Федор Иванович батша заманы 7 страница
1.Разрядный приказ. Был бүлектә баяр һәм дворян малайҙарының ҡыҫғаса биографиялары, кем, ҡайҙа хеҙмәткә алыныуы тураһындағы документтар.
2. Поместный приказ. Феодалдарға ваҡытлыса бирелгән ерҙәр һәм вотчиналар бирелеү буйынса йыйылған ҡағыҙҙар.
3.Ямский приказ: почта эштәре
4. Ҙур приход приказы: финанс торошо, керем.
5. Челобитный приказ: суд эше.
6. Разбойный приказ: уголовный эштәр.
7. Приказ тайных дел: дәүләт органдарын контролдә тотоу бүлеге.
8. Посольский приказ: сит дәүләттәр менән бәйләнеш тотоу бүлеге.
9. Казан һарайы приказы: Казан, Әстрхан, Башҡортостан ерҙәре менән етәкселек итеү бүлеге.
10. Себер юлы приказы: Себер яғы менән етәкселек итеү бүлеге.
11. Хәрби эштәр приказы: Стрелецкий, Пушкарьский, Иноземный, Рейтерский, Казачий полктар менән идара итеү бүлеге.
Кенәз эскәмйәнең бер ситенә ултырып, ҡағыҙҙарҙы ҡарап үткәрә башланы.
Был ваҡытта батша үҙенең яҡындары менән Коломенскийға йүнәлде. Юлда тағы уйҙар тулҡынына күмелде..
Атаһы, мәрхүм Михаил Федорович, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәгән һәм идара иткән икән. Ул - батша, ә патриарх бөтәһен дә хәл итә. Рәсәй тарихында ҡыҙыҡ дәүер булған да баһа!! Бер юлы ике батша ултырған, ысынлап та ике башлы сәмреғош тиерһең.
Туғандары һөйләй торғайны: атайың ун алтыла саҡта уҡ батша булып ултырҙы. Яҡын тирәләге кешеләргә әллә ни зыяны теймәне, тип. Ә яҡын тирәлә йөрөгәндәр, батша һарайындағы юғары вазифаларҙа - барыһы ла уның туғандары. Хәҙер ҙә шулар. Һанап ҡына сығам тиһәң дә - ике ҡулдың бармағы етмәй: Романовтар, Шереметьевтар, Черкасскийҙар, Стрешневтар, Рюриковичтар, Гедеминовичтар, Воротынскийҙар, Мстиславскийҙар. Тағы Голицындар, Куракиндар, Морозовтар, Салтыковтар, Шеиндар...
Кенәз Куракин атаһы Михаил Федорович тураһында яңыраҡ былай тип телгә алғайны: Атайыңа егерме йәш булғанда кәләштәр смотры үткәрҙеләр. Ул кәләшлеккә Марина Хлопованы һайлай. Тик ҡыҙҙың әсәһе Ксения Шестова был бракка ҡаршы төшә. Шуға күрә атайың Мила Долгорукаяға өйләнде, тик бергә оҙаҡ йәшәй алманылр. Долгорукая ауырып үлеп ҡуйҙы. Шунан һинең әсәйең Елена Стрешневаға өйләнде.
Алексей арғы яғын үҙе һәйбәт иҫләй. Ул - беренсе бала. Шунан Ирина, Аня, Татьяна тыуа. Атаһы 1645 йылдың июль уртаһында донъя ҡуйҙы.
1662 йылдың 25 июль көнө.
Алексей батша ауылға китеп урынлашыуға Мәскәү урамдары халыҡ менән тула башланы. Тиҙҙән был халыҡ Кремль алдына йыйылды һәм батшаның тышҡа, осрашыуға сығыуын талап итте. Алексей Михайловичтың бында юҡ икәнен белгәндән һуң, йыйылып торған мәскәүлеләр, төркөм-төркөм булып, Коломенскийға ҡарай юл алды. Уларға посад кешеләре ҡушылды.
Биш меңдән ашыу “ҡыҙып” алған халыҡ, стрелецтарҙың һәм рейтарҙарҙың ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, батша ихатаһының ҙур ҡапҡаһын ҡайырып инде. Батша бында ла булмай сыҡты, был ваҡытта ул сиркәүҙә ине. Баш күтәргән халыҡ шунда ағылды һәм батшаның үҙе менән туранан - тура һөйләшер өсөн уның сығыуын талап итте. Алексей Михайловичҡа сығып күренеүҙән башҡа сара ҡалманы. Үҙ ғүмере өсөн ҡурҡһа ла сығырға тура килде. Сиркәүҙән сығыр алдынан батша Мәскәүҙән хәрби көс саҡыртыу өсөн сапҡындар ебәреп өлгөрҙө һәм тышҡа сыҡты.
Халыҡ төркөмө шунда уҡ уны уратып алды һәм ниҙер аңлатырға тырышып шаулаша башланылар. Кемдер уның ҡулына халыҡ талаптары яҙылған ҡағыҙҙы тотторҙо. Унда яҙылған талаптарға күҙ йүгертте:
- баҡыр аҡсаны әйләнештән сығарырға;
- налогты кәметергә;
- хыянатсы баярҙарҙы язаларға;
Алексей батша халыҡ менән күндәм һөйләште, бөтә талаптарҙы тулыһынса үтәргә вәғәҙә бирҙе. Ҡағыҙ тотторған баш күтәреүсе менән бер-нисә тапҡыр ҡулға-ҡул һуғыштылар, хатта ҡосаҡлашып алдылар.
Халыҡ төркөмө тулҡын-тулҡын булыпкире Мәскәү яғына ағылды. Юлда уларҙы стрелецтар ҡаршы алды һәм аяуһыҙ рәүештә ата башланы. Артабан уратып алып, сығармайынса сабып ҡылыстан үткәрҙеләр. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ике йөҙҙән ашыу кеше үлтерелде. Мәскәү-йылғаға яҡынлағандары һыуға батырылды. Ҡалған өлөшө ҡулға алынды. Батша менән яҡындан танышыу бына ошолай тамаланды.
Бер-нисә көн үтте. Батша баҡыр аҡсаларҙы әйләнештән сығарыу тураһында ҡарар сығарҙы һәм ял итеү маҡсатында йоҡо бүлмәһенә ҡарай атланы. Ял итергә ине уның уйы. Юлда уны курьер ҡыуып етте һәм Себерҙән ебәрелгән сургучлы донесение тапшырҙы.
Был ҡағыҙҙа Себерҙәге һәм Уса юлындағы башҡорттарҙың баш күтәреүе, урындағы хәрби көстөң етерлек булмауы тураһында яҙылған ине. Шунда уҡ хәрби көс һораған үтенес тә бар.
- Мәскәүҙә ниндәй хәрби көс булһын? Ҡайҙа Куракин?
- Бына яҡынлап киләм, Алексей Михайлович! - тигән тауыш ишетелде.
- Ошо ҡағыҙҙы уҡы ла яуап хат яҙ! Башҡорт болаһын үҙ көстәре менән баҫтырһындар!
Тағы бунт! Нишләп мин батша булып ултырғас ҡына бола артынан бола булып тик тора әле? Ҡырағай башҡорт! Һуғышһыҙ йәшәй алмайҙарҙыр ул!
Иҫендә: беренсе бола тоҙ мәсьәләһе арҡаһында килеп сыҡты. Уныһы тәхеткә ултырып, өс йыл үткәс килеп сыҡты түгелме? Эйе. Тимәк, 1648 йылда булғанул.ХөкүмәтбашлығыитепулүҙенеңтәрбиәсеһеМорозовты ҡуйғайны. Йәш ваҡыты ине әле уның, ун туғыҙ йәше тулып ҡына үткәйне. Дәүләт ҡаҙнаһында аҡсаға ҙур ҡытлыҡ осоро. Правитель Морозов менән Земский приказ башлығы Плещеевты тыңлап, тоҙ хаҡын ул дүрт тапҡыр арттырып һатырға ҡушты, налог күләмен арттырҙы. Ошо юлдар менән ҡаҙна аҡсаһын күбәйтергә уйлағайны - килеп сыҡманы. Халыҡ тоҙ һатып алыуҙан баш тартты, тоҙһоҙ көйө щи, суп ашарға, тоҙһоҙ икмәк бешерергә өйрәнеп алдылар. Налог түләүҙән баш тартыусылар күбәйҙе. Шул арҡала ҡаҙнаға аҡса килеү ҡырҡа кәмене. Һөйләштеләр ҙә икенсе юлды һайланылар: өс йылда йыйылған недоимканы бер юлы түләргә ҡуштылар. Бына ошо һуңғы әмер халыҡты ҡуҙғытты ла инде. Боларыш беренсе июндә башланып китте. Бөгөнгөләй иҫтә ул ваҡыттағы ваҡиғалар. Ул Троице - Сергеевский монастырҙан ҡайтып килә ине. Баш күтәреүселәр һаҡсы стрелецтарҙы төрткөсләп үтеп, батшаның каретаһын уратып алдылар һәм ике талап ҡуйҙылар: Плещеевты эштән бушатырға, шулай уҡ налог түләй алмағандарҙы төрмәнән сығарырға!
Ул был ике талапты үтәргә вәғәҙә бирҙе лә иртәгәһе көнө онотоп та ҡуйҙы. Бер көн үткәс челобитчиктар килде, ул тегеләрҙе ҡабул итмәне. Һөйләшергә тип дүрт кешене ебәрҙе, ләкин һөйләшеү килеп сыҡмаған. Әрләшеп маташҡан Волконский менән Темкин-Ростовскийҙы тотоп алғандар һәм йолҡҡолап ташлағандар. Окольничий Пушкин менән дьяк Волощенинов ҡасып китеп кенә үлемдән ҡотолғандар.
Тағы бер көндән һуң баш күтәреүсе халыҡ төркөмө Морозовтың, Плещеевтың шәхси хужалыҡтарын тар-мар итә башламаһындармы! Ҡасып өлгөрә алмаған Назарий Чистыйҙы шунда уҡ туҡмап үлтергәндәр.
Йәш батша бындай ҡырҡа боролошто күҙ алдына ла килтерә алмағайны. Урамдағы масса Плещеевты тышҡа сығарыуҙы талап итте. Риза булырға тура килде. Халыҡ уны ошонда уҡ өҙгөсләп- йолҡҡослап ташланы. Артабан баярҙарҙың өйҙәренә “ҡыҙыл әтәс” ҡундырыу ғәҙәте китте. Ошо арҡала ярты Мәскәү янып бөтә яҙҙы.
Тағы бер-ике ваҡиға батшаның мейеһендә ныҡ уйылып ҡалды.
1666 йыл тыныс ҡына башланып киткәйне, әммә йәйгеһен тағы боларыш башланды ла китте. Июнь айында Василий Ус етәкселегендәге ике меңдән ашыу Дон казагы, башҡаланы баҫып алыр өсөн, Мәскәүгә йүнәлде. Юлда Тула, Воронеж һәм башҡа волостарҙы талай-талай һәм үҙҙәренә крепостной крәҫтиәндәрҙе ҡуша - ҡуша килеп, отрядын тағы нығыраҡ ҙурайттылар. Ярай әле кенәз Борятинский ғәскәре уларға ҡаты ҡаршылыҡ күрһәтеп, Донға тиклем ихтилалсыларҙы эҙәрлекләп барған.
1667 йылдың майында Дон казактары тағы баш күтәрҙе. Василий Устың тере ҡалған казактары, атаман Боб, атаман Сергей Кривой отрядтары берләшеп, Степан Разинды баш атаман итеп һайлап, Әстрханды алалар, Симбирск ҡалаһы баҫып алына. Хәҙер инде ун мең кешенән торған ҙур отряд Царицынды, Черный Ярҙы үҙ ҡулына эләктерә. Кругта Мәскәүгә барырға, тигән ҡарарға киләләр. Хөкүмәт ғәскәрҙәре башына Юрий Долгорукийҙы тәғәйенләп ҡуйғас ҡына һынылыш хөкүмәт файҙаһына ауышты. Степан Разинды тотоп алып Мәскәүгә килтерҙеләр һәм Ҡыҙыл майҙанда язаланылар.
Патриарх Никондың сиркәү реформаһын үткәрә башлауы һәм уға ҡаршы булған Аввакумдың көрәше Рәсәй православныйҙарын икегә бүлде, талаш - тартыш башланды. Ошондай боғанышҡа сик ҡуйыр өсөн ул, Рәсәй батшаһы, Никонды патриархлыҡтан бушатыу яғында булды.Сиркәү соборы Никонды вазифаһынан төшөрҙө һәм Белоозерьела урынлашҡан Феропонт монастырына ябай монах итеп һөргөнгә ебәрҙе. Ә Аввакум батша күрһәтмәһе буйынса усаҡта яндырылды.
Шул арала башҡорттар йәшәгән урындарҙа ихтилал уты тоҡанып китте. Бөтмәҫ - төкәнмәҫ мәшәҡәт менән булышып ауырыу ҡатыны Марина менән аҙналап күрешкәне булмаған саҡтар ҡабатланып торҙо. Бөтәһе лә иҫтә. Бер көн сит ил посолдарын ҡабул итеп бөтөп, бәләкәй эш бүлмәһенә инеүе булды - ишек шаҡынылар.
- Кем унда?
- Мин әле был. Мөмкинме, государь! Һүҙем бар!
Батша тауышты шунда уҡ таныны:
- Ә, Борислав Илларионович, һинме? Ин әйҙә, ин! Төҫөң боҙолған түгелме? Ни булды ?
Морозов килеп инде һәм шунда уҡ ҡысҡырып илап ебәрҙе:
- Ҡәҙерлебеҙ царица Марина Милославская донъя ҡуйҙы!
- Кит әле! Ысынды һөйләйһеңме?
- Эйе. Ысын. Ҡатынығыҙ төшкө аштан һуң ятып торған һәм шул арала үтеп тә киткән.
Алексей Михайлович уҡтай атылып сығып йүгерҙе. Эш үткән ине инде. Түгелеп иларға ғына ҡалды инде хәҙер...
Бер төркөм ҡатын-ҡыҙ яңы ғына үтеп киткән батша ҡатыны Марина эргәһендә күҙ йәше түгеп ултыра, ҡалғандары ниндәйҙер эштәр менән шунда өйөрөлөп-сөйөрөлөп шөғөлләнәләр.
Батша күренгәс, бөтәһе лә тынды. Оҙаҡ ҡына ваҡыт ул, Марина менән бергәләп үткәргән ғүмер өлөшөн уйлап, уны ҡосаҡлап ултырҙы. “Иртә ташлап киттең” тигән уй мейеһен бырауланы. Шунан кинәт кенә сығып китте лә кире эш бүлмәһенә инеп ултырҙы, үҙенә берәүҙе лә үткәрмәҫкә ҡушты.
Марина менән насар йәшәмәнеләр улар. Йыл һайын балалары тыуҙы, тик сабый ваҡытында уҡ үлеп тик торҙолар. Ялбара торғас, Хоҙай өсәүһенә ғүмер бирҙе: Федор, Иван һәм Софья. Федор менән Софья тыумыштан һау-сәләмәт булдылар, тик Иван ғына аҡылға еңел булып тыуып ҡуйҙы. Алла шулай ҡушҡандыр инде, бер-ни ҙә эшләп булмай. Уныһына әллә ни иғтибар итеүсе юҡ, сөнки ул мөләйем холоҡло, ҡайһы саҡта бик аҡыллы фекер йөрөтә.Ә Федор бәләкәйҙән тыныс бала булды, батша улымын, тип ҡупырая белмәне. Уҡырға ынтылды, яңылыҡҡа тартылды, күп мәғлүмәтте мейеһенә һыйҙыра алды.
Софья - шаян булды, тик боҙоҡ яҡтары ла бар, оҡшатмаған бер һүҙ өсөн дә үс алырға ярата. Үсекһә - бер - нисә көн һөйләшмәй йөрөй ала торғайны. Бергә уйнаған балалар уныңса йөрөйҙәр, уның бойороҡтарын үтәйҙәр, хатта унан ҡурҡалар ҙа, шикелле. Сит илгә ебәреп уҡытырға кәрәк ине лә ул - барғыһы килмәне, күпме әйттеләр - тәки тыңламаны...
Марина Милославскаяны еренә еткереп тәрбиәләнеләр, ҡәберстанға оҙатыуҙы бик бай итеп ойошторҙолар. Батша ҡатынын ерләү батшаларса булырға тейеш.
Тағы бер-нисә йыл үтте. Батшаға ни кәләш бихисап инде, ул күп уйлап торманы кәләш итеп Натальяны алды. Уртаҡ тел табып, талашһыҙ-тартышһыҙ йәшәп киттеләр. Өс бала тыуҙы, ләкин икәүһенә Хоҙай ғүмер бирмәне. Ә 1672 йылда донъяға килгән улдары Петр тыумыштан ҙур кәүҙәле һәм һау булды. Бер ваҡытта ла тик ултырырға яратмай, күп уйнай, күп йүгерә. Затһыҙ кешенең балаһы тип уйларһың! Ҡыҫҡаһы - тиктормаҫ малай.
Хәрби һәм Разрядный приказдары башлығы Шереметьев килеп инеп батшаның уйҙарын бүлде. Рапорттан һуң һүҙ хәрби эштәр торошо тураһында китте.
- Бөйөк государь! Тик атлылырҙан торған яңы рейтар, драгун полктары төҙөп дөрөҫ эшләнек. Поляктарға ҡаршы һуғышта улар, яңы төҙөлгән полктар, батырлыҡтары менән дан ҡаҙандылар. Тиҙ хәрәкәт итәләр, фронт һыҙығын тар ғына урындан йыртып инә алдылар, тылда рейд яһап, дошманды ҡурҡыуға һалдылар. Шулар арҡаһында Смоленск алынды, Богдан Хмельницкийгә ярҙам иттек. Шатлыҡлы ваҡиға булды: Малороссия беҙгә ҡушылды!
- Шатлыҡлы ваҡиғағыҙ менән ҡотлайым! Ул яңылыҡтарҙы мин беләм. Башҡа фронттарҙа эш нисек? Төрөктәргә ҡаршы һуғыштың осо күренерҙәй түгел бит? Нишләп алға китеш юҡ ?
- Алексей Михайлович! Төрөктәргә ҡаршы беҙҙең ике армия һуғыш алып бара. Баш командующийҙар: Ромадановский һәм Самойлович. Беҙгә Украина гетманы яҡындан ярҙам итә. Ике баш командующий ҡулында алтмыш мең ғәскәр. Боеприпастар етерлек, аҙыҡ - түлеккә ҡытлыҡ юҡ. Нишләп дошманды сигендерә алмайҙар - билдәһеҙ, ҡырҡ төрлө сәбәп табалар.
- Төрөктәр яғында ғәскәр һаны күпме? Беләһегеҙме, юҡмы?
- Беләбеҙ. Ул яҡтың ғәскәр һаны яҡынса 130 мең тирәһе. Беҙҙекенән ике тапҡыр күберәк.
- Алға китә алмауҙың беренсе сәбәбе быша ошо инде. Ғәскәрҙе күбәйтеү сараһын күрегеҙ! Ә төрөктәрҙең хәрби пландар нисек икән? Ҡайһы яҡҡа ынтылалар?
- Улар иң беренсе нәүбәттә Киев менән Чичерин ҡалаларын баҫып алырға ниәтләйҙәр. Киевты һаҡларлыҡ көс етерлек, уныһы өсөн ҡурҡмайбыҙ. Чичеринда хәрби көс юҡ тиерлек, уны биш йөҙ кешенән торған гарнизон ғына һаҡлай. Шул гарнизонға ярҙам итер өсөн берләшкән рус - украин отряды ебәрелде. Төп көстәр килеп еткәнсе улар ҡаланы дошманға бирмәһә - Чичерин беҙҙеке буласаҡ.
- Был ҡала нисек нығытылған
Чичерин ҡағыҙҙарын аҡтара башланы, яңылыш әйтеп ебәреүҙән ҡурҡҡандыр, күрәһең.
- Ҡала өс рәт вал менән уратылған. Ҡапҡалары ныҡ. Беренсе вал алдынағы тәрән генә канал һыу менән тултырылған. Ҡалала өс айға етерлек аҙыҡ запасы тупланған. Эсер өсөн ҡоҙоҡтар, башҡа һыу сығанаҡтары етерлек.
- Беҙҙең ғәскәр ҡоралға ҡытлыҡ кисермәйме ? Нимәләр етешмәй? Мылтыҡтар, гранаталар, боеприпас етәме?
- Әлегә етә.
- Серпухов, Кашир мастерскойҙары эшләгән мылтыҡтар сифатһыҙ, тиҙәр, төкөтөп алһаң - кәкерәйеп бара икән. Нишләп улай бик “йомшаҡ” ҡорал эшләйҙәр?
- Был мастерскойҙарға килтергән тимер насар сифатлы. Унда тимер рудаһын батҡаҡлы урындарҙан сығаралар. Шул сифатҡа кире йоғонто яһай.
- Ҡайҙағы металл һәйбәт һуң?
- Тихвин, Заонежье тимерҙәре шәп!
- Шулай булғас, тик шул шәп тимерҙән генә эшләүгә күсегеҙ! Бөгөн үк хәл итегеҙ!
- Ярай, бөгөн үк күрһәтмә бирермен.
Бер-нисә көндән һуң Алексей Михайлович фронттан донесение алды. Чичерин ҡалаһын һаҡлау өсөн рустар 120 мең ғәскәр туплаған. Төрөктәрҙең 200 меңлек ғәскәре, өс көн атакалағандан һуң, Чичеринға баҫып ингән. Рус ғәскәре ҡаланы ҡалдырып сигенергә мәжбүр булған.
Был хәбәр Алексей батшаға бигерәк ныҡ тәьҫир итте. Нишләп улай килеп сыҡҡан? Кем ғәйепле?
Төн уртаһына тиклем бер үҙе уйланып тик ултырҙы батша. Бер саҡ баш самаһыҙ ауыртып алып китте. Ятып торҙо. Ҡыбырларлыҡ та хәле ҡалмай түбәгә оҙаҡ итеп ҡарап ятты...
Иртәгәһе көнө Рәсәй батшаһы Алексей Михайловичтың үле кәүҙәһенә юлыҡтылар.
Батша тәхетенә Алексей батшаның улы Федорҙы ултырттылар.
Рәсәй тарихында тағы бер эпоха башланды. Ниндәй яңы батша ултырһа ла дәүләттәге дөйөм тәртиптәр үҙгәрмәне. Тарих ҡуласаһы элекке кеүек үк әйләнеүен дауам итте.
Бүлек