Матур ӘҘӘбиӘт стиле 2 страница
Йәнле һөйләү стиленә хис-тойғо һәм төрлө экспрессив баһа биҙәге менән «иркәләү», «шаяртыу», «әрләү», «кесерәйтеү» «кәмһетеү» тип йөрөтөлгән һүҙҙәр хас.
Йәнле телмәр стилендә, ғәҙәттә, конкрет мәғәнәле (лығырлыҡ, шапшаҡ, ҡалтырса), һирәкләп абстракт мәғәнәле (мәғәнәһеҙлек, маҡтансыҡ), ҡушамат (тәпей, йәлдәк, албаҫты, ҡойолдороҡ) һүҙҙәр ҡулланыла.
Йәнле һөйләү стиленә хас һүҙлек составы тураһында һөйләгәндә, ябай телмәр үҙенсәлеге йөрөтөүсе фразеологик берәмектәргә лә иғтибар бүлергә тура килә.
Фразеологик берәмектәр һүрәтләнгән күренештәрҙең, әңгәмәнең мәғәнәһен, йөкмәткеһен һынландырып тасуирларға мөмкинлек бирә. Шул рәүешле йәнле телмәр лексикаһы, фразеологияһы, бер яҡтан, китап, икенсе яҡтан, стилистик битараф фразеологияға ҡаршы ҡуйыла.
Йәнле телмәр фразеологияһы китап фразеологияһы менән сағыштырғанда телмәргә кәмһетеү һәм иркенлек, ябайлыҡ, ҡайһы бер осраҡта бер ни тиклем тупаҫлыҡ биреп килә, мәҫәлән, йән биреү, теге донъяға китеү (ябай телмәр, йәнле һөйләү), вафат булыу (китап), эт ялҡауы (ябай телмәр, йәнле һөйләү), арҡырыны буй һалмау (китап), күҙ асып йомғансы (китап), бет аяғын ҡырҡҡан (йәнле һөйләү) һ. б.
Ҡайһы бер яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар ҙа йәнле һөйләү стилен билдәле дәрәжәлә үҙенсәлекле итеп киләләр. Улар рәтенә төрлө һүҙ төркөмдәренә ҡараған һүҙҙәргә ҡушылыусы -лыҡ, -лек, -сы, -се, -ҡайлыҡ, -сыл, -сел, -сөл, -сол, -һыҙ, -һеҙ, -саҡ, -сәк, -ғастын, -гәстен, -сан, -сән, -сылыҡ, -селек...кеүек ялғауҙар субъектив баһа сағылдыралар: әпкәлә илек, һөмһөҙлөк, аумаҡайлыҡ, алдаҡсы, ошаҡсы, ғәйбәтсе, иҫһеҙ, маҡтансыҡ, күңелсәк, киленсәк, арҡысаҡ, иренсәк, ҡалғастын, ҡайтҡастын; һүҙсән, күҙсән, аҙғынсыл, алдаҡс лыҡ, киҫкенселек һ. б.
Фонетик яңғыраш та йәнле һөйләү стилендә һүҙҙәргә субъектив баһа биреүсән: саҡ ҡына (битараф) — сәк кенә (йәнле һөйләү стиле), бәләкәй (битараф) — бәләкәс (йәнле һөйләү стиле), кескәй, кескенә (йәнле һөйләү стиле), бауыр (битараф) — бәғер (йәнле һөйләү), һыпыртыу, һыҙғыртыу (йәнле һөйләү стиле) һ. б.
Хәҙерге башҡорт телендә йәнле һөйләү стиленә хас булған байтаҡ тотороҡло синтаксик саралар бар. Ундай синтаксик төҙөлмәләргә, бөтәһенән элек, ымлыҡтар, киҫәксәләр, өндәшеү формаһында килеүсе алмаштар, рәүештәр, инеш һүҙ менән килеүсе һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр ҡарай.
Йәнле һөйләү стилендәге синтаксисҡа ҡапыл тынып ҡалыу, әйтелеп бөтмәгән һөйләмдәр, кәм һөйләмдәр, һүҙ- һөйләмдәр, күп тапҡыр ҡабатлаусы төҙөлмәләр хас. Шулай уҡ риторик өндәштәр, һорауҙар һ. б. йәнле һөйләү стиленә төрлө мәғәнә биҙәге бирәләр.
Йәнле һөйләү стиленең синтаксисына тағы төрлө һүҙ төркөмдәренең инверсияһы (бигерәк тә аныҡлаусы ролендә килгән сифаттарҙың аныҡланыусыһынан һуң килеүе, башҡарылыусы һүҙҙең уны башҡарған ҡылымдан аҙаҡ тороуы) хас, шулай уҡ теркәүесһеҙ ҡушма һөйләмдәр йыш ҡулланыла, эйәртеүле ҡушма һөйләмдәргә ҡарағанда теҙмә ҡушма һөйләмдәр өҫтөнлөк итә, диалогик телмәр ҙә әүҙем сығыш яһай.
Нығынған һәм тарҡалмай торған төҙөлмәләр ҙә йәнле һөйләү стилендә киң таралған, ундай төҙөлмәләр киҫәктәргә тарҡалмайҙар. Нығынған һәм тотороҡло һүҙбәйләнештәргә, конструкцияларға кем-кем, бөтәһен дә белә инде ул; Бына бөгөн көн! Ни тигән көн был? Дөрөҫтөң дә дөрөҫө; бәғер итен ашау; ете диңгеҙ артында; бишенсе йортта торам; йөҫөң ҡара булғыр; ә Исхаҡ — ул һәр саҡ бында; йылан аяғын киҫкән; ауылға ҡайтам. Әсәйемә; әкиәттә төлкө тураһында һөйләнелә һәм нисек айыууы ул төп башына ултыртҡан кеүек һүҙбәйләнештәр ҡарай.
Йәнле һөйләү телмәре айырым стилистик маҡсаттарҙа файҙаланылырға мөмкин. Автор телмәрендә ул стилизация һәм баһа вазифаһын үтәй.
Баһаны сағылдырыу сараһы булараҡ йәнле телмәр китап стиле менән йәнәш ҡулланылғанда (автор телмәрендә һәм персонаждар телмәрендә) сатирик һәм кәмһетеп һүрәтләү маҡсатында хеҙмәт итә, шул уҡ ваҡытта ул комик эффект булдырыу сараһы булып сығыш яһай. Йәнле һөйләү телмәре айырым социаль мөхитте нисек бар, шулай һүрәтләү өсөн дә файҙаланыла. Шуның менән бергә ябай ҙа, иркен дә телмәр манераһы сағылдырыла.
Хәҙерге күркәм әҙәби әҫәрҙәрҙә йәнле телмәр стиле элементтары йыш ҡына тура телмәрҙә лә ҡулланыла.
Хәҙерге тормошта йәнле һөйләү стиленен бер төрө булараҡ әҙәби һөйләү теле дөйөм халыҡ теленең төп функциональ-стилистик төрө һанала, шуның нигеҙендә һәм уның иҫәбенә китап стилдәре байый, камиллаша бара.
Халыҡ ижады стиле уның йәнле һөйләү стиленә нигеҙләнгән. Шул уҡ ваҡытта ул шымартылған, эшкәртелгән телдең иң беренсе өлгөһөн тәшкил итә. Башҡорт әҙәби теле халыҡ ижады стиле нигеҙендә ХII-ХV быуаттарҙа уҡ барлыҡҡа килгән. Беҙҙең был фекерҙе боронғо ҡобайырҙар менән эпостар дөрөҫләй. Халыҡ ижады стилендә әкиәт, йыр, бәйет, сеңләү, легенда, мәҡәл, әйтем, йомаҡ, эпос, ҡобайыр стилдәрен айырып йөрөтәбеҙ.
РӘСМИ СТИЛЬ
Рәсми стилдең күп кенә жанр төрҙәре бар: кодекстар, уставтар, инструкциялар, договорҙар, приказдар, протоколдар, акттар, ғаризалар, таныҡлыҡтар, распискалар һ. б. Рәсми эш стилендәге жанр үҙенсәлектәре башҡа бөгә төр стилдәрҙекенә ҡарағанда ла үҙ-ара бер- береһенән ныҡ айырыла. Стиль-сара үҙенсәлектәре башлыса документтарҙың жанрына, тематикаһына, маҡсат-йүпәлешепә, төҙөлөшөнә бәйләнгән.
Рәсми эш стилендә яҙылған һәр бер текст документ булып сығыш яһағанлыҡтан, уның төп үҙенсәлеге булып бер төрлө генә аңлауға йүнәлтелгән аныҡлығы тора. Шуға күрә лә рәсми эш стилендәге яҙыуҙарҙың алымдары күп йыллыҡ практика һөҙөмтәһендә стандартлашҡан; тотороҡло һүҙбәйләнештәр, бер үк терминдарҙың ҡабатланыуы, төҙөлөш элементтарының биолдәле бер урын алып тороуы һымаҡ ҡалыптар барлыҡҡа килгән.
Эш ҡағыҙҙарының күбеһе, башлыса, күрһәтмә биреү, бойороу характерында булғанлыҡтан, уларҙа инфинитив башҡа ҡылым формаларыңа ҡарағанда йышыраҡ ҡулланыла (яҡшыртырға, талап итергә, көсәйтергә, ярҙам итергә, бөтөрөргә, ҡабул итергә, мәжбүр итергә һ. б.), шулай уҡ тейешлекте белдереүсе махсус һүҙҙәр ҡулланыла (мәжбүр, тейеш, яуаплы, кәрәк, хоҡуҡлы һ. б.
Рәсми йәки эш ҡағыҙҙары стиленә төрлө ҡарар, указ, приказ, акт, договор, ғариза, танытма, справка, протокол, автобиография, характеристика стилдәре инә. Был стиль башҡа стилдәрҙән үҙенең даими һәм «консерватив» булыуы менән айырылып тора. Бында электән йәшәп килгән традицион трафарет алымдар ҙур урын биләй.
Рәсми йәки эш ҡағыҙҙары стиленә дәүләт акттарынан алып эшлекле яҙышыуҙы сағылдырған төрлө документтар ҡарай. Документтарҙың төрлөлөгөнә, ниндәй маҡсат менән яҙылыуҙарына ҡарамаҫтан, ул стилдәргә махсус дөйөм һыҙаттар хас.
Был стилдең эске төп һыҙаттарын эш ҡағыҙҙарындағы һүҙбәйләнештәрҙең тулы һәм объектив булыуы, фекерҙе асыҡ һәм теүәл, йыйнаҡ һәм бойороусан сағылдырыу билдәләй. Ул үҙенсәлектәр документтарҙың бәхәсһеҙ факттар, күренештәр тураһында хәбәр итергә тейешлеге менән билдәләнә, һүҙ алып барған стилдең тағы бер үҙенсәлеге шунда: ундағы яҙмалар логик яҡтан төҙөк һәм йыйнаҡ, шул уҡ ваҡытта материалдың урынлаштырылыу тәртибе лә документтың маҡсатына һәм нимәгә төбәлгән булыуына яуап бирергә тейеш. Бөтә был һаналған үҙенсәлектәр стилдең телмәр ҡоролошон формалаштыра.
Ҡайһы бер документтарға хас булған телмәр сараларының бер төрлөлөгө, стандартлашҡан булыуы, билдәле дәрәжәләге тел ҡалыптары рәсми шарттарҙа аралашыуҙы еңелләштерә.
Үҙҙәренең стандартлашыу дәрәжәләре буйынса рәсми документтар бер төрлө генә түгел. Ҡайһы берҙәрендә стандарт форманың булмауы уларҙың юридик ҡиммәтен кәметә (мәҫәлән, паспорт), ә икенселәрен ҡулланыу уңайлы булһын өсөн, киреһенсә, ҡалыплашҡан көйө хатта баҫып сығаралар (мәҫәлән, бланкылар), өсөнсөләренең тотороҡло ҡалыплашҡан формалары юҡ (мәҫәлән, отчеттар, протокол, үҙ-ара эшлекле яҙышыу һ. б.).
Ләкин бөтә был өс төркөм өсөн дә дөйөм тел саралары, формулалары булыуы мөмкин. Ул иң элек лексик кимәлдә күҙәтелә. Ҡайһы бер үҙенсәлекле лексика һәм фразеология башҡа стилдәрҙә осрамай (мәҫәлән: йәшәү урынына фәлән йортта торам, эшкә алыу урынына эшкә ҡабул итеү, алды урынына отпускыға ебәрелде, тикшереү урынына ҡаралды, төрлө нәмәләр урынына төрлө мәсьәләләр (ҡаралды), һөйләргә ҡушыла урынына һүҙ бирелде һ. б.); һүҙҙәр конкрет һәм тура мәғәнәһендә ҡулланылалар; хис-тойғо биҙәкле һүҙҙәр, йәнле һөйләү һәм ябай телмәр һүҙҙәре бөтөнләй булмай; шул иҫәптән, маҡсатында, бер яҡтан (яҡлап), икенсе яҡтан (яҡлап), теге (был) әлкәлә һ. б. кеүек ярҙамсы һүҙҙәр менән килеүсе телмәр ҡалыптары һәм башҡа трафарет һүҙҙәр хас. Әммә телмәр стандарттарынан һәр саҡ ҡабатланып килеүсе саралар үткәреүҙе йышайтырға (көсәйтергә), теге йәки был эштәрҙе активлаштырыуҙы тәьмин итергә, сифат өсөн көрәште алға ҡуйырға кеүек тапалып бөткән штамптарҙан һаҡ булырға кәрәк. Ундай штамптар бер ниндәй ҙә фекер сағылдырмайҙар, киреһенсә, фекер булмауҙы йәшереп киләләр.
Дипломатик документтарҙа телмәрҙе көсәйтеү һәм һынлы итеү өсөн күсмә мәғәнәле һүҙҙәр ҙә ҡулланылыуы мөмкин. Ундайҙарға Аҡ йорт, Елисей һарайы, Кремль тибындағы һ. б. шундай метонимиялар ҡарай. Улар АҠШ, Франңия, Рәсәй хөкүмәттәре тигәнде сағылдыралар. Шулай уҡ ҡорал теле, ышаныс климаты һымаҡ метафораларҙы ла осратырға мөмкин.
Морфология кимәлендә исем менән килгән конструкциялар, исемдәрҙең ялғаулы һәм ялғауһыҙ эйәлек килеш ярҙамында яһалған һүҙбәйләнештәрҙең йыш ҡулланылыуы хас.
Синтаксик кимәлдә рәсми телмәр стилендә ҡушма һөйләмдәрҙең айырым өлөштәргә бүленеү мөмкинлеге бик асыҡ һүрәтләнә, һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе ғәҙәттәгесә ынғай була. Инеш һүҙҙәр, ҡағиҙә булараҡ, һөйләмдең башында килә. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә эйәрсән һөйләмдәрҙең килеү урыны логик фекерҙең нисек сағылдырылыуына ҡарап йөрөй.
Рәсми эш ҡағыҙҙары стилендә хикәйәләү тыныс, әҙәпле була. Әммә бойороуға ҡоролған документтарҙа бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымдар файҙаланыла.
Ҡайһы бер документтарҙа айырым телмәр стандарттары ҡалыплашҡан була. Мәҫәлән, эш башҡарыуға ҡоролған документ, ғәҙәттә, түбәндәге схема буйынса төҙөлә: инеш, төп өлөш, иҫбатлау, һығымта. Инештә ҡуйылған мәсьәлә нигеҙләнә йә булмаһа ул мәсьәләнең барлыҡҡа килеү сәбәбе күрһәтелә; юғарылағы ойошманың фарманына һылтанма бирелә. Төп өлөштә ҡуйылған мәсьәләнең асылы тасуирлана һәм иҫбатлана. Йомғаҡлауҙа һығымталар сағылдырыла.
Рәсми эш ҡағыҙҙарында, төрлө документтарҙа ымлыҡтар, киҫәксәләр, кәм һөйләмдәр һәм башҡа хис-тойғо йәки төрлө стилистик биҙәкле һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләм төҙөлмәләре файҙаланылмай.
1.3. ҒИЛМИ/ФӘННИ/ СТИЛЬ
Ғилмиәҙәбиәттең белгестәр өсөн яҙылғаны һәм белгес булмаған кешеләр өсөн яҙылғаны бар. Шуға ҡарап, фәнни стиль һәм фәнни-популяр стиль барлыҡҡа килгән. Фәнни стилдә, башлыса, белгестәр үҙҙәре генә аңларлыҡ һүҙҙәр ҡулланылһа, фәнни-популяр стиль мөмкин тиклем ябай тел менән шул яҙылғандарҙы башҡаларға аңлайышлы итеүҙе күҙ уңында тота.
Ғилми стиль өсөн, ғәҙәттә, ике баш киҫәге, йәғни эйәһе лә, хәбәре лә булған һөйләм хас. Һөйләмдә һүҙҙәр ыңғай тәртиптә килә. Фәнни стилдә ҡушма һөйләмдәр ҙур урын ала.
Ғилми стилдең телмәр саралары логик бәйләнештәрҙе кәүҙәләндереүгә буйһонған, ә фекерҙең эҙмә –эҙлелеге проблеманың ҡоролошона бәйләнгән. Ғилми стиль, ҡағиҙә булараҡ, әйтелгән уй-фекерҙең аныҡлығы һәм яҡшы эшкәртелгән булыуы, төп фекерҙең ныҡ нигеҙләнеүе, синтаксик конструкцияларҙың ҡатмарлылығы, тел сараларының билдәле бер кимәлдә ҡоро булыуы менән айырылып тора.
Хәҙерге ғилми стилдең абстрактлығы һәм фекер эҙмә-эҙлегенән сыҡҡан иң үҙенсәлекле һыҙаттары булып дөйөмлөк һәм логик тәртип тора. Ғилми стилдең иң төп билдәләренән предикатив һәм терминологик мәғәнә тапҡырлығы, бер мәғәнәлелек, объективлыҡ, шулай уҡ һөйләмдәрҙең ҡоролоғо, сағыу образлылыҡтың булмауы, хис-тойғоноң йәшеренлеге һаналалар. Конкрет ғилми хеҙмәттәрҙә йәки сығыштарҙа был үҙенсәлектәр, темаға, жанрға, формаға, ситуацияға йәки сығыштың маҡсатына, авторҙың шәхси һыҙаттарына ҡарап, төрлөсә сағылыш ала.
Ғилми стилдең үҙенсәлеге һәм төп билдәләре, уны башҡа стилдәр, мәҫәлән, матур әҙәбиәт стиле менән сағыштырғанда, бигерәк тә асыҡ сағыла. Әгәр ғилми стилдә метафоралар, дөйөм тел һыҙаты алып, элекке хис-тойғо биҙәктәрен юғалтһа (биологияла: таж япрағы, һеркә һибелеү, таҡыялы үлән, күгәрсен күҙе, шайтан таяғы; географияла: йылға ҡултығы, тау мороно, шишмә тамагы, ҡалҡыу итәге һ. б.), матур әҙәбиәт стилендә улар окказиональ күренеш булалар (ярһыу уйҙар, осло ҡәләм, сәнскеле һүҙ, моңһоу тәбиғәт, төпһөҙ хыял һ. б.) һәм образлылыҡты булдырыу функцияһын башҡаралар.
Матур әҙәбиәт стилендә ғилми стилгә ҡарағанда ҡылымдарҙың ҡулланылыу йышлығы 2—3 тапҡырға юғарыраҡ, сөнки ҡылымдар ярҙамында образлы конкретлаштырыуға ирешеүе еңелерәк, ҡылымдарҙы киң ҡулланыу уҡыусының ваҡиғаны йәнле күҙ алдына килтереүенә нығыраҡ булышлыҡ итә. Әгәр матур әҙәбиәт стилендә ҡылым категорияларының бөтә мөмкинлектәре лә тулы файҙаланылһа, ғилми стилдә ҡайһы бер ҡылым формаларын ҡулланыу мөмкин дә түгел. Ғилми стилдең ситләтелгән дөйөм характерҙа булыуы ҡылымдарҙың эйәһеҙ йәки ваҡытҡа мөнәсәбәте булмаған формаларын йышыраҡ ҡулланыуға килтерә. Былар түбәндәге миҫалдарҙа асыҡ күренә: Ошо маҡсатҡа ярашлы итеп, һүҙлектә үҫемлектәрҙең төҙөлөшөнә, тереклек итеү шарттарына, тереклек рәүешенә, шулай уҡ үҫемлек төрҙәренә һәм систематикаға ҡараған терминдарҙы мөмкин тиклем тулыраҡ алырға тырышылды һәм, элекке баҫмаларҙан айырмалы рәүештә, күпселек үҫемлек исемдәренә фәнни аңлатмалар бирелде (С. Йәнтүрин). Совет әҙәбиәт ғилеме алдында торған бындай ҙур бурыстар, бығаса йәшәп килгән һәм күнегелгән алымдар эсендә генә ҡалмайынса, яңысараҡ, киңерәк тикшереү методтарын эҙләүҙе һәм ҡулланыуҙы һорай (Ғ. Хөсәйенов). Яңы осор поэзияға яңы талаптар ҡуйған (Ғ. Ҡунафин). Башҡорт әҙәби теленең ғилми стиле күберәк ситләтелгән дөйөмлөк мәғәнәһенә эйә булыусы һәм айырым бер ваҡытҡа бәйләнеше булмаған III заттағы ҡылым формаларын йышыраҡ ҡуллана. Ә I заттағы ҡылым формалары, ҡағиҙә булараҡ, яҙылғандың объективлығын күрһәтеү йәки дөйөмләштереүҙе көсәйтеү өсөн ҡулланыла: Һорауға яуап эҙләп беҙ иң элек араға ҡыҫтырылған «ғибрәт һүҙҙәрен» ҡарайбыҙ... Хәҙер шуныһына иғтибар итәйек... (Н. Зарипов).
Ғилми стилгә дөйөмләштереүҙе көсәйтеүсе инфинитивлы һүҙбәйләнештәр ҙә хас: әйтергә кәрәк, өҫтәргә ҡала, күрһәтергә кәрәк, тип аңларға ярамай, асыҡларға мөмкин һ. б.
Ғилми стилдә шулай уҡ айырым фекерҙәрҙе һәм уларҙың өлөштәрен берләштереүсе инеш һүҙҙәр, теркәүестәр актив ҡулланыла: Халыҡ поэзияһындағы оҙон йыр үлсәүенән килгән ритмика ла шиғырҙа һөйләү, мөрәжәғәт интонацияһына тартылыуы менән яңы оттенок ала, тимәк, шиғри форма ла яңы йөкмәткегә, яңы поэтик образға йәтешле эске бер яңырыш кисерә (Ғ. Хөсәйенов). Мәғлүм булыуынса, ҡапма - ҡаршы төрҙәге электр ҡоролмалары бер-береһенә тартылалар. Тимәк, болоттарҙағы бер төрлө электр ҡоролмалар икенсе төр электр ҡоролмаларын үҙҙәренә тарталар. Болоттағы һәм ер өҫтөндәге ҡоролмалар араһында ла шундай уҡ күренеш була (М.Зиннәтов).