Федор Иванович батша заманы 4 страница
- Бына ҡайһылай дөрөҫ яҙғандар, Машенька, артабан дауам ит әйҙә!
- Алдан вәғәҙә биреп, әгәр уның үтәлеше зыянға булһа - үтәмәҫкә мөмкин. Ләкин үҙеңдең намыҫлы кеше икәнеңде әйтеп, ҡабатлап торорға кәрәк, сөнки күп кеше ҡоро һүҙгә ышана. Аръяғын ул, үҙ мәшәҡәттәренә күмелеп, тикшереп тормай, шунан онота. Ил башлығына бик етди эштәрҙе башҡарғанда ла йомшаҡ һөйләшеп, тыныс ҡына хәл итергә кәрәк. Әгәр уның эше намыҫлы юл менән, ҡанундарға ярашлы килеп сыҡмаһа - законһыҙ юлды һайларға тейеш.
- Ярай, етте, Марьюшка! Күҙҙе астың. Римлянин китабында асыҡтан-асыҡ, тап мин зстән уйлағанса яҙған. Шулай булғас - миңә икеләнеп йөрөү оҡшамаҫ.
Борис Годунов ҡабалана-ҡабалана кейенә башланы. Күлдәге өҫтөнән алтын уҡалы кафтанын кейҙе, көмөш төймәләрен эләктерҙе, биҙәкле итеген аяғына тартты.
- Эй, Ваня! Ванюшка, һин ҡайҙа ? Ишетәһеңме мине ?
Йоҡо бүлмәһенән Иван Воейков атылып килеп инде.
- Тыңлайым, Государь Борис Федорович!
- Андрей Щелкалов бындалыр ? Тиҙ генә саҡыр! Мин эш бүлмәһендә көтәм.
- Хәҙер, осам!
Годунов өйөндәге эш бүлмәһенә яҡынлағанда, дьяк Щелкалов көтөп тора ине инде.
- Йә, сәләмәтлек нисек, Андрей Яковлевич ?
- Рәхмәт, Борис Федорович, һаулыҡҡа зарланған юҡ әле.
- Ә мин йоҡлай алмай таң аттырҙым... Йә, ярай, уныһы мөһим түгел. Ә бына бөгөн бик мөһим эш сығып тора. Тиҙ һәм сифатлы итеп башҡарырға кәрәк!
- Тыңлайым, Государь!
- Княгиня Старицкаяны беләһең бит?
- Беләм, Государь.
- Иғтибар менән тыңла: Княгинаны һәм уның ҡыҙын, сәстәрен ҡырҡтырып, монастырға тығырға бойорам! Ишектәре гел бикле булһын, аслы-туҡлы тотһондар. Аңлашыламы?
- Аңлашыла, Государь. Ниндәй монастырға?
- Сергеево-Лавра монастырына. Унда - беҙҙең ышаныслы кешеләребеҙ бар.
Икенсенән, хәйер һорап йөрөгәндәр араһынан ике-өс кеше тап, аҡса бир! Улар “Старицкая батша булырға теләй, Годуновты ағыуларға самалай”, - тигән хәбәр таратһындар һәм шул һүҙҙәр аҫтына ҡултамғаларын ҡуйһындар. Яҙҙырып алғас - уларҙы дөмөктөрөрһөң!
- Аңланым! Бөтәһен дә эшләрмен. Бөгөн үк был эш тулыһынса үтәлер!
- Ярай, улайһа! Бар, шул эшең менән булыш! Үтәгәс тә - килеп доклад яһарһың. Шунан һуң бөтәһен дә онот! Әйткәндәй, Старицкаяның һөйәрен, Федор Тютчевты әйтәм, теге икәүҙе тәғәйен урынға еткергәндән һуң, Серпуховҡа ебәр! Шунда хеҙмәт итһен!
- Ярай, Государь, бөтәһе лә үтәлер!...
Мария Владимировна, өлкәнәйә барған княгиня, һуңғы көндәрҙә үҙен элеккегә ҡарағанда бәхетлерәк тоя башланы. Бәлки, күңеленә тыныслыҡ урынлашҡанғалыр? Ул йәшәгән ағас өй яҡты, йылы. Хеҙмәтселәре лә өлтөрәп йүгереп кенә йөрөйҙәр. Бөгөн дә ул тыныс йоҡланы, үҙенең йәш, матур ваҡытын төшөндә күрҙе. Тағы нимәләр күрҙе әле ул? Әһә, үлгән ире төшкә керҙе. Ул, княгиняның ҡулдарын һаҡ ҡына ҡулына алды ла: “Мария! Мине бер үк юҡһынма! Мин - Аллаға кәрәкмен, шуның өсөн яныңда ҡала алманым. Ә һин бер үҙең булма! Федор Тютчевҡа кейәүгә сыҡ та Рәсәйҙән кит”, тигән һүҙҙәр әйтте. Тик төштә ниңә Федяһы күренмәне икән?
Старицкаяның йөрәге буштан-юҡҡа, сәбәпһеҙ сәнсеп ебәрҙе. Бына һиңә мә! Нишләп сәнсеп ҡуйҙы әле ул ? Элегерәк, ире үлер көнө, шулай бер сәнскеләп алғайны, шунан бире ҡабатланғаны юҡ ине әле. Ну-ка, йөрәк, шаярма әле! Мине үлемгә еткереп ҡуйма тағы!...
Ҡыҙҙар княгиняны кейендереп бөтөүгә, һөйәре Федор Иванович пәйҙә булды. Тютчев килде, тип хәбәр иттеләр.
- Инһен! Көтөп ултырмаһын! Бында тура индерегеҙ!
Ярата ул Федорҙы. Һөйәре - матур ир-уҙаман, шундай ыҫпай кейенеп йөрөй ки, хатта төймәләре, ҡайыш башы, итектәре ҡояшта ялт-йолт итеп кенә ялтлап тора. Үҙе шундай галантный һәм ябай. Мария Владимировна, тип күҙгә генә ҡарап тора, ҡыҙын да ситкә типмәй, Евдокия менән күптән уртаҡ тел тапты.
Ә батша Борис Годунов күптән инде уны Тютчевҡа кейәүгә бирергә вәғәҙә итте. Ышана ул Годуновҡа, ышана. Һәйбәт кеше, абруйлы батша, шуға оло хөрмәт менән ҡарай уға княгиня. Башҡа ышаныр, таяныр кешеһе юҡ уның: Бөтә таянысы - Борис Годунов та Федор Тютчев. Бына Евдокияһы үҫеп килә. Бер-ике йылдан бынамын тигән кәләш булырлыҡ, матур, һөйкөмлө. О, Господи! Аҡыллы һәм бай кейәүгә бирергә ярҙам ит, зинһар!
Тютчев йүгереп килеп инде, ҡосаҡланы, ҡат-ҡат үбеп алды. Өҫтәл артына ултырышып, күгәрсендәй гөрләшә башланылар.
Ошо ваҡыт урамдан ат тояҡтары таҡылдауы, арба тыҡырлаған тауыш ишетелде. Старицкая тәҙрә аша тышҡа күҙ һалды. Күреп ҡалды: алты һыбайлы оҙатыуындағы карета өй алдына килеп туҡтаны.
Ҡып - ҡыҙыл төҫтәге хәрби кейем кейгән алты уҡсы өйгә килеп инде. Берәүһен таныны княгиня - Андрей Щелкалов. Ул Старицкаяға өндәште:
- Мария Владимировна! Сәләм менән килдем: батша ҡатыны, хөрмәтле Марья Лукъяновна, һине, ҡыҙың менән бергә, Сергеево- Лавраға ғибәҙәт ҡылыуға саҡыра.Тик тиҙ йыйынығыҙ!
- Хәҙер йыйынам,хәҙер! Май шәм алайым улайһа. Бына ғәжәп: Мария Лукъяновна мине нисек иҫенә төшөрҙө икән? Май шәм килтерегеҙ әле!
- Май шәм кәрәкмәй. Унда бөтәһе лә әҙер. Тиҙерәк булығыҙ! Был кем? Тютчевмы?
- Эйе, шул.
- Тютчев! Һин полк командирына ашыҡ! Ҡайҙалыр командировкаға китергә тейешһең.
- Аңланым. Хәҙер үк барып етәм!
Уҡсылар ике ҡатын- ыҙҙы каретаға ултыртып алып, Мәскәү урамдары буйлап барҙылар ҙа, Успен-Богородицкий исеме аҫтында билдәле булған ҡатын-ҡыҙҙыр монастырына ҡарай юл тоттолар.
Монастырь үҙ эсенә тағы ике бисара ҡатын-ҡыҙҙы ҡабул итеп алды...
Старицкаяның өйө, мөлкәте, булған байлығы ҡаҙнаға күсте, хеҙмәтселәре кем ҡайҙа таралышып бөттө.
Федор Тютчев Серпуховҡа ебәрелде. Батшаға ҡаршы ҡотҡо таратҡан Старицкаяны оноторға кәрәк , тигән кәңәш бирҙеләр уға. Ул бөтәһен дә дөрөҫ аңланы, ғәзиз башы өҫтөнә күтәрелгән балта аҫтында ҡалыуын һиҙеп, ауыҙын йоморға мәжбүр булды.
Борис Годунов кискеһен Андрей Щелкаловтың докладын ҡабул итте. Уйлаған эш тулыһынса үтәлде. Ҡыуанырға кәрәк ине лә ул, тик батша ҡыуанманы, сөнки бик шомло хәбәр алды: Лжедмитрий Мәскәүгә яҡынлап килә, шул яңылыҡ уның һарыуын ҡайната. Алла һаҡлаһын, ул Мәскәүгә инһә - тәхетең, бәхетең, ғүмерең менән бер юлы хушлашырға тура киләсәк. Ҡасып та өлгөрә алмаҫһың!
Тын ғына торған Щелкаловҡа һорау бирҙе:
- Лжедмитрий тураһында нимә әйтә алаһың, Андрей Яковлевич?
- Ул сволочь-мөртәт һаман Мәскәүгә яҡынлауын дауам итә. Беҙҙекеләр артҡа сигенә. Әлегә хәл-торош шулай.
- Берни ҙә эшләп булмаймы һуң ? Нишләп улай килеп сыҡты ? Тағы ла аңлат әле! Ни өсөн өҫтәмә көс йыйып, тар-мар итеп ташламайбыҙ?
- Тар-мар итергә көс етмәй шул. Баярҙарҙың күбеһе - уның яҡлы. Хәл иткес һуғыш Добрынычи ауылы эргәһендә булғайны. Лжедмитрий яғында 23 мең уҡсы, Мстиславский етәкселегендәге беҙҙең ғәскәр - 20 мең кеше. Һуғыштың иң ҡыҙған ваҡытында, Лжедмитрий еңелә башлаған ваҡытта, баярҙар ҡотҡоһона бирелеп, беҙҙең уҡсылар теге яҡҡа сыға башлаған. Хәлдәребеҙ мөшкөлләнә: ышаныслы кешеләребеҙ аҙайғандан-аҙая. Бына шулай.
- Лжедмитрийҙың кем икәнен асыҡлай алдығыҙмы ?
- Әлбиттә, асыҡлай алдыҡ, Государь. Цареевич Дмитрий Иванович мәрхүм исеме аҫтында Григорий Отрепьев йөрөй, башы ҡороғоро! Ул - Галич дворянины. Бер саҡ монах булып йөрөгән. Шунан патриах Иовтың послушнигы булған. Эш боҙоп, Польшаға ҡасып киткән. Унда Сандомир воеводаһы ҡыҙы Марина Юрьевна менән таныша һәм өйләнә. Ҡайныһына рус ерҙәрен баҫып алырға һәм уға бүләк итеп бирергә вәғәҙә итә. Ҡораллы көс һорай. Был турала Польша короле Сигизмунд ишетеп ҡала, уны ҡоторта, дәртләндерә.
- Кешеләр яллап үлтертергә һөйләшкәйнек, килеп сыҡманымы әллә?
- Килеп сыҡманы шул, сыҡмаясаҡ та. Ике төркөм ялланғандарҙы ебәрҙек, теге яҡҡа сыға ла ҡуялар.
Ауыр тынлыҡ урынлашты. Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ тик ултырҙылар. Тынлыҡты батша боҙҙо:
- Андрей Яковлевич! Минең улым, цареевич Дмитрийҙы әйтәм, ҡайҙа икән, белмәйһеңме? Һуңғы ваҡытта ни сәбәптәндер күҙгә эленмәй башланы.
- Бында ғына ул, күрше бүлмәлә уҡып ултыр
- Инһен әле бында, һөйләшеп алайым. Ә һин, мөмкинлек булғанда, ял ит! Кәрәк булһаң - саҡыртырмын.
- Ярай, Государь, цареевичҡа йүгерҙем...
Батша Борис Федорович үҙе уҡый белмәй, бөтә белеме ҡултамға ҡуйыу менән тамамлана. Ләкин улының уҡыуын бик теләй ул. Годуновтың төп уйы - малайҙы тәхеттә ҡалдырыу. Шуға әҙерләй ул улын. Ныҡлап уҡырға ҡуша, гел тикшереп тора.
Цареевич Федор килеп инде. Ҡулында - Ипатьев летописы, бик ҡалын һәм ҙур ғына китап. Тышы төрлөсә матур итеп семәрләнгән.
- Йә, улым, ни эш менән шөғөлләнәһең? Һабаҡ алыуҙа ҡайҙа барып еттең?
- Ипатьев летописынан Мәскәү ҡалаһының барлыҡҡа килеүен уҡып ултырам әле.
- Бик һәйбәт, улым. Йә, Мәскәү тураһында ниндәй ҡыҙыҡлы нәмәләр бар?
- Бында яҙылған: Беренсе тапҡыр Мәскәү тураһында яҙма мәғлүмәт 1147 йылда теркәлгән. Элек был урында баярин Степан Кучковтың имениһы булған. Эргәһенән крәҫтиәндәренең өй- ихаталары ауыл булып теҙелгән булған. Хәҙерге Кремль урынында Степан Ивановичтың хоромалары торған. Ауыл аръяғындағы оҙон ялан Кучково исеме менән йөрөтөлгән. Шунда Сретенский монастырь төҙөлә. Эргәлә Москва исемле йылға аға. Тиҙҙән Кучковоны йылға исеме менән атап йөрөй башлайҙар.
- Ә исеме нимә аңлата? Яҙмағандармы?
- Уныһын яҙмағандар, атай. Архимандрит миңә былай тип аңлатты: рустарҙан алда был ерҙәрҙе фин-уғыр ҡәбиләләре биләгән булған. Уларса мос - күтерлек, аква - һыу була икән. Мос + аква = күтерле йәки батҡаҡлы һыу. Мосаква һүҙе Москваға әйләнеп киткән, ти.
- Ҡыҙыҡ икән ... Батша оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы, көрһөнөп алды, тағы телгә килде:
- Улым! Һаулыҡ та юҡ, арыта ла башланы, өлкәнәйеп барамдыр! Шуны, Федя, ҡолағыңа ныҡ киртеп ҡуй: минән һуң һин тәхеткә ултырасаҡһың, Алла бирһә! Шуға әҙерләнеп йөрө! Күп уҡы, күп бел, кешегә ышанма! Ғаиләбеҙҙә һин беҙҙең берҙән-бер бала. Шулай килеп сыҡты. Ләкин һинең балаларың күп булырға тейеш. Годуновтарҙың ырыуы ҙурайырға, күбәйергә, таралырға тейеш. Бына ошо хәҡиҡәтте иҫеңдән сығарма!
- Ярай, атай, аңланым.
- Бар, үҙ эштәрең менән булыш!
Оҙаҡ ултырҙы батша уйланып. Ултыра торғас, нишләптер Борис Годуновтың башы шаулай башланы, хәле бөттө. Туп-тура йоҡо бүлмәһенә атлап инде. Ятып торҙо, хәлһеҙлектән аяҡ-ҡулдары ҡыбырламаҫ булды. Шул көнө ул башҡа уяна алманы, тауыш-тартышһыҙ ғына мәңгелек донъяға күсеп китте.
1605 йылдың 13 апреле ине был көн.
Иртәгәһенә баярҙар Федор Борисович Годуновты батша итеп иғлан иттеләр һәм ант итеү церемонияһын үткәрә һалдылар. Бола ваҡыт, артабан нимә булырын берәү ҙә белмәй, ашығырға кәрәк ине.
Ләкин батша тәхетендә Федорға оҙаҡ ултырырға тура килмәне. Йәй башында Лжедмитрий I, Польша шляхтичтары менән бергәләп, тантаналы рәүештә Мәскәүгә инде һәм батша итеп иғлан ителде. Эште ул шунан башланы: иң беренселәрҙән башлап Федор Борисович менән әсәһен үлтерергә ҡушты. Билдәле, был әмер бик тиҙ үтәлде.
Шулай итеп, Рәсәй тарихы биттәрендә уйламағанда Годуновтарҙың династияһы өҙөлөп ҡуйҙы. Тарихта ,, болғаныш “ тип аталған дәүер башланды.
Лжедмитрий I Рәсәй батшалығы тәхетенә ултырғас та иң беренсе нәүбәттә тәхеткә ултырыуына ышанмай үҙе ғәжәпкә ҡалды. Ултырған урынын һәрмәп ҡараны, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Әкиәттәгесә килеп сыҡты түгелме? Бынау тиклем бейек һәм бөйөк тәхеткә еңел юл менән ябай кеше, йәғни ул, нисек ултыра алды икән? Әгәр Рус дәүләтендәге баярҙарҙың күберәк өлөшө уның яҡлы булмаһа - был тәхетте төштә генә күрер ине. Үҙенең ваҡытлыса ултырғанын да аңлай : алдаҡ асылған көнө үк, ярһыған халыҡ уны һәнәккә күтәрәсәк! Бер йыл ултырырмы ул тәхеттә, әллә ун йылмы, бәлки бер-ике ай ғынамы - бер Хоҙай белә. Их, алдағы тормошоңа күрәҙәселек итә алһаң ине! Тик ундай һәләте юҡ бит әле. Күрәҙәселәргә лә ышаныу ҡыйын - теләһә нәмә әйтеп бөтәләр ҙә ҡуялар.
Лжедмитрийҙың сираттағы маҡсаты: яҡшы һәм ябай батша булып күренеү. Эйе, баярҙарға ла, хеҙмәтселәргә лә, ябай халыҡҡа ла алсаҡ булырға кәрәк. Ул - “халыҡ батшаһы” булырға тейеш. Шул осраҡта ғына бөтә кеше уны яратыр, хөрмәт итер! Бәлки, тора -бара уның сығышын, ҡайһылай килеп ултырғанын оноторҙар. Улай булһа - ну, шәп булып ине лә бит. Әлегә эшләргә лә - эшләргә. Тирә-йүндәге кешеләргә егәрлелекте күрһәтергә кәрәк.
Лжедмитрий I эшмәкәрлеген дәүләт эштәрен тәртипкә килтереүҙән башланы. Ришәүәт алыуҙы ҡаты тыйҙы. Шул уҡ ваҡытта баярҙарға, хеҙмәтселәргә, стрелецтарға эш хаҡын өҫтәне. Үтенес менән килгән челобитчиктарҙы, өлгөргән тиклем, үҙе ҡабул итте. Үтенестәрен үтәргә тырышты, йә аңлатып сығарҙы. Күптәрен приказдарға ебәрҙе. Мөләйем һәйләште, ихласлыҡ күрһәтте, йомош менән килгәндәрҙе ашатып-эсереп сығарыу көндәлек ғәҙәткә инде.
Баяр думаһында көн һайын ҡатнашты ул, бер ҙә иренеп торманы. Мөмкиндек булған ваҡыттарҙа Мәскәү урамдарына һаҡһыҙ-ниһеҙ сығып йөрөнө, ябай кешеләр менән һин дә мин һөйләште. Бын шулай был Дмитрий Мәскәүлеләр араһында популяр һәм танылған “халыҡ батшаһы” булып китте.
Ыңғай тормош күтәрелеш күпкә барманы, популярлығы уның бер саҡ кәмей башланы. Был батшанан көткән азатлыҡты крәҫтиәндәр ала алманы, аристократия, дин әһелдәре уның католик булыуын яратманы, өнәмәне. Стрелецтар, хеҙмәтселәр, посад кешеләре батшаны уратып алған поляктарҙың тәртипһеҙлегенә иҫтәре китте. Көпә-көндөҙ сауҙагәрҙәрҙе талау, хеҙмәтсе ҡатын- ҡыҙҙарҙы көсләү, иҫерек көйө осраған кешеләрҙе туҡмап, йә үлтереп китеү - барыһы ла поляктарға ҡаршы күрә алмаусылыҡ тойғоһо тыуҙырҙы. Тағы Лжедмитрийҙың дәүләт ҡаҙнаһын Марина Мнишек менән бер ҡатарҙан таратыуы, алтын-көмөштөң, ҡиммәтле таштарҙың Польшаға ҡарай ағыуы халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Өҫтәүенә был батша Рәсәйгә католичество керетергә йөрөй, тигән хәбәр таралып китте. Бындай хәбәрҙе Шуйскийҙар тарата башланы, шикелле, сөнки уларға, Рәсәй тәхетенә менер юлды, тик ошо Лжедмитрий ғына ҡаплап тора ине.
Батшаның абруйы тиҙ төштө.
1606 йылдың майында Лжедмитрий батшаға ҡаршы халыҡ баш күтәрҙе.
Халыҡ ҡуҙғышы башында Шуйскийҙар торҙо. Ҡоралландырыу, йүнәлеш биреү, һөжүмде ойоштороу эше алдан билдәләнгән кешеләр етәкселегендә алып барылды. Алыш барышында ҡаршы торған поляктарҙың ғүмерҙәре киҫелде, тере ҡалғандарын Кремлдән һөрөп сығарҙылар. Лжедмитрийҙы шунда уҡ тотоп алдылар һәм туҡмап, өҙгөсләп үлтерҙеләр. Марина Мнишекте таба алманылар, баярҙарҙың береһе уны ҡайҙалыр йәшереп өлгөргән, шикелле. Шундай фекергә килделәр ҙә - башҡаса бындай ҡаңғырыҡ ваҡытта эҙләп тә торманылар, табырға тырышыусы кеше лә булманы.
Рәсәй тәхетенә Василий Шуйский ултырҙы. Яңы батша, ҡулына ҡорал алып, баш күтәргән крәҫтиәндәргә ҡаршы көрәшергә китте.
Ошо уҡ йылдың йәйендә Иван Исаевич Болотников крәҫтиәндәрҙе, казактарҙы, пасадниктарҙы йыйып туплап, ҙур армия төҙөй алды. Уға Василий Шуйскийҙы яратмаған күп кенә баярҙар, воеводалар ҡушылды.
Был армада, юлында осраған бөтә нәмәне ватып - емереп, Мәскәүгә табан йүнәлде. Елец, Калка, Тула эргәһендәге һуғыштарҙа хөкүмәт армияһы бер-бер артлы еңелде. Сигенгән батша ғәскәрҙәрен ҡыуалап, Болотников Мәскәүгә килеп етте. Ярай әле Мәскәү халҡы ныҡ торҙо. Ҡаланы нығыттылар, аҙыҡ-түлек запасы булдырҙылар, ҡыҙыу ҡоралландылар, Мәскәүҙе бик ныҡ бикләнеләр.
Иван Болотников ғәскәре башҡаланы ике ай буйы осадала тотто, тик ватып-емереп эскә инә алманы. Ҡораллы крәҫтиәндәр кире Тулаға юлландылар.
Василий Шуйский ғәскәре Болотников армияһын Тула ҡалаһы сиге буйлап уратып алды һәм өс ай буйы осадала тотто. Ҡалаға плотинаның һыуын йырып ебәреп кенә, хөкүмәт ғәскәре һөжүмгә күсә алды һәм ҡалаға баҫып инде. Ихтилалда ҡатнашыусыларҙың ҡаса алмай ҡалғандарын тотоп алып, һыуға батырып үлтерҙеләр. Болотников үҙе лә тотолдо. Уның күҙҙәрен соҡоп алып, туҡмап язаланылар, шунан һуң ҡала уртаһындағы тәрән ҡоҙоҡҡа тереләй көйө ташланылар.
Ҡасып ҡотола алған баш күтәреүселәр Брянскийға ҡарай шылыштылар. Бында тағы Дмитрий исемле батша көс йыя, Шуйскийҙы тәхеттән төшөрөргә йыйына, тигән хәбәр ишетелде.
Лжедмитрий II армияһы ла тәүҙә Мәскәүҙе алырға ҡарар итте. Мәскәү бирешмәне, тағы ҡаршы торҙо. Баш күтәреүселәр, башҡаланы ала алмағас, Тушино ауылында урынлаштылар.
Тап ошо ваҡытта Польша короле Сигизмунд III ғәскәре, рус дәүләте сиген боҙоп инеп, Смоленскийҙы уратып алды, шунан Мәскәүгә ҡарай йүнәлде.
Мәскәү эргәһендәге хәл иткес һуғышта хөкүмәт ғәскәрҙәре еңелде. Батша тәхетен дә татып өлгөрмәгән Дмитрий Шуйский әсир итеп алынды.