Рограмманың педагогик (методик) нигеҙҙәре.

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

- өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы билдәләре буйынса классификациялау,дөйөмләштереү;

- предметтарзың, төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

- предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекереңде әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

- уҡыусыларға әхлаҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

- уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

- башҡорт теле системаһының бөтөн кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик,синтаксик,стилистик,пунктуацион) иҫәпкә алыу,
практик файҙаланыу;

- телмәр эшмәкәрлегенең бөтөн төрҙәре өҫтөндә эшләү;

бүтән телдәрҙең башҡортса һөйләү һәм яҙыу телмәренә йоғонтоһын иҫәпкә алыу;

- башҡорт теленә балаларҙы уҙҙәре һөйләшкән телгә нигеҙләнеп өйрәтеү;

- предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләп өйрәнеү.

Уҡыусыларҙың предметты үҙләштереү кимәленә талаптар.

1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү;

2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү;

- тәҡдим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

- 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- эпик, лирик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

- уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

- диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

- һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

- диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

- өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

- һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).

- үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тоташ дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Уҡыу тематик планы

Бүлек исеме Уҡыу, уҡып белеүгә төп талаптар сәғ Шул иҫәптән: Үҙ аллы эш
теоретик Ижади эштәр Контроль эш
  Мәктәп - белем шишмәһе -     3 сәғәт        
  Халыҡ ижады - халыҡ хазинаһы-   4 сәғәт        
  Көҙ- хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле Һөйләмдең баш киҫәктәре- 4 сәғәт            
  Көҙ- хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле Һөйләмдең баш киҫәктәре- 4 сәғәт            
  · Башҡортостан – алтын бишек - 2 сәғәт              
               
               

8 класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яңы стандарт талаптары буйынса эш программаһы.

    Дәрестең темаһы Сәғәт һаны Үткәреү ваҡыты     Күргәҙмәлек     Уҡыусының эшмәкәрлеге     Иҫкәрмә
Календарь буйынса Фактик
1 сирек - 16 сәғәт. Мәктәп – белем шишмәһе. Ябай һөйләм синтаксисы – 3 сәғәт.
1. С. Әлибай. Мәктәп юлы. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. 3.09   С.Әлибайҙың портреты, шиғырҙар, йырҙар. Тасуири уҡыу, мәктәп ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм тураһында иҫкә төшөрөү  
       
2. Н. Мусин. Һабаҡ. Һүҙбәйләнештәр. 5.09   Н.Мусиндың портреты, хикәйәгә тап килгән картиналар, иллюстрациялар, фонохрестоматия Әҫәрҙең идеяһын асыҡлау, жанрын билдәләү, план төҙөү, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү  
3. Р.Тимершин. Уйлап табыусы. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы. 10.09   Р.Тимершиндың портреты, китаптары, дәреслек Хикәйәгә план төҙөү, һүҙбәйләнештәрҙең яһалыу юлдарын билдәләү  
Халыҡ ижады - халыҡ хазинаһы- 4 сәғәт
4. Ике сәсән. Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре. 12.09   Башҡорт халыҡ ижады йыйынтыҡтары Һорауҙарға яуап биреү, күнегеүҙәр эшләү  
5. Сура батыр. Башҡарылыу. 17.09   Башҡорт халыҡ ижады йыйынтыҡтары Сәсәндәр тураһында фекер алышыу, күнегеүҙәр эшләү  
6. Кластан тыш уҡыу. Һөйкәлеү. 19.09   Кластан тыш уҡыу китабы, «Башҡорт халыҡ ижады» Сәсәндәр тураһында өҫтәлмә мәғлүмәттәр алыу  
7. Күрмә диктант. Һандуғас. 24.09     Күсереп яҙыу  
  Көҙ- хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле Һөйләмдең баш киҫәктәре- 4 сәғәт
8. З. Биишева. Көҙгө ямғыр. Х.Назар. Көҙгө көн. Эйә менән хәбәр.     26.09   З.Биишеваның портреты, китаптары, көҙгө тәбиғәтте сағылдырған һүрәттәр,электрон дәреслек 5- 9 синыфтар өсөн. Тасуири уҡыу,шиғырҙа сағыштырыу, һүрәтләү, метафораларҙы табыу, эйә һәм хәбәрҙе табыу  
9. Р. Ханнанов.Икмәк ҡәҙере. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. 1.10   Р.Ханнановтың китаптары күргәҙмәһе, икмәк, башаҡ һүрәттәре, дәреслек Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, анализлау  
10. Р.Өмөтбаев. Әмир баҫыуы. Художестволы әҫәрҙең композицияһы. 3.10   Р.Өмөтбаевтың портреты, китаптары күргәҙмәһе Хикәйәне өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, һөйләмдәр күсереп яҙыу  
11. Инша. «Һәр бер өйҙә һәр саҡ икмәк булһын, Аңҡып торһон икмәк еҫтәре». Р. Шәкүр. 8.10     Икмәк тураһында инша өлгөләре, шиғыр китаптары Инша яҙыу  
Башҡортостан – алтын бишек. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре- 2 сәғәт.
12. А. Игебаев. Башҡортостан- илгенәм. А.Игебаев. Башҡортостан. Аныҡлаусы. 10.10   А.Игебаевтың портеты, шиғырҙар йыйынтығы, һүҙлек Шиғырҙарҙың тематикаһын . идеяһын билдәләү, аныҡлаусыларҙы табыу  
13. К.Кинйәбулатова. Дуҫлыҡ төйәге. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар. 17.10   И.Кинйәбулатовтың портреты, китаптары күргәҙмәһе, дәреслек, таблица Тасуири уҡыу, тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусыларҙы табыу    
Салауат батыр ир ине - 4 сәғәт.
14. Салауат батыр. Ф.Күзбәков. Яу ораны бит һин, Салауат! Өҫтәлмәлек. 22.10   С.Юлаев тураһында китаптар, плакаттар Тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү,күнегеүҙәр эшләү  
Контроль диктант.Яугир менән ат. 24.10   Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы.191- се бит .5-9 кластар өсөн. Х.А.Толомбаев,С.В.Атнағолова Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү, диктант яҙыу  
16. Ф.Рәхимғолова.Салауат. Т.Дәүләтбирҙина. Салауат рухы. Тултырыусы.Тура һәм ситләтелгән тултырыусылар 29.10   Шағирҙарҙың тормошо һәм ижады тураһында плакат, таблица Шиғырҙы тасуири уҡыу, һорауҙарға яуап биреү тура һәм ситләтелгән тултырыусыларҙы табыу  
2-се сирек - 14 сәғәт  
17. Я. Хамматов. Салауат. Урын хәле. Ваҡыт хәле. 7.11   Дәреслек, һүҙлек Хаталарҙы төҙәтеү, һүҙлектән ҡағиҙәгә тап килгән һүҙҙәр табып яҙыу  
Ҡыш- 6 сәғәт
      Я. Хамматов. Салауат. Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре. Рәүеш хәле.   12.11   Яҙыусының портреты, китаптары күргәҙмәһе. Иллюстрациялар, картиналар, дәреслек, таблицалар   Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, әңгәмә алымы менән анализлау    
  19.   Ш.Бабич. Ҡышҡы юлда. М. Ғәйфуллина. Ҡыш моңдары. Урын хәле. Ваҡыт хәле.   14.11   Ш.Бабичтың портреты, китаптары, буклеттар, тормошо һәи ижады буйынса слайд-шоу, ҡышты сағылдырған һүрәттәр   Тасуири уҡыу, ҡыш темаһына урын, ваҡыт хәлдәрен ҡулланып хикәйә төҙөү  
20. Б.Рафиҡов. Бүреләр. Маҡсат хәле.Сәбәп хәле. 19.11   Б.Рафиҡовтың портреты, тормошо һәм ижадына арналған слайд-шоу, китаптары күргәҙмәһе, бүреләр һүрәте, таблица Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү,һорау-яуап алымы менән хикәйәне анализлау, маҡсат, сәбәп хәлдәрен билдәләү  
21. Б.Рафиҡов. Бүреләр. Шарт хәле. 21.11   Б.Рафиҡовтың портреты,бүреләр һүрәте Хикәйәне өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, шарт хәлдәрен билдәләү  
22. И.Теләүембәтов.Маралым таңы. Кире хәл. 26.11   И.Теләүембәтовтың портреты, марал төшөрөлгән һүрәттәр, дәреслек Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, план буйынса йөкмәткеһен һөйләү, кире хәлдәрҙе билдәләү  
23. Изложение. Дуҫлыҡ. 28.11   Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы.М.Ғ.Ғималова,С.М.Рәхимова 5-9 кластар өсөн. Уҡытыусы уҡыған текстың йөкмәткеһен һөйләү, план төҙөү  
Данлы йылдар, шанлы йылдар – 10 сәғәт.  
24. М.Кәрим. Үлмәҫбай. Лиро-эпик поэмаларҙың үҙенсәлектәре. 3.12   М.Кәримдең портреты, китаптары күргәҙмәһе , электрон дәреслек 5-11 кластар өсөн Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һорауҙарға яуап биреү ,мәҡәл-әйтемдәрҙе яҙып алыу  
25.   М.Кәрим. Үлмәҫбай. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. 5.12   М.Кәримдең портреты, китаптары күргәҙмәһе , эл. дәреслек Һорауҙарға яуап биреү, тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе табыу, яҙып алыу  
  26. Н.Ғәлимов. Яуҙан ҡайтҡан ҡурай. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре. 10.12   Дәреслек, таблицалар Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, һорауҙарға яуап биреү,өлөштәргә бүлеү, исем биреү  
27. Р.Өмөтбаев. Башҡорттар китте һуғышҡа. Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр 12.12   Р.Өмөтбаевтың портреты, дәреслек Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү,тарихи шәхестәр тураһында фекер алышыу, күнегеүҙәр эшләү  
28. Р.Өмөтбаев. Башҡорттар китте һуғышҡа. «Тиң киҫәкле һөйләмдәр» темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 17.12   Р.Өмөтбаевтың портреты, дәреслек, башҡортса-русса һүҙлек Образдарға характеристика биреү, күнегеүҙәр эшләү, күрмә диктант  
29. Контроль диктант.Телдән төшмәҫ. 19.12   Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы.202-се бит.5-9 кластар өсөнХ.А.Толомбаев,С.В.Атнағолова Диктант яҙыу  
30. Р.Өмөтбаев. Башҡорттар китте һуғышҡа. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.     26.12   Р.Өмөтбаевтың портреты, һөйләм төрҙәре Төркөмдәргә бүленеп эшләү: өлөштәргә бүлеү, исем биреү, план төҙөү,күнегеүҙәр эшләү  
3-сө сирек- 21 сәғәт
31. Кластан тыш уҡыу. Бер составлы һөйләмдәр. 14.01   Кластан тыш уҡыу китабы, таблицалар Генерал Кусимов тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәр табыу  
32. Р.Өмөтбаев. Башҡорттар китте һуғышҡа. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр     16.01   Р.Өмөтбаевтың портреты, һөйләм төрҙәре Һорауҙарға яуап биреү, әҫәргә ҡарата үҙ фекереңде әйтеү  
33. Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Башҡортостандың данлы улдары. 21.01   Гәзит- журналдарҙан материалдар Хаталарҙы табыу, төҙәтеү,Һөйләм телмәрен үҫтереү  
Әсәйем – күңел ҡояшым Ике һәм бер составлы һөйләмдәр- 6 сәғәт
34. Ш.Бикҡол. Әсәйемдең кәңәштәре. Ике составлы һөйләмдәр. 23.01   Ш.Бикҡолдоң портреты, китаптары күргәҙмәһе, таблицалар Шиғырҙы тасуири уҡыу, идея-тематикаһын билдәләү, оҡшаған куплетты яҙып алыу, ике составлы һөйләмдәрҙе табыу  
35. Т. Ғиниәтуллин. Әсә һәм бала. Бер составлы һөйләмдәр. 28.01   Т.Ғиниәтуллиндың портреты, китаптары күргәҙмәһе, һүҙлек, тормош һәм ижады тураһында слайд-шоу Әҫәрҙе әңгәмә методы менән анализлау, мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, бер составлы һөйләмдәрҙе табып яҙыу  
36. Т. Ғиниәтуллин. Әсә һәм бала. Билдәле һәм билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр. 30.01   Т.Ғиниәтуллиндың портреты, китаптары күргәҙмәһе, һүҙлек, тормош һәм ижады тураһында слайд-шоу Әҫәрҙең жанрын , идея-тематикаһын билдәләү,билдәле һәм билдәһеҙ эйә һөйләмдәрҙе табыу  
37. Кластан тыш уҡыу. Әсәйҙәр - иң ғәзиз кешеләр. Эйәһеҙ һөйләм. Атама һөйләмдәр. 4.02   Кластан тыш уҡыу китабы Эйәһеҙ, атама һөйләмдәр ҡулланып әсәйҙәргә бағышланған хикәйә төҙөү, һөйләмдәр күсереп яҙыу  
38. Яҙма телмәр үҫтереү. «Ил йәшәй әсәйҙәр менән, Беләйек ҡәҙерҙәрен». Тулы һәм кәм һөйләмдәр. 6.02   Әсәйҙәргә бағышланған шиғырҙар, йырҙар, дәреслек Хикәйә яҙыу  
Әҙәп барҙа – иман бар Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре – 4 сәғәт
39. Х.Назар. Өс һүҙ. Айырымланыу тураһында төшөнсә. 11.02   Х.Назарҙың портреты, китаптары күргәҙмәһе Шиғырҙы тасуири уҡыу ер, тел , иман тураһында әңгәмә үткәреү, күнегеүҙәр эшләү  
40. М.Ямалетдинов. Иман. Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы. 13.02   М.Ямалетдиновтың портреты, хикәйәләре йыйынтығы, «Ҡөръән» китабы Ислам дине тураһында фекер алышыу, хикәйәне анализлау  
41. З.Ғәлимов. Ялан сәскәләре. Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы. 18.02   З.Ғәлимовтың портреты, сәскәләр һүрәте,гербарий «Сәскәләр» темаһына кроссворд төҙөү, һүрәттәр бәйгеһе үткәреү, һорауҙарға яуап биреү  
42. Яҙма телмәр үҫтереү. «Сәскәләр – тәбиғәт биҙәге». 20.02   Сәскәләр тураһында шиғырҙар, йырҙар Инша яҙыу  
Шаулап – гөрләп яҙ килә – 4 сәғәт
43. Р.Ғарипов. Яҙғы йыр. Хәл әйтемдәре һәм уларҙың айырымланыуы. 25.02     Р.Ғариповтың портреты, яҙғы тәбиғәтте сағылдырған һүрәттәр, карточкалар   Шиғырҙы тасуири уҡыу ярышы ойоштороу, күнегеүҙәр эшләү  
44. З.Ураҡсин. Алмағас. Сәскә ғүмере. Хәл әйтемдәре һәм уларҙың айырымланыуы. 27.02   З. Ураҡсиндың портреты, хикәйәләре йыйынтығы, таблицалар Хикәйәләргә әңгәмә алымы менән анализ эшләү,  
45. Р.Сафин. Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе. «Һөйләмдең айрымланған эйәрсән киҫәктәре» темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 4.03   Р.Сафиндың портреты, китаптары йыйынтығы, тормошо һәм ижадына арналған слайд-шоу Әҫәрҙе сәхнәләштереү, инценировкалау, күнегеүҙәр эшләү, аңлатмалы диктант  
46. Телмәр үҫтереү дәресе. Изложение. Башҡорттар китте һуғышҡа. 6.03   Методик ҡулланма Изложение яҙыу  
Ай Уралым, Уралым! Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр- 8 сәғәт
47. Ҡ. Аралбай. Ер тураһында ете һүҙ. Өндәш һүҙҙәр. 11.03   Ҡ.Аралбайҙың портреты, китаптары күргәҙмәһе, ҡара тупраҡ Тасуири уҡыу, идеяһын асыҡлау, һүҙлек диктанты  
48-49. Б.Бикбай. Ер. Өндәш һүҙҙәр эргәһендә тыныш билдәләре. 13.03   Б. Бикбайҙың портреты, китаптары күргәҙмәһе, эл.дәреслек Поэманы тулыһынса уҡыу, Ҡараһаҡал, Батырша .Салауат тураһында әңгәмә  
Контроль диктант.Болон сәскәләре. 18.03   Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы.197-се бит.5-9 кластар өсөнХ.А.Толомбаев,С.В.Атнағолова Диктант яҙыу  
  Ж.Кейекбаев. Урал тураһында ҡобайыр. Инеш һүҙҙәр һәм инеш һөйләмдәр. 20.03   Ж.Кейекбаевтың биографияһы буйынса хронологик таблица, портреты, һүҙлек,Урал тәбиғәте сағылдырылған һүрәттәр, картиналар Өлөштәргә бүлеү, комментарийлы- строфалы анализ, инеш һүҙҙәр һәм инеш һөйләмдәрҙе билдәләү  
  4 – се сирек- 17 сәғәт  
Н. Мусин.Һуңғы солоҡ. Тура һәм ситләтелгән телмәр. 1.04   Н.Мусиндың портреты,электрон дәреслек 5-11 кластар өсөн таблицала Хикәйәне өлөштәргә бүлеү,план төҙөү , образдарға характеристика  
53. Н. Мусин.Һуңғы солоҡ. Тура һәм ситләтелгән телмәр. 3.04   Н.Мусиндың портреты,электрон дәреслек 5-11 кластар өсөн таблицалар Хикәйәне өлөштәргә бүлеү,план төҙөү , образдарға характеристика  
54. М.Уразаев. Еҙ ҡурай. Диалог. 8.04   Ҡурай , дәреслек Ҡурай, Урал образдарын сағылдырып кескәй инша яҙыу, Урал тураһында йыр, ҡобайырҙар тыңлау  
Йәй- 14 сәғәт
  55.   Ф.Рәхимғолова. Бал ҡорто һәм күбәләк. Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.   10.04     Ф.Рәхимғолованың портреты, китаптары күргәҙмәһе, бал ҡорто, күбәләк һүрәттәре, аңлатмалы һүҙлектәр   Шиғырҙы тасуири уҡыу, төп алымдарын билдәләү коментарийлы-строфалы анализ, күнегеүҙәр эшләү  
56. А. Йәғәфәрова. Кескәй шишмә. «Һүҙбәйләнештәр» темаһын ҡабатлау. 15.04   А.Йәғәфәрованың портреты, китаптары, карточкалар, һүҙлектәр Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, шишмәнең тәбиғәткә булған файҙаһын асыҡлау  
57. Кластан тыш уҡыу. А. Йәғәфәрова ижады. 17.04   Кластан тыш уҡыу китабы, А.Йәғәфәрованың китаптары Яҙыусының хикәйәләре буйынса һүрәттәр төшөрөү, һүҙлек диктанты  
58. Ш.Янбаев.Дегәнәк. «Һөйләмдең баш киҫәктәре» темаһын ҡабатлау. 22.04   Ш.Янбаевтың портреты, дегәнәк һүрәте, яҙыусының тормошо һәм ижады буйынса слайд-шоу Әҫәрҙең темаһын , унда күтәрелгән проблемаларҙы асыҡлау,геройҙарға характеристика биреү, күнегеүҙәр эшләү  
59. Р. Солтангәрәев. Һуңғы һунар. «Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре» темаһын ҡабатлау. 24.04   Р.Солтангәрәевтың портреты, электрон дәреслек 5-11 кластар өсөн, карточкалар Әҫәрҙе анализлау, «Тәбиғәт һәм кеше» тигән темаға әңгәмә ойоштороу, күнегеүҙәр эшләү  
60. Р. Солтангәрәев . Һуңғы һунар. Һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау күнегеүҙәре. 29.04   Р.Солтангәрәевтың портреты, китаптары,таблицалар Әҫәрҙе өлөштәргә бүлеү, исем биреү, геройҙарға характеристика биреү  
61. Р. Солтангәрәев ижады буйынса кластан тыш уҡыу. 6.05   Р.Солтангәрәевтың портреты Р.Солтангәрәевтың китаптары буйынса әңгәмә ойоштороу, яңы әҫәрҙәрен анализлау,  
62. Ә. Хәмәтдинова .Йәшел дарыухана. Уҡыу йылында башҡорт теле буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау күнегеүҙәре. 8.05   Дәреслек, гербарий,дәреслек Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, шифалы үҫемлектәр тураһында фекер алышыу  
63. Яҙма телмәр үҫтереү. Шифалы үҫемлектәр». 13.05   Дарыу үләндәре тураһында шиғырҙар Инша языу  
64. Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙе, әҙәбиәт теорияһын ҡабатлау. 15.05   Кластан тыш уҡыу китабы, Дәреслектә бирелгән әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү  
65. Контроль диктант.Әйле ырыуы. 20.05   Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы.211-се бит.5-9 кластар өсөн.Х.А.Толомбаев,С.В.Атнағолова Диктант яҙыу  
66. Хаталар өҫтөндә эш. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. (Протокол төҙөү) 22.05   Протокол өлгөләре Протокол яҙыу  
67. 4- се сиректә үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 27.05        
68. 8-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау дәресе 29.05        
               
                               

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылған. Йөкмәткеһендә нигеҙҙә идея-тематик һәм жанр принцибы һаҡланған. Был кластарҙа фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ, хеҙмәт темаларына арналған , балаларға төплө белем бирерҙәй , милли аң уятырҙай иң күренекле әҫәрҙәре алынған.

Әҫәрҙәр 8-се класта 12 тематик төркөмгә бүленгән:

· Мәктәп - белем шишмәһе - 3 сәғәт

С.Әлибай. Мәктәп юлы». Н.Мусин. «Һабаҡ».

Шиғырҙарҙа мәктәп тормошо менән мәктәп юлының бәйләнеше ,әҫәрҙәрҙә балаларҙың йәйге каникулдағы эштәренең һүрәтләнеше.

Н.Мусин. «Һабаҡ». Хикәйәлә юмор аша кәмселекте фашлау.

Һүҙбәйләнештәр, уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө. Ҡушма һүҙ һәм һүҙбәйләнеш, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы.

Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше: теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш, уларҙы барлыҡҡа килтереүсе саралар.

· Халыҡ ижады-халыҡ хазинаһы – 4 сәғәт

«Ике сәсән», «Сура батыр» ҡобайырҙарының идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарын асыу.

Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

· Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле -4 сәғәт

«Көҙгө ямғыр», «Көҙгө көн» шиғырҙарында көҙгө моңһоу тәбиғәттең һүрәтләнеше.

Һөйләмәдең баш киҫәктәре.

Эйә менән хәбәр. Эйәнең төп билдәләре һәм грамматик бирелеше, составы. Эйә менән хәбәрҙең килеү урыны. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Р.Ханнанов. «Икмәк ҡәҙере».Әҫәрҙә көҙгө ураҡ, игенсе хеҙмәтенең һүрәтләнеше.

Р.Өмөтбаев. «Әмир баҫыуы». Ябай халыҡтың һуғыш йылдарындағы фиҙәҡәр хеҙмәте. Тыл менән фронттың берҙәмлеге. Бригадир Әмирҙең кешелеклелеге, НКВД кешеләренең аяуһыҙлығы.

· Башҡортостан – алтын бишек - 2 сәғәт

А.Игебаев. «Башҡортостан – илгенәм», «Башҡортостан», И.Кинйәбулатов «Дуҫлыҡ төйәге» шиғырҙарында Башҡортостан, Тыуған ер образдары. Башҡортостандың данлы тарихы.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

Аныҡлаусылар, уларҙың бирелеше, һөйләмдә исем менән белдерелгән киҫәккә ҡарауы.

Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар.

Тиң булмаған аныҡлаусыларҙың предметтарҙы, заттарҙы төрлө яҡтан асыҡлауы, өҫтәлмәлектәр, уларҙың үҙенсәлектәре.

· Салауат батыр ир ине - 4 сәғәт

«Салауат батыр» ҡобайыры, Ф. Күзбәков. «Яу ораны бит һин, Салауат!», Ф. Рәхимғолова . «Салауат», Т.Дәүләтбирҙина. «Салауат рухы». Шиғырҙарҙа башҡорт халҡының милли батыры Салауат рухының сағылышы. Илен, халҡын һөйөүсе, ирек өсөн көрәшеүсе Салауат образы.

Я.Хамматов. «Салауат» романы. Әҫәрҙә Салауат образында йыр-моңға, тәбиғәткә ғашиҡ, көслө , батыр үҫмерҙең һүрәтләнеше. Тарихи осорға характеристика.

Урын хәле. Ваҡыт хәле. Уларҙың телмәрҙәге роле.

· Ҡыш – 6 сәғәт

Ш.Бабич. «Ҡышҡы юлда», М.Ғәйфуллина «Ҡыш моңдары». Ҡышҡы тәбиғәттең һүрәтләнеше. Шиғырҙарҙы тасуири уҡып, ҡышты тасуирлау сараларын асыҡлау.

Маҡсат хәле. Сәбәп хәле.

Б.Рафиҡов. «Бүреләр».Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү.Бер ғаиләнең тормошо аша һуғыш йылындағы аслыҡтың, ауыр томоштоң һүрәтләнеше.

И.Теләүембәтов. «Маралым таңы». Әҫәрҙә кейектәрҙең ҡышҡы көнитмешенең һүрәтләнеше. Кешеләрҙең тәбиғәткә мөнәсәбәте.

Шарт хәле. Кире хәл.
Хәлдәрҙең мәғәнәләре, Үҙҙәре эйәргән һүҙҙәргә бәйләнеү саралары, бирелеше.

Күләм-дәрәжә хәле.

· Данлы йылдар, шанлы йылдар - 10 сәғәт

М.Кәрим. «Үлмәҫбай» поэмаһы. Үлмәҫбай, Теребай образдары аша Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы башҡорт яугирҙарының батырлыҡтарын һүрәтләү.

Ябай һөйләм синтаксисы.

Н.Ғәлимов. «Яуҙан ҡайтҡан ҡурай». Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. План төҙөп һөйләргә өйрәнеү.
Р.Өмөтбаев. «Генерал Кусимов» әҫәренән өҙөк.Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт атлыларының ҡаһарманлығын асыҡлау.

Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

Тиң киҫәктәр тураһында төшөнсә, уларҙың һөйләмдә бер үк һүҙгә ҡарауы, бер һорауға яуап булыуы.

Тиң киҫәктәрҙе бәйләүсе теркәүестәр.

Тиң киҫәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.

· Әсәйем- күңел ҡояшым – 5 сәғәт

Ш.Бикҡол. «Әсәйемдең кәңәштәре».
Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

Т.Ғиниәтуллин. «Әсә һәм бала». Әҫәрҙә әсә һәм бала образдары, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенең сағылышы.

Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре.

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

· Әҙәп барҙа - иман бар - 4 сәғәт

Х.Назар. «Өс һүҙ». Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, төп идеяһын асыҡлау.

Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

Айырымланыу тураһында төшөнсә. Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы.

М.Ямалетдинов. «Иман». Хикәйәнең идея- тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

З.Ғәлимов. «Ялан сәскәләре». Әҫәрҙә атай һәм улдың мөнәсәбәте. Атай үрнәге, уның менән ғорурланыу, татыу ғаилә мөнәсәбәттәрен күрһәтеү.

· Шаулап - гөрләп яҙ килә- 4 сәғәт

Р.Ғарипов. «Яҙғы йыр». Шиғырҙа тәбиғәттең йәнләнеүен һүрәтләгән сараларҙы асыҡлау.

Айырымланған эйәрсән киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.

З.Ураҡсин. «Алмағас», «Сәскә ғүмере». Хикәйәләрҙә кешенең тәбиғәткә мөнәсәбәте.

Хәлдәрҙең айырымланыуы. Хәл әйтемдәре.

Р,Сафин. «Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе». Шиғырҙа һуғыштан һуңғы ауыр осорҙоң һүрәтләнеүе.

· Ай Уралым, Уралым! – 8 сәғәт

Ҡ. Аралбай. «Ер тураһында ете һүҙ». Б.Бикбай, «Ер». Шиғыр һәм поэманан өҙөктә ерҙе һаҡлау, ер өсөн көрәш проблемаларының сағылышы.

Һөйләм киҫәктәре менән бәйләнеше булмаған һүҙҙәр.

Өндәш һүҙҙәр һәм улар эргәһендә тыныш билдәләре.

Ж.Кейекбаев «Урал тураһында ҡобайыр».

Уралдың сал тарихының һүрәтләнеше, ер ,азатлыҡ , көрәш темаларының сағылышы.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр. Инеш һөйләмдәр.

Н.Мусин. «Һуңғы солоҡ»романынан өҙөк.

М.Уразаев. «Еҙ ҡурай». Яуҙа башын һалған яугир иҫтәлеге булараҡ ҡурай образы.

Тура һәм ситләтелгән телмәр тураһында төшөнсә.

Тура телмәр эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

· Йәй – 14 сәғәт

Ф.Рәхимғолова. «Бал ҡорто һәм күбәләк». Башҡорт балы тураһында әңгәмә ойоштороу.

А.Йәғәфәрова. « Кескәй шишмә». План төҙөп һөйләргә өйрәнеү.

Ш.Янбаев. «Дегәнәк». Кеше тормошонда үҫемлектәрҙең әһәмиәте. Ашарға яраҡлы һәм яраҡһыҙ үҫемлектәр тураһында әңгәмә.

Р.Солтангәрәев. «һуңғы һунар». Нәфселек һәм намыҫлылыҡ проблемалары. Дункандың тоғро дуҫ булыуы.

Ә.Хәмәтдинова. « Йәшел дарыухана». Әҫәрҙә һүрәтләнгән үләндәрҙең шифаһын асыҡлау.

8 –се класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә төп талаптар:

Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын ,исемен,мәғәнәһен;

-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы һәм геройҙарын;

- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең төп темаһын;

-драматик һәм лиро-эпик әҫәрҙәрҙең характерлы үҙенсәлектәрен;

-ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстарын.

-өйрәнелгән һүҙҙәрҙең тәржемәһен белергә йәки һүҙлектәрҙән табырға;

-Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен;эйә менән хәбәрҙе билдәләүҙе;ике составлы,бер составлы,кәм һөйләм,тыныш билдәләренең принциптарын;

-айырымланған эйәрсән киҫәкле ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылыу ҡағиҙәләрен,эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡулланыу;һөйләмдәрҙә инеш һүҙ,инеш һүҙбәйләнеш,инеш һөйләм,ымлыҡ булғанда тыныш билдәләренең ҡуйылышы;тура һәм ситләтелгән телмәре,цитаталы һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Күнекмәләр:

-яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

-өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

-әҫәр геройҙарын ҡылыҡһырлай,бер-береһе менән сағыштыра белеү;

-телдең ҡайһы бер һүрәтләү сараларын билдәләй белеү;

-эпик һәм лирик ,лиро-эпик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

-художестволы,фәнни,публицистик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

Наши рекомендации