Матур ӘҘӘбиӘт стиле 1 страница

I БҮЛЕК

ФУНКЦИОНАЛЬ СТИЛИСТИКА

Стилистика – тел ғилеменең бер бүлеге. “Стилистика телде, уның ҡағиҙәләрен, экспрессив мөмкинлектәрен, һүрәтләү сараларын билдәле бер маҡсатҡа ярашлы итеп ҡулланырға өйрәтә”[1].

Функциональ стилистика төрлө телмәр аша аралашыуға хас тел материалын һайлау алымдарын һәм ысулдарын өйрәнә.

Бөтә функциональ стилдәргә лә тел материалының күпсе­леге дөйөм һәм ул телдең система булараҡ берҙәмлеген тәьмин итә. Әммә теге йәки был стилгә генә ҡараған айырым телмәр берәмектәрен күрһәтергә мөмкин. Стилдәрҙең бер-береһенән шаҡтай алыҫ торғандарын (бигерәк тә йәнле һөй­ләү һәм китап, йәнле һөйләү һәм рәсми эш ҡағыҙҙары, йәнле һөйләү һәм фәнни стилдәрҙе) йәнәш ҡуйып, һәр береһенең үҙенсәлекле айырмаларын ап-асыҡ күрһәтергә мөмкин.

Теге йәки был стилдең конкрет билдәләре, ҡағиҙә була­раҡ, махсус функциональ-стилистик биҙәкле берәмектәр ярҙамында сағыла.

Функциональ стилдәр — телдең объектив категорияһы; улар тарихи үҫешкән, йәмәғәтселек тарафынан аңлашылған, шартландырылған, кешелек эшмәкәрлегенең теге йәки был сфераһына тап килгән, тел сараларының бергә тупланыуы менән ҡылыҡһырланған, аралашыуҙың ниндәйҙер бер тара­фында һәм шарттарында билдәле йөкмәткене уңышлы сағылдырған төрҙәрҙә йәшәй.

Функциональ стилдәрҙең һәр береһе ике төрлө формала ғәмәлгә ашырыла: һөйләү һәм яҙма. Уларҙың ниндәй төрҙә булыуы аралашыу рәүешенә бәйләнгән — туранан-тура, ҡара-ҡаршы һөйләшепме, әллә яҙма документтар ярҙамын­дамы. Теге йәки был формала аралашыу төрлө стилдәрҙә төрлөсә. Мәҫәлән, йәнле һөйләү стиле өсөн аралашыуҙың ти­пик формаһы — телдән һөйләү рәүешендә, йәғни ҡара-ҡар­шы һөйләшеү сифатында була; ә бына фәнни һәм рәсми эш ҡағыҙҙары стилдәрендә аралашыу тик яҙма формала ғына була.

Оҙаҡ ваҡыттар буйына стилдәрҙең үҙ-ара бәйләнештәре, бер-береһенә йоғонтоһо арҡаһында стилдәр өҙлөкһөҙ камил­лаша бара һәм үҙенең эске мөмкинлектәре иҫәбенә байый.

Стилдәрҙең үҫешендә хәҙерге ваҡытта ҡапма-ҡаршы ике йүнәлеш хәрәкәт итә: стилдәрҙең бер-береһенә үтеп инеүе (интеграция) һәм һәр стилдең үҙ аллы телмәр системаһына әүерелеүе (дифференциация).

Телден вазифаһынан сығып (аралашыу, хәбәр итеү, тәьҫир итеү), түбәндәге стилдәр (күп һанлы жанр-стилистик төрҙәре менән) айырыла: йәнле һөйләү — уның нигеҙендә аралашыу вазифаһы (коммуникатив вазифа) ята; китап: фәнни һәм рәсми эш ҡағыҙҙары — уларҙың нигеҙендә хәбәр итеү функцияһы ята; публицистик стиль — уның ни­геҙендә тәьҫир итеү вазифаһы ята; күркәм әҙәбиәт стиле әҙәби телдә айырым урын алып тора, унын нигеҙендә эстетик-коммуникатив вазифа ята.

Төрлө функциональ стилдәр әҙәбиәттең төрлө төрҙәренә генә хас тел үҙенсәлектәре менән айырыла. Әҫәрҙәрҙең телен һәм стилен анализлағанда, мотлаҡ шул үҙенсәлектәрҙән сығып тикшерергә, йәғни теге йәки был стилдәге әҫәрҙәр дөйөм талап нигеҙендә өйрәнелергә тейеш була (мәҫәлән, телмәр стандарттары, йәнле телмәр һыҙаттары һ. б.).

Айырым функциональ стилдәр сигендә бер-береһенә бәйле булған төрлө синонимик саралар ҡулланылырға мөмкин.

ЙӘНЛЕ ҺӨЙЛӘҮ СТИЛЕ

Халыҡтың йәнле һөйләү теле стиле башҡорт теленең төп һүҙлек фонды менән грамматик төҙөлөшөнә таяна, был стилдә билдәле бер һөйләштең, диалекттың үҙенсәлеге асыҡ сағыла, теркәүестәр бик һирәк ҡулланыла, кәм һөйләмдәр менән бер составлы һөйләмдәр өҫтөнлөк итә, һүҙҙәрҙең ҡәҙимге тәртибе эҙмә-эҙ һаҡланмай. Был стиль бүтән стилдәрҙән үҙенең «тәртип­һеҙ» булыуы менән айырылып тора, сөнки кеше үҙ туған телендә һөйләгәндә йәки һөйләшкәндә телмәренә талапсан булмай, уға артыҡ контроль дә яһамай. Һәр бер кешенең һөйләү стиле уның белем, дөйөм культура кимәленә лә тығыҙ бәйләнгән[2].

Ҡулланылыу өлкәһе: көндәлек тормош, көнкүреш, ғаилә мөнәсәбәттәре.

Аралашыу маҡсаты: хәбәрләшеү, хәл-әхүәл белешеү, әңгәмәләшеү, туғандарың менән әңгәмә ҡороу, бәйләнеш булдырыу һ.б.

Телмәр төрҙәре: диалог, монолог, әңгәмә, һөйләү, яҙыу, хатлашыу һ.б.

Йәнле һөйләү стиле – ул ғәҙәти телмәр. Ғәҙәти телмәрҙә тел материлы - һүҙҙәр, һүҙ формалары, күркәм телмәр саралары – алдан әҙер булмай.

Йәнле һөйләү стилендә ҡул ишараһы, ҡараш, күҙ ҡыҫыу, эйәк ҡағыу, баш сайҡау, ниндәй шарттарҙа һөйләщеү ҙә ҙур роль уйнай. Аралашыу ситуацияһына, аралашыусыһына, хәл-ваҡиғаның мөһимлегенә йәиһә мөһим түгеллегенә ҡарап, йәнле телмәр үҙгәреп тороусан. Йәнле һөйләү стиле аралашыусыларҙың профессияһына ҡарап та айырылырға мөмкин.

Йәнле һөйләү ирекле телмәргә ҡоролған. Ирекле телмәрҙең түбәндәге үҙенсәлектәре бар:

-әҙәби тел нормалары күҙәтелмәй.

-телмәрҙә диалект үҙенсәлектәре өҫтөнлөк алырға мөмкин.

-диалогтарҙа интонация, хис-тойғо, ым, ишара өҫтөнлөк итә.

-модаль һүҙҙәр, инеш һүҙҙәр йыш ҡулланыла.

-был стилдә һөйләмдәге һүҙҙәрҙең үҙ-ара бәйләнеше бик төҙөк булмаҫҡа мөмкин.

-ирекле телмәрҙә ҡатнашыусылар был ситуацияла бер-береһен яҡшы аңлайҙар, сөнки уларҙың был ситуацияға мөнәсәбәте бар. Мәҫәлән:

“-Күрҙеңме?

-Юҡ. Киткән бит.”

“-Барып ал һуң.

-Килде, ти.”

“Таша бит!

-Баҫ һуң!”

“-Нимә алдың?

-Арлы-бирле юҡ-бар шунда.”

“-Ярай, киттем.

-Ярар, хуш.Тегене онотма!”

Әгәр ситуацияға мөнәсәбәтең булмаһа, нимә тураһында һүҙ барғанын аңлауы ауыр.

Шулай итеп, йәнле һөйләү телмәренең фонетикаһында ла, лексикаһында ла, морфологияһында, синтаксисында ла байтаҡ үҙенсәлектәр бар.

Һөйләү телмәрендәге төп билдәләрҙең береһе булып уның экстралингвистик үҙенсәлектәре тора. Экстралингвистик үҙенсәлектәр һөйләү телмәренең тәбиғилегендә һәм официаль булмауында яҡшы сағылыш таба: официаль сығыштарҙы иҫәпкә алмағанда, һөйләү процесына кеше, ғәҙәттә, алдан әҙерләнмәй, шуға күрә телмәрҙә бер ни тиклем автоматлыҡ күҙәтелә; унда эмоционаллек һәм баһалау яҡшы сағыла; телмәҙә ым, ишара, мимика, ситуация контексы бик ҙур роль уйнай. Бөтә был билдәләр ҙә һөйләү телмәренең ҡоролошона һәм йәшәүенә ҙур йоғонто яһай.

Һөйләү телмәренең лингвистик үҙенсәлектәренә телмәрҙең бөтә кимәлдәрендә лә (фонетикала, лексикала, морфологияла һәм синтаксиста) бер ни тиклем сағылыш ала торған китап һүҙҙәренән ситләшеү, хатта ҡайһы ваҡыт әҙәби булмаған сараларҙы ҡулланыу инә; һөйләү телмәрендә, китап телмәре менән сағыштырғанда, һөйләм киҫәктәренең бәйләнеше иреклерәк була, конкрет мәғәнәләге һүҙҙәр ҡулланыла; китап телмәренә бик үк хас булмаған махсус аффикстар, киҫәксәләр, һүҙҙәрҙә өн төҙөлөшөнөң үҙгәреүе, эмфатик баҫым һымаҡ хис-тойғо һәм баһалау саралары актив сығыш яһай; фразеологик берәмектәр, әйтемдәр, мәҡәлдәр шикелле әҙер окҡазиональ телмәр стандарттары йыш ҡулланыла. Һөйләү телмәрендә, ғәҙәттә, ҡатмарлы синтаксик конструкциялар, бигерәк тә күп төрлө эйәрсән һөйләмдәрҙән торған эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр йәки бер нисә хәл әйтемле һөйләмдәр, ҡулланылмай.

Башҡорт йәнле һөйләү телмәренең һүҙлек составында күберәк телмәр өсөн хас булған һүҙҙәр, бигерәк тә конкрет йөкмәткеле көнкүреш лексикаһы ҡулланыла; шул уҡ ваҡытта абстракт мәғәнәләге, китап теле өсөн ғәҙәти булған һүҙҙәр һирәк файҙаланыла. Мәҫәлән, китап теле өсөн гәҙәти һаналған һыныусанлыҡ, хеҙмәтләндереү, урсетмәлек, урынлаштырыу, аҙыҡландырыу, түбәндәгеләр, ҡулъяҙма, тамамлау, саҡырылыш, милексе, дәлил, ғәҙәти тибындағы һүҙҙәр һөйләү телмәрендә бөтөнләй ҡулланылмай йәки бик һирәк сығыш яһай, шул уҡ ваҡытта ирештереү (әҙәби телдә үсекләү формаһы йышыраҡ ҡулланыла), иренеү (ялҡауланыу), дерелдәү (ҡалтырау), доноу (сабыу, сабып сығып китеү), бәлшәйеү (ялпаҡланыу, һалыныу, күсмә мәғәнәһендә илау), сир (ауырыу), ҡәҙимге (ғәҙәттәге, ғәҙәти), ҡабат (яңынан), бупылдаҡ (һөйләнсек), быжғытыу (әрләү, һүгеү) һымаҡ һүҙҙәр йыш ҡулланыла.

Йәнле һөйләү телмәрендә терминдарҙың һәм әҙәби тел тарафынан үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең бер ни тиклеме сикле ҡулланыла, шул уҡ ваҡытта әҙәби тел ҡабул итмәгән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең (варваризмдарҙын) актив йөрөүе мөмкин: ысталауай йәки столовая (әҙәби телдә ашхана), гостиница (ҡунаҡхана), келәшшә (ҡыҫҡыс), наскый (ойоҡбаш), әбизәтелнә (һис һүҙһеҙ, мотлаҡ), керисә, кырнис йәки кырниса (ҡомаҡ), ызначит (тимәк) һ. б. Күп кенә үҙләштерелгән һүҙҙәр территория яғынан сикләнгән, йәғни диалектизмдарға барып тоташа: өгөрсө (ҡыяр), маркуф (кишер), малина (ҡурай еләге), сипсы (йәмкә), шимешкә (көнбағыш), шәшке (сынаяҡ), әберкә (балитәк), бырауылка (тыҡырыҡ), керишә (ҡыйыҡ) һ. б.

Йәнле һөйләү телмәрендәге фразеологик берәмектәр, мәҡәлдәр һәм әйтемдәр әҙәби телгә ҡарағанда күләме яғынан күберәк, ҡулланыштары активыраҡ, һөйләү телмәрендә әҙәби тел өсөн дә хас булған дөйөм телдәге күп мәғәнәлелектән тыш (морон «нос, мыс», ҡолаҡ «ухо, залив», тырнаҡ «ноготь, кавычка» һ. б.), шәхси-окказиональ күп мәғәнәлелек тә киң таралған (быҙау “теленок; несмелый, бестолковый”, бутҡа “каша; беспорядок, путаница”, таҡыр “гладкий, укатаиный; пустой, неумный» һ. б.). һөйләү телмәренең синонимикаһы һәм антонимикаһы телмәр практикаһында ситуация йәки мәғәнә синонимдарының һәм антонимдарының йыш ҡулланылыуы менән айырылып тора. Мәҫәлән, үҙ инәң бауырһаҡ, үгәй инә һарымһаҡ тигән

мәҡәлдә бауырһаҡ һәм һарымһаҡ һүҙҙәренең тура мәғәнәләре түгел, ә күсмә мәғәнәләре антонимик билдәләр ала: бауырһаҡ — тәмле, татлы, күңелгә ятышлы нәмә һәм һарымһаҡ — әсе, тәмһеҙ, күңелгә ятышһыҙ нәмә.

Һөйләү телмәрендәге һүҙьяһалышта ҡайһы бер ялғауҙарҙың ҡулланылышы әҙәби телдәгегә ҡарағанда киңерәк була: имсәктәш, төҫтәш, яҡындаш, иптәш,; шешмә, үсекмә, ҡалма (ҡый-һай тулып ятҡанда әйтелә), тыума (бер туғай), күрмә (күҙгә насар), шаҡарма (текмә), һөйрәтмә (һөйрәткес) һ. б. Йәнле һөйләү телмәрендә әҙәби тел өсөн хас булмаған йәки унда бик һирәк осрай торған ялғауҙар ҙа ҡулланыла: һиҙем-тәл, ашам-тал, йөрөм-тәл; һылыу-ҡас, бауыр-ҡас, ямаҡ-ас, керпек-әс; тоҡор-сай, буре-сәй (аралашып бармай торған кеше), яғал-сай (ала-сыбар) һ. б.

Йәнле һөйләү телмәренең синтаксисы ла бик үҙенсәлекле. Уға ситуация, ым, ишара, мимика менәп нығытылған э л л и п с и с (телмәрҙә ҡайһы бер һүҙҙәрҙең төшөп ҡалыуы), ҡыҫҡалыҡ, йәнлелек, образлылыҡ һымаҡ күренештәр хас. Йәнле һөйләү телмәре өсөн ғәҙәти булған бер диалог килтерәйек: “— Өйҙәлэрме-е?” “— Әйҙүк” “ — Һай көнө-ә!” “— Әйтмә лә!..” “— Йә, күрҙеңме? “ “— Ъъ!” “— Нишләп?” “— Ебәреп өлгөргәндәр”. Был миҫалда ситуация шарттарынан билдәле булған күп нәмә уҡыусы өсөн аңлашылмай: ниндәй көн — һыуыҡмы, эҫеме, ҡарлымы, ямғырлымы; хужа кем йәки нимә тураһында һорап; кемде йәки нимәне ҡайҙа ебәреп өлгөргәндәр һ. б. Ризалыҡты йәки ризаһыҙлыҡты белдергән, барлыҡты йәки юҡлыҡты аңлатыусы эйе, юҡ, бар, әлбиттә һымаҡ махсус һүҙҙәр башлыса һөйләү телмәрендә ҡулланыла.

Йәнле һөйләү телмәрендә шулай уҡ п а р ц е л л я ц и я (һөйләм киҫәктәрен йәки өлөштәрен һөйләмдән тышҡа сығарыу) бик киң таралған: 1. Әйтмәнем дә ҡуйҙым. Береһенә лә! 2. Әле сығып китте. Үсегеп. 3. Бер ней ҙә сыҡманы. Ней тиклем тырышһам да!

Йәнле һөйләү телмәрендә ҡатмарлы, бигерәк тә әҙәби яҙма телмәр өсөн хас булған ләкин, сөнки, һәм теркәүестәре менән килгән һөйләмдәр ҡулланылмай.

Йәнле һөйләү телмәре хис-тойғо биҙәктәре, баһалау мәғәнәләренә бик бай була, етмәһә, улар әҙәби телдәгегә ҡарағанда башҡа саралар менән яһала. Ҡыҫҡаса был саралар түбәндәгеләр: 1) эфматик баҫым (Нәмәләрен ташлап, ҡайтып киткән; Өҫтәлдә сәйе, шәкәре, майы...);

2) тартынҡыларҙың ҡабатланыуы (эссе, тәррән, ҙҙур, нныҡ);

3) тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙең сифаты үҙгәреүе (ҡәһәр ҫуҡҡыры, жир житҡоро, киәл бында, сиҡ ҡына);

4) ҡабатлауҙарҙың төрҙәре (тау-тау өйөмдәр, ғыж-ғыж килеү, күм-гүк; 5) махсус аффикстар (һаҡалтай, асатай, ҡараҡас, күҙгенәләре); 6) киҫәксәләр (шыр һыу, килһәнә);

7) төрлө оҡшатыу һүҙҙәре (лөңк-лөңк итеү, сөбөр-сөбөр килеү, буп-буп ҡысҡырыу); 8) төрлө ымлыҡтар (инәкәйем, бынағайыш, атағатаҡ); 9) интонация, мимика, ым, ишаралар һ. б.

Йәнле һөйләү телмәренә, яҙма телдән айырмалы рәүештә, интонация һәм темп төрлөлөгө лә хас. Телмәрҙең йылдамлығы р е д у к ц и я ғ а (һуҙынҡыларҙың ҡыҫҡарыуы, үҙгәреүе йәки төшөп ҡалыуы), эллипсисҡа, тартынҡыларҙың а с с и м и л я ц и я һ ы н а (бер-береһенә оҡшауы) йәки д и с с и м и л я ц и я һ ы н а (береһенән-береһе әйтелеш буйынса алыҫлашыуы), өн һәм ижектәрҙең төшөп ҡалыуына килтерә: алып кил урынына әпкил, у л килмәгән урынына у кимәгән, бәрҙе сәк урынына бәрсәк, бара алманым урынына баралманым, ҡыр ҡаҙҙары оса урынына ҡырғаҙҙароса, Мөхәммәт урынына Мәмәт, Әбдрәшит урынына Әптерәй йәки Әптерәш, тоҡто алып сыҡ урынына токтапсыҡ һ. б.

Шулай итеп, күп кенә үҙенсәлектәре менән йәнле һөйләү телмәре нормалаштырылған хәҙерге башҡорт әҙәби теленә тап килмәй.

Йәнле һөйләү стиленең эске стиле һыҙаттарына иркен һөйләү, конкретлыҡ, һөйләгәнеңдә үҙеңдең ҡарашыңды сағылдырыу, телдән тыш булған хәл-ваҡиғаларҙың, күре­нештәрҙең тәьҫире, хис-тойғо биҙәге ҡарай.

Йәнле һөйләү стиленен лексикаһы ике ҙур төркөмгә бүленә: 1) дөйөм ҡулланылышлы йәнле телмәр һүҙҙәре; 2) со­циаль сикләнгән йәки диалекталь һәм йәнле телмәр һүҙҙәре.

Үҙ сиратында дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәр үҙҙәре тағы әҙәби һөйләү (әҙәби норма менән бәйле һүҙҙәр), көнкүреш-һөйләү (ҡәтғи норма менән бәйләнмәгән һүҙҙәр) һәм ябай телмәр һүҙҙәренә бүленә.

Ябай телмәр лексикаһы шулай уҡ бер төрлө генә түгел: 1) әҙәби тел сигендә торған ябай телмәр — бик тупаҫ бул­маған, бер ни тиклем фамильяр, көнкүрештәге һүҙҙәр, мәҫәлән: абышҡа (ир кеше), ләпелдәү (күп һөйләү), һайрай шунда (алдау, арттырып һөйләү), ғишыҡ (мөхәббәт, яратыу), ушлы (булдыҡлы) һ. б. 2) Әҙәби телдән тыш ҡулланылған тупаҫ һүҙҙәр, мәҫәлән: йыпырыу, йыфырыу, һыпырыу, тығыныу (күп ашау), сәлдереү (урлау), аңшайыу (аптырап ҡарау), буйлау (һуҙып илау), биғәләш (аҡылһыҙ), дөмөгөү (үлем) һ. б. Ҡайһы бер һүҙҙәр күсмә мәғәнәлә ҡулланылып, түбәнһетеп ҡарауға ҡоролған. Мәҫәлән: быҙау (йыуаш), мәмәй, эшләпә, бәлеш (ҡыйыуһыҙ), ҡуян (ҡурҡаҡ) һ. б.

Йәнле һөйләү лексикаһында социаль йәки диалекталь һүҙҙәрҙе лә осратып була, мәҫәлән: мышар (миләш), дунала, энәзе, энәте (еҙәй), оро (ҡоҙоҡ), тәгәрсәк (тәгәрмәс), ауһаҡ (уҫаҡ) һ. б.

Лексиканың был разрядтары бик тар өлкәлә таралған, ниндәй ҙә булһа берәй күренешкә ҡарата ҡулланғанда, улар сиктән тыш түбәнһетеү мәғәнәһен белдерәләр.

Йәнле һөйләү стиленең төп лексик ҡатламын дөйөм ҡул­ланылышлы һүҙҙәр һәм ябай телмәргә ҡараған һүҙҙәр тәшкил итә. Был ике категория һүҙҙәр бер-береһенә бик яҡын тора­лар, улар араһындағы сик береһенән икенсеһенә күсеүсән, ҡайһылыр осраҡтарҙа айырманы билдәләү хатта ауыр ҙа. Шуға күрә ундай һүҙҙәр һүҙлектәрҙә төрлө стилистик билдә­ләр менән сағылдырыла. Мәҫәлән, буйтлаҡ (һөйләү теле), бупылдау (һөйләү теле), бүл < пуля, бүтәнсәләй (һөйләү теле), быйтыҡас (һөйләү теле) һ. б.

Наши рекомендации