Федор Иванович батша заманы 2 страница
Был ваҡиға Федор батшаны тетрәтте, аптыратты, сығарынан сығарҙы. Федорҙың тәхет вариҫы булырҙай балаһы юҡ, берҙән-бер ҡустыһы үлеп ята. Дмитрий бәкегә сәнселеп үлгән тигәнгә ышанып етеп булмай! Сөнки улай булыуы мөмкин түгел! Уйлап ултыра: мин - ауырыу кешемен, батша тәхетендә әллә ни оҙаҡ ултыра алмаҫмын. Ә ултыртыр кеше юҡ. Борис Годунов барырҙай, ләкин унда батшалар ҡаны аҡмай. Шуға күрә, ул-был булмаҫ борон, васыятнамә яҙып, һөйөклө ҡатыны Иринаны тәхеткә вариҫ итеп билдәләп, баярҙарҙан ҡул ҡуйҙыртып сығырға кәрәк. Ә Иринаһы тәхеткә ултырыуға ҡаршы, һин китһәң, мин монашка булып ҡалам, тип тик үҙенекен ныҡый.
Ултырып васыятнамәне яҙҙы, тикшереп сыҡты һәм былай тип өҫтәне: ,, Аринаға кәңәшсе итеп патриарх Иов билдәләнә. Баярҙар, ул икәүҙең һүҙенән сыҡмай, бергәләп идара итергә тейештәр.”
Ярай әле васыятнамә менән өлгөрөп ҡалды, сөнки ауырыуы көсәйгәндән - көсәйә. Һуңғы осорҙа батша Федор Ивановичты хеҙмәткәрҙәр креслоһы менән бергә күтәреп, кәрәк урынға шылдырып алып йөрөйҙәр.
Рәсәйҙең билдәле батшаһы шиңгәндән-шиңә башланы. Ауырып ятҡан һуңғы көндәрендә ул ятҡан ложеһенә ҡатынына килеп йөрөргә рәхсәт итмәне, уның кәйефе боҙолоуҙан ҡурҡты. Бер көнө кис, оҙаҡ ҡына ауырып ятҡандан һуң, батша Федор Иванович донъя ҡуйҙы. Календарь битендә 1598 йылдың 7 ғинуары тора ине.
Бүлек
Себер ханлығында
Ҡырҡ йылға яҡын идара иткән Себер батшалығының ханы Күсем бөтәһен дә ишетеп - белеп йөрөй, сөнки һәр мөйөштә, һәр ерҙә уның кешеләре бар, улар ҡолаҡ ролен үтәп, бөтә яңылыҡтарҙы килтереп еткереп торалар. Уның ханлығында төрлө халыҡ йәшәй: татарҙар, хантиҙар, мансиҙар Тағы хан ҡулы аҫтында Нуғай Урҙаһы эсенә инмәгән башҡорт ырыуҙары бар: Әйле, Һалйот, Бекет, Һеңрән, Ҡыуаҡан, Ҡара Табын, Бусҡар, Мәкәтин, Һыҙғы. Ҙур ҡәбиләләр түгел улар, шул Нуғай Урҙаһы башҡорттарының ярсыҡтары.
Күсем хандан алда Себер батшалығында Йәдкәр хан тәхеттә ине. Ошо тәхетте алыр өсөн Күсем мырҙа уға ҡаршы яу асты. Йәдкәрҙең ырыуы - Шайбанидтар тигән исем аҫтында йөрөй, үзбәк тоҡомдары улар. Ошо яуҙа өҫкә сығыр өсөн рус батшаһының ярҙамын алырға теләгәйне, шуға күрә 1555 йылда Рус дәүләте вассалы булыуын таныны. Рустарға һәр кешенән берәр кеш, йәки берәр тейен тиреһе бирербеҙ, тип вәғәҙә ҡылды ул. Уның иҫәбе менән ханлыҡта һәммәһе 30 700 кеше йәшәй. Ләкин Рус дәүләтенә вәғәҙә иткән яҫағын тулыһынса түләй алманы. Рустарҙың илсеһе Дмитрий Куровҡа һәммәһе 700 кеш тиреһе генә тоттороп ҡайтарҙы. Иван IV-гә яһаҡтың аҙлығын һуғыш ҡамасаулауы менән аңлата. Ысынлап та хәле лә хөрт булғандыр, сөнки тиҙҙән уны Күсем мырҙа бер-нисә көсөргәнешле яуҙа еңә. Себергә баҫып инеп, Йәдкәрҙе әсиргә эләктерә һәм үлтерә, ә ханлыҡты үҙ ҡулына төшөрә. Хан булып ултырғас та тышҡы сәйәсәт буйынса иң беренсе ҙур һорау башты ҡатыра: рустарға бойһонорғамы, әллә бойһонмайынса йәшәргәме, әллә уларға ҡаршы яу асырғамы? Юҡ, әлегә Мәскәү менән үҙеңде һаҡ тоторға тура килер. Уларҙа көс күп, мылтыҡ менән ҡоралланғандар. Вассаллыҡ ептәрен ҡырҡа өҙөргә ярамай, тегеләргә баш эйеп торорға тура килер, әлбиттә.
Себерҙең яңы батшаһы мең дана кеш тиреһе тоттороп, Мәскәүгә үҙенең илселәрен ебәрҙе, яһаҡты элекке килешеү буйынса түләйәсәген батшаға еткерҙе. Рус батшаһы Себергә үҙенең илсеһе итеп, хан илселәренә тағып, Третьяк Чебуковты оҙатты. Себер ханының тоғролоғон һәм эскерһеҙлеген тикшереп торорға тейеш ине ул. Чебуков менән бергә батша хеҙмәтендәге бер төркөм татарҙар юлға сыҡты. Араларында юрматылар тотоп алып, батшаға тапшырған Аҡтүш менән Бусай баҫҡаҡ та бар. Улар икеһе лә дан һәм мал артынан ҡыуысылар, иң тәү нәүбәттә Себергә барып урынлашып, байлыҡ күбәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуйғандары үҙ-ара һөйләшеүҙәренән билдәле. Улар әле ике йылдан һуң Себер солтанының бер туған энеһе Мәмәтҡол тарафынан үлтереләсәктәре тураһында күҙ алдына ла килтермәйҙәр, сөнки күрәҙәсе түгелдәр. Ә әҙәм балаһына тәҡдиреңдең ҡасан етеүен белмәү хәйерле, белһә, үлмәҫ элек үк, бер - ниндәй эш эшләмәйенсә, бер -ике йыл алдан уҡ илай башлар һәм бер - ниндәй эш башҡармайынса ҡайғырып тик ултырыр ине.
Күсемдең Рәсәй батшалығына бойһоноуы оҙаҡҡа барманы. Берҙән - бер көндө хан вассаллыҡты өҙөп, яһаҡ түләүҙе туҡтатты. Күсем хандың ҡотортоуын тыңлап һәм уның йәшерен әмерен үтәп ерле халыҡ рус ҡалаларына һөжүм итә, сауҙагәрҙәрҙе талай. Яһаҡ йыйып йөрөгәндәргә ҡаршы сығыштар йышая, хатта сапҡындар ойошторола. Пермь ҡалаһын туҙҙырыу быға миҫал. Был ҡаланы туҙҙырыр өсөн килеп, уны баҫып алып, күп кенә рустарҙы, остяктарҙы ҡырып, кемделер үлтереп, ә ҡатындарын, балаларын әсирлеккә алып китеү солтандың яҡын туғаны Мәмәтҡолдоң эше булды. Юлда китеп барғанда Мәмәтҡолдоң ҡораллы армайҙарына Чебуков менән бергә батша хеҙмәтендә булған бер төркөм татарҙар осраны. Сәләмләштеләр, һүҙҙән - һүҙ сыҡты, талаш-айпалаш китте. Был осраҡлы осрашыуҙың аҙағы ҡанлы тамамланды: ҡан көҫәп барған армайҙар уларҙы оҙаҡ ваҡыт туҡманылар, шунан бөтәһенең дә баштарын өҙә сабып сыҡтылар.
Кусемдең тышҡы сәйәсәте, Рәсәйгә асыҡтан-асыҡ булған дошманлыҡ мөнәсәбәте рус дәүләтенә сәйәсәтте ҡырҡа үҙгәртеү кәрәк икәнен белгертте. Берҙән-бер юл - һуғыш асыу.
Күсем хан Ҡышлаҡ-ҡаланы нығытыуҙы дауам итте. Ҡала тупраҡ, балсыҡ һәм ағастарҙан торған бейек ҡойма менән уратып алынды. Эстә яңы ҡоҙоҡтар ҡаҙылды, ер аҫты юлдары эшләнде, аҙыҡ түлек әҙерләнде. Етәкселек итеүҙә ҙур тәжрибә туплаған кеше ул Күсем хан, уның күңеле һиҙә: рустар уны ғәфү итмәйәсәктәр, ул ғына ла түгел, бына - бына һөжүм башлаясаҡтары көн кеүек асыҡ.
Ҡышлаҡ боронғо Искер ҡаласығы ерендә урынлашҡан. Ултырған урыны уңайлы, Тубыл, Уб (Обь) йылғалары аралығындағы нығытма ул.
Дошманды көнбайыштан көткәйнеләр, ул, уйламаған яҡтан, көнсығыштан Уб йылғаһы буйлап килеп етте. Рустарҙың ҙур һанлы ғәскәрен көткәйнеләр, ә уның урынына ниндәйҙер атаман Ермак һикһән кешенән торған ғәскәре менән баҫып инеп, йылғаның ике яҡ ярынла йәшәүсе әҙ һанлы халыҡтарҙы бойһондора - бойһондора барып, Ҡышлаҡҡа килеп етте һәм һөжүм ойошторҙо. Уның отряды Ермак яғына сыҡҡан татарҙар, хантиҙар, мансиҙар иҫәбенә көн дә тиерлек тулылана барҙы. Шула арҡала отряд ун тапҡыр тирәһе тиклем артты.
Күсем хан ҡалаһын һаҡлап йән тәслимгә һуғышты. Уҡ-ян менән мылтыҡтарға ҡаршы күпме тороп булһын! Еңелде. Халҡы ла тарҡау, боларыштарҙан ялҡып бөткәндәр, һәр кемгә тыныс тормош кәрәк икәнен хан ғына аңламаҫҡа мөмкин.
Шулай итеп, Күсем хан үҙенең башҡалаһын һаҡлай алманы, ҡалдыҡ ғәскәрен эйәртеп далаға ҡасырға тура килде.
Ермак атамандың уңышын ишеткән Иван Дүртенсе бик ҡыуанды һәм ярҙамға биш йөҙ кешенән торған отрядты Себергә оҙатты. Был отряд интегә-интегә саҡ килеп етте, ҡыш буйы аслыҡтан, төрлө ауырыуҙарҙан яфаланды.
Йәй көнө Күсем менән һуғыштар тағы йәнләнде. Ике яҡ та партизан алымдары ҡулланып көрәшә. Уйламаҫтан төндә килеп баҫа һәм яҡтырыуға ҡайҙалыр юҡҡа сыға. Бына ошондай һуғыштарҙың береһендә атман Ермак Тимофеевич һәләк булды. Күп тә үтмәне батша воеводаһы кенәз Болоховский цинганан һәм һыуыҡ тейеүҙән был донъя менән мәңгелеккә хушлашты. Ҡышлаҡтағы воевода Иван Глухов ҡараһа - Күсем ханға ҡаршы торорлоҡ көсө ҡалмаған, аҙна һайын ике-өс кеше ауырыуҙан үлеп тора, ә туҡтатыр бер әмәл дә юҡ. Ошо арҡала Глухов ҡалған кешеләре менән Рәсәйгә ҡайтырға мәжбүр булды.
Себерҙә тағы Күсем хан власы урынлашты.
Бындай көс нисбәтенең торошо ваҡытлыса икәнен Күсем хан бик яҡшы аңлай. Рустарҙың көсәйә барыуын үҙ күҙҙәре менән күреп йөрөй. Эйе, хәҙерге ваҡытта был тирәлә рустарҙан да көслөрәк ҡәүем юҡ. Себерҙе яулап алыр өсөн төрлө юлдар менән эш итә. Тағы Себер ерҙәрен рустар баҫып ала башланылар. Яуланған ерҙәрҙә острогтар һәм ҡаласыҡтар төҙөү эше әүҙем бара. Себер ханлығы ерҙәре аҙайғандан - аҙая бара һәм быға ҡаршы бер - ниҙә эшләп булмай.
Уйламағандаҡартхан бер ҡыуаныслы хәбәр ишетте әле. 1584 йылдың яҙында Иван Грозный батша, көтмәгәндә, был ығы - зығылы фани донъяны ташлап, баҡый донъяға күскән. Рустар өсөн батшаның үлеме көтмәгәндә һәм үкенесле булды, ә Күсем хан уның үлемен оҙаҡ көттө. Яңы батша Себерҙе онотор, тип уйлағайны. Улай булмай сыҡты. Иван Грозный батша урынына 27 йәшлек улы Федор ултырғанын килтереп еткерҙеләр уға. Ләкин Себергә ҡарата сәйәсәт үҙгәрмәне. Бик сирләшкә, һаулығы әллә ни булмаған йәш рус батшаһы осоронда Себер ерен баҫып алыу, ҡалалар, нығытмалар төҙөү киреһенсә әүҙемерәк дауам итте. Ана, Чимга- тура урынына Төмән ҡалаһы төҙөлдө. Күп тә үтмәй Тагил, Тара, Тобольск ҡаласыҡтары күтәрелде һәм үҫте, Верхотурье крепосы, Төмән йылғаһы ярында төрмә-нығытма барлыҡҡа килде.
- Иван батша менән көрәшә торғас, мин дә аҡһаҡалдарҙың береһенә әйләндем, үткән ғүмер юлына ҡарағанда был яғы яҡыныраҡ. Тере саҡта уландарым менән ныҡлап һөйләшеп алайым әле, - тип Себер ханы хеҙмәтселәре алдында һөйләнеп йөрөнө лә бер көн улдарын саҡыртырға ҡушты.
Әйтелгән ваҡытҡа Күсемдең дүрт улы: Али, Ҡалнай, Азим һәм Күбәй-Морат килеп етте. Ҡуш ҡуллап күрешкәндән һуң, үҙҙәренең тәғәйен урындарына тын ғына барып, аяҡ бөкләп ултырыштылар.
Балалар менән һөйләшеүҙе күңелде ҡырған мәсьәләләрҙән башлау кәрәктер, тип уйлап, ҡарт хан һүҙҙе былай тип башланы:
- Балалар! Һеҙ минең ниндәй эштәр алып барғанды, урыҫтарға ҡаршы нисек көрәшкәнде белеп йәрәйһөгөҙ. Улар менән күп яғалаштым, йә еңдем, йә еңелдем. Нисек кенә булмаһын урыҫтар хәҙерге мәлдә иң көслө ҡәүем. Шуға күрә лә беҙҙе яйлап - яйлап ҡыҫырыҡлайҙар, беҙҙең ерҙә нығытмалар, ҡалалар төҙөйҙәр. Себерҙә урыҫтарҙың төп терәге - Төмән. Әгәр көс туплап, ошо ҡалаға һөжүм итһәк - бик шәп килеп сығыр ине, тип уйлайым.
- Унда кем хужа әле - тип һорап ҡуйҙы Күбәй - Морат атаһынан. Хан артабан дауам итте:
- Беренсенән, улым, һөйләп бөткәнде көт! Тормошта түҙемлелек баһатур булыуҙан да юғарырыраҡ баһалана. Төмәндә, һорағасығыҙ әйтәйем, воевода булып Лука Щербатов ултыра. Сары Бату-Тара ҡалаһының хужаһы, әлеге көндә ҡаланы нығытыу эше менән мәшғүл булып йөрөй. Был ерҙәр беҙгә иң яҡыны. Сары Бату әфәнде - татар нәҫеленән, шуға күрә ул беҙҙең - иң беренсе дошманыбыҙ! Иван Мансуров менән Данило Чюлков исемле воеводалар - икенсе дошманыбыҙ! Беҙҙән алыҫыраҡ булған ерҙәрҙәге халыҡты ҡул аҫтында тотоуы ҡыйын. Строганов биләмәләренә яҡын булған Кама, Сылва, Инва йылғалары буйында йәшәүсе халыҡтар бойһоноу түгел, ә киреһенсә беҙгә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнашалар. Араларында башҡорттар бихисап. Ҡышлаҡ эргәһендә йәшәүсе ханти, манси, татар халыҡтарының урыҫтарға баш эйеүҙәре һеҙгә билдәлелер. Тағы ҡайһы ерҙәрҙе әйтергә оноттом тағы?
- Миәс, Исет Әй, Ҡаиҙел йылғалары башында йәшәгән башҡорттар ҙа баш эйгәндәр, - тип һүҙгә ҡушылды Азим. - Унда Ҡатай, Әйле ырыуы башҡорттары йәшәй. Бына уларға, хыянат иткәндәре өсөн, сапҡын яһарға кәрәк!
- Яһарбыҙ! Бер аҙ тын алайыҡ өле! - Хан улдарына күҙ йүгертеп сыҡты ла һүҙен артабан дауам итте. - Беҙ Себерҙең киң урман - далалары буйлап йөрөп, урыҫ ауылдарына бөлдөргөс сапҡындар яһап торабыҙ. Артабан да шулай дауам итербеҙ, иншалла. Ләкин бөгөнгө һөйләшеүҙең төп мәғәнәһе икенсерәк юҫыҡта.
Эш былай тора: урыҫтарҙың яңы батшаһы Федор Иван уғлы “Грамота” ебәргән миңә. Был ҡағыҙҙа урыҫ батшаһы һуғышты туҡтатырға тәҡдим итә, һөйләшеү - килешеү өсөн Мәскәүгә саҡыра. Әгәр уртаҡ тел табылһа - Рәсәйҙең берәй ҡалаһын йәки олоҫон миңә бирергә вәғәҙә итә. Әгәр уларҙың килешеү шартына күнһәм - Себер ерҙәренең башлығы итеп ҡалдырырға ризалыҡ бирә!
Кем нисек уйлай? Мин үҙем ныҡлы ҡарарға килә алмағанға күрә кәңәшкә һеҙҙе саҡырҙым.
Һүҙҙе беренсе булып Ҡалнай башланы:
- Мин Мәскәүгә ҡушылыуҙы хуп күрәм. “Айырылғанды - айыу ашар, бүленгәнде - бүре ашар”, тигән әйтемде ишеткәнем бар. Иң беренсеһе, дәү дошмандан ҡотолабыҙ, икенсенән, ошо уҡ ерҙә хан булып ҡалаһың, өсөнсөнән, аҫтыртын эш алып барып та була бит.
- Улай бармай, - тип ҡысҡырып ебәрҙе Али. - Ҡушылмаҫҡа кәрәк! Һуңғы көс бөткәнсе һуғышырға һәм һуғышырға! Мөмкинлек ҡалмаһа - яңы ерҙәргә күсенергә! Урыҫ - беҙҙең мәңгелек дошман!
Азим һүҙҙә ризалыҡ бирергә, ләкин ҡушылмаҫҡа, тигән фекерен белдерҙе. Ә Күбәй-Мораттың бер-ниндәй ҙә фекере булмауы асыҡланды.
Оҙаҡ уйланы Күсем хан Ҡайһылай итергә ? Олоғайған көндә Рәсә башында ултырыусы малай-шалайҙың ҡул аҫтына ингеһе лә килмәй ине. Икенсе яҡтан - бер туҡтауһыҙ һуғыш та алып барып булмай.
- Ярай улайһа, балалар, фекер алышыуҙы ҡыҫҡартып торайыҡ, мин үҙем уйлаштырып йөрөп, берәй фекергә килермен, иң уңайлы күренгән юлды һаҡлармын. Тағы алдан уҡ әйтеп куяйым: миңә, Аллам һаҡлаһын, бер-бер хәл булып ҡуйһа, Али, һин, иң өлкән ул булараҡ, Себер ханлығына хужа булырһың! Бөтәгеҙҙә ишетәме? Бындай тәртип ата-олатайҙарҙан күсеп килә. Хан тәхетенә талашып, үҙ-ара яулашып йөрөмәгеҙ аҙаҡтан, - тип һүҙен йомғаҡланы.
Артабанғы ваҡиғалар Азим тәҡдименә ярашлы йүнәлештә китте. Күсем хан рус батшаһы менән килешеү төҙөргә риза булды, үҙ шарттарын теҙеп яҙҙы, ләкин насар һаулығына һылтанып, Мәскәүгә барыуҙан ҡырҡа баш тартты.
Шулай итеп, тыныс юл менән һөйләшеп-килешеү килеп сыҡманы. Рус хөкүмәте Себерҙе тулыһынса яулау өсөн яңы поход ойошторорға булды. Маҡсат билдәле: Себерҙе ҡулға төшөрөргә! Ханды, уның яҡындарын ҡулға алырға!
Ваҡиғалар яҙға ҡарай ҡуйыра башланы. Апрель башында Тара нығытмаһы воеводаһы Андрей Воейков отряды Обь йылғаһы ярҙарына килеп етте. Эҙләнә, һораша торғас, Күсем хан урҙаһын тапты. Апрель ҡояшы Обь буйҙарын йылытып иретә алмаған әле. Ат йөрөгән юлдар боҙланып ҡатҡан ҡарҙа асыҡ күренә. Күсем хан ставкаһы һаҙлыҡ эсендә урынлашҡан. Бер генә юлдан башҡа яҡтан яҡынлау мөмкин түгел. Юлда саҡырым һайын тиерлек ҡарауыл төркөмдәре. Улар менән алышы-алыша рус отряды урҙаға яғынланы. Ханды һаҡлаусы биш йөҙ армай ҡаршы сыҡты һәм ике тапҡыр күберәк булған отрядҡа ҡаршы һуғыш башланы. Таңдан башланған һуғыш ҡара кискә тиклем дауам итте. Рустар станға барып ингәндә, хан унда булмай сыҡты. Уның урынына Мәмәтҡол әсирлеккә эләкте. Хандың яҡын ярҙамсылары, ҡараңғылыҡтан файҙаланып, үҙҙәре генә белгән һуҡмаҡ буйлап, Обь йылғаһының тубән яғына - Чат ерҙәренә алып киткәндәре беленде.
Бер аҙ тирә-яҡта һиллек урынлашҡас, Күсем, хәҙер инде ерһеҙ һәм тәхетһеҙ хаким, үҙенең ярандары менән Иртыш буйлап кәмәләрҙә көнъяҡҡа ҡарай юл алды. Шул яҡтарҙа йөрөп, яңынан көс йыйып Себергә кире килеү ине уның уйы.
Ҡустыһы Мәмәтҡолдоң әсиргә төшөүен ишетте ул, ләкин ни ҡылаһың ? Маңлайына шулай яҙылғандыр. Ярай әле уландары үҙе менән бергә, бөтәһе лә иҫән-һау, шуныһы оло ҡыуаныс.
Себерҙе ташлап ҡасҡан Күсемдең Иртыш башы далаларында нуғайҙар араһында йөрөүе тураһында Бохара кенәзе Сәйет Әхмәт ишетеп ҡалды. Күпме йылдар Сәйет Әхмәт Күсем хандан үс ала алмай йөрөгәйне. Элек Күсем хан Сәйеттең олатаһы Йәҙгәр ханды үлтереп тәхетенә ултырҙы. Шул ваҡытта бер юлы Сәйеттең атаһы Әхмәтте лә теге донъяға оҙатты. Хәҙер үс алырға мөмкинлек тыуып тора, Күсемдең башына етергә ошонан да уңайлы ваҡыт юҡтыр, күрәһең. Армайҙары менән оҙаҡ ҡына кәңәщләшкәндән һуң, Күсемде тыныс юл менән был донъянан оҙатырға ризалашты.
Күсемдең “йомшаҡ” яғын эҙләй торғас - таптылар, насыбай имергә яратҡанын белеп ҡалдылар, шунан хөрмәт йөҙөнән ҡунаҡҡа саҡырып ҡайтыу өсөн илселәр ебәрҙеләр, Бохара кенәзе исеменән рустарға ҡаршы ярҙам итәсәктәрен белдерҙеләр. Ҡайтыр ваҡытта бүләккә “хикмәтле” әйберҙе, ағыу һеңдерелгән насыбайҙы ҡалдырҙылар.
Бохара илселәре сығып күп тә үтмәне, элекке хан янсыҡҡа ынтылып үны асты, насыбайҙы еҫкәп ҡараны, сыҙаманы, тел аҫтына һалып имә лә башланы. Ағыулы насыбай тәнгә еңел һеңде. Күсемдең тәүҙә йоҡоһо килде, тора-бара аяҡ-ҡулы ауырайҙы, ҡыбырлатырлыҡ та көс ҡалманы. Уның мейеһе томаланды һәм ул янтая биреп төштө лә ҡараңғылыҡҡа осто.