Диалект шарттарында баш6орт телене5 181би нормаларына 2йр1те9 98енс1лект1ре
12. №98 31м т2ш2нс1. Лексик т2ш2нс1л1р8е 2йр1не981 т2п принциптар, лексик анализ т2р81ре.Һүҙ һәм төшөнсә тураһында аңлатыу, уларҙың айырмалыҡтарын күрһәтеү мотлаҡ.Төшөнсә - фекерләү менән бәйләнгән логик категория. Төшөнсә эсендә предметтар һәм күренештәр сағыла. Һүҙ предметтар һәм күренештәрҙе атап(исемләп) та килә, төшөнсә лә бирә. Төппринциптар: 1. Синхронлы принцип – тарихи осорҙа ла үҙгәрмәй торған лексик ҡатламды өйрәнеү буйынса эш. Был принцип балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә, ҡайһы класта уҡыуына ҡарап лексик төшөнсәләрҙе һайлап алғанда ҡулланыла. Мәҫ., тыуған ер, атай, әсәй, мәктәп, матур, яҡшы. 2. Экстралингвистик принцип - үҙ аллы һүҙҙәр үҙҙәре аңлатҡан предметтар, билдәләр, эш-хәрәкәте менән сағыштырып, йәғни предметтан һүҙгә, һүҙҙән предметҡа күсеү юлы менән, өйрәнергә кәрәк. Хикәйәләү, һүрәтләү буйынса һүҙҙәрҙе табырға мөмкин: йәй менән ҡыш араһындағы йыл миҙгеле, һыуҙа йөҙә торған, ярыштарҙа беренсе урынды алған спортсы һ.б. 3. Лексик-грамматик принцип – лексик төшөнсәләр туранан тура грамматика менән бәйле. Мәҫәлән, әйтелештәре һәм яҙылыштары бер төрлө булып та төрлө мәғәнә аңлатҡан һүҙҙәрҙең ибарыһы ла омоним була алмайҙар: тыуған ҡалам, тыуған ҡаламда ҡалам. Ҡалам һүҙе ике һүҙ төркөмөнә ҡарай. 4. Семантик принцип – теге йәки был һүҙҙең мәғәнәһен үҙ ара бәйләнешкә ингән башҡа компонеттарының мәғәнәләре менән сағыштырып өйрәнеү. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе, бер мәғәнәле һүҙҙәр меән күп мәғәнәле һүҙҙәрҙе, антонимдарҙы, омонимдарҙы, синонимдарҙы ошо принципҡа нигеҙләнеп өйрәнәләр. Һүҙҙәр үҙ ара мәғәнәүи бәйләнешкә инәләр. 5. Диахроник принцип – нигеҙендә һүҙҙең халыҡ тарихы менән үҙ-ара бәйләнеше асыҡлана. Һүҙҙәр төрлө лексик ҡатламдарҙан тора: дөйөм төрки сығанаҡлы һүҙҙәр – кеше, ат, ағас, япраҡ; рус теленән үҙләштерелгән - бүрәнә, дуға, өҫтәл, эҫкерт..; фарсы теленән үҙләштерелгән: йомарт, намыҫ, таҡта; ғәрәп теленән: аҡыл, ғариза, дәрес; рустеле аша башҡа телдәрҙән – журнал, клуб, республика.
13. «Лексика» б9легене5 д1реслект1 бирелеше. Лексик к9неге9 т2р81ре. №9881р8е м171н1л1ре я7ынан 2йр1не9.Башҡорт теленең мәктәп курсында “Лексика” бүлегенең күләме түбәндәгесә билдәләнә: лексика тураһында дөйөм төшөнсә; һүҙҙең лексик мәғәнәһе һәм күп мәғәнәлеге, омонимдар; күп мәғәнәле һүҙҙәр һәм омонимдар араһында айырма; һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы; синонимдар, антонимдар; нығынған һүҙбәйләнештәр; бапшҡорт теленең һүҙлек составы; төп башҡорт һүҙҙәре; рус, ғәрәп, фарсы телдәренән һәм рус теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр; башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре; профессиональ һүҙҙәр; архаизмдар; историзмдар; неологизмдар; диалектизмдар; башҡорт теленең һүҙлек составының үҙгәреп, байып тороуы. Лексика 5-се класта өйрәнелә башлай. Төшөнсә бирелә, күп мәғәнәле һүҙҙәр менән, синонидар, антонимдар, омонимдар менән танышалар һәм һүҙлектәр менән эшкә өйрәтергә кәрәк. 6-сы класта һүҙлек составының ҡулланылыу ( архаизм, историзм, диалектизм), барлыҡҡа килеү (Төп башҡорт һүҙҙәре, рус, ғәрәп һ.б.) осраҡтары һәм юлдары менән танышалар. Шул уҡ ваҡытта лексиканы һүҙбәйләнеш, һөйләм составында өйрәнергә кәрәк, сөнки күп осраҡта һүҙҙәрҙең мәғәнәһе бер-береһе менән бәйләнештә тулыраҡ асыла. Лексик күнегеүҙәрҙең төрҙәре теге йәки был лексик төшөнсәләрҙең мәғәнәләрен, телдең лексик ҡатламдары һәм уларҙың ҡулланылыу сфераһына ҡайтып ҡала. Күнегеүҙәр һәр дәрестең темаһына һәм маҡсатына яуап бирергә тейеш. Лексик күнегеү төрҙәре: а) уҡыусылырҙың һүҙ байлығын билдәләү һәм үҫтереү маҡсатын күҙ уңында тотҡан лексик-семантик күнегеүҙәр; б) телмәр стиленә ҡарап теге йәки был һүҙҙе һайлай белеү күнекмәләрен үҫтереүгә ҡоролған лексик-стилистик күнегеүҙәр; в) һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләрен асыҡлатыу, грамматика буйынса алған белемдәрен нығытыу, ялғауҙар ярҙамында яңы һүҙҙәр яһатыу өсөн ойошторолған лексик-грамматик күнегеүҙәр; г) лексик төшөнсәлҙе дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен нығытыу маҡсатында лексик-орфографик күнегеүҙәр; д) уҡыусыларҙың иғтибарын, фекер йөрөтөүгә үҫтереүгә ҡоролған күнегеүҙәр.
14. «Лексика» б9леген у6ытыу8а 398лект1р мен1н эш алымдары, у6ыусылар8ы5 398 байлы7ын 94тере9 юлдары.Һүҙлек эштәре ваҡытында уҡыусы билдәле күләмдә яңы лексик берәмектәрҙе үҙләштерергә тейеш була. Балаға һүҙҙең мәғәнәһен генә төшөндөрөү менән сикләнергә ярамай.. Киреһенсә, теге йәки был берәмекте бөтә мәғәнәүи биҙәктәре менән телмәрҙә ҡуллана алыу күнекмәләрен формалаштырыу мөһим. Уҡыусылар үҙҙәренең һүҙлек дәфтәренә яңынан-яңы лексик берәмектәрҙе теркәп барырға, уларҙы ҡулланып һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр уйларға һәм күнегеүҙәр эшләргә тейеш. Һүҙлек өҫтөндә эшләү өсөн махсус дәрес бирелмәй, шуға уҡытыусы, үҙ маҡсатынан һәм дәрес материалының йөкмәткеһенән сығып, һүҙлек эшен дәрестең төрлө этаптарында ойоштора. Берәй ниндәй аңлашылмаған һүҙҙе аңлатмалы һүҙлектән ҡарау менән башларға кәрәк. Тағы ла нығыраҡ аңларға уның синонимын, антонимын, омонимын килтереү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Шулай уҡ билдәле контексҡа ҡуйыу ҙа етә. Һүҙлектәр уҡытыусыға тейешле мәғлүмәт бирһә, икенсенән,уҡыусыларҙыиүҙ аллы эшләргә өйрәтә, телгә ҡыҙыҡһыныу уята. Дәрестә һүҙлек эше айырым һүҙҙәрҙең лексик мәғәнәләрен генә аңлатыу менән сикләнмәйенсә, уның башҡа һүҙҙәргә бәйләнешен, үҙгәрешен, һөйләү һәм яҙыу телмәрендә ҡулланыу үҙенсәлектәрен, уларҙың дөрөҫ әйтелешен һәм яҙылышын үҙләштерегә ярҙам итергә тейеш.
15. :улланылышы я7ынан баш6орт телене5 лексика3ын 2йр1не9.Уҡытыусы иң элек башҡорт теленең һүҙлек составы менән таныштырырға тейеш. Әҙәби телдә ҡулланылған бөтә һүҙҙәр, төрки-алтай сығанаҡлы төп башҡорт һүҙҙәре, башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән төшөнсәләр, антропонимдар(кеше атамалары), топонимдар (ер-һыу) , диалект һүҙҙәр – барыһы ла башҡорт теленең һүҙлек составы тип атала. Иң башта башҡорт һүҙҙәрен башҡа телдең һүҙҙәренән айырырға өйрәтергә кәрәк. Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәрен уҡыусылырға профессиональ һәм диалект һүҙҙәре менән бергә бәйләп, сағыштырып аңлатыу эффектлы була. Профессиональ һәм диалект һүҙҙәре тураһында төшөнсә биреү һәм танырға өйрәтеү – маҡсат. Уларҙы берәй текста сағыштырып өйрәтергә кәрәк.
Иҫкергәнһүҙҙәрҙе уҡыусыларҙың телмәрендә ҡулланырға өйрәтеү маҡсатҡа ярашлы түгел икәнен һәр уҡытыусы иңҫтә тоторға тейеш. Иҫкергән һүҙҙәрҙе архаизмдарҙан айырырға кәрәк. Ниндәй шарттарҙа иҫкереү сәбәптәрен тарих менән бәйләп аңлатырға кәрәк. Неологизмдарҙың нисек барлыҡҡа килеүен аңлатырға кәрәк: матди мәҙәниәттең өҙлөкһөҙ үҫеше арҡаһында килеп тыуған яңы предметтарҙы, процестарҙы, билдәләрҙе атау мохтажлығынан сығып, телдә неологизмдар барлыҡҡа килә. Уларҙың нисек яһалыуын да күрһәтергә кәрәк: а) телдә элек-электән ҡулланылған һүҙҙәрҙән яһалған неологизмдар: ҡәләмдәш, замандаш, тәнҡитсе...б) рус теленән үҙләштерелгән һәм рус теле аша килеп инәгн һүҙҙәр: колхоз, совхоз, космонавт... в) үҙләштерелгән үҙҙәргә ялғауҙар ҡушылыу ярҙамында: колхозсы, спортсы... г) калька йәки туранан-тура тәржемә юлы менән яһалған яңы һүҙҙәр: себестоимость – үҙҡиммәт холодильник – һыуытҡыс, обязательство – йөкләмә. Шулай уҡ һәр бер дәрестә һүҙлектәр менән эш итергә кәрәк: аңлатмалы, башҡортса-русса, синонимдар, антонимдар, омонимдар, фразеология һәм башҡорт һөйләштәре һүҙлектәре менән таныштырып, ҡулланырға өйрәтергә кәрәк.
16. Диалект шарттарында «Лексика» бүлеген уҡытыу үҙенсәлектәре.Мәктәптә баланың һәр һүҙҙе, һәр төшөнсәне, һәр лексик күренеште хәтерендә ҡалдырыу, зирәклеген үҫтереү алғы планға сыға. Әҙәби телдәге лексик берәмектәрҙе һөйләшсәгә тәржемә итеү балаларҙа һүҙҙе һиҙемләү тойғоһон, уның мәғәнәһенә иғтибарын үҫтерә. Мәҫ, көнбайыш диалект һөйләштәрендәиаралашыусы уҡыусыларға әҙәби телдәге һүҙҙәр таныш түгел: ҡолон, бәпкә, бауырһаҡ, өләсәй һ.б. Улар урынына һөйләштәрҙә түбәндәге лексик берәмектәр ҡулланыла: көлөкәй, бипей, майаш, йыраҡай. Иң беренсе һүҙҙең мәғәнәһенә төшөнөргә кәрәк. Һүлек эштәре ваҡытында, программа талаптарына ярашлы рәүештә, уҡыусы билдәле күләмдә яңы лексик берәмектәрҙе үҙләштерергә лә тейеш була. Һүҙҙең мәғәнәһен асыуҙа уларҙың синонимдарын таптырыу алымы ла киң ҡулланылырға тейеш. Теге йәки был һүҙҙең синонимы тип уҡыусылар бөтөнләй икенсе мәғәнәле һүҙҙе аңлайҙар. Мәҫ., сәсәләр, ҡаҙайҙар – синоним була алаларм – көнсығыш диалектта була алалр, әммә әҙәби телдә юҡ. Шуға был ике һүҙҙең мәғәнәһен аңлатырға, аҙаҡ сағыштырып ҡарарға кәрәк. Һуңынан улар ниндәй һүҙҙәр менән бәйләнешкә инә алыуҙарын һүҙбәйләнеш, һөйләм эсендә асыҡлау һәм ул һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр уйлатырға кәрәк. Диалект хаталарҙы бөтөрөү, улар урынына әҙәби тел өлгөләрен уҡыусыларҙың телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу маҡсатында стилистик диктанттарүткәрергә кәрәк.Ундай диктанттарҙың текстағы ҡайһы бер һүҙҙәр дәрестең темаһынан сығып үҙгәртелергә мөмкин.