Рус фольклорсылары һәм тарихсылары
(18-19 быуаттар)
ХVIII-ХIХ быуаттарҙа ҙур ғына төркөм рус яҙыусылыры, ғалимдары, этнографтары, фольклорсылары башҡорттарҙың тарихына, мәҙәниәтенә, ижадына иғтибар итәләр һәм яҙып сығалар. Шуларҙың береһе, Ватсен фамилиялы билдәһеҙ рус кешеһе, 1734 йылда уҡ ,,Санкт - Петербургские ведомости“ газетаһында (№ 8, 11, 15, 18) ,,Ҡырғыҙ һәм башҡорт халыҡтары хаҡында хәбәрҙәр“ тигәнмәҡәләһенбаҫтырыпсығара.
Башҡорттарҙың яу яланындағы батырлыҡтарына ул һоҡланып былай тип яҙа: ,, На баталии содержат они себя очень храбро и служат они большей частью на лошадях, а пехотою почти никогда.”
Рәсәй тарихы һәм этнографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе, танылған тарихсы Татищев Василий Никитич (1686 - 1750) башҡорттар араһында йәшәгән осоронда уларҙың ғөрөф- ғәҙәттәрен , йолаларын өйрәнергә тырыша. Күп томлыҡ ,,Рәсәй тарихы“ тигән китабында ул ҡыҙ урлауға бәйле ҡыҙыҡлы материалды килтергән. (В. Н. Татищев. История Российская. В семи томах. Том 1, М. - Л. 1962, с. 388-389).
Рычков Петр Иванович (1712 - 1777) - иҡдисадсы, тарихсы, географ, билдәле натуралист, шулай уҡ Петербург Фәндәр Академиһының беренсе ағза - корреспонденты, коллегия советнигы.
Башҡортостанға 1734 йылда, Ырымбур экспедицияһында бухгалтер булараҡ, килгән. Алтмышҡа яҡын ғилми хеҙмәте билдәле, шул иҫәптән ,,Ырымбур губернаһы топографияһы,“ Башҡортостан тарихы буйынса мөһим ғилми эштәр авторы. Төбәктең файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарын, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын, башҡорттарҙың хужалығын һәм көнкүрешен тасуирләп яҙған. ,,Топографияны“ яҙып бөткәс тә хеҙмәтен Петербург Фәндәр Академияһына ебәрә, улары баҫманы М. В. Ломоносовҡа тапшырып, ,,етешһеҙлектәрен“ күрһәтеүҙе үтенәләр. Ломоносовҡа ҡулъяҙманың йөкмәткеһе бик оҡшай, ул ыңғай рецензия бирә һәм баҫтырып сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша, ярҙам итә. китаптың ,,Ырымбур губернаһы топография” һынын икенсе өлөшөндөге 11-нсе бүлеге ,,Өфө ҡалаһы һәм бәтә Өфө провинцияһы тураһында“ тип атала һәм унда башҡорттарҙың тарихы, этногенезы яҡтыртыла.
Рычков П.И. 1760 йылдың ғинуарында Бөрйән олоҫондағы Шүлгәнташ мәмерйәһенә барып ҡарап, был турала мәҡәлә яҙып сығара. Уны ,,Описание пещеры, находящийся в Оренбургской губернии, при реке Белой, которая из всех пещер, в Башкирии находящихся, за славную и наибольшую почитается” тип оҙон исем менән атай.
Баймаҡ ерҙәрендә йөрөгәндә ҡаҙылма байлыҡтары менән ҡыҙыҡһына, Талҡаҫ күле эргәһендә ҡаты алебастр таба, бөрйән ҡорттары менән ҡыҙыҡһынып, улар тураһында ҡыҙыҡлы материал яҙа. 65 йәшендә Рычковты ,,Екатеринбург заводтарының баш командиры “ итеп тәғәйенләйҙәр һәм ул ошо ҡалаға күсеп килә. Әммә яңы урында оҙаҡ эшләргә тара килмәй, 1777 йылдың октябрендә донъя ҡуя. Бөгөлмәнән 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан Спасск ауылында ерләнә.
ХVIII быуаттың икенсе яртыһында Рәсәй Фәндәр Академияһы ил буйлап бер - нисә ғилми экспедиция ойоштора. Атаҡлы ғалим Лепехин Иван Иванович ( 1740 - 1802 ) етәкселегендәге экспедиция Башҡортостан аша үтә һәм һөҙөмтәлә башҡорттарҙың тарихы, тормош - көнкүреше, йолалары, ғөрөф - ғәҙәте, тәбиғи байлыҡтары, хайуандар донъяһы, географияһы тураһында бик бай материал туплана (1768 - 1772).
Лепехин экспедицияһы юлы Өфө - Табын - Торатау - Ҡыҙыл мәсет - Сибәркүл - Кәҫле заводтары аша үткән, хәҙерге Баймаҡ, Йылайыр, Бөрйән райондары ерҙәрен арҡырыға - буйға үткән. Бөрйән ырыуының старшинаһы Төркмәндә ҡунаҡта булып китеүен, ҡунаҡ ҡабул итеү ғөрөф - ғәҙәттәрен иғтибар менән ҡарап ултыра һәм шунда уҡ яҙып та ала. Һуңыраҡ И. И. Лепехиндың ,,Сәйәхәттең көндәлек яҙмалары” исемле дүрт томлыҡ хеҙмәте баҫылып сыға.
Башҡортостан буйлап тағы бер экспедиция 1770 йылда Паллас Петр Симон (1741 - 1811) етәкселегендә булып үтә. Ул ,,Рәсәй дәүләтенең төрлө урындарына сәйәхәт“ тигәнөстомлыҡхеҙмәтенбаҫтыра. Унда Курган өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың этник составы, хужалығы, йәшәйеше, тормош - көнкүреше тураһында мәғлүмәттәр бар. Паллас экспедицияһында тағы бер рус этнографы ҡатнаша, үҙ - аллы күҙәтеүҙәр алып бара. Ул - Петербург Фәндәр Академияһы академигы, этнограф һәм сәйәхәтсе Георги Иван Иванович. Милләте буйынса - немец, ысын исем - аты - Иоганн Готлиб. (1729 - 1802). Ошо экспедицияла ҡатнаштырыу өсөн Фәндәр Академияһы тарафынан Германиянан Петербургҡа саҡырыла. Башҡортостан буйынса йөрөп комплекслы эш алып бара.
Экспедициянан һуң ул ,,Рәсәй дәүләтендә йәшәгән барлыҡ халыҡтар һүрәтләмәһе“тигәнхеҙмәт яҙа. Унда туй йолалары, сеңләүҙәр, халыҡ йырҙары , музыка ҡоралдары тураһында аныҡ мәғлүмәттәр бирелгән.
Беляев Тимофей Савельевич (1768 - 1864) - башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрен, бигерәк тә эпик хикәйәттәрҙе рус теленә тәржемә итеп баҫтырып сығарыу өлкәһендә ҙур тырышлыҡ һалған яҙыусы һәм сәсән. Ул хәҙерге Ырымбур өлкәһе Түлгән районы Ташлы ауылында тыуған, шунда белем алған. Оҙаҡ йылдар буйы Николай Иванович Тимашевтың секретары булып хеҙмәт иткән. Тимашев Н. И. Өфө провинция кансәләренең прокуроры, дворяндарҙың губерна предводителе, эре ер биләүсе алпауыт була. Ерҙәрҙе атаһы Иван Лаврентьевич, Ырымбур сик буйы таможняһы директоры булып эшләгән осорҙа, башҡорттарҙан күпләп һатып алған була.Ҡайһы бер яҙыусылар, мәҫәлән, М. Ғ. Рәхимҡолов Т. С. Беляев, үҙенең хужаһы Тимашев кеүек - христиан динен ҡабул иткән һәм суҡындырылған башҡорт, тип һанай.
Беляев - заманына күрә юғары мәғлүмәтле һәм уҡымышлы кеше булғандыр, күрәһең, сөнки яҙыуынан күренеүенсә ул башҡорт халыҡ тарихын, ауыҙ - тел ижадын, йолаларын, тормош - көнкүрешен тәрән белгән әҙип. Яҙыусы башҡорт халҡының ,,Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу,” ,,Алдар һәм Зөһрә“ исемле эпик әҫәрҙәрен яҙып алып, уларҙы руссаға тәржемә иткән. Тәүгеһен 1812 йылда Ҡазанда китап тиеп баҫтырып сығара. Икенсеһенең ҡулъяҙмаһы ,,Мои вечера, сказки башкирские“ тип атала һәм баҫтырылмаған көйө Санкт - Петербургта Салтыков - Щедрин исемендәге китапханала һаҡлана. Был ике хикәйәт береһе икенсеһенең дауамы булып, бер бөтөндө тәшкил итә.
Игнатьев Руф Гаврилович (1818 - 1886) - башҡорт халҡының ижадын өйрәнеү һәм пропагандалау эшенә ҙур өлөш индергән күренекле тарихсы, һәм этнограф, башҡорт музыкаһы фольклорын йыйыусы, крайҙың беренсе архиологы. Оҙаҡ ҡына Өфөлә йәшәгән осорҙа башҡорт тематикаһы менән етди шөғөлләнә.
Игнатьев Руф Гаврилович Мәскәү губернияһында 1818 йылда донъяға килә. Көнсығыш телдәре институтын тамамлай. Төрөк һәм шуға яҡын торған телдәрҙе, шул эстән башҡорт, татар телен, яҡшы белгән. Институттан һуң Париж кансерваторияһына уҡырға инеп, музыкаль белем ала.
Ғалим Башҡортостанға ХIХ быуаттың алтмышынсы йылдарында килә һәм губерна статистик комитетына библиотекарь булып урынлаша. Бына ошо осорҙа Ырымбур һәм Өфө губерналарының археологик карталарын төҙөй. Башҡортостан буйынса ике меңгә яҡын ҡурғандарҙы ҡарап сыға һәм улар тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр бирә. Баймаҡ ерендәге Байыш, Сыңғыҙ, Ҡарағайлы - Үҙән, Ҡолсора ҡурғандарын ҡарап сыға. Мәскәү археология йәмғиәте бөтә был эштәрҙе бик юғары баһалай һәм уны үҙенең член - корреспонденты итеп һайлай.
Руф Гаврилович башҡорт халҡының тарихы, архиологик ҡомартҡылары, ауыҙ - тел ижады хаҡында йөҙәрләгән хеҙмәт авторы. Улар араһында ,,Гора Ашкуль и озеро того же имени,“ ,,Канур буга,” ,,Сказания, сказки и песни,”,,Башкир Салауат Юлаев, пугачевский бригадир, певец и импровизатор“ тип исемләнгән хеҙмәттәре айырыуса әһәмиәтле. Башкир Салават Юлаев тигән хеҙмәтендә батырҙың ете шиғырын руссаға тәржемә итеп урынлаштыра. Ҡыҫҡаса әйткәндә Юлаевтың бер килке шиғырҙарының һаҡланып ҡалыуына тарих Р. Г. Игнатьев менән Ф. Д. Нефедовҡа бурыслы. Уның ,,Миасские золотые промыслы в Оренбургской губернии,” ,, Карасакал, лжехан Башкирии,” ,,Осада города Уфы,” ( эпизод из истории Пугачевского бунта ) ,, Губенский город Уфа,” ,,Взгляд на историю Оренбургского края,” ,,Ногайские валы в Уфимской губернии“ тигән фәнни хеҙмәттәре бөгөн дә кәрәкле һәм актуаль булып ҡала.
Ул Ырымбур крайының беренсе губернаторҙары тураһында киң фактик материал йыйып, монография баҫтырып сығара. Башҡортостан тураһындағы биш йөҙҙән артыҡ фәнни хеҙмәттәре Мәскәүҙә, Петербургта, Өфөлә, Казанда,Ырымбурҙа, Минскиҙа баҫтырылып донъя киңлектәренә сыға.
Руф Гаврилович 1886 йылдың ғинуарында Өфөлә вафат була.
Ошо осорҙағы тағы бер фольклорсы, телсе, мәғрифәтсене атап китмәйенсә булмай. Ул - Бессонов Александр Григорьевич (1848 - 1917). Ул Вятка ҡалаһында руханиҙар ғаиләһендә тыуған.
Рухани белем нигеҙҙәрен атаһы аша ала, халыҡ мәктәбендә уҡый. Артабан Глазово ҡалаһында рухани училище, Вяткала рухани семинария тамамлай. Уҡыған йылдарында үҙ теләге менән татар, башҡорт, удмурт, ҡаҙаҡ, хатта грек, ғәрәп телдәрен өйрәнә. Семинария тамалағас, ул дүрт йыл тирәһе рухани йүнәлештәге училищелә, рус - удмурт мәктәбендә һәм Казанда керәшен - татар мәктәбендә уҡыта. Һуңыраҡ, белемде артабан байытыу маҡсатында, Бессонов Ҡазан рухани мәктәбенә инеп уҡый башлай һәм уны 1877 йылда тамамлай. Ошонан һуң дүрт йыл дауамында Ырымбурҙағы татар уҡытыусылар мәктәбендә, унан һуң Орскиҙә ҡаҙаҡ уҡытыусылар мәктәбендә уҡыта. 90 - ынсы йылдарҙа Урал өлкәһенең ҡаҙаҡ мәктәптәре инспекторы булып эшләй.
Күренеүенсә Александр Григорьевичтың утыҙ йыл ғүмере башҡорт - ҡаҙаҡтар араһында үтә һәм ошо мөмкиглектәр файҙаланып, ул башҡорт телен, халыҡтың ауыҙ - тел ижадын өйрәнеү эшенә ихлас тотона.
Бессонов А, Г, - башҡорт телендәге тәүге әлифбаны төҙөүселәрҙең береһе. Ул 1907 йылда Ҡазанда ,,Букварь для башкир“ исемле китап сығара. Был әлифба рус графикаһы нигеҙендә төҙөлә һәм һәр яҡтан үҙенең камиллығы менән айырылып тора. Унда башҡорт теленең фонетикаһы тулыһынса бирелгән: ә,ө,ү,ҙ,ҫ,һ,ң,ҡ,ғ өндәре өсөн махсус хәрефтәр билдәләнгән. Әлифбалағы өлгөлөр уның башҡорт теленең көнсығыш диалекты нигеҙендә төҙөлгәнен күрһәтә. Мәҫәлән: һаҡтанғанды һаҡтарым тигән хоҙай; көстө мән көрәшмә һ.б.
Әлифбала халыҡ йырҙары үрнәктәре лә бар, русса уҡыу үрнәктәре лә бирелгән. Әлифба баҫылып сыҡһа ла ул ваҡытта башҡорттар милли телдәге яҙма булдырып, уны рус азбукаһы нигеҙендә уҡыуға бөтөнләй иғтибар итмәйҙәр, сөнки, бер яҡтан ғәрәп хәрефтәре менән яҙыу таралған, уҡытыусылары бар, икенсенән, яңыса уҡырға, яҙырға өйрәтеү өсөн бик күп яңыса уҡыта белгән мөғәллимдәр кәрәк булыр ине, ә уларҙы бер - нисә йыл дауамында ғына әҙерләп сығарып була.
Мәғрифәтсенең тағы бер оло хеҙмәте иғтибарға лайыҡ, ул яҙып алып, руссаға әйләндереп ҡалдырған әкиәттәр йыйынтығы ҡулъяҙмаһы. Инспектор булып эшләгән ваҡытта фольклорсы әкиәтселәрҙән йөҙгә яҡын башҡорт әкиәттәрен яҙып ала һәм уларҙы Рус география йәмғиәтенең этнография бүлегенә тапшыра. Бессонов яҙмаларында хәҙер һирәк осрай торған , атап әйткәндә, ,,Урал батыр,” ,,Ҡаһарман батыр,” ,,Ташбаш батыр,” ,,Оморҙаҡ батыр“ кеүек әкиәттәрҙең булыуы үның ҡиммәтен арттыра. Был хеҙмәте өсөн ғалим 1909 йылда Рус география йәмғиәтенең алтын миҙалы менән бүләкләнә.
Ләкин оҙаҡ ҡына ваҡыт уның яҙып алған материалдары китап булып яҡты донъяға сыҡмай. Тик 1941 йылда ғына Өфөлә ,,Башкирские народные сказки. Запись и перевод А. Г. Бессонова, под редакцией проф. Н. К. Дмитриева“ тигән исем менәнбаҫылыпсыҡты. Тағы, башҡортсаға тәржемә ителеп, ,,Башҡорт халыҡ ижады”ның 18 томлыҡ баҫмаһында донъя күрҙе. Ғүмере буйы фольклор һәм этнографик материалдар йыйһа ла, уларҙың күбеһе беҙҙең көндәргә тиклем килеп етмәгән.
КудряшевПетр Михайлович (1797 - 1827) - танылған яҙыусы, фольклорист һәм шағир - декабрист. Хәҙерге Силәбе өлкәһе Верхнеуральск ҡалаһында ( элекке исеме - Үрге Яйыҡ ) тыуған. Шунда уҡ уҡып, артабан хәрби училище тамамлап, 1815 йылдан башлап Ырымбурҙа хәрби хеҙмәттә булған. Петр Кудряшев - Ырымбурҙағы декабристарҙың йәшерен ойошмаһы етәксеһе, ойошманы төҙөүсе, уның программа документтарын әҙерләүсе кешеләрҙең береһе.
Петр Михайлович бала саҡынан башлап ғүмер буйы башҡорттар менән аралашып йәшәгән, башҡорт телен һәйбәт белгән әҙиптәрҙең береһе. Был уға халыҡтың ауыҙ тел ижадын, ғөрөф - ғәҙәтен, йолаларын, тарихын ныҡлап өйрәнергә мөмкинлек биргән. Егерменсе йылдарҙа ул ,,Вестник Европы“ һәм ,,Отечественные записки“ тигән журналдарҙа тәү башлап башҡорт атлыларының 1812 йылғы Ватан һуғышы хаҡында хикәйәләүсе бер нисә тарихи йырын : ,,Башҡорттың яу алдынан йырлаған йыры,“ ,,Башҡорттоң яуҙан һуң йырлаған йыры,” ,,Башҡорттоң һөйгәне менән хушлашыуы“ һ.б. рус теленә тәржемә итеп баҫтырып сығара. Был йырҙарҙы ул Сибай ауылының (хәҙер Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы) муллаһынан яҙып алғаны тураһында мәғлүмәттәр бар. ( Ҡарағыҙ: Сказание о земле Баймакской. Уфа - 1998, 24 бит ).
Даль Владимир Иванович (1801 - 1872) - атаҡлы рус яҙыусыһы һәм ғалимы, академик, рус теленең дүрт томлы аңлатмалы һүҙлегенең авторы. Рәсәйҙе арҡырыға ла, буйға ла гиҙеп сыҡҡан кеше. Ун йыл буйына, 1831 - 1841 йылдарҙа, Ырымбур генерал губернаторы В. А. Первскийҙың махсус йомоштарын үтәүсе чиновник булып эшләй. Ошо осор эсендә Даль бөтә Башҡортостанды урап сыға, байтаҡ ғүмерен башҡорттар араһында үткәрә. Билдәле яҙыусы А. С. Пушкинды Емельян Пугачев яу менән үткән ауылдар буйлап оҙатып йөрөй, 1839 йылғы Хиуа походында ҡатнаша.
Владимир Даль башҡорт халыҡ ижадын яҙып алыу һәм өйрәнеү эшенә ҙур ғына өлөш индергән ғалим. Ул хәҙерге Дәүләкән районы Мәкәш, Буранғол, Ҡоръятмаҫ, Ҡыҙрас ауылдарында булған сағында ,,Заятүләк менән Һыуһылыу“ иртәгенең бер вариантын яҙып алған һәм руссаға тәржемә итеп ,,Моквитянин“ журналында баҫтырып сығарған. Унда академик башҡорттарҙың тарихы, көнкүреше, йолалары, ,, башҡорт “ һүҙенең килеп сығыуы буйынса мәғлүмәттәр биргән. Шулай уҡ Башҡортостан тәбиғәте, атап әйткәндә, Тирмәнтау, Муйнаҡ, Шүлгән мәмерйәләре, Йылҡысыҡҡан күле тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт биреп, уларға бәйле булған легендаларға үҙенсә баһа бирә. Башҡорт йырҙарына ҡағылып, боронғо йырҙарҙа батырҙарға арналған йырҙарҙың күп булыуын, халыҡ йырҙарының күпселеге һағышлы, бойоҡ булыуын билдәләй, шул уҡ ваҡытта яғымлы һәм моңло булыуын иғтибарға ала. Владимир Ивановичҡа бигерәк тә башҡорттарҙың өзләү сәнғәте ныҡ оҡшаған.
ХIХ быуаттың икенсе яртыһында шулай уҡ Г.Потанин менән М. В. Лоссиевский башҡорт мифологияһына иғтибар итеп, эпик ҡомартҡыларҙы өйрәнәләр. Мәҫәлән, Потанин ,,Дала эпосында диңгеҙ ҡыҙы“ тигән мәҡәләһендә (,, Этнографическое обозрение “ журналы, 1892 1- 4 һандары) ,,Заятүләк менән Һыуһылыу“ әҫәрен башҡа халыҡтарҙың ошоға оҡшаш әҫәрҙәре менән сағыштырып өйрәнеүгә ҙур урын бирә.
М. В. Лоссиевский башҡорт халыҡ ижадына, мифологияһына бәйле күп кенә хеҙмәттәр яҙған. Шуларҙың береһе ,,Из суеверий и легенд мусульман Оренбургского края” тигән исем менән баҫтырылып сығарыла. (,,Оренбургский листок,” 1878, № 36-38). Икенсеһе ,,Былое башкирии и башкир по легендам, преданиям и хроникам“ тип атала. ( Справочная книга Уфимской губернии, 1883, 368-369 биттәр).
Ошо уҡ быуатта башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыу, өйрәнеү, нотаға һалыу эше лә башланып китә. Был осорҙа башҡорт халыҡ йырҙарының күп кенә үрнәктәре ғәрәп графикаһы менән татар телендә баҫылып сығалар. Бына шундай баҫмаларҙан И. Покровскийҙың,,Сборник башкирских и татарских песен” тигән хеҙмәтен иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай.(Записки Оренбургского ИРГО, 1870, выпуск 1).
Башҡорт халыҡ ижадын, бигерәк тә халыҡ йырҙарын өйрәнеү буйынса тарихсы, телсе, музыкант һәм композитор С. Г. Рыбаковтың исеме айырыуса әһәмиәткә эйә булып тора, сөнки ул башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыу, баҫтырып сығарыу һәм өйрәнеү эшенә ҙур өлөш индергән ғалим. Ул беренсе мәртәбә халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен төркөмгә бүлеп ҡарай, анализлай, башҡорт халыҡ музыка инструменты ҡурайҙы данлай. Бер юлы ул халыҡ этонографияһына ла иғтибар итә, тәьҫораттарын юл очерктары формаһында яҙып барып, китап итеп баҫтырыуға өлгәшә. С. Рыбаков тарафынан йырҙарҙы нотаға һалыу шулай уҡ бик әһәмиәтле эш.
Шуға күрә уның эшмәкәрлеген айырым бүлектә яҙып китеү кәрәк булыр.
Дүртенсе бүлек