Йылайыр һыуы һалҡын икән
Кемдәр Йылайыр йылғаһы буйында көн итә - улар беләләр: Йылайыр һыуы ҡышын да, йәйен дә һалҡын көйөнсә ҡалып аға бирә. Ул кеше мәшәҡәттәренә битараф. Хоҙай Тәғәлә йылғаларға ағырға, бөтә булған тереклекте һуғарырға ҡушҡан. Шул эште теп - теүәл итеп башҡаралар улар. Һыуһыҙ - тереклек юҡ, тормош юҡ. Бындағы башҡорттар раҫлауынса, һыу - тере йәнле. Ул үҙе менән мөғәмәлә булған бөтә ваҡиғаларҙы иҫендә ҡалдыра, ярҙам итә йәки үсегеп китеп зыян эшләүе лә мөмкин. Бер ҡараһаң йылға - йылға инде, ҡайһы ерҙәлер киңәйеп китеп яй ғына аға, ә ҡыҫыҡтарҙа тиҙлеген шәбәйтә, үҙенсәлекле тауыш сығарып борма - борма юлдарын артабан дауам итә.
Быға тиклем батша хөкүмәте Башҡортостандың көньяҡ сиктәре буйлатып ике тиҫтәнән ашыу хәрби нығытма - ҡәлғә һәм нығытма - ҡаласыҡтар төҙөргә өлгәште. Ә бына Башҡортостандың эсендә нығытма - крепость төҙөү уйы иң тәүҙә Ырымбур генерал - губернаторы Неплюевтың башына инеп ултыра һәм ул ошо уйын проектҡа әйләндереп нығытма төҙөү өсөн рөхсәт һорап Хәрби коллегияға мөрәжәғәт итә. Уныһы был проектҡа ризалыҡ биреп, раҫлатыр өсөн Сенатҡа ебәрә. Ниһәйәт, Неплюевтың ҡулына Сенаттан раҫланған проект кире килеп эләкте. Проект буйынса крепость - ҡәлғә Йылайыр йылғаһы ярында, Түңгәүер ырыуының ерендә төҙөлөргә тейеш. Шулай итеп, Урал арьяғында тағы бер хәрби округ - дистрикт барлыҡҡа киләсәк. Хәрбиҙәр ғаиләләрен килтерергә уйлаһа - бер - ниндәй ҡаршылыҡ юҡ. Был эште генерал - губернатор үҙе бик яҡшы белгән һәм ышанған Бригадир Бахметьевҡа ҡушты. Бахметьев былай ҙа шул яҡтарҙа дислокация эштәре менән шөғөлләнеп йөрөй. Йылайыр буйына Ырымбурҙан бер төркөм эшселәр менән инженер Поспелов юлға сыҡты. Икенсе яҡтан йөҙ һалдат алып, тәғәйен урынға Бахметьев ашыҡты. Ҡәлғә - нығытма өсөн ҡарурман эсендәге таулы - ташлы урын һайланды. Бында ҡарағай урманы өҫтөңә ауып тора, кәрәк булһа - уҫағы ла, ҡайыны ла етерлек. Төптәрәк ҡарағас урмандары ҙур ғына майҙандарҙы биләй. Бында шулай уҡ йүкә, имән урманлыҡтарын осратырға мөмкин. Һаҙлы яр буйҙарында башлыса ҡара ерек, тал үҫә. Төрлө сәскәләр һәм үләндәрҙән башҡа ябай әрем, татар алабутаһы, баҡса сәнскәге, шайтан таяғы, дегәнәк һәм эт дегәнәге, маҙа киндер һәм башҡа шундай үҫемлектәр биләгән урындар күп. Һыу буйҙарын ҡурай еләге, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, ҡомалаҡ биләп алған.
Шулай итеп, 1755 йылдың йәй башы Йылайыр йылғаһы буйында ҡәлғә төҙөү эше менән башланып китте. Бында эш беренсе көндән үк ҡайнаны. Берәүҙәр урман ҡырҡып өйә, икенселәре ташый. Килгән ағастар кәрәгенсә бысылып бурамаға әйләнеп бара. Бер төркөм аттарға бесән сабып килтереү менән мәшғүл. Теләгәндәр балыҡ тотоп дөйөм ҡаҙанға һала. Бер - нисә яҡҡа ҡарауылдар ҡуйылған. Тик ятҡан кеше юҡ. Ҡарауылдан буш булған һалдаттар эшселәргә әйләнәләр. Иң беренсе нәүбәттә торор урын әҙерләү кәрәк, палаткаларҙа йоҡлайҙар ҙа ул, тик төндәрен өшөтә. Йәнә серәкәй менән күгәүен йәнде алып бара, аттарҙы ла ыҙалата. Эште землянкалар төҙөүҙән башланылар, шунан ағас - таштан нығытма стеналарын күтәреү һәм артабан һуҙыу эше ашығыс рәүештә дауам итте. Эштәр етәрлек: юлдарға, арҡыры аҡҡан шишмәләр аша, күперҙәр һалаһы бар, йөрөйәсәк юлдарҙы киңәйтеп, мөмкин тиклем тигеҙләп рәтләй торған эштәр тора. Тағы аттарға бесән әҙерләп, ат һарайҙары төҙөп, бер - нисә ҡоҙоҡ ҡаҙып өлгөртөргә кәрәк. Төҙөләсәк казармалар мейестәр менән йылытыласаҡ. Шулай булғас арыуыҡ кирбес килтереп һалыу мотлаҡ. Ҡыш яғып сығырлыҡ утын әҙерләүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Эш күп, ә эш көстәре етешмәй. Бригадир, бер - нисә көн уйланып йөрөгәндән һуң, башҡорттарҙы ла үҙ аттары менән эшкә йәлеп итмәксе булды һәм яҡын тирәнән бер килке башҡорттарҙы йыйып килтерә алды. Түңгәүерҙәр тамаҡ хаҡына таш, балсыҡ, ағас ташыштылар, урман ҡырҡтылар, бесән сабыштылар, төндәрен алмашлап ат көттөләр.
Бер көнө Бахметьев үҙе башҡорттарҙың береһе менән һөйләшеп, гәпләшеп алырға булды. Улар күҙ алдында өнһөҙ - тынһыҙ эшләп йөрөйҙәр, ә был төҙөлөштө нисек ҡабул итәләр икән, шуны беләһе ине. Тылмас булып йөрөгән крәшин татарын саҡыртып алып берәй башҡортто үҙ янына килтерергә ҡушты. Тегенеһе, бүрәнә ауҙарып торған бер башҡортҡа өндәшеп, бер яҡ ситтәрәк ҡарап торған ҙур хужа эргәһенә барырға ҡушты. Эшен ташлап ашыҡты баяғы башҡорт, аптырап ҡалды ул: нимәгә кәрәк булды икән был тиклем ҙур хужаға ? Шуныһын тәүҙә белергә ине! Ҡаршы барып баҫыуы булды Бахметьев тылмасы аша һорауҙар бирә башланы:
- Исемең кем һинең, ҡайһы ауылданһың, служивый ?
- Минең исемем Мотал, Ҡыуат исемле утарҙанмын.
Хәрби хужаның йомшаҡ һөйләшкәнен шәйләп был урта йәштәрҙәге башҡорт иркенләберәк китте. Генералдың үҙе менән һөйләшеп торҙом тиһә - кем ышанһын!
- Ҡайҙа урынлашҡан утарығыҙ ?
- Бынан көньяҡ - көнсығыштараҡ, Һаҡмар исемле йылға буйында.
- Нисә саҡрым була ?
- Әллә күпме саҡрымдыр, бер ҙә һанап үткәнем юҡ. Арбалы көйө бында тиклем дүрт сәғәтлек юл.
- Ниндәй ырыуға ҡарайһығыҙ ?
Мотал үҙен белемсе итеп күрһәтергә теләп киңерәк итеп, төпкә төшөңкөрәп яуап бирҙе:
- Беҙҙең ырыу - Түңгәүер. Ырыуыбыҙ ике өлөштән тора: Урман - Түңгәүер һәм Ялан - Түңгәүер. Ҡыуат утары Туҡсары түбәһенә ҡарай, беҙ - Ялан түңгәүерҙәр.
- Түңгәүер нимәне аңлата ?
- Был атама беҙҙең ҡан бабабыҙ исеме ул. Ырыу башы ҡан баба Түңгәүер исемле булған. Уның улы - Ҡаратөлкө, уның улы - Иламан, уның улы - Күстәнә, уның улы - Туҡһары, уның улы - Дәүләтсура, уның улы - Төйән, уның улы - Һөйөндөк, уның улы - Хәсән. уның улы - Ҡыуат. Беҙҙең утар Ҡыуат старшинаның исеме менән атала, сөнки ул ошо утарға беренселәрҙән булып килеп ултырҙы.
- Һеҙҙең яҡтарҙа боласылар тураһында ишетелмәйме ?
- Юҡ, хөрмәтле ғәли йәнәптәре, ундайҙар юҡ, беҙҙең яҡтарҙа тып - тыныс, Аллаға шөкөр.
- Ярай, китергә мөмкин, ярҙам итешеп йөрөгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Иптәштәреңә лә минең рәхмәт һүҙен еткер, тырышып эшләһендәр.
Мотал тирә - яҡта тыныс ,тип әйтеп торһа ла белә: ысынбарлыҡта юҡ ул тыныслыҡ. Ниндәйҙер башҡорттарҙың ҡоралллы төркөмдәре урман - тауҙарҙы байҡап йөрөүҙәре ураған һайын ишетелеп тора.
Бер - нисә көн үтеүгә Йылайыр буйында ла ошоға тиклем һаҡланған тыныслыҡ бөттө. Ҡораллланған һыбайлылар килеп сығып ҡәлғә аттарына бесән сабып йөрөгән бер төркөм башҡорттарҙы ҡыуып ҡайтарғандар һәм үҙҙәре лә тиҙ генә юҡҡа сыҡҡандар. Ағас ҡырҡырға ебәрелгән һалдаттар төркөмө уйламағанда һөжүмгә эләгеп, алыш - салыш ваҡытында биш кешеһен юғалтып, үле кәүҙәләрен алып ҡайттылар. Һөжүм итеүселәрҙе эҙләү - бер һөҙөмтә лә бирмәне. Өс - дүрт көндән һуң Алексеевский полкы һалдаттары Йылайыр буйына кәбән һалырға төштөләр. Улар ҙа ниндәйҙер башҡорт һыбайлыларының һөжүменә дусар булып, дүрт үлек кәүҙә тейәп, ах - ух итеп ҡайтып килделәр. Үҙәре һөйләүенсә һөжүм шул тиклем ҡапыл булған, хатта бер - ике аҙым алыҫлығына һөйәп ҡуйылған мылтығын берәү ҙә ала һалып атып өлгөрмәгән. Шул арала ҡораллы төркөм Бәрәкәл ямын яндырып үтә. Шулай итеп, Йылайыр буйындағы тыныслыҡ юҡҡа сығып ҡуя. Билдәле, һалдаттар ҡурҡыуға төшә. Хәрбиҙәр үҙҙәрен күҙгә күренмәҫ утлы ҡулса эсендә тоя башланылар, шикелле. Ҡарауылдар көсәйтелде. Эш ваҡытында ла ике мөйөштә ике ҡораллы һаҡсының һаҡта тороуы ғәҙәти күренешкә әйләнеп китте.
Бахметьевҡа башҡорттарҙың тактикаһы бөтөнләй аңлашылмай: был ҡырағай халыҡ менән позицияға урынлашып алышырмын, тимә, йә үҙҙәрен күреп тә өлгөрөп булмай. Әллә ҡайҙан килеп сығып һөжүм итәләр ҙә, ер тишегенә ингәндәй юғала ла ҡуялар. Әллә ысынлап та ер аҫтында йәшенер оялары бармы икән ? Бер ваҡытта ла юлдан йөрөмәйҙәр - шуныһы аптырата. Әллә яҡында, урман эсендә, ҡуналҡалары бармы икән ? Нишләп йәһәтләңкерәп Ырымбурҙан өҫтәмә көс ебәрмәйҙәр һаман ? Көн һайын дүрт - биш һалдат һәләк булып торһа - был тирәлә егерме - утыҙ көндән һуң мылтыҡ тотоп ҡаршы торорлоҡ бер кем дә ҡалмаясаҡ!
Дүрт күҙ менән көткән өҫтәмә көс саҡ июль башында шыуышып килеп етте. Ырымбур бер рота драгундарҙы ебәргән. Улары юлда бер килке аҙашып, оҙаҡ ҡына ҡаңғырышып йөрөгәндәр, башҡорттарҙың һөжүменә эләгеп арыуыҡ таушалғандар. Бөтәһен дә ошо ғына төбәктә ҡалдырыр ине Бахметьев - тик улай килеп сыҡмайыраҡ тора бит әле. Әүжән - Петровский заводы управляющийе күптән заводты һаҡларға һалдаттар һорай. Яңы килгәндәрҙең ҡап яртыһын бүлеп алып, үҙенең иллеләгән Дон казагын ҡушып, ротаға тултырып, уларға шул завод яғына хәрәкәт итергә әмер бирҙе Бахметьев.
Капитан Шкапский етәкселегендәге был отряд таң һыҙыла башлау менән күрһәтелгән маршрут буйынса ҡуҙғалып китте. Тура юлды күрһәтергә ризалашҡан бер башҡортто табып алды рус офицеры. Маршрут - сер, был турала Шкапскийҙан башҡа берәү ҙә белергә тейеш түгел. Төркөм ҙур ғына, патрондар, аҙыҡ - түлек етәрлек миҡдарҙа. Драгундар һәм һалдаттар дары еҫкәгән хәрбиҙәр, шуға күрә уларға ышаныс ҙур: үҙҙәрен яҡлай белерҙәр, әлбиттә. Имен - аман барып етергә тейештәр. Тап бына ошолай уйланы Бахметьев уларҙы оҙатҡан ваҡытта. Эйе, ул ҙур чинлы офицер, бригадир. Был чин полковниктан юғары, әммә генералдан түбән. Эштәр яйланып китһә, Тевкелев кеүек, бәлки, генерал погондарын да тағып алыр әле ул. Бөтәһе лә Иисус Христос хөкөмөндә...
Покровский заводын ҡыйратҡандан һуң, Көсөкбай үҙ һыбайлылары менән урман төпкөлөнәрәк күсте. Урман башҡорт өсөн ҡурҡыныс түгел, сөнки ул уның менән уртаҡ тел таба белә. Ниндәйҙер хәрәкәт булһа, йә ҡурҡыныс килһә - иң тәүҙә бәләкәй дуҫтар - урман ҡоштары был турала хәбәр итә башлайҙар, тик уларҙың телен аңлау ғына талап ителә. Урман төпкөлөндә Көсөкбайҙыҡылар сотник Сыртлан егеттәре менән уҡмашып алдылар. Көс ҙурыраҡ булған һайын алышҡа ышаныслыраҡ керәһең. Бындағылар Атанғол аҡһаҡалдың һыбайлылары менән дә хәбәрләш булып торалар. Улар, үҙ - ара һөйләшеп, Преображенский менән Сапсал трактын күҙәтеү аҫтына алдылар. Бер бәләкәй төркөм Йылайыр ҡәлғәһен күҙҙән ысҡындырмай күҙәтә, һағауыллай. Шуға күрә башҡорт егеттәре кем ҡайҙа үтә, кем ниндәй эш менән ул тирәлә шөғөлләнә - бөтәһен дә белеп торалар, шунан сығып үҙ пландарын ҡоралар.
Һуҙылышып китеп барған капитан Шкапскийҙың отрядын Аҡсура егеттәре күреп ҡалды. Уларҙың юл йүнәлешен тикшереп алып отрядтың Әүжән - Петровскийға юл тотоуын төҫмөрләнеләр һәм был турала башлыҡтарына еткерҙеләр. Унда, кәңәшләшеп алғандан һуң, ошондай ҡарарға килделәр: алғараҡ сығып, драгундар бара торған юлды ҡапларға һәм уларҙың килеүен тауыш - тынһыҙ ғына көтөп ятырға! Төҙөлә башлаған ҡәлғәнән биш - алты сәғәтлек юлда, ике тау араһында бер ҡыҫыңҡы урын бар. Драгундарҙы һәм казактарҙы шунда ғына ныҡлап ҡамарға була. Уның кеүек башҡа уңай урын тапмаҫһың был тирәлә. Ошолай килештеләр: Сыртландың һыбайлылары тегеләрҙе инер ауыҙҙа ҡаршылай, Көсөкбайҙыҡылар - сығыр яҡта. Атанғол аҡһаҡалға сапҡын осто, сөнки өҫтәмә көс булмайынса мылтыҡтарға ҡаршы тора алыу икеле. Дөйөм уй - план ябай ғына: казактарҙы һәм драгундарҙы ҙур тоҡҡа оҡшаған ҡыҫыңҡы урынға үткәрергә, шунан һуң ике яҡтан ҡамап эште башларға. Ике тау итәгендәге уҡсылар ятҡан урындарынан атышалар.
Ҡояш оҙон арҡан буйы күтәрелгәндә уҡсылар тәғәйен ерҙәренә урынлашып бөттөләр. Тау ҡаяларына, уйһыуыраҡ ерҙәргә һырылып ятҡан егеттәр тын ҡалды, боҫтолар ҙа юғалдылар. Гүйә кейек балалары: күҙ ҙә ҡолаҡ, бер ниндәй ҡыбырлаған әйбер күренмәй. Теге команда төш ваҡытында килеп етергә тейеш. Төшкә тиклем көтөп ятты егеттәр, түҙҙеләр, ләкин юлда тынлыҡ. Аптырағас ҡыймылдаша башланылар, ипләп кенә үҙ -ара һөйләшеп алып киттеләр. Һорауҙар күбәйә башланы: нишләп юҡтар ? Әллә дошман ниҙер һиҙеп кире боролғанмы ? Әллә икенсе юлдан китеп барҙылармы ? Ул ваҡытта бөтәһен дә яңынан башларға тура киләсәк бит!
- Егеттәр! Түҙгәс түҙәбеҙ инде! Киренән боҫоғоҙ һәм һөйләшмәгеҙ! Яйы сыҡҡанда ял итеп тик ятығыҙ! - Сыртландың тауышы бойороҡ булып яңғыраны. - Шул арала килеп етә һалырға улар беҙҙең кеүек еңел - елпе көйө атҡа менә һалып тура юлдан сапмайҙар бит. Ялға туҡтайҙарҙыр, оҙаҡҡа һуҙып ашап алаларҙыр.Уларға ҡайҙа ҡабаланырға! Ҡайҙалыр яҡында ғаиләләре :ҡасан ҡайта инде, тип көтөп тормай бит.
Яңынан тәрән тынлыҡ урынлашты. “ Шылт “ иткән тауыш та юҡ, тик сиңерткәләрҙең фырылдашып осоп төшкән тауышы ғына был тынлыҡты боҙа кеүек.
Бына бер саҡ һиҙелер - һиҙелмәҫ кенә тупылдаған, ҡыштырлаған тауыштар ҡолаҡҡа салынғандй булды. Әһә-ә, киләләр, шикелле! Ат арбаларының шағыр - шоғор тәгәрәгән тәгәрмәстәре, ҡылтырҙаған тауыштар бөтөнләй асыҡ ишетелә башланы. Ара - тирә аттар бышҡырып ебәрә. Ике туптары бар, арбаға тағып алғандар. Шулары еңелтә ҡылтырҙай икән. Һалдаттар бик һаҡ киләләр: һөйләшкән йәки көлөшкән тауыштары ла ишетелмәй. Былары авангард төркөм булып сыҡты. Ҡыҫыңҡы урынға инеп киттеләр. Йөҙҙән метр тирәһе ҡалыңҡырап вайымһыҙ ғына төп көс шыуыша. Улар ҙа ҡыҫыңҡы урынға инеп киттеләр. Ә унда киң түгел, бер арба үтерҙәй генә ҡыҫыҡ юл, шуға күрә кире боролорлоҡ та мөмкинлек юҡ, эргәңдән үтеп китеп тә булмай. Берәй арба туҡтаһа йәки ватылһа - ҡалғандары көтөп торорға мәжбүрҙәр.
Тынлыҡты боҙоп кинәт кенә өкө ухылданы, артынса әсе итеп кемдер һыҙғырып ебәрҙе. Бына ике яҡтан да шыйлап һалдаттарға ҡарай уҡтар өйөрмәһе оса башланы. Тегеләр аптырап ҡалманы: мылтыҡтарын ҡулға күсереп теләһә - ҡайҙалыр төбәмәйенсә атышып алып киттеләр, сөнки төбәп атырлыҡ сәптәр ҙә күренмәй, уҡтарҙың ҡайһы ерҙән осҡанын да ҡапыл ғына аңғарып та булмай. Арбалар берәм - һәрәм туҡтаны, алға табан китергә лә, артҡа әйләнергә лә тегеләрҙең бер ҙә мөмкинлектәре юҡ. Арба тирәләй ятып атышалар. Сәпкә тейгән уҡтар бихисап, улар драгундарға йәки казактарға бара ла йәбешә, бара ла йәбешә. Уҡтан ҡолағандарҙы аттары тапай. Бөтә үҙән буйлап ҡысҡырыш башланып китте, уларға һүгенгән, илаған, тағы команда биргән тауыштар ҡушылды. Йәшел үҙән аҡҡан ҡандан ҡыҙарып ал төҫкә инде. Уйламағанда бейек ҡаяларҙан ике тау битләүе буйлап эреле - ваҡлы таштар тәгәрәй башланы. Таштар иң тәүҙә аттарҙы ҡурҡытты, улары арбаларҙы ауҙарып,тырым - тырағай ҡаса башланылар. Урын юҡлыҡтан бер - береһенә төкөп, кешеләрҙе тапап, болғанышып алып киттеләр. Берәүҙәре ярһыған аттарҙы тоторға тырышты, икенселәре кире артҡа сығырға тырышып уларҙы киреһенсә ҡайыҙланы. Ләкин нимәлер эшләп ҡарарға һуң ине инде. Был ҡыҫыңҡы үҙәктең инер яғы ла,сығыр яғы ла ябылды, ҡайҙа ынтылһаң да һине үлем һағалай, үлем көтә. Кемдең йәш кенә көйөнсә, әллә ҡайһы, билдәһеҙ бер ерҙә, үлеп ятҡыһы килһен инде!
Тәжрибәле капитан Шкаповский хәл торошон бик тиҙ аңлап алды. Артҡа үтерлек түгел, юл арҡыс - торҡос ултырған йә ҡолаған арбалар менән тулған. Бөтә урында паника. Ул, ҙур тырышлыҡ һалып, эргәһендәгеләрҙең паникаһын бөтөрҙө һәм өс тиҫтә драгунды бер йоҙороҡҡа туплап алға һөжүм итте. Ынтылыш бушҡа булманы, был төркөм юл ярып ҡыҫыңҡынан сыға ла башланы. Был хәлде күреп торған Көсөкбай резервта торған Атанғолдоң дүрт тиҫтә һыбайлыһын Шкаповскийҙың юлын быуырға тип ебәрҙе, ә үҙе артҡа ынтылғандарҙың юлын быуыр өсөн бер тиҫтә һыбайлылыар менән шул яҡҡа ҡарай сапты. Атанғолдың һыбайлылары ҡыҫыҡтан сыҡҡандарҙың ҡаршыһына барып өлгөрөп, ярты түңәрәк эсенә тегеләрҙе уратып алды һәм бында яңынан ҡылыстар алышы ҡыҙҙы. Һөҙөмтәлә драгундарҙы ҡыҫыҡҡа кире ҡыуып индерә алдылар. Ә артта казактар башҡорт яугирҙәрен дөрөп алып баралар икән. Көсөкбай егеттәре, ҡылыстарҙы ҡындан сығарып, туҡтамаҫтан тегеләрҙең араһына йыртып инде. Аяуһыҙ ҡул һуғышы китте ҡыҙып: ҡылыстар ялтлай, баштар ҡырҡылып төшә. Аттар, кешеләрҙе, шул эстән яралыларҙы һәм үлектәрҙе ярһып тапай - тапай, иркен киңлеккә ынтыла. Бөтә тау араһы тимерҙәр сыңлауынан, ҡылыстар шаҡылдауынан, шулай уҡ ыңғырашыуҙарҙан, ҡысҡырышыуҙарҙан геүләп тора. Ҡайҙа ҡарама - үлек, яралыларға ярҙам итеүсе юҡ, йәшел үлән ҡан менән сыбарланған. Һәр береһе. үҙен тере ҡалдырыр өсөн. айбарланып һуғыша, һуңғы көсөнә тырыша.
Көсөкбай батыр ҡылысы менән үҙенә юл йырып мәхшәр эсенә инеүен дауам итте. Казактар Аҡсураны уратып алғандарын шәйләне: -“ Аҡсура-а-а! Бирешмә-ә ә, хәҙер барып етәм,” - тип ҡысҡырҙы ул ҡылысы менән һелтәнә - һелтәнә. Ҡул һуғыштарында бигерәк оҫта һуғышсы ул Көсөкбай. Бына яңы ғына тиҫтәләгән һалдаттың башына етте, ләкин Аҡсураға барып етә алманы. Йән көсөнә һуғышты Аҡсура, ҡылысы менән дүрт дошманын дөмөктөрөп өлгөрҙө, үҙе лә ҡылыстан һәләк булып ҡуйҙы. Уға ярҙамға ынтылған Ҡусҡар ҙа барып етә алмайынса һөңгөнән сәнселеп һәләк булды. Бына Көсөкбайҙың - ҡаршыһына капитан погонлы офицер пәйҙә булды. Ул,ҡылысын алға һоноп, ҡаршы елеп етеп килә. Ике башлыҡтың үлемесле ҡылыс алышы башланып китте. Аттар үрәпсеп - үрәпсеп өйөрөләләр. Күренеп тора: икеһенең дә ҡылыс алышында тәжрибәһе ҙур, хатта аттарына тиклем, күкрәк менән бер - береһен этеп, хужаларына ярҙам итеп йөрөйҙәр.Уңайын тап килтереп Көсөкбай батыр капитандың муйынын өҙә сапты, баштың ысҡынып киткәнен шәйләп өлгөрҙө һәм үҙе лә, бер - нисә пуля тейгәндән һуң йән бирҙе. Ике башлыҡ бер - бер артлы аттан ауҙы.
Һалдаттар һәм драгундар шулай уҡ йән аямай, йән - фарман һәм батырҙарса һуғыштылар. Берәү ҙә бирелмәне, ҡулын да күтәрмәне. Бына бер саҡ һалдаттарҙың ҡаршылығы кәмей барып, алыш бөтөнләйгә туҡтаны. Яңы ғына яуҙан туҡтап һыуынып та өлгөрмәгән, ярһыуҙарын әле лә баҫа алмай торған егетттәр ҡоралдарын ысҡындырып ташлап, тын алырға туҡтанылар. Тирә - яҡҡа күҙ ташлағайнылар ғәжәпкә ҡалырҙай шундай мәхшәр күҙ алдына баҫты: ҡайҙа ҡарама - үлек кәүҙәләр. Бер драгун да, бер Дон казагы ла тере ҡалмаған: һәммәһе ҡырылышып ята. Хужаһыҙ ҡалған аттар, ни эшләргә белмәй, тегеләй - былай саба. Ҡайһылары бер яҡ ситкә һырынып аҡайышып ҡарап тора.
Һуңғараҡ асыҡланыуынса, илле казак һәм шул тиклем драгундың йәне ҡыйылған булып сыҡты. Һөжүмде башлаусы ике йөҙләгән һыбайлы башҡорт утыҙ ике яугирен юғалтты. Ошо арҡала берәү ҙә еңеү тантанаһын кисермәне, киреһенсә ниндәйҙер әсенеүлек, эшләнгән эшең менән ҡәнәғәт булмау тойғоһо күңелде биләп алды. Хәҙер бөтәһен дә: дошманмы, үҙеңдекеме йәһәтләп ер ҡуйынына тапшыра торған бурыс ҡалды. Был эш иртәгәһе көнө барҙы: дөйөм ҡәберҙәр ҡаҙырға тура килде, кейем - һалымдары менән ҡуша һалдылар, ҡанҡа буялып, туҙынышып ятҡан әйберҙәрҙе усаҡтарға яҡтылар. Был ауыр һәм ҡайғы - һағышлы эш көн буйына һуҙылды.
Ер - әсә, бына нисәнсе тапҡыр инде, үҙ ҡуйынына йөрәктәре ярһып типкән, көстәре ташып торған үҙ баларын ҡабул итте. Типһә тимер өҙөрҙәй егеттәр бер - береһенең башына еттеләр һәм ике сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт арауығында әрәм булып юҡҡа сыҡтылар. Һәр береһен Ер - әсә тыуҙырғайны, хәҙер ул үҙ балаларын кире ҡабул итеп алды.
Кем ғәйепле ? Приказ буйынса ошо ергә хеҙмәт итергә килгән драгун - казактармы, әллә уларға ҡаршы сығып, ҡаршы тороп, йәнен аямай ер - һыуын ҡурсылаған башҡорт егеттәреме ? Юҡ, уларҙың береһенең дә тырнаҡ осондай ғына ла ғәйебе юҡ. Бында үҙ иленә үҙе талау ойошторған батша һәм уның ярҙамсы чиновниктары ғәйепле, тағы генералдары, губернаторҙары завод хужалары ғәйепле. Байлыҡ артынан ҡыуыусылар, бирелгән власты самаһыҙ рәүештә халыҡ мәнфәғәтенә ҡаршы ҡулланыусылар үҙенә бер сажин ер еткәнен рәткә оноталар, был доньяға мәңгелеккә килгәндәй ҡыланалар. Бына ошо ябай ғына хәҡиҡәтте әҙәм балалары онотмаһа ине!
Бүлек