Курск-орлов дуғаһында

Батҡаҡлыҡта, урманда һуғышырға әҙерләнһәк тә, ундай ерҙә һуғышырға тура килмәне. Курск-Орлов дуғаһына ташланылар. Эшелонға тейәлерҙән алда бөтә подразделениеларҙа ла йыйылыштар үтте. Ҡайһы яҡҡа китеүебеҙҙе әйтмәнеләр. Теге Лебедев тигән сержант бер ай ҙа үтмәй кесе лейтенант званиеһында ҙурыраҡ командирҙар артынан йүгереп йөрөй башланы. Йыйылыштарҙа таныш булмаған командирҙарға ниндәй званиела булһа ла, һорашһалар, ниндәй полктан, ниндәй батальондан икәнеңде әйтмәҫкә ҡуштылар. Пилипенко йәки Константинов подразделениеһынан тип кенә әйтергә кәрәклеген әйттеләр.

Эшелонға тейәлеп, Мәскәү яғына йүнәлдек. Уны ла үтеп киттек. Воронежға килеп еткәс, вагондарҙан төшөрҙөләр. Воронеж ҡалаһының ярты өлөшө бик ныҡ ҡыйралған. Хәҙер күберәк төндә барабыҙ. Көндөҙ хәрәкәтләнеү тыйылды. Ҡыуаҡтар араһына инеп көтөп ятабыҙ. Төндә 70-80 км юл үтәбеҙ ҙә, таңға ҡыуаҡтар араһына урынлашабыҙ. Һуғыш барған яҡ артта ҡалған һымаҡ була башланы. Төндә атыш тауыштары бөтә яҡта ла ишетелә. Ракеталар яҡтырта. Беҙ “мешок”ҡа ингәнбеҙ икән. Ниһайәт, беҙгә окоп ҡаҙып оборона тоторға приказ булды. Бер ауылды сыҡтыҡ та, окоп ҡаҙып сәтләүек ҡыуаҡлығы араһына урынлаштыҡ. Пулеметты урынлаштырып, үҙемә окоп ҡаҙыным да, бруствер өҫтөнә ятып күккә ҡарап рәхәтләнеп тәмәке тартып ятһам, көнсығыштан ҡырҡлап самолет килеп сыҡты. Көнсығыштан килгәс үҙебеҙҙең самолеттар икән тиһәм, беҙҙең өҫкә бомба яуҙырып үтеп киттеләр. Окобыма нисек төшкәнемде белмәйем. Минең ятҡан ергә тип әйтерлек бер бомба төшөп, мине балсыҡ менән күмеп китте. Арҡамды бер нәмә яндырған һымаҡ була. Тәмәке осҡоно тиһәм, бомбаның бәләкәс кенә ярсығы ҡаҙалған да, шул әсетә икән. Ошо бомбежкала батальон командиры капитан Пилипенко яраланды. Уның урынына капитан Баранов ҡалды. Немецтар һөжүм башлаған икән. Алдағы беҙҙең позицияны немецтар баҫып алған. Беҙҙекеләрҙе бомбаға тотам тип, немецтар үҙҙәренекенә бомба ташлай башланы. Һауала немец самолеттары менән беҙҙең самолеттар буталып бөттө. Кемеһе кемде ҡыуғанын да белерлек түгел. Немецтар үҙҙәренең һалдаттарын бомбаға тотҡанлыҡтан, беҙҙекеләр үҙ позицияһын кире алды. Бер немец самолеты беҙҙең самолетты ҡыуа башланы. Шул ваҡыт беҙҙең самолет ҡапыл үргә күтәрелде лә, немецтеке үтеп киткәйне, әйләнеп, Нестерев петляһы яһап, дошман самолетын ҡыуа төштө. Патрондары бөткәндер инде, атмайынса немец самолетының өҫтөнә ултырҙы ла ҡуйҙы. Беҙҙән алыҫ түгел ергә ҡолап төштөләр. Был хәл 1943 йылдың 6 июлендә булды. Шунан һуң беҙҙекеләр һөжүм башланы. Танкылар һуғышы барған ерҙе үтеүе бик ҡыйын булды. Танкылар яна, пушкалар тәгәрәп ята, үлектәр күп. Элегерәк үлгәндәр еҫләнгән, ҡайһыларын танкылар иҙеп үткән.

Ике көндә байтаҡ ерҙәрҙе кире алдыҡ. Немецтарҙың бик оҫта һуғышҡанын әйтеп үтергә кәрәк. Баш күтәрмәҫлек итеп пулеметтан ата башлаһалар, немецтар сигенә тигән һүҙ. Төп көстәре ғәскәре сигенгән ваҡытта пулеметсыларын ҡалдыралар ҙа, улар көслө ут аса. Шулай бер төндә немец пулеметсыһы баш ҡалҡытҡыһыҙ итеп ата башланы. Беҙҙең позициянан бер гармонист татар-башҡорт көйҙәрен үҙәккә үткәрерлек итеп уйнап ебәрҙе. Шул тиклем шәп уйнай. Ул уйнай башлаһа, немец пулеметы атыуҙан туҡтай. Гармун тынһа, тағы ата башлай. Их, был гармунсыны күрһәң ине, үлтереп ҡуймаһалар ярар ине был егетте , тип уйлайым. Аҙаҡтан бер оҙон башҡорт көйөн уйнаны ла тынды. Шул көй күңелемә бик ныҡ һеңеп ултырған, үҙем ниндәй көй икәнен белмәйем. Һуғыштан һуң күп йылдар уҙғас, Килсенбай ауылында уҡытып йөрөйөм. Яҙ көнө Бараҡал йылғаһында бурыс балығы шәп үрләй, шуны күмәкләп тотабыҙ. Бер көндө лесниктар килеп төштө һәм ҡатыным Мәфтуха балыҡ бешереп, сәй эсергә ултырҙыҡ. Сәйҙең мәйе лә була бит инде. Яңы Яҡуп ауылынан Ғәлиев Ғиниәт ҡоҙа тейешле кеше йырлап ебәргәйне, теге фронтта гармунсы уйнаған көй келт итеп иҫкә төштө. "Был ниндәй көй булды? - тип һораным. “Эрме” көйө, тине. Мин фронтта булған хәлде һөйләп бирҙем. Баҡһаң, теге билдәһеҙ гармунсы “Әрме” көйөн уйнаған икән.

Йылдар үтте. Мин дә ҡурайҙа ныҡлап өйрәнеп алдым. Үҙешмәкәрлектә ҡатнаша башланым. Район үҙәге Юлдыбайҙа, күрше ауылдарҙа, Аҡъярҙа, Сибайҙа һәм Ленинград, Мәскәү сәхнәләрендә сығыш яһарға насип булды. Ошо “Әрме” йырын Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов та минең ҡурайға ҡушылып йырлап йөрөнө...

Украина ерендә

... Беҙ Украина еренә барып индек. Немецтар сигенгән ваҡытта ауылдарҙы аяуһыҙ үртәйҙәр. Хорол тигән ҡалаға тура һөжүм итмәй урап үтергә булдыҡ. Юлда немец самолеттары бомбаға тотто. Ярай әле, бер һаҙлыҡҡа тура килде. Бомбалар һыҙғырып килеп эргәгә төшә лә ярылмай һаҙлыҡҡа бата. Ул һаҙлыҡтың эсе тулы бомбалыр инде. Бер бәләкәй генә, матур, немецтар үртәргә өлгөрмәгән ауылды алдыҡ. Беҙҙең пулемет расчетына ауылдың ситенән бер түңгә урынлашырға ҡушылды. Пулемет взводы командиры лейтенант Донской: “Ғәниев, немецтар яҡын ғына, төндә үҙеңде немецтар урлап алып китмәһендәр, боецтарың уяу булһындар”, - тип иҫкәртеп китте.

Көнбағыш араһында ятабыҙ. Немец снаряды беҙҙең ятҡан ерҙе тетә генә. Бишәүбеҙҙең өсәүһе яраланды. Расчеттан Ҡадыров Фәйзрахман ағай менән мин генә ҡалдыҡ. Фәйзрахман ағай Шишмә районының Ибраһим ауылынан ине. Баҡһаң, беҙҙең эргәбеҙҙә генә бөҙрә ерек башында немец “кукушкаһы” ултырған. Шул ҡайһы ергә атырға әйтеп ултырған икән. Алдағы бер ауылды беҙҙең батальон төндә һуғышһыҙ алырға булды. Эңерҙә беҙгә хәлде аңлаттылар. Бер ниндәй тауыш сығарырға тейеш түгелбеҙ. Ваҡыт еткәс, шым ғына ҡуҙғалып киттек. Ауылға яҡынлағайныҡ, немецтар беҙҙе күреп, ҡысҡырышып ата башланылар. Беҙ “ура” ҡысҡырып ауылға килеп индек. Эргәбеҙҙә генә бер ҙур һарай, склад булһа кәрәк, янып китте. Батальон командиры капитан Баранов килеп сыҡты ла: “Ғәниев, нишләп тораһың?, - ти. "Ни эшләйем, иптәш капитан, алда үҙебеҙҙекеләр ҙә, немецтар ҙа, нисек атырға һуң?”, - тинем. "Хәҙер ошо ерҙә окоп ҡаҙып круговой оборона тот, немецтарҙың позицияһында тораһығыҙ", - тине. Уғаса булмай, 4-се рота командиры өлкән лейтенант Алексеев килеп сыҡты. Капитан уны әрләп ташланы, ротаң ҡайҙа, ниңә артта йөрөйһөң, хәҙер ошо ерҙә оборона тотоғоҙ, Алексеев, һин - пулемет расчеты командиры, Ғәниев - һин наводчик, тине лә алға китте. Беҙ окоп ҡаҙып пулеметты урынлаштырған арала немецтар әллә нимәгә сыулаша башланы. Немецтар тауышланған яҡҡа тоҫҡап оҙон ғына очередь бирҙем. Фәйзрахман ағай бөйөрөмә төртөп, туңҡайта ат та ҡуй шуны, тигәнгә ҡараһам, өлкән лейтенант Алексеев ҡасып китеп бара. Атманым. Атһам ата инем, яраланып ҡына ҡалһа, командирҙы атҡандың тип, мине штраф ротаһына ебәреүҙәре бар ине. Ундай кеше ҡурҡаҡ булһа ла, һуғыш бөткәс батырлана бит ул.

Немецтар икенсе яҡтан тағы ла ҡысҡырыша башланы. Улар яғына тоҫҡап оҙон ғына очередь бирҙем, тауыштары баҫылды. Төндә - асыҡ ерҙә пулемет үҙен әллә ҡайҙан күрһәтә бит ул, көбәктән сыҡҡан ут метр-метр ярымға һуҙыла. Ауылдан беҙҙең пулемет торған ергә мина яуҙыра башланылар. Алай ҙа беҙҙән 50 м самаһы аша һуҡтыралар. Иллеләп мина ярылды. Немецтар ҙа, беҙ ҙә тынысландыҡ. Улар пулеметты юҡ иттек, тип уйланылар шикелле. Уғаса булмай, беҙҙекеләр позицияһына кире ҡайта башланылар. Беҙҙең пулемет булмағанда батальон ҡамауҙа ҡалып юҡҡа сыға ине. Аҡылһыҙ эш итеү арҡаһында бер төн эсендә күп кенә иптәштәребеҙ донъя менән хушлашты. Лейтенант Лукинды, Бөгөлмәнән сержант Насировты тереләй костерҙа үртәгәндәр ине. Иртәгеһенә төндә алабыҙ тигән ауылды, тағы ла йылға аръяғындағы ике ауылды дошмандан азат иттек. Шундағы бер әбейҙең ҡарғауы һаман да күҙ алдында тора. Немецтарҙы ла, беҙҙе лә әрләй. Өйө дөрләп яна, бер көршәк кенәһен күкрәгенә ҡыҫып, ошонан башҡа бер нәмәм дә ҡалманы тип илай.

Өсөнсө ауылды алғас, окоптар ҡаҙа башланык. Йылайыр районынан өлкән лейтенант Сидоров: “Ғәниев, бар бер иптәшеңде ал да, ел тирмәне эргәһендәге батальон КП барып противотанковый гранаталар алып килегеҙ. Унда һинең иптәштәрең Әхмәтғәлин менән Сәфәрғәлин дә бар”, - тине. Йомабаев тигән ҡаҙаҡ егетен алдым да, тирмән эргәһенә барып иптәштәрҙең исемен ҡысҡырып эҙләп ҡараныҡ. КП юҡ. Кире үҙебеҙҙең позицияға килһәк, беҙҙекеләр ҙә юҡ. Эңер төштө. Беҙ тоҫмаллап ары киттек. Бер аҙ барғас, кукуруз араһында кеше йөрөгәнен шәйләнек. Беҙҙең яҡҡа киләләр. Автоматтарҙы тоҫҡап, улар яҡынлашҡас: “Туҡта, кем килә?”, - тип ҡысҡырҙыҡ. Разведчиктар, тинеләр. Ары бармағыҙ, немецтарға эләгәһегеҙ, тип кәңәш бирҙеләр. Уңға боролоп түбәнгә төшкәйнек, бер ауылға барып индек. Артиллеристар килә башлаған. Тимәк, беҙҙекеләр алға киткән. Бер юлға төшөп алға киттек. Арттан ике кеше килгәнен күреп, көтөп алдыҡ. Бер йәш кенә кесе лейтенант ординарецы менән ҡыуып етте. Икенсе батальон егеттәре икән. Инде һеҙҙән ҡалмайбыҙ, тип бергә киттек һәм икенсе батальонға барып ҡушылдыҡ. Ғәниев беҙгә ҡушылды тип 2-се батальонға хәбәр итегеҙ тигән үтенес менән батальон командирына мөрәжәғәт итһәм дә, хәбәр итмәгәндәр. Өс көн икенсе батальон составында һуғыштым. Шул арала мине хәбәрһеҙ юғалды, тип ауылға ҡара ҡағыҙ ебәргәндәр. Немец ташлап киткән окопка төшөп төн уҙғарҙым. Таң менән беҙҙекеләр тағы һөжүм итә башланы. Мин дә окоптан сығып алға йүгерҙем. Бер яҡ ситтәрәк барам. Ҡуйы цепкә снарядтар ҙа ярыла, пулемет та ата, ә миңә немецтар иғтибар итмәй. Алдағы арыш көлтәләре аҫтынан немецтар сығып ҡаса башланы. Бер немецтың окобына төштөм, Ҡадыров Фәйзрахман ағай йүгереп килә. Бер окопта ултырып хәл-әхүәл белештек, һағынышҡанбыҙ. Фәйзрахман ағай: “Бөгөн еңгәйеңдән хат алдым, улым менән төшкән фотоһын да ебәргән”, - тип хатын уҡып, фотоһын ҡарап ултырҙыҡ. Шул урындан 500 м самаһы көнбағыш баҫыуын сыҡҡайныҡ, икебеҙҙең араға снаряд килеп төштө. Миңә бер нәмә лә булманы, ә Фәйзрахман ағайҙың уң ҡулының өс бармағын өҙөп алып киткән. Ауырғазы районынан бер сыуаш егете менән яраһын бәйләйбеҙ. Күкрәгем, тип ыңғыраша. Ҡараһаҡ, күкрәген ярып снаряд ярсығы ингән. Күп тә үтмәй, ҡулыбыҙҙа йән бирҙе. Ғәтифә еңгәй менән улы Ғабдрахмандың фотоһын аҙаҡҡы күреүе булған икән...

Алдағы иптәштәребеҙҙең окоптарына “Тигр”ҙар менәләр ҙә, өйөрөлөп-өйөрөлөп ер менән тигеҙләп китәләр. Беҙҙең батальонға кире позицияларыбыҙға сигенергә приказ бирҙеләр. Эргәбеҙгә ике 45 мм-лыҡ пушкалар менән артиллеристар килеп, танкыларға ата башланы. Ике танкты яндырҙылар һәм шул танктарҙы немецтар буксирға алып кире сигенделәр. Беҙҙекеләр һөжүмгә күтәрелде. Мин алданыраҡ һул яҡтан йүгерәм, ҡалғандар өйкөм-өйкөм булып арттан килә. Арттағыларға минометтан да, пулеметтан да аталар. 300 м самаһы ерҙе үткәнсә күптәр йә үлеп ятып ҡалды, йә яраланды. Шул һуғышта Яхин Фәнис тигән иптәшем яраланды, ә уның еҙнәһенең эргәһенә мина төшөп һәләк булды. Улар Ауырғазы районынан ине. Мин ҡаҙып яһалған арҡыры юлға еттем. Өҫтә башым осонда пулемет арттағыларҙы һаман да ҡыра, ә минең ҡулда граната юҡ. Булһа, граната ташлап пулеметты юҡ итергә була ине. Эргәмә наганын ҡулына тотҡан йәш кенә кесе лейтенант килеп етте. Шул саҡ миномет утын беҙҙең өҫкә яуҙыра башланылар. Эргәмә генә мина төшөп ярылды, уның ярсығы мине яраланы. Ярам тураһында кесе лейтенантҡа әйттем. Ситкәрәк шыуышып, бер аҙ ятып торҙом да, эңер төшә башлағас, артҡа КП-ға киттем. Ошо мина ярсығы тәнемдә әле лә йөрөй.

Батальон командиры капитан Баранов минән: “Улым, һин дә яраландыңмы? Ҡайһы ерең йәрәхәтләнде, сисен, оялма, - тип ярамды бәйләне. - Һине наградаға бирәм, сөнки һин пулеметың менән батальонға ныҡ ярҙам иттең...”. Һүҙендә торған икән, ун ете йыл үткәс, Баймаҡ районы военкомы полковник Больших шул награданы миңә тапшырҙы. Исеме есеменә тап килә тигәндәй, полковниктың буйы, ысынлап та, ике метр самаһы булғандыр. Ул ваҡыттағы болала наградалар эйәһен таба алғас, бик шәп инде. Сөнки Матрай районын бүлгеләп, йә Хәйбуллаға, йә Йылайырға ҡуштылар, йә военкоматтарын бөтөрҙөләр.

Шулай итеп, Тростянец тигән бәләкәй ҡалала госпиталдә ай ярым самаһы дауаландым. Ярам тиҙ төҙәлде. Врачтар ундай организмды күргәнебеҙ юҡ ине, тип ғәжәпләнделәр. Тростянецтан ике йөҙләп кешене бер команда итеп төҙөнөләр ҙә, командирын һайлап ҡуйҙылар. Фронт линияһына табан ҡабаланмай, ауылдан-ауылға барабыҙ. Юлда барғанда бер-беребеҙ менән танышып, дуҫлашып бөттөк. Мине бер бик бәһлеүән ҡаҙаҡ ағай менән Сәйфуллин тигән татар ағай үҙҙәренең төркөмөнә алдылар. Һәр ваҡыт бергәрәк йөрөйбөҙ, фатирға ла бергә төшәбеҙ. Мине улым тип кенә йөрөттөләр. Русса һәйбәт һөйләшәләр. Беҙҙең төркөмдө украинкалар шатланып фатирға индерәләр. Ә русса насар белгәндәрҙе төрлө һылтау табып, алмаҫҡа тырышалар ине. Сәйфуллин ағай ҙур бер предприятиела бухгалтер булған, ә ҡаҙаҡ сержанты совхоз директоры булып эшләгән.

Днепр ярында

Беҙҙекеләр Днепрға етеүгә үҙебеҙҙең полкты Канев тигән бәләкәй ҡаласыҡ эргәһендә ҡыуып еттек. Днепрҙың һул яҡ ярында һыу йырынында урынлашҡанбыҙ. Кемделер көттөрәләр. Бер капитан килде лә, йәшерәк һәм эрерәк кәүҙәлеләрҙе һайлап ала башланы. Эргәмдә торған Яҡупов тигән егетте алды, мине алмай. Яҡуповты ике тапҡыр һайланғандар араһына ҡуйып ҡараны, ә ул минең эргәмә килә лә тора. Бына кем ғәйепле икән, тип йылмайып, мине лә алырға мәжбүр булды. 45 мм-лы пушкалар менән һуғышасағыбыҙҙы аңлатты. Полк уң яҡ ярға сыҡһа ла, хәле бөтөп, яр башында ғына торған икән. Немецтар переправаны өҙлөкһөҙ утҡа тоталар. Кәмәләргә тейәлеп, төндә аръяҡҡа ҡарай ҡуҙғалдыҡ. Өҙлөкһөҙ ракета яҡтырталар. Кәмәне күреп ҡалдылар шикелле. Яҡын ғына кәмәнең уң яғына ла, һул яғына ла снарядтар төшөп ярыла башланы. Һыу бағаналары һауаға күтәрелә. Пулялар һыуға тейеп рекашет яһап һауаға оса. Беҙ иҫән-һау теге яҡ ярға сыға алдыҡ. Полктың хозвзводы яр буйына ҡаҙынып урынлашҡан. Беҙҙе сисендереп “мунса” индерҙеләр. Эске кейемдәрҙе һалдырып, тимер мискәләрҙә ҡайнаттылар ҙа, үҙебеҙҙе һыуыҡ һыу менән ҡойондороп рәткә килтерҙеләр. Шунан пушкаларға тараттылар. Мине бер пушкаға расчет командиры итеп ҡуйҙылар. Лейтенант Зайцев буш ваҡыттарында яңы килгәндәрҙе нисек атырға, нисек тоҫҡарға, ниндәй снарядтар була һәм башҡа төшөнсәләрҙе өйрәтә. Пушка һәм снарядтар тураһында байтаҡ мәғлүмәт алдыҡ. Октябрҙең 26 йыллығын Днепр яры буйында байрам иттек. Миңә бер кисет тәмәке, бер бешкән тауыҡ бото эләкте. Кисеткә “Вернись с победой, ждем” тип яҙылған ине. Ул ваҡытта мин тарта инем. Үҙҙәре ас ултырһалар ҙа посылка менән бүләктәр ебәреп ҡалыусыларҙы нисек итеп йәлләмәйһең, нисек һаҡламайһың инде!? Улар өсөн доршмандан үс алғы килә.

Бер көндө кискә табан Днепр йылғаһының ҡабаттан һул яғына сығарырға булдылар. Беҙ бер нәмә лә белмәй окоптарҙа ятабыҙ. Совет һалдаттары формаһы кейеп, власовсылар пехота ятҡан окоптарға төшә башлағандар. Нисектер шуны белеп ҡалып, ҡул һуғышы булып алды. Немец разведкаһы ниндәй һәйбәт эшләгән! Төндә Днепрҙы кире сыҡтыҡ һәм йылға буйлап түбәнгә ҡарай киттек. Немецтар теймәгән һәйбәт кенә бер нисә ауылды үттек. Кис бер ауылға туҡтап, һалдаттарымды теүәлләһәм, берәүһе юҡ. Юғалған һалдат мордва егете ине. Походта килгәндә бер ауыл эргәһенән үтеп барғанда рөхсәтһеҙ бер өйгә ингән. Унда һалдатты яҡшы ҡаршылағандар һәм һыйлағандар. Йонсоп, аслы-туҡлы йөрөгән һалдат иҫереп ҡолаған икән. Лейтенант Зайцев, бер иптәшеңде ал да, эҙләп алып кил, тип бойорҙо. Кисләне. Ҡараңғы төшә башланы. Һалдатыбыҙҙы таба алманыҡ. Ҡуйы томан төштө. Үҙебеҙ ҙә взвод туҡтаған ерҙе таба алмай, бер өйгә инеп йоҡланыҡ. Иртәнсәк тороп ҡараһаҡ, үҙебеҙ туҡтаған ерҙән 100 м самаһы ғына булғанбыҙ икән. Иртәнсәк юғалған һалдатым өсөн, үҙем аҙашып ситтә йоҡлағаным өсөн миңә выговор сәпәнеләр. Орудие расчеты командирлығынан төшөрөп, минең урынға Бөрйән районынан Васильев тигән кесе сержантты ҡуйҙылар. Ә мине һин етеҙ, еңел йөрөйһөң тип батарея командиры үҙенә адъютант итеп алды. Кесе сержант Васильев башҡортса шул тиклем һәйбәт һөйләшә торғайны. Ә инде башҡорт көйҙәрен ғәжәпләнерлек оҫта йырлай. Беҙ белмәгән башҡорт көйҙәрен шул тиклем урын-еренә еткереп башҡара. Ул беҙҙән 10-15 йәшкә олораҡ ине.

Беҙҙең полк Черкассынан үрҙәрәк Днепр буйына килеп туҡтаны. Бер аҙ тулыландырылды. Ял итеп, балыҡ тотоп ашаныҡ. Днепрҙың был яҡ яры һөҙәк. Һыу йырындары, түңәрәк бәләкәс кенә күлдәр ҙә бар. Шул күлдәргә граната ташлаһаҡ, эре генә табан балыҡтары, ташбаҡалар өйәҙәп килеп сыға. Һалдатҡа шул ғына кәрәк инде.

Полк Днепрҙы яңынан форсировать итергә йыйына башланы. Ҡайҙандыр кәмәләр, бүрәнәләр килтерәләр. Артиллерия полкы килеп туҡтаны. Ағас аралары, соҡор-саҡыр повозкалар менән, һалдаттар менән тулды. Немецтар ҙа һиҙенә. Разведка самолеты - “рама” йыш ҡына беҙҙең тапҡырҙа өйөрөлә. Бер нисә бомба ырғытҡылап китә. Ә беҙҙекеләргә атырға рөхсәт итмәйҙәр. Беҙҙең аттар эргәһенә генә бер нисә бомба төшөп ярылды. Шундағы аттарҙы күрһәгеҙ! Шул тиклем ҡыҙғаныс! Аттар өсөн ҡаҙылған соҡорҙа бомбалар ярыла башлағас, улар бер-береһенә һырынып бышҡырынып, ҡалтыранып торалар. Улар ҙа ҡурҡа беләләр. “Рама” беҙҙе һиҙмәне шикелле, бер аҙҙан “мессершмид” самолеты аҫтан ғына, ағастарға тейә яҙып бер нисә ҡабат осоп үтте. Саперҙар эңер төшөү менән күпер һалырға кереште. Беҙҙекеләр артподготовка башланы. Бөтә төр орудиелар ерҙе дер һелкетеп ата. Немецтар ҙа беҙҙең яҡҡа ята, ер дер һелкенә. Атыш барған ваҡытта күпер төҙөүселәр һыу эсендә ҡайнаша. Артподготовка сәғәт ярымдай барғандыр, уғаса булмай немецтар яғынан “ура” тигән тауыштар ишетелә башланы. Баҡтиһәң, немец тылынан 11-се десант бригадаһы һөжүм иткән. Улар Ковпактың партизандары менән тылдан һөжүм итеп, беҙгә Днепрҙы форсировать итеүҙә бик ҙур ярҙам күрһәттеләр. Күп юғалтыуһыҙ Днепрҙы аша сыҡтыҡ. Десантниктар менән Ковпак партизандары булмаһа, Днепрҙы сыға алмаҫ инек. Сыҡһаҡ та, яр буйында ҡырылып бөткән булыр инек. Немецтар беҙгә ҡаршы ныҡ әҙерләнгәндәр, танкыларға ҡаршы тәрән окоптар, траншеялар ҡаҙылған. Окоптарҙы шул тиклем оҫта ҡаҙғандар, Днепр йылғаһы буйының йырылмаған ере юҡ ине. Танкыға ҡаршы йырымды (ров) үткәс, бер ҡалҡыулыҡта немецтар 14 танкының үҙйөрөшлө төҙөк орудиеларын ташлап ҡалдырған.

Наши рекомендации