Башҡортостанда кантондар бүленеше
Екатерина Икенсене һәм уның хөкүмәтен Пугачев ихтилалы ныҡ ҡурҡыуға төшөрә, сөнки был тиклем киң майҙанды, төрлө милләт кешеләренән торған бындай боларыш ошоға тиклем Рәсәй тарихында булмаған. Башҡортостандан, Казан, Нижегородка, Воронеж губерниялары һәм Урта Волгала йәшәүсе халыҡтар - күпселек өлөшө ихтилалда ҡатнаша, шуның эсендә ҡайнай, язалау отрядтарына ҡаршылыҡ күрһәтә, хөкүмәт ғәскәре менән һуғыш алып бара. Һуғыштың ҡыҙған осорҙарында бер - береһенә ҡаршы һуғышыусылар ҡанһыҙлыҡ күрһәтәләр, бер - береһенең йәндәрен ҡыялар. Ҡанһыҙлыҡ күрһәтеүҙә язалау отрядтары яңынан - яңы язалар уйлап сыҡаралар, халыҡты талайҙар, ғәйепһеҙ кешеләрҙең дә йәндәрен ҡыялар. Насар ҡоралланған һәм хәрби тәртипкә бойһона белмәгән крәҫтиәндәр мылтыҡтары һәм туптары булған армияға ҡаршы көрәш алып барғандар. Һуғыш ҡанундарын белгән, ныҡ ҡораллы регуляр ғәскәрҙән бер саҡ барыбер еңелеүгә дусар ителер ине, әлбиттә. Ни өсөн шул тиклем халыҡ болала ҡатнаша һәм ниндәй сәбәптәр арҡаһында арҡаһында - бына шул һорауҙар ҙа хөкүмәтте борсой. Ә ниндәй сәбәптәр арҡаһында Башҡортостан халыҡтары Крәҫтиәндәр һуғышында күпләп ҡатнаша һуң ?
Ун һигеҙенсе быуаттың 70 - се йылдарында Башҡортостанда йәшәү рәүеше буйынса ла һәм этник яҡтан да төрлө - төрлө булған. Ошо территорияла йәшәүсе 540 мең кеше эсенән 200 мең башҡорт, шул тиклем үк урыҫ крәҫтиәндәре һәм сауҙәгәрҙәре, 100 меңгә яҡын рус булмаған кермешәктәр (припущенниктар) йәшәгән. Уларҙан башҡа сит ил сауҙагәрҙәре һәм граждандары, һөргөнгә ебәрелгәндәр, төрмәнән йәки хеҙмәттән ҡасып йөрөүсе ҡасаҡтар, эш эҙләп килеп бында ҡалыусы берәҙәктәр байтаҡ ҡына булған. Хәрби хеҙмәттә йөрөгән ҡатлам: казактар, һалдаттар, ҡалмыҡтар,мишәрҙәр, башҡорттар һәм Ҡандауыр татарҙары - халыҡтың яртыһынан күберәген тәшкил иткән. Тап бына ошолар, һалдаттарҙан, офицерҙарҙан башҡа, әлбиттә, Пугачев ихтилалының ядроһын тәшкил иткән дә инде. Билдәле булыуынса, мосолман булған халыҡты көсләп суҡындырыу эше әүҙем алып барылған. Бындай сәйәсәт төрлө ҡатламдағы мосолмандар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Батшалыҡтың берҙән - бер таянысы булған бай ҡатлам: офицерҙар, чиновниктар, дворяндар ярты процент тирәһе булған. Улар үҙҙәрен хандарса тотҡандар, башҡортто түбәнһеткәндәр.
Халыҡ хәтерендә бынан алдағы ихтилалдың барышы, нисек тамамланыуы ныҡ һеңеп ҡалған. Эйе, 1735 - 1740 йылдарҙағы боларышта ҡатнашҡан меңдәрсә башҡорт язалап үлтерелгән, каторгаға ебәрелгән, донъялары туҙҙырылған, мал - тыуары талап алынған, дворяндарға һәм офицерҙарға ҡоллоҡҡа таратып бирелгән. Ҡалғандарына сиктән тыш ауыр штрафтар һалынған. Кем теләй - шуларға, атап әйткәндә рус дворяндарына, чиновниктарына, офицерҙарына һәм һалдаттарына, завод хужаларына, сауҙагәрҙәргә, хеҙмәт иткән мишәрҙәргә һәм татарҙарға башҡорт ерҙәрен һатып алыуға рөхсәт ителенгән. Тап бына ошо рөхсәт аҫаба халыҡтың ерҙәрен талап, алдап алыуға килтергән.
Рәсәйҙең Башҡортостанды колонияға әйләндереү эше лә әүҙем барған. Илдең көнъяҡ һөм көнсығыш сиге буйлап 114 ҡәлғә, нығытма, форпост һәм редут төҙөлгән. Уларҙы урынлаштырыу өсөн генә 4 млн. десәтинанан ашыу ер алғандар. Заводтар өсөн дә нығытмаларға алынған тиклем ер киткән. Һөҙөмтәлә иң яҡшы көтөүлектәр һәм сабынлыҡтар ҡулдан киткән. Ер һатып алыусы дворяндар, офицерҙар эре ер биләүселәр булып киткәндәр. Шулай итеп,ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә башҡорттарҙың 33 % ере ҡулдан киткән.
1736 йылғы указ буйынса башҡорт халҡының үҙидаралыҡ хоҡуғы сикләнә. Яңылыҡ шул: нәҫелдән нәҫелгә тапшырыла торған старшиналыҡ ҡабаттан һайлап ҡуйыу менән алмашына. Юлдар (даруғалар) буйынса һайланып ҡуйылған баш старшиналар институты бөтөнләй бөтөрөлә. Мосолман дин әһелдәре шаҡтай ҡыҫҡартыла, уларҙың хоҡуҡтары ҡыҫыла. Ҡорал йөрөтөү, тимерлек тотоу, күсеп йөрөү тыйыла. Йыйынды теләгән ваҡытта түгел, ә йылына бер тапҡыр ғына надзор аҫтында үткәреү ҡарала.
Яһаҡ түләүҙең аныҡ тәртибе булмаған, ун йыл эсендә ул ун тапҡырға артҡан. Чиновниктар төрлө ,,бүләктәр“ талап иткән, ришәүәтселек сәскә атҡан, яһаҡ иҫәбенә йыйылған аҡсаны, малды урлап йомоу киң ҡолас алған. Мәҫәлән, Ырымбур губерна канцелярияһы тәржемәселәре Уразлин менән Болтаев 80 мең һум аҡсаны үҙ кеҫәләренә һалғандар, 3123 атты үҙләштергәндәр. Власть органдары ялыуҙарға, ябай халыҡтың үтенестәренә бөтөнләй ҡолаҡ һалмаған.
Башҡорттар өсөн сик буйы хеҙмәте бөтөнләй ауырлашҡан. Хеҙмәтте һәр кем үҙ иҫәбенә үтәгән. Ике аты, аҙығы, башҡа кәрәк -яраҡтары менән барған, эш хаҡы алмаған, рус командирҙарының йәберләүҙәренән ыҙалаған.
Шулай итеп, Крәҫтиәндәр һуғышы алдынан Башҡортостан, дары мискәһе кеүек бәләкәй генә сатҡынан янып шартларҙай булып көн иткән.
Башҡорттарға ҡарата бындай сәйәсәт батшалар һәм уның ярандары тарафынан тағылған, улар тик үҙ мәнфәғәттәрен генә уйлағандар, үҙ уйҙарын ғына тормошҡа ашырғандар. Халыҡ менән кәңәшләшеү уларҙың башына ла инеп сыҡмаған.
Крәҫтиәндәр һуғышы ябай халыҡтың крепостной тәртипкә протест белдереүе ул. Баш күтәреүселәр ныҡ ҡоралланған һәм күп һанлы батша ғәскәренән иртәме , һуңмы еңелеүгә дусар ителер ине. Шулай ҙа был боларыш юғары ҡатламды ҙур ҡауғаға һәм ҡурҡыуға төшөрә.
Хөкүмәт бындай бола башҡаса бер ваҡытта ла ҡабатланмаһын өсөн мөмкин булған сараларҙы күрергә тырыша. Иң беренсе нәүбәттә императрица боларыш ваҡытында зыян күргән заводтарға һәм дворяндарға аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙырға була, сөнки ул юғары ҡатламдың хөкүмәткә тоғро ҡалыуына тулыһынса инана. 1775 йылдың 17 мартында ҡабул ителгән манифеста Мануфактур - коллегиянан рөхсәт һорамайынса мануфактуралар асыуға рөхсәт бирелә. Тире эшкәртеү, һабын эшләү мануфактуралары налог түләүҙән азат ителә. Батшабикәнең 31 мартындағы манифесында һуғыш ваҡытында зыян күргән промышленниктарға, дворяндарға 1, 5 млн һумлыҡ кредит биреү тураһында бәйән ителә. Бындай ярҙам тиҙ арала емерелгән заводтарҙы аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итә.
1779 йылдың 21 майындағы манифеста завод крәҫтиәндәренең эш хаҡын ике тапҡыр арттырыу ҡарала, сөнки уларға 1724 йылғы тариф менән бик аҙ миҡдарҙа түләнә килгән. Ошонда уҡ заводтарға крәҫтиәндәрҙе ҡайһы айҙарҙа эшкә егергә, ҡайһы саҡта ҡайтарып ебәреү тураһында аныҡ әйтелә.
Иң төп манифестарҙың береһе - өлкә реформаһы тураһында. Элекке 28 губерния урынына Рәсәй хәҙер 50 губернияға бүленә. 300-400 мең халыҡ - бер губерния, 20-30 мең кеше - бер өйәҙ ( уезд ) тәшкил итә. Өйәҙҙәр олоҫтарҙан торған. Олоҫҡа иһә бер - нисә ауыл ҡараған. Яңыса бүлеү халыҡтың милли составын да, региондың экономикаһын да иҫәпкә алмай. Мәҫәлән, Мордовияның ере дүрткә бүленеп Пенза, Сембер, Тамбов, Нижегородка губернияларына таратып бирелә. Башҡортостан территорияһы Ырымбур, Пермь, Вятка һәм Һарытау (Саратов) губерниалары составына ингән. Ошолай итеп бүлеп, башҡа халыҡ менән бутап, Әбей батша милли берҙәмлекте, милли үҙаңды юҡҡа сығарырға тырышҡан, күрәһең. Провинциялар юҡҡа сыға, ә өлкәләр ҡала. Өлкәләрҙә генерал - губернаторҙар баш булып ултыра. Һәр өлкә ике - өс губернияға бүленә һәм уларға губернаторҙар тәғәйенләп ҡуйыла. Губернатор ҡулы аҫтында эшләүсе губерна идараһына башҡарма комитет функцияһы йөкмәтелгән, ул Сенаттан төшөргән закондарҙың, батша указдарының үтәлешен тормошҡа ашырған, һәм өйәҙ учреждениеләренең эшмәкәрлеген тикшергән. Губерна суд палатаһы - уголовный һәм гражданский эштәрҙе тикшереү һәм яза биреү эштәре менән булышҡан. Ҡаҙна палатаһы - аҡса керем - сығымдарын, сауҙа, промышленность эшмәкәрлеген контролләгән. Мәктәптәр, приюттар, дауалау учреждениеләре йәмәғәтселек күҙәтеү Приказына (Приказ общественного призрения) бойһона башлағандар.
Өйәҙҙәргә идара итер өсөн капитан - исправник дәрәжәһендәге офицерҙар ҡуйыла. Өйәҙҙең иң юғары органы - земский суд дворяндарҙан торған һәм тик административ эштәр менән генә шөғөлләнгән.
Ҡала администрацияһы башлығы булып городничий торған.
Шулай итеп, императрица дворяндарҙың Уложенная комиссияға биргән наказдарын һуңлатып булһа ла үтәп ҡуя: урындағы властҡа өлөш сығара, үҙ ерендәге хәл - ваҡиғаларҙы күҙҙә тотоп, кисекмәҫтән хәл итеү мөмкинлеген бирә уларға.
Шулай уҡ, Бөйөк Екатерина Башҡортостанды ныҡлы административ күҙәтеү аҫтына ҡуйыу тураһында күп уйлана, төрлө юлдарҙы ҡапшап ҡарай.
Башҡорттар ихтилалдарға ниндәй уй менән күтәрелгәндәр һуң ? Иң тәү нәүбәттә мосолман динен һаҡлау өсөн, көсләп суҡындырыуға кәртә ҡуйыр өсөн. Ихтилалды ойоштороусылар кемдәр ? Дин әһелдәре. Әгәр ҙә ирекле дин тотоуҙы законлаштырғанда баш күтәреү өсөн иң ҙур сәбәптәрҙең береһе юҡҡа сыға түгелме ? Был бер, икенсенән, ҡаҙаҡ халҡын Рәсәйгә тиҙерәк ылыҡтырырға була. Өсөнсөнән, Төркиәнең Рәсәй мосолмандарына булған дини, хатта сәйәси йоғонтоһон юҡҡа сығарырға була. Ошоларҙан сығып, батша хөкүмәте ислам диненә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртә. 1788 йылдың 22 сентябрь указы менән Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты булдырыла. Дини идаралыҡ 1789 йылдың 4 декабрь көнө асыла. Иреклединтотоутураһындағы указ сыҡҡас, яңы мәсеттәр төҙөүгә кәртә булмай. Ҡайҙа мәсеттәр төҙөлә, шунда улар эргәһендә мәҙрәсәләр асыла. Дин әһелдәре халыҡты тыныслыҡҡа әйҙәп, батшаға тоғролоҡ тәрбиәләргә, ә кәрәк ваҡытта ,,боҙоҡ” уйлыларҙы власть органдарына еткереп торорға тейеш булғандар.
Беренсе мөфтөй булып М. Хөсәйенов тәғәйенләнә. Уға хөкүмәт тарафынан жалованье түләнгән.
Әммә халыҡтың суҡынырға теләмәүен, христианлыҡ сәйәсәтенә ҡаршы барыуын тик дини фанатизм менән генә аңлатыу дөрөҫ булмаҫ ине, күрәһең, сөнки суҡынырға теләмәү - үҙҙәренең рухи донъяһын һаҡларға тырышыуҙың бер ысулы ул. Шуны ла әйтергә кәрәк: башҡорттарҙа башҡа дин тотоусыларға ҡарата дошманлыҡ мөнәсәбәте бөтөнләй гә булмаған.
Шулай итеп, халҡыбыҙҙың ҡораллы көрәше уларҙың динен, телен, мәҙәниәтен дә, халыҡ булараҡ үҙаллығын да һаҡлап алып ҡалырға ярҙам иткән.
Екатерина Икенсе хөкүмәте кантон системаһын индереүҙе лә уңай күрә, сөнки хәрби сословиене контролдә тотоу еңелерәк башҡарыла, ләкин был эште атҡарырға өлгөрә алмай ҡалалар.
1796 йылдың 6 ноябрендә батшабикә вафат була һәм кантондарҙы керетеү ике йыл һуңыраҡ тормошҡа ашырыла.
Шулай булғас, кантондар бүленешенең Башҡортостанға керетелеүе үткән яу арҡаһында бойомға ашырыла булып сыға түгелме ? Тап шулай.
Нисек кенә булмаһын кантон идаралығына күҙ ташлап китеү, күрәһең, урынлы булыр, сөнки ул сираттағы хәрби реформа булараҡ тарих биттәрендә, хатта халыҡ йырҙарында сағылып ҡалған.
Башҡортостанға кантондар системаһы 1798 йылдың 10 апрель Указы менән керетелә. Маҡсаты: үтә тынғыһыҙ башҡорт илен тынысландырырға, ныҡлы хәрби күҙәтеү аҫтына ҡуйырға, Рәсәй империяһының көнсығыш сик буйы хеҙмәтенең бөтә ауырлыҡтарын урындағы халыҡ елкәһенә һалырға, һуғыш хәрәкәттәре булһа - башҡорттарҙы беренсе нәүбәттә йәлеп итергә.
Ошо указ менән башҡорттар һәм мишәрҙәр тулыһынса хәрби казактар ҡатламына күсерелә. Һөҙөмтәлә 12 башҡорт һәм 5 мишәр кантоны барлыҡҡа килгән. Кантондар үҙ сиратында йорттарға йәки командаларға бүленгән. Һәр йортта 700 - ҙән алып 1000 - гә тиклем ир заты булған. Кантондар исемһеҙ булалар, ә рәт һандары менән генә айырып йөрөтөлгән.
Шулай итеп ошо хәрби реформа индерелеп һәр кем властар тарафынан ныҡлы контроль аҫтына алына. Башҡорттар менән мишәрҙәргә хәҙер инде ҡайҙалыр күсенеп китеү ҡәтғи тыйыла. Уларҙы башҡа өйәҙҙәргә һәм губерналарға ваҡытлыса кәсепкә лә паспорт буйынса ғына ебәрер булғандар. Бына ошондай ныҡлы күҙәтеү аҫтында йәшәргә дусар ителгән халыҡ.
Кантон идаралығы ваҡытында вазифаларға ғәҙәттә бай ҡатлам вәкилдәре тәғәйенләнгән. Кантон башлығына йорт старшиналары бойһонған, улар 3 - 4 ауылдан торған йорт менән идара иткәндәр. Һәр ауылда йөҙ башы, ун башы тәғәйенләнгән.
Кантон башлыҡтары туранан - тура Ырымбур генерал - губернаторына, ә 1834 йылдан һуң Башҡорт - мишәр ғәскәренең командующийына буйһонған. Башҡорт араһында хәрби-феодаль тәртипте тағы ла нығыраҡ көсәйтер өсөн ғәскәр башлығы вазифаһы керетелә. Беренсе башҡорт - мишәр ғәскәренең командующийы Т. Циалковский булған һәм ул ғәскәри нәзирлектәр (округтар) ойошторған. Бөтә ғәскәр алты нәзирлеккә бүленгән, уларҙың башына нәзир итеп рус капитан - исправниктары ҡуйылған.
Билдәләнгән тәртип буйынса хеҙмәткә кешене 20 - нән 50 йәшкә тиклем аралыҡта алынған, унан һуң эске хеҙмәткә күсерелергә тейеш булған. Ләкин был тәртип һәр ваҡыт боҙолған, күп кеше ҡартайып бөткәнсе сафта ҡалдырылған. 60 йәшкә тиклем һәр кемгә 8 - 9 тапҡыр һыҙыҡта хеҙмәт итергә һәм бер - нисә тапҡыр оҙайлы хәрби походтарҙа ҡатнашырға тура килгән. Тик 1847 йылда ғына мотлаҡи хеҙмәттең мөҙҙәтен (срок) 30 йыл менән сикләп ҡуйғандар.
Суд һәм тәфтиш эштәрен, шул иҫәптән енәйәт эшен хәрби кантон суды башҡарған. Суд тәртип ҡағиҙәләрен боҙған өсөн таяҡ (шпицрутен), сыбыҡ, ҡамсы менән менән һуҡтырыуҙы киң ҡулланған.
Бөтә чиновниктар ҙа әйберләтә түләнә торған йөкләмәләрҙән азат ителгән, тоғро һәм тырыш хеҙмәттәре өсөн офицер чиндары бирелгән. Үҙ сиратында был хәрби дәрәжә дворянлыҡ алыуға мөмкинлек асҡан.
Әлбиттә, кантон башлығы итеп бай булған өсөн генә түгел, бигерәк тә батшалыҡҡа тоғролоғон күрһәтеп өлгөргән бай ҡатлам кешеләре - башҡорт, татар, мишәр феодалдары билдәләнә. Күп осраҡта кантон башлыҡтары һәм уларҙың ярҙамсылары вазифалары нәҫелдән - нәҫелгә, атап әйткәндә, атанан улға күсә килгән.
Батша хөкүмәте кантон башлыҡтарына ҙур хоҡуҡтар биргән. Кантондар заманында барлыҡ ир заты хәрби хеҙмәткә алынғанлыҡтан ауылдарҙа һәм йәйләүҙәрҙә күп ваҡыт ҡарт - ҡоро, бала - саға, бисә - сәсә генә донъя көткән. Бындай хәл хужалыҡтың тарҡалыуына, халыҡтың артабан бөлгөнлөккә төшөүенә килтергән. Йәшәгән төйәгеңдән ҡасып та китеп булмаған, сөнки бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөү тыйылған. Хатта йыйындар үткәреүҙе лә тыйғандар, күмәк кеше йыйылышып былай ғына гәпләшкән өсөн дә Себергә һөрөү ихтималлығы булған.
Тап бына ошо осорҙоң хәсрәтле иҫтәлеге, тарихи документтарҙан башҡа, үҙенә күрә тағы бер өҫтәлмә сығанағы булараҡ, халыҡйырҙарында һаҡланған. Халыҡ йырҙарының бер төркөмөн ,, Кантонйырҙары, “ тип атайҙар беҙҙең ғалимдар. Ғалим Салауат Галин үҙенең монографияһында был төркөмләү менән килешә. ( Ҡарағыҙ: Башҡорт халҡының йыр поэзияһы. Өфө - 1979, 120 бит ).
Кантон башлыҡтарына арналған йырҙарҙа халыҡ йәшәп килгән тәртиптәргә ҡаршылығын белдерә, түрәләрҙең кире образдарын асып бирә, ошо осорҙағы социаль ҡоролош асылын төҫмөрләй һәм тағы бер тарихи сығанаҡ булараҡ беҙҙең мәғлүмәтебеҙҙе байыта.
Кантон түрәләре тураһында һүҙ йөрөткәндә хәҙерге Баймаҡ районы Сибай (хәҙер Иҫке Сибай) ауылында 1798 - 1820 йылдарҙа алтынсы кантон башлығы булып торған Биктимиров Аҡҡол тураһында иҫкә алмау мөмкин түгелдер. Ул үҙ заманында иң яуыз, иң уҫал түрәләрҙән һаналған, уны ,, ҡаты ҡуллы кантон “ тип йөрөткән булғандар. Алйот һәм баш - баштаҡ кантондан ныҡ зарланып халыҡ уның өҫтөнән егерме йыл буйына ялыуҙар яҙған, бер- нисәүһе Сенатҡа ла барып еткән. Сенат указы менән Аҡҡол Биктимиров кантонлыҡтан төшөрөлгән. Был юғары хөкүмәт органы Сыңғыҙ ауылы кешеһе Сырлыбай Оҫтаров (руссаға Астыров тип әйләндерелгән) яҙып ебәргән ялыуға иғтибар биреп ныҡлап тикшереү ойоштора. Үҙенә байлыҡ йыйыу маҡсатында өҫтәмә һалым һалғаны, йыйылған аҡсаларҙы үҙләштергәне, вазифаны үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланғаны өсөн уны бөтә наградаларынан һәм чиндәренән мәхрүм итеп Себергә ебәрергә, тигән указ килә. Указ 1820 йылдың июнь айында Сибай ауылы сходында уҡыла. Указ менән танышҡандан һуң Аҡҡол Биктимиров Сенатҡа Себергә ебәрмәүҙәрен һорап мөрәжәғәт итә, үҙенең оло, 81 йәштә булыуын, батша хәҙрәттәренә тоғро хеҙмәт итеүен, 1812 йылғы франсуз яуында ҡатнашыуын бәйән итә. Сенат уның хатына ыңғай яуап бирә, ләкин уны үҙ өйөндә ҡарауыл аҫтында тоторға ҡуша.
Был язаның тормошҡа ашырылыуына ышаныуы ҡыйын, сөнки унан һуң кантон башлығы итеп уның улы Абдрахман Биктимиров билдәләнә (1820 - 1828 йылдар). Уның тырышлығы менән атаһы аҡлана. Уның урынына Аҡҡолдың күрһәтмәһен үтәп аҡса йыйып тапшырған Аҫыл (хәҙер Буранбай) ауылында йәшәгән йортауай старшина Буранбай Ҡотосов июль айында Себергә оҙатыла. Уның менән бергә юртауай старшина Ибраһим Айсыуаҡов та Себергә һөрөлә. Буранбай Верхнеуральскигә еткәс, яйын табып этаптан ҡасып китә. Эш былай була: Буранбай менән Ибраһим Верхнеуральскиҙә унтер - офицер Егор Глазуновтың квартирына урынлаштырыла. Уларҙы дүрт һалдат һаҡлай. Төндә, уңай ваҡытты һайлап, һаҡсыларҙың йоҡлағанын файҙаланып былар икәүләп ҡасалар. Яндарында паспорттары ла була.
Буранбай ике йыл буйы ҡаҙаҡ далаларында көн күрә. Һуңыраҡ ул тыуған иленә ҡарай ҡайтырға сыға, губернаторға барып етеп ярлыҡау һорарға уйлай ул, ләкин Ырымбур сик буйында тотолоп ҡулға алына һәм Ырымбур төрмәһенә оҙатыла.
Халыҡ Буранбайҙың нахаҡҡа яза алыуын үтә күрә - белеп йыр сығарған, сөнки ул йыраусы, сәсән, ҡурайсы булып танылған шәхес була. ,,Буранбай“ исеме менән билдәле булған был йырҙа ошондай һүҙҙәр бар:
Буранбайҙың аты, ай, кирмә ине,
Серге аҫҡайҙары ла тирме ине.
Буранбай ҙа менән,ай, Ибраһим
Себергә китер ҙә ирме ине.
Алыҫта ғына алыҫ,ай, күренгән
Юшатырҡай башы ла Аҡбейек.
Буранбай ҙа китте , иле ҡалды,
Илкәйенә булды ла ҙур көйөк.
Был йыр тексында Буранбай старшинаны халыҡ яратыуы, хөрмәт итеүе ярылып ята.
Атаһы урынына кантон булып ҡалған Абдрахман Биктимировты халыҡҡа шәфҡәтле булған, имеш, шуға күрә байҙар уны яратмай ағыу эсереп үлтерәләр икән,тиҙәр. Икенсе версия: үҙе өҫтөнән ялыу булғанын белеп, Себергә ебәрелеү ихтималлығын һиҙеп ҡалып ағыуҙы үҙе эсеп үлгән.
,, Абдрахман кантон “ тип аталған халыҡ йырында уның үлеменә бәйле ваҡиғалар сағыла:
Унар ғына һумлыҡ,ай, ун аҡыҡ -
Кәрәге юҡтыр эйәр ҡашына.
Атам дуҫы, тиеп ышандың, егет,
Атаң дуҫы етте башыңа.
Ләкин Абдрахман өҫтөнән дә ялыуҙар күп булған икән. Башҡортостандың үҙәк архивында һаҡланған ялыуҙарҙың береһендә Абдрахман Биктимировтың, Верхнеуральск төрмәһендә ятҡан башҡорттарҙы ҡотолдороу өсөн тигән булып, халыҡтан аҡса йыйып үҙләштереүе, башҡа законға ярамаған эштәр алып барыуы, ҡайһы бер дыуамаллыҡтары хаҡында әйтелә. ( ЦГА РБ, ф. 00, оп. 1, д. 16, с.101 - 113 ).
Нисек кенә булмаһын, Абдрахман кантонға ағыу эсеп был донъя менән бәхилләшерлек етди сәбәп булғандыр, күрәһең.
Кантондарға ҡағылған тарихи йырҙарҙың классик өлгөһө ,,Ҡолой кантон” йыры. Йырҙа Мөхәммәтҡолой Кучуков (Көсөков) кантондың ҡанһыҙлығы, халыҡты ҡыйырһытыуы тураһында һүҙ бара. Ул 9-сы кантонда оҙаҡ йылдар буйы хакимлыҡ итә, заманында иң бай феодалдарҙан һаналған. Миәс, Ҡарһыу йылғалары буйында биш тирмәне булған, биш меңдән ашыу йылҡы малы тотҡан. Наполенға ҡаршы һуғышта ҡатнашып, хорунжий дәрәжәһе алған, һуңыраҡ полковник булып киткән. Писары Ермолай исемле әҙәм булған. Ауылдарға сыҡҡан сағында халыҡты илатып талап йыйған әйберҙәре менән повозкаһын тултырып, артынан өйөрләп мал эйәртеп ҡайтыр булған, сөнки үҙе теләгәнсә талаған, үҙе теләгәнсә хөкөм ҡылған ир булған. Шуға күрә былай тип йырлағандар:
Ҡолой кантонды ла бай, тиҙәр.
Ҡамсыт та ғына бүрке бар, тиҙәр.
Үҙ хөкөмдәре лә үҙ ҡулында,
Ни ҡылһа ла ирке бар, тиҙәр.
Ҡолой кантон да бик үк ҡанһыҙ
Бер һүҙ әйтһәң, ҡылыс ҡармалай.
Күп иркәйҙәрҙең дә башын юйҙы
Ҡолой кантон менән Ермолай.
Дүртенсе кантондағы кантон башлығы Төхвәт Үтәев яуызлығы менән Ҡолой кантондан әллә ни алыҫ китмәгән, алйотлоғо, бәйһеҙлеге менән дан алған әҙәм булған:
Сыбыҡ менән ҡағыҙ ҡулдарында,
Төхвәт кеүек яуыз ир ҡайҙа ?
Йырҙа артабан Төхвәт кантондың үҙе эш боҙоп Себергә китеүе, Иркүт яҡтарында булыуы бәйән ителә. Халыҡ йыр аша уның поселеньенән ҡайтмауын теләй:
Етмеш бер тин хәйер бирер инем,
Ҡотолмаһа хөкөм ҡулынан.
Кантон башлыҡтары тураһындағы ҡайһы бер халыҡ йырҙарында түрәләр сатирик алымдар аша һүрәтләнә. ,,Ҡаһарман кантон,” ,,Абдулла ахун“ йырҙары тап бына шундайҙарҙан.
Үҫәргән ырыуынан булған Ҡаһарман Ҡыуатов атаһы Буранғолдан һуң Ырымбур өйәҙе Буранғол ауылында урынлашҡан 9 - сы кантонда башлыҡ булып арыуыҡ йылдар буйы эшләгән. Туҡта, кантон булғас, йәштән тағы бер ҡатын алайым әле, тип яусыларын бер байҙың Шәһиҙә исемле ҡыҙына ебәргән. Тегенеһе ни риза булған. Туй үткәрергә тип әҙерләнә башлаған ғына мәлдә губернатор Ҡаһарманды саҡыртып алып, хәрби йүнәлештәге кантондар бөтөрөләсәген, хәҙер уның штатский (гражданский) хужа булып ҡаласағын әйткән, ти. Быны ишеткән Шәһиҙә штатскийгә кейәүгә сыҡмайым, тип риза булмай көлөп йөрөгән, ти, сөнки буласаҡ кейәүе кантонмын, тип ныҡ маҡтанып ташлаған икән. Ҡаһарманға кантон башлығы булып, ҡылыс тағып йөрөү үҙенә лә бик оҡшаған, күрәһең, ,,ҡылысымды тағып булһа ла йөрөргә рөхсәт бир,” тип батшаға хат яҙған икән - рөхсәт иткәндәр, имеш. Был турала йыр тексында былай тип әйтелә:
Буранғол улы Ҡаһарман кантон ине бер заман
Ҡылысын тағып йөрөйҙөр кантонмын тиеп һаман.
Ҡаһарман кантон ҡытатский, ник булдың штатский ?
Шәһиҙә һиңә барыр ине, булмаһаң штатский.
Ҡаһарман кантон ғәйәр ир, штатский оҡшамай
Петербурға үҙе барған штатлыҡҡа ышанмай.
Йырҙа халыҡ түрәлеген ташларға, хәрби формаһын һалырға теләмәгән был түрәнән әсе генә итеп көлә һәм быны мөхәббәт темаһы менән көсәйтә. Күрәһең, кантон булыу йөрөү үҙенә бик оҡшағандыр.
Рәхимһеҙ кантон башлыҡтарына нәфрәт тойғоһо ,,Абдулла ахун“ йырында айырыуса ярылып ята. Абдулла ахун Дәуләтшин тәүҙә Ҡарғалы ауылы мәҙрәсәһендә мулла була, һуңыраҡ ахун дәрәжәһен ала. 1839 йылғы Хива походында ҡатнашып харунжий дәрәжәһен алған, подполковникка тиклем күтәрелгән. Ырымбурҙағы рус түрәләре менән әшнә булып йәшәй. Танышы , кантондар өҫтөнөн ҡараусы Филатов арҡаһында кантон башлығы итеп ҡуйыла һәм кантон үҙәге булған Имәнғол ауылына күсеп килә. Дин әһеленең ҡапыл хәрби кешегә әйләнеүе халыҡты аптырауҙа ҡалдыра:
Тынғы бирмәҫ ахун инең
Күстеңме ни тынысҡа ?
Йәшел мәсет таяғыңды
Алмаштырҙың ҡылысҡа.
Ҡасандыр тигеҙлек һәм ғәҙеллек һөйләп йөрөүсе дин әһеле, ҡулына власть эләккәс, үҙгәрә лә китә был әҙәм, тырышып - тырмашып феодалдарҙы яҡлаусы бер түрәгә әйләнә. Кешеләрҙе сыбыртҡы менән һыҙыра, ҡаралмаған налогтарҙы арттырып һала, түләй алмағандары судҡа тарттыра, хатта урамда уйнап йөрөгән балаларҙы типкеләп китер булған. Шуға күрә:
Абдулла ахун балаларҙың
Уйнар уйынын бүлдерә.
Сәлләле ахун, ҡылыслы кантон
Бар халыҡты бөлдөрә,
тип йырлағандар уның тураһында.
Ҡайһылыр халыҡ йырҙарында түрәләр маҡтала. ,,Түрәкәй“ йыры быға өлгө булырҙай:
Парлап та ғына парлап ат ектергән, тимен,
Һай,түрәкәй генәһе,
Ҡайһы илдәрҙән килгән был түрә ?
Был түрәлек, ай - һай, бирелде микән, тимен,
Һай, түрәкәй генәһе,
Аҡылдары камилға күрә.
Шулай итеп, кантондарға арналған халыҡ йырҙарында нәфрәт хисе менән һуғарылған йырҙар менән бер рәттән уларҙы маҡтаған йыр текстары ла етерлек.
Бындай ҡапма - ҡаршылыҡлы күренеште нисек аңлатырға ?
Тарих биттәренән шул билдәле: һәр бер кантон башлығы үҙ янында махсус ҡурайсы йәки йырсы тотҡан. Улар төрлө мәжлестәрҙә, халыҡ йыйылып торған урындарҙа тамаҡ хаҡына кантондарҙы маҡтап уйнап, йырлап йөрөгәндәр. Ҡайһылыр ки намыҫы булмаған кантондар күренеклерәк ҡурайсыны йәки йырсыны өйҙәренә саҡыртып үҙҙәрен маҡтаған йырҙар сығарырға ҡушыр булғандар. Икенсенән, халыҡ менән үҙен ипле тотҡан, кәрәк саҡта ярҙам итеп ебәргән кантондар ҙа булғандыр, сөнки һәр халыҡтың яҡшыһы - яманы бар. Ул ваҡыттағы маҡтау ысынбарлыҡҡа тап килеүе, йыр тексы ысын күңелдән һәм хөрмәт итеп сығарылыуы ла бик мөмкин. Буранбай старшинаны халыҡ, бигерәк тә өлкән йәштәгеләр, хөрмәт иткәндер. Хөрмәт итерлек сифаттары ла булған уның: йырсы , ҡурайсы, сәсән, һүҙ оҫтаһы, Бер һүҙ менән әйткәндә, мәжлестәрҙе йәмләй торған кеше булған бит. Шулай булмаһа, мәҫәлән, Буранбайҙың хатын уҡып, текста яҙылғанса, ауыл ҡарттары зар иламаҫ ине:
Табаҡ та ғына табаҡ,ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған да хаттары.
Шул хаттарҙы алып уҡып ҡарап,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары.
Буранбайҙың ғына , ай, ҡылысын
Ҡомартҡыһы итеп тә ҙурлағыҙ.
Буранбайҙың ғына, ай, йырҙарын
Иҫтәлеге итеп тә йырлағыҙ.
Кантон идаралығы осоро тураһында һүҙ йөрөткәндә, уға ҡағылған йырҙарҙы өйрәнгән ваҡытта кантон башлыҡтарының ыңғай яҡтарын күрмәү хилаф ҡараш булыр ине. Кантон башлыҡтары итеп Рәсәй уҡымышлы кешеләрҙе ҡуйған. Күбеһенсә йә университет, йә булмаһа кадет корпусы тамамлаған шәхестәр ҡуйыла. Шундайҙарҙың береһе - Әлмөхәмәт кантонҠыуатов. Уға арналған халыҡ йырҙарының береһе ,,Ҡыуатов сәсән,“ тип атала:
Ялтыр ҙа ғына, йолтор ялтлап тора
Перовский түрә ҡатаһы.
Ҡыуатов та зирәк, телгә оҫта,
Сәсән булды микән атаһы.
Баҙыян да менән ҡәләмферҙе
Сәйнәп кенә бөткәс тәм ҡала.
Ҡыуат та ғына тигән, ай, сәсән ир
Зирәктәрҙән зирәк һанала.
Халыҡ, Әлмөхәмәт Ҡыуатовты йырҙа маҡтап китә. Ни өсөн ул маҡтауға лайыҡ булған һуң ?
Әлмөхәмәт атаҡлы Ҡыуатовтарнәҫеленән 1827 йылда тыуған. Атаһы Әхмәт Ҡыуатов - йөҙ башы. Йәшәгән ауылы - Ҡыуат (Ейәнсура районы).
Ул, хәлле кешенең улы булараҡ, мәҙрәсәлә алған белемен сит яҡтарҙа дауам итә: Ҡазан ҡалаһының 1 - се гимназияһын уңышлы тамамлап, шундағы университеттың медицина факультетына уҡырға инә. Бер аҙҙан ул философия факультетының Көнсығыш телдәре бүлегенә инә, бик күп телдәргә өйрәнеп сыға. Уҡыуҙы һәйбәт тамамлағанға күрә университет уға диссертация яҙырға мөмкинлек бирә. Диссертацияны яҙып, яҡлап Әлмөхәмәт филология буйынса кандидат дәрәжәһен ала.
Хәрби сословие иҫәбенә уҡый ул, шуға күрә ғәскәри берәмектә хеҙмәт итергә тейеш булған. 1849 йылда уны хәрби губернаторға тәржемәсе итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңыраҡ кантон ярҙамсыһы, Ырымбур, Екатеринбург, Шадринск өйәҙҙәрендә кантон башлығы булып хеҙмәт итә. Есаул званиеһы ала, күренекле хәкимиәт эшмәкәре булып китә. Халыҡ менән осрашҡан ваҡыттарында үҙен ябай тота, уның ауыр йәшәүен күреп йөрөй, тарихы, бөгөнгө йәшәйеше менән ҡыҙыҡһына.
Әлмөхәмәт Ҡыуатов үҙ халҡының үткәне һәм бөгөнгөһө менән ҡыҙыҡһынып ҡына ҡалмай, ә ауыр хәл - яҙмышын еңеләйтеү юлдарын эҙләп ҡарай. Мәҫәлән, ул 17 биттән торған ,,Башҡорт халҡының ярлылыныу сәбәптәре“ тип аталған ҡулъяҙмаһын яҙа һәм уны тамамлап Ырымбур губерна канцелярияһының идара итеүсеһе Ходаковскийға тапшыра.
Башҡорт халҡының иҡдисади яҡтан ауыр хәлгә ҡалыуының беренсе сәбәбен Ҡыуатов халыҡтың хәрби хеҙмәттә һәм хәрби сословиелә бик оҙаҡ булыуынан күрә. Хәрби хеҙмәт малсылыҡты юҡҡа сығарҙы, халыҡты ас - яланғас итте, тип яҙа ул. Игенселеккә лә күсә алмай башҡорт, уның өсөн тулы мәғәнәһендә ултыраҡ тормошта йәшәргә кәрәк. Игенселек менән мәшғүл булһа - халыҡ, Ҡыуатов фекеренсә, бай булмаһа ла ул тиклем үк ярлы ла булмаҫ ине. Илгә ныҡ файҙа биргән халыҡҡа хөкүмәт тарафынан мәтди ярҙам булһа, бөгөнгө көнгә төшмәҫ ине, тип раҫлай ул. Икенсе сәбәп - наҙанлыҡ. Ҡыуатов яҙыуынса, власть наҙанлыҡты һаҡлау яғында, сөнки наҙан менән етәкселек итеү намыҫһыҙ түрәләргә еңелерәк. Мәктәптәрҙең етешмәүе, түләүле булыуы, халыҡтың ярлы булыуы белем алыу юлында кәртә булып тора, тип һанай Ҡыуатов. Өсөнсө сәбәп - намыҫһыҙ түрәләрҙең ,,эшмәкәрлеге,” уларҙың халыҡтың холҡон , йолаларын аңламауы, кәмһетеп ҡарауы, тип һанай ул. Күп бисә алыуҙы тупаҫ ғөрөф - ғәҙәттәргә индерә, әммә мосолман диненең ыңғай роль уйнағанын һыҙыҡ аҫтына ала.
Халыҡ араһында аң - белем таралһа, уҡымышла кешеләр ишәйһә, дингә тартылһа төрлө яман ғәҙәттәр, ялҡаулыҡ, томаналыҡ үҙенән - үҙе бөтөр ине, тигән фекере менән йомғаҡлай ул ҡулъяҙмаһын.
Кантон башлыҡтарының ҡайһы берҙәре халыҡ араһында аң - белем таратырға тырышлыҡ һалған. Мәҫәлән, Ҡаһарман Ҡыуатовтың, уҡымышлы кеше булыуы тураһындағы мәғлүмәт фольклор материалдарында һаҡланған. Уның йортонда даими рәүештә китап күсереп яҙыусылар була. Күсереп яҙған китаптарҙың береһе - ,, Тәүзих - әль әсрар “ Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы ғилми китапханаһында һаҡлана. Шул материалдарҙа яҙылғанса, заманында Ҡаһарман Ҡыуатов суфый шағирҙәр Әбделмәних Ҡарғалы, Һибәтулла Сәлихов, Шәмсетдин суфый менән яҡындан ҡатнашып йәшәгән, башҡорт балаларын ҡырға ебәреп русса уҡытыр өсөн көсөн һалған. Ырымбурға, Казанға, Мәскәүгә илле башҡорт балаһын ебәреп уҡытыуға өлгәшкән.
Балаларҙы ситкә ебәреп уҡытыу мәсьәләһенә иғтибарын йүнәлтеп, ошо турала ,,Оренбургские губернские ведомости “ газетаһы (1838, №1) былай тип яҙа: ,, Мысли его, инициатора Куватова Кагармана, должны были служить колыбелью башкирской цивилизации. Замысли были обширные, а результаты - мизерные. Только 50 мальчиков - башкир были отправлены в Москву, Казань и другие города для обучения разным ремеслам...”
Дөйөм алғанда, халыҡ кантон системаһының реакцион икәнен, кешеләрҙе ныҡлы ҡул аҫтында тотоу өсөн ғәмәлгә индерелгән идара икәнен дөрөҫ аңлай. Тап ошондай фекер ,,Ҡолой кантон“ йырында асыҡ сағыла:
Кантон да ғына кантон килә, тиҙәр
Килгән кантондарҙан ҡаҡшаныҡ.
Яуыз кантондарҙы ҡуя икән
Рәсәй генә тигән батшалыҡ.
Кантондар тураһындағы маҡтап, йә булмаһа яуызлыҡтарын асып яҙылған, йәки сатирик формала бирелгән йырҙар менән бер рәттән лирик йүнәлештәге кантон йырҙары ла бар. Шундай йырҙарҙың береһе, халыҡ йырҙарының классик өлгөһө - ,,Сибай кантон йыры.“ Тарихы түбәндәгесә:
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан Шәйәхмәт Сибаев тигән кеше ошо уҡ ауылдағы 6-сы кантонда писарь булып хеҙмәт итә. 1858 йылда хәҙерге Әбйәлил районы Рәхмәт ауылына кантон башлығы итеп ебәрелә. Кантон башлығы булып ул кантондар идаралығы бөткәнсе эшләй. (ЦГА РБ, ф.2, оп. 1, ед. хр. 10 272, с. 1 - 3)
Архив документтары буйынса уның ике ҡатыны булғаны билдәле. Рәхмәт ауылына күсенгән ваҡытта нишләптер йәш ҡатыны Фатима Сибай ауылында тороп ҡала, күрәһең, ул яңы урынға күсенергә теләмәгәндер. Йырҙың йөкмәткеһе Фатимаға булған һөйөү хисен аңлатыуҙан ғибәрәт. Шулай булғас, йырҙы Шәйәхмәт Сибаев үҙе сығарған була түгелме һуң ? Йыр тексына иғтибар итәйек:
Йәшел генә сана, зәңгәр дуға
Ектерһәнә, Фатимам, туры атҡа. Эй - й...
Атайсалға ҡайтып торор ҙа булһам,
Ирешер инем, Фатимам, моратҡа.
Әйткәндәй, текстағы ,, Атайсал “ атамаһы Сибай ауылының элекке исеме. Артабан йырҙа яңы ерҙе үҙһенмәү тойғоһо сағылған:
Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел
Кәкүк тә генә саҡырыр ер түгел. Эй - й...
Илама ла , Фатимам, ай, илама,
Йүгереп атлап ҡайтыр ҙа ер түгел.
Шулай итеп Башҡортостан халыҡтары 65 йылға һуҙылған кантон идаралығында йәшәп, уның ауырлығын татып өлгөрәләр, сөнки кантондар идаралығы реформаһы башҡорттарға, мишәрҙәргә, казактарға ҙур бурыс йөкмәткән. Ул - хәрби хеҙмәт - Рәсәйҙең көнъяҡ - көнсығыш сиктәрен һаҡлау һәм ул алып барған яуҙарҙа ҡатнашыу булған. Хәрби хеҙмәттәгеләр Урал йылғаһы буйлап үткән сикте һаҡларға тейеш булғандар. Кемдән һаҡлайҙар ? Әлбиттә, ҡаҙаҡ - ҡырғыҙҙарҙан, ҡарағалпаҡтарҙан. Ошо Ырымбур сик һыҙаты Тубыл йылғаһынан алып Уй йылғаһы буйлап үткән, унун һуң Урал йылғаһы буйлап түбән табан төшөп Каспий диңгеҙенә саҡлы барып еткән. Сик оҙонлоғо биш аралыҡҡа бүленгән. Башҡорттар, мишәрҙәр һәм Ырымбур казактары 1239 саҡрым оҙонлоҡто тәшкил иткән дүрт аралыҡта хеҙмәт атҡарғандар. Бишенсе аралыҡ Уральск ҡалаһынан Гурьев ҡалаһына тиклем һуҙылған булған, уны Урал казактары һаҡлаған.
Сик буйы ҡәлғәләр һәм редуттар (хәрби нығытма) менән нығытылған. Ҡәлғәләр ғәҙәттә тупраҡ өйөмө йәки бейек текмә менән һаҡланған. Бында ниндәйҙер хәрби төркөм даими рәүештә булған. Ҡәлғәләр араһындағы бәйләнеште ҙур булмаған нығытма - редуттар тәьмин иткән. Сик алдында күҙәтеү пункттары - форпостар урынлаштырылған.
Хеҙмәт итеү ваҡыты алты ай буйы дауам иткән. Берәүҙәр майҙан ноябргә тиклем, икенселәре ноябрҙән майға тиклем аралыҡта хеҙмәттә булған һәм командалар бер - береһен алмаштырған.
Сик буйы хеҙмәтенең төп ауырлығы башҡорт менән мишәргә төшкән. Хеҙмәткә 20 йәштән 50 йәшкә тиклемге ир -егеттәрҙе сиратлап алғандар. Ғәҙәттә 4 - 5 йорттан бер кеше сират буйынса киткән. Ырымбур хәрби сик һыҙығында даими рәүештә 12 мең башҡорт сикте һаҡлашҡан.
Хәрби хеҙмәттәге кешеләрҙе ҡорал, кейем - һалым, аттар менән тәьмин итеү күрше - күлән, йәмәғәт иҫәбенә атҡарылған. Уларға эш хаҡы ла түләнмәгән. Хеҙмәттән башҡа саҡта башҡорттарҙы төрлө эштәргә ҡушып тағы бушлай эшләткәндәр.
Хеҙмәт рус казактары атаман - командирҙарының ҡул аҫтында үткән. Улары батшалыҡтың төп терәге булған. Шуға күрә яйлап - яйлап уларҙың һанын арттыра барғандар, башҡорттарҙы һанын кәметә барғандар. Хеҙмәт урынына уларҙы эшсе һәм транспорт командаларына күсергәндәр.
Атап әйткәндә, Ырымбурҙағы генерал - губернатор канцелярияһы йорттары, казармалар, редутттар, губернатор йорто, Карауанһарай башҡорттарҙың ,, эшсе “ командалары тарафынан төҙөлә. Әйткәндәй, Карауанһарай башҡорт - мишәр ғәскәренең килеп - киткән хәрбиҙәренә ҡуныу йорто итеп төҙөгәндәр, ләкин уны губернатор канцелярияһы биләгән. Шулай итеп, ҡалаларҙы төҙөкләндереү, тәьмин итеү эшенә күпләп башҡорт йәлеп ителгән. Мәҫәлән, 1850 йылда ғына улар ҡаҙна эштәрен атҡарыу өсөн 300 мең ат, 35 мең эшсе ебәргән.
Йыл һайын бер - нисә мең башҡорт Ырымбур, Орск, Уральск ҡалалары өсөн утын һәм ағас материалдары әҙерләгән һәм уны Һаҡмар, Урал йылғалары буйлап һал итеп ағыҙған.
Быларҙан тыш, башҡорттар мишәрҙәр менән бергә земство полицияһына ярҙам итеү өсөн, юлдарҙы һәм күперҙәрҙе йүнәтеүгә, ылау йөрөтөргә йыл һайын меңәрләп ат һәм кеше бүлгән.
Шулай итеп, әйберләтә һәм аҡсалата булған төрлө йөкләмәләр ябай башҡорттар һәм мишәрҙәр елкәһенә ауыр йөк булып ятҡан.
Бүлек