Матур ӘҘӘбиӘт стиле 3 страница
Миҫалда инеш һүҙҙәр (мәғлүм булыуынса, тимәк), теркәүес (һәм) ҡулланылған.
Бындай инеш һүҙҙәргә шулай уҡ мәҫәлән, йәғни, күренеүенсә, әйтәйек, шулай итеп, беҙҙең ҡарамаҡҡа һымаҡ һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡарай.
Ғилми стилдең иң сағыу һәм үҙенсәлекле билдәләренең береһе булып фекерҙең бәйләнешле һәм логикалы булыуын күрһәткән әҙер конструкцияларҙы йәки әйтемдәрҙе ҡулланыу тора: юғарыла әйтелгәнсә..., шуны билдәләп үтәйек..., хәҙер түбәндәге мәсьәләгә күсәйек..., ...билдәләп үтергә мөмкин, тағы ла миҫал килтерергә була..., әле һөйләгәндәрҙең барыһы л а .... килтерелгән миҫалдарҙан күренеүенсә, был мәсьәләгә килһәк, һанап кителгәндәргә ҡарағанда..., билдәле булыуынса..., юл ыңғайында шуны билдәләп үтергә мөмкин..., икенсе төрлө әйткәндә..., ошо әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып..., хәҙер шуныһына иғтибар итәйек... һ. б.
Миҫалдар: Ошо әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, Аҡмулла әҫәрен тестологик яҡтан тикшереүҙең ҡайһы бер принциптарын билдәләргә мөмкин (Ә.Вилданов). Ошоларҙы иҫәпкә алһаң, һорау тыуа: Әхмәт Уразаев-Ҡормаши, ихтимал, тап бына беҙҙең Баһауи телгә алған фарсы телендәге «Буҙъегет» китабынан тәржемә иткәндер? (Н. Зарипов). Шуны ла билдәләп үтәйек: януар һәм ҡош-ҡорт атамаларынан исем яһалыу кешеләрҙең элек һәр хайуанға табыныуы... һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан (Т. Кусимова).
Фәнни стилдә тойғоло һөйләмдәр ҡулланылмай. Һөйләмдәргә шулай уҡ образлылыҡ хас түгел. Ләкин ҡайһы бер осраҡта ҡатмарлы фекерҙе уҡыусыға еңелерәк еткереү өсөн образлы һүҙҙәр ҡулланыла. Был фәнни-популяр әҙәбиәткә хас. Мәҫәлән: Йәшен ағастарҙы бик йыш һуға. Ул имән ағасын “ярата төшә”. (М.Зиннәтова).
Фәнни стилдең башҡа төр функциональ стилдәрҙән иң ҙур айырмаһы – унда махсус терминдарҙың күп булыуы.
Ғилми стиль, нигеҙҙә, рус теленән башҡортсаға тәржемә ителгән математика, физика, биология, география, химия фәндәре буйынса төҙөлгән дәреслектәргә һәм ваҡытлы матбуғатта баҫылып килгән төрлө фәнни мәҡәләләргә таянып үҫә. Башҡорт теленең ғилми стиленә рус теленең йоғонтоһо бик көслө.
Бөтәһенән элек, фәнни стиль фактик материалдың күплеге, теүәл һәм йыйнаҡ информациялы булыуы менән айырыла.
Фәнни сығыштарҙың йөкмәткеһен күп осраҡта ысынбарлыҡтағы күренештәрҙе, факттарҙы тасуирлау, уларҙы тикшереү һәм аңлатыу тәшкил итә.
Фәнни әҫәрҙең бурысы айырым хәлдәрҙе, күренештәрҙе, фараз итеүҙәрҙе иҫбатлауҙан, дәлилләүҙән һәм уға миҫалдар килтереүҙән тора. Шулай уҡ тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһен системалы итеп яҙып сағылдырыу ҙа стилдең төп вазифаларынан һанала. Шуға күрә фәнни хеҙмәт, нигеҙҙә, фекер йөрөтөү менән иҫбатлауҙан тора.
Фәнни стиль китапса-яҙма телмәргә ҡарай (дөрөҫ, ул һөйләү формаһында ла булырға мөмкин: миҫалға әңгәмәләрҙе, докладтарҙы, белдереүҙәрҙе, сығыштарҙы, бәхәстәрҙәге репликаларҙы, лекцияларҙы килтерергә була). Шуға күрә фәнни хеҙмәттәр, барыһынан элек, дөйөм һәм ҡәтғи нормалаштырылған әҙәби телдә яҙыла. Әммә фәнни стилгә үҙенсәлекле һүҙлек запасы, һүҙбәйләнештәр, төҙөлмәләр, конструкциялар хас.
Фәнни стилгә хас булған түбәндәге дөйөм тел һыҙаттарын атап күрһәтергә була:
-әҙәби телдең нормаларына тап килеү,
-фекерҙәрҙең теүәллеге, асыҡлығы,
- уй-фекерҙе йыйнаҡ, ыҡсым сағылдырыу,
-терминдарҙың йышлығы,
- һүҙҙәрҙе һәм уларҙың предметлыҡ йөкмәткеһен урынлы ҡулланыу,
-һөйләнәһе һүҙҙең монологик характерҙа булыуы, уның эҙмә-эҙлелеге, тамамланғанлығы,
-текст өлөштәренең бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, ул бәйләнештең теркәүестәр, алмаштар, мөнәсәбәт һүҙҙәр менән ойошҡан ҡушма һөйләмдәрҙе файҙаланыу ярҙамында тормошҡа ашыуы.
Фәнни стиль үҙенең составы менән бер төрлө генә түгел. Уның фәнни-техник һәм фәнни-гуманитар йөкмәткеле төрҙәрен айырып ҡарап була.
Фәнни әҫәрҙәр үҙҙәренең тел үҙенсәлектәре, жанрға, адресатҡа ҡарап, яҙыусының индивидуаль һыҙаттарына бәйле айырылырға мөмкин. Ғилми әҫәрҙәр теге йәки был өлкәләге белгестәргә һәм киң ҡатлам уҡыусыларға бағышлана, шуға ҡарап, фәнни стиль һәм фәнни-популяр стилдәге әҫәрҙәрҙе айырып йөрөтәләр. Фәнни-уҡыу, фәнни-публицистик һәм фәнни-мемуар стилдәр ҙә фәнни стилден тармаҡтары һанала.
Фәнни стилдең лексикаһы менән фразеологияһы китапса яҙма лексикаға ҡарай.
Һәр фәнни яҙманың нигеҙен дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәрҙең яртыһынан күбеһе тәшкил итә. Фәнни әҫәрҙәрҙә башҡа стилдәргә ҡараған лексика (әрпешлекте, мыҫҡыллауҙы, шаяртыуҙы, иркәләүҙе, кесерәйтеүҙе, кәмһетеүҙе белдереүсе һүҙҙәр) ҡулланылмай. Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр бөтөнләй файҙаланылмай. Фәнни хеҙмәттәрҙә төп иғтибар яҙғандың логикалылығына йүнәлдерелә. Шуға күрә унда терминология киң ҡулланыла, сөнки улар ғына фәнни төшөнсәләрҙе сағылдыра. Шуның менән бергә дөйөм ғилми лексика, абстракт төшөнсәләрҙе белдереүсе һүҙҙәр ҙә шул бер үк функцияны башҡара. Конкрет предметтарҙың атамалары менән кешеләрҙең исемдәре, уларҙың эшмәкәрлектәре, вазифалары, белгес атамалары буйынса бирелә.
Фәнни телмәрҙең фразеологияһы ла үҙенсәлекле. Унда идиомалар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр киң таралмаған. Күберәк түбәндәге фразеологик берәмектәр һәм нығынған һүҙбәйләнештәр осрай: дискуссияны (бәхәсте) йәнләндереү, мөмкинлек биреү, һөҙөмтәләрен сығарыу, күҙәтеүҙәр күрһәткәнсә, әйтелгәндәрҙе йомғаҡлау, дәрәжәгә күтәреү, йәйәләрҙең тышына сығарыу, яҫылыҡтың үҙ-үҙенә берҙәй сағылышы, квадрат тамырҙарҙың таблицаһы, тармаҡланыу нөктәһе һ. б.
Фәнни телмәргә фразеологизмға яҡын булған, ҡалыплашҡан һәм нығынған тотороҡло ҡатмарлы терминдар хас: кәкре вал, юғары баҫымлы ток, түбән баҫымлы ток, периодик кәсер, һауа торошо, ҡуш тояҡлылар, һөтимәрҙәр, бер күҙәнәкле йәнлектәр һ. б.
Фәнни стилдә һүҙьяһалыш менән морфология кимәлдәрендә исемдәрҙең билдә, хәрәкәт, торош, үҙгәреш төшөнсәләрен сағылдырыусы -лыҡ, -лек, -лоҡ, -лөк, -сылыҡ, -селек, -сы, -се, -со, -сө, урыҫ теленән һәм урыҫ теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәр нигеҙенә ҡушылыусы -циялау, -лаштырыу, -ләштереү, -ик, -лө, -лы, -ле кеүек ялғаулы һүҙьяһалыш ҡалыптары киң файҙаланыла. Күрһәтелгән яһаусы ялғауҙарҙан тыш ҡушма һүҙ ҡалыбы менән килгән һүҙҙәр ҙә йыш осрай.
Башҡорт телендә фәнни стилдең морфология өлкәһендәге үҙенсәлектәргә килгәндә, был стилдә исем менән ҡылымдың бер тигеҙ файҙаланылыуын осратырға мөмкин, һүҙбәйләнеш формаһындағы ҡушма һүҙҙәрҙе ойоштороусы компонент, күбеһенсә, ҡылымдан килеүсән була (уҡытыусылар белемен камиллаштырыу, педагогик уҡыуҙар, социаль проблема, социаль-иҡтисади мәсьәлә, техник ижад...).
Исемдең тултырыусы, ә сифаттың аныҡлаусы ролендә ҡулланылыуы ла — фәнни стилдәге йыш күренеш. Уның шулай булыуы стилдең тығыҙ информациялылығына бәйләнгән. Фәнни стилдә һандарҙы цифр менән ҡулланыу нығынған.
Фәнни хеҙмәттәрҙә алмаштарҙы файҙаланыу ҙа үҙенсәлекле. 1-се зат исеменән хикәйәләү бөтөнләйгә кире ҡағыла, бик һирәк осраҡтарҙа ғына 2-се затҡа мөрәжәғәт итеү осрай. 1-се заттағы «мин» урынына «беҙ» алмашының ҡулланылыуы бар. Ғәҙәттә, ғилми әҫәрҙәрҙә стилистик яҡтан өсөнсө зат исеменән һөйләнеү ҡабул ителгән, сөнки төп иғтибар йөкмәткегә һәм уның логик эҙмә-эҙлелегенә йүнәлдерелгән була.
Фәнни-техник әҙәбиәттә күпселек тасуирлауҙарҙа хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман, төшөм йүнәлешенең хәҙерге заман ҡылымдары йыш файҙаланыла. Ул шуның менән аңлатыла: ундай формалағы ҡылым предметтың даими үҙенсәлеген (фәнни закондарҙы, ҡағиҙәләрҙе, законлыҡтарҙы) белдерә; ул төр ҡылымдар шулай уҡ тикшеренеү барышын, иҫбатлауҙы һ. б. һүрәтләгәндә лә файҙаланыла. Миҫалдар: Атомдарҙың төҙөлөш теорияһы күҙлегенән элементтарҙың металдарға һәм металл булмаған элементтарға ҡарауы уларҙың атомдарының химик реакциялар ваҡытында электрондарҙы биреү йәки алыу һәләтлеге менән билдәләнә. Атомдары электрондарын еңел бирә торған элементтарҙа иң көслө металл үҙенсәлектәре була. Киреһенсә, атомдары электрондарҙы ныҡ беркетә торған элементтарҙа металл булмаған үҙсәнлектәр асыҡ күренә. Периодтарҙа һулдан уңға табан әкренләп металл булмаған үҙсәнлектәр көсәйә. (Рудзитис Г. Е., Фельдман Ф. Г. Химия. Урта мәктәптең 8-се синыфы өсөн дәреслек. Өфө, 1990. — 125-се бит.)
Йәки: ... Карталар һәм пландар буйынса заводтарҙы, фабрикаларҙы, ҡала һәм ауылдарҙы ҡайҙа төҙөргә, мәктәптәрҙе, хәстәханаларҙы, ял йорттарын ҡайҙа урынлаштырырға, баҡса һәм парктарға ниндәй ерҙәр булергә икәнлеген билдәләйҙәр. Юл төҙөү проектын эшләү алдынан, урынды план буйынса ентекләп өйрәнәләр. Юлды үткәргәндә, төҙөлөш осһоҙораҡҡа төшһөн өсөн, ҡалҡыулыҡтар әҙерәк булған, күперҙәрҙе әҙерәк төҙөргә мөмкин булған урынды һайлайҙар... (Герасимова Т. П., Грюнберг Г. Ю., Неклюкова Н. П. География. Урта мәктәптең 6-сы синыфы өсөн дәреслек. Өфө, 1992. — 47-се бит.)
Фәнни телмәрҙең айырым өлөштәренең үҙ-ара бәйләнешен, логик эҙмә-эҙлелекте тәьмин итеү саралары булараҡ шулай итеп, шуға күрә, шул рәүешле, хәҙер килеп, унан башҡа, унан тыш... ярҙамсы һүҙҙәре шаҡтай актив файҙаланыла. Мәҫәлән: Шулай итеп, башҡорт теленең лексик составында алтай телдәре менән тарихи яҡтан уртаҡ булған тамыр һүҙҙәр бөтәһе лә төп башҡорт һүҙҙәре һанала. Шуға күрә монгол, тунгус-манжур телдәрендә һәм башҡорт телендә булған һәм бер үк мәғәнәлә ҡулланылған тамыр һүҙҙәрҙе тарихи күҙлектән башҡорт телендәге дөйөм алтай лексикаһы тип атарға кәрәк. (Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Өфө, 1966. — 104-се бит.)
Фәнни телмәрҙә текстың киҫәктәргә логик бүленешен һәм бәйләнешен сағылдырыуҙа һөйләм киҫәктәренең урынлашыу тәртибе ҙур әһәмиәткә эйә. һөйләмдең байтаҡ өлөшө фәнни стилдә күп осраҡта эйәнән түгел, ә хәлдәрҙән, тултырыусыларҙан башлана. Мәҫәлән: Поляр түңәрәктәр менән тропиктар араһындағы Ер өҫтө йылыны һәм яҡтылыҡты тропик бүлкәткә ҡарағанда әҙерәк, ләкин поляр бүлкәткә ҡарағанда күберәк ала. Уртала бүлкәттәр: төньяҡ һәм көньяҡ бүлкәттәр ошонда урынлашҡан. Уларҙа ҡояш бер ваҡытта ла зенитта булмай. Йылдың дүрт миҙгеле — ҡыш, яҙ, йәй, көҙ асыҡ күренә; поляр түңәрәккә ни тиклем яҡыныраҡ булһа, ҡыш шул тиклем оҙонораҡ һәм һалҡыныраҡ була, тропикҡа яҡыныраҡ булған һайын, йәй шул тиклем өҙонораҡ һәм йылыраҡ була. Был бүлкәттәрҙең климаты уртаса... (Герасимова Т. П., Грюнберг Г. Ю., Неклюкова Н. П. География. 6-сы синыф өсөн дәреслек; Өфө, 1992. — 156—157-се бит.)
Фәнни әҫәрҙә абзацтар бигерәк тә аныҡ логик берҙәмлеккә һәм эҙмә-эҙлелеккә эйә. Тотош абзацҡа характерлы булған йөкмәткенең төп фекере, ғәҙәттә, абзацтың башында урынлаша, ҡайһы саҡта йөкмәткене көсәйтеп сағылдырыу маҡсатында аҙаҡҡа ла ҡуйылырға мөмкин. Абзацтың тәүге һөйләме үҙенең йөкмәткеһе буйынса шаҡтай тос була. Унда сағылған төп фекер аргументтар, дәлилдәр, цитаталар һ. б. менән нығытыла, һуңынан йомғаҡлау, һығымта бирелә. Фәнни телмәрҙә абзац дөйөмдән айырымға, раҫлауҙан иҫбатлауға, сәбәптән һөҙөмтәгә табан булған логик план менән төҙөлә.
Фәнни әҙәбиәттә синтаксик күркәм тасуирлау саралары матур әҙәби йәки публицистик әҙәбиәткә ҡарағанда, башҡа маҡсатта бик сикләнгән күләмдә файҙаланыла. Был осраҡта фәнни хәҡиҡәтте уҡыусыға аңлауға еңеллек булдырыу өсөн эшләнә.
Тотош алғанда, фәнни телмәр өсөн аныҡ синтаксик конструкциялар хас, сөнки фәндә теге йәки был ҡарашты киң, тәрән, төрлө яҡлап дәлилләү талап ителә, төрлөсә аңлауға юл ҡалмаҫҡа тейеш.
Фәнни стилдең үҙенсәлекле тел системаһы абстракт дөйөм төшөнсәне белдереүсе һүҙҙәрҙән тора. Фәнни әҫәрҙәрҙә хис-тойғо биҙәкле һүҙҙәр хәл иткес роль уйнамай. Бөтәһенән элек, фәнни стиль фактик материалдың күплеге, теүәл һәм йыйнаҡ информациялы булыуы менән айырыла. Фәнни сығыштарҙың йөкмәткеһен күп осраҡта ысынбарлыҡтағы күренештәрҙе, факттарҙы тасуирлау, уларҙы тикшереү һәм аңлатыу тәшкил итә.
Фәнни әҫәрҙең бурысы айырым хәлдәрҙе, күренештәрҙе, фараз итеүҙәрҙе иҫбатлауҙан, дәлилләүҙән һәм уға миҫалдар килтереүҙән тора. Шулай уҡ тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһен системалы итеп яҙып сағылдырыу ҙа стилдең төп вазифаларынан һанала. Шуға күрә фәнни хеҙмәт, нигеҙҙә, фекер йөрөтөү менән иҫбатлауҙан ғибәрәт.
Фәнни стиль китапса-яҙма телмәргә ҡарай (дөрөҫ, ул һөйләү формаһында ла булырға мөмкин: миҫалға әңгәмәләрҙе, докладтарҙы, белдереүҙәрҙе, сығыштарҙы, бәхәстәрҙәге репликаларҙы, лекцияларҙы килтерергә була). Шуға күрә фәнни хеҙмәттәр, барыһынан элек, дөйөм һәм ҡәтғи нормалаштырылған әҙәби телдә яҙыла. Әммә фәнни стилгә үҙенсәлекле һүҙлек запасы, һүҙбәйләнештәр, төҙөлмәләр, конструкциялар хас.
Фәнни стилгә хас булған түбәндәге дөйөм тел һыҙаттарын атап күрһәтергә була: әҙәби телдең нормаларына тап килеү, фекерҙәрҙең теүәллеге, асыҡлығы, уй-фекерҙе йыйнаҡ, ыҡсым сағылдырыу, терминдарҙың йышлығы, һүҙҙәрҙе һәм уларҙың предметлыҡ йөкмәткеһен урынлы ҡулланыу, һөйләнәһе һүҙҙең монологик характерҙа булыуы, уның эҙмә-эҙлелеге, тамамланғанлығы, текст өлөштәренең бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булыуы, ул бәйләнештең теркәүестәр, алмаштар, мөнәсәбәт һүҙҙәр менән ойошҡан ҡушма һөйләмдәрҙе файҙаланыу ярҙамында тормошҡа ашыуы.
Фәнни стиль үҙенең составы менән бер төрлө генә түгел. Уның фәнни-техник һәм фәнни-гуманитар йөкмәткеле төрҙәрен айырып ҡарап була.
Фәнни әҫәрҙәр үҙҙәренең тел үҙенсәлектәре, жанрға, адресатҡа ҡарап, яҙыусының индивидуаль һыҙаттарына бәйле айырылырға мөмкин. Ғилми әҫәрҙәр теге йәки был әлкәләге белгестәргә һәм киң ҡатлам уҡыусыларға бағышлана, шуға ҡарап, фәнни стиль һәм фәнни-популяр стилдәге әҫәрҙәрҙе айырып йөрөтәләр. Фәнни-уҡыу, фәнни- публицистик һәм фәнни-мемуар стилдәр ҙә фәнни стилдең тармаҡтары һанала.
Фәнни стилдең лексикаһы менән фразеологияһы китапса яҙма лексикаға ҡарай. һәр фәнни яҙманың нигеҙен дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәрҙең яртыһынан күбеһе тәшкил итә. Фәнни әҫәрҙәрҙә башҡа стилдәргә ҡараған лексика (әрпешлекте, мыҫҡыллауҙы, шаяртыуҙы, иркәләүҙе, кесерәйтеүҙе, кәмһетеүҙе белдереүсе һүҙҙәр) ҡулланылмай. Күсмә мәғәнәле һүҙҙәр бөтөнләй файҙаланылмай. Фәнни хеҙмәттәрҙә төп иғтибар яҙғандың логикалылығына йүнәлдерелә. Шуға күрә унда терминология киң ҡулланыла, сөнки улар ғына фәнни төшөнсәләрҙе сағылдыра. Шуның менән бергә дөйөм ғилми лексика, абстракт төшөнсәләрҙе белдереүсе һүҙҙәр ҙә шул бер үк функцияны башҡара. Конкрет предметтарҙың атамалары менән кешеләрҙен исемдәре, уларҙың эшмәкәрлектәре, вазифалары, белгес атамалары буйынса бирелә.
Фәнни телмәрҙең фразеологияһы ла үҙенсәлекле. Унда идиомалар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, тапҡыр һүҙҙәр киң таралмаған. Күберәк түбәндәге фразеологик берәмектәр һәм нығынған һүҙбәйләнештәр осрай: дискуссияны (бәхәсте) йәнләндереү, мөмкинлек биреү, һөҙөмтәләрен сығарыу, күҙәтеүҙәр күрһәткәнсә, әйтелгәндәрҙе йомғаҡлау, дәрәжәгә күтәреү, йәйәләрҙең тышына сығарыу, яҫылыҡтың үҙ-үҙенә берҙәй сағылышы, квадрат тамырҙарҙың таблицаһы, тармаҡланыу нөктәһе һ. б.