был эшкә ҡотортҡан? Бына шуны асыҡлау өсөн тикшереү эше башланды һәм тиҙҙән барыһы ла асыҡланды.
Был эште ойоштороп йөрөүсе Андрей Шуйскийҙы Каргаполь ауылына, Иван Петровичты Лопатничи ауылына һөрҙөләр. Василий Иванович Шуйский менән ағаһы Дмитрий Галич ҡалаһына һөрөлдө. Был эштә Шуйскийҙарға йүнәлеш биреп, ярҙам итеп йөрөгән митрополит Дионисийҙы Новгород монастырына оҙаттылар. Митрополит булып батшаға таныш булған Ростов архиепископы Иов һайланды.
Шулай ҙа бер тапҡыр Федор батша менән Иринаға бала шатлығын татырға тура килде. 1592 йылдың 29 майында Ирина ҡыҙ тапты. Ике көндән, 31 майҙа Федорға 35 йәш тулды. Минең тыуған көнөмә Хоҙай Тәғәлә бала бүләк итте, тип ҡыуанды атай булған кеше. Ҡыҙыҡайға Феодосия тип исем ҡуштылар, июнь уртаһында батша ҡыҙының крестинаһын үткәрҙеләр. Федор яңы тыуған ҡыҙын тәхет вариҫы итеп иғлан итеп тә ҡуйҙы. Тик был шатлыҡ оҙаҡҡа барманы. Инде атлап, ҡәҙимгесә һөйләшеп йөрөгән ҡыҙыҡай ауырып китте һәм 1594 йылдың 25 ғинуарында кинәт донъя ҡуйҙы.
Бер ваҡиға батша Федор Ивановичтың йөрәген ныҡ тетрәтте. Ул ваҡиға ҡустыһы Дмитрийҙың үлеме менән бәйле булды. Биш йәшлек малайҙың үлеү сәбәбенә күптәр ышанманы, малайҙы Годунов үлтерткән, тигән хәбәр ҡуйырғандаҡуйырҙы. Мәскәүҙән ебәрелгән тикшереүсе төркөм “цареевич Дмитрий “бәке” уйынын уйнағанда үҙенә яңылыш сәнскән,” тигән һығымта менән ҡайтып, батшаға һәм правитель Годуновҡа ошо турала еткерҙе.
Ысынбарлыҡта Угличтәге хәл-ваҡиғалар түбәндәгесә булды: 1591йылдың 11 май көнө дьяк Михайло Битяговскийға Мәскәүҙән сапҡын килде. Бармағында Борис Годуновтың балдағы ялтылдай.
- Узнаешь кольцо, дьяк ?
- Да.
- Правитель наказал немедля закладывать храм святому Дмитрию. А сделаешь - часу не теряй, вести в Москву шли.
Иртәгәһе көнө Михайло улы Данилоны, ҡустыһы Никита Качаловты, ҡәйнеше Оська Волоховты үҙенә саҡырып алды һәм туранан - тура Дмитрийҙы теге донъяға оҙатыу планын асып һалды. Был ҡыйын һәм ауыр эште уларға йөкмәтте, байлыҡ һәм чин вәғәҙә итте. Дәүләт өсөн кәрәк был эш, өҫтәгеләр шулай теләй, тип бармағын һауаға сөйҙө. Тегеләр риза булдылар, бер - береһебеҙҙе һатмайыҡ, тип Әсә-Алла иконаһына (икона Богоматери) ҡарап, суҡынып ант иттеләр һәм был ҡара эште шәмбе көнөнә билдәләнеләр.
15 май көнө һөт әсәһе Арина, Митьканы саф һауала йөрөтөп алыр өсөн, тышҡа алып сыҡты.
Ишек алдында улар Данилоны, Никитаны, Оськаны осраттылар. Никита Качалов Митькаға ҡарап:
- Әйҙә, государь Дмитрий Иванович, бәке уйыны уйнап алайыҡ, - тип саҡырҙы. Бала бер һүҙһеҙ риза булды һәм улар дүртәүләшеп, түңәрәк яһап, арғы мөйөшкә барып ултырҙылар.
- Нишләп баланы ҡотортаһығыҙ ? Митенька, кил бында! - тип Арина малайҙы саҡырып ҡараны, тегенеһе тыңламаны.
Тағы әйләнеп ҡараһа - Митя ҡанға буялып ята. Йән өҙгөс тауыш менән аҡырып, ул малайға ташланды, ҡулына алды һәм бөтәһен дә аңланы.
Шул ваҡыт кемдер күҫәк менән уның башына һуҡты. Ике йән тәндән бер-бер артлы айырылдылар...
Фәжиғәгә үтеп-һүтеп йөрөгән посад кешеләре иғтибар итте, баштан-аяҡ күреп торған кеше лә табылды. Уның һөйләүе халыҡтың ҡанын ҡыҙҙырҙы, улар ике кешенең йәнен алыусыларҙы туҡмай башланылар һәм өсәүһен дә үлтереп һалдылар. Һөҙөмтәлә ике үлеккә тағы өс үлек ҡушылып ятты.