Стилистика ҺӘм телмӘр культураҺы буйынса эштӘр

1.Килтерелгән һүҙҙәр араһынан стилистик биҙәкле һүҙ­ҙәрҙе айырып күрһәтегеҙ. Ул биҙәктәрҙең үҙенсәлеген, мәғә­нәһен аңлатығыҙ.

Дөйөм, дөмһәреү, ҡормош, донъясыл, дошман, дошмансыл, драма, кәүгәсел, кәпәренеү, ҡусты, мыртый, көс, көслө, ғәййәр, ҡолонсаҡ, бауыр, бәғер, иһаһайлау, кисереү, йәшәү, ғүмер һөрөү, тилбер, тернәксел, ҡаҙалғыр, ағарыныу, терһәк, терәпес, тех­нолог, тешеккер, тиң-тош, типик, типкен, типтереү, эләкте­реү, эләктереп алыу, төртмә, төртөү, һелтәү, һелтәм.

2. «Башҡорт теленең һүҙлеге»нең I томынан стилистик билдә ҡуйылған һүҙҙәрҙе билдәләгеҙ. Ундай сикләнгән һүҙҙәрҙең ниндәй төркөмдәргә ҡарағанын, ниндәй осраҡ­тарҙа ҡулланылғанын әйтегеҙ. Мәҫәлән: дөнөү ҡ. ситл. йоҡо­ға китеү, йоҡлап китеү. Бәрей йоҡлап киткәс, бабай: «Ә-һә-ә, был дөндө! — ти ҙә, әкрен генә тороп, бер мөйөшкә бара һалып ултыра, ти. (Әкиәттән.) Үҙегеҙҙең күҙәтеүегеҙҙе дөйөмләш­терегеҙ.

3. Ҡайһы һүҙҙәрҙе һәм һүҙбәйләнештәрҙе рәсми эш ҡағыҙҙары, фәнни, гәзит публицистикаһы һәм йәнле һөйләү стилдәренә ҡарата ҡулланыр инегеҙ?

Ут сығарыуҙан һаҡланыу, без, түбәндәге ҡул ҡуйыусылар, беренсенән, икенсенән, планға ярашлы, етешһеҙлектәрҙе бөтө­рөү, гүзәлем, бәғерем, көтмәгәндән, йыпырыу, дөмөккөрө, халыҡ-ара хәлде еңелләштереү, конус, параллель, өсмөйөш, аҡһым, ҡарарға ризаһыҙлыҡ белдереү, яҡшынан-яҡшы, йәш­тәрсә, ярзам ҡулы һузыу, тузға яҙмағанды, ул ҡормоштоң, табан ялтыратыу.

4. Төрлө әҫәрҙәрҙән алынған өҙөктәрҙең функциональ стилдәрен сағыштырып ҡарағыҙ. Уларҙың ниндәй стилдәргә ҡарағанын әйтегеҙ, һәр стилдең лексик-фразеологик (махсус лексика, һүҙ-терминдар, экспрессив-эмоциональ (хис-тойғо) биҙәкле һүҙҙәр), морфологик һәм синтаксик үҙенсәлек­тәрен телдән һөйләгеҙ. Ул үҙенсәлектәрҙе һаҡлап, өҙөктәрҙең йөкмәткеһен һөйләгеҙ.

1) Беҙ Әнүр менән теүәл 30 йыл таныш булдыҡ. Таныш ҡынамы? Иптәш, һабаҡташ, ултырҙаш, фекерҙәш, ғаилә дуҫтары.. Хатта беребеҙҙең улы, икенсебеззең ҡыҙы тыуғас, ҡолаҡтарын тешләттерәйек, ҡоҙа булайыҡ, тип тә йөрө­гәйнек. Тик бәпестәрҙең тештәре генә булмай сыҡты.

Ошо уңай менән бер мәрәкә хәл. Улдары тыуғас, Әнүрзәр ҡайҙандыр бәүелә торған тимер карауат тапты. Уларҙың улы карауаттан төшөүгә, минең ҡыҙ тыуҙы. Әнүрзәр карауатты беҙгә һатты. Бер аҙҙан уның икенсе малайы тыуҙы. Хәҙер инде карауатты мин уға һаттым. Шунан беҙҙең малай тыуғас, карауатты мин кире һатып алдым. Һатмай ҙа булмай, фәҡир­беҙ — баш туған булһа ла, мал туған түгел. Тик һатҡан һайын хаҡын төшөрә барабыҙ.

Әнүр Вахитов менән беҙ 1953 йылда пединститут коридо­рында таныштыҡ. Мин тарихты әҙәбиәткә ҡарағанда нығы­раҡ яраттым шикелле, ғаризаны шул факультетҡа бирҙем. Әммә үтә алманым, урыҫ теленән инша «өслө»гә булды (уныһын да күсереп кенә яҙғайным, хәйер, ул ваҡыт бөтәһе лә күсерҙе). Тел һәм әҙәбиәт факультетының урыҫ бүлегенә күсерҙеләр. Үзем уҡып йөрөгән булам, күңелем тарих факультетында, йә баш­ҡорт бүлегенә тарта. Башҡорт бүлегендә гел минең кеүек башҡорт егеттәре, ҡыҙҙары. Башҡортса һаһылдашып, көлө­шөп, һөйләшеп йөрөйҙәр. Ә беҙ урыҫса ебәрәбеҙ.

Бер көндө башҡортса яҙылған иғлан күрҙем: студенттар­ҙың ижади түңәрәк ултырышы була икән. Билдәләнгән ваҡыт­ҡа килдем. Коридорҙа унлап егет тора. Танышабыҙ. Күбеһе өсөнсө курс егеттәре: Ким Әхмәтйәнов, Хәниф Сафаров, Ихсан Әхтәмйәнов, Шакир Бикҡолов, Зөфәр Ғәбсәләмов, Рәйес Фәтҡуллин... Ситтәрәк ситкә ҡарап һары сәсле, күҙлекле егет тора. Өҫтөндә һоро материалдан тегелгән саңғысылар костю­мы. Был урта буйлы, киң яурынлы егет минең буласаҡ һабаҡташым, иптәшем Әнүр Вахитов ине... (Р. Солтангәрәев.)

2) Һыйырға тап ҡапҡаға һыйғаны өсөн дә «һыйыр» тигән­дәрҙер, моғайын. Ҡаршыһына һай-һайтлап сыҡҡан ярһыу кешене күргәс тә, кире боролорға кәрәк ине лә бит, көтөүсе гел арттан сыбыртҡылауға ғәҙәтләнгән һыйыр, күҙен тиҫкәре аҡайтып, башын сая-сая һелтәй, алға атылды. «Һыйыр ту­лаһа, аттан уҙҙыра» тигәндәре шулдыр, был мөстән Шәмсет­дин ағайҙы үсекләгәндәй, арт тояҡтарын сирғытып, ҡойроғон сәнсеп, бесән әүеҫлегенә ҡарай уйнаҡланы. Был айыу йыҡҡыр, бүре тамаҡлағыр асҡаҡ нәмәкәй, имен ҡотолоу яйын ҡарау урынына, әүеҫлек башындағы күбәгә һонолоп, кербәләк теле менән ҙур ғына олтораҡ хәтлем бесәнде ялмарға өлгөрҙө. Сит малдың был ҡылығы үтә лә ярһытты Шәмсетдинде, йәрәхә­тенә тоҙ һиптеләрме ни!.. (Ш. Янбаев.)

3) Билдәле булыуынса, тәүге кешеләр ерҙә бынан б.э. 3— 2,5 млн йыл элек күренә башлаған. Кешелек донъяһының тәүге төйәге Африка һәм Азияның көньяҡ райондары була. Әкренләп төньяҡҡа табан күсенә барып, улар Үҙәк һәм Төньяҡ Азия (Алтай) территорияларына, шулай уҡ Урта Азия һәм Кавказ­да таралалар. Көньяҡ Уралға улар б.э. 2—1,5 млн йыл элек килеп еткәндәр, тип фараз итергә мөмкин. Әммә был һығым­таны иҫбат итерҙәй археология материалдары әлегәсә табыл­маған. Ул эҙләнеү эштәренең ҡатмарлы булыуынан килә, сөнки боронғо кеше эҙҙәре, ҡағиҙә булараҡ, бик тәрәндә, ер аҫтында ята һәм, ғәҙәттә, осраҡлы рәүештә табыла.

Ә хәҙергә Уралдағы иң боронғо археологик ҡомартҡы булып Әбйәлил районындағы Ҡарабалыҡлы күле янындағы Урта Түбә тип йөрөтөлгән тәүге кешеләр төйәге һанала. Ҡаҙып тикшереү эштәре барышында унда саҡматаштан яһалған ҡырҡҡыстар, ҡырғыстар, уҡ башаҡтары табылған. Шулай уҡ ҡорал яһау ҡалдыҡтары — саҡматаш ватыҡтары ла күпләп сыҡҡан. Ул табыштарға 200—100мең йылдар самаһы... (Башҡортостан тарихы, 8—9 синыфтар өсөн дәреслек.)

4) Мин, III курс студенты Әхмәтов Булат Ғәли улы Өфө ҡалаһы Ғафури урамы 25 йорттоң 25 фатирында йәшәгән, 2001 йылда алынған серияһы XI-АР 708119 паспорты булған ағайым Әхмәтов Байрас Ғәли улына 2003 йылдың марты өсөн тейешле стипендияны алырға ышаныс белдерәм.

Б. Ғ. Әхмәтов

25.03.2003 йыл.

Б. Ғ. Әхмәтовтың ҡултамғаһын

раҫлайым:

Кәнсәләр мөдире (ҡултамға)

(Мөһөр) (дата)

5) Тәүҙә Салғыя һыртынан күтәрелеп килгән яры ҡояш көн­дәгесә узенең тәүге нурлары менән ялтыр тимер менән кәплән­гән мәсет манараларын мансып алды. Ҡояш юғарыға менгән һайын ергә турараҡ ҡараны, үленең нурлы уҡтары менән ой ҡыйыҡтарын, ҡарға күмелеп ултырған һарай, лапаҫ баштарын һәрмәп сыҡты, ҡыйыҡ аҫтарында аҫылынып торған боҙла­уыҡтар үҙенең тамсыларын ергә тамымы. Көләс ҡояш аяҙ көн вәғәҙә иткәндәй һаман юғарыға үрмәләне. Ялан кешеләре иртәнге сәйҙе эсеп бөтөүгә арҡан буйы күтәрелгән ҡояш тирәһен аҡһыл һоро болоттар уратып алды. Тәүҙә Яйыҡтың үрге яғынан башланып ҡаҙаҡ граны буйлап һыу ағышына табан өргән көслө ел, Аҡман-тоҡман ғәрәсәтен шул буйҙа башлап ебәрҙе. Ғора-бара ел йүнәлешен үҙгәртеп, Ҡыҙыл йылғаһының һул яры буйлап һуҙылған Ҡабаҡ өҫтөнән көнсығышҡа тәгәрәне, «Инде Хоҙай ярлыҡаны, Аҡман-тоҡман беҙҙе күрмәй, аҙашып үтеп китте», — тип күңелдәре тыныслана башлаған, һәр саҡ тәбиғәттән тик изгелек кенә көткән Ялан кешеләренең ыша­нысы аҡланманы... (Р. Өмөтбаев.)

6) Елмәрҙәк — Көньяҡ Уралдағы тау һырты. Егәҙе һәм Еҙем йылғалары ҡушылған урындан алып Инйәр йылғаһына тиклем меридиан буйынса 70 км-ға, Белорет районы ерендә 1 км-ға һуҙылған. Иң бейек урыны — 909 м. Киңлеге — 4—9 км. Вулка- ноген ултырма тоҡомдар менән ҡапланған. Ер өҫтө төҙөлөшө денудация процесы тәьҫирендә үҙгәргән ҡаяларҙан, һөҙәк түбәләрҙән тора. Бейеклектәрҙең тигеҙ урындары, уларҙы айы­рып торған уйһыулыҡтар, карст соҡорҙары, мәмерйәләр һәм уйымдар аныҡ айырылып тора. Елмәрҙәктең көнбайышында киң япраҡлы, ҡарағусҡыл-йәшел ылыҫлы ҡарағай, ҡайын, уҫаҡ һәм йүкә урмандары үҫә, ә көнсығыш битләүҙәрендә уларҙы ҡайын ҡатыш шыршы һәм аҡ шыршы урмандары алмаштыра. 600м һәм унан да бейегерәк урында шыршы һәм ҡарағай ҡатыш япраҡлы урман менән ҡапланған. Убалар араһындағы уйһыулыҡтарза — торфлы һаз туғайҙары. Елмәрзәк һыртының түбәләрендәге тау туғайҙары дала рәүешенә әүерелә бара..) (Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия)

7) Бал ҡорттары — зыялы “математиктар”. Уларҙың кәрәҙҙәре тигеҙ ҡырлы, ифрат ныҡлы төҙөлөштө хәтерләтә һәм ҡырҙарының мөйөштәре 109,28 градусҡа тиң. Бал ҡорттары — еҫ һиҙеү буйынса чемпиондар. Улар төрлө еҫте кешегә ҡарағанда 1 мең тапҡырға көслөрәк һиҙә, ә сәскә еҫен 1 саҡрымдан тоя. Инә ҡорттоң ҡарышлауығы (личинкаһы) 5 көн эсендә 1500 тапҡырға ҙурайырға өлгөрә. Бал ҡорттарының кешегә билдәле булмаған тағы бер серле сифаты бар: улар ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа, ғаиләһен һаҡлар өсөн, ғүмерҙәрен оҙайта алалар. Бал ҡорто 100 грамм бал әҙерләр өсөн 46 мең саҡрым юл үтә, ул экватор буйлап әйләнеп осон сыҡҡанға тиң. Эшсе ҡорт бер көндә 7 мең сәскәне һеркәләндереп өлгөрә. Ҡайһы бер бал ҡорттары үҙенән бер нисә тапҡыр ҙурыраҡ йөк менән оса ала. Йөкһөҙ ҡорттоң тиҙлеге сәғәтенә 65 саҡрым булһа, 3/4 йөк менән ул ике тапҡыр әкрен оса. Бер ҡорт бер осоуҙа 40-50 мг һут килтерә. Оҙаҡ осоп йөрөгән һайын ул һутты әҙ йыя, сөнки 3 саҡрым юл өсөн һуттың 70%-ы ҡорт тәнендә “яна” һәм уның сарыф иткән энергияһын яңырта. Шуға күрә умарта тирәһендә сәскә үҫтерәләр, умарталарҙы урман-болонға сығаралар. Осоп барған бал ҡорто үҙе тирәһендә электр майҙаны ҡора һәм уның һүлпәнәйә башланған заряды 1,5—1,8 вольтҡа етергә мөмкин. (Календарҙан)

8) Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының бөйөк тарихи шәхестәре галереяһында, Ҡараһаҡал, Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Му­са Мортазин, Мөхәммәтша Буранғол, Һәҙиә Дәүләтши­на һымаҡ, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы, рухи ҡиблаһы булырҙай айырыуса балҡыу һәм сағыу исемдәр бар. Атаҡлы ғалим һәм дәүләт эшмәкәре, 1917—1920 йыл­дарҙа Башҡорт милли хәрәкәтенең арҙаҡлы етәксеһе Әхмәтзәки Вәлиди — нәҡ бына ошондай аҫыл заттары­быҙҙың береһе. Исеменә һәм эштәренә нахаҡ яла яғылыу арҡаһында, буласаҡ бөйөк ғалим, әҙип һәм фе­кер эйәһе, 1920 йылда тыуған Башҡортостанынан эми­грацияға китеп, ҡалған ғүмерен ғәзиз Ватанынан ситтә үткәрергә мәжбүр булды. 1925 йылда боронғо ҡәрҙәштәребеҙ — Төрөк иле уны үҙенә һыйындырҙы. Ошо ваҡыттан Ә. Вәлиди тормошонда, бик күп ауыр­лыҡтар һәм ҡатмарлыҡтар аша үтеп, шәреҡселек, йәғни Көнсығышты өйрәнеү фәне әлкәһендә иң күре­некле белгестәрҙе таң ҡалдырырҙай асыштар һәм тәрән йөкмәткеле ғилми хеҙмәттәр менән билдәләнгән яңы бер дәүер башланды. Уның исеме XX быуаттың бөтөн донъяға танылған иң күренекле шәреҡсе ғалимдары рәтендә урын алды. Шул уҡ ваҡытта 1969 йылда, «Хәтирәләр» тигән ҙур күләмле мемуар әҫәрен баҫты­рып, Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең туған халҡына мәңге­лек ҡомартҡы булырҙай, фәнебеҙҙә һәм милли әҙәбиәтебеҙҙә ҡабатланмаҫ күренеш тип баһаланырҙай һоҡланғыс бер әҫәр ҡалдырҙы. (Р.Шәкүр.)

9) Мин – атам-әсәмдең улы. Улар миңә ғүмер, исем биргән. Тәрбиәләп үҫтергән, кеше иткән. Яҡшы менән яманды айырырға өйрәткән.

Минең бурысым — ата-әсәмдең изге өмөттәрен аҡлау, нәҫел-ырыуымды ырыҫлы дауам итеү.

Мин — туған халҡымдың улы. Халҡым миңә телен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын биргән. Мине телен, илен, халҡын һөйәр кеше итеп тәрбиәләгән.

Минең бурысым — туған халҡымдың өмөттәрен аҡлау, уның намыҫлы эшсән улы булыу.

Мин — Тыуған илемдең улы. Тыуған илем — Рәсәй. Ватаным мине белемле, мәҙәниле гражданин итеп тәрбиәләгән, ысын патриот, интернационалист иткән. Илдәр, халыҡтар менән туғанлаштырған.

Минең бурысым — Тыуған илемдең тоғро улы булыу; илем ирке, именлеге өсөн йәнемде бирергә әҙер тороу.

Мин — Ер шарының улы. Ер шары — минең йәшел йәшәү бишегем, һулар һауам, эсер һыуым. Донъялар имен, һауалар саф, һыуҙар таҙа булһа, мин имен-һау. Илдәр дуҫ, донъялар тыныс булһа, миңә ерҙә йәшәү хәүефһеҙ, күңел тыныс, ғүмер итеү күңелле.

Минең бурысым — Ер шарының именлегенә ҡулымдан килгәнсә булышлыҡ итеү, тыныслыҡты һаҡлау.

Кешенең шәхес һәм гражданин булып етешеүе Тыуған иленә, халҡына, йәмғиәткә хеҙмәт итеүе, баһаланыуы менән билдәләнә башлай. (Ғ. Хөсәйенов).

5. Йәшлек» гәзитендәге фәнни темаға яҙылған мәҡәләләрҙең тел-стиль үҙенсәлектәрен тикшерегеҙ.

6. Бер-ике абзацтан торған һәм тезисы, иҫбатлауы, дәлилләүе, конкрет факттары, һығымтаһы булған, фәнни фекер йөрөтөүгә ҡоролған текст төҙөгөҙ.

7. Үҙегеҙ теләгән жанрҙа публицистик текст төҙөгөҙ. Унда тейешле лексик-фразеологик һәм синтаксик саралар ҡулланығыҙ.

8. Функциональ стилдәрҙең төрҙәре тураһында реферат яҙығыҙ.

9. Йәнле һөйләү стиленә хас лексик-фразеологик, синтаксик үҙенсәлектәрҙе күрһәтеп сығығыҙ.

10. Рәсми эш ҡағыҙҙары стиленә хас морфологик, һүҙьяһалыш, синтаксик үҙенсәлектәрен һөйләгеҙ.

11. Фәнни стилгә хас морфологик, һүҙъяһалыш, синтаксик үҙенсәлектәр. Лексик берәмектәр, фразеологизмдар, махсус терминдар тураһында һөйләгеҙ.

12. Публицистик стилгә хас морфологик, һүҙьяһалыш, синтаксик үҙенсәлектәр тураһында реферат яҙығыҙ.

13.Мәҡәлә, дәреслек, монография, һүҙлек һ.б. (филология буйынса) аннотация яҙығыҙ.

Аннотация– тәүсығанаҡҡа ҡыҫҡаса характеристика. Унда сығанаҡта ҡаралған төп мәсьәләләр һанап кителә, ҡайһы бер осраҡта структураһы ла (бүлектәре) күрһәтелә. Аннотация сығанаҡ нимә тураһында тигән һорауға яуап бирә. Ул, ҡағиҙә булараҡ, ябай һөйләмдәрҙән тора. Кемгә тәғәйенләнеше тураһында ла әйтелә.

Рецензия– хеҙмәтте яҙма рәүештә тикшереү. Ул түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала: 1) хеҙмәттең төп фекерҙәренә комментарий (аңлатма) биреү (авторҙың фекерҙәрен асып биреү, проблеманың ҡуйылышына үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү һ.б.) 2) зеҙмәткә дөйөмләштерелгән нигеҙле баһа биреү, 3) эштең әһәмиәте тураһында һығымталар.

Аннотацияның рецензиянан айырмаһы: аннотацияла тик дөйөм характеристика бирелә, тулы анализ юҡ.

Ҡаһарманов Ғ.Ғ. башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы: Уҡыу әсбабы. – Стәрлетамаҡ: Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты, 2002. – 242 бит.

Был уҡыу әсбабында башҡорт теленең һүҙлек составын өйрәнеүҙәге быға тиклем тупланған бай ыңғай тәжрибә файҙаланылыу менән бергә, лексикология һәм лексикография фәненең һуңғы ҡаҙаныштарына ҙур урын бирелә. Хеҙмәт лексиканың һәм терминологияның төп теоретик проблемаларын һәм ғәмәли анализ мәсьәләләрен бер бөтөн итеп тасуирлауҙың уңышлы үрнәге һанала.

Был китап студент һәм аспиранттарға, уҡытыусы-филолог һәм гуманитарийҙарға, ғөмүмән. Уҡыусыларҙың башҡорт халҡынынң теле һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусы киң ҡатламына тәғәйенләнә.

14. Түбәндәге һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен нисек аңлайһығыҙ. Аңлатмалы һүҙлекте файҙаланығыҙ. Һөйләмдәр төҙөгөҙ.

Консилиум – консилиум, кәңәшмә (бер тармаҡтағы юғары тәжрибәле белгестәрҙең ҡатмарлы мәсьәләләрҙе ҡарап, уларҙы төплө хәл итеү өсөн йыйылыуы).

Деградация – деградация (түбәнгә тәгәрәү, артҡа китеү).

Менталитет – менталитет (донъяға ҡараш һәм донъяны ҡабул итеү рәүеше).

Кулуары – кулуар. Парламентта ултырыш залынан ситтә урынлашҡан, ял итеү,осрашып һөйләшеү өсөн тәғәйенләнгән бүлмә.

Толерантлыҡ – түҙемләләк, түҙеп ҡарау.

Кворум – йыйылыш тулы хоҡуҡлы булһын өсөн унда ҡатнашырға тейеш кешеләр һаны.

Консенсус – уртаҡ фекергә килеү, килешеү.

Тенденциоз - бер яҡлы, объектив булмаған, проблемаға бер яҡлы ҡараш.

Менеджер –коммерция (сауҙа) ойошмаһына етәкселек итеүсе кеше.

Патент – уйлап тапҡан нәмәгә хоҡуҡты раҫлаусы документ.

Смета – бюджетта тороусы учреждениеларҙың финанс планы.

Адресат – алыусы кеше

Классика – милли һәм бөтә донъя мәҙәниәте өсөн ҡиммәтле һаналған өлөгөлө һәм үрнәк булырҙай әҙәбиәт, сәнғәт әҫәрҙәре

15. Матбуғаттан ниндәй ҙә булһа профессияны белдергән үҙләштерелгән һәм яңы яһалған 10-15 һүҙҙән торған исемлек төҙөгөҙ.

16. Түбәндәге һөйләмдәрҙәге хаталарҙы табығыҙ.

1) Сабиров үҙенең автобиографияһын яҙғанда ҡайһы бер факттарҙы күрһәтмәүҙе кәрәк тип тапты.

2) “Самсунг” маркалы яңы кер йыуыу машинаһы яңы сезондың бестселлеры булды (бестселлер – күп уҡыла торған китап).

3) Быйылғы йылда һайлау һайлау компанияһына әҙерлек бик иртә башланды. Кампания – ижтимағи-сәйәси йәки хужалыҡ бурыстарын бойомға ашырыу саралары.

4) Беҙҙең йүнәлеш буйынса буш вакансиялар бик әҙ тәҡдим ителгән. Вакансия – буш урын. Эшкә йәки вазифаға тәғәйенләнеү мөмкин булған буш эш урыны, вазифа.

17. Түбәндәге һүҙҙәрҙе ҡулланып иҡтисад һәм социаль проблемаға текст төҙөгөҙ: коррупция (вазифалы кешеләрҙең ришүәткә һатылыуы), закон, бюджет, кризис.

18. Теҙелеп килгән хәл ҡылымдарына иғтибар итегеҙ: уларҙың күркәм телмәргә ниндәй мәғәнә биреп килгәнлеген әйтегеҙ. Шунан сығып, уларҙың стилистик вазифаларын билдәләгеҙ.

1. Ир-ат ҡыуғын өсөн Ырымбур байҙарына бүрәнә ҡырҡып, күмер яндырып, ҡарама бөгөп, ҡышын-йәйен урмандан ҡайтмай. Ҡатын-ҡыҙ киндер һуғып, быйма, кейеҙ баҫып, тары төйөп, ҡымыҙ яһап өйҙә йәшәй. Бала-саға емеш-еләк йыйып, кәзә-һарыҡ, быҙау көтөп, урман, тау-таш араһында йөрөй. (З. Биишева.) 2. Шул ваҡыт теге егет, һине күреп, күл янына килмәй булмаҫ, һин дә күл ситенәрәк барған булырһың. (Эпос.)

19. ≪Оморҙаҡ батыр≫ әкиәтенән өҙөктө тасуири уҡып, ундағы хәл ҡылымдарҙы барлап, уларҙың стилистик вазифаларын, мәғәнә биҙәктәрен байҡағыҙ. Ҡайһы төр хәл ҡылымдар йышыраҡ ҡулланылған һәм ни өсөн тип уйлайһығыҙ?

Батша бөтә ергә тыу элергә, музыка уйнатырға, ура ҡысҡырырға ҡушҡан. Шунан ҡыҙын Оморҙаҡҡа биргән. Бер аҙ торғас. Оморҙаҡ батша булып киткән. Батша булғас, ҡатынын алған да тыуған өйөнә ҡайтырға сыҡҡан. Ҡайтып барғанда, Оморҙаҡтың улы тыуған. Бер төркөм батша һалдаттары быларҙы оҙата киләләр икән. Бер ҙур йылға янына килеп еткәс, һал һаллап, йылға аша сыға башлағандар. Йылға уртаһына килеп еткәс, һалды бер нәмә тотҡан да алған. Ул аждаһа икән. — Улыңды бирһәң, йылға аша сығырға рөхсәт итәм, бирмәһәң — һалығыҙҙы ла, үҙҙегеҙҙе лә һыуға батырам,— тигән аждаһа.

— Тәүҙә яр буйына барып етәйек, шунан һуң һиңә улымды бирермен,— тигән Оморҙаҡ. Аждаһа һалды күтәреп алған да күҙ асып йомғансы яр буйына килтереп тә ҡуйған. Шул ерҙә Оморҙаҡтың улы атаһына былай ти икән: — Атай, һин мине аждаһаға бирмә, мин уның менән көрәшәм. — Ярар, улым, көрәш,— тигән Оморҙаҡ. Атаһынан рөхсәт булғас, әлеге малай аждаһа менән көрәшергә тотонған. Аждаһаны эләктереп алған да ергә һеңдерә һуҡҡан да ҡуйған. Аждаһаны үлтереп, улар ҡайтып киткәндәр...

20. Түбәндә төрлө функциональ стилдәргә ҡараған текстар һәм өҙөктөр бирелә. Уларҙың һәр береһен иғтибар итеп, дөрөҫ интонация менән тасуири уҡығыҙ. Йөкмәткеләрен төшөнөғөҙ. Һәр өҙөктә ҡайһы ярҙамсы һүҙ төркөмө күберәк ҡулланылғанын һәм ни өсөн шулай икәнен аңлатығыҙ.

I. Башҡортостан Республикаһы конституцияһы Башҡортостан Республикаһының конституцион ҡоролош нигеҙҙәре

1 -с е с т а т ь я. Башҡортостан Республикаһы — республиканың бөтә күп милләтле халҡы ихтыярын һәм мәнфәғәттәрен сағылдырыусы суверенлы демократик хоҡуҡи дәүләт ул. Дәүләттең ≪Башҡортостан Республикаһы≫, ≪Башҡортостан≫ тигән атамалары тиң. Башҡортостан Республикаһы үҙ территорияһында иң юғары власҡа эйә, тышҡы һәм эске сәйәсәтен үҙ аллы билдәләй һәм үткәрә, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын һәм республика закондарын ҡабул итә, улар уның бөтә территорияһында өҫтөнлөккә эйә.

2 - с е с т а т ь я .

Кеше, уның хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары Башҡортостан Республикаһында иң юғары ҡиммәт булып тора. Кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын таныу, күҙәтеү һәм яҡлау — дәүләт булараҡ Башҡортостан Республикаһының бурысы.

3 -с ө с т а т ь я .

Башҡортостан Республикаһының суверенлығын йөрөтөүсе һәм дәүләт власының берҙән-бер сығанағы булып уның күп милләтле халҡы тора.

II. Ауыл осонда Фатима йәшел сиҙәмдә атырғыс уйнаусы ваҡ ҡына ҡыҙ балаларға осраны. Уларҙың береһе Сәлиханың ҡыҙы Мәстүрә ине. Уны күреү менән Фатима Сөнәғәтте хәтерләне. — Әсәйең өйҙәме, һылыу? — тип һораны Фатима Мәстүрәнән. — Өйҙә,— тине ҡыҙ бала һәм уйнауын белде. Фатима түбәнге урам менән атаһының йортона табан атланы. Сәлиха тәҙрәнән Фатиманы танып, ҡапҡа тышына сыҡты.

— Арыумы әле, Фатима? — тине ул асыҡ йөҙ менән. Улар күрештеләр. — Ҡайҙан киләһең, әллә аҙашып йөрөйһөңмө? — тип һораны Сәлиха, йылмайып.

Фатима, көлөмһөрәп: — Юҡ, һалсыларға ултырып сыҡҡайным. Тирәкленән киләм,— тип яуап бирҙе.

— Ҡайны-ҡәйнәңдәр иҫән ҡалдылармы?

— Харап шәп. — Кейәүеңдән хат киләме? -Юҡ . — Улың бармы, ҡыҙың бармы? — Улым бар,—тине Фатима, йылмайып.

— Бик әйбәт, бик әйбәт, ғүмере бар булһын инде,— тине Сәлиха.

— Ағайымдан хат киләме һуң? — Юҡ инде ул...

...Үҙенең зарын Фатима аулаҡта ғына әсәһенә һөйләне. Факиһа

әбей башта ҡыҙының һүҙенә ышанмағайны, ләкин Фатима күҙ йәше

менән илап, барыһын да энәһенән ебенә тиклем һөйләгәс, ул тамам

ышанды... (Ж. Кейекбаев.)

21. Ҡабатланып килгән киләсәк заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарын барлағыҙ, уларҙың стилистик вазифаларын аңлатығыҙ. Әҫәрҙең күркәмлегенә йоғонтоһо барлығын иҫбатлағыҙ.

1. Ул күлдә балыҡ та, бүтән төрлө йәнлек-януар ҙа юҡ, имеш. Унда бары алтын яллы, көмөш тояҡлы Аҡбуҙат йәшәй. Ул елдәй елер, ҡоштай осор, теләгән ереңә еткерер, уйламаған уйыңды башҡарыр, үткәнеңде ҡайтарыр, көткәнеңде килтерер, әҙәм менән әҙәмсә һөйләшер, серләшер, ти ул. (М. Кәрим.)

2. — Башымды ашанығыҙ. Инде тынысланырһығыҙ! Тынысланырһығыҙ! Эристанға ҡыҙ биреп, минһеҙ рәхәт йәшәрһегеҙ!

3. Сөнәғәт үҙенең алдағы тормошо хаҡында уйлай-уйлай китеп бара. Ул ҡайһы ваҡыт саҡ ҡына йылмайып ҡуя. Уның башына тағы әллә ниндәй тарҡау уйҙар инеп сыға, ул уйҙар шунда уҡ юғалалар, уларҙың осон Сөнәғәт ҡабат таба алмай, икенсе бер нәмә тураһында уйлай. (Ж. Кейекбаев.)

4. Яйыҡ китһә, юл китер.

Иҙел китһә, ил китер.

Илең китһә, ни ҡалыр?

Яңғыҙ яман бей ҡалыр.

Ике күҙеңә саң һалыр... (Эпос.)

22. Өҙөктө иғтибар менән уҡып, уның ҡыҙғаныс та, ғорурланырлыҡ та, яманһыу тантаналы ла йөкмәткеһен төшөнөгөҙ. Нилектән ҡыҙғаныс һәм ғорурланырлыҡ, нилектән моңһоу тантана сағылғанын, йөкмәткеһенән сығып аңлатығыҙ. Яһалма һүҙҙәрҙе барлағыҙ, уларҙың ниндәй телмәр стиленә ҡарағанын әйтегеҙ. Ни өсөн шулай уйлайһығыҙ?

Февраль баштарына дивизия Украинаның фашист ҡоллоғонда иңрәгән еренә етеп туҡтай. Тап шул мәлдәрҙәрәк Урал армыттарына ҡат-ҡат ышыҡланған ауылымда иртәнге татлы йоҡомдан ғәжәп хәбәргә уянып киттем: — Булаттың аты ҡайтҡан!

Күҙемде асһам — Рабиға еңгәм тора, үҙе яңыраҡ ҡына тыуған Тимербулатын күтәреп алған. Мин йәһәт кенә урынымдан торҙом да тиртун менән бүректе кейә-кейә тышҡа атлыҡтым. ...Бөтә ауыл кешеләре ат һарайына йыйылған да Булат ағайымдың Ерән атын һүҙһеҙ генә ҡарап торалар. Ә малҡай утлыҡтағы бесәнде кертелдәтә, үҙе ара-тирә беҙҙең яҡҡа ҡарап алғылай. Бына Тимербулатын күтәреп, Рабиға еңгәм килеп етте. Ул атҡа табан атланы. Ерән шунда уҡ башын ҡалҡытты, ашауынан туҡтап, көткән ҡиәфәттә ҡатып ҡалды.

Рабиға еңгәм уға яҡын уҡ килде, ҡулы мекән һаҡ ҡына ялына тотондо. Ерән ат башын уға борҙо һәм... Ут-Һыу кискән аттың күҙҙәренән йәш тама! Рабиға еңгәмдең дә битенән бөрсөк-бөрсөк күҙ йәше аға. Тулай-тулай Тимербулат та илап ебәрҙе!.. Шулай тик торҙо ул өсәү; яугирҙың ҡатыны, улы, аты — өсөһөнә лә ғәзиз, яҡын, һөйөклө кешене юғалтыу ҡайғыһынан күҙ йәштәрен ағыҙып... Сабыйлығыма барып, мәрәкә эҙләп йүгереп килгән мин дә, уйламағанда-көтмәгәндә, бөтә аңлы ғүмерем буйы иҫләрлек итеп, ҡырыҫ, әммә тормошсан, һүҙһеҙ, ләкин күп мәғәнәле хәҡиҡәт менән йөҙгә-йөҙ осраштым: аттар ҙа илай белә икән!.. (Т. Сәғитов.)

23. Йөкмәткегә анализ яһағыҙ. Тиң киҫәктәрҙең стилистик вазифаларын тикшерегеҙ.

...Улының ҡ ы ҙы у холоҡло, уйлаған уйын эшләмәйенсә, туҡталмауын белгән Хәсән ҡарт, хеҙмәткә оҙата торған йылды, етмәһә, уттай эш мәлендә, ҡырҡа итеп, иртәгә әйләнәм, тигән хәбәренә аптыраманы. Мөршиҙә ҡарсыҡтың. Зәлифә Хөсәйен менән икәүҙән-икәү бесән сапҡандар, өҫ-башы туҙып, әҙәм күргеһеҙ булып, кис кенә өйөнә ҡайтып ингән, үҙенең яманатын белгертмәҫ өсөн Ғәлимгә йәбешеп кейәүгә сыҡҡан, тигән ғәйбәтенә генә Ғәрифә инәй йәштәрҙең киләсәге өсөн борсолдо. Ә бына Хәмзә тураһында ауылда бер ауыҙ һүҙ ишетелмәне. Яраланған башын: ≪Утын ярғанда, ботаҡлы түмәр күтәреп, башыма төштө, ҡәһәр...≫ — тип бәйләп йөрөнө, саҡырылмаһа ла, совет власы исеменән туйға үҙе килде. Фәтих ағайҙың ҡурайҙа күңелле көйҙәр һыҙҙырыуы. Сәрмән бабайҙың инәлтмәй, кеше баҫҡан һайын сығып бейеүе. Миңһылыу инәйҙең ҡумыҙҙа уйнауы, Мәрйәм өләсәһенең башҡортса таҡмаҡ әйтеүе. Сәлимә менән Фәүҡинурҙың йыр артынан йыр башлауы хәтерҙә тороп ҡалды. Туған-тыумаса ғына түгел, бөтә ауыл халҡы ҡатнашҡан, бер-береһен һыйлап, ҡунаҡ саҡырып, байрам иткәйне. (А. Йәғәфәрова.)

24. ≪Урал батыр≫ эпосынан килтерелгән өҙөктө дөрөҫ интонация менән уҡығыҙ. Ниндәй интонация өҫтөнлөк итә? Аңлатығыҙ. Аҡбуҙаттың һынын тасуирлағанда өҙөктә ниндәй киҫәктәр күпселекте тәшкил иткән? Хис-тойғо, күркәмлек, экспрессивлыҡ ниндәй һүҙҙәр һәм һүҙ формаларында сағылған? Эпос стиленең үҙенсәлектәрен әйтегеҙ, һөйләп бирегеҙ.

Күк күкрәп, шау килеп.

Ерҙә дауыл ҡуптарып.

Тау-таш, ҡая аҡтарып.

Бөтә йәнгә шом һалып;

Йондоҙ һымаҡ атылып.

Аҡбуҙ толпар атлығып.

Күктән килеп төшкән, ти,

Һомай һылыу алдына

Килеп, башын эйгән, ти.

Аҡбуҙ шунда туҡтаған

Бөтә майҙан һоҡланған:

...Ҡолағын беҙҙәй ҡаҙаған...

Ялын ҡыҙҙай тараған;

Башкүнәктәй* танаулы

Һарымһаҡтай аҫаулы;

Ҡарсыға түш, тар бөйөр.

Еңел, текә тояҡлы;

Ҡуян күҙле, баҡыр күҙ.

Ҡыҫыр йылан тамаҡлы;

Урайы ҡуш, яңағы ас.

Муйындары бер ҡолас.

Ҡыйғыр, бөркөт ҡабаҡлы,

Текә баҫып, баш ташлап.

Йылғыр атлап бышҡырыр;

Ҡолаҡтарын ҡайсылап.

Алан-йолан ҡараныр;

Алғыр бүре күҙендәй.

Күҙ бәбәген сылатыр...

Елһә, ҡоштай елпенеп.

Артында саң уйнатыр —

Бына ошондай Аҡбуҙ ул.

25. Өҙөктө уҡып, уға ентекле күҙәтеү үткәрегеҙ. Айырымланған эйәрсән киҫәктәрҙе, хәл әйтемдәрен барлағыҙ, тиң киҫәктәргә лә иғтибар итегеҙ. Ул айырымланған киҫәктәрҙең, тиң киҫәктәр.ҙең стилистик ролен билдәләгеҙ. Уларҙың ентекле тасуирлауҙымы, күтәренкелектеме, хис-тойғоло тасуирлауҙымы, портретты, эш-хәрәкәтте һүрәтләүҙеме... сағылдырғанын әйтегеҙ һәм дәлилләгеҙ. Тәҡдим ителгән эштәрҙән тыш, өҙөктәге стилистик, лексик, грамматиҡ хаталарҙы ла күрһәтегеҙ.

Кәрим, мәктәптән ҡайтып инер-инмәҫтән, сумкаһын диванға ҡарай бырғаны ла урамға атлыҡты. Кис эңер төшөп, күҙ бәйләнгәс кенә килеп инде ул өйөнә. Асыҡтырылган: Көнө буйы эт һымаҡ сапҡан малай туп-тура аш- һыу бүлмәһенә атланы. Йыуылмаған һауыт-һабаның өҫтәлдәге өйөмө, хужаһының теңкәһенә тейергә теләгәндәй, бысраҡ ҡоласын йәйеп ҡаршыланы... Ата-әсәһенең ял итергә китеүҙәрен белгәс, Кәрим, тыуасаҡ иркенлекте тойоп, тәүҙә шатланғайны, ләкин бар донъяның үҙенә ҡалырын, тамаҡҡа яраштырырға, ул-был өй эштәрен башҡарырға тейеш икәнлеген аңлағас, бер аҙ күңеле кителде. Кәрим, ҡоролай ғына үҙәк ялғағас, урынынан торҙо ла, иҙән уртаһына баҫып, быуындарын шартлатҡансы кирелеп алды. Унан, бысраҡ һауыт-һаба өйөмөн күрмәмешкә һалышып, оло бүлмәгә сыҡты. Малай телевизорҙы тоҡандырҙы ла диванға йәйелде. Ләкин бер аҙҙан эшләп ултырған телевизор тотанаҡһыҙ шатырларға тотондо. Ул да булманы, экрандағы кешеләр, ҡыҙған табала ирегән май һымаҡ, йәйелештеләр ҙә аңлайышһыҙ ҡиәфәткә әүерелделәр һәм таммам юҡҡ а сыҡтылар. Шул саҡ лампочкалар бесәй күҙе шикелл безелдәшә башланы. Ҡараңғыланған бүлмә сағыу алһыу нурға, аҙаҡ һары яҡтылыҡҡа күмелде. (С. Латипов.)

26.Текстағы ҡылымдарҙың мәғәнә үҙенсәлектәрен асыҡлағыҙ. Уларҙың телмәрҙәге стилистик әһәмиәтен аңлатығыҙ.

“Характер" һүҙен (башҡортса холоҡ булалыр) асыҡлап китер алдынан халыҡ тигән төшөнсәгә күҙ һалайыҡ. “Халыҡ" һүҙенә ҙур мәғәнә һалынған. Бер халыҡ икенсеһенә оҡшамаған, һәр халыҡтың үҙ теле, үҙ ижады, үҙ ғөрөф-ғәҙәте, үҙ йәшәү рәүеше, үҙ психологияһы, фәлсәфәһе, дидактикаһы, педагогикаһы, мифологияһы бар. Башҡорт халҡында атас (атаһына оҡшаған), инәс (әсәһенә оҡшаған) тигән һүҙҙәр булһа ла, характер (холоҡ) нәҫелдән нәҫелгә күсә килә торған булмыш, һыҙат түгел. Характер — тәрбиә һөҙөмтәһе. Ул тәрбиә һәйбәт ғаилә шарттарында ата-әсәнән бирелергә мөмкин. Бында халыҡ тәрбиәһен дә күҙ уңынан ыскындырмайыҡ. Әлеге, йәғни бөгөнгө мәктәп тәрбиәһе булмаған осорҙа ла халыҡ араһында ана шуға оҡшаш ғәмәлдәр бул­ған. Мәҫәлән: сәсәндәр мәктәбе, халыҡ йыйындары, уйындары, ярыштары һәм башҡалар. Заманына күрә һәр быуынға тәрбиә биреү сараһын халыҡ хәстәрләгән. Төрлө ярыштарҙа, көрәш-бәйгеләрҙә халыҡ йәш быуынды һынай килгән. Еңгәне аҡ кейеҙгә баҫтырып ҙурлаған, еңелгәнен дә хурламаған, йөрәккә майҙай һеңерҙәй яҡшы, йылы һүҙҙәрен әйтә килгән. “Башта холоҡ тап, унан һуң ғилем", “Атанан күргән уҡ юнған, инәнән күргән тун ҡыйған", “Атаһына ҡарап, улын һөй, әсәһенә ҡарап, ҡыҙын һөй", “Иҙелгә таянма, хал­ҡыңа таян“, “Аллаға ышан, үҙең дә ҡымшан", “Алтылағы алтмышта", “Би­шектәге бала бишкә төрләнә” һәм башҡа бик күп мәҡәлдәр ана шул кеше характерын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Телдән-телгә, быуындан-быуынға күсә килгән мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар сәсәндәр мәктәбендә, өләсәйҙәр тәрбиәһендә нығынған, шымартылған, артабан үҫтерелгән. Мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар баланын зирәклеген, зиһенен үҫтереү өсөн төп таяныс булған. Зиһен, зирәк тигән һүҙҙәр, йәғни сифаттар характерҙың (холоҡтоң) нигеҙ башы булып тора.

(Р. Аҙнағоловтан)

27. Күплек ялғауы менән килгән исемдәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәрен тикшерегеҙ. Образлы телмәр барлыҡҡа килтереүҙә ролен билдәләгеҙ.

Уның күкрәгенән алҡынып сыҡҡан был ҡеүәтле һәм ҡөҙрәтле моң ташҡыны тәүге аккордтарҙы алыу менән үк, тәндәрҙе зымбырлатып, үҙенең сихри донъяһына алып инеп китә. Бына йырсының йөрәге берсә тауҙарға аша, бөркөттәр генә төйәк иткән ҡая таштарға артыла, берсә алыҫтағы йәйрәп ятҡан киңлектәрҙе айҡап, зәңгәр күктәргә күтәрелә. Быуаттар төпкөлөнән килгән ваҡыт арауыҡтарын һәм икһеҙ-сикһеҙ алыҫлыҡтарҙы тоташтырып, күңелдәрҙе хыял етмәҫ бейеклек­тәргә әйҙәп алып китә, ер менән күк араларын тоташтыра уның тауышы. Йыр артынан йыр ағыла, йырсы саф алтын­дан ҡойоп ҡуйғандай сыңрап торған ошо илаһи тауышы менән йырлай ҙа йырлай. Йыр һәм моң теле менән башҡорт иленең ҡалын томдарға һыйып бөтмәҫ бөйөк тарихын, ҡаһар­ман ир-уҙамандарыбыҙҙың йыһандарҙа ҡалыр батырлыҡта­рын, һылыу ҡыҙҙарыбыҙҙың яҡты ынтылыштарын, йыр булып ил күңелендә ҡалған саф мөхәббәт тойғоларын бәйән ҡыла халыҡ йырсыһы Абдулла Солтанов. Ҡайҙа ғына булмаһын, уның һәр сығышы йыр һөйөүселәр өсөн оло бер ваҡиғаға, шатлыҡ һәм илһам сығанағына әйләнә.

(Р. Шәкүрҙән)

28. Текстағы исемдәрҙең мәғәнәләрен аңлатығыҙ.

Борон ҡырағай аттар — ҡолан, тарпандар бик ишле булған икән. Ҡылғанлы далалар, туғай, үҙәндәр уларҙың төп төбәге булған. Ҡышын йоҡа ҡарҙа тибендә йөрөгән, йәйен төньяҡ урман-далаларына саҡлы йәйелгән. Тора-бара Яйыҡ, Иҙел, Тын (Дон) буйҙарына халыҡ күсеп төпләнеп ултыра башлағас, дала­лар һөрөнтөгә әйләнгәс, тарпандарға йәйрәп йөрөр ерҙәре тарай­ған. Уларҙың байтағы һилерәк яҡтарға таралған. Өҫтәүенә, ите тәмле был ҡырағай йылҡыларҙы һуғым өсөн өйөрө-өйөрө менән ҡыра башлағандар. Шулай итеп, борон ер ябып йөрөгән тарпандар бөтөнләй аҙайып, хатта тамам бөтөр хәлгә еткән.

Уларҙы шул хикәйәт итеп һөйләргә генә ҡалды инде хәҙер.

Шулай ишле тарпандарҙан ҡасандыр бер нисә өйөр генә иҫән ҡалған. Ул да өйөр башы айғырҙың үтә сослоғо, ажарлығы арҡаһында, ахырыһы.

Тарпан — үтә һаҡ, тилбер һәм йылғыр йылҡы. Әммә бар ғиллә өйөр башында. Өйөр башы сос икән, өйөр ҙә имен-аман. Бейә, тай, ҡолон, ҡонандар утлағанда ла, юшағанда ла айғыр һәр саҡ уяу. Өйөр уйһыуҙа утлап йөрөй, ә айғыр ҡалҡыулыҡта ҡолаҡтарын шымайтып һаҡта тора. Ул-был хәүеф-хәтәр тойол­һа, ужғырып хәбәр һала, өйөр йәһәт кенә хәүефһеҙ ергә күсә йә ҡасып ҡотола. Ә айғыр тарпан өйөрҙө ҡурсалап иң арттан бара йә ҡурҡыныс һалған аусы-яусыға, ҡош-ҡортҡа ҡаршы алдан йомола. Айғыр ажар икән, өйөр ҙә иҫән-һау.

Өйөргә һил урын һайлаусы, үҙ биләмдәрен билдәләүсе, кәрәк сағында ҡурсыусы, һуғарыуға алып барыусы, юл башлаусы, ки­ре бороусы ла — өйөр башы. Өйөр айғыры тилбер икән, өйөр ҙә туҡ. Айғыр аҫау икән, өйөр ҙә түлле.

Шулай һуңғы тарпан өйөрҙәренең береһендә оло баш, ҡыҫҡа муйын, шырт яллы, сысҡан һыртлы бер һайҙаҡ тай бүтән тай-тулаҡтарҙан айырылыбыраҡ торған икән. Ҡойроҡ сәнсеп сапһа, алғыр булған, йонсоу-йушән көндәр килһә, талбыр булған. Тай-һәүеректәргә ал бирмәгән. Моронона еҫ кергәс, бейәләр тирәһендә уралғылаған. Ужарынған, сапсынған. Ләкин ҡарт өйөр башынан бик тиҙ өлөш алып, тиҫелеп-биртенгеләп, йыш ҡына шымып ҡалған. Ҡырағай йәш ҡан ҡайнаһа ла, дарман етмәгән.

Наши рекомендации