Матур ӘҘӘбиӘт стиле 4 страница

Фәнни телмәргә фразеологизмға яҡын булған, ҡалып­лашҡан һәм нығынған тотороҡло ҡатмарлы терминдар, әйләнмәләр хас: кәкре вал, юғары баҫымлы ток, түбән баҫымлы ток, периодик кәсер, һауа торошо, ҡуш тояҡлылар, һөтимәрҙәр, бер күҙәнәкле йәнлектәр һ. б.

Фәнни стилдә һүҙьяһалыш менән морфология кимәлдә­рендә исемдәрҙең билдә, хәрәкәт, торош, үҙгәреш төшөнсә­ләрен сағылдырыусы -лыҡ, -лек, -лоҡ, -лөк, -сылыҡ, -селек, -сы, -се, -со, -сө, урыҫ теленән һәм урыҫ теле аша үҙләште­релгән һүҙҙәр нигеҙенә ҡушылыусы -циялау, -лаштырыу, -ләштереү, -ик, -лө, -лы, -ле кеүек ялғаулы һүҙьяһалыш ҡалыптары киң файҙаланыла. Күрһәтелгән яһаусы ялғауҙар­ҙан тыш ҡушма һүҙ ҡалыбы менән килгән һүҙҙәр ҙә йыш осрай.

Башҡорт телендә фәнни стилдең морфология өлкә­һендәге үҙенсәлектәргә килгәндә, был стилдә исем менән ҡылымдың бер тигеҙ файҙаланылыуын осратырға мөмкин, һүҙбәйләнеш формаһындағы ҡушма һүҙҙәрҙе ойоштороусы компонент, күбеһенсә, ҡылымдан килеүсән була (уҡытыу­сылар белемен камиллаштырыу, педагогик уҡыуҙар, социаль проблема, социаль-иҡтисади мәсьәлә, техник ижад...).

Исемдең тултырыусы, ә сифаттың аныҡлаусы ролендә ҡулланылыуы ла — фәнни стилдәге йыш күренеш. Уның шулай булыуы стилдең тығыҙ информаңиялылығына бәй­ләнгән.

Фәнни стилдә һандарҙы цифр менән ҡулланыу ны­ғынған. Фәнни хеҙмәттәрҙә алмаштарҙы файҙаланыу ҙа үҙенсә­лекле. 1-се зат исеменән хикәйәләү бөтөнләйгә кире ҡағыла, бик һирәк осраҡтарҙа ғына 2-се затҡа мөрәжәғәт итеү осрай. 1-се заттағы «мин» урынына «беҙ» алмашының ҡулланы­лыуы бар. Ғәҙәттә, ғилми әҫәрҙәрҙә стилистик яҡтан өсөнсө зат исеменән һөйләнелеүсе битараф монолог файҙаланыла, сөнки төп иғтибар йөкмәткегә һәм уның логик эҙмә-эҙлелегенә йүнәлдерелгән була.

Фәнни-техник әҙәбиәттә күпселек тасуирлауҙарҙа хәбәр һөйкәлешенең хәҙерге заман, төшөм йүнәлешенең хәҙерге заман ҡылымдары йыш файҙаланыла. Ул шуның менән аңлатыла: ундай формалағы ҡылым предметтың даими үҙенсәлеген (фәнни закондарҙы, ҡағиҙәләрҙе, законлыҡ­тарҙы) белдерә; ул төр ҡылымдар шулай уҡ тикшеренеү барышын, иҫбатлауҙы һ. б. һүрәтләгәндә лә файҙаланыла. Миҫалдар: Атомдарҙың төҙөлөш теорияһы күҙлегенән эле­менттарҙың металдарға һәм металл булмаған элементтарға ҡарауы уларҙың атомдарының химик реакциялар ваҡытында электрондарҙы биреү йәки алыу һәләтлеге менән билдәләнә. Атомдары электрондарын еңел бирә торған элементтарҙа иң көслө металл үҙенсәлектәре була. Киреһенсә, атомдары элек­трондарҙы ныҡ беркетә торған элементтарҙа металл бул­маған үҙсәнлектәр асыҡ күренә. Периодтарҙа һулдан уңға табан әкренләп металл булмаған үҙсәнлектәр көсәйә. (Урта мәктәптең 8-се сины­фы өсөн химия буйынса дәреслектән.)

Йәки: ... Карталар һәм пландар буйынса заводтарҙы, фаб­рикаларҙы, ҡала һәм ауылдарҙы ҡайҙа төҙөргә, мәктәптәрҙе, хәстәханаларҙы, ял йорттарын ҡайҙа урынлаштырырға, баҡса һәм парктарға ниндәй ерзәр булергә икәнлеген билдәләйҙәр. Юл төҙөү проектын эшләү алдынан, урынды план буйынса ентекләп өйрәнәләр. Юлды үткәргәндә, төҙөлөш осһоҙораҡҡа төшһөн өсөн, ҡалҡыулыҡтар әҙерәк булған, күперҙәрҙе әҙерәк төҙөргә мөмкин булған урынды һайлайҙар... (Урта мәктәп­тең 6-сы синыфы өсөн география дәреслегенән.)

Фәнни телмәрҙең айырым өлөштәренең үҙ-ара бәйләне­шен, логик эҙмә-эҙлелекте тәьмин итеү саралары булараҡ шулай итеп, шуға күрә, шул рәүешле, хәҙер килеп, унан башҡа, унан тыш... ярҙамсы һүҙҙәре шаҡтай актив файҙаланыла. Мәҫәлән: Шулай итеп, башҡорт теленең лексик составында алтай телдәре менән тарихи яҡтан уртаҡ булған тамыр һүззәр бөтәһе лә төп башҡорт һүҙҙәре һанала. Шуға күрә мон­гол, тунгус-манжур телдәрендә һәм башҡорт телендә булған һәм бер үк мәғәнәлә ҡулланылған тамыр һүҙҙәрзе тарихи күҙлектән башҡорт телендәге дөйөм алтай лексикаһы тип атарға кәрәк. (Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лек­сикаһы һәм фразеологияһы. Өфө, 1966. — 104-се бит.)

Фәнни телмәрҙә текстың киҫәктәргә логик бүленешен һәм бәйләнешен сағылдырыуҙа һөйләм киҫәктәренең урын­лашыу тәртибе ҙур әһәмиәткә эйә. Һөйләмдең байтаҡ өлөшө фәнни стилдә күп осраҡта эйәнән түгел, ә хәлдәрҙән, тулты­рыусыларҙан башлана. Мәҫәлән: Поляр түңәрәктәр менән тропиктар араһындағы Ер өҫтө йылыны һәм яҡтылыҡты тро­пик бүлкәткә ҡарағанда әҙерәк, ләкин поляр бүлкәткә ҡараған­да күберәк ала. Уртала бүлкәттәр: төньяҡ һәм көньяҡ бүлкәттәр ошонда урынлашҡан. Уларҙа ҡояш бер ваҡытта ла зенитта булмай. Йылдың дүрт миҙгеле — ҡыш, яз, йәй, көз асыҡ күренә; поляр түңәрәккә ни тиклем яҡыныраҡ булһа, ҡыш шул тиклем оҙонораҡ һәм һалҡыныраҡ була, тропикка яҡыны­раҡ булған һайын, йәй шул тиклем оҙонораҡ һәм йылыраҡ була. Был бүлкәттәрҙең климаты уртаса... (География, 6-сы синыф өсөн дәреслек.)

Фәнни әҫәрҙә абзацтар бигерәк тә аныҡ логик берҙәм­леккә һәм эҙмә-эҙлелеккә эйә. Тотош абзацҡа характерлы булған йөкмәткенең төп фекере, ғәҙәттә, абзацтың башында урынлаша, ҡайһы саҡта йөкмәткене көсәйтеп сағылдырыу маҡсатында аҙаҡҡа ла ҡуйылырға мөмкин. Абзацтың тәүге һөйләме үҙенең йөкмәткеһе буйынса шаҡтай тос була. Унда сағылған төп фекер аргументтар, дәлилдәр, цитаталар һ. б. менән нығытыла, һунынан йомғаҡлау, һығымта бирелә. Фәнни телмәрҙә абзац дөйөмдән айырымға, раҫлауҙан иҫбат­лауға, сәбәптән һөҙөмтәгә табан булған логик план менән төҙөлә.

Фәнни әҙәбиәттә синтаксик күркәм тасуирлау саралары матур әҙәби йәки публицистик әҙәбиәткә ҡарағанда, башҡа маҡсатта бик сикләнгән күләмдә файҙаланыла. Был осраҡта фәнни хәҡиҡәтте уҡыусыға аңлауға еңеллек булдырыу өсөн эшләнә.

Тотош алғанда, фәнни телмәр өсөн аныҡ синтаксик кон­струкциялар хас, сөнки фәндә теге йәки был ҡарашты киң, тәрән, төрлө яҡлап дәлилләү талап ителә, төрлөсә аңлауға юл ҡалмаҫҡа тейеш.

ПУБЛИЦИСТИК СТИЛЬ

Публицистика стиле үҙенең ҡатмарлы һәм тармаҡлы булыуы, стиль-ара күренештәрҙең төрлөлөгө менән айырылып тора. Публицистика стиленең политик-агитация (өндәмәләр, прокламациялар, төрлө саҡырыуҙар), политик-идеология (партия документтары), әҙәби публицистика (памфлеттар, очерктар, һүрәтләмәләр), газета стилдәре һымаҡ күп төрҙәре бар. Публицистик стилдең бындай төрҙәре жанр үҙенсәлектәре, айырым алымдарҙы ҡулланыуҙары буйынса тағы ла вағыраҡ төркөмдәргә бүленә.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең бөгөнгө публицистикаһы яҡшы үҫешкән, тематика һәм жанр йәһәтенән күп планлы функциональ стилдәрҙең береһенә әүерелде. Телевидениеның алға китеүе публицистиканың функциональ мөмкинлектәрен киңәйтте: телевизион репортаждар, һүрәтләмәләр, очерктар, хәбәрҙәр, һуңғы яңылыҡтарҙы тапшырыу — публицистика стиленең юлға һалынған жанрҙарына яңы нескәлектәр өҫтәне. Бигерәк тә публицистика стиленең газета өлкәһе ныҡ үҫеш алды. Хатта күп кенә тел белгестәре һәм ҙәбиәтселәр газета телмәрен айырым функциональ стиль итеп тә ҡарайҙар.

Газета телмәренең иң төп функцияһы — информация биреү һәм пропаганда. Газетаның үҙенә генә хас жанрҙары барлыҡҡа килде: баш мәҡәлә, репортаж, интервью, информация, хәбәр (заметка), хәбәрләмә (корреспонденция), мәҡәлә, фельетон, һүрәтләмә (зарисовка), рецензия, очерк, хроника, отчет, юл яҙмалары һ.б.

Информация– ваҡиғалар, факттар, күренештәр хаҡында ҡыҫҡа хәбәр.

Ғәҙәттә ул нәмә, ҡайҙа һәм ҡасан булды тигән һорауҙарға яуап бирә. Информация – бөтәһенән элек ҡыҙыҡлы яңылыҡ ул.

Информация– оператив жанр. Ҡағиҙә булараҡ, унда кисә йәки бөгөн булып үткән ваҡиғалар тураһында һөйләнелә. Уның күләме ҙур булмай, автор фактты ғына атай, уға аңлатма биреп тормай.

Репортаж – теге йәки был хәл-ваҡиға тураһында унда ҡатнашыусы йәиһә шаһиты булған журналистың факттар менән яҙылған мәҡәләһе. Репортаж күп осраҡта ваҡиға урынына алып барыла.

Хәбәрләмәләфакттар һәм миҫалдар төп урынды алып тора. Уға барыһынан элек факттарҙы ентекле өйрәнеү, оперативлыҡ, конкрет тема хас. Мәҡәләгә ҡарағанда тема тарыраҡ була.

Мәҡәлә –факт ярҙамсы роль үтәй, айырым ваҡиғалар, күренештәр нигеҙендә ниндәй ҙә булһа дөйөм фекер, идея үҫтерелә.

Аннотация – китаптың йәки мәҡәләнең дөйөм йөкмәткеһенә бирелгән ҡыҫҡа характеристика.

Рецензия – әҫәргә, фәнни хеҙмәткә баһа биреп яҙылған мәҡәлә.

Публицистика стиле ғилми һәм матур әҙәбиәт стилдәренең киҫешендә тора һымаҡ, һәм был бигерәк тә уның газета төрөндә асыҡ сағылыш таба. Ләкин был газета жанрҙарының бөтәһендә лә бер төрлө түгел: мәҫәлән, баш мәҡәләләр, теоретик, фәнни-популяр мәҡәләләр, күҙәтеүҙәр, рецензиялар күп яҡтары менән ғилми стилгә яҡын, ләкин уларҙа публицистик, хис-тойғо төҫмөрҙәре өҫтөнлөк ала; очерктар, һүрәтләмәләр, репортаждар, фельетондарҙың үҙенсәлектәре матур әҙәбиәт стиленә яҡын, тик уларҙа ла публицистик һыҙат өҫтөнлөк ала.

Публицистиканың, шул иҫәптән газета телмәренең дә, бер үҙенсәлеге булып һүҙҙәрҙе яңы, күсмә мәғәнәлә, яңы бәйләнештә ҡулланырға ынтылыу тора, һәм улар әкренләп бер ҡалыпҡа, штампҡа әүерелә. Мәҫәлән, хеҙмәт һүҙе менән яһалған күп кенә һүҙбәйләнештәр башлыса газета телмәренең үҙенсәлегенә әүерелде: хеҙмәт вахтаһы, хеҙмәт илһамы, хеҙмәт абруйы, хеҙмәт климаты, хеҙмәт мәктәбе, хеҙмәт парады, хеҙмәт пафосы, хеҙмәт старты, хеҙмәт романтизмы, хеҙмәт поэзияһы, хеҙмәт рапорты, хеҙмәт аҙымы, хеҙмәт аҡһаҡалы, хеҙмәт йылъяҙмаһы, хеҙмәт үрҙәре, хеҙмәт почеркы һ. б. Бындай ҡалыптарҙың ҡайһы берҙәре, газета биттәрендә тыуып, әҙәби телдең дөйөм үҙсәнлегенә лә әүерелеп китеүе мөмкин. Газетала табылған берәй уңышлы эпитет, образлы сағыштырыу, уңышлы күренгән фразеологик берәмек тиҙ генә таралып, газета клишеһына әүерелеп китә ала: аҡ алтын (мамыҡ), ҡара алтын (нефть), төҙөлөш икмәге (кирбес), тимер айғыр (трактор), күк ыласыны (летчик), татлы тамыр (сөгөлдөр) һ. б.

Газета публицистикаһының һүҙьяһалыш үҙенсәлектәрендә, бигерәк тә ҡайһы бер һүҙ яһаусы ялғауҙарҙың, киҫәксәләрҙең ҡулланылыуында, үҙенә генә хас билдәләр бар. Газета телмәрендә, мәҫәлән, түбәндәге аффикстар бик актив ҡулланыла:

-ыш//-еш ( ҡаҙаныш, кәүҙәләнеш, көсөргәнеш),

-лы//-ле ( ныҡышмалы, ил һамлы, һәләкәтле),

-сы//-се (игенсе, ураҡсы, көрәшсе),

-лыҡ//-лек (хеҙмәттәшлек, кәмселек, ҡатнашлыҡ),

-сылыҡ/ /-селек (игенселек, именселек, күпселек),

-ҡыс//-кес (күрһәткес, этәргес, башланғыс),

-маҫ//-мәҫ (ҡаҡшамаҫ, һүнмәҫ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ) һ. б.

Газета мәҡәләләренең исемдәре бик үҙенсәлекле. Уларға күҙгә

ташланып тороу, ғәҙәти булмаған бәйләнеш, экспрессивлыҡ, рекламалыҡ хас, сөнки улар уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеп, баҫтырылған материалды уҡырға саҡырып торорға тейештәр. Бына республика газетаһы “Совет Башкортостаны” нан алынған мәҡәлә исемдәре: «Һаумы, фестиваль!», «Яңы икмәккә — йәшел юл!», «Бөтәһенән элек — кадрҙар», «Башҡортостан БАМ-ы» (Белорет — Шишмә тимер юлы төҙөлөшө хаҡында), «Тынғыһыҙ эҙәрмәндәр», «Йөрәк ҡушыуы буйынса», «Яуапһыҙлыҡ бәләһе», «Ваҡыт талабы», «Һөт сифаты — ферма көҙгөһө». «Әйтер һүҙ бар», «Хәрәкәт—-йәшәү сығанағы», «Иәйге көн йыл туйҙыра», «Икмәк — бөйөк ижад».

Шулай итеп, газета материалдарының күп төрлө булыуына ҡарамаҫтан, газета телмәренең үҙенә генә хас булған ҡоролош принциптарын, махсус специфик алымдарын айырырға мөмкин.

Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең публицистика стиленең башҡа төрҙәре лә ныҡ үҫеште. Хәҙер радиопублицистика, телепублицистика , кинопублицистика тигән төшөнсәләр ҡулланыла, уларҙың бөтә публицистикаға хас дөйөм яҡтары менән бергә һәр береһенең үҙенә генә хас специфик алымдары ла бар.

Ижтимағи-сәйәси йәки публицистик стиль тип тарих, поли­тик экономия, философия, фәнни коммунизм, газета һәм ижтимағи-сәйәси журналдар стиле йөрөтөлә.

Публицистик стилдең эске үҙенсәлектәренә килгәндә, ул телмәр информатив тығыҙлығы, факторға таяныуы, логикалылығы, йыйнаҡлығы, хис-тойғолоғо, конкретлығы, экс­прессив сараларға бай булыуы менән айырыла.

Публицистик информация, өгөт-нәсихәт һәм пропаганда сараһы булғанлыҡтан, ул үҙенең маҡсаты итеп халыҡҡа еңел һәм тиҙ арала бик асыҡ рәүештә үҙ илебеҙҙәге, сит илдәрҙәге мөһим хәл-ваҡиғалар тураһында яңылыҡтар еткереүҙе ҡуя. Шуның менән бергә уҡыусыға йоғонто яһауҙы ла, билдәле дәрәжәлә күрһәтелгән яңылыҡтарға мөнәсәбәт булдырыуҙы ла үҙ өҫтөнә ала.

Функциональ стилдең информатив вазифаһы уның факттарға ныҡлы иғтибар биреүе унда теге йәки был ваҡиға йә факт хаҡында хәбәр итеүсе информатив һөйләмдәрҙе кин рәүештә файҙаланыуға килтергән.

Публицистик стилдең экспрессивлыҡ, хис-тойғо, теләк тыуҙырыу кеүек һыҙаттары ул стилдең тасуирилыҡтың лексик-фразеологик һәм синтаксик сараларын (троптарҙы һәм фигураларҙы) ҡулланыуҙы талап итә.

Публицистик стиль көндәлек матбуғатта, телевидениела, радиола, сәйәси сығыштарҙа тормошҡа ашырыла. Гәзит-публицистик жанрҙар бер төрлө генә түгел, күп планлы. Гәзит теленең үҙенсәлектәре гәзит жанрҙары һәм стилистик төрлөлөгө менән билдәләнелә. Ҡайһы бер жанрҙар саф пуб­лицистиканы тәшкил итәләр (репортаж, мәҡәлә, күҙәтеү), икенселәре күркәм әҙәби әҫәрҙәргә яҡын (фельетон, очерк, памфлет), өсөнсөләре рәсми эш ҡағыҙҙары стилен хәтерләтә (баш мәҡәлә).

Гәзиттең роле шунан тора: а) хәбәрҙәр һәм яңылыҡтарҙы белдереү; б) ваҡиғаларға комментарий, аңлатыу; в) теге йәки был ҡарашҡа ышандырыу һәм инандырыу, уҡыусының иркенә һәм тойғоһона йоғонто яһау; г) уҡыусыла ниндәй булһа ла эшмәкәрлеккә, эш башҡарыуға, ижтимағи ҡараш формалаштырыуға теләк тыуҙырыу. Шулай итеп, ике төп функция айырылып сыға: хәбәр итеү (информация вазифа­һы) һәм уҡыусыға йоғонто яһау. Ике вазифа ла бер-береһенә тығыҙ үрелгән.

Гәзит публицистикаһының нигеҙендә тел сараларын социаль баһа биреү принцибында файҙаланыу ята; шулай уҡ гәзит публицистикаһының телендә логик берҙәмлек һәм һынлы (образлы) башланғыс, фекер йөрөтөүҙең һәм фәнни ҡараштың дөйөмлөгө тасуирлау юлы менән тормошҡа ашы­рыла. Шуға бәйле гәзит телендә информативлыҡ, логикалылыҡ, эмоционаллек, экспрессивлыҡ өҫтөнлөк ала.

Гәзит публицистикаһында түбәндәге типтағы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр ҡулланыла: беренселәр рәтендә, көрәш алып барыу, репортаж алып барыу, мөһим өлөш индереү, тормошҡа ашырыу, көрәш юлына баҫыу, көслө алҡыштар менән ҡаршы­лау, ҡаршылыҡтар менән осрау, проект ҡеүәтенә сығарыу, көткәндән дә артыҡ материал әҙерләү, ҡыйыу протест етке­реү, резолюция өсөн тауыш биреү, килешеүгә тимерәк ирешеү өсөн һүҙ алып барыу, урынлы ғорурлыҡ кисереү, килешеп йәшәүме нығытыу һәм тәрәнәйтеү, саҡырыуға эш менән яуап биреү, кисергеһеҙ ҡаршылыҡта булыу, башланғысты хуплап ҡаршы алыу, ышаныслы һәм һөҙөмтәле эшләү өсөн, бәйләнештәрҙе артабан киңәйтеү, социаль сфераны үҫтереү, көнүҙәк социаль мәсьәләләр, тотороҡло эшкә өлгәшеү, эште тотороҡландырыу, ихтирам ҡаҙаныу, аяҡҡа баҫыу һ. б.

Гәзит-публицистик стиль — башҡа китап һәм йәнле һөйләү кеүек стилдәрҙең элементтарын да үҙ эсенә алыусы йомоҡ булмаған иркен стиль ул.

Кешеләрҙең аралашыу теле стилистик яҡтан күп төрлө­лөгө, йөкмәткеһе һәм ойошторолошо йәмғиәттәге ижтимағи мөнәсәбәттәрҙең үҙенсәлеге менән билдәләнә. Массаларҙың аралашыу (коммуникацияһы) йөкмәткеһе, ойошторолошо һәм стилистик яҡтан тейешле форма алыуында илебеҙ халҡының әхлаҡи-сәйәси берҙәмлеге сағыла. Гәзит (журнал, радио, телевидение) — күмәк информатор һәм ойоштороусы. Шуға күрә гәзит-публицистик телмәрҙең информатив, соци- аль-педагогик функцияһы стилдең бөтә тел үҙенсәлеген формалаштыра. Унда һүҙҙең предметлыҡ-логик мәғәнәһе лә, хис-тойғоло баһа биҙәге лә киң файҙаланыла.

Гәзит-публицистик стилде айырыусы мөһим стиль бил­дәләренән түбәндәгеләрҙе айырып күрһәтергә мөмкин.

Наши рекомендации