АҠш-тың калифорния
Зәйнулла Рәсүлев – Иҙел-Урал
Төбәгендәге бөйөк шәйех
Суфыйсылыҡтың Иҙел-Урал төбәге мосолмандарының күптәнге, әммә бөтөнләйгә өйрәнелмәгән тиерлек тарихы бар. Суфый шәйехтәре был яҡтарға Иҙел Болғарҙары ханлығы замандарында уҡ килеп сыҡҡан. Йәҙегәр хан хакимлығы осоронда уларҙың әүҙем эшмәкәрлек алып барғандарының һаны йөҙҙән дә кәм булмаған. Һижри буйынса һигеҙенсе быуатта (миләди йыл иҫәбенә ярашлы XIV б.) Ислам тәғлимәтен Дунай йылғаһы бассейнында ғына түгел, ә Урал тауҙары тирәһендә лә, бигерәк тә башҡорттар араһында таратыусы күренекле суфый Әхмәт Йәсәүиҙең мөрите сифатында Хөсәйенбәк исемле заттың булыуы теркәлгән.
Өфө эргәһендәге Хөсәйенбәк кәшәнәһе XIX быуатта ла һаман зыярат ҡылыу урыны булып ҡала. Суфыйҙар шулай уҡ Алтын Урҙаны исламлаштырыуҙа мөһим роль уйнай. Алтын Урҙаның иҫәп буйынса дүртенсе хакимы Бәркә хан Бохараның Ҡобрауиә суфыйҙар йәмғиәте шәйехе Сәйфетдин Бәхәрзи тарафынан Ислам диненә ылыҡтырылып, уға мосолман йолалары өйрәтелә. Үзбәк хан хакимлығы осоронда Сыңғыҙиҙар династияһының ошо тармағында Ислам айырата нығый, уның үҙен суфыйлыҡҡа алыу йолаһын суфыйҙарҙың Йәсәүиә тәриҡәте шәйехе Сәйет Ата башҡара.
Иҙел-Урал төбәгендә Ҡобрауиә тәриҡәте бөтөнләйгә юҡҡа сыға, Йәсәүиә тәриҡәтенең эшмәкәрлеге оҙайлыраҡ дауам итһә лә, көслө булмай. Төрки халыҡтарының барыһына ла тиерлек хас булғанса, Нәҡшбәндиә суфыйҙар тәриҡәтенә башҡорттар һәм татарҙар мөхитендә иң йоғонтолоһо булырға яҙған. Суфыйҙарҙың бөйөк остазы Хужа Ғөбәйҙулла Ахрарҙың уҡыусыһы Хужа Мөхәммәт Әмин Болғари Иҙел-Урал төбәгендә Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә ингән беренсе кеше булғандыр, тип уйларға ерлек бар. Хужа Мөхәммәт Әмин Болғари 902 йылда (миләдиҙә 1496 й.) Тәбриз ҡалаһында вафат, тыуған илендә Нәҡшбәндиә тәриҡәте буйынса ниндәй ҙә булһа эшмәкәрлеге билдәле түгел. Нәҡшбәндиә тәриҡәте тәғлимәтен Иҙел-Урал төбәгенә индерә башлау өсөн күп көс һалған кешеләрҙең исемдәре билдәһеҙ, әммә улар Бохаранан булғандыр тип фаразларға мөмкин, сөнки был ҡала, Сәмәрҡәнд кеүек үк, Нәҡшбәндиә йәмғиәтенең Урта Азиялағы төп үҙәге булып, Иҙел-Урал төбәге мосолмандары өсөн бөтә дини мәсьәләләр буйынса абруйлы үҙәк һанала.
Йәмғиәттең Бохаралағы һәм башҡа Урта Азия ҡалаларындағы үҫеше һәр саҡта улар араһында сағылыш тапҡан. Бына, мәҫәлән, Һиндостанда Шәйех Әхмәт Сирхинди нигеҙләгән, Нәҡшбәндиә йәмғиәтенең Мөджәджидиә тип аталып йөрөтөлгән тармағы Урта Азияла өҫтөнлөк алғас, уның йоғонтоһо далалар аша Иҙел буйы ҡалаларына тиклем килеп еткән. Мәҫәлән, Әхмәт Сирхинди улы Хауаджа Мөхәммәт Мәғсүмдең Бохаралағы рухи вариҫы Шәйех Мөхәммәт Хәбиб-Әҙләх Бәлхиҙең төрки уҡыусыһы (автор башҡорт һәм татар мосолмандарын айырып тормай. – ред. иҫк.) Әбд әл-Кәрим бән Балтай (вафаты 1171 йыл, миләдиҙә 1757-1758 й.й.) тураһында мәғлүмәт бар.
Әбд әл-Кәрим бән Балтай Ырымбур ҡалаһы эргәһендәге Сәйет биҫтәһендә Нәҡшбәндиә-Мөджәджидиә рухи йүнәлешендә өгөт-нәсихәт алып барған. XIX быуатта һәм XX быуат башында башҡорттар һәм татарҙар араһында әҙәби эшмәкәрлек бик әүҙемләшеп китеү сәбәпле, айырыуса байтаҡ ҡына биографик белешмәләр төҙөлөү айҡанлы, ошо төбәктә XVIII быуат аҙағында һәм XIX быуатта йәшәгән күренекле Нәҡшбәндиә шәйехтәре тураһында мәғлүмәт күп. Уларҙың шул тиклем күп булыуы Нәҡшбәндиә йәмғиәтенең ошо осорҙа был төбәктең рухи һәм инсани тормошо өлкәләрендә тулыһынса өҫтөнлөк итеүе хаҡында һығымта яһарға мөмкинлек бирә.
Бындағы суфый-нәҡшбәндиәселәрҙе ике төркөмгә бүлеп ҡарап була. Беренсеһе – Бохара аша Ҡабулға барып етеп, Мөджәджидиә шәйехе Фәйезхандың мөриттәре булып киткән татарҙар. Бәлки, беҙ Ҡабулды инсани яҡтан артта ҡалған ҡараңғы төбәк тип ҡарарға күнеккәнбеҙҙер, әммә Фәйезхан мөриттәренең береһе Сәйфетдин Шинкари, Ҡабулдың мосолман уҡыу йорттары Бохара мәҙрәсәләренән өҫтөнөрәк, тип маҡтаған (Ҡабул мәҙрәсәләрендә, дини фәндәрҙән тыш, философия, логика, медицина уҡытылған). Фәйезхан артынан барған татарҙарҙың иң танылғандарынан булған Мөхәмәтйән бән әл-Хөсәйен 1789 йылда татарҙар өсөн урыҫ ҡанаты аҫтында ойошторолған дини хакимиәттең – Диниә беренсе мөфтөйө вазифаһына тәғәйенләнә.
Һөйләүҙәренә ҡарағанда, Мөхәмәтйән үтә һауалы, тоғролоҡһоҙ һәм белемһеҙ шәхес булып, урыҫтарға саманан тыш бирелгәнлеге арҡаһында үҙ халҡы араһында ышаныслы кеше тип һаналмаған.
Уның бар вариҫтарын да ошолай баһалау нигеҙһеҙ, әммә уларҙың күптәре шулай уҡ Нәҡшбәндиә суфыйҙары йәмғиәте ағзаһы булған. Был йәмғиәттең рәсми дини ойошмаларға йоғонтоһо большевистик революцияға тиклем дә, унан һуңыраҡ та көслө булған. Татар суфый-нәҡшбәндиәселәренең икенсе иҫкә алырлыҡ төркөмө – Бохара шәйехе Ниязҡули Хан Төркәмәни эйәрсендәре. Был шәйехтең Бохарала баһаһы шул тиклем юғары булған ки, хатта хаким Әмир Хәйҙәр, үҙе лә дини шөһрәткә дәғүә итеүгә ҡарамаҫтан, Ниязҡули Хан Төркәмәни ойошторған суфый йыйылыштарында ҡатнашыу теләген белдергән. Ниязҡули Хандың татарҙарҙан иң көслө уҡыусыһы, арҙаҡлы Әбүнасир әл-Ҡурсауи (Ҡурсауи исеме менән билдәле, вафаты – 1812 йыл). Моғайын, ул татар тарихында иң билдәле Ислам ғалимылыр. Ғөмүмән, ул илаһиәт асылы буйынса төплө һорауҙар ҡуйған ғалим һәм XIX быуат башында татарҙар араһында секуляристик (диндән айырмалы) фекер тарала башлауға юл һалған тип иҫәпләнә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның хеҙмәттәренең күбеһен табып булмай, әммә ышаныслы икенсел сығанаҡтарға (бигерәк тә Ризаитдин Фәхретдиновтың “Аҫар”ына) нигеҙләнеп, әл-Ҡурсауиҙы яңылыҡтар индерә башлаусы рәүешендә ҡылыҡһырлауҙы инҡар итергә була. Киреһенсә, әл-Ҡурсауи, Бохарала өҫтөнлөклө булып ҡала биргән ашғарит ҡәләмендә нигеҙле фекергә таяныуҙы танып, уны фәлсәфәнең йәшерен формаһы итеп ҡарап, тәнҡитләүҙе хуп күрә. Ул үҙе “мосолмандарҙың тәүге быуыны инаныуҙары” тип аталған юҫыҡҡа кире ҡайтырға өндәй.
Уның Бохаралағы бәхәсе барышында Илаһ исемдәренең ысынбарлыҡта булыуын инҡар итеүе уны неомутазелит тип нигеҙһеҙ ғәйепләүгә килтерә. Әл-Ҡурсауи, үҙенә янаған үлемдән саҡ ҡотолоп, Бохараны ташлап китә. Тыуған илендә лә һыйыныр урын таба алмайынса, 1812 йылда Хиджаз (Сәғүд Ғәрәбстанында Мәккә өлкәһе) тарафтарына китеп барышлай, Истанбул ҡалаһында донъя ҡуя. Уға ҡаршы сығыусыларҙың күбеһе шул уҡ Нәҡшбәндиә суфыйҙары йәмғиәте ағзаһы булһа ла, әл-Ҡурсауиҙың ошо йәмғиәттә тороуы арҡаһында, уның Иҙел-Урал төбәгендәге күренекле нәҡшбәндиәселәргә йоғонтоһо XX быуатҡа тиклем үк һаҡланып ҡала.
Зыяетдин Көмөшханауи 3әйнулла Рәсүлевкә, уны “тулы белемле, камил булған хәлфә” тип баһалап, мөриттәр уҡытып, уларҙы Хәлидиә-Нәҡшбәндиә суфыйҙары туғанлығына алыу хоҡуғы бирә.
Аҡҡужаға ҡайтҡан 3. Рәсүлевтең, үҙе ойошторған йыйылыштарға уҡыусылар йыйнап, тиҙ арала уңышҡа өлгәшеүе урындағы танылған шәйехтәрҙе һәм уларҙың мөриттәрен маҙаһыҙлай башлай. Уға ҡарата булған дошманлыҡ 3. Рәсүлевтең һәм уның мөриттәренең ҡысҡырып зекер әйтеүе тураһында хәбәр таралып китеүе арҡаһында көсәйеп китә (зекер – Аллаһ Тәғәләнең асылын аңлау маҡсатында трансҡа инеп, Илаһи Заттың барлығын һиҙә, тоя ала торған халәткә етеү ысулы). Был 3. Рәсүлевкә ҡаршылар тарафынан Нәҡшбәндиә суфыйҙары йолаларын бысратыу тип баһалана.
Академик В. Бартольд 1917 йылда 3. Рәсүлевтең вафатына бағышланған некрологта уны “Башҡортостанда ҡысҡырып зекер әйтеү ғәмәлен индергән беренсе инсан” тип билдәләй. Зәйнулла Рәсүлевтең ҡысҡырып зекер әйтеү яҡлы булыуы дөрөҫкә оҡшамаған. Мәүләнә Хәлит суфыйҙар йәмғиәтенең үҙе нигеҙләгән тармағы өсөн эстән, үҙ алдына ғына зекер әйтеүҙе раҫлаған. 3. Рәсүлев үҙенең суфыйҙар ғәмәлиәте асылының төп һыҙаттары тәфсирләнгән “Әлфауаи-дүл-әл-мухимма” әҫәрендә ошоно уҡ раҫлай. Әммә 3әйнулла Рәсүлевтең ватандашы Мөхәммәт Морат Минзәләүи: “3. Рәсүлев тирәһендәгеләр араһында элек был яҡтарҙа булмаған мистик ҡысҡырыуҙар ишетелә торған булған”, – тип яҙа. Бындай мистик ҡысҡырыуҙар Хәлидиә ысулына ғына хас һыҙат булып, күңел илһамланыуы халәтендә башҡарылған зекер һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.
Бындай ҡысҡырыуҙарҙың үҙ алдына зекер әйтеүҙән һуң башланыуына шик юҡ, һәм был ҡысҡырып зекер әйткәндәге тәьҫиргә тиң. Нәҡшбәндиә туғанлығының тарихы үҙ алдына йә иһә ҡысҡырып зекер әйтеүҙең өҫтөнлөктәре тураһында бәхәстәр менән тулы. Нәҡшбәндиә суфыйҙары, үҙ алдына зекер әйтеүҙе мотлаҡ һанап, үҙҙәренә оҡшаш Йәсәүиә туғанлығынан бик иртә айырымланған. XIX быуатта Йәсәүиә туғанлығы Ҡазанда бөтөнләйгә онотолоп бөтмәһә лә, бында бөтәһе лә суфый-нәҡшбәндиәселәрсә үҙ алдына зекер әйтеүҙе артығыраҡ күргән. Мәҫәлән, 1861 йылда Ҡоҡандтан килгән ниндәйҙер дәрүиш Һарытау эргәһендәге бер ауыл кешеләрен ҡысҡырып зекер әйтергә өгөтләй башлағас, был ваҡиға янъял тип баһалана, һәм ошо хаҡта Өфөләге Диниә назаратына тиҙ арала хәбәр ителә.
Нисек кенә булмаһын, 3. Рәсүлевте ғәйепләү, уның өҫтөнән ошаҡтар яҙыу әллә ни ҡатмарлы булмаған зекер әйтеү ысулы арҡаһында ғына килеп сыҡҡан, тип уйларға ярамай. Минзәләүи уратыбыраҡ һәм кинәйә менән: “3. Рәсүлевтең дошмандары, теләһә ниндәй мосолманға ябып булмаҫтайҙы ла уға ябып, уны сихырсылыҡта ғәйепләне”, – тип яҙған. В. Бартольд мәғлүмәтенә ярашлы, 3. Рәсүлев шулай уҡ махсус рөхсәт булмайынса хаж ҡылып, ғәҙәти булмаған яңылыҡтар алып ҡайтыуҙа ғәйепләнә, һуңғыһы 3. Рәсүлевкә ҡарата булған дошманлыҡтың, Хиджаз һәм Төркиә тарафтары йоғонтоһона шик-шөбһә менән ҡарап, динилектең һәм дини белем биреүҙең бохараса йолаһына тоғро ҡалырға теләгән ҡәҙимселек рухындағы дини даирәләрҙән сығыуын раҫлай.
Мәүләнә Хәлид үҙе лә Сөләймәниәлә һәм Бағдадта дошманлыҡҡа дусар булып, уның Истанбулдағы беренсе вәкилдәре урындағы танылған шәйехтәрҙең бер өлөшө тарафынан тәрән шик-шөбһәләр менән ҡаршы алына. Ғөмүмән, Хәлидиә туғанлығының әүҙемлеге һәм маҡсатҡа ҡыйыу ынтылышы үҙе үк хәүеф тыуҙырған, күрәһең. 3. Рәсүлев Ғәбделхәким Сарҙаҡлының рухи ҡарамағында булыуынан бер ваҡытта ла ваз кисмәгән; ул хатта “Әл-фауаи-дүл-әл-мухимма” китабында үҙенең суфыйҙар туғанлығына ике мәртәбә алынғанлығын күрһәтеп, бының суфыйсылыҡта һирәк күренеш булмағанлығын иҫкә ала. Шулай ҙа 3. Рәсүлев өҫтөнән яҙылған тәүге ошаҡ һәм ғәйепләүҙәрҙең шәйех Ғәбделхәким Сарҙаҡлының эйәрсендәре ҡоронан булыуына шик юҡ.
3. Рәсүлевтән тәүге һорау алыу Әлмәт ауылында Искәндәр бән Хәбибрахман тигән берәүҙең өйөндә уҙғарыла. Бында күп һанлы ғөләмәләр (мосолмандарҙың абруйлы дини ғалимдары) араһында бәхәсле һорауҙар буйынса фәтүәләр (дини-юридик ҡарарҙар) сығарыуҙа йәлеп ителеүе менән билдәлелек алған Үргәнч ғалимы Ишнияз бән Ширнияз да була. Күрәһең, 3. Рәсүлевте йәберләүселәрҙе был һөйләшеү ҡәнәғәтләндермәй һәм улар, Стәрлебаштағы ҡайһы бер ғөләмәләр менән берләшеп, 3. Рәсүлевте Ислам тәғлимәтен боҙоуҙа һәм мөртәтлектә ғәйепләп, 1872 йылда мосолмандарҙың Өфөләге Диниә назаратына уның өҫтөнән ошаҡ ебәрә. В. Бартольд яҙыуынса, ошо мәсьәләне асыҡлау өсөн Диниә назаратына саҡыртып килтерелгән 3. Рәсүлев үҙенең ҡараштары тураһында яҙма рәүештә аңлатма биргәс, уға ҡарата булған ғәйепләүҙәр алып ташлана. Әммә был эшкә урыҫ властары ҡыҫылырға ҡарар итә, һәм 3. Рәсүлев Ырымбурҙан Аҡҡужаға ҡайтыу менән үк ҡулға алына.
Тәүҙә ул иптәше Ғатаулла ишан менән бергә һигеҙ ай буйына Златоуст төрмәһендә тотола, ә һуңынан, эске эштәр министрының күрһәтмәһенә ярашлы хөкөм ителеп, Вологда губернаһының Николаевский ҡаласығына һөргөнгә ебәрелә. Минзәләүи билдәләүенсә, был аяуһыҙ ҡаты сара була, сөнки Вологда губернаһында бер генә мосолман да йәшәмәй. Шуға ҡарамаҫтан, 3. Рәсүлевте этап менән Николаевскийға килтергәс, ул Себергә һөргөнгә ебәрелгән Абдрахман Усманов тигән кеше менән бер камерала ултыра һәм, ошо мөмкинлектән файҙаланып, камералаш иптәшен Хәлидиә-Нәҡшбәндиә туғанлығына алыу йолаһын уҙғара. Николаевский ҡаласығында өс йыл булғандан һуң, 3. Рәсүлев Костромаға күсерелеп, биш йыл уҙыуға яҡындағы бер татар ауылына ебәрелә. 1881 йылда уға ҡарата булған бөтә сикләүҙәр юҡҡа сығарылып, Аҡҡужа ауылына ҡайтырға рөхсәт ителә.
Урыҫ властарының 3. Рәсүлевкә ҡарата булған дошманлығы Зәйнулла ишандың суфыйҙар араһындағы ҡайһы бер мосолман “туғандарының” уны нахаҡҡа ғәйепләүҙәре арҡаһында барлыҡҡа килгән, тип ҡыйыу рәүештә раҫларға була. 3. Рәсүлевтең үҙенә ҡаршы сығыусылар менән булған бәхәсен властар Иҙел-Урал төбәгендә ниндәйҙер сыуалыштар килтереп сығара алырлыҡ хәүефле сығанаҡ итеп ҡараған, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Люциан Климович, батша Рәсәйендәге Ислам тарихын кәмһетеп (мыҫҡыллап, тип әйткәндә лә ярай) яҙған билдәле автор 3. Рәсүлевтең ыҙалары сәбәбен, үҙе хата фекерләгәнсә, башҡаларға һеңдерергә тырыша. “Властар был айырым осраҡта мосолман руханиҙары араһындағы эске низағтарға түҙеп ҡарарға теләмәгән, йә иһә етерлек дәрәжәлә тикшерелмәгән кешене шәйех-агент итеп тәғәйенләй алмаған. Бында һүҙ руханиҙарҙың үҙ мәхәлләләрендә мосолмандарҙың ҡараштары ниндәй булыуын урыҫ властарына еткереп торорға тейешлеге тураһында бара. 3. Рәсүлевте тикшереп бөткәс, уны имам итеп тәғәйенләйҙәр”.
Л. Климовичтың, Зәйнулла ишан һөргөндә саҡта көслөк менән жандармерия агенты итеп вербовкаланған, тип раҫлауы бер ни менән дә нигеҙләнмәгән. Киреһенсә, урыҫтарҙың 3. Рәсүлевте, уға эйәреүселәрҙең күп булыуын, уның сит илдәрҙәге бәйләнештәрен иҫәпкә алып, сәйәси сыуалыштар өсөн көслө сығанаҡ итеп ҡарауы дөрөҫлөккә яҡыныраҡ. Уның мөршите (суфый остазы) Зыяетдин Көмөшханауи урыҫтарға ҡаршы һуғышта булған, һәм шул саҡта 3. Рәсүлев һөргөнгә ебәрелгән.
Иреккә сығарылғандан һуң, 3. Рәсүлевтең дә, уның эйәрсендәренең дә, XX быуаттың беренсе ун йыллығында сәйәси эшмәкәрлектә ҡатнашҡан ҡайһы бер мөриттәрен иҫәпкә алмағанда, урыҫ властары менән етди конфликтҡа инмәүе дөрөҫ. Әммә иң мөһиме бына нимәлә – Зәйнулла Рәсүлевтең мәғрифәти һәм мәҙәни эшмәкәрлеге ысынбарлыҡта урыҫ властары сәйәсәтенең төп һәм хәл иткес тип иҫәпләнгән ҡараштарынан айырмалы ғына түгел, ә уларға ҡапма-ҡаршы булған.
Иреккә сығыуына бер йыл үтеүгә 3. Рәсүлев яңынан хаж ҡылырға китә һәм, ошо мөмкинлектән файҙаланып, үҙенең остазы – мөршите Зыяетдин Көмөшханауи менән осраша. Хаж сәфәренән ҡайтыу менән тиерлек, Троицк ҡалаһында төпләнеп, Амур урамында күптән түгел төҙөлгән мәсеттең имамы вазифаһына тәғәйенләнә. Минзәләүи, Рәсүлевте күрә алмаусыларҙың көнсөллөгөнә ҡарамаҫтан, уның абруйы юғары булып ҡалыуы бик тиҙ арала үҙенән-үҙе беленде, тип хуплап яҙа. 3. Рәсүлев ҡала мосолмандары араһында шул тиклем йоғонтоло ҡала ки, хатта Амур урамы халыҡ телендә Исламса яңғыраған Мәғмүриә урамы тип йөрөтөлә башлай.
Зәйнулла Рәсүлевтең эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Троицк ҡалаһының Рәсәй империяһы мосолмандарының төп уҡыу-уҡытыу үҙәгенә әйләнеп, Хәлидиә-Нәҡшбәндиә суфыйҙары туғанлығын киңәйтеү өсөн нигеҙ булып тороуын бик әһәмиәтле күренеш итеп ҡарарға кәрәк. Үҙе имам булған мәсет эргәһендә 3әйнулла Рәсүлев мосолман уҡыу йорто – “Рәсүлиә” исеме менән билдәлелек алған мәҙрәсә аса, һәм ул тиҙ арала Рәсәй мосолмандарына белем биреүсе иң яҡшы дини институттарҙың береһе тигән абруй ҡаҙанып, башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ балаларын үҙенә тартып тора.
Һуңынаныраҡ француз тарихсыһы Александр Бенигсен, һоҡланыуын йәшермәйенсә, “Рәсүлиә – мосолман донъяһының иң яҡшы академик институттарының береһе”, – тип яҙа. Ҡәҙимге мәҙрәсәләр биргән белем менән хушһынмай, заманса башҡа төрлө белем алыу мөмкинлектәрен эҙләгән мосолмандар араһында урыҫ теле һәм мәҙәниәтенең йоғонтоһо көсәйә барыуы менән борсолған ҡаҙаҡ байы Алтынһарин ошо мәҙрәсәгә матди яҡтан ярҙам итә. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенең уңышлы эше нигеҙендә яңы педагогик ысулдар ҡулланыу ята. Башҡорттар һәм татарҙар араһында яҙма телгә нисек өйрәтеү – фонетик йә иһә ижекләп уҡыу ысулы менән файҙалыраҡмы, тигән һорау бер быуат буйы айырыуса күп бәхәс тыуҙыра (һүҙ иҫке төрки теле тураһында). Ошоға ярашлы, яңы ысул яҡлылар “йәҙитселәр”, иҫке ысулды яҡлаусылар “ҡәҙимселәр” тип йөрөтөлөп, был атамалар бер үк ваҡытта новаторҙарҙы йә консерваторҙарҙы нарыҡлаған термин рәүешендә ҡулланылған. 1908 йылда татар матбуғатында Зәйнулла Рәсүлев һәм Троицк ҡалаһы өләмдәре (мосолман ғалим-теологтары) яҙған тип иҫәпләнгән мәҡәләләр баҫыла, һәм уларҙа фонетик ысул дин ҡушҡандар менән ҡапма-ҡаршылыҡҡа инә, тигән фекер яҡлана. Әммә шул уҡ йылдың февралендә 3. Рәсүлев, Троицкиҙың өс ғалимы менән берлектә, фонетик ысул “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә лә, Троицк ҡалаһының башҡа мәҙрәсәләрендә лә 1893 йылда уҡ ҡабул ителгәйне, тип кире ҡағыу баҫтыра. Ул хатта, Ҡөрьәнде өйрәнеү дисциплиналары һәм сөннә (Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең эшмәкәрлеген һәм хәҙистәрен өйрәнеүсе фән) уҡыу курсының нигеҙе итеп алынған хәлдә, мәҙрәсә программаларын донъяуи фәндәр иҫәбенә киңәйтеүгә Троицк ғалимдары ҡаршы түгел, тип белдереү яһай. Был мәсьәлә буйынса Зәйнулла Рәсүлевтең һәм уның хеҙмәттәштәренең фәтүәһе (дини-юридик ҡарары) баҫылған брошюра бер нисә мәртәбә нәшер ителеп, XX быуаттың беренсе тиҫтәһе аҙағында бөтә урындарҙа ла уҡытыуҙа яңы фонетик ысул индереү өсөн хәл иткес көскә әйләнә.
Зәйнулла Рәсүлевтең фонетик ысулға ҡарата булған илтифатлығына һәм уның йәҙитселәр хөрмәт иткән суфый шәйехтәренең береһе булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙен йәҙитсе итеп иҫәпләгән, тип уйларға ярамай. Ғәмәлдә “Рәсүлиә”не йәҙитселәр менән ҡәҙимселәр араһындағы упҡын өҫтөнән һалынған күпер рәүешендә күреп, ҡатнаш, уртасыл типтағы мәҙрәсә итеп һүрәтләргә булыр ине. Бәлки, Зәйнулла Рәсүлев үҙе лә ҡәҙимселек менән замансалыҡты ялғай алыуға һәләтле зат булып тойолғандыр.Үҙ эйәрсендәренән булған сирлеләргә ул, ғәҙәттә, башҡа суфый шәйехтәренә хас булғанса, бетеү генә түгел, медицинала ҡулланылған дарыуҙар тәҡдим итеп, уларҙы ошо дауалау саралары менән үҙенең шәхси дауаханаһы аша тәьмин итеп торған.
Зәйнулла ишанға “сит ил ғилемен” яҡшы белеүе айҡанлы барыһы ла хөрмәт менән ҡараған. Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең замандашы Абдрахман әл-Мағази уның “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендәге көндәлек тәртибе тураһында бик фәһемле яҙма ҡалдырған. Шәйехтең ижтимағи эше иртәнге сәғәт һигеҙҙән уның кәңәштәренә, шәфҡәт-мәрхәмәтенә, ғәмәли ярҙамына мохтаж булған мөриттәрен һәм башҡа йомош менән килеүселәрҙе ҡабул итеүҙән башланған.
Шәйехтең өҫтәлендә һәр саҡ ҡайнар самауыр булып, һәр килеүсегә сәй тәҡдим ителгән. Сәғәт ун икелә ул “Сахих әл-Бохари” (мосолман ғалимы Бохариҙың Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хикмәтле һүҙҙәренән туплаған йыйынтығы) текстары һәм “Тафсир әл-Джалалейн” (мосолман ғалимы Суюти тарафынан яҙылған Ҡөрьән тәфсире) буйынса шәкерттәргә һабаҡ бирергә бара, дәрестәр өйлә намаҙына тиклем дауам итә. Төшкө аштан һуң шәйех йә алдан килешелгән берәй осрашыуға киткән, йә тағы ла мәҙрәсәгә килеүселәрҙе ҡабул иткән, шунан һуң икенде намаҙына тиклем ял итеп алған. Киске, йәғни аҡшам намаҙына тиклем Зәйнулла мәсеттә үҙенең мөриттәре менән осрашып, улар менән бергә Нәҡшбәндиә туғанлығының хәтми хваджаганг тип аталған махсус доғаларын уҡыған. Йома көн һәм мөриттәр күпләп килгән башҡа көндәрҙә хәтми хваджаганг икешәр тапҡыр уҡылыр булған.
Мосолмандарҙың ураҙа тотоу ваҡыты булған Рамаҙан айы был тәртипкә ҡайһы бер үҙгәрештәр индергән: Зәйнулла шәйех ҡайһы саҡта дәрестәрен төштән һуңға күсергән, ә Рамаҙан айының һуңғы ун көнөндә иғкикаф (башҡалар менән аралашмай, мәсеттә бер үҙең бикләнеп зекер әйтеү) башҡарған. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенең әһәмиәтен тулыһынса аңлар өсөн башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың ҡаҙаҡтар, ә XVI быуаттан башлап башҡа дала халыҡтары менән күрше йәшәгәндәрен иҫкә алырға кәрәк. XIX быуатта татар буржуаз синыфының үҫә башлауы менән татар сауҙагәрҙәре, ҡаҙаҡ далаларына даими барып йөрөп, был яҡтарҙа үҙҙәрен исламлаштырыу агенттары итеп тә таныта. Әлбиттә, сауҙагәрҙәрҙең мәҙәни һәм дини йоғонтоһо, һис шикһеҙ, сикләнгән була. Ислам динен, мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен ҡаҙаҡтар араһына тәрәнерәк индереү мөмкинлеге ҡаҙаҡ шәкерттәрен башҡорт мәҙрәсәләренә ебәрә башлау менән асыла. Ҡаҙаҡтарҙы башҡорт һәм татар мәҙрәсәләрендә уҡытыу XVIII быуат аҙағында башлана, мосолмандарҙың Дини йыйылышының беренсе мөфтөйө Мөхәмәтйәндең ҡаҙаҡ ханына кейәүгә бирелгән ҡыҙы Фатима иренә бер төркөм йәш ҡаҙаҡ егеттәрен үҙ иҫәбенә Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ мәҙрәсәләренә ебәрергә тәҡдим итә.
XIX быуат урталарына татарҙарҙың ҡаҙаҡтарға йоғонтоһо шул тиклем арта, хатта, татар менән ҡаҙаҡ араһындағы был мөнәсәбәттәр урыҫлаштырыу сәйәсәте өсөн ысын хәүеф тыуҙыра, тип уйлаған урыҫтарҙа һәм урыҫтар яҡлы күҙәтеүселәрҙә борсолоу уята. Мәҫәлән, урыҫ сәйәсәтенә төрлө юлдар менән хеҙмәт иткән ҡаҙаҡ Чокан Вәлиханов, үҙенең 1863-1864 йылдар тирәһендә яҙылған тип иҫәпләнгән йәшерен меморандумында ҡаҙаҡ далаларын Ырымбур Диниә назараты юрисдикцияһынан сығарырға, татарҙар инанған дингә хөрмәт менән ҡарап, шул уҡ ваҡытта ҡаҙаҡтарҙың татарҙарҙан айырым халыҡ булыуын иҫәпкә алып, ҡаҙаҡтар өсөн айырым дини хакимиәт ойошторорға; татар мәҙрәсәләренән килгән хажи һәм ишандарға ҡаҙаҡтар араһында төпләнеүгә юл ҡуймаҫҡа; татар ишандары һәм хажиҙарының Баянаул һәм Ҡарҡаралы райондарындағы һымаҡ дәрүиш һәм мистик ойошмалар төҙөүҙәренә ҡамасауларға, ҡаты күҙәтеү аҫтында тотолорға тейеш, тигән тәҡдимдәр индерә.
Ошонан һуң егерме йыллап ваҡыт үтеүгә, билдәле этнограф В. Радлов “Себерҙә” тип исемләнгән хеҙмәтендә татар сауҙагәрҙәренең эшмәкәрлеге тураһында үҙенең борсолоуҙарын белдереп, былай тип яҙған: “Көнсығыш далаларында Ислам йоғонтоһоноң үтә ныҡ көсәйеүе һөҙөмтәһендә йөҙәрләгән йәш ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) егете, үҙҙәрендә башланғыс белем алғас, мәҙрәсәләргә инеү өсөн Рәсәйгә йүнәлә һәм унда Ислам фәндәрен өйрәнә”. Ул бер нисә тиҫтә йыл дауамында Стәрлебаш ауылына уҡырға йыл һайын йөҙ илле ҡаҙаҡ егете килеп, уларҙың бында уртаса алғанда ун йылға тиклем уҡып ятыуҙарын күрһәтә. Стәрлебаштың Нәҡшбәндиә туғанлығының урындағы үҙәге булыуын иғтибарға алырға кәрәк. Бындағы мәҙрәсә Ниязҡули хан Төркәмәни хәлфәләренең береһе Ниғмәтулла ишан ҡулы аҫтында була. Троицкиға урыҫ биләмәләре сиктәрендә, ҡаҙаҡ далаларына яҡын булған ерҙә 1743 йылда нигеҙ һалынған “Рәсүлиә” мәҙрәсәһенең бында урынлашыуы бик ҡулай, тип әйтерлек булып, башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ шәкерттәрен үҙенә тартып торған.
Шул замандағы бер мәғлүмәткә ярашлы, XX быуат башында түбәнге Иҙел, Урал, Себер тарафтарының күп ҡала һәм ауылдарында йөҙәрләгән мулла, башҡа руханиҙар Зәйнулла ишандың йоғонтоһонда булған. Себер тарафтарына Зәйнулла Рәсүлевтең эшмәкәрлеге менән бергә, Нәҡшбәндиә туғанлығының Хәлидиә тармағы йоғонтоһо үтеп инеүе, Себер татарҙары хандары хакимлығы осоронда был яҡтарҙа Ислам тәғлимәтенең тарала башлауы, шулай уҡ Нәҡшбәндиә суфыйҙары менән бәйле булыуы айҡанлы, айырым ҡыҙыҡһыныу уята. Зәйнулла Рәсүлевтең педагогик һәм мәғрифәти эшмәкәрлеге, ҡаҙаҡтар араһында Ислам белемен үҫтереүе, башҡорт һәм татарҙарҙың киңәйә барыусы урыҫ баҫымына ҡаршылыҡ күрһәтеүенә булышлыҡ итеүе сәбәпле, урыҫ сәйәсәтенә ҡапма-ҡаршы килә, һәм 1906 йылда хөкүмәт тарафынан Ҡаҙағстанда татарҙарҙың йоғонтоһон сикләгән саралар күрелә башлай, әммә уларҙың һөҙөмтәһе тураһында мәғлүмәт юҡ.
Зәйнулла ишанға урыҫ властарының терәге булған руханиҙар нәфрәт менән ҡарай. Ҡаҙағстанды христианлаштырыуға өмөт иткән Рус православие сиркәүе миссионерҙары Зәйнулла ишан тураһында айырыуса ытырғаныс, күралмау тойғоһо менән һөйләр булған. Зәйнулла Рәсүлев булышлығында нәшер ителгән ҡайһы бер ҡыйыу мәҡәләләрҙе сиркәү ҙә, урыҫ хөкүмәте лә үҙҙәрен мыҫҡыллау рәүешендә ҡабул итә. 1908 йылда Иҙел болғарҙары, башҡорттар, Ҡаҙан татарҙары, ҡаҙаҡ һәм үзбәк тарихы буйынса “Талфик әл-әхбар” тигән китапты нәшерләргә ярҙам итә. Был тарихи әҫәр, Бохарала белем алған, Хиджазда (Сәғүд Ғәрәбстанында) йәшәгән, тыуған иленә йыл һайын йәй айҙарында ҡайтып йөрөгән башҡорт шәйех Морат Рәмзи тарафынан яҙылған.
Башҡорт халҡын көслө яратыу рухы менән айырылып торған был китапта урыҫтар Йәджүж һәм Мәджүж (Гог һәм Магог) менән сағыштырыла, мосолман төркиҙәр берҙәмлеккә өндәлә. Баҫылып сығыу менән үк М. Рәмзиҙең был әҫәре цензура тарафынан император Александр III-не кәмһетеүсе, мосолмандарҙы урыҫтарға ҡаршы ҡотортоусы китап тип баһалана. Пантөркилек һәм ислам идеялары менән һуғарылған ошо китапты нәшер итеүҙе Зәйнулла Рәсүлевтең үҙ ҡанатына алыуы иғтибарҙы йәлеп итә. 3. Рәсүлев китап авторының, мосолмандарҙы христианлаштырыу өсөн аң-белемде тик урыҫ ҡулынан ғына алырға мөмкинлек биреп, уларға белем һәм ғилем алыуҙың башҡа юлдарын ябыу урыҫ властарының төп маҡсаты, тигән фекере менән, һис шикһеҙ, килешкән булырға тейеш.
З. Рәсүлев урыҫ сәйәсәтенә ҡаршы көрәшендә бары тик дини, мәғрифәти һәм мәҙәни ысулдар ҡулланған, тип уйларға кәрәк, уның башҡаса сәйәси эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, ул башҡорт һәм татарҙарҙың, Рәсәй империяһының башҡа мосолмандарының үҙ хәлен яҡшыртыу маҡсатында урыҫ либераль буржуазияһы менән союздаш булырға ынтылыуын хуплай. Мәҫәлән, ул Түбәнге Новгородта 1906 йылдың 16 – 20 авгусында уҙған III Бөтә Рәсәй конгресы адресына изге теләктәр менән телеграмма ебәрә. Ошо конгреста сәйәси фирҡә итеп үҙгәртелгән Мосолмандар союзы (“Иттифаҡ әл-мөслимин”) лидеры Ғәлимйән Баруди Зәйнулла шәйехтең күренекле вариҫы була.
1917 йылдың майында Ғ. Баруди Өфөләге Диниә назараты мөфтөйө вазифаһына тәғәйенләнһә, икенсе йылына ошо ҡалала ойошторолған Мосолман милли йыйылышының дин департаменты рәйесе булып китә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә мөфтөй булғандан һуң, 1921 йылда Мәскәүҙә үлеп ҡала. Ул Зәйнулла шәйехтең ябай мөрите генә түгел, ә уның Хәлидиә-Нәҡшбәндиә туғанлығы буйынса әүҙем һәм төплө вариҫы ла була. Зәйнулла ишандың ҙур баһаға лайыҡ вариҫтарының береһе Сабирйән Хәсәни күп йылдар дауамында Өфөләге Диниә назараты мөфтөйө була. Дини фәндәрҙе юғары кимәлдә уҡыта алыуы менән ул бөтә Рәсәй мосолмандарының оло ихтирамын яулай. 1910 йылда Исмәғил бей Гаспринскийға (Ғаспыралы) Ислам диненә күсергә теләк белдергән ниндәйҙер бер Австрия баронессаһы һорау менән мөрәжәғәт итә. Баронесса мосолман ҡатын-ҡыҙҙарына йөҙөн һәм һынын ҡаплау өсөн тәғәйенләнгән бөркәнсек ябынып йөрөүҙе мотлаҡтыр, тип уйлап, үҙенең икеләнеүе тураһында яҙа. И. Гаспринский ошо һорауға яуап яҙыуҙы Сабирйән Хәсәнигә йөкмәтә. Ул, ҡатын-ҡыҙҙың һынын тулыһынса ҡаплап торған һәм ошо арҡала уға бер ниндәй ҙә ижтимағи эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирмәгән бөркәнсек ябынып йөрөүҙең шәриғәти (ислам ҡанундарында) нигеҙҙәре булмауын белдереп, хатта бөркәнсекте Рәсәй мосолман төбәктәренең күбеһендә белмәүҙәре тураһында яҙа. Сабирйән Хәсәни шулай уҡ Хиджазда тимер юл төҙөү өсөн аҡса йыйыу ойоштора. Сабирйән Хәсәниҙең үлгән йылы билдәһеҙ.
Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең күренекле вариҫтарының береһе – фән менән шөғөлләнеүҙе ҡазый (мосолман хөкөмсөһө) карьераһынан өҫтөн күреп, мәғрифәтсе һәм ҙур әҫәрҙәр авторы булараҡ танылыу тапҡан Ризаитдин Фәхретдинов. Башҡорттар һәм татарҙар араһынан сыҡҡан арҙаҡлы ғалимдар һәм эшмәкәрҙәр, шулай уҡ ҡайһы бер дағстандар һәм Урта Азия вәкилдәре тураһында библиографик белешмә рәүешендә яҙылған “Аҫар” китабы – уның иң әһәмиәтле әҫәрҙәренең береһе. Ошо әҫәрҙең байтаҡ ҡына урындарында Ризаитдин Фәхретдиновтың шәйех Зәйнулла Рәсүлевкә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәте сағылыш тапҡан. 1917 йылдың декабрендә Өфөлә мөфтөй урынбаҫары итеп ҡуйылғас, Р. Фәхретдиновтың ижтимағи эшмәкәрлеге яңынан әүҙемләшә, һәм ул 1922 йылдың башында, Ғәлимйән Барудиҙың вафатынан һуң, мөфтөй вазифаһына тәғәйенләнә. Шул уҡ йылда ул Мәккәлә үткән Халыҡ-ара Ислам конгресында совет делегацияһы етәксеһе була. 1931 йылда Совет власы етәкселәре уға Советтар Союзында намыҫ азатлығы (дин азатлығы) булыуын халыҡ алдында раҫларға тәҡдим итә. Был тәҡдимдән баш тартыуы арҡаһында ул ҡалған ғүмерен төрлө ыҙа күреп, яфа сигеп уҙғара.
Р. Фәхретдинов 1936 йылдың апрелендә ҙур мохтажлыҡта һәм фәҡирлектә донъя ҡуя. 1984 йылда “Советтар Союзы мосолмандары” журналында уның тураһында маҡтаулы биографик очерк баҫылып сығыуы — Р. Фәхретдиновты үлгәндән һуң исемен аҡлау, тип баһаларға була. Үҙенең мәҙрәсәһендә ике йөҙләп шәкерт уҡытҡан мөғәллим, билдәле төркиәтсе һәм тарихсы Зәки Вәлиди Туғандың атаһы ла – Зәйнулла шәйехтең мөрите һәм хәлфәһе булған шәхес. Атаһы ла, улы ла Троицкиға Зәйнулла шәйех янына йыш барып йөрөй торған булған. Зәки Вәлиди, башҡа бер нисә шәйех менән бер рәттән, Зәйнулла ишанды ла хөрмәт итеп, уны саф күңелле инсан, изгелек һәм әхлаҡлылыҡ өлгөһө тип иҫәпләгән. Зәки Вәлидиҙең атаһы Зәйнулла Рәсүлев ҡулынан Хәлидиә-Нәҡшбәндиә туғанлығына ағза итеп алыу хоҡуғы биргән иджазнамә (рөхсәт ҡағыҙы) булһа ла, был хоҡуҡты ғәмәлдә бер тапҡыр ғына ҡуллана.
Зәйнулла шәйех 1917 йылдың февралендә вафат була. Ул һуңғы көндәренә ҡәҙәр үҙенең күп һанлы эйәрсендәре менән әүҙем һәм эшлекле рәүештә етәкселек итә. 3. Рәсүлевтең шәхсән ниндәй үҙгәрештәр индереүен беҙ белеп бөтмәһәк тә, ул яһаған йоғонтоноң бер һөҙөмтәһе – ишандың мөриттәре Баруди һәм Ризаитдин Фәхретдиновтың 1917 йылдың 22 июлендә Рәсәй һәм Себер мосолмандары автономияһын иғлан иткән Мосолман милли йыйылышының идараһы эшмәкәрлегендә ҡалдырған һиҙелерлек эҙе.
Зәйнулла шәйехтең алты улының яҙмышы бер-береһенән ныҡ айырыла. Уларҙың береһе, Һибәтулла мулла, атаһынан алда 1903 йыл тирәһендә үлеп ҡала. Икенсеһе, Хәйрулла әфәнде, Мәҙинә ҡалаһында Нәҡшбәндиә суфыйҙары Мөджәджидиә тармағының өс маһир остазы етәкселегендә белем ала. Ул ошо остаздарының береһе Мөхәммәт Сәлих әл-Зауави тарафынан тәриҡәткә (суфыйҙарҙың Аллаһ Тәғәләгә юлы) алынып, Тыуған иленә ҡайтҡас, Ҡарғалы ауылында имам һәм мөҙәрис вазифаларына лайыҡ була. Күрәһең, ул атаһының юғары дәрәжәһенә зыян килтереүҙән шикләнеп, уҡытыу өсөн үҙенә мөриттәр йыйыуҙан тотҡарланып тора.
Хәйрулланың, уның туғандары Абдулла һәм Әбдесабурҙың большевистик инҡилабтан һуң яҙмыштары билдәле түгел. Шәйехтең бишенсе улы Абдулҡадир Истанбулда уҡып, Рәсәйгә ҡайтҡас, Әстерхан ҡалаһы мәсетендә имам була. Әммә ул 1959 йылда, етмеш йәшенә еткәс, дингә ҡаршы сығарылған “Фән һәм дин” журналында “Мулла булғым килмәй” тигән мәҡәлә баҫтыра. Шулай итеп, ул атаһының рухи мираҫынан баш тарта. Бәлки, был ҡылығы уға баҫым яһау арҡаһында булғандыр.
Зәйнулла шәйех улдарының иң кесеһе Ғабдрахман Рәсүлев инҡилабтан һуңғы осорҙа дини мөхиттә ҙур роль уйнаған шәхестәрҙән һанала. 1906 йылда Диниә назаратын үҙгәртеп ҡороу буйынса өсөнсө Бөтә Рәсәй мосолмандары конгресы ойошторған комиссия ағзаһы булараҡ, ул большевистик инҡилабҡа тиклем дә сәйәси әүҙемлек күрһәткән. 1941 йылда Германияның Советтар Союзына ҡаршы һуғыш башлауы арҡаһында Сталин СССР мосолмандарына дини эшмәкәрлектең ҡайһы бер ойоштороу формаларын булдырырға рөхсәт итә, һәм Ғабдрахман Рәсүлев мөфтөй, СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты (ДУМЕС) рәйесе итеп тәғәйенләнә. Властарҙың ошо әллә ни ҙур ҙа булмаған илтифатына яуап итеп, Ғабдрахман Рәсүлев мосолмандарҙы Германияға ҡаршы көрәштә ярҙам итергә саҡырған мөрәжәғәт менән сығыш яһай. Ул Өфөлә 1952 йылда вафат булғансы мөфтөй һәм Диниә назараты рәйесе булып ҡала.
Ғабдрахман Рәсүлевтең Хәлидиә-Нәҡшбәндиә суфыйҙар туғанлығында атаһының хәлфәһе булыуы шик тыуҙырмай. Унан һуң, 1974 йылға тиклем, Диниә назараты рәйесе булып ҡалған мөфтөй Шакир Хыялетдиновтың ишан хәлфәһе булыу-булмауы тураһында мәғлүмәт юҡ, ул шулай уҡ Зәйнулла шәйехтең шәкерте булған.
1971 йылда Мәскәү ҡалаһында нәшер ителгән бер китаптағы өгөт-нәсихәткә арналған мәҡәләһендә Ш. Хыялетдинов, Троицкиҙа Зәйнулла шәйехтә уҡыған йылдары тураһында мәғлүмәт биреп, остазының 1909 йылда киләсәк заманаларҙы алдан күҙаллап әйткән һүҙҙәрен иҫкә ала. Батша Рәсәйендә мосолмандарҙың ғәҙелһеҙлектәргә дусар ителеүе айҡанлы, Зәйнулла Рәсүлев былай тигән: “Инанған динебеҙ кеүек үк, халҡыбыҙҙың түҙемлеге икһеҙ-сикһеҙ. Әммә Аллаһ Тәғәлә – ғәҙелдәрҙең-ғәҙеле, һәм ул беҙ күргән яфалар өсөн үҙенең сауабын ҡайтарырға теләр. Мин ул көндәргә тиклем йәшәй алмам, әммә һин, Шакир, хәҡиҡәт нурын һис бер кем дә ҡаплай алмаҫ ваҡытты күрәсәкһең”.