Боларыш башы - талҡаҫта

Меңәр йылдар буйы ыжғыр елдәргә бирешмәгән, тирә яҡҡа, ял итергә уйлап, туҡтап ҡарап торған Алпамыша батырҙай, йә аҡ бүрек кейеп, йә уны йәшелгә алмаштырып үҙенең мөһабәтлеге менән юлсыларҙың күҙен ҡамаштырған Урал тауҙың ҡустыһы Ирәндек тауы, көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай һуҙылған түбәләре менән ғорурланып, тыныс ҡына ҡарап ята. Атаһына иркәләп һырынған сабый ҡыҙҙай Ирәндеккә һыйынып, көмөш тулҡындарын ары-бире сайпылдырып уйнап Талҡаҫ күле йымылдай, ҡояш нурына иркәләнә. Был тирәлә йәшәгән башҡорттар күлде бигерәк ныҡ ярата. Уның гүзәллеге, матурлығы тураһында йырҙар, әйтемдәр бихисап. Талҡаҫ күлендәге һыуҙай таҙа һыу, балығының эрелегенә етеүсе башҡа күл юҡ, тип һанайҙар Бөрйән олоҫо башҡорттары. Һыуын тәмләп ҡара: тәнеңә – көс, йәнеңә илаһи рәхәтлек бирә. Уға бит Ирәндектең ылыҫлы-ҡайынлы урмандарының, итәгендә йомороланып ҡыҙарған тиҫтәләгән төрлө емеш-еләктең, яр буйында ғына үҫкән ап-аҡ сәскәле ҡара муйылдың һәм башҡа күҙгә лә салынып бөтмәгән дарыуҙарҙың-дарыуы булған сәскә-үләндәрҙең тәме һеңгән.

Талҡаҫ күленең һыуын кейектәр ҙә белә. Ҡояш сыҡмаҫ элек үк бында, йомшаҡ баҫып илек, ҡоралай, мышы һәм башҡа эреле-ваҡлы урман-тау тәбиғәт балалары килеп төшөп, һыуын туйғансы эсеп, кире юғала.

1755 йылдың яҙы йылдағыса килде. Март бурандары ҡотороп алғандан һуң, аҡман-тоҡман үтте, апрель ҡояшының йылылығына түҙмәй, ҡарҙар “илай-илай” ирене, йәшел үлән морон төрттө. Талҡаҫ күленең боҙҙары ситтән уртаға ҡарай ирей барып, март башына ҡарай боҙҙан әрселеп бөттө. Мал ҡырға сығып иркенләп утлап ,наҙлы ҡояш нурына арҡаһын йылытып кәр йыя башланы.

Ҡыш һалҡын булды. Бигерәк тә Бөрйән олоҫо башҡорттары яғында Аҡман-Тоҡман тип аталған март бураны електәргә үтеп ҡоторҙо. Уның тураһында ошондай риүәйәт таралған был яҡтарҙа: борон, монгол-татарҙар яуы осоронда һәм унан алда ла башҡорттар көтөү- көтөү мал менән күсеп-ҡунып йәшәгән. Һәр ырыуҙың, аймаҡ-түбәнең яҙлау, йәйләү, көҙләү, ҡышлау урыны булған.

Бер заман Алтай тауҙары яғынан ҙур ҡара яу – монгол-татарҙар килгән. Яуҙың бер осо ғына башҡорттарға тейгән, ә төп өлөшө Яйыҡ буйлап көньяҡҡа табан үтеп киткән. Халыҡ ҡаршы тороп ҡараған, ләкин дошман ғәскәре көслө булып сыҡҡан. Башҡорт яугирҙәре йә үлеп ҡалған, йә сигенә- сигенә төньяҡҡа шылған. Башҡа әмәл ҡалмағас башҡорт ырыуҙары илселәре Сыңғыҙханға барып баш һалырға мәжбүр булған. Хан ер-һыуҙарҙы ырыу-йәйләүҙәргә яңынан бүлеп биргән, үҙенә ҙур ғына өлөш сығарған. Башҡорттар тамғаланып, ер-һыу алғас, шул ханға яһаҡ түләргә тейеш булған. Уны башҡарыу тәүҙә ауыр ҙа булмаған. Тик бер заман уның күләмен ҙурайта башлайҙар.

Бынан тыш яңы фарман буйынса йәш ир-егеттәр үҙ аты-ҡоралы менән хан ғәскәренә саҡырыла башлай. Тағы төрлө сәбәптәр табып халыҡтың мал-тыуарына тейәләр, өйөр-өйөр йылҡы, көтөүләп мал ҡайҙалыр оҙатыла башлай.

Башҡорттар түҙмәгән, ханға ҡаршы яуға күтәрелгән. Уны Сураман исемле батыр башлаған. Ул мал-тыуар йыйырға килгән хан нөгөрҙәрен ҡыйратып ташлай. Яу бер ҡабынып, бер һүнеп тиҫтә йылдар буйы бара. Сураман батыр ҙа олоғая, ҡаты яуҙарҙың береһендә һәләк була. Артабан халыҡты яуға ҡатыны әйҙәй. Ул да үлемесле яралана. Теге донъяға китеп алдынан ике улын – Аҡман менән Тоҡманды саҡырта: “Балаларым, миңә лә баҡый донъяға атайығыҙ артынан китергә ваҡыт етте, - ти ул. - Атайығыҙҙың васыятын һеҙгә еткерәм. Ул “дошманға баш эйеп йәшәгәнсе, һуғышып үлгәнең артыҡ” тигәйне. Шуны онотмағыҙ, улдарым”!

Хәҙер яуҙы егет ҡорона тулған ағалы-ҡустылы Аҡман менән Тоҡман башлап алып китә. Оҙаҡ яулашалар улар. Бер саҡ быларҙың төркөмөн дошмандар ҡамай башлай. Башҡа яугирҙәрҙе үлем тырнағынан ҡотолдороу өсөн Аҡман менән Тоҡман шау-шоу ҡуптарып төньяҡҡа ҡарай юл ала. Арттарынан монгол ғәскәре эҙәрләп килә. Шулай итеп, Урал аръяғына килеп сығалар. Ҡаты бурандар башлана. Дошман ғәскәрен юлдан яҙҙырып һәләк итер өсөн ике башҡорт егете һаман да урман төпкөлөнә сигенә. Күҙ асҡыһыҙ ҡаты буранда үҙҙәре ас көйөнсә дошманды эйәртеп, албырғатып алып йөрөйҙәр һәм туңып үлеп ҡуялар. Дошмандар ҙа аҙашып, ҡайтыр юлды таба алмай туңып, барыһы ла ҡырыла.

Ошонан һуң оҙаҡ йылдарға һуҙылған яулашыу туҡтала. Ә халыҡ ике батыр иҫтәлегенә март аҙағындағы буранды Аҡман менән Тоҡман тип атай башлай.

Аҡман менән Тоҡман тураһындағы риүәйәт әллә ҡайҙан “ҡылт” итеп иҫенә төштө Байбулат старшинаның башына. Ул – Иҫәнбәт ауылы старшинаһы, шунда тыуып үҫкән, шунда ғүмер һөрә, Аллаға шөкөр. Бөтәһен дә белә, таный. Ә буранды иҫкә алыуының сәбәбе шул: яңыраҡ ай ярым элек кенә ул Иҫәнбәттә лә ҡоторҙо. Күҙ асмаҫлыҡ ҡойма буранда өйҙәр, һарайҙар күмелеп бөттө тиерлек. Ә күршеһенә йомошҡа тип еңелсә генә кейенеп сыҡҡан бер килен юғалды ла ҡуйҙы. 3 көндән һуң таптылар. Үҙ урамы эсендә аҙашып йөрөп, туңып үлеп ҡуйған. Өс балаһы ҡалды бисараның. Ярай ире тырышып-тырмашып донъя көтә әле, шуға балалары аҙып - туҙып йөрөмәй.

Тәбиғәттең үҙ ҡанундары бар, уға кеше бер ҙә хужа була алмай, тик төптәнерәк белеп үҙ файҙаңа борһаң - яҡшы ла ул, тип старшина артабан фекерен дауам итте, - бына әҙәмдәр араһында бер ҙә тыныслыҡ юҡ, халыҡ тағы ҡайнарға әҙер тора.

Старшина үҙе халыҡҡа ла, санауниктарға ла ярарға тырыша. Шулай итмәйенсә лә булмай, кемдең ҡайһы яҡтан килтереп һуғырын алдан күҙаллап та булмай бит. Уй-фекерен берәүһе белеп-ишетеп ҡуймаһын тигәндәй ул тирә-яҡҡа күҙ ташлап ҡуйҙы.

Урман юлында ике һыбайлынан башҡа бер кем дә күренмәй: береһе – үҙе, икенсеһе, арттараҡ ҡалып килгәне уның писаре Ғәриф. Аттар ҡабаланмай ғына ҡайтыр яҡҡа юрта. Ҡояш тауҙар артына төшөп байып бара. Бөтә ерҙә һиллек.

Бикбулат старшина Әмин ауылына барып тау-таш тикшереп йөрөүселәрҙең башлығы Брагинды үҙенә ҡунаҡҡа саҡырып килә әле. Шунда бер аҙ һыйланып та алды. Һый-хөрмәте мул был урыҫ кешеһенең. Әмин ауылында казармала ятҡан һалдаттарға ашнаҡсы, үҙенә лә аш-һыу яраштырырға кеше тота ул.

Эйе, бер-береһенә күптән ҡунаҡҡа йөрөшәләр улар. Әлбиттә, ауылдаштары был урыҫ менән ҡатнашҡандарҙы яратып етмәй, ҡырын күҙ менән ҡарай, әммә тура өндәшкән кеше юҡ. Башҡорттар араһында Брагинды хөрмәт иткән әҙәм бармы икән, уныһы билдәһеҙ, сөнки уның тураһында төрлө имеш-мимештәр ураған һайын сығып ҡына тора. Ҡулы ҡаты, юҡ нәмәгә сәбәп табып бәйләнә, ҡул аҫтындағыларҙы язаларға ярата. Бигерәк тә ҡыҙ-ҡырҡын, ҡатын-ҡыҙҙы мәсхәрәләүенә һәм мыҫҡыллауына халыҡ бик үсле. Брагиндың ҡыланыштары Бөрйән ырыуының старшинаһына ла оҡшамай, ләкин ни ҡылаһың, бер ни ҙә эшләп булмай, тип үҙ-үҙен йыуата ул.

- Биксура ҡустым!

Арттараҡ ҡалып, әсе ҡымыҙ эсеүҙән быуындары бушап, ат өҫтөндә йоҡомһорап килгән Биксура үҙ исемен ишеткәс турайып ултырҙы һәм атты етеҙерәк ҡыуа төшөп яуапланы:

- Тыңлайым, Бикбулат ағай!

- Әйҙә, яҡынла әле! Бына һин гел халыҡ араһында, таныштарың да күп һинең, әйт әле миңә, ни өсөн былтырҙан бирле халыҡ ҡуҙғырға ғына тора?

- Сәбәптәре күп инде уның. - Биксура бер аҙ уйланып фекерен туплап алды:

- Беренсенән, 1740 йылдан һуң донъялары бөтөнләй ҡоротолған башҡорттар бөлгөнлөктөң сигенә килеп терәлде. Һуңғы яу-ихтилал тамамланыуға 15 йыл тирәһе булып китте, ә алға табан тәгәрәгән тормош үҙгәреше һиҙелмәй, ерҙәрҙе талау дауам итә. Икенсенән, Ырымбур һыҙығына күпләп башҡорт егеттәрен ала башланылар. Улар эштең иң ҡыҙыу ваҡытында яҙ башынан хәрби эштә булғанлыҡтан ғаиләләре бөлгөнлөккә төштө. Тағы шул: башҡорттар ике ат менән, тотош үҙ тәьминәтендә , ҡаҙнанан һис бер ярҙам алмай хеҙмәт итә. Шул арҡала күпме яугир аслыҡтан интегеп, аптырағас ашар аҙыҡ өсөн мөлкәтен, хатта аттарын һатып, ҡышҡа ҡарай йәйәүләп ҡайтып етте.

- Уныһын дөрөҫ әйтәһең! Хәрби хеҙмәттән тыш башҡорттар ҡаҙан йөгөн ташыу, хөкүмәт санауниктарын йөрөтөү өсөн атлы арба бирергә, шул кешеләрҙе ашатып-эсерергә, өйөнә индереп йоҡлатырға, юлда һаҡлап барырға тейеш бит, - тип үҙ фекерен белдерҙе Бикбулат старшина.

- Суҡындырыу эшен дә хөкүмәт алға этәрә. Төрлө юлдар табып башҡорттарҙы суҡындырып маташалар. Бигерәк тә аслыҡтан интеккән ғаиләләргә аҙыҡ биреп суҡындырыу тарала бара. Ана, Исәт провинцияһында бик күп мишәр һәм бөтә ғаиләһе менән 10 башҡорт өйө суҡындырылған. Астан үлмәһен тип рустарға һатылған башҡорт балаларын суҡындырыу бик киң таралған. Тағы яһаҡ түләүҙе ботон 35 тиндән тоҙ һатып алыуға алмаштырыу, былтырғы март айындағы батша указын әйтәм, халыҡтың асыуын бигерәк ҡабартты. Үҙ ереңдән үҙенә тоҙ һатып алып торсо! Шуға яңы указ тураһында хәбәр алғас, түҙемдең сигенә еткән егеттәр яуға әҙерләнә башлаған тип ишеттем.

Биксура бер аҙға тынып ҡалды.

- Ишетмәгәнһең, һин бик һәйбәт белеп йөрөйһөң, - тип башлаған һөйләшеүҙе дауам итте Бикбулат старшина, - ҡайһы ваҡытҡа яу башларға һөйләшкәндәр ине?

- Ошо йылдың июнь башына. Тс-с-с, ағай, урмандың да күҙ-ҡолағы бар, - тип һүҙен йомғаҡлап ҡуйҙы Биксура.

Ике һыбайлы, аттарын манма тиргә батырып, эңер төшөүгә Бикбулат старшина ауылына ҡайтып етте.

Иртәгеһен Брагин ике яранын эйәртеп Бикбулат старшинаға ҡунаҡҡа килеп һый-хөрмәт күрҙе. Старшина, нимә генә уйлап йөрөмәһен башҡорттарҙың ғөрөф-ғәҙәте буйынса урыҫты, иң ҡәҙерле ҡунағындай күреп, ысын күңелдән һыйланы: тәкә һуйҙы, ҡымыҙ әҙерләне, бишбармаҡ бешертте, Орск нығытмаһынан араҡы алдыртты.

Эсеп алған Брагин үҙен-үҙе маҡтап ташланы. Ҡайһылай ул эшсән, ҡайһылай матур, йәнәһе уны ҡатын-ҡыҙҙар ныҡ ярата. Ә төн уртаһы етеп йоҡларға йөрөгән мәлдә, тартынып-нитеп тормайынса “миңә ҡыҙ алып килегеҙ”, тип янъял ҡуптарҙы, пистолетына йәбеште. Төрлөсә тынысландырып ҡаранылар, бер ни ҙә килеп сыҡманы.

- Ана, Сураштың да ҡатыны минең менән булды, белһә лә ире лә, ҡатыны ла өндәшмәйҙәр бит, - тип эргә-тирәләгеләрҙең йөҙөн йыртты. Күмәкләп бәйләп һалдылар урыҫ санаунигын.

- Әллә был урыҫтың башына етәйем дә ҡуяйыммы, - тип уйлап алды Бикбулат старшина, - юҡ, улай булмай. Күрәләтә тороп бар ғаиләне ут аҫтына ташлау бит былай булһа. Йәш кеше түгелмен, түҙергә кәрәк. Икенсе яҡтан, күпме былай дауам итергә була? Шулай итеп был ҡунаҡ та үтеп китте.

Егор Брагиндың бөрйәндәр араһында пәйҙә булыуы һәм үҙен, батшалай тойоп, ошонда эшләп, төрлө һылтауҙар менән халыҡтан талап алып байлыҡ йыйыуы Рәсәйҙең төп политикаһының бер йүнәлеше менән туранан – тура бәйле. Әүәлдән үк рус батшаларын һәм ярандарын Уралтауҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡтары ныҡ ҡыҙыҡһындыра ине. Бигерәк тә Урал арьяғы ер майҙандары хакимдәрҙең күңелен ҡытыҡлай. Был яҡтың сикһеҙ тойолған ҡара урмандары, ундағы кейек, йәнә алтын-көмөшө, башҡа төрлө мәғдәне, төрлө аҫыл таштары,башҡорттарҙа “ ҡара май”, йәки “ер майы” тип аталған нефте, балыҡ менән тулы, таҙа йылға-күлдәре нисек кенә күңелде үҙенә тартмаһын һәм ҡыҙыҡтырмаһын. Берҙән-бер юл-Башҡортостанды колонияға әйләндереү. Был эш Петр Беренсе заманында башланып китә һәм унан һуңғы урыҫ батшалары хакимлек иткән 18 быуатта ла Башҡортостанды колонияға әйләндереү артабан дауам итә һәм был эш башлыса хәрбиҙәр тарафынан башҡарыла. Был төбәккә тулы хужа итеп ебәрелгән Иван Кириллов нигеҙләгән Ырымбур ҡалаһы, ниһайәт, Яйыҡ буйына, тап Һаҡмар тамағына күсерелә. Уның яңылыш һала башлаған нигеҙҙәре тырым-тырағай ташланмай, ә яңы, Орск исемле нығытма булараҡ хеҙмәт итә башлай. Ырымбур ҡалаһы, бер һүҙ менән генә әйткәндә, колонизация үҙәгенә әүерелә. Был ерҙәрҙә нығытмалар буй-буй булып ҡалҡа. Яйыҡ һыҙымы нығытмалары, мәҫәлән, Ырымбурҙан Үрге Яйыҡ ҡәлғәһенә тиклем бара ла – Тоболға (Тубыл йылғаһы) тиклем һуҙыла. Ә Һаҡмар һыҙымы шул уҡ Ырымбурҙан Йылыйыр йылғаһына тиклем барып еткән.

18-се быуаттың 50-се йылдарында ҡәлғәләр, заводтар төҙөү, төрлө сәбәптәр менән башҡорт ерҙәрен талап алыу һаман дауам итә. Ерҙәрҙе һатып йә арендаға алыу баш һәм иҫәп етмәҫлек ҙур майҙандарҙа башҡарыла ки, хатта башҡорттар үҙҙәре лә бының осона сыға алмай ҡаңғыра.

Көсләп суҡындырыу осраҡтары йышайыу менән бер рәттән, мосолман диненә ҡарата төрлө сикләүҙәр күбәйеүе башҡорттарҙы тағы ғәжәпкә ҡалдырҙы. Мәсет йә мәктәп һалыу өсөн власть органдарынан махсус рөхсәт кәрәк икән. Күп осраҡта, төрлө сәбәптәр табылып, бындай рөхсәттәр бирелмәгән. Мулла, ахун йәки башҡа дин әһелдәренең һаны ҡырҡа ҡыҫҡартылған. Көсләп суҡындырылған башҡорттар кире үҙ диненә ҡайта алмаған һәм бындай эш өсөн ҡаты яза ҡаралған. Власть органдары ниндәйҙер “ғәйеп” менән ҡулға алынған башҡорттарҙы көсләп суҡындырырға тырышҡан. Мәҫәлән, кире мосолман диненә ҡайтырға теләгәне өсөн Әйле олоҫо башҡорто Тойгилде Жуляков тере көйөнсә Екатеринбургта яндырылған. Шундай уҡ “ғәйебе” өсөн Табын олоҫо башҡорто, суҡындырылғандан һуң Исаев Роман булып киткән бисара, туҡмалып, мыҫҡыл ителеп, язалап үлтерелгән. Быларҙан тыш Сенаттың 1754 йылдың 16 март указы менән Ырымбур губернаһындағы башҡорттар үҙ ерендә сығарып, ошоға тиклем бушлай файҙаланылған тоҙға һәр ботона 35 тиндән түләп ҡаҙнанан һатып алырға тейеш булған. Тоҙ һатып алыу яһаҡ түләүгә ҡарағанда 6-7 тапҡырға ҡиммәтерәккә төшкән. Ошо хөкүмәт ҡарары халыҡтың асыуына тыҡ тейгән. Тоҙ сығанаҡтары хәҙер дәүләт ҡарамағына күскән һәм ул ерҙәрҙе һалдаттар һаҡлай башлаған.

Халыҡ араһындағы сыуалыш 1754 йылдың яҙында уҡ башлана. Төп ойотҡоно Нуғай юлының Бөрйән олоҫо башҡорттары һалған. Уларҙы шул тирәлә булған көньяҡ олоҫтар хуплаған. Бөрйән олоҫо башҡорттары Себер һәм Уса юлдары халҡы менән бәйләнеш урынлаштырған. Шул төбәктәге мишәрҙәр менән татарҙар ҙа көрәшкә ҡушылырға ҡарар иткән. Хатта бөрйәндәргә күрше булған ҡаҙаҡтар ҙа көрәшкә әҙерлек барыуын ишетеп ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙә иткән.

Ихтилалға әҙерләнеү тураһындағы хәбәр ҡолаҡтан ҡолаҡҡа күсеп, бөтә башҡорт ерҙәренә таралған. Ул шулай уҡ дин әһелдәрен дә ҡуҙғытып ебәргән, сөнки улар батша хөкүмәтенең динде ҡыҫыуына йүнәлтелгән сараларын бер ҙә тыныс ҡабул итә алмаған, көсләп суҡындырыу, мәсеттәр һалыуҙы тыйыу, батша санауниктарының дин эштәренә ҡыҫылыуы уларҙың да асыуын ҡабартҡан. Шуларҙың береһе Ғабдулла Ғәлиев, ә ҡушаматы Батырша икән. Ул күренекле мулла, Себер юлының Ҡарыш ауылы мишәре, Ғәйнә ырыуынан...

Бындай хәбәрҙәр бер туҡтауһыҙ тулҡын-тулҡын булып бөтә Бөрйән һәм яҡын-тирәләге күрше ятҡан Ҡыпсаҡ, Тамъян, Үҫәргән, Юрматы, Себер башҡорттары аша үтеп Бәйләр, Йәнәй, Гәрәй, Уран, Ғәйнә ерҙәренә килеп ҡаҡлығып бөтә Башҡортостанға таралған.

Бына ошо ваҡиғаларҙан саҡ ҡына алдараҡ бөрйәндәр араһына Брагин килеп инеп, халыҡтың асыуына ут өҫтәй. Бергә йөрөгән командаһы уны Егор Ефимович тип атай. Башҡорттар өсөн ул - нәсәлник, үҙе юҡта “алйот Йәгүр” тип тә иҫкә алалар уны.

Халыҡ белеп тора: Рәсәй Урал байлығына тулыһынса сумыр өсөн бөтә юлдарҙы ҡуллана. Бер саҡ Ырымбурҙан Яйыҡбаш ҡәлғәһе аша Себергә ҙур юл астылар. Әлбиттә, юл булғас күперҙәре бар, ҡырсынташ түшәлгән. Бына ошо юл буйлап ям ( почта ) станциялары һәм йорттары төҙөп сыҡтылар. Шуларҙың береһе – Сапсал ямы, Һаҡмарға ҡойған Сапсал йылғаһының өҫкө буйында төҙөлдө. Бында ҙур бураманан торған ям өйө, эргәһендә ат-маҙар, арба-сана, көймә һәм көрәк-һәнәк кеүек кәрәк-яраҡ ҡуйырлыҡ һарай-аҙбар төҙөлдө. Шуларҙың эргәһенә ҡушлап тағы ҙур йорт һалдылар. Бында тау-таш эштәре контораһы була тип аңлаттылар ҡыҙыҡһыныусыларға. 1553 йылдың яҙында ошо контораға бер нисә һалдаты һәм эшселәре менән йыуан ғына эсле бер урыҫ нәсәлниге килеп төштө. Эшселәре аҫыл таштар эҙләп тау ҡыҙырҙы, тау итәктәрен һыҙырҙы һәм йыйған әллә күпме әйберҙәрен тейәп Петербургҡа кире ҡайтты һәм яңынан килеп төштө. Күрәһең, был яҡ оҡшап ҡалғандыр, бәлки, аҫыл таштар уларҙы был яҡҡа тартҡандыр, бәлки Санкт-Петербургтағы фарфор заводына кварц, йәшмә, төрлө төҫтәге аҡ, күк, ҡыҙыл, һары балсыҡ, көкөрт күпләп кәрәк булғандыр. Ул, завод сынаяҡ һәм башҡа өй эсендә кәрәкле һауыт-һаба эшләй, тип ишетте башҡорттар.

Киләһе яҙ ярҙам өсөн Брагин командаһы урындағы башҡорттарҙы йәлеп итте, уларға ер-һыу, тау-ташты белгән кешеләр кәрәк тине. Был тәңгәлдә Сураш менән Этҡолдан да уҙған уҙамандар юҡ ине тирә-йүндә. Шул икәү командаға эшкә ялланды.

Икенсе йәй Брагиндың бәйеле аҙа башланы. Йә старшинанан, йә халыҡтан тегенеһен-быныһын таптыра. Петербургта тау эштәре контораһында иң бәләкәй санауник булып, ябай крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан был урыҫ белгесе (әллә инженер, әллә юҡ) үҙен һарыҡтар араһына ингән күк бүре итеп тоя башланы. Нисек кенә тырышмаһын Сураш менән Этҡол был әҙәмдән йүнле һүҙ ишетмәй, оролоп-һуғылып көндәрен үткәрә. Урыҫса белеп етмәһәләр ҙә ҡатлы-ҡатлы һүгенеүҙәрҙе аңлайҙар, күнегеп тә киттеләр, тик баяғы әҙәм ҡыҙып алып ҡамсы менән ҡайыҙлауы ныҡ йәнгә тейә, асыуҙы ҡабарта.

Бер көнө юҡтан сәбәп табып, Этҡолдо ҡамсы менән яра башланы Брагин. Уныһы ҡамсыһын тотоп алып ҡулын ысҡындырмай торғас, пистолетына йәбеште. Ярай уныһы ни сәбәптәндер атманы, 3-4 мәртәбә саҡмаһы ут ҡабыҙа алманы. Шул ҡотҡарҙы Этҡол ғүмерен. Түрә, һыуына алмайынса, уны иҫен китәргәнсә ҡамсы менән ярҙы, типкеләне. Сураш уртаға атылып килеп инеп дуҫын үлемдән ҡотҡарҙы. Ярай әле Брагин туҡмауҙы туҡтатты, хәле лә бөткән ине үҙенең, ахыры. Йәш кешенең тәне тиҙ уңалды, тик йөрәк яраһы төҙәлмәйенсә ҡалды уның.

Эшсеһен үлтерә яҙғансы туҡмағандан һуң Брагин бер аҙ баҫылғандай булды. Тирә-яҡҡа сығып йөрөүен дә ҡыҫҡартты. Ләкин унан ғәфү үтенеүҙе башына ла килтермәне ул. Үҙен артабан да хаиндарса тотто, йәшертен рәүештә хәшәрәт эштәрен дауам итте: эсте, берәмләп ҡатын-ҡыҙҙарҙы мыҫҡылланы. Йәлләп торманы, ҡайһылай тап килә, шулай йәбешеп хайуани теләген бойомға ашырҙы.

Тик һәр бер түҙемлектең дә сиге булғанын был урыҫ нәсәлниге башына ла индереп сығарманы, шикелле. Беренсе булып Сураштың түҙемлеге бөттө, Брагиндың тәртипһеҙлеге буйынса дуҫ - иштәре менән һөйләшеп алырға тип, уларҙы үҙенә саҡырҙы. Билдәләнгән ваҡытҡа Иҙрис ауылына Сураш саҡырған яҡын дуҫ-иштәре йыйылып бөттө. Бында Ялан Этҡол, Әмин, Темәс, Хоҙайбирҙе мулла бар ине.

Ғәҙәт буйынса хәл-әхүәл һорашҡандан һуң еңелсә ҡымыҙ эсеү мәжлесе булып алды. Шунан һуң төп мәсьәләгә күстеләр. Өй хужаһы булараҡ йыйылышты Сураш асты:

- Ағай-эне! Брагин үҙенеү үтә тәртипһеҙлеге, хаинлығы менән халыҡты йонсотто, аптыратты. Сара күрмәһәң – артабан тағы насарыраҡ булыуы ихтимал, сара күрһәң – илдә дау ҡубасаҡ. Ҡайһылай итеп ҡарарға тип һеҙҙе йыйҙым,- тип Брагиндың ҡыланыштарын үҙе ишеткәнсә һәм күргәнсә һөйләп ташланы. - Бында икеләнеү булырға тейеш түгел, йә сигенәһең, йә алға уҡталаһың!

Һүҙҙе ҡыҙыуыраҡ холоҡло Әмин алды:

- Дөмөктөрөргә кәрәк үҙен, башҡа сара юк. Уның булмауы һәммәбеҙ өсөн дә файҙа ғына.

Әминдең һүҙен Этҡол ҡеүәтләне:

- Мин яңы әйтелгән һүҙгә ҡушылам. Алйот урыҫтан туҡмалыу һөҙөмтәһендә ауыр эшкә эшкинмәй Төйәләҫ буйындағы Ялан Этҡол ауылында ғүмер һөрәм. Үлтереп ташларға кәрәк ул мәлғүнде.

Беренсе Этҡол ауылынан килгән Хоҙайбирҙе мулла:

- Бындай ҡырҡыу хәлдә айыҡ эш итергә кәрәк, бәлки Әлекәс аҡһаҡалға барып кәңәшләшеү урынлы булып, - тип тәҡдим яһаны. Күбеһе ошо һүҙҙе хупланы.

Икенсе көндө ошо төркөм Әлекәс ауылындағы Әлекәс Һөйөндөк уғлының өйөндә ине. Бөтәһе исеменән Әмин Брагинға бәйле булған һуңғы хәбәрҙәрҙе һөйләп бирҙе:

- Тик үлтереп кенә Брагиндан ҡотолоп була, - тип йомғаҡланы ул һүҙен. Мин ошо төркөм исеменән әйттем.

Ауыр тынлыҡ урынлашты. - Тағы кем үҙ һүҙен әйтергә уйлай? - тип һорау бирҙе аҡһаҡал. - Һәр кеше үҙ исеменән һөйләһен.

- Дөмөктөрөүҙән башҡа сара юҡ, - тип һөйләшеүҙе дауам итергә ашыҡты Этҡол, - баҫымсаҡҡа баҡа ла айғыр. Күп сыҙаныҡ , артабан түҙерлек әмәл ҡалманы.

Уның һүҙен Сураш йөпләне.

- Аҙғын түрәнең башына етмәйенсә унан ҡотолоп булмаҫ, - тине ул.

Әликәс аҡһаҡал көрһөнөп алды һәм һөйләй башланы:

- Бер аҙ сабыр итегеҙ тип кәңәш бирергә бер ҙә телем әйләнмәй. Мин дә ул түрәнең яһил, уйнаш, мут, эскесе икәнен ишетеп йөрөйөм. Шуға оҙон-оҙаҡҡа һуҙмайынса ошондай ҡәтғи һорау бирәм. Кем Брагиндың йәнен ҡыйырға әҙер?

Бында булған бар ир-егеттәр “мин дә мин” тип тауыш бирҙе. Был тауыштарға Хоҙайбирҙе мулла ғына ҡушылманы.

Ошо йыйылышта ант итеп, Ҡөрьән үбеп һүҙ беректерҙеләр. Был яһилға төбәп атыу Әмин менән Сурашҡа йөкмәтелде. Хәтәр эште үтәр алдынан тағы байтаҡ ҡына кәңәшләштеләр. Ярҙамсыл 1-2 төркөм дә кәрәк булыр тигән фекергә килделәр. Ошонан һуң нисек итеп был урыҫты аңдыу, күҙ яҙлыҡтырмай ҡарау эшен һөйләшеп, ҡурҡыныс һәм баш китәрҙәй эште башҡарыр алдынан ауылдарына таралдылар.

Брагин түрә үлеменең килерен һиҙмәй ине, шикелле. Бер көнө кис Талҡаҫ күленә килеп кәйеф-сафа ҡорорға булды. Биш һалдатын һәм ашнаҡсы ҡатынды үҙе менән алып, ике кәмәлә күл уртаһындағы утрауға юлланды.

Төн уртаһына тиклем бында кәйеф-сафа ҡороп, ял итеү барҙы. Мығырлап һөйләшеү туҡтаһа, иҫерек тауыштар йыр башланы, йә бейене. “Гөж” килде улар был төндө.

Ә күлдә, бер нисә кәмәлә уларҙы алмашлап күҙәтеп йөрөгән ир-егеттәрҙе, тегеләр һиҙмәне лә.

Ирәндек артындағы ҡояш тулыһынса сығып та өлгөрмәне, кәйеф-сафа ҡороусылар торҙо. Һалдаттар ике кәмәгә тейәлеп, күлдең Түбә яғына һуҙылған осона, ҡамыштар араһында ҡунған өйрәктәрҙе атыу өсөн, йөҙөп китте. Брагин бер үҙе ҡалды. Тегеләрен оҙатҡас тағы бер кәмәгә ултырып утрау эргәһендә балыҡ тота башланы. “Яратҡан ҡолона сығарып ҡуйыр юлына” тигәндәй бынан да уңайлы мәлдең булмаясағы ир-егеттәргә аңлашыла ине.

Бына Әмин менән Сураш ултырған кәмә балыҡсыға яҡынлашты. Яр буйындағы егеттәр ҙә, алыҫтараҡ ике кәмәлә урынлашҡан төркөмдәр ҙә күҙ яҙлыҡтырмай күҙәтә.

- Ағай, мин дөмөктөрәйем дә ҡуяйыммы, - тип шыбырланы Әмин.

- Юҡ, ҡустым, һөйләшкәнсә эшләйбеҙ, - тип яуа бирҙе Сураш, - һин кәмәһенә, мин сәпкә атам.

Бөтөнләй онотолоп китеп һыуға баҡҡан Брагин тимер башаҡлы уҡтың “туп” итеп кәмәгә тейгәненән һиҫкәнеп китте. Әллә аңлап, әллә аңламай турайып ултырҙы ул, шунан аяғүрә баҫты. Тап ошо ваҡытта Сураш мәргәндең уғы уның күкрәген тишеп инеп ултырҙы. Кәмә сайҡалып алды ла түңкәрелде. Ауыр кәүҙә шул ыңғайға һыуға ҡоланы һәм бер ниндәй өнһөҙ-ниһеҙ төпкә китте. Быныһы хәүефле эштең беренсе өлөшө ине.

Тағы биш һалдат бар бит әле күлдең үрге осонда. Башҡорттар шул яҡҡа юл тотто. Икенсе кәмәләге Этҡол менән Хоҙайбирҙе был кәмәне ҡыуып етте һәм бер тигеҙерәк барыу тураһында һөйләшеп алды. Яр буйындағы төркөмгә “үр яҡҡа барығыҙ” тип ишара яһалды. Нисек китеп сығар икән был эш? Барыһының да мейеһен ошо һорау быраулай. Кәмәләр яй ғына, тауыш-тынһыҙ йөҙә, шылт иткән тауыш та юҡ. Бына ҡамышлыҡ. Һалдаттар 2 кәмәлә ҡыр өйрәге аулау менән мәшғүл, яҡынлаған кәмәләргә иғтибар ҙа итмәнеләр. Кем генә йөрөмәй үҙ мәнфәғәтенә күрә. Араларҙың иң яҡынайған мәлендә шыйылдап уҡтар осто.

Дүртеһе тауыш-тынһыҙ йән бирҙе, тик берәүһе генә мылтығын ынтылып алып ,аяғүрә баҫҡайны, ҡайҙалыр төбәп атырға маташҡан арала бер нисә уҡ уға ҡаҙалды. Ярҙағы төркөмдән дә уға атҡандар икән.

Уныһы ла ҡамыш араһында батып дөмөктө. Егеттәр, Брагин ярандарының һыҙма мылтыҡтарын йыйып алып, кире утрауға һуғылдылар. Унда булған кейем-һалымды, аҙыҡ-түлекте, палатка-маҙарҙы йыйнап, тейәнеләр. Брагин палаткаһы эсендә ятҡан пистолетты Әмин эләктерҙе.

1755 йылдың 15 майы ине был көн. Ирәндек итәгендә ҡарағай-ҡайындар араһында усаҡ яғып тамаҡ ялғап, ҡымыҙ эсеп алғас та һүҙ беректереү дауам итте. Йоҡлап алыу ҡайғыһымы ни? Һәммәһе бергә 15 һыбайлы булып сыҡты улар. Килештеләр: Сапсал ямын туҙҙырырға, эштең башына Әмин тимерсене тәғәйенләнеләр.

18 май – тап ошо көндө, таң һырыла башлаған мәлдә, ҡуҙғалды улар һәм ҡапыл ғына һөжүм итеп ташланылар. Бындағы һалдаттар йүнләп ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Башта бер-ике тапҡыр мылтыҡ атҡан тауыш ишетелеп ҡалды, артабан йоҡонан иҫергән һалдаттар “был ни булды” тип аңғарғанса, егеттәр ағас өй эсенә инеп өлгөрҙөләр. Атып маташҡан тышҡы һаҡсы киҫтән эләгеүҙән гөрҫләп ауғайны инде. Бер-нисә һалдат һәм юлаусылар өйөндә йоҡо һимерткән үткенсе бер түрә һуйыл ауырлығын тойор-тоймаҫтан йәндәрен бирҙе.

Ҡаҙна йортонда аҡсаһы табылмаһа ла аптырап торманылар, кейем-һалым, ҡаралты һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы тиҙ генә йыйып алып, ике арбаға тейәнеләр. Шунан һуң ғына ямды ут ялҡыны ҡапланы һәм ҡыҙып алып янырға тотондо. Егеттәр төньяҡҡа табан бер-нисә саҡрым үтеп өлгөрҙөләрме-юҡмы, ел һәм ҡояш аҫтында ҡоп-ҡоро булып ҡаҡланған ағас диуарҙар тиҙ генә янып бөттө, күмерҙәре ҡыҙара биреп емелдәшеп яттылар ҙа көлгә әйләнделәр һәм ел ыңғайына тарала башланылар. Ике сәғәт үтеүгә Сапсал ямынан бер ни ҡалмағайны, әйтерһең, бында бер ниндәй ҡаҙна йорто ла, туҡталҡа ла булмаған. Тик Сапсал һыуы ғына осҡан көлдән һәм ҡый-ҡырпынан буръяҡланып ашыҡмай ғына ағыуын дауам итте. Янғындың төтөнө, иртәнге саф һауа менән болғанып, тирә-яҡҡа торонбаш еҫтәрен сығарып көньяҡҡа табан шыуышты.

Сапсал ямын туҙҙырған егеттәр яңынан Талҡаҫҡа әйләнеп ҡайтты һәм үҙҙәре алдан әҙерләгән Ирәндек тауы итәгендәге төйәккә барып урынлашҡас та Бикбулат старшинаға эштең тамамаланыуы һәм уны көтөүҙәре тураһында сәләм ебәрҙеләр. Был төркөм уйлағансы, старшина тиҙ килеп күренмәне, бындағы хәбәрҙе алғас та ҡайҙалыр, ил буйлап сығып китеүе билдәле булды.

Бикбулат Әликәс уғлы Сапсал янына киткән егеттәрҙән хәбәрҙе дүрт күҙ менән көттө. Был хәүефле һәм хәтәр хәбәрҙе Темәс батырҙың ҡустыһы Ҡалмаҡай Шәкәй уғлы килтереп еткерҙе.

- Ҡалмаҡай ҡустым, ваҡыт юҡ, һиңә ашығыс йомош шул: Илекәй ауылына инеп сыҡ, атайыңа әйт! Кәңәшкә Талҡаҫ буйына йыйылабыҙ! Темәскә барып етеп ошо уҡ хәбәрҙе Темәс ағайыңа, Ҡалматай Иманай уғлыға еткер! Тороп тор, кемдер инеп килә, буғай.

Ишек төбөндә Һаҡмар буйында урынлашҡан Исмәғил ауылынан йөҙ башы Исмәғил пәйҙә булды. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та һүҙ бәйләнеш китте.

- Һуңғы ваҡиғаларҙы ишеттеңме, сотник, - тип һораны Бикбулат.

- Ишетмәй ҡайҙа ул, бына шуға ла походҡа китеүҙе кисектереп торҙом, егеттәрҙе ваҡытлыса өйҙәренә тараттым. Артабан ни ҡылырға белмәй бында саптым, тине Исмәғил.

- Кәңәшмә йыйырға тип торам, - ошо рәүешле һүҙен дауамланы Бикбулат, йыйылыу урыны – Талҡаҫ күле яры.

- Унда күл буйында кеше күҙенә күренеп йөрөү оҡшамаҫ, бәлки минең йәйләүгә йыйылыу дөрөҫ булыр. Тыныс яҡ, тирә-йүндә ышаныслы кешеләр, Һаҡмар буйлап һағауылдар ҡуйырға мөмкинлек бар.

- Улайһа һинеңсә булһын. - Бикбулат бер аҙға тын алып фекерен йыйып алды.

Шунан писары Биксураны саҡырып алды һәм түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтеп яҙҙыра башланы: “көтөүҙе башлап йөрөгән тәкәне һуйып ташланыҡ, шунан 15 һарыҡҡа сират етте. Итен ашау өсөн йәһәтләп Исмәғилдең йәйләүенә ҡунаҡҡа килегеҙ!”

Тағы бер ҡат ҡарап сыҡты ла старшина ҡулматғаһын ҡуйҙы.

- Биксура ҡустым!

- Тыңлайым, старшинана.

- Ошо ҡағыҙҙы йөҙ башы Ҡотлоюлды табып ҡулына тоттор.Телдән әйт: иртәгә көн кисен йыйылабыҙ, өлгөрөргә тырышһындар. Иң тәүҙә Үҫәргәндән – Ҡыуат старшина, Ҡыпсаҡтан – Теләүембәт старшина, Ҡатайҙан – Йәнәле старшина, Тамъяндан – Йомағол старшина был хәбәрҙе алырға тейеш. Аръяғын үҙҙәре белә. Бына шул бөтә һүҙем, әйҙә, үтәргә ҡабалан.

- Ярай, еренә еткереп һәм тиҙ үтәрмен.

Хоҙай Тәғәләнең тағы бер көнө үтеп кискә ауыша башланы. Берәм-һәрәм, йә төркөмләп атлылар йөҙ башы Исмәғилдең йәйләүенә йыйыла башланы. Барыһының да йөҙө етди, сөнки был йыйылышта үтә хәүефле мәсьәлә хәл ителергә тейеш: ихтилалды башлайбыҙмы, юҡмы? Дөйөм күтәрелешкә әҙербеҙме, ҡорал етерлекме, аҙыҡ-фәләнде нисек хәл итергә, урыҫ командаларына ҡайһылай итеп ҡаршы торорға, йөҙгә-йөҙмө, йәки ялтанлап алышыу дөрөҫ булырмы? Һорауҙар күп, яуап юҡ әле.

Аттан ырғып төшкән һәр кешегә ҡапылда ҡымыҙ тәҡдим ителде, аттары шунда уҡ утлауға Һаҡмар буйына тышап ебәрелде. Бер-нисә көтөүсе уларҙан күҙ яҙлыҡтырманы, ә арыраҡ бер-нисә урында бағауылдар тирә-яҡты күҙәтте.

- Арыуыҡ кеше йыйылды, Бикбулат ағай, һинең менән мине ҡушһаҡ тап 80-гә тулып тора, - тип Исмәғил старшинаға һораулы ҡарашын йүнәлтте.

- Улай булғас башлайыҡ, ҡунаҡҡа күңел асырға йыйылышмағанбыҙ. Әле икенде намаҙы ваҡыты, эште шунан башларға ине, ағас күләгәләре үҙҙәренән ике тапҡырға оҙонайған түгелме?

- Эйе, тап шулай.

- Улай булғас түңәрәк яланға халыҡты йый, тәһәрәт алһындар һәм икенде намаҙына әҙерләнеп бөтөп ултырышһындар.

Кешеләр килеп тулған һәм ҡырмыҫҡа иләүендәй гөжләгән ҙур аҡлан намаҙға тип түңәрәк аҡланға халыҡ күскәнгә күрә бушап ҡалды.

Бикбулат старшина үҙ-үҙенән меңәр тапҡыр һорай: ҡайһылай итергә? Башҡорт иле яуға әҙерме, көс етерме, берҙәм ҡуҙғалып булырмы? Йәштәр еңел һәм тура уйлай. Уларса һәр урыҫ командаһы килгән һайын ҡырып тораһың, юҡ итәһең. Ай-һай, улайтып ҡына булһа – ҡана һуң. Хәҙер урыҫ дәүләте көсәйеп алды, һуғыш уты тоҡанған урынға йөҙләп түгел, бер-нисә мең, хатта тиҫтәләп мең ғәскәр ебәрерлек көсө бар. Ҡырғыс командаларының һәм офицерҙарының хәрби тәжрибәһе бихисап, йәлләп тормайҙар, атып- сабып үлтерәләр, язалайҙар, тере ҡалғандарын ҡоллоҡҡа таратып алалар һәм христиан итәләр. 5-10 йәшлек ҡол булған бала-саға ни ҡылһын инде. Тыуған илен, ерен, телен һағынып сит ерҙә икенсе телдә һөйләшеп, ят дин ҡанундарына буйһоноп йәшәй. Ә ҙурайһа һалдат итеп язалау командаларына алалар ҙа үҙ башҡортона ҡаршы ҡуялар. Ә ул, Бикбулат старшина өлкән кеше, өйләнгән улдары, килендәре, уларҙың бала-сағалары бар. Эш барып сыҡмаһа уларҙың барыһын да ҡырғын әтрәттәре ҡанға батырасаҡ. Көсөгөҙ етмәгәс нишләп күтәрелдегеҙ, нишләп беҙҙе һаҡлай алманығыҙ, тип һораясаҡтар улар. Ни эшләргә шул ваҡытта ? Һуңғы көндәрҙә үҙ һорауҙарына яуап таба алмай интекте старшина. Бөтә яуаплылыҡ уның өҫтөндә, ул башланы бит был хәүефле эште, дөрөҫөрәге теге егеттәрҙең хәтәр эшен ул ҡеүәтләне, йүнәлеш бирҙе хатта.

Ул арала дүрт рәҡәғәт фарыз уҡылып бөттө. Халыҡ иркенләңкерәп урын алып бөткәс Бикбулат старшина йыйынды асты һәм бер генә мәсьәләне йәмәғәт алдына ҡуйҙы: беҙ бөгөндән яуға әҙерме, юҡмы? Әҙер булмаһаҡ – нишләргә, әгәр әҙер булһаҡ артабанғы эш ниҙән ғибарәт.

Сығыш яһаусыларҙың һүҙҙәре лә, тәҡдимдәре лә төрлөсә булды. Әгәр Әликәс Һөйөндөк уғлы: яуға сабырға кәрәк, тип сығыш яһаһа, Сабир һәм Ҡыуат старшиналар беҙ әҙер түгел, тип ситкә тартты. Ҡыпсаҡтарҙың старшинаһы ла “беҙҙә бөтөнләй әҙерлек юҡ, аттар ябыҡ, уҡтар етерлек түгел” тип үҙ кешеләре аша әйтеп ебәргән. Ҡотлоюл, йөҙ башы булараҡ, бөгөн үк әҙер икәнен, тик йөҙ һуғышсы яуҙа бер тамсы ғына көс икәнен белдертте. Берәүҙәре – яу башларға, икенселәре- көтәйек, ни булырын беләйек, өсөнсөләре – ҡасайыҡ яуҙан, шулай яҡшыраҡ булыр, тигән фекерҙәрен әйтте. Бер фекергә килә алмай йөҙәнеләр, бер-береһенә ҡысҡырышып, талашып ҡаңғырҙылар. Һәр береһе үҙе әйткәнде иң дөрөҫө була, тип еңеште. Үҙ-ара үсегешеүгә лә күп ҡалмаған ине. Йыйындың айыҡ фекер урынына талашлы-йыртышлы яҡҡа күсә барыуын аңлаған Бикбулат старшина, ошо төбәктең төп хужаһы булараҡ, һүҙ бәйгеһен үҙ ҡулына алды һәм көр тауыш менән ҡысҡырып гөжләшкән тауыштарҙы баҫты:

- Ағай-эне! Туғандар! Тынып тороғоҙ әле, мине тыңлағыҙ! Ҡысҡырышып ваҡыт уҙғарыуҙан бер ниндәй ҙә фәтеүә юҡ. Тынысланығыҙ әле, тынысланығыҙ!

Ул халыҡтың тынысланып бөтөүен бөтәһенә күҙен йүгертеп көтөп торҙо ла һүҙ башланы:

- Йәмәғәт! Беҙ бөгөн иң сетерекле мәсьәләләрҙең береһен тикшереп хәл ҡылыу өсөн йыйылғанбыҙ, тыңлағыҙ әле мине! Эскесе инженерҙан ҡотолоуын ҡотолдоҡ, тик эш бының менән генә бөтмәй бит әле, киреһенсә -яңы башлана. Бер һүҙ менән әйткәндә: беҙ алышҡа әҙер түгел. Караттар килеп баҫһа, ә улар тиҙҙән баҫасаҡ та, эйе, карателдәр килеп баҫһа-ғаиләләребеҙҙе яҡлай, үҙебеҙҙе һаҡлай алмаясаҡбыҙ. Көстәребеҙ ҙә, ҡоралдарыбыҙ ҙа етерлек түгел, аттарыбыҙ ҙа арыҡ, үҙебеҙ ҙә майрыҡ. Бындай шарттарҙа берҙән- бер юл- ҡасып ҡотолоу.Эйе, эйе, тап шулай. Беренсе нәүбәттә ғаиләләребеҙҙе ҡыр-ҡаҙаҡтарға, Яйыҡ аша оҙатырға кәрәк. Минең ҡәтғи ҡарарым шул: риза булһағыҙ ҙа-булмаһағыҙҙ ҙа тап ошолай эш итергә тура киләсәк!

Ауыр тынлыҡ урынлашты.Күренеп тора: был тәҡдим күбеһенең күңеленә ятты, буғай, уйға ҡалдылар.

- Ә беҙ үҙебеҙ ҡайҙа булабыҙ ? Бында ҡалабыҙмы, әллә ғаиләләр менән ҡуша китәбеҙме ҡыр - ҡаҙаҡтарға ? Минең ышаныслы йөҙҙән ашыу һыбайлыларым бар, минекеләр ҡалһа- йәшенеп торор урын табыр инек, - тип хәбәр һалды йөҙ башы Исмәғил.

- Башланған эште туҡтатыуы ҡыйын, тик бөгөнгө көндә беҙ караттар менән шайма-шай алышырға хәлебеҙҙән килмәй әле. Мин баш күтәреүҙән бөтөнләйгә баш тартайыҡ, тип әйтмәйем бит, ә нығыраҡ әҙерләнеп, эште дауам итеү яғындамын. Аттарҙы көрәйтергә, һәр һыбайлыға 200-300 дана самаһында уҡтар әҙерләп өлгөртөргә кәрәк. Яндары ла бихисап кәрәк буласаҡ, тағы ҡылыс- хәнйәрҙәрҙе әҙерләү эшен башлап, артабан дауам итеү фарыз. Артығы йәшерен урында һаҡланһын. Йәнә шул: Батырша хәҙрәт мөрәжәғәтендә, һеҙгә ул билдәле, күтәрелеш йәй уртаһына, атап әйткәндә, шәүүәл айына тапҡырланған. Был көнгә тиклем ай ярым тирәһе ваҡытыбыҙ бар. Әлегә кемдәр Брагинды юҡ итеүҙә ҡатнашҡан, шуларҙың ғаиләләрен ҡыр-ҡаҙаҡтар яғына йәһәтләп оҙатыу хәйерле булыр. Эйе, мал тыуарҙары, бала- сағалары менән. Ҡораллы егеттәребеҙ уларҙы урын еренә еткергәнсе оҙатып ҡуйырҙар. Ҡыр-ҡаҙаҡтар беҙҙең кешеләребеҙҙе ҡабул итергә тулыһынса әҙер, бер-нисә мәртәбә барып һөйләшеп, килешеп ҡайттыҡ, һыйындырырҙар. Ә беҙгә килеп тикшеренә башлаһалар: ғәйеплеләр ҡасты, беҙ бер нәмә лә белмәйбеҙ, тип тылҡырға тейешбеҙ. Иң мөһиме: бер - беребеҙҙе һатмайыҡ. Әгәр ҙә түҙер әмәлебеҙ ҡалмаһа- бында ҡалғандар ҙа шул яҡҡа шылыр. Яу башланһа- тиҙ хәрәкәт итә торған төркөмдәр төҙөрбөҙ. Улар Яйыҡ арьяғынан килеп, хәлдәре еткәнсә һуғышып, ялға тағы Яйыҡ арьяғына китерҙәр. Ошо һөйләшкәндәрҙе ауыҙ эсендә тотарбыҙ, бер-беребеҙҙе һатмабыҙ, тип ант итәйек!

Шулай иттеләр ҙә - һаубуллашып таралыштылар. Бындай ҡарар менән килешмәүселәр ҙә бихисап ине, тик уларға күпселеккә бойһонорға тура килде.

Бүлек

Наши рекомендации